Бөтә яңылыҡтар
Махсус биттәр
12 Октябрь , 07:00

Аҡҡош илауы (Хикәйә)

Иртәнге ҡояш нурҙары көҙгөләй ялтырап торған тәҙрәнән еңел генә атылып инде лә Гөлкәйҙең һары керпектәре менән уйнаны. Һиҙгер икән дә! Ҡыҙыҡай керпектәрен елпеп ебәрҙе.

Көҙ шул, көҙ! Әбейҙәр сыуағы!.. Баҫҡаҡ ямғырҙарҙан һуң аҡтарылып ятҡан юлдар, шығырлап, ҡытыршыланып кипте. Көҙ, быжыртмаҡ тәненән оялғандай, ағастарҙа һарғайышып ҡалтыранған япраҡтарҙы өҙөп, юлдарға түшәне.
Ҡыҙ күҙҙәрен асыу менән, үҙенең ҡайҙа ятҡанлығын иҫенә төшөрҙө. Одеялын һаҡлыҡ менән аяҡ осона этеп тороп ултырыуға, палатағылар һәр береһе үҙ эше менән мәшғүл ине инде. Койкалаш күршеһе Асия инәйҙең бөгөн хәле арыу ғына күренә. Бигерәк ныҡ ауырый шул: һөйәктәре, йоҡарып бөткән тире генә ҡапланып торғанлыҡтан, бына-бына таралып китер кеүек. Шәлкем-шәлкем аҡ төшкән ҡара сәстәре, яҫы маңлайы, сәскәләре уңа төшкән яулығына тиклем уның тормош тарафынан ныҡ таушалғанын күрһәтеп торғандай. Шулай ҙа инәй Гөлкәйгә ни өсөндөр иҫ киткес яҡын.
Эштәре бөткәс, обход, уколдарҙан һуң, палатағыларға йәнлелек инә; килер кешеләре килә, һөйләшеп һүҙҙәре бөтмәй. Бер-береһенең ҡәҙерен дә ошонда беләләр шикелле бәғзе берәүҙәр... Ә бына килер, көтөр кешең булмағанда, был сәғәттәр ғазапҡа әйләнә.
Әле лә ауырыуҙар аулағыраҡта һөйләшергә типме, килгән кешеләре менән сыр-сыу килешеп, тышҡа ашыҡты. Палата бушап ҡалды. Гөлкәй ялтырауыҡ тышлы китабына текәлде. Асия инәйҙең генә ара-тирә ауыр итеп һулап ҡуйыуҙары тынлыҡты боҙа. Бер аҙ тын ятҡас, әбей, койкаһын шығырҙатып тороп ултырҙы ла, тартмаһынан алып, гөлкәйгә алма һуҙҙы.
- Аша, ҡыҙым, үҙебеҙҙең баҡсаныҡы.
- Рәхмәт, инәй, - тине Гөлкәй. Һүҙ бәйләнеп китеренә ышанғас, китабын да ябып тартма эсенә йәшерҙе. – Һеҙгә лә бер кем дә килмәйме?
- Яңғыҙым шул, ҡыҙым, яңғыҙмын. Килһә, күршем килер инде. Уны ла мин түгел, өйөм ҡыҙыҡһындыра. Һаулыҡҡа ла мандып булмай... Йөрәгем туҡтаған ерҙән ҡабат терелеп китәм. Нисә тапҡыр иҫемдән яҙҙым икән?! Инде нисәнсе тапҡыр врачтар үлем тырнағынан йолҡоп алып ҡала?! Үлтерһә үлтереп ҡуймай, тигән кеүек...
- Минең дә шулай тип әйткем килгән саҡ була, инәй. Әсәйем менән атайымды бик тоноҡ хәтерләйем. Мин бәләкәй саҡта уҡ үлгәндәр. Минән башҡа балалары булмаған. Атайымдың бер туған апаһы бар, тик уның да мине ҡарарға мөмкинселеге булмай сыҡты. Ул мине етемдәр йортона ҡалдырып киткән көндө хәтерләйем... Тәҙрәгә ҡапланып оҙаҡ илағайным.
- Шул детдомдан килдеңме инде?
- Эйе, үҙебеҙҙең ҡала больницаһында һис диагноз ҡуя алманылар. Башым ауыртып тик тора. Унда минең Роза тигән тәрбиәсе апайым бар. Ул алып килеп бында урынлаштырҙы. Тикшерелеп, йүнәлеп ҡайт, тине.
Шулай һөйләшә торғас, ҡыҙыҡай инәйҙең эргәһенә үк килеп ултырҙы. Ҡайһы минутта тыуғандыр улар араһында йән яҡынлығы. Ике етемдең бер-береһенә бауыр баҫыуы булғанмылыр ул... Бынау шыҡһыҙ палатаға ла яйлап ҡот эркелде.
Асия әбей ҡыҙ менән түгел, ә эстән уйлағандарын тышҡа сығарып, үҙе менән һөйләшә, яҙмышының бөгәлдәрен барлай, сеймәлгән хәтер ептәрен тағата. Үҙен ғазаплаған һорауҙарына яуап эҙләй.
- Уйлап-уйлап ҡуям әле. Бер кешегә Аллаһы тәғәлә ниңә шул хәтлем ҡайғы ебәрә икән. Берҙән-бер бала инем мин. Яратып, яратылып кейәүгә сыҡтым. Бер-бер артлы ҡыҙым менән улым донъяға килде.
Әсәйем менән атайымдың үлеп китеүен, һуңынан иремдең фажиғәғә юлығыуын – яҙмышымдың ғәрәсәтле дауылы итеп ҡабул иттем. Шулай ҙа бөгөлөп төшмәнем. Артымдан тупыр-тупыр эйәреп йөрөүсе улым менән ҡыҙым барҙа, улар өсөн йәшәнем, улар өсөн тырыштым. Уҡыттым, хәлемдән килгәнсә ярҙам иттем. Ҡайһы арала ҙурайып киткәндәрҙер, үҙем дә һиҙмәй ҡалғанмын.
Ҡыҙым китапхана техникумында уҡып йөрөгән мәл. Улым хеҙмәтен тултыра ине инде. Ҡайтырға йөрөүе турыһында ла хәбәр иткәне... Ҡулыма бер ҡағыҙ киҫәге килтереп тотторҙолар. Ышанырғамы, юҡмы тип торам. Ҡайтам тип йөрөгән кеше нисек үлергә тейеш һуң?! Һуғыш мәле түгел. Баҡһаң, ҡом бураны ҡупҡан бер көндө мотоциклда ниндәйҙер бер йомош үтәргә сыҡҡан да йөк машинаһы менән бәрелешкән. Ғәзиз улымды шулай итеп цинк табутта алып килеп ташлап киттеләр. Бер йыл да ваҡыт үтмәне, ҡыҙым янып үлеп ҡуйҙы. Уҡыуын тамамлағандан һуң күрше ауылға йөрөп эшләй башлағайны. Фажиғә булаһы көндә ҡайтмай, таныш ҡарсыҡта иптәш ҡыҙы менән ҡунған. Әбей ҡунаҡҡа киткән булған. Үлем үҙе саҡырып алғандыр инде. Ярты кәүҙәһен генә алып ҡайтып ерләнек...
Йән ғазыбы тора-бара тән ғазабына әйләнә икән. Алланан бәндәләргә мине бәлә итмәүен һорайым. Аяҡ-ҡулдарыңды ҡыбырлата алмай, кеше күҙенә мөлдөрәп ҡарап ятыуҙан да нығыраҡ ғазап бармы икән ул? Ниндәй гонаһтарым өсөн язамды алып йөрөүем икән? Уйлап-уйлап баштарым етмәй китә.
Бер, шулай, иҫһеҙ хәлемдә йәнә бальнисҡа алып килгәндәр. Күҙем асылып, коридорға сығып йөрөй башланым. Шунда бала саҡта йәшәп киткән ауылдан бер ҡарт осраны. Таныным. Бәлтерәп бөткән ине. Ҡолаҡтары ла насар ишетә. Иҫе лә килде-киттеле. Һәйбәт сағына тура килгәнмендер, мине сырамытты был:
«Ә, ҡыҙым, һин Йомағолдоң ҡыҙы түгелме? Бигерәк атайыңа оҡшап тораһың, - тине ул аптырап. – Хәлеңде ишетеп торабыҙ. Әйттем мин Йомағолға, үҙең менән бөтә затыңдың ҡотон алып китәһең, һиңә бит аҡҡош ҡарғышы төшкән, тип. Тамыры ҡороно бит! Кейәүе үлде, ейән-ейәнсәре үлде. Үҙенең артынан аҡҡош балалары шикелле эйәрҙеләр. Һин ни эшләп йөрөйһөң бында? Ярай, ысын донъяла осрашырбыҙ әле. Хуш!» - тип китеп барҙы. Шаңҡытты мине алйыған ҡарттың һүҙҙәре. Иҫемә төштө бит минең дә. Атайым ҡыр өйрәгенә тип төбәгән ҡушкөбәгенең йәҙрәһе йомортҡа баҫып ултырған инә аҡҡошҡа тейгәнен ҡайтып һөйләгәйне шул. Әсәйем үлгәс, һунар итеп, күңел йыуатыр булып киткәйне. Нимәлер атып аламы-юҡмы, көнөнә бер Сәфәр быуаһын урап әйләнә ине мәрхүм.
Ҡыҙым тыуған йыл ине, әле булһа күҙ алдымда. Йәҙрәһе аҡҡошҡа тейһә лә, үлгән йән эйәһен ҡулына алырға ла ҡыймағанынан, ата аҡҡоштоң ҡотороноп быуаны иңләп осоп йөрөгәндән һуң күктән ташланып үҙен һәләк иткәнен ҡайтҡас әсенеп һөйләп йөрөнө. Ҡабат-ҡабат һөйләне. Бәғерен гел генә телеп торғандыр, күрәһең.
Был аҡҡош ваҡиғаһы бер мәл онотолор ҙа ине, бәлки. Тик икенсе яҙ Сәфәр быуаһына аҡҡоштарҙың ҡайтмауы атайымды һағайтты. Өсөнсө яҙҙа ла, дүртенсеһендә лә ҡайтманылар...
Атайым оҙаҡ йәшәмәне. Һуғышта алған яраһы асылып, байтаҡ ыҙалағандан һуң, үлеп китте.
Шуны һөйләй бит был ҡарт. Дөрөҫтө һөйләмәй микән?! Теүәл аҡыллы кеше бит күҙенә ҡарап тураһын әйтергә ҡыйынһына, ҡурҡа. Ә ул, бахыр, күҙемде сығарғансы әйтте лә бөттө, нишләтәһең инде уны.
Алйыған ҡарт өс көндән донъя ҡуйҙы. Ә һүҙҙәре онотолманы, күңелемә таш булып ятты. Өйөмә ҡайтҡас та ауыр уйҙарымдан арына алманым. Ул да үҙем кеүек етем, ергә һеңеп, бәләкәйләнеп ҡалғандай, ә эсендә эт бәйләһәң дә тормаҫ һалҡын тынлыҡ. Өйөмдә лә ҡарғыш һөрөмө ятҡан кеүек...
Асия инәй һөйләүенән туҡтап, сикәһен яндырып алған һаран йәштәрен усы менән һыпырып ҡуйҙы. Яҡлау эҙләп, ышанып баға Гөлкәйгә уның тоноҡлана төшкән күҙҙәре. Үҙен йәлләп тә, яратып та ҡарап ултырған сабый күңелен тағы ла нығыраҡ нескәртә.
- Эй, ҡыҙым, ауыр алма, һәр кемдең арҡаһында үҙ йөгө, - ти ул, ҡыҙҙың ҡаҡса арҡаһынан һөйөп. Гөлкәй өндәшмәй. Асия инәйгә бер нисек тә ярҙам итә алмауынан уның тыны ҡыҫыла, йөрәге дөпөлдәй башлай. Ауыр тынлыҡ урынлаша. Шул саҡ иңбашына аҡ халат һалып, урта йәштәрҙәге апай килеп инде.
- Әйҙүк, күрше, килдеңме? Беҙ ни, бына, ҡыҙым менән көнгөр-ҡаңғыр киләбеҙ, - тип Асия ҡарсыҡ урынынан торорға маташа. Ә теге ҡатын Гөлкәйгә һынсыл ҡараш ташлай. Шундай һалҡын һәм быраулай торған ҡараш. Ҡапыл һағайҙы. Әлләтанығандай итәме?
Иҫәнлек-һаулыҡ һорашҡас, күрше ҡатын ултырғыс алып Асия инәй янына ултыра. Ә уйы ҡыҙҙа: «Шул бит, - ти үҙ-үҙенә. – Һуйған да ҡаплаған килен бит. Кит, был хәтлем дә оҡшар икән. Танымаҫ микән мине? Бәләкәй ине бит, танымаһа танымаҫ та... Ә таныһа?! Ә, бәлки, мин танымағанмындыр. Шулай ҙа була бит. Ҡайҙан килеп сыҡты икән был шайтан алғыр ҡыҙыҡай. Күрше менән бер палатаға эләгеүе бит әле».
Һәр ваҡыт шатор-шотор йөрөгән Гөлғәйшәнең ҡапыл уйға батып, аптыраған һымаҡ ултырыуын күргәс, Асия әбей сәйерһенеп ҡараны. Тегеһе әбейҙең осло ҡарашын тойоп, тертләп китте. Уйҙарын ҡыуып ебәрергә теләгәндәй, ҡулдарын һелтәп ҡуйҙы.
- Ней бит әле, Асия апай, теге эште урынына еткереп ҡуйһаҡ ине. Ҡалған эшкә ҡар яуа тигәне дөрөҫ инде.
Әбей ыуаланып, түҙмәй урынынан тороп китте.
- Нисек кенә итеп әйтәйем икән. Ниәттәрем үҙгәреп тора ине бит әле, - тине инәй ҡапыл бер ҡарарға килеп. Бая уҡ сабыйға ҡарап уйында яралғаны бер фекергә төйнәлде. Ә палатала ауыр тынлыҡ урынлашты. Быны һиҙенгән Гөлкәй сығып торорға тип урынынан ҡалҡына биреп торорға ымланы. – Бына, ҡыҙымды таптым, етем дә түгелмен икән әле, - тине ул, бөтәһен дә, хатта үҙен дә аптыратып.
- Нисек инде һинең ҡыҙың? Кем ул? Ҡайҙан? Ни эшләп беҙ белмәй инек? Һинең ҡыҙыңмы һуң ул?
- Етем бала ул.
«Ә-ә-ә, бына ҡайһылай боролоп киткән икән эштәр. Ә уның урынына башҡа берәй етем булһа? Яҙған ризыҡ теште һындырып килеп инә, ти. Барыбер беҙгә яҙа түгелме һуң был өй!» - тип уйлай Гөлғәйшә. Йөҙөнә ҡыуаныс осмоттары ебәрә. Имшеп китә. Әллә ҡайҙа ултырған Гөлкәйгә боролоп, йылмайып өндәшә:
- Баянан бирле һорарға ынтылып ҡуям, ҡыҙым, фамилияң Кәримова түгелме һинең?
- Кәримова.
Ҡалғаны төш кеүек Гөлкәйгә. Асия инәйгә тип килгән апай уны ҡыҫып-ҡыҫып ҡосаҡлай. Исемен дә әллә ҡайҙан белә. – Ҡыҙым, ҡыҙым, - ти ул, йәштәренә быуылып. Тыныслана төшкәс: - Палатағыларҙың исемлеген күргәс тә шик төшкәйне. Улай тиһәң, бер ҙә бында килеп эләгергә тейеш түгелһең кеүек. Мине онотоп та бөткәнһеңдер инде, йәиһә бөтөнләй хәтерләмәйһеңдер. Мин бит атайыңдың бер туған апаһы – Гөлғәйшә булам, - тип һөйләй, үҙе илай.
Гөлкәй һаман аңламағандай торғас:
- Асия апай, был бит теге Нәғим ҡустымдың ҡыҙы, - тип, һүҙҙәрен дөрөҫләмәҫме тигәндәй, күршеһенә ҡараш ташлай. Уның да аптыраулы ҡарашы менән осрашҡас:
- Атаһы ла, әсәһе лә ҡазаланып үлеп ҡуйғас, балалар йортона биргәйнек шул, шунан бирле күргәнем юҡ ине, бер туған ҡустымдың ҡыҙы лабаһаң, - тип теҙеп алып китә, тын алырға ла ирек бирмәй. – Ул саҡта һиңә дүрт йәш кенә ине, бына нисек үҫеп киткәнһең, - ти Гөлкәйгә, баштан аяҡ күҙ йүгертеп. – Ун дүрт йәштәр тулалыр инде һиңә...
Һорау ҙа түгел был, һүҙҙәренә дөрөҫләү эҙләүе. Гөлкәй, йәшле күҙҙәрен ҡул һырты менән һөрткөләп, баш ҡаға.
- Их, Гөлғәйшә инәй, һинең бар икәнеңде лә белә инем. Һине көтмәгән көнөм дә булмағандыр ул. Ишек төбөндә көтһәм, тиҙерәк килер һымаҡ инең, ә һин килмәнең дә килмәнең, - ти ҡыҙыҡай. Үҙе ҡатындың күҙҙәренә ҡарамай, әйтерһең, алыҫтағы кеше менән һөйләшә.
- И-и, бәпәйем, ҡунаҡҡа алырбыҙ инде һине, алырбыҙ. Йүгереп кенә инеп сығайым тинем, - тип һөйләнә-һөйләнә сумкаһынан алып аҡ төргәкте өҫтәлгә ҡуя апаһы.
«Их, апай, төндәр буйы саҡыра инем бит мин һине. Үҙең ишетмәһәң дә, Алла ишеткән, барыбер юлыма сығарып ҡуйған», - тип уйлай ҡыҙ эстән, бына өҙөләм, бына өҙөләм тип торған япраҡ кеүек ҡалтыранып.
- Ярай, бәпкәм, килермен, алырмын үҙеңде ҡунаҡҡа, китәйем инде, хушығыҙ, - тип ишеккә йүнәлә күҙ асып йомғансы шундай яҡын булып киткән һын.
- Хуш, хуш, апаҡайым! – тип өйөрөлә ҡыҙсыҡ. Ҡапыл өндәшмәҫ була. Тәҙрә төбөнә ултырып нимәлер уйлай. Йылмайып та ҡуя.
- Сығып йөрөп киләйем әле, - ти ул бер аҙҙан кемдәндер рөхсәт һорағандай.
«Шатлығы эсенә һыймайҙыр инде бахырҡайымдың. Йөрөп килһен әйҙә», - тип уйлай Асия әбей. Ул да был көтөлмәгән хәлгә ғәжәпләнгән, тик ҡыуанырғамы-юҡмы икәнен генә белмәй. Әбей шулай төрлөһөн уйлап ята торғас, ойоп киткән икән. Күпме ваҡыт үткәндер, кемдеңдер ҡарашын тойоп, күҙҙәрен асты. Баш осонда Гөлкәйҙе күргәс, уның нимәлер әйтергә теләгәнен аңланы. Эргәһенән урын күрһәтте. Гөлкәй ултырғас, йыш-йыш тын алып, һаман шатлығы эсенә һыймай, ярым бышылдап: “Әлегә берәүһенә лә әйтмәй торам, әйтһәм Роза апайға әйтермен, ипләп кенә, ҡолағына ғына, ә һуңынан... – тине. Ултырып түҙмәне, һикереп торҙо, сәпәкәйләп алды, осорға йыйынған ҡошсоҡтай талпынды, - Гөлдәргә, дуҫ ҡыҙыма... Башҡаларға һуңынан... Инәйем барлығын берәү ҙә белмәй ине бит ул. Бына аптыраясаҡтар. Көнләшеп үлерҙәр инде ҡайһы берәүҙәр”.
«Их, бала, - тип уйлай ҡарсыҡ, уны ҡыҙғанып. – Белмәйһең шул туғандарыңдың һинең тауҙай шатлығыңа лайыҡ түгелен». Аяуһыҙ дөрөҫлөк уның зиһененә әле генә барып етә: ул ҡомһоҙҙар минең өйгә ҡыҙығып, хужа булам тип, был гонаһһыҙ ҡыҙ баланы бәхетһеҙ итмәҫме?
Ҡарсыҡтың ҡапыл хәлһеҙләнеп китеүен ҡыҙыҡай һиҙмәне лә, буғай. Һаман ҡыуанды, ауыҙ ғынаһын йыйып ала алмай йылмайҙы.
- Ҡолонсаҡ ҡынаһың шул. Һыпырып ҡына ташлайым әле бынау хәлһеҙлекте. Ғүмер генә булһын! Йәшәрбеҙ әле, ҡыҙым. Аллам мине һинең өсөн һаҡлағандыр ул, һинең бәхетең өсөн һаҡлағандыр, - тип һөйләнде ҡарсыҡ, был тормошҡа сытырман йәбешеп.

 Гөлназ ҠОТОЕВА.

Читайте нас: