Махсус биттәр
10 Ғинуар 2025, 08:25

БАЛА ТӘРБИӘЛӘҮ БАЛА ҠАРАУҒА ҒЫНА ҠАЙТЫП ҠАЛМАЙ

***

Шағирҙар араһында һәр кемдең яратҡан, яҡын күргән, фекерҙәш авторы була. Был йәһәттән Әсхәл Әхмәтҡужин, Миңлегөл Хисамова, Зөһрә Ҡотлогилдина, Фирүзә Абдуллиналарҙың ижады үҙенең тәрән мәғәнәһе, донъяға фәлсәфәүи ҡарашы менән минең күңел торошона яҡшы тап килә. Был авторҙарҙың һәр юлы тиерлек берәй тәрән афоризмға тиң фекергә эйә.

Бынан ярты йыл самаһы элек Зөһрә апайҙың “Әсәйем” тигән шиғырын уҡып, аптырап ҡалдым. фекерҙәре шағирәнең күңелемдә һалынған образына һис тә тап килмәгән һымаҡ. 

– Һылыулығың, ҡыйыулығың

Алдың кемдән? 

– Әсәйемдән.

– Отҡорлоғоң, тапҡырлығың

Һинең кемдән? 

– Әсәйемдән.

– Тыйнаҡлығың, йыйнаҡлығың

Сере кемдән? 

– Әсәйемдән.

– Иркәлегең, иртәлегең

Күсте кемдән? 

– Әсәйемдән.

– Егәрлегең, егетлегең

Һинең кемдән? 

– Әсәйемдән.

Быға тиклем шағирәнең атай тураһында матур фекерҙәре менән таныш булғас, уның был шиғыры әсәйҙең ролен саманан тыш арттырып биргән һымаҡ тойолдо. Ҡыйыулыҡ менән егетлектең әсәйҙән бирелеүе миңә әллә ниңә аңлашылып етмәне. Быға тиклем сыҡҡан бер мәҡәләмдә уның апайы Миңлегөл Хисамованың:

Атай, әсәй – тылсымлы һүҙ,

Алтын ҡанат – ике иң.

Балаға таяныс бит һеҙ,

Изге күңел типә-тиң, –

тигән юлдарын үҙемдең бер мәҡәләмдең һығымтаһы итеп тә ҡулланғайным... 

Тәрбиә эшенең башлыса ҡатын-ҡыҙҙар ҡулы аҫтында икәне бер кемгә лә сер түгел. Ғаиләләрҙең күпселегендә тиерлек баланы әсәй кеше (өләсәйҙең ярҙамы булыуы мөмкин) ҡарай, балалар баҡсаһында ла, мәктәптә лә бала-саға башлыса ҡатын-ҡыҙ тәрбиәһен алып үҫә. Уҙған ХХ быуат фе­минизмдың еңеүе һәм ҡатын-ҡыҙ тәр­биәһе менән айырылып торҙо, тиһәң дә хата булмаҫ. Бөгөн ҡатын-ҡыҙҙар тәрбиәһе алған икенсе, өсөнсө генә түгел, хатта дүртенсе-бишенсе быуын кешеләре йәм­ғиәтте билдәләй. 

Мәғлүм булыуынса, ҡатын-ҡыҙ менән ир-ат араһында тә­биғәттән бирелгән ҙур айырма бар: улар­ҙағы эстроген тигән гормон йом­шаҡлыҡ, күндәмлек бирһә, беҙҙәге тестостерон иһә аҡыл һәм агрессияға булышлыҡ итә. Шунлыҡтан тарихтағы билдәле ғалим, полководец, даһи, сә­йәхәтселәрҙең 99 проценты ир-ат. Шулай уҡ енәйәтсе, маньяк, террорсыларҙың 99 проценты ла көслө зат­тан тора. Йәғни ир-ат башлыса ике яҡ ситтәге экстремалдар, ә ҡатын-ҡыҙ иһә – йәмғәтте һаҡлап торған “алтын урталыҡ”. Мәктәптә лә шулай: иң яҡшы һәм иң насар уҡыған бала малай булһа, ҡыҙҙар башлыса “хорошист” була. Был хатта сафта торған балаларҙа ла күренә: буйға иң оҙон һәм тәпәше – малай, ә уртала – ҡыҙҙар.  

ҡатын-ҡыҙҙарҙың “хакимлығы” тора-бара халыҡтың дөйөм кимәлендә лә сағылыш тапты: урталыҡта булырға яратҡан был “тәрбиәселәр” үҙҙәренең уҡыусыларын да урта кимәлгә алып килде. Быны хатта үҙебеҙ шаһит булған нәмәләрҙә лә күрә алабыҙ. Мәҫәлән, беҙ бала саҡта урам менән урам, ауыл менән ауыл малай-егеттәре һуғышыуын күрә торғайныҡ, әммә был ҡаршылыҡтар яҡынса 80-се йылдарҙа бөттө. Ир-аттың ҡатынын туҡ­мауы ғәҙәти күренеш һаналды, уныһы ла юҡҡа сығып бара. Ауылда йөрөгән берәҙәк эттәрҙе атып (ағыулап) үлтереү ҙә элек ғәҙәти булһа, бөгөн ул закон буйынса тыйылған. Бы­ларҙың барыһы ла ҡатын-ҡыҙ тәр­биәһенең һөҙөмтәһе, тиһәм дә, хата булмаҫ. 

Ул ғына ла түгел, халыҡтың аң кимәле лә ошо урта хәлгә төшә башланы. Беҙ бала саҡта фәнни-техник революция яңынан-яңы асыштарға алып килер, тип ышана инек. Әммә Юрий Гагариндың йыһанға осҡанынан алып бындай хайран итерлек асыштар юҡ. Кешелек башлыса элек уйлап табылған нәмәләрҙе камиллаштырыу менән генә мәшғүл. Ғалимдар тикшереүе буйынса уртаса аң кимәле (IQ) Икенсе донъя һуғышынан һуң йылына 2,5 – 4,3 балға кәмеп бара. Белемле (дипломлы) кешеләр һаны артыуға ҡарамаҫтан. Бында әлбиттә ике донъя һуғышында ҡырылған ир-ат урынына килгән ҡатын-ҡыҙ, улар биргән тәрбиәнең роле ҙур икәнен инҡар итеп булмайҙыр. 

Кемдер, бында медицинаның үҫеше, уның тәбиғи һайланышҡа ҡыҫылыуы ла йоғонто яһайҙыр, тип әйтер. Әммә бөгөнгө со­циумдың көсһөҙ икәнен, унда ирлек сифатының юғалып барыуын, йәмғиәттең ауырыу икәнен күрмәй булмай. Был бигерәк тә Көнбайыш Европала асыҡ сағыла. Ҡатын-ҡыҙҙың деструктив йо­ғонтоһо сәбәпле бөгөн Европа “бисәгә” әйләнә, ул йылдан-йыл ахмаҡлана бара. Бында Лиз Трасстың 50 көндә Англияның Премьер-министры булғанда “Пекинда сусҡа баҙары асыуын” йәки “Англияның Воронеж менән Ростов ҡалаларын Рәсәй биләмәһе итеп ҡабул итмәүен”, Гер­манияның тышҡы эштәр министры фрау Бербоктың “360 градусҡа боролошон", “Европала 1,3 миллиард кеше йәшәүен”, Евросоюздың баш дипломаты Кая Кал­ластың “беҙҙә электр тогының моле­кулаларының кәмеүен”, Борис Джон­сондың, ковид карантинына ҡарамай, банкет ойоштороуын, Урсула фон дер Ляйен­дең “Рәсәйҙә беҙҙең һыуыт­ҡыстарҙан чиптар алып, үҙҙәренең ҡоралына ҡу­йыуын” иҫкә тө­шөрөп ҙә етә. Корея Пре­зи­дентының, хәрби хәл иғлан итеп, икенсе көнгә бынан баш тартыуын да ошо рәткә ҡуйып булалыр.    

Был һығымтаны раҫлаған тағы бер ҡыҙыҡ мәғлүмәт. Ваҡытында психолог Джулиан Роттер “контроль локусы” тигән тест уйлап сығара. Был тикшереүҙәр буйынса, һуңғы илле йылда инфантиль ке­шеләрҙең артыуы күҙәтелә. Улар бер нәмә өсөн дә яуаплылыҡ кисерергә теләмәй, үҙҙәренең хатаһын таныу улар өсөн кәрәкмәгән нәмә, минән бер ни ҙә тормай, тимәк, бер нәмә лә эшләргә, үҙгәртергә кәрәкмәй. Был үҙгәреш уларҙың ҡылыҡ­тарында ла сағыла: байтағы, урта йәштә булыуына ҡарамай, төрлө интернет уйынынан айырыла алмай, яратҡан кейеме балаларға хас төрлө сағыу төҫтә – оверсайз стилендә була. Бында үҙебеҙҙең бер бик популяр йырсыға ҡарау ҙа етә.

Ошо кире күренештәрҙе күҙәтеүҙәрем миңә ғәжәп һығымта яһарға мәжбүр итә. Был һығымта менән күптәр, бәлки, риза булмаҫ. Сократ әйтмешләй, “Ҡатын-ҡыҙ миңә яҡын, әммә дөрөҫлөк мөһимерәк”. Халыҡ аңында бала тәрбиәләгәндә атай менән әсәйҙең ролендәге айырмаға әллә ни ҙур иғтибар бирелмәй. Минең фекеремсә, әсәй (ҡатын) кешенең тәрбиәһе башлыса балаға йәшәү шарттары булдырып, уның тураһында ҡайғыртып, хәстәрләп, уға ярҙам итеп, уны бағыуға ғына ҡайтып ҡала. Әсәнең был тәрбиәһе тураһында “бала ҡарау, бала бағыу, бәпләү” тигән улар ауыҙынан йыш ишетелгән төшөнсәләр һөйләй. Әсә өсөн бала тамағының туҡ, өҫтөнөң бөтөн булыуы, дәресенең ва­ҡытында әҙерләнеүе мөһим. Был – башлыса биологик функция. һәр әсә өсөн “Бала йөрәк ярып сығыр” булғас, был әсә хәстәре ғаилә педагогикаһында төп урынды алып тора. Әлбиттә, уның функцияһын тик “баланы ҡарауға” ғына ҡалдырып булмай. Ниндәйҙер кимәлдә улар ҙа бала тәр­биәләүҙә ҡатнаша. Тик был тәрбиә башлыса ата-бабаларҙан ҡалған, тормош һынауы аша “иләнгән” алымдарҙы ҡулла­ныуға ҡайтып ҡала. Әсәйемдең: “Кешенең бер рәхмәте мең бәләнән ҡотҡара”, – тип гел ҡабатлап торған һүҙенең беҙҙең шәхесте формалашты­рыуҙағы әһә­миәтенең ҙур икәнен һис тә онотмайым. Һәр ҡатын кешенең балаһына биргән тәрбиәһе ошо “тормош һабаҡтарын” ҡулланыу оҫта­лығынан ғына тора. Ә был оҫталыҡтың булмауы ла йәки етешмәүе лә мөмкин. 

Ҡатын-ҡыҙ тәрбиәһенең башлыса ошонда торғанын һәр кем күҙәтә алалыр. Эштәге бер коллегам үҙенең ике балаһын төрлө түңәрәккә йөрөтөргә йыбанмай. Был турала ҡыҙыҡһынғайным, ул: “Минең дә балаларым һеҙҙеке һымаҡ белемле, аҡыллы булһын”, – тип яуап бирҙе. Уға балаларҙа белемгә эске ынтылыш тәр­биәләргә кәрәк икәнен, ә бының өсөн һәр көн, һәр минут балаға ҡыҙыҡлы мәсьәләләр һ.б. бирергә кәрәклеген аңлатып булманы. Икенсе миҫал. Ҡатын бер мәл: “Һин нишләп балалар менән бергә ултырып һөйләш­мәйһең, уларға төрлө кәңәш бирмәйһең? Ана, фәләндәр шулайтып аралаша”, – тип йөҙәтте. Мин балаларыбыҙҙы “һәр проблеманы үҙегеҙ хәл итеп өй­рәнегеҙ”, тип тәрбиәләгәнде уның күр­мәгәненә аптырап торманым инде. күреп йөрөйөм: үҙ­ҙәренән өлкән ту­ғандары минең балаларҙан кәңәш һорап йыш мөрәжәғәт итә. Тимәк, атай булараҡ тәрбиәм яҡшы булған. 

Әйтергә кәрәк, әсәй тәрбиәһе күҙгә салынып бара, ә атайҙыҡы йыш ҡына ситтән күренмәй, шунлыҡтан әсәй тәрбиәһен алға ҡуйырға яраталар. Ысын тәрбиәне, йәғни тейешле тәртипкә, әҙәп ҡағиҙәләренә, эшкә, ҡатмарлы тормош күнекмәләренә өйрә­теүгә, аң-белем биреүгә йүнәлтелгән эште тик атай (ир) кеше генә бирергә һәләтле. Һәр атай тик үҙенә генә хас, яңы тормош шарттарына ярашлы тәрбиәүи алымдар уйлап таба алыуы һәм ғаилә педагогикаһына үҙенең тос өлөшөн ин­дереүе менән айырылып тора. 

 үҙемдең атайымдың ғүмерлеккә һабаҡ биргән бер эшен онотмайым. 1975 йылда, оҙаҡ көтөп алған һеңлем Ҡарлуғас тыуыу шатлығынан, ул ҡайындары ҡороп бөтә башлаған тау битенә 75 ҡарағай үҫентеһе ултыртырға махсус баҡса тотоу өсөн урам малайҙарынан өмә ойошторҙо. 39 ғына йәшлек атайымдың башына был уй нисек килгәндер, әммә бөгөн ошо ҡарағай баҡсаһы ауылыбыҙҙың йәме булып тора. Атайымдың был эше үҙенең балалары өсөн генә түгел, ә бөтә урам малайҙары өсөн тәрбиәүи яҡтан баһалап бөткөһөҙ үрнәк булды. Был баҡса атай кешенең әсәйебеҙгә, үҙенең балаларына, хатта ауыл халҡына, йәшәгән мөхитебеҙгә булған ысын ихтирамын, һөйөүен күрһәтеп, беҙҙең тәрбиәгә ҙур өлөш индерҙе. Кешенең төп бурысы халҡыңа хеҙмәт итеүҙә икәнен яҡшы аңлатҡанын беҙ онотмайбыҙ. Ошондай атайыбыҙ өсөн булған ғорурлыҡ беҙҙе алама холоҡтарҙан аралап торғаны, беҙгә лә ошондай яҡшылыҡ эшләргә тырышырға кәрәк икәне һис тә онотолмай. Ул ошоноң менән үҙенә бына тигән һәйкәл ҡуйып ҡалдырҙы. Бәлки шуға ла уның бер балаһы ла төрлө маҡтаулы исем, дәрәжә алам, тип йәшәмәне һәм йәшәмәйәсәк тә. Үҙеңә бындай исемде халыҡҡа хеҙмәт иткән эшең менән үҙең яулайһың...

Тимәк, әсәй тәрбиәһе ата-бабаларҙан ҡалған педагогик мираҫты һаҡлауҙа, уны ҡуллана белеүҙә торһа, атай тәрбиәһе гел үҙгәреп торған яңы шарттарға яуап биргән тәрбиә алымдары уйлап табыуҙан ғибәрәт. Әсә “балаларым башҡаларҙыҡынан кәм, хур булмаһын”, “кеше нимә әйтер”, тип тәрбиәләһә, атай “минең балаларым башҡаларҙан айырылып торһон” тип йәшәүе менән маҡтауға лайыҡ. Әсәй тәрбиәһе баланан кеше яһаһа, атай уны шәхес кимәленә еткерә. Юҡтан ғына балалар атай фамилияһын алмайҙыр. Ата­һының яҡшы тәрбиәһен алып үҫкән ҡайһы бер ҡыҙҙар кейәүгә сығып та уның фамилияһын ҡалдырыуҙы өҫтөн күрә.

Ир-аттың был “күҙгә күренеп бармаған” ролен бөйөк педагогтар араһында башлыса ошо көслө заттың күп булыуы ла иҫбатлайҙыр. Һәр кемгә Шалва Амонашвили, Антон Макаренко, Василий Сухомлинский, Константин Ушинский, Иоганн Песталоцци, Януш Корчак, Ян Коменский тигән шәхестәр яҡшы таныш. Ә бөйөк педагогтар рәтендә торған Энн Салливан, Эллен Кей, Мария Монтессори, Миртилла Майнер кеүек гүзәл затты белгән кеше һирәктер... 

Халыҡ юҡҡа ғына “Ата балаһы хур булмаҫ”, “Атаһы ни эшләй, балаһы шуны эшләй”, тип әйтмәгәндер.

Илдар ҒӘБИТОВ.

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас