Бөтә яңылыҡтар
Махсус биттәр
15 Декабрь , 21:00

Йондоҙнамә (16 –22 декабрь)

Йондоҙҙар юл күрһәтә, әммә яҙмышың үҙ ҡулыңда тип киҫәтә... Сайтта:

Ылаҡ (22.12 – 20.01)
Шишәмбелә эске тауышығыҙға ыша­нығыҙ. Тап шуның арҡаһында һеҙ бер ниндәй ҙә хата ебәрмәҫһегеҙ, икеле хәлдә дөрөҫ эш итерһегеҙ. Ошо көндәрҙәге етди осрашыу өмөтөгөҙҙө тулыһынса аҡламаҫ.


Һыуғояр (21.01 – 19.02)
Бәғзеләр яңы һөнәр һәм белем үҙ­ләштерә башлар. Был эште, ҡыйын­лыҡтарға ҡарамаҫтан, аҙағынаса ет­керерһегеҙ кеүек. Аҙаҡ ул һеҙҙең төп шөғөлөгөҙгә әйләнеүе ихтимал.

Балыҡ (20.02 – 20.03)
Аҙна барышында аптырарлыҡ ваҡи­ғалар йыш осрар. Шаршамбыла бөтөнләй уйламаған хәлгә тап булырһығыҙ. Әйт­кәндәй, килеп сыҡҡан мәсьәләләр тәү ҡарашҡа ғына ауыр күренәсәк. Йомала яҡшы хәбәр ишетерһегеҙ. 

Ҡуҙы (21.03 – 20.04)
Йондоҙҙар әлегә яңы эштәрҙе баш­ламаҫҡа кәңәш итә. Улар өсөн уңайлы мәлдәр булыр әле. Шишәмбелә кө­төлмәгән сығымдарҙан һаҡланығыҙ. Бәғзеләргә бурысҡа ла инергә тура килер, бәлки. Ярҙамға килеүселәр ҙә табылыр.      

Буға (21.04 – 21.05)
Был арала алдан төҙөлгән ниәттәрегеҙ буйынса эш итә алмаҫһығыҙ, моғайын. Төрлө мәшәҡәт даими сығып торор. Шишәмбелә икеле хәлдән дә үҙегеҙгә файҙа сығарырһығыҙ. Аҙна йом­ғаҡ­та­рынан ҡәнәғәт ҡалырһығыҙ. 

Игеҙәктәр (22.05 – 21.06)
Ыңғай ваҡиғалар күбәйер. Уңайлы шарттар шаршамбы һәм йомала осрар. Артыҡ көс түкмәй, тәжрибәгеҙгә таянып, һиҙелерлек уңыштарға өлгәшерһегеҙ. Ниңәлер һеҙҙең менән дуҫлашырға те­ләүселәр ҙә артыр.

Ҡыҫала (22.06 – 23.07)
Шәхси мөнәсәбәттәр бер аҙ борсоп торор. Етди һөйләшеүҙе тағы ла ки­сектерергә тура килер. Йондоҙҙар тә­үәккәллерәк булырға кәңәш итә. Кесе йомала артыҡ үҙ һүҙле булмаһағыҙ, кәрәкмәгән бәхәстәрҙән ҡотолорһоғоҙ. 

Арыҫлан (24.07 – 23.08)
Эш күбәйеүе һеҙҙе һис тә ҡурҡытмай. Үҙегеҙҙең һәләттәрегеҙҙе, уңғанлы­ғы­ғыҙҙы күрһәтеү өсөн мөмкинлектәр булыр. Аҙна араһында ниндәйҙер элекке бәйләнештәрҙе яңыртырһығыҙ. Кесе йомала яҡындарығыҙҙан яҡшы хәбәр ишетерһегеҙ.     

Ҡыҙ (24.08 – 23.09)
Шишәмбе төрлө ваҡиғаға бай бул­маҡсы. Бәғзеләренең киләсәккә ҡорған ниәттәрегеҙгә йоғонто яһауы ихтимал. Кемдер һис кисекмәҫтән юлға сығыр, кемдер аҡса эҙләй башлар. Шулай ҙа артыҡ зыян күрмәҫкә тейешһегеҙ.

Үлсәү (24.09 – 23.10)
Ҡатмарлы хәлдәр осрап торор. Йон­доҙҙар кеше кәңәштәренә әллә ни таянмаҫҡа ҡуша. Үҙегеҙ ҡабул иткән ҡарарҙар һәр осраҡта ла дөрөҫөрәк булыр. Кесе йомала бик мөһим мәсьәләне тулыһынса асыҡларһығыҙ.

Саян (24.10 – 22.11)
Көндәр үтә мәшәҡәтле уҙыр. Көсөр­гәнешле эштән башҡа кеше хаталарын да төҙәтерһегеҙ. Шаршамбыла яҡын­да­ры­ғыҙға ҡағылған яҡшы хәбәр ише­терһегеҙ. Бәғзеләрҙе дуҫтары менән йылы осрашыу көтә.

Уҡсы (23.11 – 21.12)
Шишәмбелә эшегеҙҙә лә, өйөгөҙҙә лә төрлө сәбәптән бәхәстәр килеп сығыуы бар. Уларҙы тәрәнгә ебәрмәҫ өсөн бер аҙ көс түгерһегеҙ. Кесе йома уңышлы көтөлә – ниндәйҙер ҙур һәм етди эште башҡарырһығыҙ. 

Читайте нас: