ӘСӘ МӨХӘББӘТЕ
ӘСӘ МӨХӘББӘТЕ
Әсә мөхәббәте — иң бөйөк.
Татыу ғаилә — татлы йыр кеүек.
Яу ҡорбанын данлау — егетлек.
Берҙәм булыу — илгә именлек.
Автор.
I
Мөғлифә инәй юлға йыйына. Сәфәр сәғәте яҡынлашҡан һайын эсе боша, күңеле тулай. Мыш-мыш йоҡлаған ейәненә, тек-тек килеп ваҡыт һанаған иҫке сәғәтенә ҡарап-ҡарап ҡуя ла көрһөнөп ала. Йәнендәй ғәзиз ейәненән айырылыуын һаман да күҙ алдына килтереп бөтөрә алмай әле ул. Июнь баштарында килененең: «Булатты ошо ай урталарынан да ҡалдырмай килтер инде, ҡәйнәм, үтә ныҡ һағындым», — тип яҙған һүҙҙәрен күршеһенән уҡытҡас, аптырауҙан тәне эҫеле-һыуыҡлы булып киткәйне. Юҡ, бындай хәбәр көтмәгәйне ул. Булатты йәйен ҡайтып күрерҙәр ҙә көҙгә генә алып китерҙәр, тип өмөтләнгәйне. Шулай һөйләшкәйнеләр ҙә баһа. Элегерәк, алыҫ тип тормай, айына ике ҡайтып китәләр ине. Ниңә һуң әле килене «һағындым» тип кенә яҙа? Сынбулат ситтәме икән ни? Ә ниңә уның тураһында бер нәмә лә яҙмаған?..
Бына шуларҙы уйлаған һайын Мөғлифә инәйҙең күҙҙәренән йоҡо ҡасты, ашар ашының тәме юғала барҙы. Атлаһа, теҙ быуындары ла ҡалтырай башлай, йөрәге лә йыш ҡына сәнсеп-сәнсеп ала...
Иртәгә июндең егерме алтыһы. Ана барам, бына барам тип йөрөй торғас, ике аҙна ваҡыт тәгәрләп кенә үткән дә киткән. Бәләкәйме, ҙурмы — донъя булғас, Мөғлифә инәйҙең дә үҙенә күрә мәшәҡәттәре табылып торҙо: баштараҡ һуңлап моронлаған ҡаҙ бәпкәләрен ҡыҙғанды, өс көн буйы юғалып торған быҙауын эҙләп ҡаңғырҙы, уларын яйлаһа, ултыра һалып китергә уңайлы машинаһы осраманы. Хәйер, уларына ла ҡарап тормаҫ ине әле — оло мейесен тултырып икмәк бешереүенән арына алманы. Ҡырҙан кешеләр килә, ярҙам ит инде, апай, тип бригадир Камил ҡат-ҡат инде бит, һүҙен нисек йығаһың.
Мөғлифә инәй, ейәненең алмаш кейемдәрен тәҫләп һалыуҙан туҡтап, сәғәт эргәһендәге бәләкәй календарҙың өҫкө битен йыртып алды ла, нимәлер күреп ҡото алынғандай, тертләп ҡуйҙы. Аяҡ табандарына тиклем, бөтә тәнен семерләтеп, ниҙер йүгереп үткәндәй булды. Баҫҡан килеш ҡуҙғалмай-ҡымшанмай оҙаҡ ҡына торҙо, унан сылана башлаған күҙ керпектәрен устары менән йәһәт кенә һыйпап ҡуйҙы. «Бәй-бәй, ошо көн була түгелме һуң? — тип үҙ алдына һөйләнде лә, уң яғына боролоп, үрелеп яҫы ҡашлы, бер аҙ ғына йәлпәгерәк танаулы, эре тигеҙ тештәрен күрһәтеп йылмайған ирҙең ҙурайтылған фотоһын ҡулына алды.
— Эй Абдулла, Абдулла... Ҡырҡ йыллап ғүмер үтте бит. Яңғыҙ йәшәүҙәре еңел тип беләһеңме... Бына әле ҡапыл иҫемә килеп төштө: һине лә кесаҙна көн — 26 июндә оҙатҡайным бит. Әйләнеп тә ҡайттың ҡайтыуын, тик имен тормошта дүрт йыл да йәшәй алманың. Яу яраң яфалап һындырҙы шул. Ярар, шуға ла рәхмәт, күптәргә был бәхет тә теймәне. Ә бына Айбулатым... — Мөғлифә инәй стеналағы икенсе фотоға үрелде. — Балам, балаҡайыым...» — Был юлы уның тауышы ғына түгел, ҡулдары ла ныҡ ҡалтырай ине. Быялалағы фотоны төшөрөп ебәреүҙән ҡурҡып, рамының ситенән ҡыҫып тотҡан килеш бауынан саҡ-саҡ ысҡындырҙы ла улының ҙурайтылған фотоһын иренеке менән бергә күкрәгенә ҡыҫты. Теҙ быуындарының йомшара башлауын тойоп, ейәне йоҡлаған диванға көс-хәл менән һөйрәлеп барып ултырҙы. Мөғлифә инәйҙең эйелгән башынан шыуышып төшкән аҡ сәстәре тубыҡтарындағы фотоларҙы ҡапланы. Ләкин ул уларҙы күрмәй ине инде. Йыйылып, бер юлы эркелгән әсе күҙ йәштәре, сәс көмөштәренән үтеп, рам быялаларын сыбарланы. Таш йотҡандай һыны ҡатҡан Мөғлифә инәй оҙаҡ ҡына өнһөҙ ҡалды, унан, әҙерәк башын күтәреп, улының фотоһын уң ҡулы менән һыйпай-һыйпай тағы ла бышылдап ҡына өндәште:
— Айбулатым, ә бит һине барыбер барып таптым. Насип булғас, нисә йылдарҙан һуң күрештек бит. Әсәйеңде көтөп ятҡанһың, балам, рәхмәт инде. Фани донъяларҙа үҙеңде бер генә күрһәң ине лә бит, юҡ бит, быныһы яҙмаған шул... юҡ... — Мөғлифә инәй бер ни белмәй иҙерәп йоҡлаған ейәнен тупылдатып һөйөп ҡуйҙы. — Айбулат бабайыңа был тиклем дә оҡшар икәнһең. Әйтерһең, уның балаһы... Һине лә әсәйеңдәр янына ҡалдырып китһәм, яңғыҙым нишләрмен инде? Бәлки, кире ҡайтырбыҙ әле...
Тынлыҡ урынлашыуға, өй нигеҙҙәренән, гүйә, әкрен генә күтәрелеп сығып, Мөғлифә инәйҙең ҡолаҡ төбөндә генә моң ишетелде. Улының йыры... Бығаса был яҡтарҙа уны, моғайын, бер кем дә йырламағандыр. Оҙатҡан көнө хушлашыуҙың һуңғы минуттарында, Ярулланың гармунына ҡушылып, Айбулаты йырлағайны. Эйе, эйе, шул йыр. Арбаларға ултырғас ҡына улы башлаған был моң ул кистә Мөғлифә инәйҙе һушһыҙ итә яҙғайны. Уны Айбулаты әсәһе өсөн иң һуңғы минуттарҙа әйтер васыяты итеп һаҡлап йөрөткәндер:
Тал бөҙрәһен, тал бөҙрәһен,
Тал бөҙрәһен өҙмәгеҙ.
Мин юғалһам, йә уттарҙан,
Йә һыуҙарҙан эҙләгеҙ...
Эй ғүмер, ғүмер... Был минуттарҙа Мөғлифә инәйҙең иҫтәлектәре, әрнеүҙәре, өмөттәре — бары ла бергә ҡушылғайны: ул күршеһенең өйгә инеүен дә, янына килеп баҫҡанын да башта шәйләмәне, ниҙер әйткәнен дә тәүҙәрәк аңламаны. Тик бер аҙҙан ғына, Нәсихәне күргәс, уларҙы сәйгә әйтеүен иҫенә төшөрҙө лә уңайһыҙланыуынан, эй Алла, тип ҡуйҙы. Үҙен ҡулға алырға тырышты.
— Нурулла улым ҡайҙа, ниңә инмәне? — Ошо һорауҙы биреү менән йәһәт кенә урынынан ҡуҙғалып, биҙәкле оло таҫтамал менән ябып ҡуйылған ризыҡлы өҫтәл эргәһенә атларға уйлағайны ла, барып сыҡманы: уң аяғынан һурылған галошына эләгеп һөрлөгөп китте. Нәсихә шул минутта ынтыла һалып тотоп алырға өлгөрмәһә, Мөғлифә инәйҙең йөҙө менән иҙәнгә барып төшөүе лә мөмкин ине.
— Рәхмәт, ҡыҙым, рәхмәт, ҡолағанда тоторға, илағанда йыуатырға әлдә һеҙ бар әле, — тине ул аҙарынып, өҫ-башын, сәстәрен рәтләй-рәтләй. — Иткән изгелектәрегеҙҙең рәхмәтен донъялыҡта күрегеҙ инде.
— Әллә әҙ генә ҡартайған булаһың инде, Мөғлифә апай. Ҡуйһәнә, бирешмә, һин ундай кешеме. — Ошо һүҙҙәренән һуң Нәсихә, баланы йыуатҡандай, күршеһенең арҡаһынан еңелсә генә һөйөп ҡуйҙы. — Нурулланың эше бөтәме ни инде, иртәгә Аҡкүл бригадаһында йыйылыш үткәрәләр икән, апайым үпкәләмәһен инде, әҙерләнәһе бар, тип ҡағыҙҙарына күмелеп ултырып ҡалды.
— Нишләп үпкәләйем. Эше бөтмәй — йәне тынмай инде уның. Ғүмер буйы шулай булды бит ул. Эш тип, кеше тип янды ла көйҙө. Ярар, ярар, эшсән кеше бәхетте эшендә күрер, ялҡау бәхетте төшөндә күрер, ти торғайны минең әсәй мәрхүмә. Икегеҙ ҙә үтә уңғанһығыҙ инде. Йәнегеҙ йәннәттә булыр әле.
Нәсихә диван ситендәге портреттарҙы һаҡлыҡ менән генә ҡулдарына алды ла, беренсе тапҡыр күргәндәй, оҙаҡ ҡына текләп торғандан һуң, Мөғлифә апай ишетмәһен тигәндәй, шым ғына:
— Эй был һуғыш... — тип ҡуйҙы. — Һуғыштың үҙе бөтһә лә, эҙе бөтмәй һаман.
— Беҙ бөтөрбөҙ, ул бөтмәҫ инде. Беҙҙән китһә лә, ерҙән китмәҫ. Яу яраһы ябыламы ни ул... Ярар, әйҙә әле, ҡыҙым, өҫтәлгә яҡынла. Әлдә генә килдең, Мөғлифә апайыңдың рәт-сираты самалана бара инде. Ҡалаға барырға йыйынам тағы. Йөрөмәҫ тә инем, үҙҙәре ниңәлер ҡайтмай бит. Нимә булғандыр тағы. Үлгәне өсөн бер ҡайғырһаң, тереһе өсөн биш хәсрәтләнәһең.
— Ҡуйһәнә, апай, артыҡ ҡайғырма. Һинең кеүек Сталинград тиклем Сталинградҡа барып ҡайтҡан кешегә үҙебеҙҙең бынау торған Өфөгә барыу ни тора... Ҡайҙа, үҙем яһайым әле, — Нәсихә, күршеһен тынысландырырға, күңелен күтәрергә теләп, сәй яһау мәшәҡәттәрен үҙенә алды ла һүҙҙе иртәгәһе көнгө сәфәргә күсерҙе. — Зағафуран ағайҙың Замиры менән китәһеңме?
— Эйе, көндөҙ үҙе килеп китте әле ул бала. Инәй, юл оҙон, иртәрәк сығайыҡ, әҙерләнеп кенә тор инде, тигән була. Юл ыңғайында әллә ниндәй бер ауылға ла һуғылаһы бар ине, ти.
— Ә-ә-ә, теге ауылдыр инде, Борисовка тинеме?
— Шулай булды, ахырыһы.
— Шул ауылдан булған бит теге дуҫы, сыуаш егете. Тыуған ауылына алып ҡайтып күмгәндәр. Замир, юлы төшһә, гел һуғылып, сәскә һалып үтә икән. Газеталарға ла яҙҙылар бит.
— Эй был донъя, был яҙмыш тигәнең. Кем уйлаһын инде шул бала һуғышта йөрөр тип... Әле иҫкә төшөп ултыра: анау миҙалын тағып алһа ярар ине, әйтергә онотҡанмын. Осрашыу ойошторғайнылар бит клубта, шунда күргәйнем.
— Миҙал түгел, ул — Ҡыҙыл Йондоҙ ордены. Юлға түгел, осрашыуға орденын тағырға күндерә алмай бер булғандар. Үтә баҫалҡы егет бит ул.
— Олатаһы Зөлҡәрнәй ҙә шулай булды. Кешегә изгелек ҡылыр, әммә ҡылғанын ҡысҡырып йөрөмәҫ ине. Үҙе бөткөһөҙ тәүәккәл дә ине инде. Ауылда уны «Чапай» тип йөрөтә торғайнылар. Кеше уйлағансы, ул эшләп тә ҡуя. Минең Абдуллам менән йән дуҫ инеләр. Бергә үҫтеләр, бергә эшләнеләр, һуғышҡа ла бергә киттеләр. Абдуллам бер хатында, Зөлҡәрнәйҙең тәүәккәллеге арҡаһында ғына тере ҡалдыҡ, Чапай булмаһа, беҙҙең баштар бөткәйне был төндә, тип яҙғайны. Ҡайтҡас, гел шул турала бәйнә-бәйнә һөйләр ине... Батыр даны юғаламы ни. Икеһенә лә миҙалмы биргәндәр. Ана шуны тағып икәүләп төшкән фотолары инде. Ниңәлер Зөлҡәрнәйҙең Гөлғәйшәһенә ебәргән фотоһы уға килеп юлыға алманы. Фотоны уртаға бүлешеп алдыҡ. Ана шуны ҙурайттырып элдем.
Нәсихә, диванға баҫып, үрелеп рамдың береһен алды ла яңынан фотоға текәлде.
— Абдулла ағайға «Батырлыҡ өсөн» миҙалы биргәндәр, — тине ул башын күтәреп. — Ҡасан ебәргәйне?
— Ҡырҡ өсөнсө йылдың август башында. Ошонан һуң хат-хәбәре оҙаҡ булмай торҙо. Өмөт өҙөп бөткәйнем инде. Яраланған икән, дауаланырға оҙатҡандар. Тере ҡалырыма ышаныс бөткәс, яҙмай торҙом, ти бер саҡ. Йәнәһе, ҡайғыға һалмай. Өс көн иланым. Ниңә әйткәненә үкенеп бөттө. Ә Гөлғәйшәгә Зөлҡәрнәйенең хәбәре ҡырҡ өстә килгәйне. Ышанманы ла бит, дөрөҫ хәбәр булған шул. Яндарында ғына снаряд шартлаған...
— Гөлғәйшә апайҙың ауылдан китеүенә лә байтаҡ булалыр инде?
— Ул ни ҡырҡ һигеҙҙәрҙә үк, юҡ, ҡырҡ туғыҙҙа сығып китте. Эйе, шулай, ҡыҙын утыҙ туғыҙынсы йыл тапҡайны, ун йәшендә сәсәк ауырыуынан үлеп ҡалды. Уның ғазапланыуҙарын мин генә беләм инде. Үҙем дә бит бер йылда өс баламды ер ҡуйынына һалып ҡуйғайным, бала хәсрәтен әсә йөрәге генә белә, эй Алла, дуҫың түгел, дошманыңа күрһәтмәһен. Үҙенә ҡул һалырға ла ниәтләнеп бөттө. Уны ауылдан китергә үҙем ҡоторттом. Әҙерәк еңелерәк булыр, тинем. Малайым әҙ генә ҙурая төшкәс, яныңа мин дә барырмын, тигән булдым. Сынбулатым ҡырҡ һигеҙҙә тыуҙы, балаға өмөт юғалғайны, бәхет бар икән, тик Абдуллам ғына улының тыуыуына ярты йыл да ҡыуана алманы — китеп барҙы. Ул вафат булғас, уйлап та ҡуйғайным, әлдә китмәгәнмен...
— Һин уға инәһеңдер бит?
— Инмәй ни, уға һуғылмай ҡайтҡаным юҡ. Беҙҙең күрешмәгәнгә лә хәтһеҙ үк ваҡыт үтте инде. Башта үҙемдекеләрҙең хәлен беләм дә... Күңелем һиҙенә, араларында тағы ла нимәлер булған. Эй, Нәсихә, атай нигеҙен үҙһенмәгән баланың рәтле тормошо буламы ни ул. Шул балаларҙы ҡалаға ебәрмәҫкә күпме тырыштым, юҡ инде... Бигерәк тә Сынбулат, әллә нәмәһен шунда юғалтҡандай, ашҡынды бит ҡала тип.
— Теге ваҡыт ауылда ҡайһылай матур йәшәйҙәр ине. Уларҙың мөхәббәтенә, татыулығына һоҡланып бөтә алмай инек тә. Киленең Стефания ла, ҡәйнәм, тип өҙөлөп тора ине.
— Киленемә һүҙ юҡ. Сания тигән исеменә лә, ауылға ла ныҡ күнгәйне. Әллә ҡайҙа үҫкән бала үҙһенмәй торманы, яҡшылығы менән яраны. Үҙен күрмәгәс, телен белмәгәс, башта бик ҡайғырғайным. Аҙна-ун көн эсендә эс-бауырыма инде бит шул бала.
— Йыл үтер-үтмәҫтән беҙҙеңсә һупалай башланы бит әле ул.
— Йыл тиһең, беҙ уның менән ай эсендә гәпләшә инек инде. Башҡортса өйрәт, тип быуыныма төшә торғайны. Мин һине молдаванса өйрәтәм, тигән була. Урыҫса һөйләһә, апаруҡ аңлайым, юҡ, йөрөй-йөрөй ҙә үҙенсә һалдыра башлай, унан йырлап ебәрә.
— матур йырлай бит ул. Анау бер табында йыры менән бөтәһен хайран ҡалдырҙы ла. Ауыл кешеләре лә бик яратты үҙен.
— Милләттең яты юҡ, йөрәктең яты бар. Киленем бик һәйбәт, уңған. Йылы көн ҡарҙы иретер, йылы һүҙ йәнде иретер, тимәҫтәр ине... Ана шуға борсолам да инде. Сынбулаттың еңел-елпе уйлап ҡына хәл итә торған холҡон белгәнгә ҡурҡам. Баланы етем итеп, киленемде яңғыҙ итеп ҡуймаһын...
Ике күршенең, оҙаҡ күрешмәй торған кешеләрҙәй, һөйләшеп серҙәре бөтмәне. Стеналағы боронғо ҙур сәғәттең «дың» итеп һуғып ҡуйыуы ғына уларҙың береккән әңгәмәһен бүлде. Нәсихә, яңы ғына иҫенә килгәндәй, йәһәт кенә урынынан ҡуҙғалды.
— Төнгө берҙе еткерҙек, — тине ул, тағы сәғәткә күҙ һалып, — мин дә рәт белмәнем. Тәмле сәйеңә, яйлы хәбәреңә алданып тик ултырам. Һеҙҙең иртүк ҡуҙғалырҙы ла онотҡанмын. Сынбулатҡа, Стефанияға, Гөлғәйшә апайға беҙҙән сәләм әйт. Иҫән-һау йөрө, мал-тыуарың, донъяң өсөн хафаланма — ҡарармын, үҙем етешә алмаһам, Диларам килер, харап өлгөр ҡыҙ ул.
— Рәхмәт инде, рәхмәт. Юҡҡа ғына, яҡшы дуҫ туғандан артыҡ, яҡшы күрше атамдан артыҡ, тимәгәндәрҙер. Һеҙгә ышанмаһам, таянмаһам, өйөмдән ситкә бер аҙым атламаҫ инем.
Шул саҡ Булат төшөндә һаташып һөйләнә башланы:
— Танкылар, танкылар... Граната бәр... граната...
Мөғлифә инәй ейәнен әҙ генә ҡуҙғата биреп ҡуйҙы.
— Көндәр буйы Мөбәрәктең ике малайы менән уйнай. Ә уларҙың белгәне — һуғыш уйыны. Эй балалар, аңламайҙар шул әле... Уларҙың олатаһы Шәһит әсирлектә һәләк булған бит. Уның ике ҡустыһы — игеҙәктәр Ирғәле менән Бирғәле лә һуғыштан ҡайта алманылар... Кисә эт кеүек бысранып ингән. Нимә тип уйнайһығыҙ шул һуғыш уйынын, тип орошам. Күҙҙәрен сылт-сылт йомоп, Айрат менән Айҙарҙың олаталарын ҡотҡарырға барасаҡбыҙ, ти. Айбулатымдың бәләкәй сағы инде. Ҡосаҡлап алдым да иларға тотондом. Айбулатым, Айбулатым, тип яратам икән дә, минең исемем Булат бит, ә күлдәкте үҙем йыуырмын, илама, өләсәй, тигән була. Миңә ғүмергә Айбулатым урынына булырһың инде, балам. — Мөғлифә инәй, ынтылып, ейәнен юрған аша гөпөлдәтеп һөйөп алды. — Ярар, ҡыҙым, һине тотам. Килеүеңә ҙур рәхмәт, күңелем бушап ҡалды... — Күршеһе менән хушлашҡас, Мөғлифә инәй, утты һүндереп, ейәне эргәһенә барып ятты ла күҙҙәрен йомдо. Тик бер ҡуҙғалған күңел тынысланамы ни ул: хәтер ҡанаттары, йәйге йоҡоһонан айырып, йәшлек йылдарына алып осто...
II
Мөғлифәнең атаһы герман һуғышынан әйләнеп ҡайта алмағас, әсәһе Бәһиә, өс балаһының йәнен һаҡлап ҡалыр өсөн, көнө-төнө бишкә ярылырҙай булып өҙгөләнде, тик аслыҡтың боғаҙға батырған хәтәр тырнаҡтарынан оҙаҡҡа сыҙай алманы — егерме беренсе йылдың мартында донъя ҡуйҙы. Әсәләре артынса уҡ ике туғаны ла гүр эйәһе булды. Мөғлифәнең ғүмере лә, ағас япрағы кеүек, бына-бына өҙөлөргә етеп донъяның мәрхәмәтһеҙ елендә бәүелде. Тик сәғәте етмәһә, кеше ғүмере түгел, япраҡ та өҙөлөп төшмәй. Мөғлифәгә был мәлдә тормош саҡ ҡына миһырбанлыҡ күрһәтте. Бөтөнләй етем ҡалғас, барлы-юҡлы әйберҙәрен төйнәп, уның янына ике туған апаһы Заһиҙа күсеп килде. Үгәй әсәһе Хәнәнең бәләкәй сағында ҡанһыҙланып туҡмауҙан арҡаһы көмрәйеп ҡалған Заһиҙа эшкә үтә уңған булып сыҡты. Мөғлифәне лә күп нәмәгә өйрәтте. Мунсанан саҡ ҡына ҙурыраҡ йортто, тышын балсыҡ менән һылап, ағартып алдылар, орлоҡ рәтләп, әҙ генә тары сәстеләр, бәләкәй арба менән ташып, ҡышлыҡ утын еткерҙеләр. Мөғлифә тағы ла буйға тартылды, бөтөнләй ябыҡ кәүҙәһенә әҙерәк ит ҡунды, ә инде йыл ярым үтеүгә кеше күҙенә салыныр һылыу бер ҡыҙға әүерелде. Ана шуға ла улар йорто тирәһендә йыш ҡына егет-йорат урала башланы, хәл белешергә тигән һылтау менән ҡыҙҙар йортона инеп сығыусылар ҙа булды, туранан-тура яусыларға килеүселәр ҙә табылды. Мөғлифә: «Минең күңел тартҡан кешем бар, унан башҡаға ризалығым юҡ», — тигәс, апаһы һеңлеһенә килгән димсе-яусыларҙы, төрлө сәбәптәр табып, оҫта ғына оҙата килде. Күңел тартҡан егеттең кем булыуын һиҙенгәс, Заһиҙа артығын һорашып-ныҡышып торманы...
Бер көндө кисләтеп кенә Мөғлифәләргә, әллә ниндәй эш ҡыйратып йөрөгән әҙәмдәй хәле бөтөп, Хәнә килеп инде. Әйтер һүҙен, юхаланып, алыҫтаныраҡ башланы:
— Һеҙҙе төшөмдә йыш күрәм. Әллә ауырып киттегеҙме, тип ҡурҡып бөттөм. Килергә, хәлегеҙҙе белергә әллә ҡасан йыйынам да бит, донъя мәшәҡәттәренән бушап ҡына булмай ҙа ҡуя. Йә үҙегеҙ ҙә ниңәлер килеп сыҡмайһығыҙ, һеҙгә тип кенә әҙерләп ҡуйған нәмәләрем дә бар ине... — Ҡыҙҙар өндәшмәгәс, ян-яҡҡа ҡаранып, әҙ генә өнһөҙ ултырҙы ла һүҙен дауам итте: — Мөҡсин күршеләрҙе әйтәм, бигерәк сауаплы, бигерәк изге йәнле алла бәндәләре инде. Кеше өсөн өҙөлөп кенә торалар. Күргән һайын, ниңә шул балаларҙы сәйгә генә булһа ла алып ҡайтмайһың, тиҙәр ҙә һорайҙар. Бына үҙегеҙгә әҙерәк күстәнәс тә ебәрҙеләр әле. — Хәнә төргәкте өҫтәлгә ҡуйыуға, Заһиҙа, үгәй әсәһенең тел төбөн аңлап, нимәгә йөрөгәнен бик тиҙ төшөнөп алды. Хәнәнең артабанғы һүҙҙәре икеләнергә урын ҡалдырманы: — Уларҙың малайын күрһәгеҙ икән: өрлөк кеүек егет. Буй-һыны ла бар, байлығы ла етерлек. Уға донъя көтөргә килгән ҡыҙ, билдәле инде, бал-май эсендә, бәхет өҫтөндә йөҙәсәк. Ә бит егеттең күңеле...
Ошо урында Заһиҙа ултырған урынынан баҫа биреңкерәп ҡуйҙы ла Хәнәне ҡырҡа бүлдерҙе:
— Етәр, башҡаһын һөйләмәһәң дә була, һүҙеңде юҡҡа әрәм дә итмә. Мөғлифә лә мейес Минһажға бер ваҡытта ла сыҡмаясаҡ. Атайымдың һине — йыланды ҡуйынына алыр өсөн, әсәйемде һәләк иткәне лә еткән... Һөйләмәгәндәр, бер нәмә лә белмәй, тип уйлайһыңмы ни? Барыһын да беләм. Хәҙер килеп, Мөғлифәне һатып, мал йыймаҡсы итәһегеҙме? Юҡ инде, ул замандар уҙған — көлө туҙған, илдә хәҙер Совет власы, етемдәргә лә көн килде. Ҡыҙҙар ҡыҙыл ямау түгел, ҡайҙа етте шунда тегергә...
Апаһының ҡыйыу һөйләшеүенә эстән генә кинәнеп ултырған Мөғлифә лә, һырый башлаған ҡулъяулығын йәһәт кенә мендәр аҫтына йәшергәс, йөрәкһеп-ярһып әйтә ҡуйҙы:
— Йөрөмәһен ул Минһажығыҙ минең арттан. Нисә йыл этләй инде. Мин уға үлһәм дә сығаһым юҡ.
Бындай һөйләшеүҙе һис кенә лә көтмәгән Хәнә, асыуынан нимә эшләргә белмәй, хатта урынынан тороп уҡ китте. Өҫтәлдәге төргәкте ялпылдата тартып алды ла, ишеккә табан бер-ике аҙым атлағас, уң ҡулын баш өҫтөндә уйнатып:
— Ай-һай, әҙәм булған ике йолҡош, — тип сәрелдәне. — Өҫ-башын ябыр сепрәктәре булмаһа ла, ҡара уларҙы, ҡалай һөйләшкән булалар бит әле. — Унан, ауыр кәүҙәһен еңел ташлап, йөҙө менән Заһиҙаға боролдо. — Һиндәй бөкрөгә димләмәйем бит, һине ниндәй егет алһын ти, хәшәрәт, емтек... — Мөғлифә яғына ла етеҙ боролоп бармаҡ янаны: — Һин дә бик маһайма, ҡыҙ байлығы — бер төнлөк, бер һурҙыҡ та төкөрҙөк булмаһын... Ике асҡаранай, зар илар көнөгөҙ алда әле...
Хәнә енләнеп-дауылланып сығып киткәс, ҡыҙҙар оҙаҡ ҡына тын ултырҙылар. Заһиҙа күҙҙәрен һөртөп алды, апаһын йәлләүҙән Мөғлифәнең дә күңеле тулды. Әммә ҡыҙҙар йомшарыуҙарын бер-береһенә һиҙҙермәҫкә тырышты. Мөғлифә, ҡулъяулығын алып, яңынан сигә башланы, апаһының тыныслана төшөүен күреп, һорап ҡуйҙы:
— Ә ниңә «Мейес Минһаж» тиҙәр һуң уны?
— Мейес кеүек ҙур булғанғалыр инде. Арҡырыны буй әйләндереп һалмай, әҙергә-мәҙер булып, ашау-эсеүҙән башҡаны белмәгәс, кәүҙә үҫтермәй нимә эшләһен.
— Үҙе йыуаш ҡына күренгән кеүек.
— Йыуаш... Тыштан йыуаш, эстән шайтанға юлдаш. Атаһы кеүек, этлектән башҡа нәмә белмәй. Әллә ниндәй ҡара уйҙары барҙыр әле уларҙың. Һаҡ бул, туғаным...
Дөрөҫ әйткән Заһиҙа. Хәнә берҙе биш итеп ҡайтып һөйләгәс, күрер күҙгә артыҡ ярһымаһалар ҙа, Мөҡсиндең дә, малайының да шайтандары тамам ҡоторҙо. Атаһы: «Ир битенән көлөү — ер битенән көлөүҙән яман, мин һинең йәшеңдә булһаммы, үҙем белер инем нимә эшләргә», — тигәс, Минһаждың бығаса күңел төбөндә йыландай йәшеренеп ятҡан ҡара уйы, бер юлы ҡуҙғалып, ҡанын ҡайнатты, ярһыуын ҡамсыланы.
Мейес Минһаж Мөғлифә менән аулаҡта осрашырға ҡулайлы мәл, яйлы урын эҙләй башланы. Күҙгә-башҡа салынмай ғына кис-ҡырын ҡыҙҙарҙың йорто тирәһендә уралды, ат эҙләгән булып, Мөғлифәнең килеүен Йәшкүл йылғаһы буйындараҡ көтөп йөрөнө. Ҡыҙҙың күңеле лә һиҙгер, уяу ине, апаһының кәңәшен тотто, бер ерҙә лә яңғыҙы булмаҫҡа тырышты. Убалар урамында әсәһе менән генә йәшәүсе Абдулла ине Мөғлифәнең күңел тартҡаны, һүҙһеҙ яратҡаны, алдағы яҙмышының тыуыр таңдарына өмөт бағлатыусыһы. Тик уны нисек аңлатаһың уға?..
Ә бит егет тә ҡыҙ тип өҙгөләнде. Тик Абдулла ла үтә ныҡ оялсан ине. Мөғлифәне күреү менән ҡыҙарынды, ҡыҙға бер ҡарап йылмайыуҙан артығына ҡыйыулығы етмәне.
Егеттең ошо хәлен аңлап, ҡыҙҙың да эстән генә һыҙып йөрөүен һиҙеп, Заһиҙа бер көндө:
— Иртәгә Абдулланы саҡырам әле, анау бағаналарҙы ултыртышып бирһен, һарай һымаҡ нәмә рәтләр кәрәк, берәй кәзә бәрәсе һатып алһаҡ, уны ҡайҙа ҡуйырбыҙ. Әҙерәк он бар, ыумас ыуырбыҙ, үтә уңған егет, тыңлар әле, — тине.
Мөғлифәнең оялыуына ҡушылған шатлығы бит остарында алһыуланды, күҙҙәрендә осҡонланды. Ә үҙе сер бирмәгән булды:
— Ҡуйсәле, апай, килешмәгәнде, яйлап үҙебеҙ булаштырыр инек әле.
— Эй, туғаным, беҙ — беҙ инде ул. Ҡыҙҙар халҡы «мин!» тигән, үҙе әтәстән дә еңелгән, егет ҡулы тимерҙән, бер тотоуҙан өҙөлгән, тигәнде ишеткәнең бармы?
— Юҡ, ҡалай ҡыҙыҡ әйтелгән.
— Ҡыҙыҡтан бигерәк дөрөҫ әйтелгән. Егет көсө — беләктә, ҡыҙ көсө — күкрәктә. Уларһыҙ донъя һанһыҙ. Сәсең бәйләнгән, яҙмышың шул икән, икеләнәһе юҡ. Күреп торам, Абдулланың да күңеле бары һиндә, әгәр һоратһа...
— Кит, апай, һине ташлап...
— Ниңә ташлай ти, ауылдан китмәҫһегеҙ бит? Бергә-бергә йәшәрбеҙ әле. Абдулланың әсәһе Шәмсиә инәй ҙә ҡартайған инде...
Донъя күрке йәр менән, тимәҫтәр ине. Дәртең йыһанға һыймай. Йәштәр өсөн был көн көтөлмәгәндә килгән баш әйләндергес байрам булды. Егет менән ҡыҙ бөгөн тау күсерергә ҡушһалар ҙа, бер ни тормаҫ, башҡарырҙар ине.
Кис етәрәк Заһиҙа, йомош табып, кемдәргәлер киткәс, Мөғлифәнең: «Арыманыңмы?» — тигән һорауына Абдулла, әллә көтөп, алдан уйлап йөрөгән, батырлығын йыйып: «Һинең янда таш ватһам да рәхәт миңә», — тине лә, үҙ яуабынан үңәсенә тиклем ҡыҙарып, баҡса артындағы йылға буйына йүгерҙе. Юҡ, йүгермәй, осоп бара ине ул был мәл. Мөхәббәт кенә ҡанатһыҙ осора...
Ә ағас төбөндә ышыҡланып, барыһын күҙәтеп, ярһыуҙан ярылырға етә яҙып Минһаж тора ине. Абдулла уға килеп бәрелә яҙҙы. Минһаж, батмандай ҡулдары менән киндер күлдәгенең түшенән эләктереп, көтөлмәгән осрашыуҙан аптырап ҡалған Абдуллаға теш араһынан бышылданы:
— Нимә, кейәү егет булмаҡсыһыңмы? Бына! — Ул уң йоҙроғон Абдулланың танауына терәне. — Мөғлифәгә ҡағылма, ул барыбер минеке, ишетәһеңме — минеке!.. Теләһә, теләмәһә лә — минеке!.. Әгәр тағы бер уның янына килһәң, төрнәп-төрнәп ер аҫтына тығып ҡуйырмын, донъя хәйерсеһе!.. — Минһаж бар көсөнә Абдулланы артына этеп ебәрҙе. Ташлы ярға башы, арҡаһы менән ныҡ бәрелеүҙән Абдулланың ауыҙ-танауынан ҡан китте. Әммә егет йығылманы. Шаңҡыуҙан, ни булғанын ҡапыл ғына аңлай алмауҙан аптырап, иҫенә килә алмай торҙо. Ләкин көслө, йылғыр, еңел һөйәкле Абдулла, иҫ-аҡылын йыйыу менән, эштең етдилегенә тиҙ төшөндө. Уң яҡта аяҡ аҫтында ятҡан ҙур ташты йән ярһыуы менән ынтылып алып, ҡапыл баш осона күтәрҙе һәм Минһажға табан килә башланы. Бындай боролошто һис кенә лә көтмәгән Минһаж ҡото алынып, хәле бөтөп: «Ни... ни... ни-мә... эш-ләйһең!?.» — тип, ауыр кәүҙәһе менән артына сигенергә уйлағайны ла, ағас тамырына эләгеп, шабырлап барып һыуға йығылды. Ҡурҡыуҙан ҡалтыранған килбәтһеҙ ҙур кәүҙәһе йылғала буталды, оҙаҡ ҡына тора алмай аҙапланды. Уғаса булмай, Абдулла, ташын күтәргән килеш, Минһаждың баш осона уҡ барып баҫты.
— Ҡабатла, нимә тинең, ҡәбәхәт, — тине ул тәүҙә, берәү ҙә ишетмәһен тигәндәй, бышылдап ҡына. Унан ярһып, бар көсөнә ҡысҡырып ебәрҙе: — Ҡабатла! Хәҙер мейеңде күсерәм, ҡәбәхәт!.. — Киске тауыш йылға, тау, урман буйҙарында, бөтә ауылға яңғырап китте. — Ҡа-бат-ла!.. Ҡә-бә-хәт!..
Бер нисә минуттан Мөғлифә йүгереп килеп араларына инмәһә, был хәл нимә менән бөтөр ине — әйтеүе ҡыйын.
— Абдулла, теймә шуға, үҙ юлында үҙе табасаҡ ул... Йөрөмә мине һағалап, Минһаж, барыбер һиңә булаһым юҡ... Яратҡаным... һөйөр кешем бар... — Мөғлифә Абдуллаға табан тағы бер аҙым яһаны ла саф күҙҙәрен егеткә төбәне. Абдулланың ҡулындағы ташы ҡайҙалыр тәгәрәп төшөп китте. Егет, ҡыҙҙың нәфис бармаҡтарын һөйәлле устарына алып, башҡа ваҡыт һис батырсылығы етмәҫ һүҙҙәрен әйтте:
— Ҡурҡма, Мөғлифә, мин һине бер кемгә лә бирмәм.
Был саҡта Минһаж, шапыр-шопор йылғанан сығып, тауға үрләй-үрләй һауала уң йоҙроғон уйната ине. Ә теле бары бер һүҙҙе ҡабатланы:
— Осрашырбыҙ! Осрашырбыҙ! Ос-ра-шыр-быҙ!!!
Был хәлдән һуң Абдулла бер нәмәне асыҡ аңланы: Мөғлифәне һаҡларға кәрәк. Юҡҡа янамай — Мейес Минһаждан бөтәһен дә көтөргә мөмкин. Өйләнеү хаҡында әсәһенә һиҙҙерһә, хуп күрәсәк, улай ғынамы, тиҙләтергә тырышасаҡ. Һуңғы ваҡыттарҙа, һүҙ яйын сығарып, хәбәрен ошоға борорға ғына тора. Йәшлегенән мираҫ булып ҡалған берҙән-бер алтын-көмөш әлмәйҙеген һатырға кәрәклеккә ишара яһау хикмәте лә, моғайын, алъюһыҡтан ғына булмағандыр. Юҡ, кәләш төшөргәндә ауылдаштары, дуҫ-иштәре алдында оятҡа ҡалмаҫлыҡ ҡына рәтте Абдулла үҙе лә таба алыр. Тик әҙ генә көтөргә кәрәк. Йот йыл үтеп китте, донъя гел улай булмаҫ бит. Миҙгел етмәй, бәхет килмәй, тиҙәр ҙә.
Ләкин йәштәр көҙҙө лә көтмәй ҡауыштылар. Бының сәбәпсеһе тағы шул Мейес Минһаж булды.
Июнь аҙаҡтарының бер көнөндә Заһиҙа ҡапыл ғына ауырып китте. Тәүҙәрәк Мөғлифә апаһына эҫе ҡапҡандыр, үтеп китер әле, тип уйлағайны ла, тора-бара Заһиҙаның ҡоҫоуын, ауыҙ-танауынан ҡан китеүен, йүнләп һөйләшә алмауын күргәс, ауыл муллаһы Бәшәрҙе эҙләп йүгерҙе. Ул ни, берәй төшөм генә көтөп ултырған Ябалаҡ (уны ауылда шулай тип тә исемләйҙәр ине), һәп итеп килеп тә етте. Мулла көн оҙоно маһирлығын күрһәтте: доғаһының берәүһен бөтөрөүгә икенсеһен яңыртты, ишек яңаҡтарын сайҡап, ауырыуҙың йөҙ-башына «изге һыу» бөрктө. Тик был «табиплыҡ»тың файҙаһы һис кенә лә һиҙелмәне, киреһенсә, Заһиҙаның хәле минут һайын ауырлашҡандан-ауырлаша ғына барҙы. Кискә табан күҙ төптәре тағы ла ҡарайыбыраҡ китте, тора-бара әҙ генә лә ҡуҙғала алмаҫ, тамсы ла һыу йота алмаҫ булды. Мулла, эштең нимәгә барғанлығын һиҙенеп, эләктергән хәйер-саҙаҡаһын ҡулына йомарлап, тиҙерәк һыпыртыу яғын ҡараны. Ә үҙе һаман: «Иншалла, доға килеште, ауырыу көс туплай, таңға шәбәйер, иншалла», — тип мығырланы. Сығыр алдынан матур итеп үрелгән, ишек башына эленгән ҡайыш сыбыртҡыға күҙе төшөп: «Быны ҡаты ауырыу янында һис ҡалдырырға ярамай», — тип хәйләләп, үрелеп алды ла ҡунысына тығып ҡуйҙы, унан ялпылдап тышҡа ынтылды. Мөғлифә сыбыртҡының атаһынан ҡалған берҙән-бер иҫтәлек булыуын әйтергә ауыҙын асҡайны, аптырау-оялыуҙан бер һүҙ әйтә алмай ултырҙы ла ҡалды. Хәйер, өндәшеүҙән ни файҙа. Тиҙерәк киткәне хәйерле. Ана бит, Мөғлифәләрҙең юҡ донъяһына темеҫкенеп, барлы-юҡлы нәмәләрен, күҙ терәп торған аҙыҡ-түлегенә тиклем алып сығып олаҡты. Ярар, уныһына артыҡ ҡайғырманы Мөғлифә. Баштары һау булһын — мал табылыр. Апаһы ғына шәбәйһен. Бының өсөн ул өҫтөндәге һуңғы күлдәген һыпырып бирергә лә риза. Тик нишләргә һуң? Заһиҙаның һүнә барған йөҙөнә ҡарап, йәш һығып ултырыуҙан ни файҙа?
Мөғлифә ошо уйҙарынан, ҡайҙалыр һуңға ҡалыуын аңлаған кешеләй, ырғып торҙо ла сығып йүгерҙе. Бер нисә минут үтеүгә, хәле бөтөп, үҙҙәренән дүрт өй аша торған Саҙыҡ бабай менән Өмөгөлсөм инәйҙәргә барып инде. Уларҙа ауыл балаларын уҡытырға быйыл ғына килгән Фәрихә исемле мөғәллимә йәшәй ине. Мөғлифә уның берәй төрлө ярҙамына өмөтләнде. Фәрихә ҡыҙҙың йәш аралаш ялбарыулы һүҙҙәренән Заһиҙаның һуңғы сиктә ятыуын аңлап:
— Туғаным, былай итәйек, — тине сабыр ғына, ләкин ышаныслы тауыш менән, — һин хәҙер, ҡараңғы төшмәҫ элек, Ҡунаҡбай ауылына йүгер. Унда врач бар, уға ат та беркеткәндәр, тип ишеттем. Ә мин бында хәл ҡәҙәре апайыңды ҡарап торормон. — Шунан ул йәһәт кенә өҫтәл тартмаһынан дәфтәр менән ҡәләм сығарып яҙа башланы. Яҙып бөткәс, дәфтәр битен йыртып, Мөғлифәгә тотторҙо. — Ошоно тапшырырһың, изгелекле кеше ул, өйҙә булһа, килмәй ҡалмаҫ. Ҡунаҡбай һеҙҙең ауылға нисә саҡрым? Алтау бармы?
— Етегә яҡын шикелле.
— Ҡурҡмаҫһыңмы һуң? Әллә...
— Юҡ, апай, ҡурҡмайым, мин унда әсәйемә эйәреп бәләкәй саҡта бара торғайным.
— Әләйһәң, тәүәккәллә, туғаным, — Фәрихә шыбырлап ҡына өҫтәп ҡуйҙы, — юҡһа, һуң булыуы бар...
Ҡояш байырға ҡолас ҡәҙәре генә ҡалғас, Мөғлифә Ҡунаҡбайға ҡарай йүгерҙе. Ике саҡрым самаһы араны — Ҡалҡан урманына барып ингәнсе — бөтә көсөнә ынтылды, тәүҙәрәк артыҡ арығанын да һиҙмәне. Тик бер аҙҙан тыны ҡыҫыла, быуындары ҡалтырай, хәле бөтә башлауын һиҙҙе. Апаһы хәсрәтенән көн оҙоно тәғәм ризыҡ ҡапмай өҙгөләнеп йөрөүҙән, хәҙер килеп, туҡтауһыҙ йүгереүҙән күҙ алдары ҡараңғылана биреп тә ҡуйҙы. Шулай ҙа Мөғлифә ярты юлды үткәнсе тешен ҡыҫып түҙҙе, унан һуң ғына, хәле тамам алынғас, ашығып атлауға күсте. Июнь кисенең һалҡынайырға өлгөрмәгән урман һауаһы, еләҫ кенә булып, бит остарынан иркәләне. Һүрән йылылығын таратҡан ҡояштың ҡыҙыл нурҙары, ағас япраҡтарынан һарҡылып үтеп, урман аҡландарына һуңғы тоноҡ яҡтылығын һипте. Баш осонан ара-тирә фырлап осоп киткән ҡоштарҙан, ҡолаҡ төбөндә һирәк-һаяҡ безелдәп ҡуйған серекәйҙәрҙән башҡа урманда шылт иткән тауыш юҡ. Тик тынлыҡ шомлоҡто арттыра ғына ине. Мөғлифәнең дә урманға ингән һайын ҡурҡыуы көсәйә генә барҙы. Әҙерәк хәл кергәндәй булғас, ул яңынан әкрен генә йүгерә башланы. Әммә оҙаҡ китә алманы, ҡапыл ишетелгән арба шылтырауына артына боролоп ҡараны ла ҡото алыныуҙан урынында баҫты ла ҡатты. Егелгән ат шундай тиҙ яҡынлашты, Мөғлифә йәшенеү хаҡында уйларға ла өлгөрмәй ҡалды. Өйәнәк тотҡандай, ҡыҙҙың бөтә тәне ҡалтырана башланы. Арбала, мыҫҡыллы йылмайып, Мейес Минһаж ултыра ине.
— Нимә ҡотоң осто, ҡурҡма, мин кеше ашамайым, — тине ул тауышына ла, үҙ-үҙен тотошона ла тыйнаҡлыҡ бирергә тырышып. — Ҡунаҡбайға бараһыңмы? Мин дә шул ауылға. Миһран ағайҙарға, бесән сабышырға вәғәҙә иткәйне... Әйҙә, ултыр, белгән булһам, ауылдан уҡ ултыртып алыр инем. Юлдың тап килеүен әйт әле...
Ысынлап та, Ҡунаҡбайҙа уның атаһының бер туған ҡустыһы йәшәй. Мөғлифә быны белә. Бәлки, әйткәне дөрөҫтөр. Мөғлифәнең һәр аҙымын күҙәтһә лә, яңғыҙ сығып, был яҡҡа йүгереүен Минһаж күрергә тейеш түгел кеүек ине. Туҡта, ауылды сыҡҡанда йылға башындағы соҡорҙа бер ҡатын күҙенә салынғайны. Заһиҙаның үгәй әсәһе Хәнәгә лә оҡшата биреп ҡуйғайны. Хәйер, бындай саҡта кеше ҡарап, кеше иҫләп тораһыңмы ни...
— Ултыр, ултыр, ат тирләгән, оҙаҡ туҡтап торорға ярамай. — Минһаждың яңынан өндәшеүе Мөғлифәне уйҙарынан айырҙы, һыу ҙа йота алмаҫлыҡ хәлдә ятҡан апаһын яңынан иҫкә төшөрөүе уға бер ни тиклем тәүәккәллек өҫтәне.
— Ә һин бөгөн әйләнәһеңме? — тине ул, бер-ике аҙым арбаға яҡыныраҡ атлап. — Заһиҙа апайым хәл өҫтөндә ята, доктор килтерергә кәрәк.
— Атым була тороп, мин унда нишләп ҡунып ятайым. Ағай ризалашһа, алып ҡайтам, һуңыраҡ тиһә, аты бар, үҙе килер әле... Мал йәш, урманда юҡ-барҙан өркөп кенә бара, үтә ҡараңғыға ҡалмайыҡ, әйҙә, ултыра һал да инде...
Мөғлифә ҡыйыр-ҡыймаҫ, ҡурҡа-ҡурҡа ғына менеп, ҡыҫҡа арбаның иң артындағы яңы сабып түшәлгән йәш үлән өҫтөнә сүгәләне. Ҡолаҡ ҡайсылап торған күк ат, хужаһының дилбегә ҡағыуын тойоу менән, боролмалы урман юлынан алға йомолдо.
Минһаж, тирә-яғын күҙәтә-күҙәтә, «на» ла «на» килеп атын ҡыуыу менән мәшғүл булды. Бына бер саҡ алда, һул яҡта, ҙур булмаған аҡлан күренде. Минһаж ҡапыл атын шунда шаҡарҙы ла, Мөғлифәне, ул уйлап өлгөргәнсе, уң ҡулы менән үҙенә һөйрәп алды һәм ауыр кәүҙәһе менән аҫҡа баҫты. Быны һис көтмәгән Мөғлифә, аптырау-ғәжәпләнеүҙән иҫен дә йыя алмай, бер нисә секундҡа һүҙһеҙ, хәрәкәтһеҙ ҡалды. Унан, аңына килеп, был хәлдең ғүмерлек күҙ йәше, әсе үкенес менән бөтөп ҡуйыуын аңы аша үткәреп, бар көсөнә тулай, ҡысҡыра башланы. Әллә туҡтауһыҙ ҡыуыуҙан, әллә тауыштан йәш ат тағы ла ярһыбыраҡ сапты. Аҡлан башындағы урманға еткәс, мал, артабан юл юҡлығын күреп, ҡапыл уңға тартҡайны, тәртә башы йыуан имәнгә эләкте лә шартлап урталай һынды. Арба ағасҡа бәрелеп шып туҡтауҙан Минһаж — тәртә, Мөғлифә үлән араһына тәгәрәп барып төштө. Ҡыҙ ырғып тороп ҡаса башланы. Тәүҙә ат менән сабып килгән әлеге бормалы юлға ҡарай ынтылды, унда барып етә алмаҫын аңлағас, кире боролоп, урман эсенә йүгерҙе.
— Бары-бер ҡо-то-ла ал-маҫ-һың... Бө-гөн һуңғы кө-нөң... У-нан те-лә-һә ниш-лә... — Аһ-уһ килеп баҫтырған Мейес Минһаждың һүҙҙәре Мөғлифәнең һуңғы хәлен генә түгел, зиһенен дә алды — ул, нишләптер, яртылаш туғарылған ат янына килеп сыҡты. Ҡыҙ, нәҡ ҡуян балаһылай, арба аҫтына инеп китеүгә, уҫлаптай кәүҙәһе менән Минһаж да уның артынан йомолғайны, аңғармаҫтан уң тубығын тәгәрмәскә бәрҙе лә, «уй-й-й» тип шыңшып ҡуйҙы. Мөғлифә, эштең нимәлә икәненә тиҙ төшөнөп, тағы юлға самаланы. Тик тегеһе лә аптырап ҡалманы: сатанлап барып, атын туғарып менде лә ҡыҙ артынан төштө. Мөғлифә ағас араларына йәшеренеп өлгөрә алманы: күк ат бер ынтылыуҙа урман эргәһенә килеп етеүгә, Мейес Минһаж, ҡош балаһына ташланған төйлөгән кеүек, атынан ҡыҙ өҫтөнә ябырылды. Шул саҡ Мөғлифәнең күкрәгенән әсе әрнеү, йөрәгенән һуңғы өмөт булып сыҡҡан: «Абдул-ла-а!.. Ҡот-ҡа-а-ар!» — тигән ауазы бар урманға яңғырап китте.
— Ҡысҡырма, Абдуллаң түгел, шайтан үҙе лә ҡотҡара алмаҫ хәҙер... Минән һуң... те-лә-һә ниш-лә-геҙ... — тип ажарланып, Мейес Минһаж йән көсөнә ҡарышҡан Мөғлифәне күтәреп алды ла, бер нисә аҙымдағы сәскәле йомшаҡ үләнгә ташланы һәм, ҡоторған эттәй ярһып, уның өҫтөндәге барлы-юҡлы кейемдәрен ҡулына эләккәнсә йолҡа-йырта башланы. Ҡыҙ ярым яланғас хәлдә иң һуңғы көс-кәрен туплап, сафлығы-намыҫы хаҡына сая алышыуын дауам итте...
һөйөү бар ерҙә — көйөү бар. Абдулла Мөғлифәне көн оҙоно осрата алмағанға ҡаңғырып йөрөнө лә кисләтеңкерәп кенә уларға килгәйне. Заһиҙаны күреүҙән, мөғәллимәнең бер-ике ауыҙ һүҙенән мәсьәләгә тиҙ төшөндө — Мөғлифәне йәһәтерәк ҡыуып етеү, уға ярҙам итеү теләге менән Ҡунаҡбайға ашыҡты. Егеткә Ҡолҡан урманының һәр урыны тиерлек таныш: әле ике тиҫтәгә лә етмәгән ғүмерендә еләген йыйып, муйылын тиреп, бесәнен сабып, утынын ҡырҡып аҙ йөрөмәне унда. Йылға башынан һулғараҡҡа инеп, бер аҙ барғас, уңға тартҡан һуҡмаҡ туп-тура ат юлына алып сыға. Шуға ла Абдулла, ҡалай ҙа Мөғлифәне осратасағына ышанып, үҙе белгән ана шул һуҡмаҡтан алға йүгерҙе. Урманға еткәс, оҙаҡ барырға тура килмәне уға: ағастан ағасҡа ҡаҡлыҡҡан ауазды ишетеп, аптырап туҡтап ҡалды. Һүҙҙәрен аңларға тип тауыштың ҡабатланыуын көттө, тик ниңәлер яңынан ишетелмәне. Тағы бер аҙҙан ғына ниҙер ҡолағына салынғандай итте. Абдулла тауыш килгән яҡҡа атылды. Арыу ғына ара үткәс, ярһып йүгереүен әҙ генә кәметә төшөп, үҙе лә тауыш биреп ҡарарға булды:
— Мөғ-ли-фә-ә!.. Мөғ-ли-фә-ә-ә!..
Был юлы яуап оҙаҡламаны: яҡында ғына ишетелде, ләкин бер өн генә булып яңғырап ҡуйҙы. Абдулла Мөғлифә менән берәй хәл булыуын күңеле менән төшөндө — биттәрен һыҙырған, күкрәгенә, тубығына бәрелгән ботаҡ-ҡыуаҡтарға ла иғтибар итмәй, бар көсөнә тауыш килгән урынға ынтылды...
Егет яланға килеп сыҡҡанда, Мөғлифә, ярым-яланғас булыуын да онотоп, әрнеүенән әсе күҙ йәштәрен йотоуҙан сәсәй-сәсәй, ике ҡулын сабыйҙарса алға һуҙып, Абдуллаға табан йүгерә-атлай килә ине...
Был саҡта Мейес Минһаж, ауыртҡан һул аяғы менән ырғый-ырғый һылтаңлап, арба янына барып еткәйне инде. Абдулла уның ҙур кәүҙәһен тирә-яҡҡа йәйелә барған эңер ҡараңғылығы пәрҙәһе эсенән шунда уҡ таныны. Ярһыуынан тештәрен шығырлатып ҡуйҙы. Ул ҡосағына килеп ингән, ҡалтыранған ҡайнар ҡыҙ кәүҙәһен күкрәгенә ҡыҫып әҙ генә торҙо ла, өҫтөндәге киндер күлдәген сисеп, уның яланғасланған иңбашына һалды. Унан ергә ныҡ баҫып, Минһажға табан атланы. Уға Мөғлифәнең: «Ҡуй, Абдулла, ул миңә... тейә алманы, үҙеңде һәләк итеп ҡуйыуы бар», — тигән инәлеү-ялбарыулы һүҙҙәрен, гүйә, ишетмәне лә. Был саҡта уның йөрәгендә, күҙҙәрендә — бөтә тәне-йәнендә нәфрәт диңгеҙе ярһый ине.
Минһаж, үҙенә кем яҡынлашҡанын һиҙеп, башта ысҡыныу маҡсатында аты яғына ынтыла биреп ҡуйғайны ла, әллә өлгөрмәҫен һиҙҙе, әллә сәме тыйҙы — яңынан арба эргәһенә абына-һөрөнә килде лә уң ҡулын бесән аҫтына тығып ебәрҙе һәм унан оҙон һаплы ҙур балта һөйрәп сығарҙы. Килбәтһеҙ кәүҙәһен алғараҡ һуҙып, иңкәйә биреберәк дошманын ҡаршыларға әҙерләнде. Абдулла Мейес Минһаждың хөсөтлөгөн алдан уҡ һиҙгәйне. Шуға ла Мөғлифәнең йән өшөткөс иңрәүенә лә, үткер балта йөҙөнөң эңер ҡуйынында әҙ генә ялтырай биреп ҡуйыуына ла ҡарамай, ныҡ баҫып атлауын дауам итте. Аҙым һайын көс-ғәйрәтен, ҡеүәт-нәфрәтен, таҫыллығын һәм аҡылын яңы алышҡа әҙерләне. Ул, етергә ете-һигеҙ аҙым ҡалғас, туҡтап, Минһаждың һәр хәрәкәтен күҙәтә башланы, арбаның уң яғында туҙышып, күренер-күренмәҫ ятҡан ат сбруйҙарына, һынған тәртәгә күҙ ташлап ҡуйҙы. Ләкин улар алыҫыраҡ ине. Ә Минһаж яйлап ҡына алға шыуышты. Уны үтә яҡынайтырға ярамай ине: туралап, балтаһын сөйөп ебәреүе лә ихтимал. Ҡулына нимәлер эләктерергә кәрәклеген уйлап, Абдулла әкрен генә артҡа сигенә башланы. Үҙе һаман да яҡ-яғына ҡарап-ҡарап алды.
— Был һиңә йылға буйы түгел... Таш эҙләйһеңдер ҙә бит... Хәҙер башыңды бынау балта матурлаясаҡ, кейәү егете. Хәҙер һөйләшербеҙ, тәүҙә һинең менән, унан инде... — Мейес Минһаж, балтаһын ҡулында борғолап-уйнатҡылап, Абдуллаға тағы ла нығыраҡ яҡынлашырға самаланы, теш араһынан уйындағы һүҙҙәрен һарҡытты. — Үҙең килеп эләктең, миңә түгел, ахмаҡлығың менән яҙмышыңа үпкәлә, кейәү егете!.. Донъялыҡтағыны донъяла ҡалдырмам, хәҙер үҙ ҡаныңда үҙең йыуынырһың...
Абдулла менән Мейес Минһаж алыш майҙанына әйләнгән аҡландың урта өлөшөнә килеп еттеләр. Һәр кем уңайлы мәлде самаланы. Был ваҡыт улар бер-береһен өҙгөләп ташларға әҙерләнгән йөнтәҫ һәм ауыр арыҫлан менән шыма һәм йылғыр ҡапланды хәтерләтеп ҡуялар ине.
Күҙ уңынан әҙ генә юғалған Мөғлифә, күҙ йәштәренең ярҙам итмәйәсәген аңлап, урман эсенән йәшеренә-йәшеренә арба янына еткәйне инде. Бына ул ҡалтыранған ҡулдары менән урталай һынған тәртәне тәзе бауынан ысҡындырҙы ла, бесәй кеүек кенә килеп, уның өсөн донъялағы иң хәсис йәнгә әүерелгән бәндә артына яҡынлашты. Минһаж, ҡайҡая баҫып, бар көсөнә балтаһын Абдуллаға сөйөргә уйлағанда ғына, Мөғлифә уның артҡа һуҙылған уң ҡулына күҫәге менән бөтә көсөнә килтереп һуҡҡанын, ахырыһы, үҙе лә аңлап етмәйерәк ҡалды. Урманды шаңҡытырлыҡ аҡырып ебәреү уны, гүйә, иҫенә килтерҙе — Мөғлифә, артҡа сигенеп, сүгә биреп ҡуйҙы. Ә Минһаж, уң ҡулын һулы менән тоторға тырышып, үкереү-шыңшыу тауыштары сығарып, бөгәрләнә-бөгәрләнә тулай ине.
— Ой, о-й, о-й, үлтерҙеләр, бөтөрҙөләр! — Минһаж тағы ла ярһыбыраҡ ҡысҡыра башланы. — Ҡотҡарығыҙ, ҡотҡарығыҙ! — Тик инде бөтөнләй ҡараңғыға күмелеп барған урманда күпме генә яу һалма — ярҙам булмаясаҡ. Шуны аңлапмы, хәлһеҙләнеүҙәнме, ул бер аҙҙан шыңшыу-иңрәүҙән башҡа тауыш сығара алманы.
Абдулла баяғынан да нығыраҡ ҡурҡынған Мөғлифә эргәһенә килде лә, тынысландырырға теләп, ипләп кенә иңбаштарынан ҡосаҡланы, ирендәрен һаҡ ҡына уның сикәләренә тейҙереп-тейҙереп алды. Унан аҡландың бер башында үлән ашап йөрөгән атҡа табан йүгерә-атлай китте. Ят кеше килеүен һиҙеп, ат ҡолағын ҡайсыланы, әммә урынынан ҡуҙғалманы, йәш булһа ла, тоттороуға күндәм мал булып сыҡты.
Уғаса Мейес Минһаждың шыңшыулы тауышы ишетелде:
— Атҡа, атҡа тейә, ой, ҡулды һындырҙылар!.. Бының өсөн мин һеҙҙе нишлә-тә-сәк-мен!..
— Тор, әҙәм аҡтығы! Үкереп үгеҙ булмаҫһың... Арбаңа баҫып атыңды мен дә шыл, юҡһа, өҫтәп аяғыңды ла һындырырмын. Тор, ҡуҙғал, ҡәбәхәт йән!
Минһаж әллә ҡурҡыуҙан, әллә яйы сығыуҙан һөйрәлеп килеп етте лә тәүҙә арбаға менде, унан көс-хәлгә атына атланды. Атты теҙгененән тотоп менергә ярҙамлашҡан Абдуллаға үҙе һаман янауын белде:
— Алда әле осрашаһы көндәр... Ой, ҡулым, ҡулым... Шәбәйгәс, башығыҙ ошо минең ҡулдан серемәһәме...
— Кешегә үлем теләгәнсе, үҙеңә ғүмер телә, хәшәрәт! Үҙ ҡылғаның бына шулай һәр саҡ үҙеңә ҡайтасаҡ, әҙәм аҡтығы... Ҡыу атыңды, юҡһа... — Абдулла шулай тине лә йән асыуына уң ҡулының усы менән бар көсөнә малдың осаһына шап иттереп һуҡты — ат алға ынтылды. Саҡ осоп төшмәгән Минһаж тағы ла яманыраҡ итеп ҡысҡырып ебәрҙе лә әшәке һүҙҙәр менән һүгенә-һүгенә урман ҡараңғылығына инеп китте. Уның олоу-шыңшыу, ҡысҡырыу-аҡырыу менән сиратлашҡан янау һүҙҙәре яңғырап торҙо...
Мөғлифә менән Абдулла ошо төндө барып етеп, Ҡунаҡбайҙан иртә таңдан ауылға докторҙы үҙ атында алып килһәләр ҙә, өлгөрә алманылар — Заһиҙа
донъя менән хушлашҡайны инде...
Был көн ваҡиғаһы ике йәш йөрәктең ҡушылыуын ныҡ тиҙләтте — Абдулла менән Мөғлифә ошо айҙа уҡ бергә йәшәй башланы.
...Мөғлифә инәй, ғүмер юлының бормалы йәшлек һуҡмаҡтарын яңынан бер тапҡыр кисереп, йоҡоға талғанда, стеналағы иҫке сәғәт өс тапҡыр сыңлатып һуғып ҡуйҙы.
III
Замирҙың йөк тейәлгән машинаһы ҡапҡа янына килеп туҡтағанда Мөғлифә инәй ейәнен етәкләп өйҙән сығып килә ине. Ул, машинаға етәрәк, шофер янында тағы бер егет ултырыуын шәйләһә лә, ҡапыл ғына таный алманы.
— Һаумыһығыҙ, уландар, иҫән-һау йоҡланығыҙмы? Иртәнге хәйерле сәғәттә юлға сығайыҡ әле, Аллаға тапшырып, — тип Мөғлифә инәй иҫәнлек-һаулыҡ һорашты ла, кабиналағы ят егеткә күҙ йүгертеп алғас, ҡыҙыҡһынып һорап ҡуйҙы:
— Был кем улы була, хәҙерге йәштәрҙе ни, тиҙ үҫәләр, танып та бөтөрөп булмай инде. Кемгәлер оҡшатып сырамытҡандай итәм, әллә юғары остағы Ғәйфулла менән Нурйыһандың улымы?
Быяла банкалағы ҡыр сәскәләрен алдында тотоп ултырған егет әйберен аяҡ аҫтына ҡуйғас:
— Әбекәйем, нәҡ өҫтөнә баҫтың, тайып йығылма, аяғың һындырырһың, өйөңдә ултырырһың, — тип үҙе яуапланы ла, төпкә үтегеҙ, тигәнде аңлатып, ергә һикереп төштө.
Мөғлифә инәй егеттең иртә менән урынһыҙ мәрәкәләргә тырышыуын оҡшатып уҡ етмәһә лә, үпкәләүен һиҙҙермәй, көрһөнөп кенә ҡуйҙы.
— Эй, балам, балам, өйҙә генә ултырып булһа икән дә бит, —тине ул. — Донъя үҙенекен итә шул.
Егет, кабинаға яңынан менеп ултырғас, үҙенең тапҡырлығын тағы бер күрһәтергә тырышты:
— Донъя үҙенекен итә — алып сыға ла китә.
— Шаян бала икәнһең, — тине Мөғлифә инәй ни әйтергә белмәй. — Әллә сәсәнлегең дә бар инде?
— Сәсән түгел, мин шағир буласаҡ кеше, әбей.
— Бәй, улар бер түгелме ни? Кем генә булһаң да, иң башта һәйбәт, изгелекле кеше булырға кәрәк, балам.
— Тағы нотация. Мәктәптә, өйҙә, хәҙер килеп юлда, машина кабинаһында.
— Ярар, оҡшатмаһаң, бер һүҙем юҡ, — тине лә Мөғлифә инәй, йоҡоһо бөтмәүҙән күҙҙәре йомолоп барған Булатты алдына тартыбыраҡ ултыртты. — Хәҙерге йәштәрҙең ҡайһы бере үтә күп белә шул, әйтерһең, күктән төшкән Алла бәндәләре.
Мөғлифә инәй һүҙен тамамлауға, Замир, оло кеше менән шулай һөйләшәләрме, тигәнде һиҙҙереп, уң яҡҡа ҡапыл ғына башын бора ҡуйҙы. Буласаҡ «шағир» ҙа төшөндө, ахырыһы: ошонан һуң оҙаҡ ҡына һөйләшмәй барҙылар. Булат бер аҙҙан өләсәһе алдында йоҡлап китте.
Ауылдан байтаҡҡа алыҫлашып, Аҡйылға күперен сыҡҡас, юл насарая төштө, ярайһы ғына тиҙлектә барған машина һикергеләй башланы. Булат уянды ла бер аҙ алға ҡарап барғандан һуң:
— Хәҙер барып етәбеҙме? — тип, башын артҡа бороп, тәүге һорауын бирҙе. Замир малайҙың хәйләһеҙ һорауынан йылмайып ҡуйҙы.
— Эй, балам, улай тиҙ генә барып булһа икән, — тине өләсәһе, — көн дә йөрөр инек. Өфө беҙгә йыраҡ ҡына шул.
— Ниңә йыраҡ булған һуң ул, ә, өләсәй?
— Булған да ҡуйған инде, Булат тигән малай машинаға ултырып йөрөһөн тип.
— Ә минең шофер булғым килә.
— Теләһәң, уҡыһаң, әллә кем булырһың әле. Дәрт дарманға еткерә.
— Нимә ул дәрт?
Замир тағы йылмайып ҡуйҙы. Малай, һин ниңә көләһең, тигәндәй, уға аптыраулы ҡарашын ташланы ла, әле генә биргән һорауын онотоп, яңыһын тапты:
— Ә һин һалдат булдыңмы?
— Булдым.
— Ысынмы? Ә ҡайҙа булдың?
— Йыраҡта.
— Өфәләме ни?
— Афғанстанда.
— Ә ул Өфөнән дә йыраҡмы ни?
— Йыраҡ, Өфөнән йыраҡ.
— Ә автоматың булдымы?
— Булды.
— Фашисты аттыңмы һуң?
— Тура килде.
— Нисәүҙе аттың, нисәүҙе, үлделәрме?
Өләсәһе, асыуланып, малайҙы тыйып ҡараны. Әммә Булат бер-бер артлы һорауҙар биреүен дауам итте:
— Ә һинең урҙиның бармы?
— Бар.
— Күрһәт әле, күрһәт.
— Бында юҡ бит, өйҙә ҡалған.
— Юҡ һинең урҙиның, булһа, — малай түшенә төртөп күрһәтте, — бына бында тағалар уны. Ә һинең унда ҡағыҙ ғына тултырылған.
Был юлы өләсәһе ейәнен ныҡ ҡына орошоп алды:
— Етәр, ләпелдәмә, шофер ағайыңа ҡамасаулайһың, һине тыңлап, машинаһын ауҙарып ҡуйһа, нимә булыр? Ә уның урҙины бар. — Ошо урында Мөғлифә инәй Нәсихә әйткән орден исемен иҫенә төшөрөргә уйлап ҡараны, тик һис кенә лә хәтерләй алманы. — Йә, — тине ул ейәне яғына башын боробораҡ, — ағайыңдан урҙинының исемен генә һора ла башҡаса ләпелдәмә, ул тик ултырмай бит.
Баяғы һөйләшеүҙән әллә уңайһыҙланып, әллә иртә торғанға йоҡоһо бөтмәүҙән кәйефе ҡырылып ултырған «шағир» урынында ҡуҙғала биреп ҡуйҙы ла Замир өсөн яуапланы:
— Ҡыҙыл Йондоҙ ордены, — тине теләр-теләмәҫ кенә.
— Ҡыҙыл Йондоҙ... — Малайҙың күҙҙәре ғәжәпләнеүҙән маңлайына менде. — Һин — герой?! Ура-а, ура-а, герой, герой ағай!.. Әйҙә, урҙиныңды ҡайтып алайыҡ. Мин тағып торормон, йәме?
Булатты өләсәһе тағы ла ныҡ ҡына киҫәтмәһә, малайҙың иҫәбе һаман ныҡышырға ине.
Замирҙың уңайһыҙланыуы йөҙөнә сыҡты. Балаға ҡушылып, был һөйләшеүҙе башлауына үкенде. Тиҙерәк һүҙҙе икенсегә борорға теләп, малайға үҙе һорауҙар бирә башланы:
— Ә һин ҡалала нишләйһең?
— Әсәйемде, атайымды күрәм.
— Ә ниңә үҙҙәре ауылға ҡайтмай?
Булат, ни тип әйтергә белмәй, яурындарын ҡалҡытып ҡуйҙы. Уның өсөн өләсәһе яуапланы:
— Отпускылары көҙгә генә, малайын һағынғандар, үҙемдең дә күргем килә. Бригадир, һин алып барыр тигәс, бына, тәүәккәлләп сыҡтыҡ та киттек.
Булатҡа ла был һүҙҙәр ҡыҙыҡ түгел ине. Ул һөйләшеүҙе тағы ла «төп мәсьәлә»гә борҙо:
— Ә һин урҙиныңды күрһәтерһеңме?
— Күрһәтермен, күрһәтермен, ауылға әйләнеп ҡайтҡас, беҙгә килерһең, күрһәтермен.
— Ура-а, күрһәтә! Өләсәй, беҙ тиҙ генә әсәйем менән атайымды күрәйек тә кире ауылға ҡайтайыҡ, йәме?
— Ярар, балам, ярар... — Ошонда Мөғлифә инәйҙең керпектәрендә йәш тамсылары күренгәнен эргәһендәгеләр һиҙмәнеләр, әлбиттә. — Шулай ғына була ҡуйһын инде... — Ҡалтыранған тауышынан ғына уның ныҡ тулҡынланғанын аңларға була ине.
Кабинала, мотор тауышын иҫәпләмәгәндә, тағы бер аҙға тынлыҡ урынлашты. Тик ҡыҙыҡһыныусан, телдәр бала оҙаҡ сыҙап ултыра аламы ни инде. Ул:
— Һинең исемең нисек? — тип уң яғынараҡ боролоп ултырҙы.
— Зәүил.
— Ә ниңә Рауил түгел?
— Рауилмы? Түгел инде...
— Ә һин һалдат булдыңмы?
— Юҡ.
— Ә ниңә?
— Йәш етмәгән.
— Ә ҡасан етә?
— Көҙгә.
— Ә-ә-ә, ямғыр яуғандамы ни? Һин дә йыраҡҡа китәһеңме? Ҡайҙа әле, ҡайҙа? — Малай башын Замир яғына борҙо.
— Афғанстанға.
— Ана шунда бараһыңмы?
— Ашҡынып торған юҡ.
Замир Зәүилдең һуңғы һүҙҙәренән, алда көтөлмәгән нәмә күргәндәй, тертләп ҡуйҙы, яңылыш ишетмәйемме, тигәндәй, машинаһының тиҙлеген кәметә төштө.
Ә Булат һаман тел сарлауын белде:
— Ниңә «юҡ», атышҡың килмәйме ни? — Малай уң ҡулы бармаҡтарынан «пистолет» яһап, алдындағы тәҙрә аша ҡайҙалыр төбәп «тың-тың» тип «атып» та алды. — Бар, һиңә лә урҙин бирерҙәр, мин ҙурайғас, шунда барам, урҙин алам.
— Кәрәге бер тин ине.
— Зәүил! — тине Замир, ярһыуын артыҡ һиҙҙермәҫкә, үҙен ҡулға алырға тырышып. — Бала менән телләшәм тигәс тә, ауыҙыңды самалабыраҡ ас! Нимә һөйләгәнеңде ҡолағың ишетһен!
— Ҡолаҡтар — ағас ҡалаҡтар түгел, бик һәйбәт ишетәләр, нимә һөйләгәнемде лә беләм... Әллә кемдәр өсөн баш һалырға... Көсләп тыҡҡас, бараларҙыр инде. Ана һин дә барҙың бит, ярай, гробҡа һалып оҙатмағандар. Юҡһа, бына һиңә лә, — Зәүил банканы күтәрә биреп ҡуйҙы, — ошондай гүзәл, хуш еҫле сәскәләр генә һалырға тура килер ине...
Мөғлифә инәйҙең дә аптырауы йөҙөнә үк сыҡты.
— Ҡуй, улым, ниңә улай гонаһ һүҙ һөйләйһең? — тине ул. Замирҙың машинаһын ҡапыл туҡтатыуын күреп, был һөйләшеүҙең һәйбәт тамамланмаясағын һиҙенде.
Уғаса булмай, Замир ергә һикерҙе. Сатната баҫып, Зәүил ултырған яҡҡа сыҡты ла, кабина ишеген йолҡоп ырғытырҙай асып:
— Төш! — тип ҡысҡырҙы.
Зәүил көтөлмәгән хәлдән ағарынып китте, әммә ҡымшанмай ҙа ултырыуын дауам итте, өҫтәүенә:
— Не имеешь права, машина колхозная!.. — тине лә руссалап, танау аҫтынан мығырлай-мығырлай, тағы ла ниҙер өҫтәп ҡуйҙы.
Шул саҡ Замир кабина баҫҡысына ырғып менде лә Зәүилде, оҙон сәстәре һалынып төшкән джемпер яғаһынан һөйрәп, аҫҡа һелтәне. Бер нисә сәсе йолҡоноуҙан егет ҡысҡырып ҡуйҙы ла, тарбаң-торбаң килеп, юл ситенә һөрлөгөп барып ятты. Шуныһы ғәжәп: быяла банка ватылманы, һыуын түгә-түгә, сәскәләрен ҡоя-ҡоя аҫҡа — сиҙәмгә үк тәгәрләне. Зәүил, ырғып тороп, әтәсләнергә иҫәбе бар ине лә, Замирға теше үтмәҫен аңлап:
— Ладно, еще встретимся, — тип өҫтөн ҡаға, сәсен рәтләй башланы.
— Үҙеңә бик ҡыйын булыуы бар... Йәйәү атла, бәлки, башың әҙерәк елләп ҡалыр...
Замир, һибелгән сәскәләрҙе йыйып банкаға тыҡты ла малайға һондо, унан ялт итеп руль артына барып ултырҙы, асыу-ярһыуын тиҙлеккә күсерергә теләгәндәй, машинаһын алға ҡыуаланы. Ә уйҙары йөрәген өйкәне. Ике яҡ сикәһен ниҙер көйҙөрөп алғандай булды: әйтерһең, кемдер уңлы-һуллы сабып ебәрҙе. Күңелен, бөтә булмышын ниндәйҙер ғәрләнеү тойғоһо биләп алды. Берәү киләсәк, башҡаларҙың ғүмере, дуҫлыҡ хаҡына башын һалғанда, икенсе берәү шундай һүҙ һөйләп ултыра. Ауылдашы булмаһа, бәлки, ул тиклем һарыуы ла ҡайнамаҫ ине. Юҡ, Зәүил кеүектәрҙе кабинанан ҡыуалап төшөрөү генә аҙ — алға баҫтырырға кәрәк...
Замирҙың ярһыу уйҙарын тағы ла Булат бүлдерҙе:
— Ә ул илай микән?
Был юлы өләсәһе яуапланы:
— Илаһа ла хәләл. — Ейәненең һорауы Мөғлифә инәйҙең күңеленә йыйылған уй-серҙәрен таратырға сәбәп булды. — Олатайыңа оҡшап, тәүәккәл дә, ҡыҙыу ҙа икәнһең, улым. Ир-ат шулай булһын ул, шаҡшы һүҙгә намыҫлана ла белһен.
Асыуы баҫыла төшкән Замир ҙа һүҙгә ҡушылды:
— Әллә артығыраҡ булды инде, инәй... Бәлки, яңылыш ҡына әйткәндер.
— Әҙәмде ҡайсаҡ әйтеп, ҡайсаҡ төртөп өйрәтәләр.
Булат тағы әҙ генә борғоланып ултырҙы ла Замирға яңы һорауын сәпәне:
— Ә һинең илағаның бармы?
— Бар!
— Ҡасан, бәләкәй саҡтамы, әллә хәҙерме?
— Хәҙер.
— Ниңә иланың?
— Бик яҡын дуҫым үлде.
— Ә ул нишләне, фашистар аттымы?
— Шулай тиһәң дә ярай.
— Шунан уны нишләттегеҙ?
— Күмдек. Бына һинең яныңдағы сәскәләрҙе уның ҡәберенә һаласаҡбыҙ.
— Мин дәме?
— Күмәкләшеп инде.
— Ә уның урҙины бар инеме?
— Икәү ине.
— Икәү? Ә ниңә икәүҙе бирҙеләр?
— Береһен беҙҙең ил бирҙе, икенсеһен — Афғанстан халҡы. Улайһа, тыңла, тик бүлдермә, мин һөйләп бөткәс кенә һорашырһың, килештекме? — Булат баш ҡағып ҡуйҙы.
Замир, һүҙҙе нимәнән башларға икән тип, бер аҙға аптырабыраҡ барҙы. Малай ғына түгел бит, Мөғлифә инәй ҙә тыңлап бара. Ә уның хаҡында ауылдаштарынан: «ҡулы ла, теле лә оҫта, әйткән һүҙе йөрәккә им», — тигән маҡтауҙарҙы йыш ҡына ишеткәне бар. Булат та, аңлайышлы һөйләмәһәң, һорауҙары менән йөҙәтәсәк. Малай, әйтерһең, уның уйҙарын ишетеп ултырған:
— Йә, нишләп өндәшмәйһең, үҙе тыңла ти, үҙе һөйләмәйсе, — тип түҙемһеҙлеген белдереп тә өлгөрҙө.
— Хәҙер. Тимәк, былай... Өс йыл элек мине армияға алдылар. Беҙ, Башҡортостандан киткән байтаҡ егеттәр, бергә хеҙмәт иттек. Егеттәр бөтә яҡтарҙан да күп ине. Үҙ-ара бик ныҡ дуҫлаштыҡ, бер туғандар кеүек булдыҡ. Арала Лука Васильев тигән сыуаш егете лә бар ине. Беҙ уның менән бигерәк тә ныҡ дуҫ инек. Ул шаян, аҡыллы, бик тәүәккәл егет булды, китап уҡырға ярата торғайны. Бер аҙ хеҙмәт иткәс, бая әйткәйнем бит әле, ана шунда — Афғанстанға барҙыҡ. Ниңә тиһеңме? Сөнки Афғанстан — беҙҙең менән бик дуҫ ил. Аңлашылдымы? — Булат аҡылы менән аңлап-төшөнөп етмәһә лә, ҡыҙығырағы, моғайын, алдараҡтыр әле тип, бүлдермәҫкә һүҙ биреүен иҫенә төшөрөп, тағы баш ҡағып ҡына ҡуйҙы. — Унда насар кешеләр бар. Улар зыянһыҙ кешеләрҙе үлтерәләр, өйҙәрен яндыралар, балалар баҡсаларына, мәктәптәргә ут төртәләр. Хатта ҡарттарҙы, балаларҙы ла йәлләп тормайҙар: аталар, аҫып китәләр, эстәрен телгеләйҙәр...
Булат ҡалҡына биреп ҡуйҙы. Өләсәһе яғына ҡапыл ғына башын бороп:
— Ҙурайғас, насар кешеләрҙе туҡмарға унда мин дә барам, — тип тәьҫирләнде лә, уң ҡулы бармаҡтарынан «пистолет» яһап, алға табан бер нисә тапҡыр тағы «атып» та алды. Мөғлифә инәй:
— Ярар, балам, ярар, уйың изге, — тип ейәненең тирләгән башынан һыйпап-һөйөп ҡуйҙы, әҙ генә үпкәләү ҡатыш шелтәләүен дә белдерҙе. — Тик кенә ултырырға һүҙ биргәйнең дә баһа, бүлдермә инде ағайыңды, тыңлайыҡ.
Бер аҙҙан Замир һүҙен яңыртты.
— Бер саҡ шулай булды, — тине ул, руленә саҡ ҡына тартылыбыраҡ ултырып, тамағын ҡыра-ҡыра. — Беҙ бит мөһим юлды һаҡлай инек. Яҡында ғына берҙән-бер күпер ҙә бар. Уның аша аҙыҡ, башҡа кәрәк-яраҡтар тейәлгән машиналар үтеп тора. Улар аслыҡтан интеккән балалар, ҡарттар янына бара. Ул көндө ваҡыт кискә ауышып килә ине. Түҙеп торғоһоҙ тынсыулыҡ... Көтмәгәндә беҙ уйламаған яҡтан ҡапыл тағы ла дошмандар ябырылды. Уларҙың уйы — беҙҙе юҡ итеп, юлға, күпергә мина һалып шартлатыу. Ҡыҙыу тотондолар. Бындай саҡтарҙа нимә эшләргә кәрәклеген яҡшы беләбеҙ. Тик шуныһы: яратҡан командирыбыҙ, украин егете, өлкән лейтенант Михайло Храченко бер нисә һалдат менән Шәкәр-дәрә ҡалҡыулығы аръяғында инеләр. Ул яҡтан да йыш атыштар ишетелде. Беҙ өсәү — Лука Васильев, рус егете Андрей Медведев, мин — шул яҡҡа ярҙамға ашыҡтыҡ. Барып етәрәк, күрәбеҙ: ике һалдат кәүҙәһе ята, командир бер үҙе генә ҡалған, күрәһең, ул да яралы, әммә ятҡан килеш атышыуын дауам итә...
Дошмандар уға төҙәп атмайҙар — пулялар ян-яғына яуа, бандиттар бына шулай уны мыҫҡыл итергә, күңел асырға уйлағандар, ахырыһы... Шундай ҡарарға килдек: Андрей Медведев, таш араларынан ышыҡланып барып, дошмандарға гранаталар сөйә, ә беҙ — Лука менән икәүләп — командирҙы ҡотҡарабыҙ... Баштараҡ беҙ уйлағанса булды: Андрей барып етеүгә көслө шартлауҙар яңғыраны, тегеләр ҙә командир яғына атмай башланы. Беҙ форсаттан файҙаланырға булдыҡ: лейтенант эргәһенә ташландыҡ, уны күтәрҙек тә алға ынтылдыҡ. Тик тау ышығына әҙ генә етә алманыҡ — дошмандар яңынан был яҡҡа ата башланы. Улар беҙҙе күҙ уңынан ысҡындырыуҙарынан ҡурҡалар ине. Кемдер минең һул ҡулға күҫәк менән килтереп һуҡҡандай булды. Сараһыҙҙан һөрлөгөп, йығылып киттем... Командир, үҙен ҡалдырып, дошмандарға ут асырға бойороҡ бирҙе. Мин иҫән ҡалған ҡул менән автоматтан ут астым. Ә Лука Васильев, үҙаллы хәрәкәт итә алмаған командирҙы ҡотҡарыр өсөн, уны кәүҙәһе менән ҡапланы... Бер нисә минутта атыш икенсе яҡҡа күсте. Оҙаҡ ҡына барҙы ул. Бәлки, шулай тойолғандыр. Бер ваҡыт аҙға ғына күҙҙән яҙҙырған иптәштәремә ҡараһам... Лука командир өҫтөндә хәрәкәтһеҙ ята... Һуңынан белдек: пуля Луканың нәҡ йөрәге аша үткән дә Михайлоның ҡабырғаһына инеп ултырған. Командирҙы врачтар ҡотҡарып ҡалдылар...
Ошо һүҙҙәрҙән һуң Замир байтаҡ ҡына өндәшмәй барҙы. Тамағына килеп тығылған төйөрҙө еңелерәк йоторға теләгәндәй, былай ҙа яғалары асыҡ күлдәгенең ике төймәһен өҙөрҙәй тартып, ысҡындырып ебәрҙе... Еңел түгел ине егеткә ул көндәрҙе иҫкә төшөрөүе. Мөғлифә инәй ҙә ауыр көрһөнөп ҡуйҙы. Булат ҡына оҙаҡ ултырманы — һораны ла, үҙе үк яуабын да әйтә башланы:
— Ә Андрей ҡайҙа булды? Уны тегеләр атҡан, шулай бит? Күреп ҡалғандар, шулай бит?
— Шулай булған шул, — тине Замир малай яғына башын боробораҡ, машинаһын яңы тиҙлеккә күсереп. — Күрәһең, һуңғы гранатаһын ташлай алмаған, пуля тейгәс, уға үҙе шартлаған... Арзамас тигән ҡаланан ине ул. Шәбәйгәс, командир Андрейҙың туғандары янына барып ҡайтҡан. Киләһе йыл беҙҙең яҡтарға ла килергә вәғәҙә итә...
— Ә һин уны миңә күрһәтерһеңме?
— Әлбиттә, Булат. Бына оҙаҡламай Луканың ҡәберенә уның исеменән дә сәскәләр һалырбыҙ.
— Ә үҙе ҡайҙа һуң ул?
— Хеҙмәт итә, ул бит офицер, тик хәҙер Афғанстанда түгел инде. Ул хеҙмәт иткән полкты илгә ҡайтарҙылар...
Юлды һүҙ ҡыҫҡарта. Ярты сәғәт самаһы ваҡыт үтеүгә, алда бер ауыл күренде.
— Бына шул була инде Борисовка, — тине Замир, эйәге менән ымлап, ниндәйҙер әрнеүле бер эске тауыш менән. — Беҙ унда инеп тормайбыҙ, ана тегендә барабыҙ. — Ул уң яҡҡа — тау башындағы ҡайынлыҡҡа төртөп күрһәтте.
Бер аҙҙан, зыяратҡа өс-дүрт йөҙ метр ара ҡалғас, Замир машинаһын юл ситенәрәк туҡтатты ла ергә ырғыны. Тирә-йүнгә күҙ ташлап алғандан һуң уң кабина ишеген асып, Мөғлифә инәй менән Булатҡа ергә төшөргә ярҙамлашты. Малай ҡулындағы ҡыр сәскәләрен өскә бүлде һәм берәм-берәм уларға тотторҙо. Әкрен генә тауға ҡарай атланылар. Зыяратҡа алып ингән юл ситенән үк теҙелешкән, йәшеллеккә төрөнгән йәш ҡайындар, япраҡтарын елгә бейетә-бейетә, гүйә, шыбыр-шыбыр һөйләшә башланылар. Әйтерһең, донъялағыларҙан — донъя менән хушлашҡандарға, бындағыларҙан тереләргә тәбрикләү сәләме тапшыралар ине...
Мөғлифә инәйҙең күкрәген ниҙер сәнсеп-сәнсеп алды, аяҡ быуындары тартышып, башы әйләнә биреберәк ҡуйҙы. Нәҡ теге саҡта Мамаев курган мемориалы буйлап атлағандағы һымаҡ... Ел, гөл, ҡайын, хатта тәүге нур көлтәләрен йомарт өләшеүсе ҡояш — бөтә тараф был минуттарҙа әсәнең хис-тойғоларына ҡушылған, бер уйҙарға солғанған кеүек ине.
Һуғыш... Ниндәй ҡурҡыныс, ҡот осҡос һүҙ. Кем, ҡасан, ҡайҙа уйлап сығарған уны? Ниңә бер саҡта ла бөтмәй һуң ул? Береһе бөтһә, икенсеһе башлана... Ата-әсәнең артыҡ балаһы бармы ни? Ер күкрәгендәге һөлөктәй егеттәр өсөн әсәләрҙең ҡойған күҙ йәштәрен бергә йыйһаң, туфандар ҡалҡып, донъяны тоҙло йәштәр баҫыр ине. Етемдәрҙең зарынан тауҙар ишелеп төшөрлөк бит. Йөрәкһеҙ булмағыҙ, аҡылға килегеҙ, кешеләр, аҡылға...
Уйға бирелеп, Мөғлифә инәй өҫкө өлөшөнә йондоҙ уйып аҡ мәрмәрҙән эшләнгән һәйкәлле ҡәбер янына барып еткәнен һиҙмәй ҙә ҡалды тиерлек. Ташҡа беркетелгән фотола күлдәксән, оҙон сәсен ел һул яҡҡа әҙ генә болартҡан, асыҡ ҡарашлы егет йылмайыбыраҡ баҫып тора. Моғайын, армияға тиклем төшкәндер. Фото аҫтына егеттең исем-фамилияһы, тыуған һәм һәләк булған йылдары уйылған.
— Нәҡ минең Айбулатым йәшендә генә һәләк булған икән, егермеһе лә тулмаған... Ярай әле тыуған тупрағыңда ятаһың, тыныс ҡына йоҡла инде, балаҡай... — Ошо һүҙҙәрҙән һуң ҡалтыранған ҡулдары менән мәрмәр төбөнә ҡыр сәскәләрен һалғас, Мөғлифә инәй сикәләре буйлап ике эҙ һалып төшкән күҙ йәштәрен ҡулъяулығына һөрттө. Замир гөлләмәне ҡуйыуға, Булат та ике аҙым алға атланы ла, ололарға оҡшатып, сәскәләрҙе мәрмәр эргәһенә һалды. Был юлы ул бер һорау ҙа бирмәне. Уның йөҙө үтә етди, моңһоу ине...
IV
Булат менән Мөғлифә инәйҙе таныш фатирҙа берәү ҙә ҡаршы алманы. Өйҙә юҡтар ине. Ярай әле, күршеләренә асҡыс ҡалдырғандар. Хәйер, Стефания килененең хатын алғас та, Мөғлифә инәй июнь урталарынан да ҡалмай барып етәсәкбеҙ тип, Нәсихәнән яуап яҙҙырғайны бит. Күрәһең, көн дә көтәләрҙер.
Ишекте асып инеп, бүлмәләргә күҙ ташлау менән Мөғлифә инәйҙең тыны ҡыҫылды: һауа етмәүҙән әлһерәгән кешеләй хәле бөтөп, өҫтөндәге кофтаһын да һалырға онотоп, йоҡо бүлмәһендәге диванға барып терәлде. Ә Булат инеү менән мөйөштәге матур итеп теҙеп ҡуйылған уйынсыҡтарына йәбеште — йөк машиналарын, танктарын уйната, уларҙың йөрөш-хәрәкәттәрен тикшерә башланы.
Мөғлифә инәй алдан уҡ һиҙенгәйне. Күңел күҙҙән элегерәк күрә шул ул. Ләкин барыбер ышаныңҡырап етмәй ине әле. Хәҙер инде улы менән килененең бергә тормағандарына шиге ҡалманы. Фатирҙа Сынбулаттың кейемдәре бөтөнләй күренмәй тиерлек. Ир-атлы йорт әллә ҡайҙан ҡысҡырып тора бит ул.
Булат, уйынсыҡтарын бер нисә тапҡыр ҡулынан үткәреп сыҡҡас, күтәрелеп ҡараны ла, төҫө ҡасҡан өләсәһенең йөҙөн күреп:
— Әсәйем менән атайым булмағанға ҡайғыраһыңмы, хәҙер эштән ҡайталар улар, — тине лә, егеттәрсә шартлата баҫып, икенсе бүлмәгә сығып та китте.
— Шулай булһа икән дә бит, — тип бышылданы өләсәһе, тик ейәне ул һүҙҙәрҙе ишетмәне. — Ярар, сәй ҡуяйыҡ. — Мөғлифә инәй урынынан көскә ҡуҙғалып аш-һыу бүлмәһенә йүнәлде.
Ярты сәғәттәр самаһы ваҡыт үтеүгә, үҙ асҡысы менән ишекте асып, Стефания ҡайтып инде. Был саҡта Булат йәшеренеп тора ине. Ул ҡапыл әсәһенең муйынына ташланды. Стефания көтөлмәгән хәлдән ҡурҡып, ҡысҡырып ебәрҙе, йығылып китә яҙҙы. Унан улының йылы тынын, ҡулдарын тойоп-танып, шатлығынан нимә эшләргә белмәй, малайын ҡосаҡлап үбергә тотондо.
Ейәне менән килене ҡыуанысынан ҙур ләззәт табып ҡарап торған Мөғлифә инәй, Стефания малайынан бер аҙ арынғас, яҡынлап:
— Һаумы, балам, — тип ике ҡулын һуҙҙы. Килене ҡәйнәһен ҡосаҡлап уҡ алды. Мөғлифә инәй ҙә, бәләкәй кәүҙәһе менән оҙон ғына буйлы килененең тығыҙ кәүҙәһен үҙенә ҡыҫып, арҡаһынан тупылдатып-тупылдатып һөйөп ҡуйҙы. Икеһенең дә күҙҙәре мөлдөрәмә тулы йәш ине.
— Ә атай ҡайҙа? Ҡасан ҡайта? — Баш осонда йәшен утынан һуң күк күкрәгәндәй гөрһөлдәп яңғыраған был ғәҙәти һорау бер хәсрәткә юлыҡҡан ҡәйнә менән килендең икеһен бер юлы ҡапыл ярһытып ебәрҙе. Хәҙер улар кисерештәрен дә, күҙ йәштәрен дә йәшермәйҙәр ине инде. Бигерәк тә Стефания оҙаҡ тыйыла алманы.
— Һине борсоғом килмәне, шуға ҡайтманым, — тине ул, ҡул һырты менән күҙҙәрен һөртөп. — Ауылға ла унһыҙ ҡайтып күренгем килмәне. Хәҙер ике ай инде китеүенә... Һөйәркәһе фатирында йәшәй... Үҙемдән бигерәк...
Булаттың һорауынан һуң, яйлаңҡырап, мәлен еткереп һөйләшер һүҙ бына шулай көтмәгәндә, уйламағанда тигәндәй, тупһанан уҡ башланды ла китте. Ни хәл итәһең, донъяның яҙылмаған үҙ закондары бар. Уға әҙәм түгел, ул әҙәмгә үҙе бойора.
Булат — һиҙгер малай: ул барыһын да аңлағайны инде. Йоҡо бүлмәһенең ишек артына йәшенеп, йәшенә быуыла-быуыла, бер үк һүҙҙе ҡабатланы ла ҡабатланы:
— Атайым беҙҙе яратмаймы ни? Атайым беҙҙе яратмаймы ни? Яратмаймы ни?..
Ҡәйнә менән киленгә быныһы иң ауыры булды. Улар үҙҙәрен дә, Булатты ла саҡ тынысландырҙылар. Сәй эскәс, Стефания улы янына күрше малайын — уның йәшендәге Стасикты алып инде. Электән дә апаруҡ таныш ике сос малай уртаҡ телде бик тиҙ таптылар. Бер аҙҙан Стасик уйынсыҡтарын күрһәтергә Булатты үҙенә саҡырҙы. Унан, әсәләренән рөхсәт алғас, урамға уҡ сығып киттеләр һәм «Балалар ҡаласығы» тигән майҙанда уйын донъяһына сумдылар.
Ә ҡәйнә менән килен өҫтәлдәге сәйҙәрен, күңелдәрендәге хистәрен яңыртты.
— Хәҙер нисек йәшәргә белмәйем, — тине Стефания, ҡыҙарған күҙҙәрен яңынан һөртә-һөртә. — Үҙемдең ҡарттарға ла был хаҡта яҙғаным, белдергәнем юҡ әлегә. Әсәйемдең йөрәге насар, белһә, хафаланыуҙан әллә нәмә булыуы бар. ә атайым... у-у-у, уның ҡыҙыулығы... Күпме ырышты бит ул мине үҙ янынан ебәрмәҫкә. Әсәйем ризалашҡанда ла һаман үҙ һүҙен һөйләне, һалдатҡа эйәреп китәләрме ни, ярата икән, яңынан килер, әсәһен дә алып килер, өй һалып бирәм, тип ныҡыша торғайны. Ә мин, еңмеш, унан башҡа донъямды хәҙер күҙ алдына ла килтерә алмайым, ул ҡайҙа — мин шунда, тинем... Мөхәббәт, китап менән кинола ғына түгел, тормошта ла бар икән ул, ҡәйнәм... Атайым ишетеп-белеп ҡалһа, көнөндә сығып китеп, мине борҡотоп алып ҡайтасаҡ. Ҡыҙһа, бер кем туҡтата алмай уны... Хат яҙмай ҙа ярамай...
Ошо урында Мөғлифә инәй ҡулындағы сынаяғын саҡ төшөрөп ебәрмәне. Әгәр килене Булатын Молдавияға алып ҡайтып китһә, ул сағында аҡылдан яҙыр бит. Уйлауы ла ҡурҡыныс...
— Кит, юҡты һөйләмә әле, килен, — тине ул, баштараҡ ни тип яуапларға ла белмәй. Фекер туплап бер аҙ ғына ултырҙы ла, тауышына үпкәләү ноталары сығарып, һүҙен дауам итте. — Ир менән ҡатындың донъяһы ла, тупрағы ла бер. Үҙ-ара нимә булмай. Донъя бит ул, төрлөсә килеп сыға. Дүрт аяҡлы ат та һөрөнә. Уртағыҙҙа алма кеүек балағыҙ бар. Етем итергә уйлайһығыҙмы?.. Эй, Сания килен, яңғыҙ ағасты донъя еле тиҙ һындыра ул. Ни арала ана ниндәй булып ҡалғанһың. Яңғыҙлыҡтан да яман сир юҡ. Уны бына ҡәйнәңдән һора. Иреңде ныҡ яратҡанлығыңды беләм бит мин. һөйләшербеҙ, Сынбулат аңламаҫ кеше түгел. Ир ғазабы — гүр ғазабы. Ҡайҙа ғына китһәң дә, үҙ күңелеңдән ҡотола алмаҫһың... Бында оҡшамаһа, үҙемә ҡайтып торорһоғоҙ. Булат барыбер миндә үҫте, ауылға ныҡ өйрәнде. Хәйер, үҙең дә ауылды һәләк ярата инең дә, килен...
— Мин уны әле лә яратам. Ҡайтҡы килеп тик йөрөй. Беҙҙең яҡтарға оҡшаш урындар күп бит унда. Халҡы ла һәйбәт.
— Шулай булғас... Ауыл халҡы һине һорашып ҡына тора ул. Өс йыл эсендә үҙебеҙсә шулай оҫта һөйләшергә өйрәнеүеңә һаман хайран ҡалып һөйләйҙәр. Санияға, беҙҙең киленебеҙгә сәләм әйт, тип кенә торалар.
— Ауылдан, бәлки, китмәҫ тә инек, беләһең бит, Сынбулат быуынға төштө. Заочно уҡырға инербеҙ, аҡса йыяйыҡ, машина алырбыҙ, тине. Мин уҡыным, быйыл бөтөрөп, инженер дипломы алам, ә ул... заводҡа эшкә урынлашты ла — бөттө. Ярар, бәхеттән, беҙ торған йортто ватмаһалар, был фатир ҙа эләкмәҫ ине... Әллә нәмә булды Сынбулатҡа: уҡырға ла инмәне, заводында ла әллә ни үҫтермәнеләр, юҡ-бар дуҫтары күбәйҙе, тора-бара араҡыға бөтөнләй башы әйләнде... Хәйер, һин сит кеше түгел инде, ҡәйнәм, беләһең.
— Ауылда сағығыҙҙы белһәм дә, бындағыһын артыҡ белеп етмәйем шул, килен. Үҙең һөйләп барманың. Арағыҙға артыҡ ҡыҫылғым да килмәне... Ауылда ни — эш тә ҡунаҡ булыу. Күрәһең, һөйләшергә-серләшергә лә уңай мәле йә сәбәбе тура килмәгәндер инде. Үҙеңдә лә ғәйеп ҙур... Ә нимә, ул ҡатын менән электән танышып йөрөгәндәрме ни?
— Беләһеңдер, ике йыл элек, приступ булып, Сынбулат 20-се дауаханала һуҡыр эсәген алдырғайны бит. Ишетеүем буйынса, ул ҡатын — врач, ана шунда танышҡандар, ахырыһы. Нисектер үҙгәреп ҡайтты. Һиҙҙерергә тырышмаһа ла, тоя инем.
— Нимә, сыҡты ла киттеме ни инде, моғайын, улай ғына булмағандыр бит?
Стефания оҙаҡ ҡына уйланып ултырҙы. Күҙенә төшкән ҡара-ҡуйы сәс бөҙрәләрен артҡа һирпеп ҡуйҙы ла, күптән онолотоп бөткән ваҡиғаны иҫләгәндәй, ҙур күҙҙәрен йома биреберәк һөйләй башланы:
— Мине үткән йылдың ҡышы эш буйынса бер айлыҡ практикаға Ленинградҡа ебәргәйнеләр бит... Малай — ауылда, ҡатын — Ленинградта... Мөхәббәттәре ныҡ ҡабынған инде, күреүсе лә, ҡамасаулаусы ла юҡ... Эй, ҡуй инде... Нисек әйтәһең әле, ҡәйнәм: иртә уңмаған — кис уңмаҫ, кис уңмаған — һис уңмаҫ, типме? Минең тормош та шулай булыр инде. — Стефания уң ҡулын һелтәп ҡуйҙы ла һүҙҙе икенсегә борорға уйланы. — Йә, ҡәйнәм, үҙең һөйлә әле ауыл яңылыҡтарын.
— Уныһы ҡасмаҫ. Юҡ, һин әйтеп бөтөр, мин — әсә кеше, барыһын да аңларға тейешмен. Йәшермә. Дөрөҫлөк әсе булһа ла, уны белеп торған яҡшы. Нисек кенә ауыр булмаһын, әйт.
— Ауырлығы юҡ уның, шулай уҡ ғәйебем дә юҡ, бына аш өҫтө...
— Ышанам, килен, бик ышанам. Мин һине белмәйемме ни, Аллаға шөкөр, ниндәй матур итеп бергә йәшәнек, һин миңә үҙ ҡыҙым, үҙ балам кеүекһең. Ана шуға йөрәгем әрней ҙә инде.
Был һүҙҙәрҙән Стефанияның тағы күңеле тулды.
— Ана шул Ленинградта уҡығанда, — тине ул әҙерәк ҡалтыранған тауыш менән, сәйен йота-йота, — беҙ, илдең төрлө ерҙәренән йыйылған халыҡ, бик дуҫлашып киттек. Кинотеатрҙарға, музейҙарға бергә йөрөнөк, тыуған көндәр үткәрҙек. Яҡташтар ҙа бар ине. Тоадер Драгомир тигән ир әсәйемдәр йәшәгән Бельцы ҡалаһынан булып сыҡты. Ул мин уҡыған мәктәптең күршеһендә генә уҡыған. Ҡайтҡас, атайымдарҙа булған, сәләмемде, ебәргән күстәнәстәрҙе тапшырған. Шул хаҡта яҙып, байрам менән ҡотлап, мин эшләгән институтҡа открытка ебәргәйне. Ҡасан ҡайтаһың, тип тә һораған. Уны-быны уйламай, шул открытканы уҡып йөрөгән журнал араһына һалғайным. Онотҡайным инде. Бер саҡ Сынбулат журналдар аҡтарып ултырғанда ана шуны тапҡан. Аҙна буйы ҡотороп сыҡты. Аңлатып та ҡарайым — бер нәмә белергә лә, аңларға ла теләмәй. Әллә нәмәләр әйтеп, уға мине йөҙ тапҡыр ҡушып бөттө. Саҡ ҡына гонаһым булһа тағы... — Стефания, күҙ керпектәренә бармаҡ остарын тейҙерер-тейҙермәҫ кенә килтереп, йәш бөрсөктәрен һөртөп ҡуйҙы. — Бәхетһеҙгә ҡаршы, ошо мәлдә әсәйем ҡаты ауырып киткән. Атайымдан хат алғас, бер нисә көнгә эшемдән һорап ҡайтып киттем. Быныһын да беләһең... Әйләнеп килеүгә... Сынбулат өйҙән сығып киткәйне. Бына, яҙыу ғына ҡалдырған... — Стефания кухня шкафынан ынтылып алды ла, ҡәйнәһенә ҡағыҙ киҫәге һуҙҙы.
— Уҡып күрһәт инде, ҡәйнәңдең белем ҙурлығын үҙең беләһең, килен.
— «Стефания! Мин китәм, сәбәбен аңлатаһы түгел. Булат атаһының янында икәнен тойоп үҫәсәк. Бәхетле бул. Сынбулат. Әсәйемдәр килһә, мине ошо адрес менән табырҙар: Өфө...»
Стефания һуңғы һүҙҙәрҙе уҡып бөтә алманы — күҙ йәштәренә быуылды.
— Унһыҙ йәшәүе үтә ауыр миңә, ҡәйнәм, ауыр. Ҡайҙа һуң ул бәхет?
— Эй, килен, бәхет ҡошо ҡунғанда беленмәй, осоп киткәс беленә ул. Ярар, өҙгөләнмә, ҡатын-ҡыҙҙың бер ҡанаты — сабырлыҡ менән түҙемлек. Түҙгән — тимер өҙгән. Нишләйһең бит: ат һөрөнмәй, ир яңылышмай булмаҫ. Иртәгә үк яндарына барам. Нәҫелдә булмағанды, бына, мәлғүн, нимә ҡыланған... Етем бала, етем ҡатын йәше — иң әсе йәш. Шуны уйлар ине...
Мөғлифә инәй шулай тиһә лә, түҙмәне: ейәнен эйәртеп, баяғы адрес буйынса Сынбулат йәшәгән йортто эҙләп сығып китте. Стефания уларҙы туҡталышҡа тиклем оҙата килде лә:
— Оҙаҡламағыҙ, аш һалып көтөп торам, — тип фатирына йүнәлде.
Булаттар ултырған автобуста халыҡ байтаҡ булып сыҡты. Бигерәк тә йәштәр күп ине. Бөтәһе лә тип әйтерлек ултырып алғандар. Баҫып барған бер нисә кешегә иғтибар итеүсе лә юҡ. Бына хатта һуғышта ҡатнашҡан оло кеше тора. Берәйһе урын тәҡдим итһә! Мөғлифә инәй был хәлдән, бер ғәйебе булмаһа ла, бик уңайһыҙланды — ейәнен етәкләп төпкәрәк үтте. Бында ла артыҡ уңманы. Уның алдында ғына ултырып алған ике оҙон сәсле егеттең береһе, доң-доң һуҡҡылап, гитара уйнай башланы. Икенсеһе ауыҙ эсенән мөңгөрләй-мөңгөрләй нимәлер йырлап маташа. Тора-бара уға арттараҡ ултырғандарҙан да ҡушылыусылар табылды. Хуплаусылары булғас, теге оҙон сәс бөтә көсөнә ҡысҡыра башланы. Автобустағы былай ҙа тынсыу һауа, мейегә үткән гитара доңғорлауы, йыр тауыштары Мөғлифә инәйҙең хәлен алды, күңелен болғатты. Ул, тамам аптырағас-алъяғас, йөҙ-башынан мосолман кешеһе икәне күренеп торған бер ҡатындан үҙе төшәсәк туҡталышты һораны.
— Оҙаҡламай етәһегеҙ, өсөнсөһөндә төшөгөҙ. Ҡайһы йорт? — тине ирендәрен самалы ғына буяған ҡупшы кәүҙәле ҡатын.
Мөғлифә инәй уң ҡулына йомарлаған адрес яҙылған ҡағыҙҙы һуҙҙы.
— Ә-ә-ә, — тине ҡатын мөләйем йылмайып, — мин йәшәгән йорттоң күршеһе, бергә төшөрбөҙ, күрһәтермен.
— Юҡ, ҡыҙым, мин йәйәү генә атлайым, башым әйләнә, түҙәр әмәлем юҡ.
— Ул саҡта бына хәҙер төшөгөҙ ҙә, ике квартал үтерһегеҙ. Етмеш икенсе йортҡа еткәс, уңға боролоп эскә инегеҙ, дробь ике тигәне шунда булыр.
— Рәхмәт, ҡыҙым, рәхмәт.
Урамда Мөғлифә инәй еңеллек тойҙо, хатта автобусҡа ултырыуына үкенеп тә ҡуйҙы. Атаһы менән күрешер алдынан ейәненең күңел донъяһын самалап ҡарау уйы менән юл араһында Булатҡа һорау ҙа биреп ҡуйҙы:
— Улым, һиңә ҡайҙа рәхәт: бындамы, әллә ауылдамы?
— Ауылда рәхәт, бында ҡыҙыҡ, — тине уныһы, тирә-яҡҡа ҡарана-ҡарана.
— Ә ҡайҙа торғоң килә?
— Ауылда ла, бында ла.
— Ә улай нисек, һин ике кешеме ни?
— Бер әсәйем янында, бер һинең яныңда.
— Атайың да бар бит әле.
— Ә ул мине яратмай.
— Кит, гонаһ булыр, юҡты һөйләмә, балаһын яратмаған атай буламы ни?
— Әсәйем янынан киткән бит, шулай булғас, беҙҙе яратмай инде.
Мөғлифә инәйҙең йөрәге жыу итеп ҡалды. Был баланы улар янына бөгөнгә килтереү кәрәкмәгәндер, моғайын. Улай тиһәң, бала күңеле — боҙҙоң еңеле, ҡайҙа төртһәң — шунда аға, киреһенсә, атаһы менән йышыраҡ осрашһындар, юҡһа бөтөнләй биҙеп ҡуйыуы ла бар.
— Эй, балам, балам, — тине ул һуҙып, ейәненең бәләкәй бармаҡтарын усына нығыраҡ ҡыҫып. — Һин әле ололар араһында булған күп нәмәләрҙе аңлап етмәйһең шул. Йәшәй-йәшәй аңларһың, әлбиттә. Донъя барыһын да өйрәтә, аңлата ул. Боронғо бабайҙар бик дөрөҫ әйткән: атай булмай, атайың ҡәҙерен белмәҫһең, әсә булмай, әсәйең ҡәҙерен белмәҫһең.
— Ә мин бер саҡта ла атай булмайым.
— Бәй, бына һиңә тағы. Улай тимә, улым, атай кеше — баланың ҡанаты, атай булырға яҙһын, тиең...
Ейәне менән һөйләшә-серләшә малайы йәшәгән туғыҙ ҡатлы йорт янына еттеләр. Кәрәкле подъезды эҙләп тапҡас, Мөғлифә инәй, Сынбулат үҙе килеп сыҡмаҫмы, тигән уйҙан бер аҙ эскәмйәлә ултырып торҙо. Булат та өләсәһен ашыҡтырманы. Тик Сынбулат күренмәне.
— Ярар, әйҙә, балам, — тине ахырҙа Мөғлифә инәй, — атайыңдар эштән ҡайтҡандыр, хәлдәрен белеп, күреп сығайыҡ.
Малай, һүҙһеҙ генә өләсәһенә эйәреп, баҫҡыстар буйлап үрмәләне.
Ишекте эре-эре биҙәктәр төшөрөлгән йылтыр халатлы ҡатын асты.
— Һаумыһығыҙ!
Яуабын теш араһынан ишетелер-ишетелмәҫ кенә итеп һығып сығарған утыҙ йәштәр самаһындағы ҡатын, кемдәр килгәнен тиҙ төшөнөп, Сынбулатты саҡырҙы ла һул яҡтағы бүлмәгә инеп юғалды. Булат тупһанан үтә хәлһеҙләнгән бала һымаҡ саҡ атлап уҙҙы ла, башын аҫҡа эйеп, кейем шкафына һөйәлде. Ҡараға аҡ буй төшөрөлгән пижама, күҙлек кейгән, уң ҡулына газета тотҡан Сынбулат күренеү менән:
— Бә-ә-әй, улым менән әсәйем килгән дәһә, — тип иң башта Булатты күтәреп алырға уйлағайны, уныһы аҫҡараҡ сүкте лә атаһына уң ҡулын ғына һуҙҙы. Артабан да Сынбулаттың улын ҡосаҡларға, яратырға тырышыуҙарына малай һалҡын ҡалды, нисектер ситләшергә тырышты. Ә бит үҙе тамағына төйөр булып тығылған тойғоларын, күҙ йәшен саҡ-саҡ тыйып тора. Бына бер саҡ Булат башын күтәреп атаһына баҡты: малайының саф күҙҙәрендә сағылған һағыш-әрнеү Сынбулаттың йөрәген, гүйә, урталайға телеп ебәрҙе. Төшөп китә яҙған күҙлеген саҡ тотоп, тиҙ генә күҙҙәрен һөртөп алды һәм әсәһенә ҡалтыранған ике ҡулын һуҙҙы.
— Әсәй, ниңә хәбәр итмәнегеҙ, ҡаршылар инем, йә, нисек кенә килеп еттегеҙ? — тине ул ниндәйҙер бер ят тауыш менән. — Әйҙә, әйҙә, залға уҙығыҙ. Зәбиҙә, сәй ҡуяйыҡ әле.
— Борсолмағыҙ, — тине Мөғлифә инәй залға уҙа-уҙа, — беҙ әле генә өҫтәл артынан ҡуҙғалдыҡ.
Кухнянан Зәбиҙәнең ҡоро ғына тауышы ишетелде:
— Сәй ҡуйылған, миңә дежурға китергә ваҡыт.
Мөғлифә инәй башта, һәйбәт була, Сынбулаттың үҙе менән генә һөйләшермен, тип уйлап ҡуйһа ла, бер аҙҙан, ә нимәһен йәшерергә, бөтәһен дә белергә, асыҡларға кәрәк, мин уларға яңынан килеп йөрөй аламмы, тигән фекергә килеп:
— Минең сәйләп ултырып оҙон-оҙаҡ һөйләр хәбәрем юҡ, — тине Зәбиҙә лә ишетһен өсөн ҡысҡырыбыраҡ. — Әммә бала хаҡына бер нисә әйтер һүҙем бар. Әйҙәгеҙ, һөйләшәйек. Ситкә әйткәнсе, биткә әйткән яҡшы.
Бер нисә минуттан Зәбиҙә залға килеп сыҡты. Ҡайһы аралалыр тәненә йәбешеп кенә торған бик матур күлдәк кейеп алған, сәстәре лә ҡупшы итеп йыйып ҡуйылған, аяғында бейек үксәле ялтыр туфлиҙар. Улыңдың ошондай һылыу ҡатынға тап булыуына һөйөнөп кенә йөрөмәй, тигән шикелле, яңы ғына һатып алынған гарнитур янына килеп, артыҡ саң ҡунмаһа ла, йыһаздарҙы һөрткөләй башланы.
Булат диван ситенә генә ултырған өләсәһенә һыйынып, шыбырлап ҡына тышҡа сығырға рөхсәт һораны.
— Атайыңдан да һора, рөхсәт итһә, сығырһың инде, — Мөғлифә инәй ейәненең арҡаһынан йомшаҡ ҡына итеп һөйөп ҡуйҙы.
— Һуң, улым, һине йүнләп күрергә лә өлгөрмәнем бит... Тик ана тегендә генә уйна. — Атаһы тәҙрә аша төртөп күрһәтте. — Шунан бер ҡайҙа ла китмә. Бында дүрт яҡтан да машиналар геүләп кенә тора. Һаҡ бул, йәме.
Булат башын ҡағып ҡуйҙы ла шым ғына сығып та китте. Өйҙә тынлыҡ урынлашты. Бер аҙҙан:
— Йә, әйтегеҙ, — тине Зәбиҙә, хәҙер инде зал уртаһындағы ялтыр ҡара өҫтәлде һөртә-һөртә. — Минең егерме минуттан дежурством башлана, ауырыуҙар көтә...
— Берәүҙе тергеҙеп, икенсене ауырыуға һабыштырыуҙан файҙа бармы икән һуң ул?
— Мин һеҙҙе аңламайым.
— Дауаханалағы ауырыуҙарҙы шәбәйтәһегеҙҙер, бәлки, ә бына мине, киленде, Булатты йөрәк ауырыуына һалаһығыҙ, шул аңлашылмаймы ни?
— Уның ҡарауы, улығыҙҙың йөрәген дауаланым.
— Әсәй, ҡуй әле, бөгөнгә генә булһа ла улай һөйләшмәйек, һин — беҙҙең ҡунаҡ, сәй эсәйек, хәҙер аш һалып ебәрәм, — тине Сынбулат һүҙҙе икенсегә борорға тырышып. — Ауыл хәлдәрен һөйләр инең.
— Ауылға нимә булһын — урынында. Һин башта үҙ хәлдәреңде һөйлә, унан башҡаһына күсербеҙ.
— Шулай килеп сыҡты, хәҙер нимә эшләйһең инде.
— Нимә эшләйһең, имеш. Тормош ҡороу — ҡыуыш ҡороу түгел. Бөгөн берәүһен емереп, иртәгә икенсеһен төҙә һалып ҡуйырға... Эй, улым, улым, мин бит һине намыҫлы кеше итеп тәрбиәләргә тырыштым. Атайың, ағайың рухына тап төшөрмәҫһең, тигәйнем...
— Ниңә, әсәй, намыҫһыҙ кешеме ни инде мин?
— Баланы етем итеү — донъялағы иң ҙур ғәйеп, иң ҙур намыҫһыҙлыҡ. Ә намыҫһыҙлыҡ ҡәбер ташынан да ауырыраҡ. Һағышынан ҡурҡмаһаң, ҡарғышынан ҡурҡ.
— Рәхмәт инде, әсәй, улың тураһында үтә һәйбәт уйлайһың икән дә.
— Йөрәгем әрнеп әйтәм, ҡайғы өҫтөнә хәсрәт өҫтәүсе булғас.
— Ниндәй ҡайғы тағы?
— Аңламаған... Миңә яралы атайың менән юғалған ағайың хәсрәте әҙ инеме ни инде?
— Һуғышты мин сығармаған...
— Һуғыш етеме — ил етеме, атайлыһы — ер етеме. Имен тормошта шулай ҡыланыу — оят.
— Рәхмәт инде, әсәй, килеп инеү менән улыңа яҡшы һүҙҙәр әйтәһең. — Сынбулат, ҡаты баҫып, кухня бүлмәһенә йүнәлде.
— Яҡшыһын ишеткең килһә, үҙең яман ҡыланма.
— Мин хәҙер китәм, — тине һаман өҫтәл өҫтөн ҡоро сепрәк менән ышҡып булашҡан Зәбиҙә, — ләкин мине лә тыңлағыҙ. Донъяла мөхәббәт тә бар, хәҙерге ваҡытта һәр кем теләгәне менән тора. Бала ла бала тип, кеше үҙенә яҙған бәхетенән...
Мөғлифә инәй, Зәбиҙәнең туҡталып ҡалғанын күреп, тағы ла алғараҡ тартылып ултырҙы ла:
— Яратышыуҙың яҙығы юҡ, — тине, тауышын күтәреңкерәп, — беҙ ҙә йөрәкһеҙ тыуманыҡ, донъяла мөхәббәт барлығын да беләбеҙ. Тик ниңә кеше өлөшөнә, кеше бәхетенә ҡул һуҙырға? Донъяла теләгән нәмәләр күп була ул. Теләк ҡотортһа, оят тыйырға тейеш.
— Төрттөрмәгеҙ, мин уйнашсы ҡатын түгел, ундайҙар ниндәй була, ана, ҡайтып киленегеҙҙән һорағыҙ.
— Киленемә яман һүҙ әйтеп, үҙ өҫтөңә юҡҡа гонаһ алаһың. Мин уның менән өс йыл бер ҡыйыҡ аҫтында торҙом, ике башты бер яғанан сығарып йәшәнек, кем булыуын күп һынағанмын, уның да, минең дә күңелемде рәнйетмә...
— Яҡшы булғас, ниңә һөйәркәһе менән открыткалар алышып ята?
— Булмаҫ! Ағас башын ел бутай, әҙәм башын һүҙ бутай, тәүҙә айышына төшөнөр кәрәк ине. Сынбулаттың хатаһы был.
— Белмәйем, улың яҡшыраҡ беләлер. Мин уны бында саҡырып килтермәнем, хыянатын ғәфү итә алмайым, тип үҙе килде, үҙе...
— Инә ҡаҙ ҡаңғылдамаһа, ата ҡаҙ бармай ул.
— Улығыҙға һыйыныр, йылыныр урын табылғанға рәхмәт әйтегеҙ, йөрөр ине ҡайҙа етте шунда, бер берәҙәк булып. Теләмәһә, ана бара юлы! — Зәбиҙә ишекте шартлатып ябып сығып китте. Ҡысҡырып әйтелгән һуңғы һүҙҙәрен кухняла сәй әҙерләп булашҡан Сынбулат та ишетте, әлбиттә.
Өйҙә тағы бер аҙға тынлыҡ урынлашты.
Бына һиңә мә. Мөхәббәт хаҡында һөйләй бит әле, ә үҙе Сынбулаттың бөгөндән сығып китеүенә лә иҫе китмәй. Эйе, ирҙе ҙур иткән дә ҡатын, хур иткән дә ҡатын. Тик ир-ат ҡайсаҡ күңелгә түгел, еңелгә ҡарай шул ул. Үҙ янындағыны күрмәй, диңгеҙ ярындағыны күрә...
Мөғлифә инәй шуларҙы уйлап ултырғанда, Сынбулат әсәһен кухняға сәйгә саҡырҙы.
— Булат нишләй икән? — тип һораны ла Мөғлифә инәй билен тотоп әкрен генә урынынан ҡуҙғалды.
— Хәҙер мин уны алып инәм, — Сынбулат ишеккә йүнәлде.
— Туҡта, бала ингәнсе, башлаған һүҙҙе һөйләшеп бөтөрәйек, улым. Үпкәләмә, нығыраҡ әйтһәм. Һеҙҙән башҡа минең кемем бар? Бөтә ғүмерем һеҙ тип үтә. Булатты, киленде етем итеп, ҡартайған көнөндә рәнйетмә әсәйеңде. Ризалығым юҡ, бәхиллегем дә булмаҫ.
— Минең йөрәгем юҡмы ни, әсәй? Билдәһеҙ ир хат ебәрһен инде. Аҡылы бар кеше әҙерәк кенә аңлай бит.
— Артыҡ аҡыл баш тишәр, ти. Йәнле кешегә ышанмай, йәнһеҙ, ус аяһындай ҡағыҙ киҫәгенә ышанаһыңмы? Бына мин бөртөк тә ышанмайым. Йәнем менән һиҙәм: киленем ундай ҡатын түгел. Ул бит Булат тип, һин тип үлергә әҙер. Яратмаһа, ер аяғы ер башы ерҙән ялпаҡ танаулы бер ҡарасурнайға эйәреп, уҡыуын ташлап бында киләме ни? Һәр кемдең үҙ иле — алтын бишек. Ата-әсәләре ниндәй һәйбәт кешеләр бит. Күңел һалған башҡа берәү табылһа, бер балаһын күтәреп ҡайтыр ҙа китер ине. Һин уның өҫтөнән көлгән хәлдә лә, һаман ошонда йәбешеп ята, сөнки шатлығы ла, һағышы ла бында... Бына шуларҙы айныҡ баш менән уйлап ҡарар инең, улым. Үҙеңде, нәҫелде, ауылды хур итәһең...
Сынбулат сынаяғын әйләндергеләп тик ултырҙы. Хәйер, әсәһе һүҙенә ҡаршы әйтерлек дәлилдәре юҡ, үҙенең гонаһтары етерлек. Күптәрен Стефания ла белә. Шулай ҙа үҙ файҙаһына бер нисә һүҙ ҡыҫтырыуҙы урынлы тапты:
— Һин, әсәй, үҙең йыш ҡына, дөрөҫлөк — таш кеүек ул, бик әкренләп ҡалҡа, ти торғайның. Бына шулай әкренләп барыһы ла өҫкә сығыр әле, көтәйек.
— Балаңды, ҡатыныңды етемһерәтеп, ят йортта дөрөҫлөк көтөп ятаһыңмы ни инде хәҙер? Юҡ, улым, сит өйҙөң түшәгендә йоҡлағансы, үҙ өйөңдөң иҙәнендә йоҡла. Зәбиҙә тигән был ҡатынды тәүләп күрәм, бәлки, ул насар кеше лә түгелдер. Бер күреүҙән маҡтарға ла, хурларға ла хаҡым юҡ. Тик шуны әйтәм: ысын тормошто ҡыуышҡа алмаштырғанһың. Нығыраҡ ел иҫһә, таралып төшәсәк был ҡыуышың. Тәүге ел иҫте лә инде...
— Миңә уйларға кәрәк, әсәй.
— Уйла. Кешегә шуның өсөн баш бирелгән дәһә. Тик эҫе мәлендә уйла. Һуң булмаһын, улым. Атайың, ағайың рухына хыянат итмә, улар балалары, ейәндәре етем ҡалмаһын өсөн йәндәрен аяманылар.
— Бына тағы. Ваҡ, ғаилә мәсьәләһен ҙурға бораһың да ебәрәһең, әсәй.
— Ваҡ?! Әй, улым, алтылағы — алтмышта, тип дөрөҫ әйткәндәр икән. Ошо еңел-елпе холҡоң бала саҡта уҡ бар ине. Үҙгәрерһең, аҡылға ултырырһың, тип уйлағайным. Үҙем дә өйрәтә алмағанмын, тормоштан да һаман һабаҡ алмағанһың икән шул... Йәр бирмәк — йән бирмәк. Киленде күрһәң ине. Малайыңдың күҙҙәрендәге һағыш-хәсрәтте тоймайһыңмы ни? Атайыңдар, ағайыңдар ҡан ҡойоп яулаған ошо матур тормоштоң ҡәҙерен ебәреп, шулай йөрөүегеҙ илгә лә, ергә лә оят. Ваҡ мәсьәлә, имеш...
— Хәҙер мин Стефания менән нисек һөйләшәйем? Теге саҡта әйтелгән һүҙҙәрҙән һуң. Яңынан ҡайтып сәләм бирәйемме ни?
— Эй, улым, башыңа төшһә, бағанаға ла сәләм бирерһең. — Мөғлифә инәй, улының уй-теләктәрен тел төбөнән, күҙ ҡарашынан аңлап, тауышын йомшарта төштө, Сынбулаттың күңеленә етерлек һүҙҙәр һайларға тырышты. — Ярар, улым, уҙған — көлө туҙған, онот, килендең бер ғәйебе лә юҡ. Бөтә ауыл үҙегеҙҙе һағынып һөйләй. Киленемдәй йәрҙе теге донъяла ла таба алмаҫһың. Төҫ тиһәң — төҫө, буй тиһәң — буйы, эш тиһәң — эшен булдыра. Уның да күңеле бар. Күҙәүле мунсаҡ ерҙә оҙаҡ ятмай ул... Ярай, килен менән үҙем һөйләшермен. Иртәгә кис өйҙә көтәбеҙ...
Сынбулат өндәшмәне, ләкин ризалығы йөҙ-башынан күренеп тора ине. Мөғлифә инәй башлаған сәйен дә эсеп бөтмәй, урынынан йәштәрсә ырғып торҙо ла, ҡыуаныслы хәбәрен тиҙерәк килененә еткерергә ашығып, сығыр ишеккә табан атланы. Сынбулат оҙатып ҡуйырға эйәрҙе...
Булат яҡын-тирәлә күренмәне. Сынбулат малайы хаҡында бер нисә кешенән һорашып ҡараны, яурындарын ғына күтәреп төшөрҙөләр — күрмәгәндәр. Майҙансыҡта уйнап йөрөгән ике бәләкәй ҡыҙҙарҙан да белеште — белмәйҙәр, өйҙәренән яңы ғына сыҡҡандар. Әсә менән ул ҡайҙа барырға, кемдән һорарға белмәй аптырап торғанда, улар янына оҙон ҡаҡса буйлы, урта йәштәрҙәге бер ир килеп:
— Нимә юғалттығыҙ, төҫөгөҙ ҡасҡан? — тине борсолоуын йәшермәй.
— Улыбыҙҙы юғалттыҡ, улыбыҙҙы, биш йәшлек малай, әллә күрҙегеҙме? — тине Мөғлифә инәй тыны бөтөп.
— Шуны һиҙеңкерәп һорайым да. Һеҙҙеке тип әйтә алмайым, бынау баҡса артында, ана теге урамда бер малай, йүгереп килеп, машина аҫтында ҡала яҙҙы. Ҡыҙыл ут янып тора, ә ул бала... ныҡ бәрелде, ахырыһы. Әммә иҫән булырға тейеш, больницаға алып киттеләр.
— Нимә кейгәйне? — тине ҡалтыранған тауыш менән күҙҙәренә йәш бәреп сыҡҡан Сынбулат.
— Ҡыҫҡа еңле, ҡыҫҡа балаҡлы зәңгәрһыу костюм, аҡ күлдәк... Ул баланың ошо яҡтан йүгереп килгәнен күргәйнем, шуға берәйһе эҙләһә, тип көтөп йөрөй инем.
— Шул... — Мөғлифә инәй ошо һүҙҙе генә әйтте лә, ҡапыл янтайып, һул ҡулын йөрәк тапҡырына баҫып, яйлап ҡына сүгәләй башланы. Уны әлеге ят ир иңбаштарынан ипләп кенә тотоп алды ла майҙансыҡтағы эсенә ҡом һалынған киң таҡталарҙан эшләнгән тартма ситенә ултырырға ярҙам итте. Ә Сынбулат, ағарып-буҙарып, бер нисә минут ни эшләргә белмәй аптырап-шаңҡып торҙо ла, машина тоторға кәрәклеген аңлап, ҡаршы урамға ташланды...
Булат урамға сыҡҡас, ҡайҙа барырға, кем менән уйнарға белмәй, тәүҙә аптырабыраҡ йөрөнө. Тимер сәңгелдәктә бәүелеүсе ҡыҙ янына туҡталды, тик күңеле тартманы — ары китте. Майҙансыҡтың теге осонда өс малай туп ҡыуалар ине. Саҡырһалар ҙа, ниңәлер улар менән дә Булаттың уйнағыһы килмәне.
Малайҙың башында һаман шул бер уйҙар буталды. Ниңә атаһы менән әсәһе бергә йәшәмәйҙәр? Ниңә уның атаһы ят ҡатындың өйөндә тора? Ниңә ҡайтмай икән? Гелән шулай булырмы? Булат уларҙың икеһен дә бик-бик ярата бит. Ул ҡайҙа йәшәргә тейеш? Өләсәһе менән йәшәһә, әсәһе яңғыҙы ни эшләр? Ана ҡалай ныҡ илай бит ул. Йәл әсәһе, бигерәк йәл. Юҡ, бөтәһенә лә анау ишек асҡан ҡатын ғына ғәйепле. Ниндәй насар кеше ул: атаһын ҡайтармай, әсәһен илата, өләсәһе лә ҡайғыра...
Тегендә төртөлһә лә, бында һуғылһа ла, Булат ошо хаҡта уйланы. Бәләкәй күңелендәге ҙур уйҙарына яуап тапҡандай, ул подъезд алдындағы эскәмйәгә килеп ултырҙы. Ниңә өләсәһе оҙаҡлай икән? Әллә инеп алырғамы? Юҡ, үҙе сығыр әле. Бәлки, атаһы ла кире өйгә ҡайтыр. О, ул саҡта! Юҡ, ҡайтмаҫ шул, анау ҡыҙыл иренле апай ебәрмәҫ уны. Үҙенең бик барғыһы киләлер ҙә ул. Атаһы ла бит уның машиналары менән уйнарға ярата.
Малай ошо уй-хыялдарын тағы ла бер тапҡыр күңеленән үткәреп ултырғанда, баҫҡыста Зәбиҙә күренде.
— Бәй, — тине ул үҙен тыныс тоторға тырышып, — уйнамайһыңмы ни, улайһа өйгә ин, беҙҙә тәмле кәнфиттәр бар, туҡта әле, бында ла нимәлер булырға тейеш бит. — Зәбиҙә сумкаһынан алып Булатҡа бер ус кәнфит һуҙҙы. — Мәле, йомшаҡ улар, мин үҙем дә уларҙы һурырға яратам.
Булат тәүҙә ныҡ итеп ирендәрен ҡымтыны, унан Зәбиҙәгә нәфрәт осҡондары бөрккән күҙҙәрен төбәп, теш араһынан ғына:
— Кәнфитеңде үҙең аша, — тине һәм уның һуҙылған уң ҡулын бөтә көсөнә этәреп ебәрҙе. — Һин атайымды алдың, әсәйемде илатаһың... Һин... Һин насар кеше!.. Насар!..
Малайҙың йөрәкһеп-ярһып әйтелгән һүҙҙәренән нимә эшләргә лә белмәй торған Зәбиҙәнең ҡалтыранған ҡулдарынан кәнфиттәре, сумкаһынан ҡояштан һаҡланырға алған ҡара күҙлеге төшөп китте.
— Һин... белмәйһең әле... Бер нәмә лә аң-ла-май-һың, — тине ул тотлоға-тотлоға. Үтә ярһыған Булаттың күҙҙәренә ҡарарға әллә ҡурҡып, әллә оялып, Зәбиҙә тиҙерәк китеү яғын ҡараны.
Ә Булат ярһып ҡысҡырыуын белде:
— Һин насар кеше!.. — Ул кешеләрҙең үҙҙәренә иғтибар итеүен дә һиҙмәне, һаман бер һүҙҙе ҡабатланы: — Һин насар кеше! Насар!..
Зәбиҙә, урам аша йәһәтерәк сығып, малайҙың тауышынан ҡотолорға теләүҙән йүгерә башланы.
Булат тағы бер тапҡыр:
— Һин насар кеше! — тип урам яңғыратып ҡысҡырҙы ла, кирегә боролоп, үҙенең ҡайҙа юл тотҡанын да аңламай, баҡса аша алға ынтылды. Ике бите буйлап туҡтауһыҙ субырлаған йылы йәштәре малайҙың күҙҙәрен томаланы, йыш тын алыуҙан яртылаш асылған ауыҙынан үтеп, тамаҡ төптәрен әсеттерҙе, эйәгенән түшенә, ергә тамды. Уның һайын Булат нығыраҡ ярһыны, нығыраҡ йүгерҙе. Бына бер саҡ тамағына тоҙло төйөр тығылды ла сәсәй башланы, башы әйләнде, ҡолаҡтары ла бер ни ишетмәне. Ләкин нәфрәтле әрнеүе туҡталырға ирек бирмәне. Малай ошо килеш машиналар геүләп торған ҙур урамға барып ингәнен дә шәйләй алмай ҡалды...
Зәбиҙә бүлмәһенә инеп бер аҙ тынысланырға, халатын кейеп, эш кәрәк-яраҡтарын рәтләргә өлгөрөр-өлгөрмәҫтән «приемный покой»ҙан шылтыраттылар: бик ауыр хәлдә биш йәштәр самаһындағы бер малайҙың килтерелеүен, уның әле операция бүлмәһендә ятыуын әйттеләр. Зәбиҙә «малай» тигән һүҙҙе ишетеүҙән тертләп китте. Тыныслана башлаған күңелендә тағы әллә нәмәләр ҡуҙғалды. Үҙен ҡулға алырға тырышһа ла, баҫҡыстан һәр саҡтағыса йүгереп кенә төшә алманы — теҙ быуындары тартышты, аяҡтары саҡ-саҡ ҡуҙғалдылар. Палатаға инеү менән малайҙың Булат икәнен аңлаған Зәбиҙәнең тыны ҡыҫылды...
Зәбиҙә үҙ һөнәрен ныҡ үҙләштергән, ҡатмарлы операцияларға ла ҡурҡмай тотонған тәүәккәл врач-белгес иҫәпләнә. Тотонған эшен еренә еткереп, ентекле башҡара. Маҡтауға ғына күнеккән, тәнҡитте күтәрмәй. Бигерәк тә эш башлаған йылдарында шулай ине. Һуңғы ваҡытта бер аҙ сабырлана төштө. Хәҙер тәжрибәһе лә байтаҡ бит инде. Ләкин был юлы нимә эшләргә лә белмәй аптырап ҡалды. Табипты бындай хәлдә бер ҙә күреп өйрәнмәгән шәфҡәт туташтары Шура менән Нәжиә башта уға ғәжәпләнеберәк ҡарап торҙолар. Шуны һиҙеп, Зәбиҙә, яңы аңға килгәндәй:
— Операцияға әҙерләгеҙ, — тине киҫкен тауыш менән, үҙен ҡулға алырға тырышты. — Николай Петрович бында микән? Шылтыратығыҙ әле. — Зәбиҙә ошо һүҙҙәрҙән һуң әкрен генә малайҙы ҡарай башланы.
Нәжиә телефонға үрелгәйне, Шура уны:
— Николай Петрович китте ул, бөгөн кис институтта уның лекциялары бар, — тип туҡтатты.
Зәбиҙә байтаҡ ҡанын юғалтып хәл өҫтөндә ятҡан Булатты ҡарап сығыу менән шуға төшөндө: малайға тиҙ арала бер нисә ҡатмарлы операция эшләргә кәрәк, юҡһа һуң булыуы бар... Анестезиологты саҡыртты ла операция башланы. Булатты ул ҡотҡарырға тейеш, башҡаса мөмкин түгел...
V
Малайы менән ҡәйнәһе килеү шатлығынан Стефания иҙәнен йыуҙы, диван, кресло япмаларын сығарып ҡаҡты, йыһаз-ҡаралдыларының һәр береһен еүеш сепрәк менән һөртөп үтте. Уларҙың ҡайтыр ваҡыттарын самалап, ауылда йәшәгәндә бешерергә өйрәнгән ҡаҙ бәлешен эҫе духовкаға ҡуйҙы. Тәүҙәрәк ят итһә лә, хәҙер был аҙыҡты үҙе лә бик ярата, оҫта ғына әҙерләй ҙә белә.
Сәғәт төнгө беренсе китеүгә Стефания ныҡ ҡына борсола башланы. Оҙаҡламаҫҡа вәғәҙә биргәйнеләр ҙә. Хәйер, ни хәл итәһең, байтаҡ күрешмәгәндәр бит: ул уҡырға китер алдынан Булатты икәүләп ауылға алып ҡайтҡандан бирле... Ленинградҡа оҙатҡанда, Сынбулат ауылға йыш ҡайтып, малайы, ҡәйнәһе хаҡында хәбәр итеп торорға вәғәҙә биреп ҡалғайны. Бер тапҡыр ҙа ҡайтмаған. Заводҡа яңы ҡорамал килтерҙеләр, шуларҙы үҙләштерҙек, ял көндәре лә эшләнем, тип ышандырҙы. Шул саҡтарҙа уҡ алдашҡан икән. Хәҙер Стефания ауылдан китеүенә йыш үкенә, уҡырға бармаҫҡа берәй сәбәп табырға кәрәк булған икән, тип тә ҡайғыра. Хәйер, нишләйһең инде. Донъяла һәр нәмәне алдан күрә торған күҙлек яһамағандар бит. Яҙмыштан уҙмыш юҡ.
Төнгө бер тулыуға ун минут самаһы ҡалғас, әллә өйҙө таба алмай аҙашып йөрөйҙәрме икән, тирә-яҡты ҡараштырайым әле тип, йылы кофтаһын яурынына ябынды ла Стефания тышҡа сыҡты.
Июнь айының ғәҙәти йылы һауаһы был юлы уға ниңәлер тынсыу тойолдо. Урамда кешеләр, бигерәк тә йәштәр һаман йөрөп ята. Тик бала етәкләгән ҡатын-ҡыҙ ғына бер ерҙә лә күҙгә салынмай. Ә, бәлки, ҡунырға булғандарҙыр? Ошо уйҙан Стефания өшөп киткәндәй булды ла кофтаһын ҡымтыбыраҡ ҡуйҙы. Юҡ, юҡ, улай итмәҫтәр, Булат барыбер түҙҙермәҫ, ҡәйнәм дә ҡунып ятмаҫ. Хәйер, үҙ малайы янында бит... Стефания яңынан керпектәре сыланғанын тойҙо. Тора-бара күҙ йәштәре бит алмаларына тәгәрәне. Ҡатын уларҙы тыйманы, һөртмәне лә — хәҙер уны кем күрә лә, кем уға иғтибар итә...
— Стефания!
Көтмәгәндә исемен ишетеүҙән ул терт итеп ҡалды, ҡурҡышынан ялт итеп һулға — тауыш ишетелгән яҡҡа боролдо. Насар яҡтыртылған урам аша кемдеңдер сығып килеүен шунда уҡ таныны. Хәйер, ул уны бер һүҙ әйтмәһә лә, хатта тау артында булһа ла таныр ине.
— Сынбулат, — тип бышылданы Стефания. Ул, нимәлер һиҙенеп, иренә ҡаршы йүгерә-атлай башланы. — Булат, ҡәйнәм ҡайҙа?
Стефания быны шундай ярһыу ҡатыш һағыш менән һораны, һүҙен нимәнән башларға белмәй килгән Сынбулаттың күҙҙәренә ут шары килеп бәрелгәндәй булды. Тамағына тығылған ҡатыуы ҡапыл ғына яуап һүҙе әйтергә ирек бирмәне.
— Телеңде йоттоңмо әллә, ниңә өндәшмәйһең?!
— Булат-ты ма-ши-на...
Был һүҙҙәр менән Сынбулат, гүйә, Стефанияның йәнен тереләй һурып алды. Ул:
— Ҡайҙа? — тип ирендәрен саҡ-саҡ ҡыймылдатып һораны ла, еүешләнгән ҡулъяулығын ике күҙенә ҡаплап, алдындағы тоноҡ лампалы тимер бағанаға маңлайын терәне. Унан бөтә кәүҙәһе менән әкрен генә аҫҡа сүгә башланы. Сынбулат, ҡалтыранған ҡулдарын саҡ-саҡ тыйып, уның биленән тотоп алды ла:
—Булат иҫән, и-ҫән, — тине көсһөҙ тауышына әҙ генә булһа ла ышаныс бирергә тырышып. — Мин хәҙер такси тотам, уның янына барырбыҙ. Һин бирешмә инде, Стефания, ошонда ғына тороп тор, хәҙер машина алып киләм, хәҙер...
Сынбулат, тирә-яғына ҡарана-ҡарана, такси туҡталышына ҡарай йүгерҙе. Әле генә үҙен алып килгән машина шоферына көтөп торорға ҡушһа ни булған инде. Ҡайҙа таксиҙар? Шулай бит ул: иң кәрәк саҡта эҙләгәнең булмай ҙа ҡуя.
Сынбулат машина табып алып килгәнсе, ярты сәғәтләп ваҡыт үтеп китте. Стефания бағана төбөндә ултыра ине. һаман бөтә кәүҙәһе менән ҡалтырана. Сынбулат уны саҡ-саҡ тынысландырып, ҡултыҡлап таксиға ултыртты ла шоферға ҡайҙа алып барырға кәрәклеген әйтте. Стефания һыҡтауынан тыйыла алмай, бөтөнләй хәлһеҙләнгән кәүҙәһе менән уңғараҡ ауышҡайны, Сынбулат һул ҡулын уның иңбаштарына һалды ла үҙенә яҡыныраҡ тартып:
— Ғәфү ит, Стефания, ғәфү ит... Бары мин, мин ғәйепле... Беҙҙең Булатыбыҙ иҫән, операция яһалды, иҫ-ә-н, — тип бышылданы.
Был саҡта уларҙың алға эйелгән баштары бер-береһенә терәлгән, йөрәктәрен бер ҡайғы талай, күҙҙәрендә бер хәсрәттең әсе йәштәре ине. Шатлыҡ айыра, хәсрәт берләштерә шул ул...
Стефания менән Сынбулат өсөнсө ҡаттағы реанимация бүлмәһен эҙләп күтәрелгәндә, Мөғлифә инәй, бер нисә укол алғандан һуң, көс-хәл менән ултыра ине. Киленен күреүҙән ике ҡулын алға һуҙҙы ла:
— Эй Алла, бына бит, бәлә баш өҫтөндә, ҡаза ҡаш аҫтында булған икән, ҡуй инде, ҡуй... — тине хәлһеҙ тауыш менән үҙ алдына ғына һөйләнгәндәй. — Индермәйҙәр... Хәҙер Зәбиҙә сығыр...
Кем ул Зәбиҙә? Туҡта, Сынбулат менән йәшәгән ҡатындың исеме түгелме һуң? Эйе, ошо дауаханала эшләй тигәйнеләр... Булатҡа операцияны ул яһаны микән ни?..
Стефания шулай уйлағансы, Сынбулат, эскә ынтылып, уны исеме менән саҡырҙы. Ишектә оҙаҡламай урта кәүҙәле, түңәрәк йөҙлө Нәжиә күренде.
— Аңлауымса, һеҙ малайҙың әсәһе булаһығыҙ, — тине ул саҡ баҫып торған, күҙҙәре ҡыҙарған, йөҙө ағарған Стефанияға туп-тура текләп. — Улығыҙға бик ауыр операциялар яһалды. Уңышлы үтте, тип уйлайбыҙ. Тәжрибәле белгес Зәбиҙә Вәлитовна яһаны. Әлегә инергә ярамай. Көтөгөҙ, сабыр булығыҙ, үҙебеҙ әйтербеҙ.
Көтөгөҙ... Әйтеүе генә анһат. Балаңдың йәне ҡыл өҫтөндә булғанда, сабыр ғына түҙеүе еңелме ни?!
Бала көйөгө — йөрәктә, ир көйөгө — итәктә. Стефания менән ҡәйнәһе кисергән был көндәрҙәге ҡайғы-хәсрәтте бер ни менән дә тиңләп, үлсәп, әйтеп бөтөрөрлөк түгел ине. Ата кеше лә күҙгә күренеп һурылды: яңаҡтары эскә батып китте, алты йыл ауыҙына алмаған тәмәкеһен бер-бер артлы яңынан һура башланы.
Икенсе тәүлек киткәндә генә Булат күҙҙәрен асты, үҙенең ҡайҙа ятыуын, нимә булыуын белергә теләпме, ниҙер һорамаҡсы итте, ләкин хәбәрен аңлатырлыҡ хәлдә түгел ине әле. Ыңғырашыуҙар, һаташыуҙар эсендә тағы ла ике тәүлек үтеүгә Булаттың хәле әҙ генә арыулана башланы.
Стефания, Сынбулат һәм Мөғлифә инәй, бер-береһен алмаштырып, Булат янында көн-төн булдылар. Зәбиҙә малай йоҡлаған саҡтарҙа ғына инеп сыҡты. Әммә уның һәр тын алышын белеп-күҙәтеп, ҡасан, нимә эшләргә кәрәклеген әйтеп торҙо. Һуңғы тәүлектәрҙә ул да йүнләп керпек ҡаҡманы...
Зәбиҙәнең дә ғүмер-ғүмергә бәхете ишле йөрөмәне, бәләһе лә яңғыҙ килмәне. Ул хәҙер Сынбулаттың үҙе янына бер саҡта ла кире әйләнеп ҡайтмаҫын яҡшы аңлай. Нишләйһең бит: кеше ҡояшына һонолоп, кеше утына йылынып йәшәп булмай. Ваҡыты етмәй, яҙмыш сәғәтең дә һуҡмай. Булат менән был хәл килеп сыҡмаһа, бәлки, шулай йәшәп ятырҙар ине әле. Хәйер, Зәбиҙә Сынбулаттың малайын да, ҡатынын да ныҡ яратыуын, ҡыуанысы ваҡытлы икәнен электән дә һиҙә, тоя килә ине.
Зәбиҙә медицина институтын тамамлағас, ҡарт булһа ла — ирең, ҡыйыҡ булһа ла өйөң булһын, тип уйланы ла, бер нисә йыл тәҡдим яһап йөрөгән, оҙаҡ йылдар буйҙаҡ йәшәгән, үҙенән ике тапҡырға оло фән докторына — уҡытыусыһына кейәүгә сыҡҡайны. Ҡалала ҡалырға, әҙер тормошта бәхет табырға теләне. Ләкин һөймәгәнгә һөйкәлеүҙән бәхет табыламы ни ул. Икеһен бер еп менән бәйләр инең, исмаһам, берәй балалары ла булманы. Ире Арыҫлан Моғаттарович күп мәшәҡәтләнде: Зәбиҙәне таныш белгестәренә лә күрһәтеп ҡараны, әллә ниндәй дарыуҙар ҙа эсереп бөттө. Ҡартайып барғанда бала күрергә зарыҡҡан ире бер көндө:
— Зәбиҙә, балалы өй — баҙар, балаһыҙ өй — зар, тигән мәҡәлде ишеткәнең бармы? Ҡасан һин мине ошо зарлы өйҙән ҡотҡараһың? — тине бер нәмә лә аңламаған йәш кеше һымаҡ.
— Сәбәбен үҙеңдән һора, яҙмышыңа үпкәлә, — тип яуапланы Зәбиҙә китабынан айырылмай, иҫе китмәй генә.
— Юҡ, сәбәбе миндә түгел, мин быны яҡшы беләм.
— Белгәс, зарлы өйҙән ҡотҡара торғанға өйләнергә кәрәк ине, ниңә өйләнмәнең? Әле лә һуң түгел.
— Ә ниңә, өйләнермен дә. Ҡыҫыр ҡатындан күкәй һалған тауығың артыҡ, тигән боронғолар...
Был һүҙ Зәбиҙә күңеленең иң нескә ҡылына зыңлап килеп тейҙе лә, гүйә, уны өҙөп ырғытты. Ул китабын ситкә бырғытты ла һикереп торҙо, башта, ҡыҙарып-бүртенеп, нимә әйтергә белмәй аптырап ҡалды. Унан, тыныслана төшөп, йөрәгенә йыйылғанын теҙә башланы:
— Бала елдән тыумай, ирҙән тыуа, булдыҡлыһынан... Ниңә йөрөнөң иллегә тиклем, бала кәрәккәс? Уны ла, диссертация яҡлап тапҡан дәрәжә кеүек, барырмын да алып ҡайтырмын, тип уйланыңмы ни? Бала табыр өсөн ир генә түгел, мөхәббәт тә кәрәк. Ә ул һинең менән минең арала бер саҡта ла булғаны юҡ, иптәш Арыҫлан Моғаттарович! Һәм булмаҫ та!.. Бер саҡта ла!..
Зәбиҙәнең һуңғы һүҙҙәре Арыҫландың күкрәгенә хәнйәр ҡаҙағандай булды. Ул, урынынан ҡуҙғалып, дарыуҙар ҡуйылған шкафын асырға бер генә аҙым яһай алды — шунда тубыҡланып ултырҙы ла, Зәбиҙә тотоп өлгөргәнсе, көлтә кеүек иҙәнгә ҡоланы. Ниндәй генә ярҙам күрһәтелһә лә, Арыҫлан Моғаттаровичты дауаханаға алып барып еткерә алманылар: ул тиҙ ярҙам машинаһында донъя ҡуйҙы...
Операция яһауға дүртенсе тәүлек тигәндә, кискә табан, Зәбиҙә Булат янына инергә рөхсәт итте. Стефания малайы эргәһенә килеп баҫҡас, бер аҙҙан Булат күҙҙәрен асты ла, әсәһен күреп, тәүге һорауын бирҙе:
— Ә-с-ә-й, а-та-йым ҡай-ҙа йә-шәй?
— Беҙ бергә, балам, беҙ бер-гә... — Стефания, ҡулъяулығы менән ҡалтыранған ирендәрен ҡаплап, шулай яуаплағанда, Булаттың күҙҙәрендә йәш бөрсөктәре аша әйтеп бөткөһөҙ шатлыҡ-ҡыуаныс сағылды...
Тик Стефания менән Сынбулаттың араһы еңел генә хәл ителмәгәйне шул әле. Ғаилә бысаҡлы ҡулдағы арҡан кеүек бит ул: өҙөүе еңел, ялғауы ауыр.
Сынбулат Булат фажиғәгә эләккән көндән башлап Зәбиҙә янына башҡаса ҡайтманы. Кәрәк-яраҡтарын ғына алды ла завод ятағында йәшәгән бер дуҫының бүлмәһендә ҡунып йөрөй башланы. Малайы хәл өҫтөндә ятҡан өсөн, бәлки, ғүмерендә беренсе тапҡырҙыр, үҙен ғәйепле һананы, күңел ғазапланыуҙарын баҫыр урын таба алманы... Ҡапыл ғына Стефания янына ҡайтыу мөмкин дә, кәрәк тә түгел ине. Әлегә уның күҙен, аҡылын ҡайғы томаланы, ә һуңынан нимә тиер бит...
Бөтә өмөтө әсәһендә. Уның уйын, уның моңон аҙағынаса ул ғына белә. Яҡшыһы-яманы, әсеһе-сөсөһө, рәхәте-михнәте, ҡайғы-шатлығы менән бер бөтөн булған был тормошто, моғайын, ул ғына дөрөҫ аңлайҙыр. Әсәһеҙ баш — ярылған таш, тимәҫтәр ине...
VI
Тау менән тау ғына осраша алмай, кеше менән кеше осраша икән. Мөғлифә инәй ҙә һис бер көтмәгәндә, уйламағанда бик яҡын танышын осратты ла ҡуйҙы.
Булат әҙерәк рәтләнә, яйлап һөйләшә башлағас, Мөғлифә инәй Гөлғәйшә әхирәтенә барып сығырға булды. Был юлы элекке һымаҡ ҡунып тора алмаҫ, әммә күрмәй-һөйләшмәй ҡайтһа, Гөлғәйшә ғүмер буйы үпкәләр. Өфөгә килеүҙәренең икенсе көнөндә үк барып сығырмын тип уйлағайны ла, өйҙәге иҫәпте баҙарҙағы хаҡ боҙа тигәндәй, уйлағанса ғына буламы ни ул. Бына бит уларҙы нимә көткән. Бындай ваҡытта әҙәм әҙәмгә һыйына, күңел дарыуы — күңел.
Гөлғәйшәнең фатиры баҙарға яҡын ғына. Һуңғы йылдарҙа баш ҡалаға һирәк килһә лә, әхирәтенең адресын онотмаған. Ана шуға ла Сынбулаттың:
— Аҙашмаҫһыңмы? Әллә, әсәй, үҙем генә алып барып ҡуяйыммы? — тиеүенә:
— Юҡ, юҡ, уның йәшәгән йортон да, фатирын да беләм, оҙатҡаның еткән, ҡалғанын үҙем табырмын, Булат янында бул, — тип троллейбусҡа менеп ултырҙы.
Тик ул ултырған машина баҙарға етә алмай, нимәлер булып, туҡтап ҡалды. Мөғлифә инәй баҙарға күп ҡалмағанын һорашып белде лә, троллейбустан төшөп, йәйәү атланы.
Көн бигерәк эҫе, ҡояш өтөп алып бара. Мөғлифә инәй йылы кофтаһын сисеп ҡулына тоторға уйлағайны ла, ғәм халыҡ алдында оло кешегә күлдәксән генә йөрөү килешеп етмәҫ тип, өҫтөн һалманы, уң ҡулына төрөп тотҡан ҡулъяулығы менән йөҙ-башын ғына һөртөп ҡуйҙы. Автобустан төшөп, өс йөҙ метр самаһы юл үтеүгә кемдеңдер «апа» тип өндәшеүен ишетте. Башта артыҡ иғтибар итмәне — урам тулы халыҡ, кем кемгә өндәшмәҫ, тип уйланы ла юлын дауам итеүен белде. Ләкин теге һүҙ ҡолаҡ төбөндә генә ишетелгәс, Мөғлифә инәй ҡыҙыҡһыныуҙан башын һулға борҙо. Уның алдында хәрби кейемдәге бик таныш йөҙлө егет йылмайып баҫып тора ине.
— Бәй, бә-әй, — тип һуҙҙы Мөғлифә инәй, аптырауҙан нимә тип әйтергә белмәй, ҡулын ҡаш өҫтөнә ҡуйып. — Әллә инде...
— Мин бу... Танат Әлимбаев... Сталинградҡа бергә барғайныҡ ғуй...
— Эйе шул, — тине Мөғлифә инәй ҡапыл ғына таный алмай торғанына уңайһыҙланып. Унан яңынан барып күреште лә Танатты хатта еңелсә арҡаһынан һөйөп алды. — Йә, кем уйлаһын инде бына шулай Өфөлә осрашырбыҙ тип. Боронғолар, донъя киңлеге — сикһеҙ, юл-һуҡмағы — ун һигеҙ, тип дөрөҫ әйткәндәрҙер инде. Бына һиңә! Һөйләһәң, әҙәм ышанмаҫ әле. Һис кенә уйламағанда бит. Йә, ярар, бик һәйбәт булды, улым. Үҙең ни хәлдә, ғаиләң, иптәштәрең, атай-әсәң иҫән-һаумы? Теге дуҫың ҡайҙа, ниңә килмәне?
Танат бөтәһенең дә иҫән-һау һәйбәт йәшәүҙәрен, үҙенең яңғыҙ ғына был яҡтарға командировкаға килеп сығыуын әйтте.
Хушлашыр саҡта Мөғлифә инәй бер нисек тә саҡыра, ҡунаҡ итә алмауына үтә хафаланып:
— Эй, улым, рәхәтләнеп һөйләшеп ултырырға, башҡорт балы менән сәй эсерергә ине лә бит үҙеңә, ваҡытына тура килмәнең, — тине. Унан ейәне Булат менән нимә булғанын һөйләп алды. — Мин бер-ике көндән ҡайтып китәм, әллә ауылыбыҙға барып сығаһыңмы? Әҙерәк күстәнәс ебәрер инем, исмаһам. Бараһыңмы?
Танат, булмай шул, тигәнде аңлатып, үкенесен һиҙҙереп, башын һелкте.
— Әләйһәң, башҡа ваҡытта дуҫың менән килегеҙ, онотмағыҙ, йәме? һеҙҙә бит адресым бар, булмаһа, онотһаң, яңынан яҙып ал әле, улым.
— Бар, бар, беләм, — тип йылмайҙы Танат.
— Улайһа Василийға, дуҫтарыңа, ғаиләңә, ата-әсәңә күп итеп сәләмдәр тапшыр. Сталинградта улын тапҡан ябай бер ауыл ҡатыны Мөғлифә апайҙан, тип әйт.
— Рәхмәт, апа, әйтәм, әйтәм. — Танат тағы ла ихласыраҡ йылмайҙы.
— Күрһәткән изгелегегеҙ һис тә оноторлоҡ түгел, улым. Тағы бер тапҡыр рәхмәт инде. Э-эй, уны ҙур ваҡиғаға әүерелдерҙеләр бит. «Әсә улы янында» тип район газетаһына күп итеп яҙып сығарҙылар. Һеҙҙәй һиҙгер йөрәкле, изге күңелле әҙәмдәр булмаһа, Мөғлифә апайың ул тиклем алыҫлыҡтағы ҡалаға нисек барып етер ине? Юлдашлының юлы киң шул ул. Хәҙер ни йыш ҡына, ил өҫтөндә илле дуҫым бар, тип күршеләргә, ауылдаштарға ҡупырайып һөйләп алам. Йыраҡ сәфәрем шуға ышандырҙы. Рәхмәт, улым, рәхмәт. Аяҡ-ҡулдарығыҙ һыҙлауһыҙ булһын, ил өлгөһө булығыҙ, бәхетле йәшәгеҙ.
Танат Мөғлифә инәйҙең һуҙылған ҡулдарына ҡаршы ике ҡулын һуҙҙы. Һис көтмәгән осрашыуҙан йөрәктәрен йылытҡан саф тойғолар был саҡта уларҙың икеһенең дә йөҙ-күҙҙәрендә сағыла, күңелдәрендә талпына ине.
Мөғлифә инәй йән-тәнендә, атлауында ниндәйҙер еңеллек тойҙо. Яҡты һәм нурлы моң булып ағылған берсә бик яҡын, берсә бик алыҫ тойолған хәтирәләрҙән әйтеп аңлатылмаҫ рәхәтлек кисерҙе. Күңел күлендәге ошо йылы хис-тойғоларҙы сайпылдырып ҡуймайым тигәндәй, Мөғлифә инәй бер йорт эргәһендәге эскәмйәгә барып ултырҙы һәм дүрт кенә йыл элек булған иҫтәлектәргә яңынан сумды...
VII
Мөғлифә инәй ғүмере буйы тыуып үҫкән ауылында — Таллыярҙа ғына йәшәне. Бер ҡайҙа ла сығып йөрөмәне. Ул саҡтарҙа халыҡ ауылдан ситкә һирәк китә ине. Хәҙер генә бит ул йәштәр, танау аҫты кибер-кипмәҫтән, баштарын ҡала яғына борорға ғына торалар. Мөғлифә инәйгә Абдуллаһы менән ғүмер иткән осор хәҙер татлы бер төш һымаҡ ҡына тойола. Уларҙың биш балалары булды. Тик өсәүһе — Бикбулат, Миңнегөл һәм Мөнирә — үҫеп килгәндә генә эс ауырыуы менән ай эсендә бер-бер артлы вафат булдылар ҙа ҡуйҙылар. Әҙәм балаһы түҙә икән. Улар ҙа түҙҙеләр. Ергә еткәнсе һығылып-һыҙылып ҡуйҙылар, әммә сыҙанылар. Ғазапты тауға биргәндәр — күтәрмәгән, кешегә биргәндәр — күтәргән, ти бит. Күтәрмәй ни хәл итәһең?
Мөғлифә инәй тормошоноң бөтә ауырлыҡтарын, ҡайғы-хәсрәттәрен, шатлыҡ-һағыштарын эш менән уҙғарҙы. Эше бөтмәй йәне тынманы. Ҡайҙа ғына, нимә генә башҡарманы: көлтә лә бәйләне, урман да киҫте, һыйыр ҙа һауҙы, трактор ҙа йөрөттө. Әммә эшкә бер ваҡытта ла күңеле һыуынманы. Киреһенсә, эш эшкә өйрәтте, яман көндәрен онотторорға, беләген талдырһа ла, йөрәген һауыҡтырырға ярҙамлашты. Әле лә йәшәүенең бар йәмен хеҙмәттә таба. Таллыярға ғына түгел, тирә-яҡҡа даны таралған тәмле икмәген бешерә. Нисек йыбанмай, нисек өлгөрә, тип ғәжәпләнә ауылдаштары. Егәрленең ҡулы ете бит ул — өлгөрә. Мөғлифә инәйҙең дә ғүмер сәғәттәре ана шул эш менән, туҡтамай аҡҡан һыу кеүек, йүгереп үттеләр ҙә киттеләр. Үкенәһе юҡ: ул ауылда иң хөрмәтле кеше. Колхоз уға утынын да килтереп бирә, бесән-һалам алырға ла булыша. Мәктәп балалары ла төрлөсә ярҙамлашып ҡына торалар...
Абдуллаһы тәүге тапҡыр хеҙмәткә утыҙынсы йылдар аҙағында алынғайны. Фин һуғышы тамамланғас, уға тыуған еренә әйләнеп ҡайтыу бәхете тейгәйне лә бит, ауылында, Мөғлифәһе менән оло улы Айбулаты янында, ҡыуаныслы көндәрҙе оҙаҡ кисерергә яҙмаған икән шул. Ғәрәсәт башланыуҙың беренсе көнөндә үк уны яңынан һуғышҡа алдылар, ә ҡырҡ икенсе йылдың башында Айбулат китте.
Ире үҙ ҡулдары менән һалған ыҡсым йортонда, өҫтәл артында, Мөғлифә инәйҙең ҡалай менән көпләнгән матур һандығы бар. Бер кем ҡағылмаһа ла, ул уны йоҙаҡлап ҡуя. Унда бөхтә итеп ҡыҙыл сепрәккә уралған төргәктән башҡа әллә ни артыҡ әйбер ҙә юҡ тиерлек. Байрамдарҙа кейә торған ике күлдәге, яҡты донъя менән хушлашып ҡуйһам, тип хәйергә туплаған аҡсаһы, кәфенлек һәм тағы ла кәрәк булһа тип йыйған нәмәләре генә. Мөғлифә инәй өсөн ошо һандыҡтағы ҡыҙыл төргәктән дә ҡәҙерлерәк нәмә юҡ. Улының, иренең иң-иң изге иҫтәлеген һаҡлаған был төргәктәге хаттарҙы нисә тапҡыр ҡулдарына алғандыр инде ул. Үҙе уҡый белмәһә лә, һәр береһенең ҡасан яҙылғанын да, уларҙы ҡасан тәүләп ҡулына алғанын да белә. Айбулаттың тигеҙ хәрефтәр менән ҡыҫҡа ғына итеп яҙған хаттарының һәр һүҙен тиерлек яттан хәтерләй. Ә был ҡағыҙ киҫәген ул айырым ҡара сепрәккә тәҫләп төргән. Уныһын ул һуңынаныраҡ ала. Юҡһа, нисек кенә үҙен тыйырға тырышмаһын, балалар кеүек буҫығып илай-илай һөйләнергә тотона. Ярай әле, өйөндә яңғыҙы ғына...
Бер йылды ошо төргәкте Нәсихә мәктәптә балаларға күрһәтергә һорап алып торҙо. Башҡа кешегә һис ышанып бирмәҫ ине лә бит, ҡыҙы кеүек күргән күршеһен нисек бороп сығарһын инде. Ошо ҡәҙерле хаттарҙың һәр береһен нисәшәр тапҡыр Нәсихә үҙе уҡып ишеттерҙе, ире менән малайының фотоларын мәктәпкә, клубҡа элдерҙе, унан килеп, күпме юллау хаттары яҙҙы. Уҡыусылары менән һуғышта юғалған ауыл һәм бөтә район һалдаттарын эҙләйҙәр бит улар. Юғалғандарының ҡәберҙәрен дә, иҫәндәренең дуҫ-иштәрен дә табалар. Шул тиклем дә кеше йәнле изге әҙәм булыр икән. Хәтерендә, күршеһе төргәкте иртәгәһенә үк килтерҙе.
— Мөғлифә апай, — тине ул көн Нәсихә, ишектән үтер-үтмәҫтән һаулыҡ һорашып, — Таллыяр ауылында ла һуғыш һәм хеҙмәт ветерандарына, һис шикһеҙ, музей асасаҡбыҙ. Барыбер, юллап йөрөп, осона сығабыҙ. Ошо ауылдан ғына йөҙ ҙә егерме өс ир-ат һуғышта башын һалған. Ауыл Советы буйынса дүрт йөҙгә яҡын. Ә тылдағы һеҙҙең хеҙмәт... Бына был төргәк... Юҡ, апай, уны бөтә кеше күрергә, белергә тейеш. Наградаларын да, хаттарын да. Йөрәк өҙгөс бит улар... Айбулат ағайҙың шиғырҙарын күсереп алдыҡ, альбом сығарасаҡбыҙ. Балалар үҙҙәре клубта «Һалдат хаттары» тигән кисә үткәрергә тәҡдим иттеләр. Һине лә саҡырабыҙ инде, Мөғлифә апай. Әйткәндәй, теге ҡара сепрәккә төрөлгән «похоронка» менән командирҙарының хатын уҡыусылар күсереп яҙып алдылар ҙа тәржемә иттеләр. Башҡортсаһын бына бында һиңә лә һалдылар.
— Рәхмәт төшкөрҙәре. Йә, уҡып та ишеттер инде, ҡыҙым.
— Быныһы — «похоронка». «Антына тоғро кесе сержант Фәттәхов Айбулат Абдулла улы 1942 йылдың сентябрендә Сталинградта батырҙарса һәләк булды». Ә бына командирының хаты: «Хөрмәтле Мөғлифә Ҡотләхмәт ҡыҙы! Мәңге үтмәҫ йөрәк ҡайғығыҙҙы ысын күңелдән уртаҡлашабыҙ. Ләкин һеҙ улығыҙ менән ғорурлана алаһығыҙ: ул Сталинград ҡалаһын һаҡлағанда ҙур ҡаһарманлыҡ күрһәтте. Үлгәндән һуң наградаға тәҡдим ителде.
Уҡсылар ротаһы командиры майор А.П.Терещенко. 30 сентябрь, 1942 йыл».
Был саҡта Мөғлифә инәй улының иң һуңғы иҫтәлеген — ошо хаттан һуң бер нисә ай үткәс килгән Ҡыҙыл Йондоҙ орденын уң ҡулы усына йомарлап ҡыҫҡан килеш стенаға төбәлгәйне. Ҡалтыранған ирендәре:
— Табырбыҙ, табырбыҙ, — тип бышылданы.
Нәсихә күршеһенең йөрәген дә, нимә әйтергә теләгәнен дә тулыһынса аңлай. Айбулат ағайҙы эҙләүҙе дауам итергә кәрәк. Улының ҡәберен табып, бер ус тупраҡ һалмай тороп, әсә күңеле тынысланаһы түгел. Улының һуңғы төйәген табасағына тамам инанған. Әсә мөхәббәте ҡояштан ҡайнар, йондоҙҙарҙан бейек, диңгеҙҙәрҙән тәрән бит ул. Донъяла был мөхәббәт-теләкте тыйыр ҡөҙрәт тә юҡ.
Нәсихә менән Нурулланың юллау хаттарына байтаҡ яуап килде. Матур бланкыларға йомро мисәттәр һуғып, бик хөрмәтләп, оҙон йә ҡыҫҡа ғына итеп яҙылған яуаптарға ҡараманы Мөғлифә инәй: бер аҙ ваҡыт үтеүгә, Айбулатының һуңғы аманаттарын күтәреп, күршеләренә яңынан инде. Улын тере итеп күргән татлы төштәрен һөйләне. Әсәнең һуңғы өмөтөн һүндерергә ҡурҡҡан Нәсихә менән Нурулла, осон сығарып булмаҫмы тип, уның исеменән тағы ла берәй яңы адрес менән сираттағы һорау хаты ебәреп ҡаранылар. Тик ҡыуаныслы хәбәрҙәр килмәне. Шулай көндәр, айҙар, йылдар аға торҙо.
Нәсихә Нәбиевна етәкселек иткән балалар хәҙер инде юғары класс уҡыусылары булып киттеләр. Ләкин эҙләнеүҙәрен ташламанылар, киреһенсә, яңынан-яңы ҡыҙыҡлы яҙмыштарға юлыҡҡан, рәхмәт хаттары алған һайын, башлаған эштәренә йылдан-йыл сәмләнеберәк тотондолар. Уҡыусыларҙың был эскерһеҙ изге эштәрен хәҙер инде күп мәктәптәр, ҡайһы бер военкоматтар, хатта хәрби музейҙарҙа ла беләләр ине. Тынғыһыҙ йәш эҙәрмәндәргә республиканың, илдең байтаҡ ҡына урындарында ла булыу шатлығы тейҙе. Ә быйыл уларҙың иң ҙур хыялдары тормошҡа ашты — Таллыяр урта мәктәбенең туғыҙынсы класс уҡыусыларын Сталинградтың Мамаев курганы музейына саҡырҙылар.
Нәсихә шул кисте үк күршеһе янына йүгерә-атлай инде лә, буласаҡ сәфәре хаҡында һөйләп:
— Бир әле, бәлки, берәй ярҙамы теймәҫме, — тип, Айбулаттың ус ояһындай берҙән-бер фотоһын, документтарын һорап алды.
Мөғлифә инәй Нәсихәләрҙең ҡайтыуын йөрәкһеп көттө. Нәсихә Сталинградтың күп кенә урындарында булыуҙарын, һәр ерҙә һорашыуҙарын, ләкин Айбулат ағай тураһында бер ниндәй ҙә тәғәйен мәғлүмәт таба алмауҙары хаҡында һөйләне.
— Шулай ҙа өмөттө өҙмәйек әле, апай, — тине ул тауышын күтәрә төшөп. — «Хәрби дан» залында булғанда мин Айбулат ағай хаҡында һөйләнем, ҡабат-ҡабат һораштым, әгәр таба, белә ҡалһалар тип, адресығыҙҙы ҡалдырып киттем.
— Эй, рәхмәт инде, ҡыҙым, бәлки, онотмаҫтар, эҙләрҙәр, осона бер барып сығырҙар әле. Һеҙҙең кеүек изге йәндәр унда ла барҙыр. Иншалла, табылыр, күңелем тоя. Улай зым-зыя юҡ булырға энә түгел дәһә ул. Ниндәй ине бит ул минең Айбулатым: баҫһа — баҡыр, типһә, тимер өҙөрлөк егет ине.
— Сабыр итәйек, апай.
— Эйе шул, сабыр итәйек. Өмөтһөҙ кеше — өлөшһөҙ кеше...
Ошо һөйләшеүҙән һуң артыҡ күп ваҡыт та үтмәне, почтальон Нәфисәнең ҡыҙы Иркә бер көндө төштән һуң Мөғлифә инәйгә хат ҡалдырып китте. Конвертын асып, мөһөр һуғылған, баҫма хәрефтәр менән яҙылған хатты күргәс, Мөғлифә инәйҙең йөрәге жыу итеп ҡалды.
— Бына хәйерһеҙ, — тип ҡуйҙы ул, үҙенекеләрҙең икеһенең береһе өйҙә булмауына үкенеп. Ауыл медпунктында эшләгән килене янына йүгерер ине (Стефания Молдавияла йәшәгәндә акушерлыҡ курсын тамамлағайны), бөгөн кәрәк-яраҡтар алырға ҡалаға барам, ти ине, һуң ғына ҡайтасаҡ. Ә Сынбулаты колхоз рәйесен йөрөтә, таң һарыһы менән сығып китә лә ҡара төн еткәнсә «лигкауай»ында саба.
Ябай түгел, хөкүмәт хаты был. Йөрәге һиҙә: Айбулаты хаҡында. Шулай булғас, үҙенекеләр өйҙә булған хәлдә лә, иң башта күршеһенә күрһәтергә кәрәк. Нимә генә яҙһалар ҙа, тағы ла бер әсәлек рәхмәтен әйтер. Бына бит, тағы яуап биргәндәр, онотмағандар. Айбулат хаҡында нимә генә яҙҙылар икән һуң?..
Мөғлифә инәй, ошо уйҙарының осона сығыр-сыҡмаҫтан, өҫтөн алмаштырҙы ла, яңы ғына йоҡлап киткән ейәненең тиҙ генә уянмаҫына ышанып, мәктәпкә, төштән һуң уҡытҡан Нәсихә янына ашыҡты.
Уҡытыусылар бүлмәһендә дәфтәрҙәр тикшереп ултырған математика уҡытыусыһы Хәбир Буранғолов, ишекте Мөғлифә инәйҙең асып инеүен күреп, тәүҙә аптырабыраҡ ҡалды. Унан ихлас йылмайҙы ла:
— Әйҙүк, әйҙүк, Мөғлифә апай, уҡырға киләһеңме, рәхим ит, — тип урынынан тороп уға ҡаршы атланы.
— Һаумы, ҡустым. Уҡыр инем дә ул, уҡам әҙерәк ҡойолоп өлөрҙө бит әле. Уҡығандың теле икәү, ти. Их, тура килмәне шул беҙгә, замана башҡасараҡ ине.
— Уҡып белеү бер башҡа, күреп белеү бер башҡа, апай. Һеҙҙең аҡыл, тел, тормош тәжрибәгеҙ менән...
— Донъя бер гөл итеп, бер көл итеп өйрәтә ул. Ярар, күршем бик кәрәк ине, әҙгә генә бында саҡыра алмаҫһыңмы?
— Кәрәккәс ни, ниңә саҡырмаҫҡа, саҡырабыҙ уны, Мөғлифә апай!
Хәбир Буранғолов сығып ике-өс минут ваҡыт үтеүгә уҡытыусылар бүлмәһенә Нәсихә килеп тә инде.
— Бәй, бәй, күршем килгән күрешергә, әллә һағынды микән? — тип шаярып та өлгөрмәне, Мөғлифә инәй ҡулындағы хатын уға һуҙҙы. Нәсихә тәҙрә яҡтыһынараҡ атланы ла, күҙлеген кейеп, тышына артыҡ иғтибар итеп тормайынса, хатты конвертынан һурып сығарҙы һәм ҡысҡырып уҡый башланы: «Дорогая Муглифа Кутлиахметовна! Дирекция мемориального ансамбля на Мамаевом кургане сообщает Вам, что Ваш сын, младший сержант Фаттахов Айбулат Абдуллович, совершив подвиг, погиб в районе завода тракторных деталей и нормалей и похоронен в Братской могиле павших героев 13-й гвардейской стрелковой дивизии. Имя его занесено на одно из мозаичных знамен в зале воинской славы».
Тынлыҡ урынлашты. Мөғлифә инәй нимәлер әйтергә теләп, ирендәрен ҡыймылдатты, ләкин һүҙе ишетелмәне. Нәсихә дымланған керпектәрен һәм күҙлеген ҡулъяулығы менән тиҙ генә һөртөп алды. Шунан һуң, нимә булды һуң әле был тигәндәй, аптырабыраҡ ҡалып, хаттың һуңғы һүҙҙәренә тағы ла бер күҙ йүгертеп сыҡты ла:
— Мөғлифә апаҡайым, Сталинградта... Айбулат ағайҙың ҡәбере бар, ни ҡәҙәрле ергә хөрмәтләп ҡуйғандар, Мөғлифә апаҡайым, — тип, балаларса ярһып килеп, күршеһенең иңбаштарынан ҡыҫып ҡосаҡлап алды. Мөғлифә инәй, хат менән бергә Нәсихәнең ҡулдарын ике ҡуллап күкрәгенә һығып, бая эстән генә әйткәндәрен яңынан бышылдап ҡабатланы:
— Табылды минең Айбулатым, табылды... — Ә үҙе күршеһенең ҡулдарын торған һайын күкрәгенә нығыраҡ ҡыҫты. — Мең-мең рәхмәт, ҡыҙым, һиңә. Нуруллаға мең-мең рәхмәт. Барам, барам балам янына, иртәгә үк китәм...
— Барырһың, барырһың, Мөғлифә апай, — тине Нәсихә, күршеһен тынысландырып. — Күмәкләп барырһығыҙ, улың, киленең менән. Юлын беләм, үҙем барыһын да өйрәтермен.
— Эйе шул, эйе... Юҡ, балалар эш кешеһе, уларҙы ебәрә һалмаҫтар, ә мин китәм, иртәгә үк китәм, йөрәгем түҙмәҫ барыбер... Оҙаҡларға һис ярамай миңә. Табырмын, илдә изге кешеләр бөтмәҫ, һин өйрәтерһең, улар өйрәтер, ер өҫтөндәген барыбер табырмын. Улым көтә, нисә йылдар бит...
— Ярар, апай, ярар, ҡайтҡас һөйләшербеҙ, кәңәшләшербеҙ. Ә хәҙер был хат менән мин класҡа инәм, уҡыусыларымды ла шатландырайым, бергә эҙләнек бит, улар ҙа һәр хәбәрҙе түҙемһеҙлек менән көтә... Әллә класҡа бергәләп инәйекме?
— Юҡ, ҡыҙым, юҡ... Зинһар өсөн, үҙең генә һөйлә. Ҙур рәхмәттәремде әйт, Мөғлифә инәйегеҙ һеҙҙең алда сал сәсле башын эйә, тиң... Сәйгә алып кил балаҡайҙарымды...
Нәсихә башта күршеһенең «иртәгә үк китәм» тигән һүҙҙәрен ҡыҙыулыҡтан ғына әйтелгәндер тип уйлағайны. Ләкин мәктәптән ҡайтып, янына инеү менән уны был уйынан кире сигендерер көс һәм һүҙ юҡлығын аңланы. Үпкәләгән Стефания ла:
— Әҙ генә көт инде, ҡәйнәм, һуңғараҡ бергәләшеп барырбыҙ, шул тиклем юлды нисек үтерһең, ни йөрәк менән яңғыҙыңды сығарып ебәрәйек? — тип яңынан үтенеп һораны, әммә Мөғлифә инәй йәштәрсә йүгереп йөрөп әйберҙәрен әҙерләүен белде. Нәсихә лә Стефанияның һүҙҙәренә теләктәшлек белдергәс, Мөғлифә инәй башын күтәрҙе лә стеналағы малайы фотоһына ҡарап:
— Балаһы янына йүнәлгәнде йүгәнләп буламы ни инде, ҡуй, тыймағыҙ, барыбер етермен: ҡарыным менән ҡар ярып, мороном менән боҙ ярып булһа ла етермен. Рәте табылыр, юл юлдашһыҙ булмаҫ әле. Барайым мин Айбулатым янына, барайым. Бер генә семтем булһа ла тыуған еренең ғәзиз тупрағын һалырмын, — тине. Килене лә, күршеһе лә ҡабат өндәшмәне.
Мөғлифә инәй, нисек кенә ҡабаланһа ла, иртәгәһенә үк юлға сыға алманы. Колхоз рәйесе Хәмит Хәйрулла улы:
— Апай, әҙгә генә сабыр ит инде, улың Сынбулат Өфөгә тиклем еңел машинала алып барып ҡайтыр, — тигәс, ныҡ шатланды. Төндө, Айбулаттың һуңғы минуттарҙа йөрөгән утлы эҙҙәренә баҫасағын, билдәһеҙ сәфәрен уйлап, йоҡлар-йоҡламаҫ үткәрҙе, туҡтауһыҙ һаташып сыҡты...
Купеға сәй килтерҙеләр. Мөғлифә инәй ике стакан һорап алды. Ҡаршыһында йоҡомһорап ултырған хәрби кейемдәге, сикә сәстәре әҙ генә ағара башлаған ир ҙә сәйгә ынтылды. Һарғылт ҡаштарын бер төшөрөп, бер күтәреп, өрә-өрә сәй эскән арала Мөғлифә инәйгә бер нисә тапҡыр һынаулы ҡараш ташланы ла оҙаҡ ҡына өндәшмәй барғандан һуң:
— Куда же вы путь держите, бабушка? — тип һорай ҡуйҙы.
— Сталинградҡа еду, — тине Мөғлифә инәй стаканын алдынан саҡ ҡына ситкә ҡуйып. — Сын там, сын...
— Где же он у вас там? На заводе? На стройке?
— Он погиб шул, ну магилаһын нашли...
— Да-а, пра-ав-да? — тип ҡуйҙы аҡ йөҙлө, ҡалын иренле ир, ҙур ғына танау һыртында күренеп өлгөргән тир бөрсөктәрен һөрткөләй-һөрткөләй. — А как нашли?
Мөғлифә инәй барыбер һөйләп аңлата алмам тип уйланы ла улы хаҡында яҙылған теге ҡәҙерле хатты, аҡсалары менән бергә төрөлгән ҡулъяулығынан сығарып, алдындағы хәрби кешегә һуҙҙы. Күҙ йүгертеп сығыу менән ир өҫкө һәндерәлә йоҡлап ятҡан иптәшен төрткөләп уятты ла янына төшөргә ҡушты. Ҡара күҙле, ҡара ҡашлы, бер аҙ ғына Айбулатына тартҡан һылыу егетте күреүгә Мөғлифә инәй түҙмәне:
— Әллә, улым, һин башҡортмо? — тип һорап ҡуйҙы.
— Мин, апа, ҡаҙаҡ, — тине тегеһе, үтә яғымлы йылмайып...
Был егет Мөғлифә инәй әле генә Өфө урамында осратҡан Танат Әлимбаев ине...
Улар уртаҡ телде тиҙ тапты. Танат башҡортса һәйбәт аңлай, һөйләшергә лә артыҡ ауырһынмай. Әсәһе Башҡортостандан икән. Бөтә һүҙҙәрҙе Василийға ла (тәүҙә танышҡан егеттең исеме шулай икән) аңлатып бирә, кәрәкһә, уның өсөн дә һораштыра. Әле улар командировканан хеҙмәт урындарына — Волгоградҡа ҡайтып баралар.
Мөғлифә инәй ошондай һәйбәт егеттәргә юлығыуына һөйөнөп бөтә алманы. Танат Өфөлә элек тә булыуын, бәлки, тағы ла көҙгә барып сығырға тура килеүе хаҡында әйткәс, Мөғлифә инәй икеһен дә үҙенә ҡунаҡҡа саҡырҙы.
Юлдашлының юлы ҡыҫҡа. Ваҡыттың үткәне һиҙелмәй ҙә ҡалды. Бына бер саҡ улар ултырған поезд, Мамай курганын әйләнеп, вокзалға яҡынлай башланы. Мөғлифә инәй бығаса телевизорҙан ғына ҡараған урындарҙы күрергә тороп уҡ баҫты, тәҙрәгә текәлде...
Алтын менән тажланған бейектәге йондоҙға йотлоғоп баҡҡанда уның ике бите буйлап йылы йәштәре тәгәрәне. Улар, әйтерһең, батыр улдарының ҡаһарманлыҡтарын онотмаған ергә, илгә әсә йөрәгенән һығылып сыҡҡан иң изге рәхмәт билгеләре ине...
Поезд перронға килеп туҡтаны. Василий алданыраҡ ҡуҙғалды. Мөғлифә инәй менән Танат яйлап ҡына вагондан сығыуға, ул бер йәш һалдат менән уларҙың төшөүен көтөп тора ине инде. Зәңгәр төҫтәге еңел машинаға ултырыр алдынан:
— Эй, балалар, юҡҡа мәшәҡәтләнмәгеҙ, үҙем берәй рәтен табыр инем әле, — тип ҡараһа ла, йәш офицерҙар ҡаланың һәйбәт ҡунаҡханаһына урынлаштырмайынса, бөтәһен дә ентекләп өйрәтмәй-аңлатмайынса, Мөғлифә инәй янынан китмәнеләр. Ә Танат, мөмкинлек табып, иртәгә Мамай курганына килергә вәғәҙә итте.
Был хәстәрлектәре өсөн Мөғлифә инәйҙең күңеле тулды. Ҡат-ҡат рәхмәт әйтеп, әлдә генә алып килгәнмен, тип бал, ҡайнатма кеүек күстәнәстәрен көсләп-көсләп Танат менән Василийға тотторҙо.
...Мамай курганына алып менгән баҫҡыстарҙан яйлап ҡына кешеләр күтәрелә. Улар араһында Мөғлифә инәй ҙә бар. Көнбайыштан иҫкән көслө ел экскурсоводтың һөйләгәндәрен бик үк ишеттермәй. Хәйер, ишетелгән осраҡта ла ул һүҙ тыңлар хәлдә түгел ине. Мөғлифә инәйҙең йөрәгенән һөйәгенә үтә төшкән ауыр уйҙары аяҡтарын артҡа тартҡандай итте. Өҫтәүенә, сәфәренә тәү башлап ҡына кейгән яңы күн тапочкалары аяҡ бармаҡтарын ҡыҫа башланы. Юҡ, әҙ генә ултырып тын алырға кәрәк. Мөғлифә инәй аллеянан сыҡты ла граниттан эшләнгән тәпәш рәшәткәгә терәлде. Ә халыҡ ағыла ла ағыла...
Ошо саҡ уның ҡолаҡ төбөндә генә ап-асыҡ булып тағы ла теге моң сыңлай башланы... Айбулаттың һуңғы йыры...
Тал бөҙрәһен, тал бөҙрәһен,
Тал бөҙрәһен өҙмәгеҙ;
Мин юғалһам, йә уттарҙан,
Йә һыуҙарҙан эҙләгеҙ...
Танат килеп етмәһә, Мөғлифә инәй уйҙарына батып, бәлки, урынында оҙаҡ ҡына ултырыр ине әле. Әммә егетте күреү менән хәл кергәндәй булды, йөҙө яҡтырып китте, йылмайып ебәрҙе. Танат, уның әлегәсә ҡайҙа булыуын һорашып белгәс, әбейҙе ҡултыҡлап үҙе менән алып китте. Улар әкрен генә «Хәрби дан» залына яҡынлаштылар. Мөғлифә инәй Танатҡа яҡыныраҡ һылышты. Әйтерһең, уны Айбулат ҡаршылаған да, улар бергә китеп баралар...
Залда Шумандың үҙәк өҙгөс «Татлы хыялдар» музыкаһы яңғырай. Моңдоң сихри көсө шул тиклем тәьҫирле, гүйә, ул ҡолаҡтан инмәй, ә бөтә тән, ҡан буйлап аға. Һүнмәҫ уттың йомшаҡ ялҡындары, әйтерһең, шыбырлап ҡына бында үткән хәтәр яу тураһында һөйләй.
Халыҡ бихисап. Бына бер саҡ Мөғлифә инәй менән Танат түңәрәк залға инде. Мозаиканан эшләнгән стеналағы хәрби байраҡтар аҫтына һәләк булғандарҙың исемлеге яҙылған...
Танат туҡталып ҡалыуға, Мөғлифә инәй ҙә, ниҙер һиҙенеп, стеналағы яңыраҡ яҙылған исемдәргә текәлде, унан һораулы ҡарашын, йәшле, һағышлы күҙҙәрен егеткә күсерҙе. Танат әбейҙең һул беләген нығыраҡ ҡыҫып ҡуйҙы һәм:
— Апа, апа... ул... ул... — тип бышылданы.
Мөғлифә инәй, уҡый белмәһә лә, «гв. мл. сержант Фаттахов А.А.» тигән яҙыуҙың улы Айбулатҡа ҡарағанлығын йөрәге менән төшөнгәйне инде. Әсә йөрәге бит ул!..
Мөғлифә инәй байраҡ янынараҡ барып баҫты ла таш һын булып ҡатты. Был саҡта уның күҙенән йәш, ауыҙынан һүҙ сыҡманы. Ә Танат, бер әсәгә, бер стенаға ҡарап, ҡарашын томалаған йәштәрен һиҙҙермәй генә һөртөп-һөртөп ала ине...
Мөғлифә инәй бында тағы ла ике көн булды. Тыуған еренән алып килгән бер ус тупраҡты улы һәм яҡташтар рухына Мамай курганы өҫтөнә таратҡандан һуң, Айбулаттың исеме яҙылған залға ҡабат-ҡабат инде, улы менән һөйләшеп, уның янында бик оҙаҡ баҫып торҙо.
— Балаҡайым, бәпкәм, — тип ҡабатланы ул. — Барыбер таптым, ҡәбереңде булһа ла күрҙем. Үлһәм дә үкенесем ҡалманы, күңелем тыныс. Ҡәбереңде лә күрмәй үлермен инде тигәйнем, бына күрҙем, рәхмәт яуһын изге кешеләргә... Әсәйеңде ҡайҙарҙа көтөп ятҡанһың бит, рәхмәт, улым, рәхмәт... Яу килгәндә илдең уртаһында булдың. Шуға үлемең дә, ҡалған ғүмерең дә данлы икән. Әсәйеңдең фатихаһын ҡабул ит, тыныс йоҡла, балам. Инде лә донъялар имен булһын. Бәхил бул, балам...
VIII
Ике әхирәттең бер-береһенә һөйләр һүҙҙәре шул тиклем күп йыйылғайны, тағы өс көн, өс төн ултырһалар ҙа, моғайын, бөтмәҫ ине. Ләкин Мөғлифә инәй сәй эскәндән һуң ике сәғәт самаһы ваҡыт үтеүгә:
— Ярар, Гөлғәйшә, ҙур рәхмәт һиңә, мин балалар янына барайым әле, — тип урынынан ҡуҙғалды. — Булатым арыуланһа, ҡайтып китермен, ауылда ла юғалтҡандарҙыр инде. Бер-ике кис кенә ҡунырмын тигәйнем, бына бит нәмә килеп сыҡты.
— Эй, Мөғлифә, Мөғлифә, — тине әхирәте, бөтөнләй аптырап, — ай күрҙе, ҡояш алды... Улай нисек була һуң инде ул? Ашыҡма әле ул тиклем, бөгөн бит поезға ла өлгөрә алмаҫһың да баһа, ике сәғәт тә ваҡыт ҡалмаған. Ҡуй, юҡты ни...
— Өлгөрмәм микән ни?
— Иртәгә кесаҙна, район үҙәгенә тиклем автобусҡа, аҙна араһы бит, һәр саҡ билет була ул. Үҙем оҙатып ҡуйырмын. Әйҙә, дауаханаға бергә барып ҡайтайыҡ, һөйләшербеҙ-кәңәшләшербеҙ, миңә генә килеп ҡунырһың. Һинекеләрҙең дә ваҡыттары юҡтыр, бала ҡайғыһы менән... — Гөлғәйшә, әхирәтенең риза буласағына ныҡ ышанып, һәләт кенә өҫтөн алмаштыра башланы, үҙе һаман һөйләүен дауам итте. — Ай, Булат, Булат, нишләп ҡуйған бит, бөтөнләй һарыуы ҡайнаған икән баланың. Шулай инде, йәндәй күргән атайың ят ҡатын менән йәшәп ятһын әле, сабыйҙың да йөрәге бар бит. Әй алла, ҡолаҡ күҙ булмай, үгәй үҙ булмай инде ул... Әйткәндәй, киленең ауырлы йөрөгәндә, малай булһа, Айбулат тип ҡуштырам, ти инең дә, «ай»ын төшөрөп ҡалдырҙылармы ни?
— Ололарҙы тыңлап бөтәләрме ни улар. Исеме оҙон була, Булат ҡына булһын тип ныҡыштылар бит. Күп саҡта барыбер «Айбулат» тип өндәшәм дә ҡуям. Өләсәй, ниңә яңылыш әйтәһең, мин Булат бит, тигән була. Эй балаҡайым, ошонан шәбәйеп сыҡһа, үҙемдең янымдан бер ҙә ебәрмәҫ инем. Айбулатым менән Абдуллам төҫө бит ул.
— Ниңә һуң бер бала менән ҡалғандар?
— Тәүҙәрәк, ҡалаға киткәс, үҙең беләһең, йүнләп торор урындары булманы. Ярай әле, Булат гел миндә булды. Унан килеп, уҡырға инәм, тамамлайым, тине. Сынбулат ныҡ ҡына төшөргөләй башлағас, уға ышанып та бөтмәгәндер инде...
— Ярар, йәштәре үтмәгән, һаҡалдары билгә етмәгән, теләһәләр, һиңә әллә нисә ейән-ейәнсәр килтерерҙәр әле.
— Теләһәләр бит әле ул. Хәҙерге йәштәр уныһын да теләп етмәйҙәр бит. Ниндәй заманалыр инде — бала табыуҙан ҡурҡалар. Балалы кеше — иң бай кеше, шуны аңламайҙармы, әллә инде... Тормоштары рәтләнеп кенә китһә ярай ине лә бит.
— Китер, китер. Ҡатын менән ир талашыр, түшәгендә ярашыр, ти... Их, үҙем йәш булһаммы! Зөлҡәрнәйем кеүек егеттән, валлаһи тип әйтәм, әллә нәмә тимәгәйеләр, ун баланы тупылдатып ҡына тапмайынса туҡтамаҫ инем. Донъя йәме бала менән икән шул ул. Үҙе кисермәгән генә аңламай быны... Һиңә һөйләмәгән бер серем дә бар әле минең, Мөғлифә. Ҡайтҡас, кискә һөйләрмен...
Ике әхирәт дауаханала оҙаҡ ҡына булдылар. Булаттың һауығып барыуына бик шатландылар. Дүртәүләп дауахана тирәһендәге ағастар күләгәһендә серләшеп ултырҙылар. Бигерәк тә Стефанияның күңеле күтәренке ине. Килененең һәйбәт кәйефе ҡәйнәһенә лә күсте. Сынбулат ҡына йомоғораҡ, күңелһеҙерәк ултырҙы.
Әхирәттәр, һуңлап ҡайтһалар ҙа, тиҙ генә йоҡларға уйламанылар. Төрлө тәм-том менән өҫтәл тулғас, Гөлғәйшә матур ҡағыҙ йәбештерелгән бер шешә лә килтереп ултыртты.
— Һинең килереңде төшөмдә күргәйнем, күңелем дә тоя ине. Әйҙә, бер серләшеп ултырайыҡ әле, Мөғлифә. Юҡһа, һине күрмәгәнгә лә байтаҡ булып бара бит, — тип, әлеге шешәнән кескәй генә ике рюмкаға шарап ҡойҙо. — Ауылға бик ҡайтаһым килеп китә, ҡайтһам, сабыйымдың ҡәберен барып ҡараһам, бер йыл буйы тыныслана алмайым, Зөлҡәрнәйемә һөйләйем дә илайым, һөйләйем дә илайым. — Гөлғәйшә стенаға ҙурайтып эленгән иренең фотоһына ымлап ҡуйҙы. — Эй Алла, шундай ҡыйыу егетте лә пуля алыр икән. Ысынлап та, торғаны Чапаев ине, уныһын дөрөҫ атағайнылар, тик ғүмере ҡыҫҡа булды шул. Ҡыйыуҙы ҡыя, тигәндәре дөрөҫ икән... Йәле, әхирәт, осрашыу хөрмәтенә...
— Мине беләһең дә, Гөлғәйшә, ғүмер буйы уны ауыҙыма ҡапманым. Хәҙер генә килеп, ҡартайып бөткәндә, ҡуй, булдыра алмам, рәхмәт...
— Шулай бит әле, әллә нәмәләр уйлай-уйлай баш бөткән инде, ярар, рәнйемә, Мөғлифә, онотҡанмын. Үҙең беләһең, минең дә әллә ни әүәҫлегем юҡ ине бит. Баламды, Зөлҡәрнәйемде иҫкә төшөрһәм, ҡапҡылап та ҡуйғылайым. — Ул рюмкалағы ике йотомлоҡ шарапты тәмләне лә тағы һүҙгә күсте. — Эй, Мөғлифә, беҙгә тура килде инде ул барыһы ла. Иҫләһәң, иҫ китә, тигәндәй, нисек күнгәнбеҙ ҙә, нисек түҙгәнбеҙҙер инде. Рауза, Хәҙисә, Зәйнәп, һин, мин...
— Кемдәрҙе һанайһың?
— Ниңә, кемдәрҙе тисе? Ҡырҡ өстә Олоташта тракторсылар курсында бергә уҡып йөрөнөк тәһә...
— Улайһаң, Мәрхәпъямал менән Минебикәне лә онотма.
— Онотманым, әхирәт, онотманым. Шул хәтле ергә көн дә йәйәү йөрөнөк бит әле. Ашарға юҡ, аяҡтағы сабата аҙнаға етмәй. Теге теорияны уҡытҡан Яхин ағайҙы хәтерләйһеңме? Бигерәк кеше йәнле кеше генә лә инде. Үҙе техниканы шәп белә ине. Иҫәнме икән ул?
— Юҡ, мәрхүм булыуына тиҫтәләп йылдар үткәндер инде. Яҙғы ташҡында күперҙән ҡолағандар ҙа, тракторға тимер арҡан тағырға, шунан һөйрәттерергә уйлап һыуға төшөүе булған, еңел генә кәүҙәһе менән аҡҡан да киткән. Ташҡын ҡайтҡас ҡына тапҡандар...
— Ишетмәгәйнем әле. Был ни нәмә — тәбиғәттең тәбиғәте яҡшыға ябырыла, яҡшыны күрә. Ауыр тупрағы еңел булһын инде... Ул саҡтағы беҙҙең уҡыуҙы әйтәйем инде. Тракторҙы МТС урамында әҙ-мәҙ йөрөттөрҙөләр ҙә ҡайтарып та ебәрҙеләр. Нимә генә белеп сыҡтыҡ инде?
— Шуға ла бит Мәрхәпъямалды бригадир Сабит ағай тәүҙәрәк яфалап бөтә торғайны. Шаян ине лә инде. Бер саҡ Мәрхәпъямал машинаһын тоҡандыра алмай аҙаплана. Сабит ағай, магнитыңдың искраһын ҡара, ти. Тегеһе бер ҙә генә лә аңламай. Шуны күреп, Сабит ағай, тәгәрмәс аҫтына төшкәндер, йә ергә күмелгәндер, тиҙерәк көрәк килтер, ҡаҙа һалып алырға кәрәк, тигәйне, тегеһе ни, йүгертә һалып көрәк килтерә ята...
— Йыр-таҡмаҡҡа, шиғыр сығарырға ла оҫта ине бит ул. Шулай бер саҡ мин дә тракторымды тоҡандыра алмай бер булам. Тәүҙә күрмәйем дә, баҡһаң, янымда Сабит ағай ҡарап тора икән. Асыуымдан, башҡа саҡта тегендәй-бындай таҡмаҡҡа шәпһең, йә, сәсән булғас, хәҙер бына, кәйефте күтәр, исмаһам, тим. Шунда уҡ таҡмаҡланы бит, ҡәһәрең.
Тракторы йырламай,
Тракторым йырламай, тип,
Ғәйшә саҡ-саҡ иламай, —
тимәһенме был. Иларҙай булып йөрөгән кеше, күңелем асылып, ҡысҡырып көлөп ебәрҙем. Мин Ғәйшә түгел, Гөлғәйшә тигәйнем, «гөл»өң мазутҡа буялып бөткән инде, тип йылмая.
— Ҡартайһа ла һаман шулай. Бөтә мәҙәк уның тирәһендә, һөйләй башлаһа, егет-елкенсәкте ауыҙына ҡарата ла ҡуя инде.
— «Трактор йыры»н онотманыңмы әле? — Гөлғәйшә әхирәтенә ошо һорауын бирҙе лә, уң ҡулын ситкә һуҙып, бармаҡтарын шартлатып, таҡмаҡлап та ебәрҙе:
Аға радиатор,
Эшләмәй регулятор...
Тәүге һүҙҙәрен ишетеү менән, уға әхирәте лә ҡушылды.
— Бына бит, йырҙарын да тапҡанбыҙ бит әле.
— Ошоноң таҡмағына клубта нисегерәк өйөрөлә инек, сабатаның боҙҙары шаҡылдап ҡына тора торғайны.
— Сабата тигәндән, сатан Зәйни иҫәнме әле?
— Бәй, Гөлғәйшә, ауыл хәлдәрен бөтөнләй белмәйһең икән шул. Уның гүр эйәһе булыуына ла байтаҡ бит инде. Ауылда хәҙер һуғыштан ҡайтҡандарҙың иҫән-амандары бармаҡ менән генә һанарлыҡ ҡалды, ҡарсыҡ-ҡорсоҡ та кәмей...
— Шулайҙыр инде... Мөғлифәкәй, серләшеп ултырырға һинән башҡа кемде күрәм дә, кемде саҡырам инде мин. Сабата тигәс, ана шул сатан Зәйниҙең таҡмағы иҫкә килеп төштө. — Гөлғәйшә баяғы көйгә тағы йырлап ебәрҙе:
Әй сабата, сабата,
Сабата шәп атлата,
Һөймә ҡыҙҙы — һөй ҡатынды,
Ҡатындар май ашата...
— Һыңар аяҡһыҙ ҡайтып, үҙ ҡатыны әллә ҡайҙа ташлап сығып киткәс, май ашатырҙай ҡатындың өйөнә инеп ҡараны ла бит, малайҙары һыйҙырманы. Ҡарт көнөндә ғәрип көйө бер яңғыҙы тороп яфаланды. Тегенән-бынан әбейҙәр ҙә һоратҡылап ҡараны, ниңәлер килеүсеһе булманы.
— Шулай инде, бер күркең китһә, яңғыҙ ҡаҙыҡҡа ситән үреп бармайҙар... Бая серем бар тигәйнем дә...
— Серле кеше — сирле кеше, түҙмәҫһең, барыбер һөйләрһең, тип тик ултырам.
— Илла мутһың да инде. Сер итеп, артыҡ сер ҙә түгел инде ул. Заманында һин белгән кеше булғанға ғына әйткәйнем. Түлке үпкәләмә, бер нәмә хаҡында һорашһам... Бер ваҡыт шулай, хәтерем яңылышмаһа, биш-алты йылдар элек, мине теге һин һөйләгән Мейес Минһаж эҙләп тапты бит.
— Бә-әй, — тип һуҙып ҡуйҙы Мөғлифә инәй әхирәтенән бөтөнләй көтөлмәгән хәбәр ишетеүҙән. — Уны Урта Азия яғында йөрөй тип һөйләгәйнеләр ҙә.
— Ситтә йөрөгән ул, хәҙер мәрхүм инде. Донъя буйлап аҙашып йөрөй-йөрөй рәтләнә алмағас, Башҡортостанға ҡайтҡан. Ауылға ҡайтырға йөрәге етмәгәндер, ахыры. Хәйер, уны ҡаршыларлыҡ унда кеме бар тиһең.
— Шулай, шулай, ике туған ҡустыһы бар ине, эсеп, аҫылынып үлеп ҡуйҙы. Ҡатыны, йорт-ҡураһын һатып, әсәләренә ҡайтып китте.
— Бына шул Мейес Минһаж көн дә килә башланы бит. Тәүҙә үк ҡыуып ҡына сығарырға уйлағайным, туҡтәле, мин әйтәм, нимә һөйләр, нимә көйләр... Элек нисек булғандыр, хәҙер инде «мейес»леге әллә ни күренмәй, донъя ныҡ йоҡартҡан быны. Төҫө-башы былай арыу ғына күренә, һүҙе лә ипле. Балаларыбыҙ булманы, ҡатыным вафат булып ҡуйҙы, тигәс, йәл булып китте. Ҡартайған көнөндә һыйыныр бер йән эйәһе юҡ, миңә лә гел яңғыҙ зарланырға тимәгән, әллә тәүәккәлләйем дә ҡуяйыммы, тип уйлаштыра ла башланым. Шулай ҙа һинең һөйләгәнең хәтерҙән сыҡманы бит. Юҡ, был хаҡта һинең менән кәңәшләшмәй, һөйләшмәй ярамаҫ, тип уйлайым, һуңынан күҙеңә нисек күренермен. Был нишләр икән тип, шул уйымды Минһажға әйт тә һал. Ул көндө бер һүҙ ҙә өндәшмәй сығып китте. Икенсе көндө тағы килде был. Бер аҙ төшөрөп алған, быға тиклем гел айныҡ килә ине. «Мөғлифә — мин сәйнәп төкөргән ҡатын, ғәрләнмәйенсә, үҙеңде түбәнәйтеп, шунан кәңәш һорамаҡсыһыңмы, ул ни, әйҙә, сыҡ, тимәҫ инде, мине хурларға тырышыр, теге саҡта үҙе риза булып торҙо ла», — тип һалдырмаһынмы был. Мин дә шул саҡ ҡыҙып киттем. «Бар, юлыңда бул, Мөғлифә кеүек һылыу, уңған ҡатындар һинең кеүек елғыуар мәхлүктәргә төкөрмәй ҙә, оятһыҙ», — тип әрләп-борҡотоп ҡыуҙым да сығарҙым. Ә үҙем төн буйы, ҡыҙҙар кеүек, илап сыҡтым... Мөғлифә, әрнемә, һорайым әле, әллә шул нәмә теге саҡта тейҙеме?..
— Юҡ, әрнемәйем, Гөлғәйшә, ышанысың өсөн рәхмәт. Хәҙер инде һинең менән миңә бер кем алдында ла яуап тоторға түгел. Ирҙәребеҙҙең яҡты иҫтәлеге генә бар. Хәҙер беҙгә намыҫыбыҙ ғына хужа... Вәт Мейес Минһаж... Ҡара уйын ҡара гүргәсә ҡалдырмаған икән... Әгәр шундай хәл булһа, Абдулла уны урман эсендә тере ҡалдырыр инеме ни?! Намыҫланыуға ҡалһа, ул Зөлҡәрнәйҙән дә тәүәккәллерәк ине бит. Әлдә ваҡытында өлгөрҙө әле. Әллә нәмә менән бөтөр ине... Яуыз йән йәлсемәй ул.
— Шулай, шулай. Ул Мейес Минһаждың әжәле лә йүнһеҙ булған инде. Бер эскесе ҡатын өйөнә ингән икән. Кемдәндер нимәлер һатып алып эскәндәр ҙә, төн сығыуға икеһе лә үлеп ятҡандар. Тегеһенең балалары ла, тәрбиәләп күмергә туған-ырыуҙары ла булмаған. Кеше яллап, шунда нисектер йыйыштырып ҡуйғандар инде.
— Ярар, Гөлғәйшә, ҡуй, ауыҙ бысратып шуны һөйләмәйек. Яман юлдаштан яңғыҙлыҡ яҡшы, ти... Нихәл итәһең, һуғыш бер күңелгә түгел, мең күңелгә, бар илгә килгән ғазап булды. Беҙгә яҙғанын беҙ күтәрмәй кем күтәрһен. Ҡатын-ҡыҙ түҙергә тыуған бит инде ул.
— Уныһы шулай, Мөғлифә, уныһы шулай, — тип ҡабатланы Гөлғәйшә. — Тик яңғыҙлыҡтан да яман сир юҡ. Үтә ауыр шул ул. Һинең, исмаһам, ҡыуаныр-йыуаныр, ҡайғырыр-хәсрәтләнер кешеләрең бар. Ә минең... — Гөлғәйшә күҙҙәрен һөртөп алды ла моңло, матур тауыш менән йырлап ебәрҙе. Таныш көйгә әхирәте лә ҡушылды:
Сәрмән буйҡайҙары туғай-туғай,
Туғай уртаһында андыҙлыҡ.
Был донъяла ике ҡурҡыныс бар:
Бере — үлем, бере — яңғыҙлыҡ...
Йыр бөтөүгә Гөлғәйшә, башын әхирәтенең яурынына терәп, тыйыла алмай үкһей башланы. Үҙе, күҙ йәштәренә быуыла-быуыла, һүҙҙәренә сәсәй-сәсәй, туҡтауһыҙ һөйләнде:
— Эй ҡәһәр һуҡҡыры был һуғыш тигәндәре, ҡан илатты ул беҙҙе... Күпме йылдар үткән бит инде, ә йөрәк һаман һыҙлай-һыҡтай... Бөгөнгө көндә һинең Абдуллаң, минең Зөлҡәрнәйем булһа, ошолай хәсрәтләнер инекме ни беҙ... Исмаһам, ҡайһы берәүҙәр кеүек, тере йән генә булып ҡайтһалар ҙа... Күпме көттөм бит мин уны! Көтә-көтә таш та кителә, ә мин әҙәм дәһә... Ниңә һуң был тормош ғәҙел түгел: берәүҙәргә көн дә байрам, көн дә туй, икенселәргә көн дә һағыш, көн дә уй... Ниңә шулай ул, Мөғлифә?..
Әхирәте үҙе лә был мәлдә, Гөлғәйшәне һул ҡулы менән ҡосаҡлап, күҙен-йөҙөн шәлъяулығы менән ҡаплап, дер-дер килә ине. Ул бер аҙҙан ғына, һыу аҫтынан сыҡҡан кешеләй, ауыр, ишетерлек итеп тын алып:
— Нишләйһең бит, нишләйһең, — тине, — бәхет беҙгә тәҙрәнән генә ҡарап үтте, ә ҡайғыбыҙ ишектән керҙе. Башты ташҡа бәреп буламы ни... Беҙҙә генә түгел, илдә, ерҙә шул ҡайғы... Инде лә донъя имен булыуын теләйек, балаларға күрһәтмәһен был ҡайғыны...
Ике әхирәт, күңелдәрен туйғансы бушатҡас, тынысланып ҡалдылар.
— Әй-й, — тине Гөлғәйшә, — сәй ҙә һыуынып бөттө инде. Ҡайҙа, яңыртып ебәрәйем әле. — Ул ырғып торҙо, газ ҡабыҙып, сәйнүген ут өҫтөнә ҡуйҙы. Унан өҙөлөп ҡалған һүҙен ялғап алып китте. — Эйе, беҙ кисергәнде балалар белмәһен инде. Тик донъяның бер ҙә генә рәте юҡ бит... Элегерәк, донъя хәлен белеп булмай, тип гел аҡса йыйҙым. Йәшермәйем, Мөғлифә, минең байтаҡ аҡсам бар. Бер мәлде һинең янға ауылға ҡайтып йәшәргә лә йыйынғайным. Хәҙер һыуындым инде, ҡартайыла, унан һуң, һинән башҡа унда кемем бар минең, йортомдо,
донъямды ҡалдырып китер берәй яҡыным булһа тағы... Әйткәндәй, йортоң ни хәлдә әле, әйттем бит, аҡсам бар, теләһәң, яңыны һалдырабыҙ, ул аҡса миңә нимәгә?.. Аҡсаға бәхет табылһа, минән дә бәхетле кеше булмаҫ ине лә бит...
— Юҡ, Гөлғәйшә, минең үҙемдеке үҙемә етә, ана, балаларға ҡулдан килгәнсе ярҙам иткеләп торам әле. Аллаға шөкөр, ауылдаштарым да, колхоз да булышып тора. Әгәр булдыра алһаң, Гөлғәйшә, һин ана етем балаларға ярҙам ит. Был иң ҙур һауап, иң ҙур изгелек булыр...
Гөлғәйшә йәнләнеп китте.
— Ә ниңә, булдырам мин уны...— Ул урынынан ҡалҡыныбыраҡ ҡуйҙы. — Нишләп һуң әле элегерәк башҡа килмәгән? Әйҙә, минән бер иҫтәлек ҡалһын...
Әхирәттәр тағы ла сәй яңырттылар. Улар йоҡларға йыйынғанда, таң һыҙыла башлағайны инде.
IX
Йорттағы уй юлға ярамай шул. Мөғлифә инәйҙең дә ике тәүлеккә генә иҫәпләнгән сәфәре аҙнаға һуҙылды ла ҡуйҙы. Нишләмәк кәрәк — бәлә-ҡаза аяҡ аҫтында. Ярай әле, йорт-донъяһы имен-аман торған, мал-тыуары зыян-ҡаза күрмәгән. Мөғлифә инәй шуға һөйөнөп бөтә алманы. Өйөндәге һәр әйберен һыйпап сыҡты, ҡош-ҡорттарын, малдарын иркәләп бер булды, улар менән әллә күпме ҡаңғыр-ҡоңғор һөйләшеп йөрөнө. Ейәне көндән-көн һауыға башланы, бына үҙе лә йорт-ҡураһына иҫән-һау ҡайтты, барыһы әүәлгесә торған — шул шатлыҡ түгелме ни! Ҡайғы күрмәгән генә ҡыуана, көйөнөс күрмәгән генә һөйөнә белмәй бит ул.
Бер аҙ ваҡыт үтеүгә Мөғлифә инәй күрше-күләндән, хәл белергә ингән ауылдаштарынан Таллыярҙың әллә ни күп булмаған һуңғы яңылыҡтарын белеп тә өлгөрҙө. Һүҙ бит ул хас һуған ҡабығы кеүек: береһен асһаң, икенсеһе сығып ҡына тора.
Күршеһе Нәсихә әйтеүенсә, Исмәғил Юлдашев хәҙер уларҙың ауылында колхоз етәксеһе итеп һайланған икән.
Исмәғил — күрше Күкҡуян ауылынан, Сынбулаты менән өс йыл бер мәктәптә, бер класта уҡынылар, яҡын дуҫтар. Бөрө педагогия институтын тамамлағандан һуң оҙаҡ ҡына йылдар үҙ ауылында балалар уҡытты.
Мөғлифә инәй Исмәғилде бик яҡшы белә. Уҡыған сағында был малай уларҙың өйөндә йыш була торғайны, хатта көслө бурандарҙа ҡунырға ла ҡалғыланы. Сынбулат Өфөгә киткәс, уңайы тура килһә, Мөғлифә инәйҙең хәл-әхүәлен белеп торҙо.
Иртәгәһе үк ишектә Исмәғил үҙе күренде. Шулай булырын алдан шәйләп, Мөғлифә инәй өйөн йыйыштырып, сәйен көйләп ҡуйғайны инде. Исмәғил ике ҡуллап күреште лә:
— Эй, инәй, ошо йортта булмаһам, һин бешергән икмәкте ҡапмаһам, һөтлө ҡуйы сәйеңде эсмәһәм, нимәлер етмәй кеүек, ауырый башлайым бит, — тине, ихлас йылмайып, уйынлы-ысынлы шаяртып.
— Әйҙүк, әйҙүк, — тине Мөғлифә инәй түрҙән урын күрһәтеп, — ят кеше түгелһең дә, апайыңдың яҡты сырайы, һөтлө сәйе һәр саҡ әҙер. Тик бына Сынбулат ҡайтҡанда бер ҙә килә алмайһығыҙ. Ул һорашып ҡына тора. Үҙе лә яйын табып һис барып сыға алмай ҙа ҡуя.
— Инде лә күрешербеҙ, үҙҙәре генә ҡайтһын, мин бит хәҙер был ауыл кешеһе, тиһәң дә була.
— Ишеттем, улым, ишеттем, хәйерле булһын, бик шатмын, бик һәйбәт.
— Ҡамыттың яңыһын, ҙурырағын кейҙерәләр, йөктө тартып алып китеп булһа инде.
— Тартырһың, ир-ат тартмаған йөк булмай ул. Кешене аңлаһаң — үҙеңде лә аңларҙар. Әҙәм түгел, яҡшы һүҙҙе хайуан да аңлай. Тик мөңрәп килгән һыйырҙың мөгөҙөн һуғып һындырма. Шул яман. Күңел тапмаҡ — бер һүҙ, күңел ҡалмаҡ — бер һүҙ...
— Бына бит, инәй, һинең менән бер күрешеп һөйләшеү үҙе бер ғүмер. Һүҙ әйтмәйһең — мәҡәл әйтәһең дә ҡуяһың. Ҡайҙан алып, ҡайҙан отоп бөтәһеңдер инде.
— Донъя үҙе өйрәтә ул... Әсәйем тапҡыр һүҙле ине. Кеше һине тыңлаһын тиһәң, һүҙеңде уйлап һөйлә, яйлы һүҙ генә ялыҡтырмай, тиер ине мәрхүмә. Ҡәйнәмә лә рәхмәт, ул да күп аҡыл ҡалдырҙы миңә. Бер әйткәне һаман иҫемдән сыҡмай, һүҙ дүрт төрлө була, тип өйрәткәне хәтеремдә: бер төрлө һүҙ — бел дә һөйләмә; икенсе төрлө һүҙ бар — белмә лә, һөйләмә лә; өсөнсө төрлө һүҙ бар — бел дә һөйлә, ә дүртенсе төрлөһөн һөйлә лә белмә...
— Нисек мәргән әйтелгән! Эй был халыҡ, уның тапҡырлығына, аҡылына иҫең китер. Бына беҙгә шулай һөйләшә белергә ине лә бит. Аңларҙар ине. Тик быны уҡып ҡына белеп булмай, тормош мәктәбенән өйрәнергә кәрәк. Ул мәктәпте үткән һеҙҙәй инәй-олатайҙар, апай-ағайҙар хәҙер кәмеп тә бара шул. Ниндәй аҡыл эйәләре бит улар! Минең атайҙың да бер әйткәне иҫкә төшөп ҡуйҙы әле. Ҡарттар һүҙен ишеткәндә, бүркеңде ҡуйыныңа ҡыҫтыр, тип ҡабатларға яратыр ине йыш ҡына.
— Атайыңды ла яҡшы беләм. Эйе, уның һүҙен бүркеңде һалып тыңларлыҡ ине шул. Һабантуйҙарҙа минең Абдуллам, Зөлҡәрнәй, атайың Искәндәр иң һуңға ҡалып айҡашырҙар ине. Бер йылды береһе еңһә, икенсе йылына икенсеһе ал бирмәҫ ине... Гүр эйәһе булыуына ла ике-өс йыл үтте, буғай? Әлеге лә баяғы, һуғыш касафатылыр инде.
— Өс айҙан һуң дүрт йыл була. Һуғыш ғәләмәте инде. Баш контузияһы менән оҙаҡ яфаланды бит, ахырҙа шул алып та китте.
— Яу яраһы яҙлығамы ни ул. Һуғыштағыһы етмәгән, һуңынан күпме ир-атты ер аҫтына тыҡты. — Мөғлифә инәй урынынан ҡуҙғалды. — Ярар, сәй янында һөйләшербеҙ. Хәҙер әҙ генә самауырҙы яңыртам да...
Мөғлифә инәйҙең сәйе ни тиклем тәмле булһа ла, Исмәғил самауыр артында оҙаҡ ултыра алманы. Ғаилә хәлдәрен һөйләгәс, оҙаҡламай колхоз төҙөгән яңы фатирға ҡатынын, ҡыҙы менән малайын, бөтә донъяһын күсереп килтерәсәген әйтеп, оҙаҡ серләшеп ултыра алмағанына ғәфү үтенә-үтенә, урынынан тороп ишеккә табан атланы.
— Киләһе йыл һуғыш һәм хеҙмәт ветерандарына ауылда музей асабыҙ, — тине Исмәғил үҙе артынан оҙата килгән Мөғлифә инәйгә йөҙө менән боролоп. — Бер мөйөшөн һеҙҙең ғаиләгә арнамаҡсыбыҙ. Нәсихә һөйләгәндер?
— Һөйләне, һөйләне, нимәләр кәрәклеген дә әйтте. Күрше түгел — алтын инде улар. Өй һатып алма, башта күрше һатып ал, тип үтә дөрөҫ әйткән икән боронғолар. Аллаға шөкөр, күршеләремдән бәхетем булды. Һеҙгә лә шуны теләйем.
— Эйе, күрше хаҡы — тәңре хаҡы. Һин үҙең яҡшы кеше, инәй.
— Йылы һүҙеңә рәхмәт.
— Көҙгәрәк һиңә тағы бер йомош төшмәксе әле, Мөғлифә инәй.
— Ҡулдан килерҙәй булһа, инәйеңдән ҡалмаҫ.
— Нисек тә килә әле! Көҙгә йәштәрҙе һалдатҡа оҙатабыҙ бит. Бик матур кисә ойошторорға уйлайбыҙ. Бына шунда һинең тел ярҙамың кәрәк буласаҡ. Оҙатыу кисәһендә йәштәр күңеленә һеңдергәнсе әйтелгән аҡылды һинән көтәбеҙ инде.
— Ҡуй, ҡуй, улым, уныһын булдыра алмам. Ана, улдарын армияға оҙатҡан йәшерәктәр бар, уларҙан әйттерегеҙ. Халыҡ алдында баҫып һүҙ һөйләр сағым үткән инде минең.
— Улай ҡырт киҫмәле, инәй. Был минең генә уй түгел. Яңыраҡ күмәкләшеп һөйләштек, барыһы ла һинең исемеңде әйттеләр. Аштың майын, һүҙҙең яйын уның кеүек берәү ҙә белмәй, тинеләр.
— Бер кем дә белеп тыумай: кеше күрә-күрә күҙсән була, һөйләй-һөйләй һүҙсән була. Йәштәрҙе өйрәтергә кәрәк. Кешене кешегә татлы һүҙ менән эйәләштерәләр.
— Дөрөҫ, инәй, дөрөҫ, өйрәтергә кәрәк, ә башта үҙебеҙгә өйрәнергә кәрәк. Шулай ҙа һүҙебеҙҙе йыҡма әле, инәй. Иртәгә үк түгел, ваҡыт бар бит әле, уйларһың...
— Ярар, улым, тәүләп йомош менән ингәнһең, иҫән-һау булайыҡ, донъя имен булһын, ә һөйләре табылыр. Һүҙ һүҙҙән тыуа, һүҙ һүҙҙе таба.
— Рәхмәт, инәй...
Ай үтә, йыл үтә, ай әйләнә, көн үтә, тигәндәй, донъя мәшәҡәттәре менән булып, Мөғлифә инәй көҙ еткәнен һиҙмәй ҙә ҡалды. Булатты эйәртеп, бер нисә тапҡыр Сынбулат менән Стефания ҡайтып киттеләр. Ейәне хәҙер шап-шаҡтай. Төндәрен генә һаташҡылап уяна икән. Мөғлифә инәй ҡолонсағын һөйөп туя алманы. Булатын элекке һымаҡ ауылда, үҙ янында бик ҡалдырырға теләһә лә, өндәшмәне. Килене менән улы ла ризалашырҙар кеүек ине. Юҡ, ата-әсәһе янында булһын: бала ҡатын менән ирҙе бергә бәйләп тотоусы ебәк еп бит ул. Бәлки, теге саҡта ана шул еп етмәгәндер...
Бөгөн клубта үтәсәк тантана Мөғлифә инәйгә көн оҙоно тынғылыҡ бирмәне. Һөйләр һүҙен уйлай башлаһа, иң башта Айбулаты, унан Абдуллаһы күҙ алдына килеп баҫты, һандығын асып, теге төргәккә ынтыла биреп ҡуйғайны ла — тыйылып өлгөрҙө: былай ҙа саҡ торған күңелен ярһытырға теләмәне. Бөтә булмышын солғап алған уйҙарынан әҙгә генә арыныу ниәтенән әле өйҙә, әле урамда төрлө эштәргә лә тотоноп ҡараны. Юҡ, күңел түрендә, йөрәк ҡанында, уй-хыялында бары тик икәү — Айбулаты менән Абдуллаһы ине. Хатта бер ара улының: «Әсәй... әсәй...» тигән һүҙҙәре ап-асыҡ ишетелеп ҡалғандай булды...
Мөғлифә инәй тирә-яғына ҡарап-ҡарап алды. Ошо саҡ стеналағы иҫке сәғәте гәлсәр моңдарын һипте: гүйә, ул да, хәтерләйем, хәтерләйем, тип өндәшә ине...
«Волга» менән килеп алырбыҙ, тиһәләр ҙә, Мөғлифә инәй әкренләп кенә клуб яғына атларға булды. Берҙән, машиналап йөрөргә уңайһыҙланды, икенсенән, әхирәттәрен, олораҡ кешеләрҙе күреп һөйләшергә ниәтләнде. Бигерәк тә күңелен ялмаған уй-хәтирәләрҙән әҙерәк кенә булһа ла арынырға теләне. Ысынлап та, тантанаға килеүсе күпме ауылдаштарын күрҙе, хәл-әхүәлдәрен һорашты, ҡарты-йәше менән һөйләште, тағы әллә ни тиклем яңылыҡтар белде. Уҡыусылар сәскә тотторғас, Мөғлифә инәйҙең күңеле күтәрелеп, түҙеп торғоһоҙ болоҡһоуы үтеп киткәндәй тойолдо. Тик көн оҙоно йонсотҡан йөрәге генә һаман да сәнсеп-сәнсеп ҡуйҙы...
Бына бер саҡ һәйкәл-обелиск эргәһенән төркөм-төркөм булып йәш егеттәр һәм ҡыҙҙар үтеп киттеләр. Бер үҫмер иҫке гармун ҡосаҡлап алған. Мөғлифә инәй уны күреүгә терт итеп ҡалды. Уның уйын аңлап алғандай:
— Ярулла гадук гармунсы, — тине Иҙрис ҡарт, уң ҡулы менән елгә бәүелгән һул еңе осон костюм кеҫәһенә тыға-тыға, орден-миҙалдарын сыңлатып. — Их, уйнай торғайны ла инде. Таңға тиклем уйнар, арыным, тип әйтмәҫ ине. Ул саҡта беҙҙең атайҙарҙың өйө ана теге Ялтыркүлбаш урамында йәнәш кенә ине бит. Бер ҡасан да гармунһыҙ йөрөмәне...
— Ярай әле, гармунын ошо көнгәсә һаҡлағандар, уландарына рәхмәт инде, — тип һүҙгә ҡушылды һуғыш йылдарында йөк башынан осоп төшкәндән һуң имгәнеп ҡалған, бер аяғын һөйрәп саҡ йөрөгән Бәҙернисә ҡарсыҡ. — Нисә йыл ҡәҙерләп һаҡлап йөрөтәләр бит әле. Атаһы киткәндә Ғәйсәргә ике йәш тә юҡ ине бит. Хәҙер ана һалдатҡа икенсе малайы китә. Ярулла үҙе булмаһа ла, бына бит, гармуны ейәнен оҙатышып йөрөй...
Ошо һүҙҙәр Мөғлифә инәйгә, гүйә, ут ялҡыны булып бәрелде: тамағы кибә башланы, маңлайы, унан арҡаһы буйлап тир бәреп сыҡты, күҙ алды томаланып киткәндәй тойолдо. Теге саҡтағы гармун... Эйе, бына ошо гармунға Айбулаты ҡушылып йырлағайны бит. Таный уны Мөғлифә инәй, таный...
Гармун ҡосаҡлаған аҡ күлдәкле оҙон буйлы егеткә Иҙрис ҡарт өндәште:
— Улым, олатайың гармунымы?
— Эйе.
— Уйнай беләһеңме?
Егет аптырағаныраҡ төҫ менән, белмәгәс тә, ниңә күтәреп йөрөйөм, тигән мәғәнәлә баш ҡына ҡағып ҡуйҙы.
— Әләйһә, берәй көй һыҙҙырып ебәрер инең. Беҙ аңларлығын, әлбиттә...
Ҡорҙаштарынан Иҙристең һүҙҙәрен ҡеүәтләүселәр ҙә табылды:
— Әйҙә, улым, әйҙә, бөгөн беҙҙең көн.
— Һай, олатайың сая ине, гармунды бушҡа күтәреп йөрөмәне ул.
— Тартһа, үлтерә лә ҡуя инде...
Егет, гармунды ҡыҫып тартҡан кескәй ҡайыштарҙы аҫлы-өҫлө ысҡындырып, етеҙ бармаҡтарын көмөш телдәргә баҫты. Шул саҡ Таллыяр ауылы уртаһынан, ҡояш булып, үҙәк өҙгөс сихри моң күтәрелде. Был — Айбулат һуғышҡа киткәндә ҡушылып йырлаған илаһи көй ине...
Мин юғалһам, йә уттарҙан,
Йә һыуҙарҙан эҙләгеҙ...
Мөғлифә инәй ҡыр сәскәләрен тотҡан уң ҡулын һул күкрәгенә саҡ-саҡ күтәреп һалды ла ауыҙ эсенән ниҙер шыбырланы, ниҙер өндәште. Тик моң арбаған кешеләрҙең береһе лә быны ишетмәне... Бына бер мәл Мөғлифә инәйҙең аяғы аҫтынан ер ҡайҙалыр шыуыша башланы... Туҡта, ни был, йөрәген кем һура... Мөғлифә инәй, таяныс эҙләп, һәйкәлгә ынтылды, әммә етә алманы — обелиск алдындағы сәскә түтәленә һығылып төштө.
Шул саҡ әхирәттәренән берәү:
— Уй Алла, Мөғлифә, нимә булды! — тип ниндәйҙер шомло тауыш менән ҡысҡырып ебәрҙе.
Гармун моңо ҡапыл өҙөлөп ҡалды. Халыҡ Мөғлифә инәйҙе уратып алды, кемдер яһалма һулыш яһарға, иҫенә килтерергә тырышып ҡараны. Тик уның тын алыуы һиҙелмәне... Ауылда фельдшер булып байтаҡ йылдар эшләгән, йүгереүҙән хәле алынған Зөһрә килеп етеп, ҡулының ҡан тамырҙарын тотҡанда, уларҙа йәшәү билгеләре һиҙелмәй ине инде...
Шатлыҡ күленән хәсрәт күленә ырғытылып, шаңҡып ҡалған Нәсихә, Нурулла, Дилара, Замир, Хәмит, Исмәғил һәм башҡа ауылдаштары Мөғлифә инәй ятҡан гөл түтәленә эйелгән. Улар араһында Танат менән Василий ҙа бар.
Офицерҙарҙы Нәсихәнең класы был кисәгә махсус хат менән саҡырғайны. Буласаҡ тантананың иң ҙур сере ине был. Волгоградтан килгән ҡәҙерле ҡунаҡтарҙы Мөғлифә инәй менән был юлы сәхнәлә, көтмәгәндә осраштырырға теләгәйнеләр. Бының өсөн Танат менән Василийҙы ярты көн буйы яңғыҙ йәшәгән Сәрби ҡарсыҡтарҙа йәшереп тоттолар... Яңынан осрашыу яҙмаған икән уларға. Ах, донъя хәлдәрен, әҙәм яҙмыштарын әҙ генә алдан белһәң икән ул?..
Түтәлгә күҙ йәштәре тама...
Ә ул, Ил инәһе, сәскәләргә төрөнөп, Айбулатын һәм яуға оҙатҡан бөтә ил батырҙарын йондоҙҙар араһында көтә...
Автор:Риф МИХТАФОВ.