Бөтә яңылыҡтар
Махсус биттәр
20 Октябрь , 07:00

“Йөрәк яраһы уңалмай...”

***

– Туғаным, һин мине ише­тәһеңме? – ағаһының хәлһеҙ генә тауышын ишеткәс, иҙән йыуып йөрөгән Шәүрәнең* йөрәге тертләне, йыуғысы ҡулынан төшөп китә яҙҙы.
– Ишетәм, ишетәм! – ашығып яуап бирҙе. – Ни булды, ағай?
– Шәү...рә, ҡыйын миңә, – ағаһының тауышы өҙөлдө, тәрән итеп тын алғаны ишетелде. 
– Ағай, һин әле ҡайҙа? Хәҙер “Тиҙ ярҙам” саҡыртам! – Шәүрә йыуғысын һыулы биҙрәгә ыр­ғытты ла, ваннаға ҡулын йы­уырға йүгерҙе. Ҡал­тыраныуҙан яурыны ме­нән ҡолағына ҡыҫ­ҡан телефоны раковинаға тө­шөп китә яҙҙы. Ҡапыл башы зыңлап ауыртты.
– Һеҙҙең дачала... “Тиҙ яр­ҙам” саҡыртма. Атыу нар­ко­дис­пан­серға иҫәпкә ҡу­йырҙар. Үҙең кил, мине тү­ләүле наркологияға алып бар, тамыҙғыс ҡуйһалар, хәлем еңеләйер, – әйтер һүҙен саҡ әйтеп бөттө ағаһы. 
– Ярай, киләм! Көт! 
– Ыһы, – ағаһы һөйләшеүҙе өҙҙө.
– Их, ағай, ағай, – Шәүрә ҡабаланып-ҡарһаланып баш ауыртыуын баҫа торған дарыуҙы алып ҡапты, өйҙә   кейгән иҫке три­коһын, фут­болкаһын сисеп бәрҙе лә, джинсыһын, во­долазкаһын кейҙе. Карауатта бер ни белмәй таралып, ирендәрен, имсәк имгән кеүек, сәпелдәтеп, мышнап йоҡлап ятҡан улын ипләп кенә күтәреп, сумка-пере­нос­каға һалды. Бәпесе уянмайынса аяҡ-ҡулдарын тарбаң­латып, илам­һыра­ғандай итте. 
– Тш-ш... – Шәүрә ма­ши­на­ның асҡысын кеҫәһенә тығып, сумканы бәүетте. – Шамил бабайға барып киләйек, ҡояшым... 
Атайһыҙ үҫкән Шамил менән Шәүрәнең араһында айырма ни бары ике йәш. Улар бәләкәй саҡта уҡ атаһы менән әсәһе айырылышҡан. Балалары ҙу­райып, ғаиләнең ниндәй сә­бәптәр арҡаһында тарҡа­лыуын белергә ма­ташҡанда, әсәйҙәре, ғәйеп атта ла бар, тәртәлә лә, тип аңлатты: “Мин үтә са­бырһыҙ, үпкәсел инем, ә атайығыҙ яй холоҡло, минең кеүек хисле кеше өсөн ҡатыраҡ та булды”. Айырылышҡан ир­ҙәр яңғыҙ оҙаҡ йөрөмәй, ти­гәндәре раҫ: бер йыл да үтмәне, атайҙары яңы ғаилә ҡорҙо, йәш ҡатыны бер-бер артлы тупылдатып дүрт бала тапты. Ул ирен тәүге ҡа­тынынан, балаларынан хә­тәр көнләште. Атайҙары тәүҙәрәк Шамил, Шәүрә менән осрашырға – ваҡыт, арала­шырға – форсат, уларға бүләккә аҡса тапһа ла, быны белеп ҡалған һайын уҫал йәш ҡа­тынының ут сәсрәтеп, донъя­ның аҫтын өҫкә әй­ләндерерҙәй янъял ҡуп­тарыуынан ялҡты, ахыры. Күрешеүҙәр кәме­гәндән-кә­мене һәм бер заман бөтөнләй юҡҡа сыҡты. Был ғына аҙ тойолдо йәш ҡатынға. Шамил менән Шәүрәгә алимент мул төшмәһен өсөн ул бергә йәшәп ятҡан ирен судҡа биреп, үҙенең дүрт балаһына ла өлөш сығартты. Аҡсаны тартып-һуҙып еткерергә тырышҡан әсәйҙәре ике эштә эшләргә мәжбүр булды. Ул башҡаса кейәүгә сыҡ­маны. Шәүрә ҡаҡса кәүҙәле, ҡуңыр сәсле әсәһенең йылмайған сағын иҫләмәй ҙә тиерлек. Йөҙө гел дә борсоулы, ҡаштары төйөүле, ирендәре ҡымтыулы ине. Ҡатындың хәсрәтле, болотло сырайынан “яҡын килмәгеҙ” тигән иҫ­кәртеү-“мылтыҡ” тоҫҡалып тор­­ғас, ир-ат тарафынан ҡар­маҡ һалырға теләүселәр ҙә табылманы. Һәр хәлдә ундай­ҙарҙың булғанын хәтерләмәй Шәүрә. 
Йәшелсә базаһындағы бетон иҙәнле, температура 4–5 гра­дус­тан артмаған бик һыуыҡ цехта һалыусы (укладчица. – авт.) булып эшләгән, бынан тыш, шундағы конторала иҙән дә йыуған әсәйҙәре киске дүрттә эшкә сығып китеп, икенсе көндө төшөн генә ҡайта ла, койкаға тәгәрәй торғайны. Сменаһы – 12-шәр сәғәт. Ҡул тиреһе кибеп, ярылып ыҙа­ланы, өйҙә халаты кеҫәһендә гел дә тюбиклы тетрациклин майы ятты. Йыш ауырыны, әммә эшен ҡалдырманы. 
Әсәй­ҙәрен йәлләп, бала­лыҡтан сығып бөтмәгән мәл­дәрҙән үк үҙ проблемаларын үҙҙәре хәл иткән Шамил менән Шәүрә үҙаллы булып үҫте. Гел бергә тамаҡ хәс­тәрләне, дәрес  әҙер­ләне, өйҙө йыйыш­тырҙы. Шамил, әле быуыным шы­йыҡ, тип тормай, һәр ваҡыт һеңлеһе өсөн яуап­лылыҡты тойоп, мәктәптә лә, урамда ла уны яҡлап-һаҡлап ҡына йөрөттө, спорт менән шө­ғөлләнде, фән­ни-популяр китаптарҙы бирелеп уҡыны, күпте белергә ынтылды. Тормошҡа етди ҡа­рашлы, зирәк аҡыллы ағаһы юғары белем алып, ҙур кеше булырға тейеш ине. Әммә аяуһыҙ яҙмыш уларҙың уй-хыялдарын селпәрәмә килтерҙе: һыуыҡ цехта үпкәһенә һалҡын тейҙергән әсәйҙәре мандый алмай, йәшләй гүргә инде. Өҫтәренә ауҙарылған ҡайғынан шаңҡыған үҫмерҙәр был турала атайҙарына хәбәр иткәс, унан йылылыҡ, ярҙам көттө. Тик үҙ мәшәҡәттәре, хәстәрҙәре башынан ашҡан ир ҡоро ғына ҡайғы бүлешеү һүҙҙәрен мыңғырланы ла, шуның менән ярҙамы бөттө. 
Ҡуртымға алынған фа­тирҙы бушатып, Шамил менән Шәүрәгә әсәләренең ауылына күсенергә, уфта­ныуҙан, тор­мошҡа зар­ланыуҙан ары үт­мәгән, эсергә яратҡан өлә­сәйҙәренә  барып һыйынырға тура килде. Мәктәпте тик яҡшы билдәләргә тамамлаған Шамил тешен ҡыҫып, институт тура­һында хыялын онотоп, авто­оҫтаханаға эшкә ялланды: “Шәүрә, һин уҡырға тейеш! Бар көсөңдө уҡыуға һал, башҡа бер нимәгә лә әүрәмәй тор. Аҙаҡ бөтәһе лә буласаҡ. Төплө белем менән тырышлыҡ – һинән бер кем дә тартып, болашып ала алмаған бирнәң – байлығың. Ә мин һиңә бар яҡлап ярҙам итермен”. Ағаһы үҙ һүҙен тотто. Шәүрә иһә ағаһының, башҡа бер нәмәгә лә әүрәмәй тор, тигәнен юғары уҡыу йортонда онотоп, яҡшы егетте осратты ла, уға кейәүгә сыҡты. Һөйөклө ире менән ихласлап оя ҡорорға тотондо, ике бала тапты. Аҙаҡ ҡына ситтән тороп уҡыуын тамамланы. Иренән уңды ул, шуға ла иртә ғаилә ҡамытын кейгәненә үкенмәй, киреһенсә, ҡыуанып бөтә алмай. Улар кеүек ябай ғаиләнән тормош иптәше, ипле холоҡло, йомарт, булдыҡлы. Һәр һүҙен уйлап һөйләгән, үҙ эшен белеп һәм яратып башҡарған эшлекле, аҡыллы ирҙе етәкселәре тейешенсә баһалап, яуаплы вазифаларға тәғәйенләне, үр­ләттеләр. 
Ғаилә тормошона башкөлләй сумған, бик бәхетле Шәүрә утыҙ йәшкә еткән ағаһының яңғыҙ йөрөүенә эсе бошоп, ҡасан өйләнәһең, тип һораһа, Шамил тәүҙәрәк уйынлы-ысынлы, берәй заман, тип көлдө, аҙаҡ, күңелгә ятҡаны осрамай бит, ә кешене бушҡа ышандырып, өйләнге килмәй, тине: “Йөрәкте елкендереп торған, яратҡан кеше менән ғаилә ҡорғо килә”. 
Ҡыҙҙар ҡарамаҫлыҡ түгел ине ағаһы. Мыҡты кәүҙәле, буйсан, ҡуйы сәсле, уйсан ҡараш­лы. Автооҫтаханала эшләп йөрөгәнендә водителгә уҡып, Себергә китте. Ҡырыҫ тә­биғәтле ерҙәрҙә ауыр шарт­тарҙа эшләне, уның ҡарауы ҡоростай сыныҡты. Аҡсаға ҡытлыҡ кисермәгән буйҙаҡ ир мәрхүмә өләсәһенең йортон һүтеп, урынына яңыны кү­тәрҙе, “текә” машина һатып алды. Вахтаға күсте. Һәм инде өйләнеренә өмөт өҙөлдө, тигәндә, утыҙ биш йәшендә ғашиҡ булды. 
“Шәмбе һеҙгә киләм, бер үҙем түгел, буласаҡ еңгәң менән таныштырам”, – тигәнде ишеткәс, Шәүрәгә кинәт ҡыйын булып китте – үҙе лә аңғар­маҫтан, күңелендә ағаһын ҡыҙғаныу ғәләмәте ҡалҡты ла ҡуйҙы. Ошо тойғонан оялып,  эгоист, тип үҙен үҙе әрләп, мин бит ағайымдың бәхетле булыуын теләйем, күптән  өйлә­нергә тейеш ине ләһә, тип тулҡынланыу менән ҡунаҡ­тарҙы көттө. Өйҙө сынъяһау итеп йыйыштырып, йоҡларға ҡала-нитһәләр, әҙер ятһын, тип түшәк-яраҡ, буласаҡ еңгәһенә эскүлдәк әҙерләп, бешеренеп-төшөрөнөп, саҡ көтөп алды шәмбене. 
Ишек асылып, ағаһы янында торған бәләкәй генә кәүҙәле, ыҡсым кейенгән, шапылдатып һағыҙ сәйнәгән йәш сибәр ҡыҙҙы күреп, аптыраны, хатта бер аҙға юғалып ҡалды. Буласаҡ еңгәһен өлкәнерәктер, тип күҙал­лағайны, уныһы 18 йәшлек бала булып сыҡты. Үҙенән күпкә йәш, ирен­дәрендә саҡ әсә һөтө кипкән ҡыҙсыҡҡа “еңгә” тип өндә­шергә утыҙ өс йәшлек Шәүрәнең теле әйләнмәне. 

Баныу ҠАҺАРМАНОВА.
* исемдәр үҙгәртеп алынды.
(Дауамы бар).

Көҙгө алдына баҫып, бер нисә көн дауамында: “Хуш килдең, еңгә! Һине ныҡ көттөм!” – тип әйтергә, киң йылмайып, уны ҡосаҡлап алырға репетиция яһауы бушҡа булды. Ярай ҙа ире ҡунаҡтарҙы сәләмләп, түргә әйҙәне. Шул мәлдә Шәүрә иҫенә килеп, хуш килдегеҙ, ағай, тиеү менән сикләнде, йылмайған булды. Һауалы ҡыҙ һаулыҡ һорашыу урынына башын ғына һелкте, тартынып тормай, хужаларҙы, өйҙө һынсыл ҡарашы менән ҡапшаны, аяҡ кейемен сисмәй түргә уҙҙы. Ирендәрен, ерәнгәндәй, салышайтып, өҫтәлдәге тәғәмде семтеп кенә алды, ашар–ашамаҫ ултырҙы, әңгәмәлә ҡатнашманы. Дөрөҫөн әйткәндә, ҡыҙҙың эрелегенә, уға, хужабикәгә, өҫтөн ҡарауына ҡыйынһынған Шәүрә үҙе лә ни һөйләргә белмәй, ағаһын ҡыҫтауҙан ары китмәне. Етмәһә, таҡта янында шиғырын ятлай алмай торған бала–сағалай бер ҡыҙарҙы, бер буҙарҙы. Ирҙәр генә, һис ни булмағандай, үҙ–ара ихлас гәпләште, Шәүрәнең оҫталығын маҡтай–маҡтай, аш–һыуҙы тәмләп ашаны. Аделина исемле ҡунаҡ ҡыҙ йөҙөн яҡтыртманы, Шәүрә лә яҙылманы, эстән генә ағаһын битәрләне: “Һайланған – һаҙға, осраған – таҙға. Тапҡан бит әллә кемде”. Һүҙ ҙә юҡ, Аделина бик һылыу ине. Ҡурсаҡ кеүек. Тик әҙәп яғы ла самалыраҡ, хан ҡыҙындай үтә тәкәббер ҙә. Өҫтәл артында ултырған килеш минут һайын вейп һурҙы, бүлмәне күренер–күренмәҫ, күңелде болғатҡыс татлы төтөнгә сорнаны. Ҡыҙ ултырып ялҡҡас, Шамилдың бөйөрөнә төрттө, башы менән ишек яғына ымланы, тупаҫ ҡына: “Танышыу тамамланғандыр, клубҡа барғым килә”, – тине.
Аделинанан күҙен дә алмаған, уның ауыҙына ғына ҡарап торған ағаһы, һикереп торҙо, ашыҡ–бошоҡ тураманы ҡабып йотоп, кейәүенә ҡул биреп хушлашты, балаларҙы ҡосаҡлап һөйҙө, һеңлеһен дә киң күкрәгенә ҡыҫты: “Рәхмәт, Шәүрә! Бөтәһе лә һәйбәт булды!” 
Ошоларҙы иҫләп, газға баҫҡан Шәүрә, их, бөтә һәйбәт булманы шул, ағаҡайым, яңылыштың һин, ныҡ яңылыштың, тип көрһөндө. Әллә ҡайҙан килеп сыҡҡан машина юлын ҡыйғас, бәрелешеүҙән ҡото осоп, бар көсөнә тормозға баҫты, рулен ситкә борҙо. Дағыр–доғор юлдан килеп төштө. Әлдә генә бәхетенән юлдың сите һөҙәк булғас, автомобиле түңкәрелмәне. Ҡурҡып автолюлькаға күҙ йүгертте – ике генә айлыҡ бәпес йоҡлауын белде.
Һуңлап ҡына тапты ул өсөнсө балаһын. Бәләкәсте күмәкләп яратып–һөйөп туя алмайҙар, шундай ҙа танһыҡ инде! Ағаһының ғына ул йәһәттән бәхете юҡ. Аделинаға өйләнеп, бар тормошон юҡҡа сығарҙы. Байлыҡҡа ҡыҙыҡҡан, нәфсеһе туймаған йәш кәләш, мин үҙем өсөн йәшәгем килә, ул миңә ҡамасау буласаҡ, тип, бала табыуҙан ҡырҡа баш тартты. Хәтәр ғашиҡ булған Шамил көйһөҙ Аделинаны йәненән артыҡ күрҙе, уның һәр теләген үтәне, мыжыуына, еңмешләнеүенә иғтибар итмәне. Шамилды үҙ ҡурайына бейеткән йәш ҡатын уны кеше алдында тетмәһен тетеп һүкһә лә, ир ыжламаны, һөйгәненең көйөн табыр өсөн йүгерекләне лә йүгерекләне. Әммә кеше ҡәҙерен белмәгән бәндә ине Аделина. Уның өсөн өҙөлөп торған, юҡты бар иткән Шамил вахтала саҡта ир–егеттәр менән типтерҙе. Уның ғаиләле түрә менән ғишыҡ–мишыҡтары тураһындағы хәбәр Шәүрәгә килеп еткәс, мейеһен бер генә уй ярып үтте: “Ағайым белмәһә ярар ине”. 
Белде Шамил. Ләкин ҡатынына тырнаҡ менән дә сиртмәне, башҡаларҙан да һүҙ тейҙертмәне. Эсендә дөрләгән ут–ялҡынды араҡы менән баҫты, һаман Аделинаға табынды, иҫерек сағында тубыҡланып илап, уны ташлап китмәүен үтенде. Иренең йомшаҡлығынан, эсеүенән файҙаланған ҡатын оторо шашты: бөтә мөлкәтте үҙенең исеменә күсертте лә, айырылышыуға ғариза яҙып, Шамилды өйҙән ҡыуҙы. Урамда тороп ҡалған ир айырылышыуға ризалығын бирмәҫкә күпме генә тырышмаһын, ахырҙа суд уларҙы айырҙы. Һәм Шамил эскелек упҡынына тәгәрәне. 
Шәүрә уны ҡотҡарырға көсөн йәлләмәне, “йәшел йылан” сиренә ҡаршы бар хәленсә көрәште. Мөлкәтте ҡайтарып булмаҫын аңлаһа ла, бәлки ағайымдың хәленә инерҙәр, өйҙөң яртыһын бүлерҙәр, тип судлашып та ҡараны, ләкин һәр ҡағыҙҙа ағаһының үҙ ирке менән ҡуйылған ҡултамғаһы тора, документтар теүәл ине, шуға ла закон Аделинаның ғәмәлдәрен яҡланы. 
Бер мәл Шамил аңына килгәндәй тойолдо. Әммә вахтанан ҡайтҡан һайын түшәлеп ятып эсте, күрһәм дә, күңелем була, тип элекке ҡатынын эҙәрлекләне. Аделина ҡасты – йортто һатып, ҡаланан фатир алды.
Әллә Аделина ағайымды сихырланымы икән, тип хафаланған Шәүрәнең йөрөмәгән им–томсоһо ла ҡалманы. Ул элекке еңгәһенең ғаиләле түрәнән ауырға ҡалып, бала тапҡанын ишеткәс тә, уй, ағайыма ҡыйын була инде, тип ҡурҡҡайны. Шамил ишеткәндер, белгәндер, уртаҡ таныш–тоноштар күп бит. Шуға ла эскәндер... 
– Һеҙҙең бөтәһе лә яҡшымы? 
Уйына батҡан Шәүрә тәҙрәгә сирткән тауышҡа һиҫкәнде. Ир кешенең борсоулы йөҙөн күргәс, йылмайырға маташты:
– Эйе, буғай.
– Ярҙам кәрәкмәйме? Үҙегеҙ сыға алаһығыҙмы? Әллә һөйрәтәйекме? – шул ике арала әллә күпме водитель туҡтаған икән. Ирҙәрҙең ярҙамынан баш тартманы Шәүрә. Машинаны һөйрәтеп асфальтҡа сығарғастары, һәр кеменә рәхмәт белдереп, ҡабаттан ашығып юлын дауам итте.
Һаҫыҡ араҡы еҫенә күмелгән дачаға барып етеп, урындыҡта тиргә батып ятҡан, ҡобараһы осҡан ағаһын күргәс, илап ебәрҙе:
– Ни булды, ағайым?! Ни генә булды һиңә? 
– Илама... Айынырға ине... Иртәгә вахтаға. 
Шәүрәнең телефоны шылтыраны. Иренең номерын күреп, ала һалды, хәлде урыҡ–һурыҡ аңлатты. 
– Миңә өндәшер инең, Шәүрә... – ире борсолоуын йәшермәне. – Ярай, ипләп йөрө инде... 
Ирен эштән саҡыртып алмағанына терһәген тешләрҙәй булып үкенгән Шәүрә ағаһын көс–хәлгә торғоҙоп, машинаға сығарып ултыртты һәм газға баҫты. Елдереп барып еттеләр шәхси клиникаға. Ағаһын палатаға индереп һалғас, бәйләнеш өсөн иренең телефон номерын ҡалдырҙы ла, машинаға инеп ултырғайны, улы уянды, имергә һораны. 
Машина эсендә генә улын имеҙеп, өйөнә ҡайтты. Артынса тиерлек ире килеп инде. Бала күтәргән Шәүрәне ҡосағына алды, күҙенә ҡараны:
– Шәүрәкәй, ағайың... йән биргән... 
– Ни тинең? – Шәүрә иренең ни әйткәнен ишетһә лә, ышанманы. – Нисек инде? Мин уны бына ярты сәғәт элек кенә күрҙем, һөйләштем, табиптар ҡулына тапшырҙым.
– Ҡайнағамдың йөрәге туҡтаған.
 Шәүрәнең аңы томаланды. Йығылыр ҙа ине, ире ныҡ тотто, иңен ҡуйҙы.
... –Күпме ваҡыт үтһә лә, йөрәк яраһы бер ҙә уңалмай, – ҡайғыһы менән бүлешкән һөйкөмлө ҡатын күҙенә ҡулъяулыҡ терәне. – Барыһы ла әле генә булған кеүек.
– Мин беләм, – тинем. – Ул яра бер ваҡытта ла бөтәймәй. Инде бөтәйҙе, тигәндә генә, ҡапыл ярыла ла китә.
– Эйе... Саф күңелле, егәрле ағайымдың башына еткән Аделинаның әүәлгесә рәхәтлектә, муллыҡта типтереп йәшәүе шундай ныҡ йәнемде көйҙөрә. Ғәҙеллек ҡайҙа?! 
Был һорауға яуап бар миндә. Ләкин яралы йөрәктең инанысын юҡҡа сығара алмайым, шуға өндәшмәүҙе хуп күрәм. 


Баныу ҠАҺАРМАНОВА.
* – Бөтә исем дә үҙгәртеп алынды.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: