Махсус биттәр
14 Ғинуар 2025, 17:00

Ҡулда барҙа алтындың ҡәҙере юҡ. Баныу ҠАҺАРМАНОВА.

... - Мин Марат менән айырылышырмын, ахыры. Алғыр кеше алымынан, йылғыр кеше аҙымынан билдәле, тиҙәр. Был беҙҙең йәштәш Вилә тураһында әйтелгән. Тормошта бик өлгөр, хатта бер аҙ мутыраҡ та холоҡло Виләнең йылдамлығына, сослоғона, етеҙлегенә хайран ҡалырлыҡ. Әле лә ул беренсе булып иҫенә килде, Элинаға ябырылды: - Алйып бараһыңмы, аҡылға зәғифләндеңме әллә? Кеше тиктомалдан Марат менән дә айырылышыуҙы уйлар икән... Ундай иргә аяҡ-ҡулдарың менән сат йәбешергә лә, май эсендәге бөйөр һымаҡ йәшәп тик ятыр кәрәк. Юҡ, үпкәләһәң үпкәлә, әммә һин, ысын-ысындан майыңа сыҙамай, шаша башлағанһың. 

Ҡулда барҙа алтындың ҡәҙере юҡ. Баныу ҠАҺАРМАНОВА.Ҡулда барҙа алтындың ҡәҙере юҡ. Баныу ҠАҺАРМАНОВА.
Ҡулда барҙа алтындың ҡәҙере юҡ. Баныу ҠАҺАРМАНОВА.

Ҡулда барҙа алтындың ҡәҙере юҡ

2021 йыл

- Мин Марат* менән айырылышырмын, ахыры.

Ерле-юҡтан мәрәкә табып, ихахайлап ултырған беҙ икәү, Вилә менән мин, сәй эсеүҙе онотоп, Элинаға текәлдек. Ошоғаса үҙ уйҙарына батып, беҙҙең хәбәргә ҡушылмай, тәрән тынлыҡта сынаяғындағы күптән иреп бөткән шәкәрҙе яй ғына бутаған Элина башын күтәреп, һүҙен ҡабатланы:

- Мин Марат менән айырылышырмын, ахыры.

Алғыр кеше алымынан, йылғыр кеше аҙымынан билдәле, тиҙәр. Был беҙҙең йәштәш Вилә тураһында әйтелгән. Тормошта бик өлгөр, хатта бер аҙ мутыраҡ та холоҡло Виләнең йылдамлығына, сослоғона, етеҙлегенә хайран ҡалырлыҡ. Әле лә ул беренсе булып иҫенә килде, Элинаға ябырылды:

- Алйып бараһыңмы, аҡылға зәғифләндеңме әллә? Кеше тиктомалдан Марат менән дә айырылышыуҙы уйлар икән... Ундай иргә аяҡ-ҡулдарың менән сат йәбешергә лә, май эсендәге бөйөр һымаҡ йәшәп тик ятыр кәрәк. Юҡ, үпкәләһәң үпкәлә, әммә һин, ысын-ысындан майыңа сыҙамай, шаша башлағанһың. Ул һине ауырлы килеш алған, баланы үҙенекендәй күреп үҫтергән, беҙҙең ише сыйырсыҡ ояһында түгел, шәхси йортта йәшәйһегеҙ, тағы и...ң к...е кәрәкме һиңә?!

Виләнең ауыҙынан сыҡҡан тоҙло-боросло һүҙ һауаны борҡотто, Элина сәйҙе бутауҙан туҡтаны. Әйткәндәй, Вилә ни тиклем йылғыр хәрәкәтле, осҡор фекерле булһа, Элина шунсама яй. Хәрәкәттәре уның һалмаҡ, һөйләшеүе әкрен. Берәйһе ҡолаҡ төбөндә йөрәкте ярырҙай итеп: “Янғын!” – тип аҡырһын, Вилә күҙ асып йомғансы биш саҡрым алыҫлыҡҡа табанын ялтыратырға өлгөрәсәк, ә Элина баҡырған тауыш яғына саҡ муйынын бороп ҡараясаҡ. Тап ошо мәлдә уны һүккән Виләгә тыныс ҡына тексәйгән һымаҡ.

- Мин Максимды осраттым...

Максим тигәне Элинаның тәүге мөхәббәте. Мәктәптә уҡығанда уның сәсенән тартып ҡаҡшатҡан, аҙаҡ портфелен күтәреп өйөнә оҙатып йөрөгән, ихаталағы балалар майҙансығында йәйелеп ултырып, Виктор Цойҙың йырҙарын гитарала уйнап башҡарған, үҫмер ҡыҙҙарҙың йөрәген яндырған егет йораты. Шул йөнтәпей Элинаның башын әйләндергән-әйләндергән дә, юғары уҡыу йортона уҡырға ингәс, курсташына өйләнгән дә ҡуйған. Унан йөккә ҡалған Элина менән осрашырға ла, аңлашырға ла теләмәгән.

Һөйгәненең хаяһыҙлығынан иҫәңгерәгән, ер менән күк араһында тороп ҡалған бисара ҡыҙ абортҡа барырға йыйынып бөткән саҡта, уларға ҡунаҡҡа ағаһының хеҙмәттәше Марат килгән. Башын эйеберәк уйсан ҡарашын бер әңгәмәләшенә, бер ситкә йүнәлтеп, диҡҡәт менән тыңлаған, ымлыҡтар менән ҡеүәтләгән аҙ һүҙле, етди ҡиәфәтле егет Элинаны танышҡан көндән оҡшатҡан. Ҡыҙҙы ла киң яурынлы, уртаса буйлы, ялпаҡ битле егет битараф ҡалдырмаған.

Ҙур, ҡытыршы усы менән йомшаҡ ҡына итеп ҡағылып, минең менән һаулыҡ һорашҡанда уҡ, Маратҡа кейәүгә сығырымды аңланым, тип һөйләне беҙгә Элина: “Ҡуйы көрән күҙҙәрен минән айырып ала алмай төбәлгән сағында ҡапыл, был бит минең буласаҡ ирем, тигән уй башымды ярып үтте. Яйын тура килтереп, икебеҙ генә ҡалғанда, ул минең телефон номерын һораны, осрашырға тәҡдим итте. “Эйе” лә, “юҡ” та тимәнем, йылмайҙым ғына. Ҡайтырға йыйынғас, вокзалға тиклем оҙатырға теләк белдерҙем, сөнки ағайыма эшкә барырға ваҡыт еткәйне. Вокзалға етмәҫ борон, үҙ тойғоларыма алданмаҫҡа, егетте лә бушҡа өмөтләндермәҫкә ниәтләп, тоттом да, үҙемдең ауырлы булыуымды, егетемдең мине ташлауын һөйләп бирҙем. Мине бүлдермәй, иғтибар менән тыңлаған Марат, нимә эшләргә уйлайһың, тип һораны. Дөрөҫөн әйттем: “Белмәйем...” Тағы ла берәйһе хәбәрҙармы был турала, тигән һорауына, юҡ, тип баш сайҡаным. Ағайымдың хеҙмәттәше, улай икән, тине лә, артабан юлды үҙем табырмын, тип итәғәтле генә хушлашты, шәп-шәп атлап китеп барҙы һәм... юғалды. Үҙемде-үҙем әрләп бөттөм. Ниңә телемде тыйманым, ниңә генә бөтә асып һалдым, ауырымды алдырыр ҙа, һис бер ни булмағандай, уның менән йөрөр ҙә китер, уға кейәүгә сығып, уртаҡ балалар табыр инем әле, тип үртәлдем. Икенсе яҡтан, әлдә һөйләп бирҙем, әгәр өндәшмәй-нитмәй аборт эшләтеп, һуңынан балаға уҙа алмаһам, оло хатам хаҡында Маратҡа билдәле булыр ҙа, нисек аҡланыр инем, ә былай арабыҙҙа бер ниндәй ҙә хаслыҡ юҡ, бөтә асыҡ, дөрөҫ эшләнең, тип үҙемде йыуаттым.

Мараттан аҙна тирәһе бер хәбәр булмаһа ла, кире килер кеүек тойолдо. Һәм ул, ысынлап та, килде. “Бәлки, һуңлағанмындыр ҙа тәҡдимем менән, шулай ҙа, абортҡа бармаған булһаң, барма. Ауырлы килеш тә һине ризалыҡ менән кәләш итеп алам, бер ваҡытта ла кәмһетмәм, баланы ситкә типмәм”, - тине. Яратам, тигәнде ишетмәһәм дә, үҙем дә яҡшы егеткә ҡайнар хистәр тоймай, ярай, тинем. Ул иңемдән, гүйә, ауыр йөктө алып ташланы. Туй уҙғарып тормай, ЗАГС-ға барып мөнәсәбәттәребеҙҙе теркәнек тә, яҡындарыбыҙ менән генә табын артында өйләнешеүебеҙҙе билдәләнек”.

Бер-береһен йүнләп белмәй ҡауышҡан Элина менән Мараттың араһында бер ниндәй ҙә уртаҡлыҡ юҡ. Элина интеллигенттар ғаиләһенән. Ата-әсәһе тамырҙары менән Кострома ҡалаһынан, тәрән мәҙәни традициялы, нәҫелле дворяндар тоҡомонан. Ә ауылда тыуып-үҫкән, водитель булып эшләгән Марат ябай ғаиләнән. Элинаның һөйләүенсә, романтика, нәзәкәтлек, зауыҡ тигән нәмәләр уға бөтөнләй ят. Ҡалала йәшәүҙәренә ҡарамаҫтан, әлегәсә театрҙарҙың, һүрәттәр галереяһының, музейҙарҙың ҡайҙа урынлашҡанын да белмәй. Кинотеатрға йөрөүҙе, ресторанға барыуҙы аҡса яуы, тип иҫәпләй. Эш күплегенә, ваҡыт юҡлығына, арыуына һылтанған ир концерттарға ла битараф. Уның ҡарауы, хужасыл, егәрле, алтын ҡуллы. Машина, техника, тип иҫе киткән водитель ғаиләһе өсөн ныҡ тырыша, ал-ял белмәй эшләй. Ҡала ситендә үҙҙәренә йорт төҙөгән, балаларына фатир йүнәткән Марат, һүҙен тотоп, әйтмәксе лә, сит ирҙең орлоғонан яралған баланы үҙенекеләренән айырмай. Уны “атай” тип үҫкән бала ла әлегәсә әсәһенең серен белмәй, бәхетле йәшәй.

Өлкән балаһын башҡа берәүҙән табыуын Элина һалмыш сағында һөйләмәһә, беҙ ҙә белмәҫ инек. Айынғас, уй, берәүгә лә әйтә күрмәгеҙ, башымды ашай күрмәгеҙ, тип ҡото осто осоуға, ләкин Виләгә лә, миңә лә ғәйбәт һөйләү, кеше тормошо менән булышыу ят. Татыу ғына йәшәп яталар икән, әйҙә йәшәһендәр, бәхетле булһындар, тип ихлас күңелдән теләйбеҙ. Шуға ла Элинаның: “Мин Марат менән айырылышырмын, ахыры”, - тигән һүҙе беҙгә аяҙ көндө йәшен һуҡҡандай тәьҫир итте.

- Һы, “мин Максимды осраттым” – шунан ни булған?!  Өс хәрефкә оҙат уны һәм вәссәләм! – Вилә һаман ҡыҙҙы.

- Һеҙ аңламайһығыҙ, - Элина үҙ уйҙарынан хисләнеп, тыйнаҡ ҡына йылмайҙы. – Мин үткәндә командировкаға барҙым да инде, синыфташыма килеүем хаҡында алдан хәбәр иттем, ҡаршы алыуын һораным. Поездан килеп төшһәм, синыфташым янында ул – Максим тора! Ҙур гөлләмә тотҡан! Ҡыҙҙар, уны күргәс тә таныным, йөрәгем талпынып, тәнем зымбырланы. Максим да кисерештәр солғанышында ярһып, ҡосаҡлап, сикәмдән үбеп алды, гөлләмәне бүләк итте. Эй, һөйләшеп һүҙҙәр бөтмәй, әйтерһең дә, кисә генә һаубуллашҡанбыҙ ҙа, бөгөн килеп күрешеп торабыҙ, бер ниндәй ҙә аңлашылмаусанлыҡтар, ҡатмарлыҡтар булмаған!  Максим, ай-вайыбыҙға ҡарамай, беҙҙе ресторанға алып китте. Мин уны, исмаһам, ҡунаҡханаға барып, кейемемде алыштырайым, тип саҡ-соҡ өгөтләп күндерҙем. Шунан киттек ресторанға! Их, рәхәт ине! Икенсе көндө Максим мине театрға алып барҙы. Ул өсөнсө ҡатыны менән айырылышҡан икән. Дүрт бала атаһымын, тип ҡупырая. Миндә лә һинең балаң бар, тигән һүҙҙәр телем осонда ғына, осоп сығырға әҙерҙәр! Инде әйттем, тигәндә Мараттың йөҙө күҙ алдыма килде һәм мин өндәшмәнем, ҡыҙҙар. Максим, миңә кейәүгә сыҡ, йәшлек хатаһын төҙәтәйек, курсташ ҡыҙға өйләнеп, яңылыштым, ғүмер буйы бер һине генә яраттым, тип һушты алды. Уның янында мин үҙемде йәп-йәш тойҙом, татлы һүҙҙәренән иҫереп, һөйгәнемә иркәләнеп туя алманым. Көн дә сәскәләр бүләк итте, күргәҙмәләргә йөрөнөк, ресторандарҙа ултырҙыҡ, төнгө клубтарҙа бейенек. Мин яратҡан ҡыйбатлы хушбыйҙы тотторғайны, шатлыҡтан ҡосағына ауҙым. Марат ғүмерҙә лә ундай бүләктәр биргәне, матур һүҙҙәр әйткәне юҡ. Ә мин мохтаж булғанмын икән...

- Кеше сәскә менән хушбыйға, ресторан-мисторанға ла алданыр икән, - Вилә минең ҡеүәтләгәнде көткәс, баш һелкә һалдым:

- Максим һине бер тапҡыр алдаған, ташлап киткән бит инде, икенсе тапҡыр ҙа алдаясаҡ. Ғөмүмән, бер ҡасан да татлы телдәргә ышанма. Ә Маратың - һинең ышаныслы ҡәлғәң! Уның тоғролоғо, ғаиләһе өсөн өҙөлөп тороуы – саф һөйөүе билгеһе. Иреңдең иң ҙур бүләге - һинең муллыҡта ғүмер итеүең, көндәлек тыныс тормошоң!

(Дауамы бар)

* - бөтә исем дә үҙгәртеп алынды.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас