Бөтә яңылыҡтар
Махсус биттәр
3 Октябрь , 09:30

Мунсалағы хыянат

***

Бала саҡты хәтергә алғанда гелән генә күршеләге Сәлимә апай күҙ алдына килеп баҫа. Ул беҙ өйө янынан үтеп барғанда гелән йә кәнфит, йә печенье тоттороп ебәрер ине. Бала сағаларҙың яратҡан апайын ауылдағы ҡатын-ҡыҙҙар күралмаҫ хәлгә етә ине. Ул ваҡытта балалыҡ менән аңлап та етмәй инек. Хәҙер инде үҙебеҙ ҙә әсәйҙәр булғас, белдек...

Сәлимә апай әсәйҙәрҙең йәштәше. Кейәүгә сыҡмай ғүмере буйы яңғыҙлыҡта йәшәгән апай. Тик ул, әсәйҙәр әйтмешләй, ғүмерҙә лә яңғыҙ булмаған, төндәре уның яңғыҙ үтмәгән.

Хатта етди лә, тыныс та күренгән атайыбыҙ ҙа уның менән тотолдо. Ул ваҡытта мин үҫмер инем. 11-13 йәш тирәһе ине шикелле. Әсәйем эштән иртәрәк ҡайтып инде лә мунса яғырға булып китте. Бер заман ул мунсанан күҙе аларып килеп сыҡты. Сыҡты ла мунсаның ишеген бикләп кенә ҡалманы, хатта тыштын ныҡлап терәтеп ҡуйҙы.
- Шунда ғына торһон! Асып сығармағыҙ! - тип беҙҙе тыйып ҡапҡанан сығып эләгә-йығыла сығып йүгерҙе.

Мин дә, ағайым да бер ни аңламай, аптырап тороп ҡалдыҡ. Үҙебеҙ ҡурҡабыҙ.
- Әллә мунсала шайтан бармы икән? - тип ағайымдан ҡурҡып ҡына һорайым.
- Әллә, белмәйем. Беҙгә унда яҡын барырға ярамайҙыр, -- тип ағайым үҙе лә яҡын барманы, мине лә ебәрмәне.

Ул арала әсәйем колхоз председателен эйәртеп ҡайтып та етте. Уға тағы әллә кемдәр эйәргән. Ишекте астылар. Йөрәк ныҡ тибә башланы. Шул саҡ ишектән Сәлимә апай килеп сыҡты, уның артынан башын аҫҡа эйгән атайым күренде. Шайтан-фәлән булмағас, күңелгә йылы йүгереп китте. Йүгереп барып атайымды ҡосаҡлап алырҙай булдым. Тик ағайым ҡулымдан ныҡ тотто. Сыҡтыҡ, тип ҡапҡа тынына алып сығып китте. Нимә булғандыр, әсәйем уны ниңә бикләгән икәнен аңламай оҙаҡ уйландым. Әсәйҙең илаулап йөрөүен күреүе ҡыйын ине.

Эйе, әсәй был ваҡыттан һуң оҙаҡ ҡына илауҙан шешенгән күҙҙәр менән йөрөнө. Ул ваҡытта аңын-тоңон белмәгәс, йәшерәк булғас, аңламағанмын. Хәҙер бына аңланым да ул...

Атай сығып китмәне. Әммә әсәй уны оҙаҡ кисерә алманы. Икеһе лә һөйләшмәйенсә, ауыр тын алып йөрөүҙәрен күҙәтеүе беҙгә, балаларға, үтә лә ҡыйын ине. Хатта хәбәр ташыусы булып та китергә тура килде. "Атайыңа шуны әйт", "әсәйеңә быны еткер әле", - тип беҙҙең аша һөйләштеләр улар. Башта ҡыҙыҡ булһа ла, тиҙҙән арыныҡ хәбәр ташыуҙан.

Сәлимә апай ғына уңайһыҙланыуҙың нимә икәнен белеп етмәне. Бер ни булмағандай йөрөүөн белде. Күрше апай беҙгә күстәнәстәрен дә биреп маташты. Тик әсәйҙең тыйыуы ҡаты ине! Ул тотторған кәнфиттәрҙе ҡапҡаһының алдына теҙеп һалып китә инек.

Йылдар үтте, беҙ бер-бер артлы мәктәпте тамамлап ауылды ташлап киттек. Хәҙер инде каникулдарҙа, байрамдарҙа ғына тыуған йортҡа ҡайта башланыҡ. Был үткән ваҡиғаны онотманыҡ, әммә ул турала беребеҙ ҙә ауыҙ асып һүҙ башларға ҡыйманыҡ. Әсәйҙе йәлләнек.

Шулай бер ҡайтҡанда әсәй: "Сәлимә апағыҙ ауырыҡһынып тора икән", - тине бер ни булмағандай. Беҙ бер-беребеҙгә ҡарашып ҡуйҙыҡ.

-- Ике ай дауаханала ятып сыҡҡан. Аяғына операция яһатҡан. Фельдшер килеп яраһын таҙалап, укол һалып китә. Фельдшер килә лә китә, ә бына донъя йөгөн уның үҙенә тартырға тура килә бит, бисараҡай, ни хәлдә икән? - тип әсәй борсолоп һүҙ башланы. - Сәлимә апайығыҙ ише ауыр хәлдә ҡалғандарға ауылдыҡылар ярҙам итә торғайны. Сиратлап ашарына бешерәләр, керен йыуалар, үҙен мунса төшөрөләр ине. Сәлимә апайығыҙ йәш сағында кеше ирҙәре менән сыуалып, үҙенән ҡатын-ҡыҙҙарҙы биҙҙереп бөттө. Уның арҡаһында күпме ыҙғыш, ғаилә низағтары сыҡҡан. Шуға ла ҡатындар уға ярҙам итергә ашыҡмай.

Әсәй онотолоп китеп Сәлимә апай тураһында һөйләне лә һөйләне. Юҡ, уның өсөн борсолоп, йәлләп һөйләне. Уның ауыр хәленә ҡарап һөйөнмәне. Бына беҙ юлға әҙерләнеп бөттөк. Автобусҡа оҙата сыҡта. Ә ҡайтышлай ул Сәлимә апайға инеп сыҡҡан. Нисәмә йылдар сәләмен дә алмай йөрөгән әсәйем уның хәлен белергә ингән! Улкөндө улар икеһе бергә көтөү ҡайтҡансы һөйләшкән.
әсәйем тегегә ашарға бешергән, ятҡан түшәген алмаштырған, иҙәнен йыуып сыҡҡан. Тиҙҙән әсәйемә йәнә бер нисә ҡатын ҡушылған. Үткәндәр үҙәген өҙһә лә, бер кем дә үс һаҡламаған. Күҙ йәштәре менән рәнйеш яуҙырған ҡатындар Сәлимә апайҙы матур итеп тәрбиәләй башлайҙар. Ошолай йылға яҡын йәшәйҙәр улар. Тиҙҙән Сәлимә апай үлеп ҡала.

Әле ул юҡ. Беҙ был турала йыш ҡына һөйләшеп алабыҙ. Әсәй беҙгә уның миҫалында тәрбиә бирҙе. "Ирҙәр билдән түбән яғы менән уйлай. Шуға ла ҡатын-ҡыҙ үҙе тәртипле булырға тейеш", - тип әйтер ине.

Рәғиҙә

Читайте нас: