Ҡомһоҙ һаран булма, балам. Хоҙай уның ҡаты ҡәһәрен бер төшөрмәһә, бер төшөрә, йә булмаһа балаларыңа бирә.
(мәрхүмә өләсәйемдең һүҙҙәре).
Әхмәр ағай менән Зөләйхә апай берҙән-бер улдарын күптән инде һағынып көтәләр. Тик уның армия хеҙмәтен бөтөп ҡайтыуына өс айҙан ашыу ваҡыт бар әле. Әммә яҙмыш тигән нәмә, уларҙы аңлағандай, араларын – йөҙәрләгән саҡрымдарҙы, оҙон-оҙон көн һәм төндәрҙе түҙемлек менән ҡыҫҡартып, осрашыу минуттарын яҡынайта ине.
Ата-әсә быны һиҙмәһә лә, “Дүшәмбе – Мәскәү” поезында бишектәге сабый кеүек төрлө уйҙарға, татлы хыялдарға бикләнеп, вагондың һәлмәк кенә бәүелеүенә наҙланып ҡайтып килгән сик һаҡсыһы Зариф ҡына белә ине. Егеттең күңеле әллә ҡасандан инде тыуған ауылында.
Ул нисә тапҡыр инде, күҙҙәрен йомоп, хыял диңгеҙендә ҡолас ташлап йөҙөп, ауылының киң урамдарынан ялан аяҡ йүгереп үтте, үҙен ата-әсә ҡосаҡтарында тойҙо, һөйөклөһө Әминә менән “Айыу төбәге” аҡланында сәскәләр йыйып, Нөгөш ярында ҡыҙҙың ҡайнар ирендәренең ҡайнар һутын тойоп, алһыу таңды ҡаршыларға ла өлгөрҙө.
Ләкин күҙҙәр асылыу менән былар бөтәһе лә юҡҡа сығыр булдылар. Поезд тәгәрмәстәре егетте үсекләгәндәй: “Әл... бит алыҫ.. Әл бит алыҫ” тип аяуһыҙ туҡылданылар. Өҫтәүенә, эсте бошороп, күкрәктәге әле уңалып бөтмәгән яралар әсетеп һыҙланы.
Зарифҡа хәрби хеҙиәтен Тажикистан менән Афғанстан сигендәге заставаларҙың береһендә тамамларға тура килде. Бында уларҙы Мәскәү погранотрядының ун икенсе заставаһында булған фәжиғәле хәлдәрҙән һуң сик буйын нығытыу өсөн Омск ҡалаһына күсергәйнеләр. Һалдат хеҙмәте, сикте боҙоусы яңғыҙаҡтар һәм бәләкәй төркөмдәр менән булған бәрелештәрҙе иҫәпкә алмағанда, ғәҙәттәгесә үтеп бара ине.
Ул төндә Зарифтарҙы тревога буйынса күтәрҙеләр. Бер нисә минутта пласта теҙелгән һалдаттарға взвод командиры үтәлергә тейеш бурыстарҙы ҡыҫҡа ғына аңлатты. Наряд хәбәр итеүенсә, Осуда исемле тау йылғаһы буйлап бер төркөм сикте үтеп, Ҡайраҡ ҡышлығына юл алған. Взвод уларҙы туҡтатып ҡоралһыҙландырырға тейеш. Артабан һалдаттар ҙур һәм бәләкәй төркөмдәргә бүленделәр. Тәүгеһенә бында ҡаршы сығырға, ә икенсеһенә ҡышлаҡҡа сик яғынан килгән һуҡмаҡты ҡапларға бойороҡ бирелде. Зариф ошо төркөмгә эләкте.
Ун биш минуттан һалдаттар ҡышлаҡ янында инеләр инде. Тау битенә һибелгән саман өйҙәр яҡты күҙҙәрен йомоп, төн ҡараңғылығына төрөнөшөп, тыныслыҡ һаҡлайҙар ине. Бер ай ваҡыт эсендә Зариф был ҡышлаҡта бер нисә тапҡыр булып та өлгөрҙө. Тажик халҡы бик асыҡ күңелле, ҡунағын дәстәрхандың түренә ултыртып тәмле былау, хуш еҫле тәмле сәй менән һыйлай башлай. Хәрбиҙәрҙе бында бигерәк тә бала-саға үлеп ярата. Улары инде һәр өйҙә ун-ун бишкә етә.
Ә ҡыҙҙары тиһеңме? Ҡушҡашлылар, шундай сибәр үҙҙәре, тик ҡоралай кеүек өркәктәр, оялсандар. Бына шуларҙың тәмле йоҡоларын, татлы төштәрен сит илдән килгән бандиттар тапарға, ҡанға батырырға ниәт тота. Уларҙың йыртҡыслыҡтары тураһында алдараҡ хеҙмәт итеүселәр ҡот осҡос нәмәләр һөйләйҙәр ине. “Эх теге төркөмдә булғанда кәрәктәрен бирер инем”, - тигән уй һәр кемде борсоно.
Һалдаттар ҡышлыҡтан алыҫ түгел ҡалҡыулыҡта, таштар араһында урын алды. Һайланған позиция бик уңайлы ине, сөнки һуҡмаҡ ус төбөндә генә кеүек, өҫтәүенә, иң тар урында. Дошмандарға урап үтеү, кире әйләнеп ҡасыу мөмкинлеге бөтәсәк.
Һалдат күңеле шундай инде, күҙҙәр төн ҡараңғылығын һөҙөп дошмандарҙы көтһә лә, үҙе хыялдар диңгеҙендә, әллә ҡайҙарҙа гиҙә. Ҡаҙаҡ егете Нурбәк Солтанморатов турыҡайы менән сал ҡылғанлы киң далаларҙа елдерҙе, “Сашко” – Саратов ҡалаһынан Александр Васильев парктың каруселендә һөйгәне Нина менән әйләнеп, уны туңдырма менән һыйлай ине, тажик “Алим” – Торсонзада ҡалаһынан Алимйәнов Хоҙаяр чинар ағасы аҫтында арыҡ сылтырауын тыңлап, һөйөклөһө Алтынайға мөхәббәт һүҙҙәрен һөйләне, Зарифтың яҡташы “Зайно” – Нефтекама ҡалаһынан Зәйнуллин Ислам мәктәбендәге уҡыусылары менән осрашыу минуттарының ҡыуанысын кисерә ине.
Арала тик “Контрас” – Үрге Тагил ҡалаһынан Виталий Копнев ҡына уяу. “Килерҙәрме, юҡмы? Ҡайһы яҡтан? Ҡасан? Күпме икән?” – тигән уйҙар уны бер туҡтауһыҙ борсоно. Сөнки Афғанстанда хеҙмәт иткән Виталий асыҡ ауыҙлыҡтың хаҡын елкәһендә күп татыған.
Заставала уға контракт буйынса армияға килгәне өсөн “Контрас” ҡушаматын таҡһалар ҙа, Копнев быға һис асыуланмай. Ни өсөн асыуланырға һуң? Бында һәр кем есеменә күрә исеме тигәндәй, үҙ ҡушаматы бар. Бына Зарифтыҡы – “Заря”. Үҙенә бик килешә, сөнки ул иртүк тороп ҡояш күтәрелгәнен ҡарарға ярата.
Копнев Афғанстандан һуң ҡорос иретеүсе булып эшләгән, ғаиләһе лә булған. Ҡатыны Маринаның һәм игеҙәк улдарының рәсеме казармала уның карауаты янында стенала эленеп тора. Башта Копневтар бик һәйбәт йәшәгәндәр. Тик бер ваҡыт Марина төндәрен ҡайтмай, ҡайҙалыр юғала башлай. Унан, һис бер нәмә аңлатмайынса, әйберҙәрен төйнәп, балаларҙы етәкләп өйҙән сығып китә. Виталийҙы эштән ҡайтыуына өҫтәлдәге ҡағыҙ киҫәгендә:”Витек! Мин һинең кеүек хәйерсе менән йәшәй алмайым. Һинең “Ҡыҙыл йондоҙ” Орденың, миҙалдарыңдан башҡа нимәң бар? Ә бына Бористың квартираһы, дачаһы, ике еңел машинаһы һәм дүрт һатыу нөктәһе бар. Минең дә матур итеп йәшәгем килә... Артыбыҙҙан йөрөмә, ғүмерең ҡәҙерле булһа! Беҙҙе онотоуың хәйерлерәк”, - тигән күңелдәрҙе өшөтөрлөк аңлатыу ҡаршы алды уны. Игеҙәк улдарын бик һағынған атай кеше ғаиләһен аҙна үткәс кенә эҙләп тапты. Бер аҙ эскән Марина элекке ирен бик ҡырыҫ ҡаршы алып:
- Һиңә бит иҫкәртелде! Ниңә минең тормошомдо ватырға уйлайһың? Бар! Юлыңда бул иҫән сағыңда! – тип аҡырына башланы. Виталий улдарын күреү ниәте менән килгәнен әйтергә лә өлгөрмәне, ҡайҙандыр килеп ингән әзмәүерҙәй биш егет уны туҡмарға тотондо. Ошо хәлдән һуң Виталий өсөн ҡалала тыныс тормош бөттө. Квартираның тәҙрә өлгөләре бер-бер артлы ҡойола башланы, хатта эштән ҡайтышлай уға бер нисә тапҡыр ҡаты туҡмалып, больницала ятырға тура килде.
Ахырҙа, балалар йортонда тәрбиәләнеп үҫкән, үкһеҙ етем Копневҡа таяныр туғандары, кешеләре булмағас, ҡаланы ташлап китеүҙән башҡа сара ҡалманы. Шуға күрә лә ул контракт буйынса хеҙмәткә ялланды. Мәңге уйсан, аҡыллы һәм ярҙамсыл “Контрас”ты заставала һалдаттар ғына түгел, офицерҙар ҙа бик ярата ине.
“Ҡунаҡтар” таң атып килгәндә генә күренде. Тау артынан бер-бер артлы күренгән ҡара шәүләләрҙе иң тәүҙә “Котрас” күреп ҡалды ла:
- Егеттәр, ана улар, - тип, һалдаттарҙы һиҫкәндереп ебәрҙе. Сержант Солтанморатов уларҙың өнһөҙ һораулы ҡараштарына яуап итеп:
- Бөтәгеҙгә лә әҙер булырға! “Сашко”, һинең күҙҙәрең үткер бит, йә, һана әле. Нисә кеше икән уларҙа? – тип шыбырланы. Эшлекле генә, күҙҙәрен ҡыҫып, ирендәре менән һанаған Васильев ауыр көрһөнөп:
- Һәр беребеҙгә бишәү-алтау, командир, - тип яуап бирҙе.
- Бына һиңә, мә. Тимәк, улар төп төркөмдө урап үткәндәр, ҡәбәхәттәр. Тимәк, былай, егеттәр, анау асыҡлыҡҡа сыҡһалар ғына ут асайыҡ. Рацияға әлегә теймәҫкә, юғиһә ишетеп ҡалыуҙары ихтимал. Ярҙамды һуңғараҡ саҡыртырбыҙ. Утты минең командаһыҙ асмаҫҡа. Иң башта “Алим” улар менән һөйләшеп ҡарар. Әгәр ҡоралдарын һалмаһалар... Ҡалғаны үҙегеҙгә билдәле. Ярай, барығыҙ урындарығыҙға, - тип, һалдаттарына күҙ йөрөтөп сыҡҡас, сержант сығыр алдынан уларға бронежилет кейҙермәгәненә үкенеп ҡуйҙы.
“Алим”дың үҙ телендә туҡтарға һәм ҡоралдарҙы ергә һалып, бирелергә тәҡдим итеүенә, сик боҙоусылар асыҡлыҡҡа һибелеп, көслө ут менән яуап бирҙе. Дүрт автомат һәм пулемет уты уларға баш күтәрергә ирек бирмәне. Дошмандар һирәк-һаяҡ атып, ниҙер ҡысҡырышып үҙ-ара һөйләшә башланы.
- Егеттәр, улар беҙҙең аҙ икәнде белде. Позицияларҙы алмаштырғылап торорға кәрәк, ахырыһы, - тип Хоҙаярҙың иҫкәртеүе булды, улар дәррәү күтәрелеп ата-ата алға ынтылдылар. Ләкин көслө ут тағы ла уларҙы ергә ятҡырҙы.
Һуғыш үлтереш инде, үлемһеҙ булмай. Ул үҙенең һанын арала иң тәжрибәле Виталий Копневтан башланы. Патрондары бөткәс, таш артына боҫоп “лифчик”тән запас магазин алырға эйелгән “Контрас”, бер ни өндәшмәй быуынһыҙ кеүек шыуып төштө лә, йөҙтүбән ауҙы. Быны күреп ҡалған Зариф ярҙамға ынтылғайны, тик ҡайҙандыр арт яҡтан осҡан пуля, таштан рикошет биреп, егеттең яурынын телеп үтте. Копнев хәүефһеҙ урынға күсерелгәс, Зариф уның түшендәге яраһын бәйләргә тотондо.
Тик яраланаыусы уның ҡулдарын ситкә этәрҙе генә:
- Кәрәкмәй, Заря... Файҙаһыҙ... Мин беләм – был үлем... Заря, һүҙ бир миңә, нисек булһа ла минең малайҙарымды барып күр инде. Минең турала һөйлә... үп минең өсөн уларҙы... Маринаға әйт, мин уны әле булһа ла яратам. Онотма... – тип бөтә кәүҙәһе менән һелкенде. Ауыҙҙан кинәт урғылған ҡан уның һүҙҙәрен өҙҙө, күҙҙәр ҙур асылып күктәргә төбәлеп, быялалай ҡатып ҡалды.
Бәхетле бала саҡ күрмәгән, ата-әсә һөйөүе белмәгән, афған һуғышында уттар, ҡайғы-хәсрәттәр аша үтеп сыҡҡан, ҡатынының һатлыҡ йәнлеген ғәфү иткән, игеҙәк малайҙарын һағынып төндәрен мәңге һаташҡан был фани донъяла аҙ ғына булһа ла бәхеткә өмөт итеп, барыбер йәм таба алмаған Үрге Тагил ҡалаһы егете Виталий Копнев бына шулай мәңгелеккә тынысланды. Инде был донъяла бер кемгә лә кәрәге булмаған “Контрас”тың сит ерҙең ҡоро елдәре, гүйә, бөтмәҫ өмөт һағыштарынан арындырып, һыйпап йыуатып бөҙрә сәстәрен иркәләп тибрәтә ине.
Иптәшенең йөҙөн маска менән ҡаплап, Зариф үҙ урынына ынтылғайны. Өлгөрмәне, арттан атылған пуля уның һул терһәгенең итен умырып алып китте.
- Егеттәр, ҡышлаҡтан снайпер һуға, һаҡ булығыҙ! – тип ҡысҡырыуына, сержант Солтанморатов:
- Етер һиңә, “Заря”! Паникаға бирелмә! Былар яттылар, хәҙер сигенәсәктәр! Утты туҡтатма! – тип ҡырыҫ бойорҙо. Һөжүм итеүселәр, ысынлап та таштар араһына боҫошоп, атыуҙы туҡтатып, ҡысҡырышып һөйләшә башланылар.
Ошо мәлдән файҙаланып, рациянан ярҙам ебәреүҙәрен һорап өлгөргән Хоҙаяр Зарифҡа ярҙамға ашыҡты. Кинәт тубыҡланып:
- Түҙ инде, дусти азиз. Түҙ инде, мин һине... хәҙер яраңды “һә” тигәнсе урап бөтөрәм, - тип йыуатҡан тажик егете, ҡорт саҡҡандай, һикерп аяҡҡа баҫты ла, түшенән урғылған ҡанға Зарифты ҡойоп, бөтә кәүҙәһе менән уның өҫтөнә ҡоланы.
Хоҙаярға ярҙам күрһәтеү файҙаһыҙ ине. Сөнки мәкерле снайпер пуляһы “шнек” (махсус патрон, ингән урынында тишек кенә ҡалдырып, кәүҙә эсендәге ағзаларҙы аҡтарып, һөйәктәрҙе әйләндереп сығара) уның арҡаһынан бәләкәй генә тишек ҡалдырып, ал яҡтан эске ағзаларҙы аҡтарып алып килеп сығарған. Бер аҙҙан ул “Бисьер офсус, ку чунин шуд.. Бисьер офсус... Ман гурусна мон – дам.. Падар! Бобо!” – тип һаташып үлем менән талаша башланы.
Сержант инде хәҙер эштең нимәлә икәнен төшөнөп:
- Егеттәр, былар ҡыбырламайҙар бит. Тимәк ҡышлыҡтағы снайпер беҙҙе сүпләп бөткәнен көтәләр. Һаҡ булырға кәрәк. “Заря”, һин дөрөҫ әйткәнһең, - тип ғәфү үтенде. Ысынлап та таш араларына боҫҡан дошмандар күтәрелмәй, һирәк кенә аталар ине. Снайперҙың пуляһынан өсөнсө ҡорбан – рация эштән сыҡты. Уның хәҙер кәрәге лә бөткән ине инде. Дошмандар был юлы оҙаҡ көтөргә булманы. Араларынан ҡарлыҡҡан тауышҡа бөтәһе лә аяғөҫтө баҫып, ҡоралдарынан үлем сәсә-сәсә, алға ынтылдылар.
Был юлы улар позицияға яҡыныраҡ килеп, өс ҡыйыуҙың дәррәү ут менән ҡаршы алыуына түҙмәй, ергә һырығырға мәжбүр булдылар. Һалдаттарҙың хәле мөшкөл ине. Өҫтәүенә, өҙлөкһөҙ арттан атҡан снайпер ҡамасаулай.
Һөжүм итеүселәр тағы ҡысҡырышып аяҡҡа баҫҡанда, Ислам уларға граната һелтәне, тик боҫоп та өлгөрмәне, бер аҙ сайҡалып торҙо ла эргәһендә ятҡан Васильевтың өҫтөнә ҡоланы.
Эйәктән алып башының яртыһы булмаған кәүҙәнән фонтан кеүек урғылған ҡан “Сашко”ны баштан аяҡ ҡойондорҙо. Ул, йән биреп тартышҡан иптәшен ситкә этеп ебәрҙе лә, күҙен асып йомған арала алдарындағы таш өҫтөнә һикереп менде.
- А-а-а! Ҡәбәхәттәр! Инәгеҙҙе..! Хәлегеҙҙән килһә, мә, алығыҙ, - тип ҡаты һүгенеп, автоматынан ата-ата үҙҙәренә ҡаршы сыҡҡан һалдаттың ҡыйыулығынан ҡаушапмы, уның тотош ҡан кәүҙәһенә аптырапмы, дошмандар бер нисә секундҡа атыуҙан туҡталып ҡалдылар.
- Сашок! Артҡа! Һуялар бит! Артҡа, тим! – тип ҡысҡырған сержанттың бойороғон Васильев ишетмәй ине инде.
Нурбек үҙенең арҡаһына һалҡын тир бәреп сыҡҡанын, тубыҡтары, бармаҡтары ҡалтыранғанын һиҙҙе. “Бына шайтан! Нишләргә һуң? Ниндәй тыныс, тотанаҡлы егеттең дә ятҡан икәүҙең өҫтөндә нервылары түҙмәне” – тигән уй сержанттың башынан үтте.
-“Заря”! Ҡапла! Мин уны туҡтатырға тейеш! – тип ҡысҡырып алға атылды. Солтанморатов һалдатын ҡыуып етеп ергә йыҡҡанда, ҡаршы яҡтан пулемет тауышы яңғыраны һәм ҡыу үләндә ятҡан икәүҙең өҫтөндә ҡыҙыл таптар уйнаны.
Һуңғы позиция һаҡсыһына оҙаҡ атырға тура килмәне, тауҙар араһынан килеп сыҡҡан ике вертолетты күреп, сик боҙоусылар тырым-тырағай кире ҡаса башланы.
Зариф ҡыуанысынан, башынан каскаһын сисеп ситкә ырғытты ла алда хәрәкәтһеҙ ятҡан икәү янына ашыҡты. Ләкин бер нисә аҙым яһап өлгөргән егет, арҡаһына сүкеш менән һуҡҡандағы кеүек ауыртыу тойоп, инерция буйынса аҙым атланы ла һөрөлөп йығылды. “Эх, мин – асыҡ ауыҙ! Бөтөнләй ҡышлаҡтағы снайперҙе онотҡанмын”, - тигән уйҙар күңелдәрҙе өшөтөп үттеләр.
Күҙ алдынан, сылт зәңгәр күк йөҙөндә кино экранындағы кеүек, бик һағындырған әсәй-атайҙың, һөйөклөһө Әминәнең яғымлы йөҙҙәре йөҙөп үтте. Әммә улар тиҙҙән түштең янып ауыртыуына ҡушылып, ҡара пәрҙә менән ябылдылар. Зариф үҙен таш кеүек, ҡайнап ятҡан ҡара упҡынға осҡандай хис итте...
***
Хәҙер бөтәһе лә: тауҙар араһындағы ҡанлы бәрелеш, госпиталь, награда алыу, ауыр хушлашыу минуттары – бөтәһе лә артта ҡалды. Бына ул ҡайтып бара. Васильев Александр әле госпиталдә. Һауыҡҡас, ғүмерен аямай үҙен үлемдән ҡотҡарған, ҡаҙаҡ егете сержант Солтанморатовтың туғандарына һуғылып ҡайтырға иҫәбе бар уның.
Ҡыҙыҡ, нисек ҡаршы алырҙар икән уны ауылда? Тыуған йорт, атай-әсәй, Әминә ни хәлдәләр икән? Һуңғы ваҡытта атайҙың йыш яҙған сейә баҡсаһы ауылда берәү генә. Атайҙың ғорурлығы ла, байлығы ла ул. Ләкин ул баҡсаның бешкән сейәләрен күҙ алдына килтереү менән, йөрәкте ҡыҫып ауырттырып иптәштәре: күкрәк һөйәктәре аҡтарылған тажик егете Хоҙаяр, бандит пуляһынан башы өҙөлөп ҡурылдайынан ҡуйы ҡан һирпелгән яҡташы Ислам, уның ҡанына ҡойоноп әсе һүгенеп дошманға ташланған рус егете Александр Васильев – барыһы ла күҙ алдына килеп баҫа.
Ҡыҙыл ҡуйы ҡан – бешкән сейә төҫө. Нисек ул элек төҫтәргә иғтибар бирмәгән икән? Бер ваҡыт Әминә унан: “Зариф, ә һин ниндәй төҫтө яратаһың ул?” – тип һорағайны.
Егет уға һис уйламай:
- Мин бөтә төҫтәрҙе лә яратам, Әминә. Нисек инде уларҙы, береһен яратып, икенсеһен яратмай айырырға була. Минеңсә, һәр төҫтөң үҙ йәме, үҙ матурлығы була, - тип яуап биргәйне.
- Юҡ, ҡәҙерлем, һәр кемдең үҙенең яратҡан төҫө булырға тейеш. Бына мин зәңгәр төҫтө яратам. Зәңгәр күк йөҙө, һинең зәңгәр күҙҙәрең – минең яратҡан төҫөм, - тип Әминәһе уның ирендәренән яндырып үбеп алғайны ул саҡта.
Эх, нисек һағындырҙы һуң бөтәһе лә! Ҡасан ғына ҡайтып етелә инде? Уның ҡайтыу юлында икәнен берәү ҙә белмәй әле. Бына ҡыҙыҡ буласаҡ, әгәр ул аяҙ көндә йәшен йәшнәгәндәй кинәт ҡайтып төшһә! Татлы хыялдарға сорналған Зариф үҙенең йоҡоға киткәнен һиҙмәй ҙә ҡалды.
***
Әхмәр ағай менән Зөләйха апай, һәр кис календарь битен йыртып, улдарын көтә ине. Бигерәк тә хужа кеше үҙенең түҙемһеҙлеген йәшерә алмай көйөп-яныр булды.
Ул баҡсаһы өсөн ҡайғырып: “Эх, тиҙерәк ҡайтып етһә ярар ине. Баҡсала эш күп, быйыл, билләһи иллеләп биҙрә емеш сығасаҡ. Бына баҙарға алып барып һатып, улым үҙенә мотоцикл алыр ине. Өҫтәүенә малай-шалай хут бирмәй, урлашалар”, - тип, гел һуҡраныр булды. Бына әле бөгөн иртәнсәк, баҡсаһын ҡарап инеп, тағы зарланырға тотондо:
- Ну, был ауыл шакалдарын! Тағы сейәгә төшкәндәр! Ярар, мин һеҙгә күрһәтермен әле! Ҡабат инмәҫлек итәм мин һеҙҙе!
Ошоға тиклем түҙеп килгән Зөләйха апай ҙа был юлы:
- Ни өсөн һин шулай һаранһың, боҙоҡһоң? Бөтә ауыл көлә бит һинән! Балалар балалар инде. Ҡалғаны ла етер, ана бит ниндәй баҡсаң, ҡойон үтһә лә, емеше артығы менән етәрлек. Арт яҡтан тәпәш ҡойманы йүнәтһәң, берәү ҙә инә алмаҫ баҡсаңа, - тип ирен һүгеп ташланы.
- Ҡойма-ҡойма! Улым ҡайтыр, йүнәтербеҙ! Мин уның килеүенә үҙе ултыртҡан ағастарының емеше, бөртөгө лә юғалмай, ҡаршы алып ултырһын тием, - тип Әхмәр ағай үҙенекен тылҡырға тотондо.
Зариф ауылға барып еткәндә ҡараңғы төшкәйне инде. Һалдат өйҙәренә һиҙҙермәй генә кәртә артынан, сейә баҡсаһы аша ҡайтып инергә булды. Ҡоймаларҙың тәпәшерәк урынында, сумаҙанын аша төшөрҙө лә, бөтөн кәүҙәһе менән артылып, хуш еҫ бөрккән төн ҡараңғылығына һикерҙе...
Кинәт Зарифтың күкрәгендә ниҙер шартлап өҙөлгәндәй булды һәм алыҫ Ҡайраҡ ҡышлағындағы снайпер пуляһының ауыртыуын тойҙо. Күҙ алдынан тауҙарҙағы ҡанлы бәрелеш, иптәштәренең ҡанлы кәүҙәләре йүгереп үтте... Түштәге түҙерлек түгел, ләкин таныш ауыртыу егетте ҡайҙалыр ҡараңғылыҡҡа, шаулап ҡайнаған таныш упҡынға алып осто.
Иртә менән Әхмәр ағай ҡатынына сәй ҡуйырға ҡушты ла, ғәҙәттәгесә, баҡсаһын ҡарарға сыҡты. Баҡса ҡапҡаһын асҡас, ата кеше ҡатып ҡалды... Уның кисә генә бурҙар эләкһен тип, һаптарынан ҡаҙап ҡуйған һәнәктәренең береһендә, башын түбән эйеп, ҡулдарын һалындырып, һалдат формаһындағы улы Зариф эленеп тора ине. Ҡуйы сейә ағастары япраҡтары, эре емештәре менән үҙҙәренең көтөп ала алмаған йәш хужаһының ҡуйы сәстәрен таң елдәре менән иркәләп тарай ине.
Хужалары ла бик һағынып иҫәнләшкән кеүек, уларҙы бешкән сейә төҫө кеүек ҡарағусҡыл ҡанға мансып, ҡосағына алып иркәләнеп бәүелә ине. Әйтерһең Зариф емештәрҙе услап һоғонған... Уның ауыҙ ситтәрендә ҡыҙыл ҡан, гүйә сейә һуты, ҡатып ҡалған.
Мансур БАҺАУВ.