Бөтә яңылыҡтар
Махсус биттәр
21 Октябрь , 14:49

Хисап (Хикәйә)

***

– Рәшит Ильясович, һеҙгә генә өмөт бағлаған  ауырыуҙы килтерҙеләр, ул ун икенсе палатала. 
...Тәҙрәгә яҡын урынлашҡан карауат­та ултырған пациенттың ауыр сирҙән йонсоған, һарғайған йөҙөн күргәс, йәш хирургтың күҙ алдары ҡараңғы­лан­ғандай булды, башында һыҙланыу той­ҙо: “Булыуы мөмкин түгел!..” 
Унан айырмалы, ауырыу ир аҡ халатлы табипты таныманы, урынынан саҡ-саҡ ҡалҡынып, ҡулдарын күкрәге тәңгәленә ҡаушарҙы ла тиҙерәк иҫәнләшә һалды: 
– Һаумыһығыҙ!..
Алтмыш йәштәр самаһындағы ирҙең тауышы зәғиф, сараһыҙ һәм үтенесле ине.
– Һаумыһығыҙ! – Рәшит, бер ни бул­мағандай, үҙен йылмайырға мәжбүр итеп, сирлегә яҡынлашты, килеп еткәс, ярым йомоҡ күҙ ҡабаҡтары аҫтына йәшеренгән сәгер күҙҙәргә юлығып, нимә әйтергә белмәй, туҡтап ҡалды. Бер секундҡа ғына башынан: “Әллә өндәш­мәй генә сығып китергәме?” – тигән уй йүгереп үтте, әммә үҙен ҡулға алып, ирҙең хәлен һорашырға тотондо... 
Палатанан сыҡҡанда Рәшит Ильяс улының башы сүкегән кеүек ауырта ине. Хатта ҡаты итеп яһалған кофе эскәс тә баҫылманы ул көсөргәнешле ауыртыу, күңеле үҙенә урын тапмай һулҡылданы, ярһыны,  уйҙарын бынан егерме йылдар самаһы булып үткән ваҡиғалар өйөр­мәһе эсенә алып инеп китте... 
Үҙ атаһын хәтерләмәй тиерлек Рәшит. Әсәһе менән айырылышҡанда уға ни бары өс йәштәр тирәһе булғандыр, моғайын, ә Өфөгә килеп, өс кеше ҡыҫыҡ ҡына ятаҡ бүлмәһендә йәшәй башлағас, атаһын башҡаса күргәне лә булманы. Ни өсөн ауылдан сығып киткәндәрен дә аҙаҡ ҡына аңлай башланы: баҡтиһәң, әсәһенең беренсе иренән, йәғни, Рәшиттән бер нисә йәшкә өлкәнерәк Гөлназдың атаһынан, ҡасып киткәндәр икән. Атай тәрбиәһе күрмәй үҫкән ир әсәһен тыңлап, ҡатынын рәнйеткән, ә ауылына  йәшәргә алып ҡайтҡас, бө­төнләй шашҡан: ғәйеп тапҡан булып, йыш  туҡмаған, етемлегенә ишаралап, хәйерсе, тип көлгән, төрлөсә мыҫҡыл­лаған. Ҡыҙы Гөлназ тыуғас ҡына йомшарғандай булған-булыуын да, әммә оҙаҡҡа түгел. Әсәһе оҙаҡ түҙгән, тик бер тапҡыр ире сәбәпһеҙгә бәй­ләнеп, бергә араҡы эсеп ултырған әш­нәләре алдында типкесләгәс, төндә әй­берҙәрен алған да үҙенең ауылына ҡайтып киткән, һуңынан район үҙәгенә күскәндәр. Бында әсәһе икенсе кешене осратып, яҙмышын уның менән бәйләп ҡараған. Әммә был юлы ла бәхетле ғаилә төҙөй алмаған, сөнки йәш ир эшләргә яратмаған бер елғыуар булып сыҡҡан. Рәшиткә өс йәш тулғанда ул икенсе йәш ҡатынға әүрәп, сығып киткән. Оҙаҡламай Гөлназдың атаһы Әғзәм уларҙы эҙләп тапты. Рәшит уның Гөлназды тубығына ултыртып ярат­ҡанын иҫләй, ә әсәһенең йөҙө үтә моң­һоу ине. Бәлки, ирҙең Рәшитте күргәс, күҙҙәренең ағын әйләндереп ҡара­ғанына, ҡыйырһытыуына йәне көйгән­дер. Ысынлап та,  Рәшит, апаһынан күрмәксе, Әғзәмгә һырпаланмаҡсы булғайны, уныһы иғтибар итмәү генә түгел, хатта этеп ебәрҙе! 
Әлбиттә, Әғзәм уларҙы тыныслыҡта ҡалдырманы. Күптән айырылышҡан булһалар ҙа, килеп әсәһен йөҙәтеүен дауам итте, артабан тағы ҡул күтәреүҙәре башланды. Тап шул сәбәпле ҡалаға ҡасып киттеләр. Әсәһе балалар баҡсаһына тәрбиәсе ярҙамсыһы булып эшкә урынлашты, мәрхәмәтле мөдир уларға шунда бер бәләкәй генә мөйөш бүлде, һуңынан ятаҡтан бүлмә һатып алырға ярҙам итте. Йәшәүҙәре ауыр булды, сөнки бүлмә өсөн түләргә лә, ашарға ла, кейенергә лә кәрәк. Рәшиттең атаһының, аҡсалата ярҙам итермен, тигән вәғәҙәһенә ышанып, әсәһе уны алиментҡа бирмәгән, ә Әғзәмдән килгән аҡса бик аҙ ине. Ахырҙа әсәһе автосервисҡа иҙән йыуыусы булып урынлашты. Иртәнге сәғәт етенән киске етегә тиклем эшләп, арманһыҙ булып ҡайтып йығылғанын Рәшит һаман иҫләй. Шуға ҡарамаҫтан, әсәһе уларҙы ас тотманы, кейендерҙе, мәктәпкә төшкәс, Рәшитте төрлө түңәрәккә йөрөттө. Тағы әсәһенең ике туған ҡустыһы, берҙән-бер таянысы, терәге – Юлдаш исемле ағаһына рәхмәтле Рәшит. Ул ауылда йәшәне. Ҡайтһалар, Рәшит гел уның эргәһендә өйөрөлә торғайны. Бар нәмәгә яуаплы, тырыш, ныҡышмал булып үҫеүендә уның өлөшө күптер, моғайын, сөнки тап Юлдаш ағаһы Рәшитте төрлө эшкә өйрәтте, һәр ваҡыт аҡыллы кәңәштәрен биреп барҙы. Үкенескә күрә, оҙаҡ йәшәмәне ағаһы, яман сирҙән бик иртә гүргә инде...
Рәшиткә ун ике йәш ине. Бер көндө бүлмәгә ифрат ҙур кәүҙәле ят ир килеп инде һәм хужаларса төпкә үтеп, берҙән-бер креслоға йәйелеп ултырып алды. Был йәлпәк битле, бәләкәй генә төҫһөҙ күҙле, таҡыр башлы кешенең Әғзәм икәнен Рәшит ҡапыл ғына таный алмай торҙо, сөнки туғыҙ йылда шаҡтай үҙгәргәйне ул. Әғзәм Гөлназға яҡыныраҡ килергә ҡушты һәм сумкаһынан уға бер төйөнсөк алып һуҙҙы. 
– Өләсәйең һиңә күстәнәс ебәрҙе... – тип шыбырланы ул ҡыҙына. – Бар, һыуытҡысҡа урынлаштыр ҙа, һинән башҡа бер кем дә  теймәһен! – Ир Рәшит яғына сәнскеле ҡараш ташлап алды. 
Аҙаҡ Әғзәм Гөлназды йыш ҡына каникулға ауылға – өләсәһе янына алып ҡайта башланы. Һүҙ юҡ, олоғайған әбей ейәнсәрен бик ярата ине, шуға апаһы ауылдан бик күтәренке кәйеф менән килә, каникул көндәрен нисек үткәргәндәрен мауыҡтырғыс итеп һөйләй, маҡтана, ә Рәшиткә ҡырын ҡарай, мөғәмәләһе тупаҫ, йүнләп һөйләшмәй. Шулай, көндәр үткән һайын Гөлназ менән Рәшит бер–береһенән нығыраҡ алыҫайҙы, йыш әрләште. Эш ҡайсаҡта хатта һуғышыуға тиклем барып етә ине. Бигерәк тә әсәләре көнө буйы эштә булған саҡта, Гөлназ, бер сәбәпһеҙгә ыҙғыш сығарып, Рәшитте йыш ҡына коридорға ҡыуып сығарыр булды, ә үҙе  бүлмәгә әхирәттәрен саҡыра, улар менән кино ҡарай, төрлөсә күңел аса. Үҫкәсерәк, Әғзәмдәргә үҙе ҡайтып йөрөй башланы. Әллә ҡурҡҡан, әллә, исмаһам, ҡыҙым атайлы, ҡараулы булһын, тип уйлаған – әсәһе ҡаршы түгел, ҡайтам тиһә, бер һүҙ ҙә әйтмәй, мыштым ғына йөрөп, Гөлназды юлға әҙерләй. Һүҙ юҡ, йонсоп йәшәйҙәр ине. Әсәһенең туғандары бик иртә вафат булған, ә башҡа ярҙам итерлек кешеләре юҡ. ә Әғзәм ағай, ни тиһәң дә Гөлназды ҡарай, кейем алып бирә, йыш ҡына ауылдан ит-маҙар, һөт, май килтерә. Рәшитте генә яратманы ул, килгән һайын боҙҙай һалҡын ҡарашы менән уны баштан-аяҡ тикшереп, ауыҙ эсенән нимәлер мығырҙанып ултырғаны бер тапҡыр ғына булмағандыр. Ситкә типкәнен асыҡтан-асыҡ белдерә, шуға ла Рәшит уның ҡарашына түҙә алмай, үҙен ныҡ насар тоя һәм тиҙерәк бүлмәнән сығып китә.   
Бер иртәлә Рәшит әсәһенең илаған тауышына ҡурҡып уянып китте. Ҡараһа, Әғзәм әсәһенең яғаһынан тотоп алған да, ныҡ итеп һелкетә.   
– Ошо көндән башлап Гөлназ өсөн күпме аҡса туҙҙырғанһың, дәфтәргә яҙып барасаҡһың, ишеттеңме?! – тип ажғырҙы ир. – Чектарҙы ла йый һәм икенсе килеүгә әҙерләп ҡуй! Әгәр мин ебәргән аҡсаны был көсөгөңә тотонғаныңды белһәм, үҙеңә үпкәлә! 
Бүлмә буйлап шашынып йөрөргә керешкән Әғзәмдең күҙенә юлығыуҙан ҡурҡып, Рәшит тиҙерәк юрғанын башына бөркәне...
Әсәһе “иҫәп-хисап дәфтәре”н нисек кенә йәшерергә тырышһа ла, Рәшит уға барыбер юлыға торғайны. Бәләкәй бүлмәлә нимә йәшереп булһын? Унан һуң, әсәһенә дәфтәрҙе йыш сығарырға тура килә, сөнки магазинда нимәләр алғанын яңылышмай ғына теркәп барырға кәрәк, ә һуңынан икенсе эшкә әүрәп, урынына һалырға онота. Дәфтәрҙә, аҙыҡ-түлек, кейемдән башҡа,  авторучка, шампунь кеүек ваҡ-төйәк әйберҙәргә тиклем яҙылғайны. Быларҙы Рәшит яҡшы хәтерләй... 
Сираттағы килеүендә Әғзәм тағы ла бүлмәлә янъял ҡуптарған булып сыҡты. Мәктәптән ҡайтып ингән Рәшит әсәһенең күгәргән йөҙөн, ҡанлы иренен күргәс,  йөрәге нәфрәт менән тулышты, йоҙроҡтары үҙенән-үҙе йомарланды. Әгәр Әғзәм алдында торһа, уны ошо минутта уҡ өҙгөләп ырғытырға әҙер кеүек ине ун өс йәшлек үҫмер! 
Бәхеткә күрә, Әғзәм башҡаса килмәне. Яңылышмаһа, ауылында ниндәйҙер хилаф эш ҡылып, милицияға   эләккән, тинеләр. Бәлки, шунда “аҡылға” ултыртҡандарҙыр, әммә  шул ваҡиғанан һуң ҡалаға килеп, әсәләрен яфалап йөрөмәне. Кем белә, бәлки, үҫеп килгән Рәшиттән дә шөрләгәндер.    
Ҡыҙғаныс, Гөлназ наркомандар компанияһына эләгеп, ун алты йәшендә үк бәлиғ булмаған хоҡуҡ боҙоусылар исемлегендә тора ине. Наркотиктар ҡулланыусы егеттәр менән бәйләнешеп, бер нисә тапҡыр диспансерҙа ла ятып сыҡты, айҙар буйы өйҙә ҡунмай, ҡайҙалыр юғалып йөрөй башланы. Әсәһе менән Рәшит уны эҙләп, төндәрен ҡала урамдарын әҙ тапаманы. Кеше ауыҙына яулыҡ ҡаплап буламы ни, оҙаҡламай ятаҡ буйлап уларҙың ғаиләһе тураһында насар хәбәрҙәр таралды. Әсәһе Гөлназды илап та, хатта һуҡҡыслап та үҙенә килергә өндәп ҡараны, әммә тегеһе ҡолағына ла элмәне, үҙе теләгәнсә йәшәй бирҙе.
Ә Рәшит, әсәһенә ярҙам итер өсөн, һигеҙенсе синыфта уҡығанда уҡ төрлө эшкә йөрөнө. Ул мәктәптә уҡығанда уҡ табип һөнәре тураһында хыяллана ине, шуғалырмы, артабан яҡындағы Республика клиник дауаханаһына санитар булып эшкә инде, ә уҡыуын тамамлағас, Башҡорт медицина университетына имтихандар тапшырҙы, хирург һөнәренә эйә булды. Алты йыл буйы ул баш ҡаланың үҙәк дауаханаларының береһендә хирург булып эшләне, йөҙләгән кешегә операция яһап, үлем тырнағынан йолҡоп алып ҡалды, юғары профессиональ кимәлгә өлгәште, шул уҡ ваҡытта әсәһенә ипотека ҡоллоғонан арынырға ярҙам итте, икеһенә  ҡала ситенән ыҡсым, бар уңайлығы булған фатир һатып алды. Күптән түгел Рәшит Ильяс улын хирургия бүлеге мөдире итеп үрләттеләр. Был ваҡытҡа халыҡ араһында фиҙакәр хеҙмәте менән күп ғүмерҙе ҡотҡарған оҫта ҡуллы йәш хирург тураһында дан таралғайны ине инде, уны һәр ерҙә маҡтанылар, ә үҙәк матбуғатта  табип тураһында ҙур мәҡәлә яҙылды.
– Рәшит Ильясович, һеҙҙән күрһәтмә көтәләр.
– Ә? – Йәш хирург, һиҫкәнеп, башын күтәрҙе. Уның күҙ алдында һаман да әсәһенең сараһыҙлыҡ һәм  ғазап менән тулы зарлы ҡарашы тора ине, әллә шуға баш табип урынбаҫарының нисек кабинетҡа ингәнен дә һиҙмәгән.  
– Ун икенсе палатаға килтерелгән ауырыу...       
– Ғәфү итегеҙ, – Рәшит Ильяс улы урынбаҫарҙы бүлдереп, яй ғына тәҙрә эргәһенә килеп торҙо. – Ғәфү итегеҙ, үкенескә күрә, мин... ул сирлегә операция эшләүҙән баш тартырға мәжбүрмен. Минең урынға икенсе табипты тәғәйенләгеҙ...

Миңзилә Хәкимова.
Өфө ҡалаһы. 
     
       

Читайте нас: