Бөтә яңылыҡтар
Махсус биттәр
17 Ноябрь , 21:00

Йондоҙнамә (18 –24 ноябрь)

Йондоҙҙар юл күрһәтә, әммә яҙмышың үҙ ҡулыңда тип киҫәтә...

Ылаҡ (22.12 – 20.01)
Иң беренсе нәүбәттә, ашыҡмағыҙ. Йондоҙҙар тормошоғоҙҙа бер ниндәй ҙә үҙгәреш ин­дермәҫкә кәңәш итә – уларҙан барыбер файҙа күрмәҫһегеҙ. Кесе йомала хата аҙым яһауығыҙ бик ихтимал. Уны ваҡытында төҙәтеүегеҙ мөһим.


Һыуғояр (21.01 – 19.02)
Шишәмбелә ишеткән хәбәрҙең дө­рөҫләнмәүе ихтимал. Кемдер уны нин­дәйҙер маҡсатта тарата һымаҡ. Шаршамбыла бик етеҙ эш итергә кәрәк булыр. Ундай уңайлы шарттарҙың аҙаҡ булмауы ла бар.


Балыҡ (20.02 – 20.03)
Был арала кешеләр ярҙамына әллә ни өмөт итмәгеҙ, күпселектә улар аяҡ ҡына салыр. Икенсе яҡтан үҙ аллы эш итеп тә күпте булдырырһығыҙ. Йомала өмөтлө күренгән тәҡдимгә алданмағыҙ, ул буш сығымдар ғына килтерер.


Ҡуҙы (21.03 – 20.04)
Ҡайһы бер ваҡиға донъяға икенсе, яңыса ҡарарға ярҙам итер. Бәғзеләр яҡын киләсәккә төҙөгән ниәтенә етди үҙгәреш  индерергә мәжбүр булыр. Кесе йомала бик урынлы кәңәш ишетерһегеҙ.     


Буға (21.04 – 21.05)
Ошо арала күңелегеҙгә ятмаған эштәр менән йыш булышырһығыҙ. Шуға ҡара­маҫтан, тейешен ваҡытында башҡара алырһығыҙ. Башығыҙға килгән өмөтлө фекерҙәрҙе бүтәндәргә еткерергә ашыҡ­мағыҙ.


Игеҙәктәр (22.05 – 21.06)
Ҡайсаҡ башҡалар менән эш итеү ҡыйыныраҡ булыр. Ҡайһы бер ниәтегеҙҙе яҡындарығыҙҙың аңламауы ла ихтимал. Уларҙы яңғыҙ бойомға ашыра башларһығыҙ. Аҙаҡтан һеҙҙең хаҡлы булғанығыҙҙы барыһы ла күрер.


Ҡыҫала (22.06 – 23.07)
Иң мөһим мәсьәләләр уйлағандан күпкә еңелерәк хәл ителер. Шаршамбыла дөйөм хәлегеҙҙе дөрөҫ баһаламауығыҙ ҙа мөмкин. Был юғалтыуҙарға килтереүе лә бар. Кесе йомала кемдер түҙемлегегеҙҙе һынар.

Арыҫлан (24.07 – 23.08)
Аҙна араһында йыш иғтибар үҙәгендә булырһығыҙ. Уңыштарығыҙ ҙа булыр, хаталарығыҙ ҙа осрар. Шаршамбыла ыңғай ваҡиға көтөгөҙ. Кесе йомала ишеткән тәҡдимдән баш тартмағыҙ.  

Ҡыҙ (24.08 – 23.09)
Көсөгөҙҙө дөрөҫ баһалауығыҙ бик мөһим. Шишәмбелә көтөлмәгән хәлдәр килеп сығыуы ла бар. Ғөмүмән, аҙнаға тәғә­йенләгән ниәттәрегеҙ селпәрәмә килер кеүек. Йомалағы ваҡиғалар ғына күңе­легеҙҙе бер аҙ күтәрер.

Үлсәү (24.09 – 23.10)
Һеҙҙе һәйбәт көндәр көтә. Шишәмбелә ыңғай яңылыҡтар ишетерһегеҙ. Кесе йомала өмөтлө осрашыу буласаҡ. Унда дөйөм эш тураһында һөйләшерһегеҙ. Бының фай­ҙаһын тиҙ тойорһоғоҙ.

Саян (24.10 – 22.11)
Үҙ көсөгөҙгә ышанысығыҙ артҡанын үҙегеҙ ҙә, башҡалар ҙа асыҡ күрер. Был арала һеҙгә әллә ни булышлыҡ итмәҫтәр, ләкин ҡамасаулаған кешеләр ҙә табылмаҫ. Күптән ниәтләгән эштәрегеҙҙе  ваҡытынан алда башҡарырһығыҙ.

Уҡсы (23.11 – 21.12)
Дүшәмбелә икеле хәлдәргә юлы­ғыуығыҙ мөмкин. Бында элекке тәжри­бәгеҙ ярҙам итер. Ҡабул иткән ҡарарығыҙ дөрөҫ булыр. Кесе йомала көтөлмәгән һөйләшеү булыуы ихтимал. Йондоҙҙар күпте һөйләүҙән тыя. 

Читайте нас: