Ҡаҙы һәм
тултырмалы
өлөш
Әҙер ҡаҙы менән тултырманы айырым һауыттарҙа бешереп алырға. Ҡайнаған саҡта улар ярылмаһын өсөн энә менән тишкесләп тороғоҙ. Ҡаҙыны табынға һыуытып бирәләр, шуға уны 12 – 24 сәғәт алдан бешереп алғанда ла була.
Ҡаҙы һурпаһы майлы, шуға аш әҙерләп булмай. Ә бына өлөш өсөн йәшелсәне шул һурпала бешерһәң, бик тәмле килеп сыға. Бының өсөн алдан кәбеҫтә, картуф һәм кишерҙе таҙартып, киҫәктәргә бүлеп, әҙерләп ҡуйығыҙ.
Матур тәрилкәгә салат япрағын йәйеп һалғас, тәүҙә бешкән йәшелсәне өйөп һалабыҙ. Өҫтөнә телемдәргә ҡырҡылған ҡаҙы менән тултырманы аралаштырып теҙәбеҙ. Өлөштөң өҫтөн йәшел тәмләткестәр, ярым түңәрәкләп туралған һуған менән биҙәп, табынға бирәбеҙ.
Уха
1 литр һыу иҫәбенә 250 г һыла (судак), 250 г шамбы балығы, 2 картуф, 1-әр һуған менән кишер, 2 ҡалаҡ үҫемлек майы, тәменә ҡарап селдерей, лавр япрағы, тоҙ, борос һәм 40 г сөләймән балығы ыуылдырығы алына.
Балыҡты таҙартҡас, тәүҙә ҡанатын, ҡойроҡ һәм баш өлөшөн һыуға һалып, 10 минут ҡайнатырға. Ул арала балыҡтың таҙартылған итен өлөштәргә бүлергә, ҡырғыста ҡырылған кишер менән ваҡлап туралған һуғанды майҙа ҡыҙҙырырға. Балыҡ өлөштәрен һурпанан алғас, уны һөҙөргә лә ҡабат утҡа ултыртырға. Унда туралған картуфты һәм балыҡ киҫәктәрен һалып, 10 минут бешерергә. Артабан ҡыҙҙырылған йәшелсәне, тәмләткестәрҙе һалып, тағы ла 15 минут бешерергә.
Табынға сығарыр алдынан ашты тәрилкәләргә бүлеп һалғас, өҫтөнә туралған селдерей япрағы һибергә һәм яртышар балғалаҡ ыуылдырыҡ һалырға.
Йомортҡа менән картуф
запеканкаһы
600 г картуфты әрсегәс, оҙонсалап турарға һәм 2 –3 мәртәбә йыуып, һыуын һарҡытырға. Өҫтөнә 1 ҡалаҡ карри тәмләткесе, самалап тоҙ һалып болғатырға.
Картуфты бутамайса ғына үҫемлек майында (3 ҡалаҡ) 7 минут ҡыҙҙырырға. Артабан аҫтын өҫкә әйләндереп, тағы ла 4 минут ҡыҙҙырырға. Яртылаш бешкән картуфты запеканка формаһына (алдан майларға онотмағыҙ) бушатҡас, тигеҙләп һалырға ла, стакан төбө менән баҫып, 4 уйым эшләргә. Уны 200 градусҡа тиклем ҡыҙҙырылған мейестә 5 минут тоторға. Уйымдарға берәр йомортҡа һытып, тоҙ, борос һибергә. Тағы ла 5 минут бешергәс, запеканканы табынға бирергә мөмкин.
Гөлнур ҠЫУАТОВА әҙерләне.