Бөтә яңылыҡтар
Махсус биттәр
20 Октябрь , 21:00

Йондоҙнамә (21 –27 октябрь)

Йондоҙҙар юл күрһәтә, әммә яҙмышың үҙ ҡулыңда тип киҫәтә... Сайтта:

Ылаҡ (22.12 – 20.01)
Ҡыйынлыҡтар күбәйер. Ҡайһы бер ниәтегеҙҙе әлегә бойомға ашыра алмаҫһығыҙ, моғайын. Шулай ҙа хәлегеҙ ыңғай яҡҡа үҙгәрергә тора. Бәғзеләргә уйлаған сәфәрен кисектереп торорға ла тура килер, бәлки.
Һыуғояр (21.01 – 19.02)
Көндәр ҡәҙимгесә килер. Шишәмбелә һиҙелерлек уңыштар көтөгөҙ. Был арала эштәгеләр менән ниндәйҙер бәхәс килеп сығыуы ла ихтимал. Фекерҙәрегеҙҙе тыныс ҡына еткерергә тырышығыҙ.
Балыҡ (20.02 – 20.03)
Күптән борсоған мәсьәләләрҙе аңлау мөмкинлеген табырһығыҙ. Нигеҙҙә эске тауышығыҙға ышанығыҙ, кеше кәңәштәре башығыҙҙы бутар һымаҡ. Уйламаған сығымдар булыр – кемгәлер бүләк алырһығыҙ.
Ҡуҙы (21.03 – 20.04)
Аҙнаны файҙалы үткәрерһегеҙ. Кемдер башҡаларға бик ваҡытлы ярҙам итә алыр. Бәғзеләр яҡындары менән мөнәсәбәтен яҡшыртыр. Ошо көндәрҙә элек күрмәгән урындарҙы күреү форсаты сығыр.    
Буға (21.04 – 21.05)
Күптәр өр-яңы, таныш булмаған ҡыйын мәсьләне хәл итер. Бында тәжрибәгеҙ ҙә ярҙам итә алмаҫ, шикелле. Был эшегеҙҙең ахырын фараз итеү әлегә мөмкин түгел. Йомала ниндәйҙер саҡырыу алырһығыҙ.
Игеҙәктәр (22.05 – 21.06)
Иҫтә ҡалырлыҡ ваҡиғалар көтөлмәй. Шишәмбелә мәшәҡәттәргә осрауығыҙ бар. Улар тиҙ килер, шулай уҡ тиҙ онотолор ҙа. Йомала бик күптән күрмәгән кеше үҙе хаҡында белдерер.
Ҡыҫала (22.06 – 23.07)
Тиҙ эш итергә өйрәнгәндәр өсөн аҙна ҡатмарлыраҡ башланыр. Был осраҡта ашығыс аҙымдар яһарға ярамаҫ, уйлап эш итеүегеҙ мөһим. Бәғзеләрҙе өмөтлө һөйләшеү көтә. Ул һеҙгә ҡайһы бер нәмәгә яңыса ҡарарға ярҙам итер.
Арыҫлан (24.07 – 23.08)
Осор еңел булмаҫҡа оҡшай. Алдан төҙөгән ниәттәрегеҙгә яңыларын да өҫтәргә тура килер. Шишәмбелә кемдер түҙемлегегеҙҙе һынап ҡарарға маташыр. Быға бөтөнләй иғтибар бирмәүегеҙ дөрөҫ булыр.
Ҡыҙ (24.08 – 23.09)
Был арала фекерҙәштәрҙе еңел табырһығыҙ. Ғөмүмән, йондоҙҙар бөтә эшегеҙгә лә булышлыҡ итер. Ғаиләгеҙҙә лә ниндәйҙер ыңғай ваҡиға булыуы мөмкин. Көтөлмәгән аҡса килеүе күңелегеҙҙе күтәрер.
Үлсәү (24.09 – 23.10)
Тыныс көндәр барышы ҡапыл боҙолор. Шаршамбыла, мәҫәлән, бөтөнләй уйламаған эш менән шөғөлләнерһегеҙ. Янығыҙ­ҙағыларҙың холҡон яҡшыраҡ аңларһығыҙ. Бәғзеләр менән арағыҙ ыңғай яҡҡа үҙгәрер. 
Саян (24.10 – 22.11)
Һеҙҙе арыу ғына аҙна көтә. Үҙ аллы эш итеүегеҙ арҡаһында уйлағандан күберәкте булдырырһығыҙ хатта. Ҡайһы бер фекерҙәрегеҙҙе башҡалар ҙа үҙләштерергә маташыр. Быны күргән етәкселәр өҫтәмә эш йөкмәтер.
Уҡсы (23.11 – 21.12)
Был арала мәшәҡәттәрегеҙ күбәйер. Шәхси тормошҡа ваҡытығыҙ ҙа етмәҫ, бәлки. Хатта ниндәйҙер осрашыуҙы кисектерергә тура килер һымаҡ. Шаршамбыла ярҙам һорап мөрәжәғәт иткән кешенең үтенесен кире ҡаҡмағыҙ.

Читайте нас: