Бөтә яңылыҡтар
Махсус биттәр
3 Декабрь , 14:19

Һаҙлыҡ

Флүрә телефонына эш хаҡы күсеүе тураһындағы хәбәр килеүен түҙемһеҙлек менән көттө. Бер туҡтауһыҙ экранға текәлгән ҡатынына Илшат төрттөрмәй ҡалманы:

Һаҙлыҡ
Һаҙлыҡ


– Нимә, миллион көтәһеңме? Хәйер, ысынлап миллион төшһә лә, елгә осораһың инде һин...
– Теңкәмә теймә әле, Илшат! – ҡатын, асыуын иренә төшөрмәк булып, ҡысҡырып ебәрҙе. – Йүнле ир булһаң, ярҙам итер әмәлен эҙләшер инең.
– Ой, юҡ инде, минән ярҙам көтмә! Беренсенән, кредитҡа батҡанда минең менән кәңәшләшмәнең. Икенсенән, ярҙам итәм, тип аҡса биргәйнем, хәтереңдәме? Нимә эшләттең әле? Онотҡан булһаң, иҫеңә төшөрәм: елгә осорҙоң! Инде бөттө! Үҙ алйотлоғоң өсөн үҙең яуап бир...
Ыҙғышты тәрәнгә ебәрмәҫ өсөн, Флүрә башҡаса өндәшмәне. Иренең хаҡлы булыуын да, бөгөнгө хәлгә үҙенең ғәйепле икәнен дә яҡшы белә ул. Тик, кредит тигән нәмә лә ҡомарлы уйын менән бер икән ул – аҡылыңды юя ла ҡуя.
Дзин-дзин! Тылсымлы тойолған ҡыҫҡа тауышҡа Флүрә йүгереп барып телефонын ҡулына алды. 65 мең һум... Кемдер өсөн был иҫ киткес үк булмаһа ла, ай буйы мохтажлыҡ күрмәй генә йәшәрлек ҙур аҡса. Әммә Флүрә ултырып иларҙай булды. “Өс кредиты өсөн йәмғеһе 46 мең һум һалһам, әхирәтем Әнисәгә 12 мең бурысымды бирһәм, квартплата менән юл картаһына тағы ла биш мең. Ай буйы йәшәргә ике мең ҡала. Уны 30 көнгә нисек еткерергә?!” – ҡатын, үкһеп илап ебәрмәҫ өсөн, ирендәрен тешләне.
– Күпме күскән? – Илшаттың ҡысҡырып һорауына тертләп китте. – Кредит түләүҙәреңә, бурысыңа етәме?
– Эйе...
– Бына нимә: иң тәүҙә шуларҙы түләйһең. Аҙыҡ-түлекте үҙем алам, квартплата ла минең өҫтә булыр. Әммә башҡаса минән бер тин дә өмөт итмә. Һәм алдан әйтеп ҡуям: тағы ла бер кредит йә берәйһенән бурысҡа аҡса алаһың икән, айырылабыҙ! Был йортто мин тәүге ғаилә менән йәшәгәндә үҡ алғайным, тимәк, һин бер генә мөйөшөнә лә дәғүә итә алмайһың. Урамда ҡалаһың, шуны онотма.
– Юҡ инде, анауындай түләүҙәр булғанда ниндәй кредит алыу, ти, тағы...
– Мин бит алйот түгел, интернетта сайттар тарихын ҡараным инде. Ҡиммәтле тундар эҙләгәнһең бит.
– Һатып алырға уйламайым...
– Үҙең ҡара. Яңы тунмы, кер йыуыу машинаһымы, биҙәүесме – миңә барыбер. нимәлер алаһың икән, тәүҙә йәшәр урын әҙерлә!
...Флүрә Өфөгә килгән йылдарын иҫләһә, аптырап та ҡуя: ай буйына алты мең һум эш хаҡын еткерә ине. Уның да ике меңе ҡыҙҙар менән ҡуртымға алған фатирға түләүгә китә. Уртаҡ ашап, уртаҡ кейенеп тигәндәй, бер туғандар кеүек йәшәнеләр. Яратып кейәүгә сығып та, тормоштары килеп сыҡмағас, Флүрә ҡабат ғаилә ҡорорға ашыҡманы. Көндөҙ эшләне, кисен юғары белем алды. Аҙаҡҡы курста уҡығанында уны билдәле генә ойошмаға юрист итеп эшкә алғайнылар, аҡсаға мулыға башланы ла инде. Эш хаҡы юғары, уҡыуға түләйһе юҡ. Тап шул мәлдә ҡыҙҙы әхирәте үҙенең тол ҡалған ике туған ағаһы менән таныштырҙы. Ике ҡыҙы ла кейәүгә сыҡҡан, шәхси эше булған ир аяғында ныҡлы баҫып тора ине. Мәҙәниәтле, зыялы, иғтибарлы – уйланы-уйланы ла Флүрә ризалыҡ бирҙе. “Алтын тауҙар вәғәҙә итмәнем, шулай ҙа йәшәргә – өйөбөҙ, ашарға ризығыбыҙ булыр,” – тине Илшат. Яратыу хисе булмаһа ла, матур ғына йәшәп киттеләр. Иренең үҙенән 15 йәшкә оло булыуына ла иғтибар итмәне ул. Тик һуңғы осорҙа араларынан ҡара бесәй үтте. Дөрөҫөрәге, Флүрәнең кредит һаҙлығына батыуы туҡтауһыҙ талаш сығарҙы. Бергә йәшәй башлау менән, ҡатын аш-һыу бүлмәһен үҙенә оҡшағанса яңыртырға, уңайлы булһын өсөн көнкүреш техникаһын алырға теләне. Тик Илшат ҡаршы төштө:
– Ошоһо ла ярап тора. Әлегә аҡса арттыра алмайым: был йорттағы әсәләренең өлөшө булған мираҫты ҡыҙҙарға аҡсалата бирҙем. 1 – 2 йыл көтөргә тура килер. Аҙаҡ үҙең теләгәнсә эшләтерһең.
Бер аҙ уйланып йөрөнө лә Флүрә, йортҡа үҙемдең дә өлөштө индерергә тейешмендер, тип бүлеп түләүгә гарнитур, духовка, һауыт-һаба йыуыу машинаһы, микротулҡынлы мейес, күп функциялы блендер алып ултыртты. Ире бер һүҙ ҙә өндәшмәне. Бер нисә айҙан Гөлназ исемле әхирәте шылтыратып, диңгеҙ буйына ял итергә барырға тәҡдим итте. Илшаттың сәйәхәткә битараф икәнен белгән ҡатын ҡыҙығып китте.
– Күпмегә төшөр икән? Алдан уйламағас, аҡса ла тупламаным бит әле...
– Кем хәҙер аҡса йыйып ялға бара? Минең дә картала 15 мең һум ғына ята. Юлламаны кредитҡа алаһың да, ике йыл буйы яйлап түләйһең. Бер йылы шулай Доминиканоға ла барып ҡайттым әле. Ә Төркиә, Абхазия, Ҡырым бөтөнләй арзанға төшә. Йырлап түләргә була. Нисә йыл йәшәп, бер сит ил күргәнең юҡ, әйҙә, быйыл Грузияға барып ҡайтайыҡ...
Юлламаны 18 айға бүлеп түләүгә алдылар ҙа, ике ҡатын ял итергә юлланды. Илшат был юлы аптырауын йәшермәне: “Флүрә, кеше ниндәйҙер эш асырға, ҙур әйбер алырға кредит ала. Ярай, аш-һыу бүлмәһен яңырты­уыңа ҡаршы төшмәнем – ҡатын-ҡыҙ ғүме­ренең өстән бер өлөшө шунда үтә. Ә ун көн диңгеҙ буйында ятыу өсөн кредит алыу – аҡылһыҙлыҡ бит ул!”
– Үҙ ғүмеремдә сит ил, диңгеҙ күргәнем юҡ. Бер тапҡыр барырға мөмкиндер инде. Һиңә рәхәт, дуҫтарың менән балыҡҡа, һунарға сығып ҡайтаһың. Ә минең һуңғы йылда театрға ла барған юҡ бит.
– Һуң, ял итергә барырға уйлағас, аҡса йыйырға ине...
– Килгән аҡса китә лә бөтә. Ә былай, түләү бар, тип ҡыҫып тотормон.
Ашау, йәшәү кредит иҫәбенә булһа ла, сит илгә сыҡҡас, ҡатындар, кейем-һалым алды, экскурсияға йөрөнө, күңел асыу программаһы ла бай ине. Флүрә ике йыл элек алып һалған кредит картаһын “бушатты”.
Ике түләү булғас, эш хаҡының бәрәкәте бөттө. Ә эштәге ҡатындар, береһен-береһе уҙҙырып, алған биҙәүестәре, йорт йыһаздары, кейеме менән маҡтанды. Флүрә үҙен үгәй ҡыҙ кеүек тоя башланы. Етмәһә, бер кабинетта ултырған Әнисә әхирәте: “Һинең ирең хәлле кеше һанала, ни өсөн йәш ҡатынына аҡса йәлләй ул? Үҙеңдең баһаңды бел. Ир була белһен, исмаһам, бер кредитыңды булһа ла түләшһен...” – тип утҡа кәрәсин өҫтәне. Был турала Илшатҡа әйткәс, уныһы өндәшмәүҙе хуп күрҙе.
Ә бер көндө ҡатын ҡиммәтле кәстрүлдәр, табалар йыйылмаһы, һут һыҡҡыс, быуҙа бешергес, эсәр һыуҙы минералдар менән байытҡыс күтәреп ҡайтты. Иренең аптыраулы ҡарашын күреп:
– Ауырлығым 90 килоға еткән. Һин дә ярайһы ғына ҡалынайҙың. Бөгөндән башлап дөрөҫ туҡланыуға күсәбеҙ, – тине ул. Тап шул көндө уларҙың эш урынында ниндәйҙер селтәрле маркетинг хеҙмәткәрҙәре килем алыу маҡсатында үҙ тауарҙарын “һаулыҡ нигеҙе” тип рекламалағайны. Флүрә кеүек бер нисә ҡатын уларҙың ҡармағына эләккәнен һиҙмәй ҙә ҡалды: аҡсалары булмағандарға кредит тәҡдим иттеләр.
Илшат икенсе көнөнә ҡатынына 300 мең һум аҡса тотторҙо: “Аңлайым, һин минең ҡатыным, ғаилә бюджеты ла уртаҡ булырға тейештер. Тик илдәге хәлдәр беҙҙең эштә лә үҙен һиҙҙертә, төҙөлөш бармай, йорттар һатылмай. Һәр тин иҫәпле. Һин, бәлки, кейәүгә сыҡһам, иркенерәк йәшәрмен, тип өмөтләнгәнһеңдер. Ғәфү ит, ышанысыңды аҡлай алманым. Хәлдәр гел генә былай булмаҫ, әйҙә, бер аҙ сабыр итәйек. Аҡсаңды юҡ-барға әрәм итмә. Миңә, мәҫәлән, ошо өйҙә тыныс тормош булһа, һин яҡты йөҙ менән ҡаршы алһаң, артыҡ бер нәмә лә кәрәкмәй. Аш ниндәй кәстрүлдә лә бешә инде ул, әсәйҙәребеҙ ҡаҙан аҫтына утын яғып та әҙерләне. Икебеҙҙең генә һауыт-һабаны ҡул менән дә йыуып була ине, ялҡып китһәң, мин ярҙам итешер инем аҙнаһына бер нисә тапҡыр. 300 мең һум сағыштырмаса күп түгел, шулай ҙа ялға барған һәм ошо һауыт-һабаңдың кредитын ҡапларға етер, тип уйлайым. Тик үтенәм, башҡаса бер нәмә лә алма. Күрәһең бит, бөтә нәмә бар, сағыштырмаса етеш йәшәйбеҙ,” – тине.
Ҡатын шатлығынан уны ҡосаҡлап алды:
– Иртәгә үк банкка барып, кредиттарымды ҡаплармын!
Әммә икенсе көн башына бер уй килеп, икеләнә башланы. Илшат уға никах бал­дағынан башҡа бер генә лә алтын биҙәүес алғаны юҡ ине. Дүрт йыл йәшәү аралығында тыуған көнөнә, 8 март байрамына гөлләмә һәм 5 – 6 мең һумлыҡ сертификаттан да ҙурыраҡ бүләк эләкмәй. Шуға, эшкә китеп барғанда: “Тәүҙә алтын алҡа ғына алам да ҡалған аҡсаны кредитҡа һалырмын,” – тип уйлап, банкка барып торманы. Уйын Әнисәгә әйткәс, уныһы һикереп төштө:
– Бергә барып һайлайбыҙ! Тик бер түгел, ә өс биҙәүес. Ир-егеттәр ҡатын-ҡыҙға йылына өс тапҡыр бүләк бирергә тейеш. Яңы йылды онотма! – тине.
Алҡа, балдаҡ, муйынсаҡтан торған йыйылма янына тағы бер алҡа һәм браслет өҫтәлде. Аҙаҡ әхирәттәр ресторанға инеп, Илшаттың “бүләктәрен” йыуҙы – ҡыҫҡаһы, өйгә ҡайтҡанда Флүрәнең кеҫәһендә 60 мең генә аҡса ята ине. Икенсе көндө ире был хаҡта белгәс, өйҙә ысын мәғәнәһендә дауыл ҡупты. Быға тиклем тыныслыҡ һаҡлап килгән Илшаттың сабырлығы юҡҡа сыҡҡайны. Алдындағы иртәнге аш менән тәрилкәне иҙәнгә быраҡтырҙы. “Нимә етмәй һиңә!? Алтынға күмелеп йәшәгең килгәс, байыраҡ ир эҙләргә ине. Мин бит һиңә артыҡ вәғәҙә бирмәнем! Ниндәй аҡыл ултырмаған ҡатын булдың һуң һин? Ул аҡса артып ятҡандан бирмәнем – ҡырҡ урыны бар ине. Хәлеңде еңеләйтергә теләнем. Башҡаса бер тин дә, хатта хужалыҡ өсөн дә өмөт итмә. Аҙыҡ-түлек, квартплата, көнкүреш тауары – барыһы ла уртаҡ бынан һуң...”
Хаталанғанын үҙе лә аңлағайны инде ҡатын. Икенсе көндө, бер алҡаны ғына ҡалдырып, башҡаларын кире тапшырырға хәл итте. Тик магазинда уларҙы ҡабул итеүҙән баш тарттылар. Ломбард хеҙмәткәре иһә һатып алған хаҡының яртыһын ғына тәҡдим итте. Түккән аҡсаһын йәлләне ҡатын – биҙәүестәрен тотоп, кире ҡайтты. Шул көндән Илшаттың ҡатынына ҡарата ихтирамы ла, иғтибары ла бөттө. Элекке кеүек, бергә ултырып ашауҙар, һөйләшеүҙәр юҡҡа сыҡты. Хәйер, Флүрәнең ваҡыты ла юҡ ине: аҙ ғына булһа ла аҡса эшләү маҡсатында өҫтәмә эштәр алды. Осон осҡа саҡ ялғап йәшәү уны тамам ялҡытты. Тик башҡаса сараһы ҡалмағайны.
Иренең: “Аҙыҡ-түлекте үҙем алам, квартплата ла минең өҫтә булыр,” – тигән хәбәренә сикһеҙ шатланды ул. Араларын яйлау өсөн һалынған күпер кеүек тойҙо быны. Шуға ла аҙна буйы яҡшы кәйеф менән йөрөнө, Илшаты ла киске ашты ашағанда янына сығып ултыра башланы. Тормош яйлана, тип уйланы Флүрә.
...Эш көнө аҙағында уларҙың кабинетына реклама бүлеге хеҙмәткәре Ирина килеп инде.
– Ҡыҙҙар, әйҙәгеҙ беҙҙең менән күршеләге сауҙа үҙәгенә. Төрөк хужаһы магазинын яба икән, бөгөн 5 – 6 тун алған осраҡта 60 процент ташлама яһайҙар.
Әнисә менән Марина кейенә башлағас, урынынан ҡуҙғалмаған Флүрәгә боролдолар.
– Ә һин нимә эшләп ултыраһың? Әйҙә, беҙҙең менән.
– Ой, юҡ, минең кеҫә таҡыр. Кредит алыр мөмкинлек тә юҡ...
– Ниндәй кредит? Ишетмәнеңме ни, был айҙа һәр хеҙмәткәргә ике оклад күләмендә премия биреләсәк. Анау килешеү өсөн күпме көс түктек, үҙебеҙгә тун ғына алырға хоҡуғыбыҙ барҙыр әле.
– Премия килгәс, ҡарармын әле.
– Ташлама бит бөгөн генә була. Аҙаҡ премия аҡсаһы ул тундың итәгенә лә етмәйәсәк. Ҡара әле, ниңә һаранланып ултыраһың ул? Икенсе ай һинең юллама өсөн алған кредитың бөтә бит. Тимәк, аҡсаң иркенерәк ҡала.
– Шулай ҙа бит, кредит алһам, Илшат асыуланасаҡ. Аралар яңы яйланып килә...
– Ә һин уға туныңды күрһәтмәй тор. Премия алғас, бурысыңды ҡаплайһың да, ҡул аҡсаһына алдым, тип кейеп ҡайтаһың.
– Әллә инде.
– Әйҙә! Алмаһаң да, беҙгә иптәш булып бар. Килешәме-юҡмы, фекереңде әйтерһең...
“Барып, хаҡтарын ғына булһа ла ҡарап ҡайтайым. Тун тун инде ул – затлы ла, матур ҙа,” – тип Флүрә иҫкереп тә өлгөрмәгән пәлтәһен кейә башланы.

Гөлнур ҠЫУАТОВА.

Автор:Гөлнур Ҡыуатова
Читайте нас: