Бөтә яңылыҡтар
Махсус биттәр
27 Ноябрь , 14:33

Юлдағы осрашыу (Хикәйә)

***

Автор фотоһы
Фото:Автор фотоһы

Юлдар, юлдар... Беҙҙе ҡайҙарға ғына илтмәй ҙә, ниндәй генә кешеләр менән осраштырмай!Өфө – Сибай поезына ултырғас: “Оҙаҡ барырға, ваҡытты нисек кенә үткәрермен”, – тигән борсолоуымФәнүзә апай менән танышҡас та юҡҡа сыҡты. Юлдашым һүҙгә әүәҫ, күңелсәк кеше ине. Күҙҙәренән ниндәйҙер сихри йылылыҡ, нур бөркөлә.– Балаҡатайҙан “йәшәү” алып ҡайтып киләм әле, – тип йылмайҙы ул тәүҙә. Былай тиеүенә аптырап:– Нисек? – тип һорағанымды һиҙмәй ҙә ҡалдым.

– Унда бик шәп Галя исемле дауалаусы бар. Ишеткәнең бармы?

Ишеткәнем булһа ла, ниңәлер:

– Юҡсы, – тип ысҡындырҙым.

“Эйе” тиһәм, уның тураһында һөйләмәҫ кеүек тойолдо. Фәнүзә апайҙың күҙҙәре янып китте.

– Уны белмәй, уға дауаланырға йөрөмәй ҙур нәмәнән мәхрүмбеҙ икән. Берәй юл төшкәндә бар әле һин, бар. Ул тәнде генә түгел, йәнде лә дауалай.

– Һеҙҙе ниндәй ауырыуҙан дауаланы һуң? – ҡыҙыҡһыныуым арта төштө.

– Сихырлағандар, – тип, Фәнүзә апай көлөп ҡуйҙы. Бер аҙ шым ултырғас:

– Бәлки, ысынлап та дөрөҫөн әйткәндер. Сөнки өс йыл өҙлөкһөҙ ауырығандан һуң беренсе тапҡыр тәнемдә еңеллек тоям. Тәнемдә лә, йәнемдә лә нимәлер үҙгәр“е һымаҡ. Нисәмә йылдар табиптар дауалай алмағанды бер нисә көн эсендә был тылсымсы элекке хәлемә ҡайтарҙы. Хәҙер үҙемдә көс, дәрт тоям.

Балаҡатайҙың тәбиғәте һуң! Ауылға терәлеп ултырған тауы ла, ағастары ла ауырыуҙарға һауығырға ярҙам итәлер төҫлө. Иртә таңда һандуғастар моңона уянып китеү үҙе ни тора!

Сихырлағандармы мине, юҡмы – уныһын белмәйем, әммә мөләйем йөҙлө был Галя һауығыуға булған өмөтөмдө тергеҙҙе, тәнемә йәшәү өрҙө, күҙҙәремде асты. Бер кешелә шул тиклем көс, барыһына ла етерлек йылылыҡ ҡайҙан киләлер?

Донъя шул тиклем матур тойола хәҙер. Йәшәргә булған теләгем шул тиклем ҙур. Хәҙер минең теләгем шул: тиҙерәк ҡайтырға, дауаханаларҙа уҙғарған ғүмерем өсөн дә, хәҙергем өсөн дә кинәнеп, донъяның ҡәҙерен белеп йәшәргә. Тиҙерәк улым янына ҡайтып, уны ла ҡыуандырғым килә. Уға ла ауырыу әсәй менән еңел булмағандыр.

– Шулай ныҡ ауырынығыҙмы ни? Кем сихырлаған һуң һеҙҙе? Ни өсөн?

– Э-эй! – Фәнүзә апай уйға ҡалды. Хәтер ебен һүтә ине күрәһең. Бер аҙ шым ултырғас, һүҙен дауам итте:

– Йәш саҡта Рәфис менән бер-беребеҙҙе өҙөлөп яраттыҡ. Күрешмәй бер көн дә тора алмай инек. Осрашһаҡ, һөйләшеп һүҙҙәребеҙ бөтмәй. Кеше һүҙе кеше үлтерә, тигәндәй, ауыл мәҙәниәт йортонда етәксе булып эшләй башалағас, Рәфисем төрлө имеш-мимештәргә ҡолаҡ һала, шикләнә башланы. Миңә күберәген йәштәр менән, төнгә тиклем дә эшләргә тура килә ине. Уның ышанмауын белгертеүенән һуң ныҡ ҡына ғауғалаштыҡ. Йәйге ялымды алдым да Стәрле яғына, апайҙарға сығып киттем. Үпкәләшеүҙәр бер аҙ онотолһон тип уйланым. Шунда таныштым да инде Радмир менән. “Һине юғалтыуҙан ҡурҡам”, – тип, һағыҙаҡ кеүек йәбеште. Яҡынданыраҡ танышырға, ныҡлап белеп ҡалырға тырышыуы ине. Сөнки ул да ҡунаҡ, мин дә, тигәндәй, аҙаҡ бер ҡасан да осрашмаясағыбыҙ билдәле.

Хатлаша башланыҡ. Рәфис менән һаман бер-беребеҙгә һыр бирмәйбеҙ. Миңә үс итәм тип, төрлө ҡыҙҙарға йөрөй башлауы ла ишетелә. Уның юҡ сәбәпте бар итеп, инәлтергә тырышып йөрөүе үҙәгемде өҙҙө. “Бергә йәшәй башлаһаҡ, ни булыр?” – тигән һорау әленән-әле тынғы бирмәне.

Радмирҙың һөйөү, наҙ тулы хаттары килеүҙән туҡтаманы. Тамсы тама-тама таш тишә, тигәндәй, ваҡыт үткән һайын, уның һүҙҙәре йөрәгемә нығыраҡ үтеп инде, күңелемде иретте. Һәм бер көн килеп йөрәгемдең бер өлөшөндә ныҡлап урын алды. Тәҡдименә ризалаштым да ҡуйҙым. Беҙҙең өйләнешеү хәбәрен ишетеп, Рәфис килеп етте. Яңы хис-тойғолар эсендә йөҙгәнгәме, ул миңә бөтөнләй сит, ят кеше кеүек тойолдо. Һүҙҙәр бәйләнмәне. Ғәфү үтенеүе лә яһалма күренде. Ахыр сиктә"

– Фәнүзә, белеп ҡуй шуны, – тине ҡырыҫ ҡына. – Минән башҡа бер кем менән дә бәхетле булмаясаҡһың! Ошо хаталы аҙымың менән минең дә, үҙеңдең дә тормошоңдо емерҙең һин!

Һәм китеп барҙы.

Радмирҙың тыуған ҡалаһы Салауатта яҡшы ғына йәшәп киттек. Икебеҙ ҙә оптика-механика заводында эшләйбеҙ. Улыбыҙ Әмир тыуыуы ғаиләбеҙҙе тағы ла йәмләп ебәрҙе. Фатир биреп ҡыуандырҙылар. Йәшәү өсөн кәрәк-яраҡ, йорт йыһаздарын йыйып бөткәс, машинаға аҡса йыя башланыҡ. Беҙҙең татыу, етеш донъяға күптәр көнләшеп ҡараны. Һөйөп-һөйөлөп, донъяның рәхәтенә кинәнеп кенә йәшә лә бит, тик барыһы ла һин тигәнсә генә булмай шул... Уйламағанда донъялар үҙгәреп китте, икебеҙ ҙә ҡыҫҡартылыуға эләгеп, эшһеҙ ҡалдыҡ. Барыһы ла шунан башланды. Донъялар ғына түгел, беҙҙең тормош та ҡырҡа икенсе йүнәлеш алды.

Бер ни тиклем ҡаңғырып алғас, мин икенсе эшкә урынлаштым. Радмир, ҡулында машина булыуҙан файҙаланып, аҙыраҡ йыйған аҡсабыҙ менән һатыу итә башланы. Икенсе эшкә күскәне бирле минең менән әллә ни булды. Көндә-көн арый, хәлһеҙләнә барыуымды тойҙом. Эшем дә әллә ни түге ине, әммә көн аҙағында арып-арманһыҙ булып, саҡ ҡайтып йығыла торған булып киттем. Иремде, баламды ҡарарлыҡ хәлем дә ҡалманы. Өй эштәре тураһында әйтеп торорға ла түгел.

Ғүмер буйы мине аңлап, һәр ваҡыт хәлемә инеп йәшәгән Радмир ҙа үҙгәрҙе, тынғыһыҙға әйләнде. Юҡҡа-барға тиҙ ҡабынды, йөҙөнән ризаһыҙлыҡ билдәһе китмәне. Өйҙә ашарға әҙер булмаһа ла, ул яратҡан аҙыҡ бешерелмәһә лә, ваҡ-төйәк өсөн дә әрләш-талаш башланды. Хәлем юҡ икәнен дә, ауырып тороуым тураһында ла һөйләп тороу файҙаһыҙ булды. Ә Радмирҙың эше күренеп алға китте. Тиҙҙән ул бер тин өсөн йәнен бирерҙәйгә әйләнде. Бер ваҡиға әле лә күҙ алдымда. Беҙҙең электән ҡатнашып йәшәгән дуҫтар бер айға, эш хаҡы алғансы тип, 10 мең һум аҡса һорап торҙолар. Улар ҙа үҙ эштәрен асырға йөрөйҙәр ине. Ышаныслы кешеләр булғас, Радмирҙан инәлеп-ялбарып, көскә күндереп, кассанан таныштарым һораған сумманы барып алдым. Үс иткәндәй, эш хаҡы биреүҙә тотҡарлыҡ булды ла ҡуйҙы. Минең яҡты көнөм ҡара төнгә әйләндеме ни! Радмир иртән дә шул аҡсаны таптыра, кис буйы, йоҡлап киткәнсе һорап йөҙәтә. Нисек кенә битәрләп бөтмәне! Барып һорауы оят та, файҙаһыҙ ҙа. Ай ярымлап һуңлатыуҙарына ғәфү үтенеп, 11 мең һум итеп арттырып бирҙеләр. Асыу менән аҡсаларҙы Радмирҙың битенә бәрҙем.

Ауырыуым көсәйгәндән-көсәйҙе. Дауаханалар юлын тапау йышайҙы. Ҡайһы ваҡыт айлап ятырға ла тура килде. Аныҡ диагноз ҡуя алмай аптыранылар.

Бер эшкә лә күңел төшмәне. Байрамдар тураһында әйтеп тораһы ла түгел. Радмирҙың, киреһенсә, һатыу итә башлағаны бирле, яңы таныштары күбәйҙе, улар менән кәйеф-сафа ҡороуҙары ла йышайҙы. Әллә ни иҫереп тә йөрөмәне ул, әммә төн уртаһында, мин ауыртыныуҙарҙан һыҡтап-һыҙланып ятҡанда, күтәренке күңел, байрам кәйефе менән ҡайтып инеүе миңә рәхәтлек килтермәне, әлбиттә. “Хәлең нисек?” – тип бер ваҡытта ла ҡыҙыҡһынманы. Киреһенсә:

– Эй-й! Ялҡыттың шул сырхауың менән! Йүнле бисә менән йәшәп булманы инде, – тип гел битәрләп кенә торҙо.

Ҡыҙҙар Радмирҙы һорап өйгә үк килә башланы. Мин дауаханала саҡта был өйҙә йыш ҡунаҡ булғандар, күрәһең.

Айҙар буйы дауаханан сыҡмаған кешене эштә лә тоторға ашҡынып торманылар – китергә тура килде. Һәр тинде ҡыҫып тотҡан Радмирҙан дарыуға аҡса һорау ҙа ҡыйын ине. Ғәрлегемде еңеп, бысраҡ һүҙҙәр менән һүгелә-һүгелә саҡ инәлеп алам, аҙаҡ инде иң осһоҙ дарыуҙарҙы эҙләйем. Эй ул саҡтар... Әмир улыҡайым барыһын да күрә, аңлай ине инде. Тик бала кеше нисек ярҙам итһен? Ҡосаҡлашып илап алабыҙ ҙа, түҙәбеҙ. Ҡәйнәм менән яҡшы мөнәсәбәттә инек, ауырығандан һуң, миңә үгәй ҡыҙға ҡараған кеүек ҡарай башланы. Бар йыуатыу һүҙе:

– Ни эшләйһең инде, килен, һау иргә ауырыу бисә кәрәкмәй шул, – тиеү булды.

Шулай аңҡы-тиңке йөрөгәндә (Радмир Өфөгә сығып киткәйне), тәүәккәлләп, машина ялланым да тыуған яғым Баймаҡҡа ҡайтып киттем. “Үлһәм дә, туғандарым ҡулында үлергә”, тигән ҡарарға килдем. Сөнки тулыһынса һауығыуға өмөтөмдө өҙгәйнем инде.

Туғандарым был аҙымымды хупланы ғына. Әсәйем былай ҙа һуңғы күргәнендә йәлләп: “Ябыҡҡанһың, һөлдәгә ҡалғанһың, әллә әҙерәк ҡайтып ял итәһеңме?” – тип илағайны. Ул саҡта нисек йәшәүебеҙҙе йәшерҙем, бер ни һөйләмәнем, барыһын да ауырыуыма япһарҙым.

Радмир йортҡа һатыулашманы. Уны һатып, Баймаҡтан йорт алдым.

Әсәйем:

– Һай, иҫәр, һаулыҡтан да ҙур бәхет юҡ икәнен белмәйһеңме ни, ниңә үҙеңде ҡарамайһың? – тип минең сәләмәтлегемде ҡайғыртырға тотондо.

Тыуған яғыма ҡайтҡанға, яҡындарым янында булғанғамы, Радмирҙың йәбер-рәнйетеүҙәрен ишетмәгәнгәме, тынсылана башлауымды тойҙом. Бала өсөн дә көймәйем. Быйыл 8-се класты тамамланы. Өләсәһе, апайҙары уҡыуында ла, тәрбиәләүҙә лә ярҙам итә. Мин инде булған ғына көсөмдө үҙемдең һаулығымды нығытыуға бирҙем.

Минең айырылып ҡайтҡанды ишетеп, бер көн Рәфис килеп еткән. Уны танымай торҙом башта: иҫерек, иҫке генә костюм кейеп алған, тештәре ҡойолоп бөткән.

– Фәнүзә, минең әйткән дөрөҫкә сыҡты бит! Хәҙер һин дә, мин дә бәхетһеҙ, – тип илап, хәлдәрен һөйләп сығып китте. Араҡы һаҙлығына батҡан был меҫкенгә ҡарата йәлләйү тойғоһомо, әллә ытырғаныу тыуҙымы – үҙем дә аңламаным. Кем белә инде, бәлки, ысынлап та, бергә булһаҡ беҙҙән дә бәхетле кеше булмаҫ ине...

Әле Өфө дауаханаһында, санаторийҙарҙа теүәл ярты йыл дауаланғандан һуң, кешеләрҙән ишетеп, Балаҡатайға сығып киттем. Был минең һуңғы өмөтөм ине. Сөнки тынысланғандай, хәлем яҡшырғандай булһа ла, барыһы ла ваҡытлыса ғына.

Мөғжизә булмай тиһәләр ҙә, ғәжәп хәлдәр осрап ҡуя икән. Галя апайға инеп сыҡҡандан һуң тынысландым инде. Дүрт йыл күңелдә торған төйөн юҡҡа сыҡты, үҙемде яңы тыуған балалай хис иттем. Күптән юғалтҡан ҡәҙерле нәмәне таптым бит, шуға ҡыуанып ҡайтып киләм әле бына.

Сихырланған булһам да аптырамайым. Сөнки хәҙер бер-береһен күрә алмағандар, көнләшеү, бер-береһенә тик этлек кенә эшләргә әҙер тороусылар күбәйеп китте.

Күңелдә бер генә рәнйеү тороп ҡалды: ниңә беҙ, ҡатындар, ирҙәргә һау саҡта ғына кәрәкбеҙ икән? Ашарға бешереү, керҙәрен йыуҙырыу, өҫ-башын, йорт тирәһен ҡарау, ирлек теләген ҡәнәғәтләндереү өсөн генә яраталарма(ы әллә? Ысын мөхәббәттәре ошоларға ғына ҡайтып ҡаламы? Иремдең миңә һыуыныуы арҡаһында улы ла атаһынан ситләште. Иң ҡәҙерле кешеһе – әсәһен рәнйеткән кешегә күңеле ҡайтыуымы икән?



Гөлнара Мостафина.

Читайте нас: