Һылыу ханым текә машина эсенән йылмайып-көлөп килеп сыҡты:
- Һаумыһығыҙ! Тормошомдо һөйләйем, тип мин Һеҙгә шылтыратҡайным! Юл сатында торғандарға, өмөтөн юғалта яҙғандарға, бәлки фәһем, этәргес көс булыр, тим.
Бер ваҡытта ла өмөттө өҙөргә ярамай! Ниндәй хәлдәр булһа ла, алда яҡты киләсәк көтә! Мин шуға ышанам. Антоновтың йырын гел дә көйләп йөрөйөм: “Мечты сбываются...” Хыялдар, ысынлап, бойомға аша, тормошом быны раҫлай. Ҙур, яҡты йортта йәшәйем, нимә теләйем, шуны алырға мөмкинлегем бар, Аллаға шөкөр, тип торам.
Мин күп балалы ябай ғаиләлә үҫтем. Төпкөл бер ауылда. Ныҡ күмәк үҫтек, юҡсыллыҡтың ни икәнен яҡшы беләм. Мәктәпте бөткән сағым ауыр туҡһанынсы йылдарға тура килде. Был ҡырҡынсы-алтмышынсы йылдар түгел, әлбиттә, ә барыбер ауырлыҡтары етерлек ине...
Туғыҙ йәшемдә аҡса эшләй башланым: апайҙарым менән бергә сөгөлдөр утарға сыҡтым. Аяуһыҙ эҫелә көн оҙоно ялан ҡул билсән утап ҡарағыҙ әле. Ул мәлдә бирсәткәләр булдымы ни? Хәҙер генә ул йәнеңә ҡайһыһы оҡшай - шундай бирсәткәләр бар, ә ул ваҡытта һатыуҙа бөтөнләй булманы. Бер юлды утаған өсөн 1 һум да 50 тин аҡса түләне колхоз. Ә бер юл ике километр тирәһе оҙонлоҡта. Утай-утай хәлдән таяһың, осо-ҡырыйы күренмәй... Шул баҫыу һаман да төшкә инә ҡай саҡта, утайһы юлдары оҙо-он булып. Тағы ла ҡалай күп утарға кәрәк, тип тертләп уянам да, был төш кенә булды лаһа, тип ҡыуанып яңынан йоҡлап китәм. Юлының оҙонлоғонан бигерәк билсәне ҡулды һаман сәнскән кеүек – устар яна, бармаҡтар шешеп китә... Ярай ҙа хәҙер төштә генә... Атайым беҙҙе йәлләп тимер бөгөп бирҙе, шуның менән утағыҙ, тип.” Тик пәләүәт, управ күреп ҡалмаһын, асыуланыр, аҡсағыҙҙы киҫер”, - тип тә иҫкәртте. Йомран кеүек башты күтәреп, алан-йолан ҡаранып алабыҙ ҙа, шул тимер киҫәге менән тәпкеләп утайбыҙ. Өлкән апай беҙгә ҡарауыл. Ул беҙҙең өсөн дә, уталған юлдар өсөн дә яуаплы. Эй, көйә-көйә беҙҙе әрләп эшләтә. Былай ҙа эшләргә торабыҙ бит инде, ләкин уға командир яғын күрһәтер кәрәк, сабырһыҙ үҙе килеп тороп. Һыуһағанда эше лә юҡ. Тамаҡ кибеп, ярылып барғандай. Бер литрлыҡ банкаға айран яһап алып барабыҙ, уныһын өлкән апай тамсылап ҡына, уртлатып ҡына эсерә. Деспот инде. Ә беҙ бахырҙар, ҡулға банка эләкһә талпан кеүек ҡаҙалабыҙ ҙа ҡуябыҙ – һыуһынды ҡанғансы эске килә бит! Шунан китә иреш-талаш! Банка өсөн талашып, айрандың яртыһы, етмәһә, түгелә. Илашмайбыҙ, үҙебеҙ килеп тороп ныҡ әле ул. Өйгә ҡайтҡансы үҙ-ара ярашабыҙ. Өлкән апай тыйып ҡуя: “Өйҙәгеләр ирешкәнде ыштубы ла белмәһен, атыу көйөрҙәр”. Ҡалай булһа ла ата-әсәйҙе борсоғобоҙ килмәй, уларҙы йәлләйбеҙ.
Ун ике йәшемдә, апайҙарҙан күрмәксе, гөбөрләтеп һыйыр һауа инем. Машка, Зинка һәм Апрелька тигән һыйырҙарҙы. Апрельканың имсәктәре ныҡ ҙур, йыуан ине, ләкин үҙе бигерәк сабырлы. Ныҡ итеп тартһаң, көйшәүенән туҡтап, башын бороп, аптырап ҡарап ҡуя, йәнәһе лә, ипләберәк... Оҙон ботло Машка ла тыныс һыйыр булды. Ә Зинка - холоҡһоҙ. Бер имсәге һыуал ине. Тик тормай, тибешә торғайны. Тәүҙә Машка менән Апрельканы һауам да, шунан теште ҡыҫып, йөрәкте усҡа йомоп, Зинканы һауырға ултырам. Өс имсәген һауғансы байтаҡ ғүмер үтә, нервылар тартылып, күҙәнәктәре үлешеп бөтә. Шунан һуң сепарат тартыр кәрәк. Ҡул сепаратын. Һыйырҙарҙы уҙышмаҡтан көтөүгә ҡыуыу ҙа, малды ҡаршы алыу ҙа беҙҙең елкәлә, сөнки әсәйебеҙ ҡырҙа эшләй – һыйыр һауа. Уның ҡайтыуына бөтә эштәрҙе бөтөрөп ҡуябыҙ. Иртәгәһенә, таңға тиклем инде. Беҙҙе бер кем дә иркәләтеп, оҙаҡ йоҡлатып һалып ҡуйманы – ҡояш ҡалҡыр-ҡалҡмаҫ борон һыпырта һуғып торғоҙҙолар. Мал, ҡош-ҡорт, баҡса, бесән, еләк, кер, иҙән, һауыт-һаба, ҡамыр баҫыу, һыу ташыу, бәләкәс һеңлеләрҙе бағыу... Бала саҡта йоҡом бер ҙә туйманы. Их, йоҡо туйғансы йоҡларға ине, тип иҫнәй-иҫнәй һыйыр һауып ултырғанда, хыялға батам, үҙемә матур киләсәк юрайым.
Ана шулайтып әсеһен-сөсөһөн татып, тир тәмен, аҡса хаҡын белеп үҫтек. Әйткәндәй, бер ваҡыт 10 йәшемдә, еләккә барғанда, осраҡлы ғына рәүештә ҡайын төбөндә 15 һум аҡса таптым! 10 һумлыҡ ҡыҙыл аҡса һәм күгелйем төҫтәге биш һум! Тотош байлыҡ ине ул саҡта! Әсәйебеҙ шул аҡсаға бөтәбеҙгә лә трико һатып алды. Шунан алдараҡ күлгә ҡаҙҙарҙы ҡыуып алып барғанымда һыу төбөндә 1 тин аҡса таптым – “Петр Беренсе көмөш” тип яҙылғайны (тик шуны урланылар аҙаҡ). Мин шул мәлдә үҙемдең даланлы икәнемде тойҙом. Нимә теләйем, шуға ирешкәнемде аңланым да, теләктәр теләй башланым.
Яҡшы уҡыһам да, мәктәпте тамамлағас, юғары уҡыу йортона инмәнем, ата-әсәйҙе уйлап, фермаға эшкә сыҡтым. Һауынсы булып эшләүе еңел түгел ине. Ун алты йәштән алып ун туғыҙ йәшкә тиклем геүелдәтеп һыйыр ҡойроғон борҙом. Алдынғы һауынсы булырға хәлдән килмәне, әлбиттә, әммә артта ла ятып ҡалманым. Көсөм самалыраҡ ине, бәләкәйҙән ябыҡ ҡына булдым. Дәү кәүҙәле таналар типһә, әллә ҡайҙарға оса торғайным. Барыбер бирешмәнем, сәмләнеп эшләнем. Ситтән тороп техникумға уҡырға индем. Тырышып уҡыным һәм уны “ҡыҙыл диплом”ға тамамланым. Минең өсөн ныҡ ҡыуанған, ғорурланған атайым: “Ҡыҙым, килер заманалар, юғары белем менән дә кемдәрҙер иҙән йыуыр, ләкин һин барыбер уҡырға тейеш. Әйҙә, артабан уҡы, хәлеңдән килә”, - тине. Ауылдаш бер ағай ҙа (ул да хәҙер мәрхүм инде): “Уҡы, туғаным, уҡы, мин дә уҡыным, һин дә уҡы”, - тип дәртләндерҙе. Аҙаҡ ҡына белдем, баҡтиһәң, ул үҙе техникум ғына бөткән булған икән. Ҡалай ҙа рәхмәтлемен: мине күтәрмәләп, дәртләндереп, оло баштарын кесе итеп килеп ҡотлап, яҡшы кешеләр йүнәлеш һәм этәргес көс бирҙе. Һәм мин юғары уҡыу йортона документтарымды тапшырҙым. Имтиханһыҙ ғына әңгәмә һөҙөмтәһе буйынса уҡырға индем. Тырышып-тырмашып, юғары белем алдым. Уҡыуы бик ныҡ ауыр булды... Әлеге лә баяғы аҡсаһыҙлыҡ бәкәлгә һуҡты. Бер йылда 11 килограмға ябыҡтым. Ҡарабойҙайҙы, моғайын, тонналап ашағанмындыр. Сөнки башҡа нәмәгә аҡса булманы. Шулай ҙа танауҙы төшөрмәнем, мине алда яҡты киләсәк көтә, тип ҡыуанып йоҡлап китә торғайным.
Шул осорҙа мин кейәүгә сыҡтым. Бер егет саҡырғайны, йәшем үтеп бара, тип ҡурҡып, сыҡтым да ҡуйҙым инде. 21 йәштә! Башҡалар әллә нишләп 18-19-ҙа уҡ кейәүгә сығып бөткәс, мин үҙемде ҡарт ҡыҙ һымаҡ тойғайным.
Балабыҙ тыуҙы. Ирем былай ҡаҡманы-һуҡманы, әммә йөрөмтәл ине. Йөрөй торғас, йәш бисәгә әүрәп, беҙҙе ташлап сығып китте. Мин яңы эшкә төштөм. Бер нисә йыл ғүмер әлеге лә баяғы юҡсыллыҡта үтте, баш бурыстан сыҡманы. Эшләгән эштә аҡсаны аҙ түләнеләр. Ашарға аҙыҡ алһаң - кейемгә юҡ, кейем алһаң, тешкә тәғәм ризыҡ эләкмәй, бәрәңгенән башҡа. Аптырағандың көнөнән, баланы ата-әсәйгә ҡалдырып, Себергә юлландым.
“Себер” тигәнем Воркута ине. Поездан килеп төшкәс тә, беренсе тойғо – танауҙы ярған мәйет еҫе ине... Шул тәүге секундтан уҡ Воркута оҡшаманы. Үлгән ҡалаға килеп ингәндәй тойҙом үҙемде. Етмәһә, был ят ерҙә бер әҙәмде белмәйем! Кеҫәлә оҙон юлдан һуң ни бары туғыҙ һум аҡса ҡалды. Тимер юл вокзалының ҡарауылсыһы, рәхмәт яуғыры, бер контораның адресын бирҙе. Шунда барҙым. Бик мәрхәмәтле ҡыҙҙар эшләй ине унда. Мине ашханаға һауыт-һаба йыуыусы итеп эшкә алдылар. Өс йыл шунда һауыт-һаба йыуҙым, башҡа эштәрҙе лә миңә йөкмәттеләр. Ат кеүек төптән егелеп эшләнем. Тәүлегенә ни бары дүрт кенә сәғәт йоҡо эләкте. Вахта икегә бер, йәғни ике ай эшләйһең дә, бер ай ял итәһең. Зарланманым, һаман да яҡшы, етеш тормошта йәшәремә, яҡты киләсәгемә ышандым. Хоҙайға ятҡан-торған һайын рәхмәттәр уҡыным, эшем ауыр булһа ла, әлдә эшем бар, яҡындарым иҫән-һауҙар, тип ҡыуандым.
Воркутала эшләп йөрөгәндә беҙҙең ашханаға юғары түрә - идаралыҡ начальнигы үҙе килде! Ул шундай һәйбәт кеше булып сыҡты, танау сөймәне, ябай хеҙмәткәрҙәр менән дә матур итеп һөйләште. Беҙ шундай ҙур түрәнең дә кешелекле, аралашыуҙа ябай булыуына хайран ҡалдыҡ. Ысынлап та, ниндәй вазифа биләһәң дә, кешелекле булып ҡалыуың бәхет икән. Етәксе яңы урынға штат туплар өсөн кешеләрҙе һынап-ҡарап йөрөгән булған, һуңынан беҙҙе, бер нисә кешене, шунда эшкә күсерҙеләр.
Беҙгә эш хаҡын картаға күсергәстәре, карта алырға Ямбург ҡалаһына барҙым. Шунан йөрөп ҡайтҡас, ҡыҙҙарға һоҡланып һөйләнем: “Ҡыҙҙар, Газпром-добыча-Ямбург! Бына ҡайҙа эшләр кәрәк! Мин шунда, “Газпром”да, эшләйәсәкмен! Алла бирһә, мотлаҡ шунда эшкә инәм мин!” Үҙемә маҡсат ҡуйҙым. Ә алда маяҡ-маҡсатың булһа, бөтә елдәр ҙә ыңғай иҫә! Ҡыйынлыҡтар, кәртәләр һине туҡтата алмай. Бер нимәгә ҡарамай алға барыуыңды дауам итәһең.
Ҡыйынлыҡтар тигәндән, Нефтеюганскиҙа ҡырҡ биш градус һыуыҡта перронда поезд көтөп торғанымды оноторлоҡ түгел. Шыҡырайып һөйәккәсә туңдым. Мин өшөп үлдем тигәндә генә поезд килде. Мәрхәмәтле проводница, оло йәштәге бер ҡатын, мине тартып, һөйрәтеп вагонға мендерҙе. Ҡайнар сәй яһап эсерҙе. Билетым кеҫәлә ине, сығарып күрһәтергә бармаҡтар туңғайны... Ә һуң ҡышын Иртыш йылғаһын ике тапҡыр йәйәүләп сыҡҡанды нисек иҫтән юяһың? “Вахтовка” беҙҙе ярҙа төшөрә лә, артабан йәйәү китәбеҙ. Әсе ел үҙәккә үтә... Шулайтып нужа күрә-күрә аҡса эшләнем. Резюмены “Газпром”ға ебәргәйнем, ыңғай яуап алғас, бәхетемә ышанмай торҙом, хатта бер килке. “Газпром” тип хыяллана торғас, ысынлап та, хыялым тормошҡа аштымы ни, тип шатлығымды тышҡа сығарманым – күҙ тейеүҙән ҡурҡтым...
Аллаға шөкөр, хәҙер мин яратҡан эшемдә кинәнеп, бар күңелемде һалып эшләйем. Барыһы өсөн дә ата-әсәйемә, яҡындарыма, юлымда осраған яҡшы кешеләргә рәхмәтлемен. Рәхмәтле була белеү – уңыштың бер серелер ул. Нисек миңә ярҙам иттеләр, мин дә шулай башҡаларға ярҙам итергә тырышам. Тик “Газпром”ға эшкә индерергә хәлдән килмәй, юғиһә, күптәр, эшкә инергә ярҙам ит, тип һорай. Ундай вәкәләттәрем юҡ шул. Булһа, ярты республиканы эшкә алыр инем...
Нәзәкәтле ханым нисек елдереп килһә, шулай хәбәрен теҙеп һөйләне-һөйләне лә, үҙ эштәре менән елдереп китеп тә барҙы. Ә ҡолаҡта уның әйткәндәре һаманғаса яңғырап торғандай: “Бына шулай минең тормош. Эштән ҡурҡмайым, нимәгә тотонһам да емертеп эшләйем. Тырыштарҙы ҡайҙа ла күрәләр, баһалайҙар. Уңған булһаң, тормошоң да уң була. Маҡсат ҡуйып, шуға ынтылырға кәрәк!” Ғәжәп, ә бит “уңған” менән “уңыш” һүҙҙәренең тамыры бер үк. Был юҡҡа түгел – уңғандарға һәр ваҡыт уңыш йылмая!
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.