Һәр кемгә билдәле булыуынса, шундай заман килде: һәр икенсе ир-егет вахта ысулы менән ситтә эшләй, хатта һуңғы ваҡытта ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ ҙа шул рәүешле эшкә күсә башланы. Мин дә – шулар иҫәбендә.
Йәшәгән ҡаламдан алыҫ ҡына ергә бына икенсе йыл инде вахта ысулы менән йөрөп эшләйем. Балаларҙы уҡытырға ла, ашатырға ла, кейендерергә лә кәрәк бит. Ир тип таянғаным бер ялҡау булып сыҡты, көндәлек ҡалым менән генә шөғөлләнеп көн итә, ә ул ғына ғаиләне аҫрау өсөн етмәй. Ул ситкә китеп эшләргә уйламағас, үҙем юлланырға мәжбүр булдым.
Вахтанан сираттағы ҡайтып килеүем. Силәбенән такси менән ҡайтырға сыҡтым. Унда минән башҡаларҙың барыһы ла вахтовик ирҙәр ине. Таксист башҡорт булып сыҡты, мине үҙе янына алға ултыртты. Артта ултырыусы өс ир, ғәҙәттәгесә, бер аҙ төшөрөп алғайны, оҙаҡ барманылар, йоҡлап та киттеләр. Шофер ағай минең менән яҡынданыраҡ танышып алғас, үҙенең йәшлек хәтирәләре менән бүлеште.
– Һеҙ ишеткәнегеҙ бармы, парлы яңғыҙҙар, тигәнде? – тип һүҙ башланы ул. Мин аптырап, баш һелктем.
– Ә һеҙ ышанаһығыҙмы, ғүмер буйы бер генә кешене яратып буламы? – тип һораны йәнә.
– Әлләсе, – тип баҙап ҡалдым да, – булалыр шул.
– Йоҡоғоҙ килмәһә, мин һеҙгә бер тарих һөйләйем, – тине сал сәсле, оло йәштәге был ағай. Ризалығымды белдереп, баш ҡаҡтым.
– Бына мин күптән етенсе тиҫтәне ваҡлайым, ә ғүмерем буйы бер һылыуҙы яратып йәшәйем. Юҡ, ул ҡатыным түгел шул, ә минең беренсе һәм ғүмерлек мөхәббәтем.
Беҙ – ауыл балалары, икебеҙ ауылдың ике яҡ осонда тыуып үҫтек. Мин уны беренсе синыфҡа уҡырға барғас ҡына күрҙем. Күрҙем дә ғүмерлеккә яраттым. Балалыҡ йылдары шаярыу, уйын-көлкө менән үтте. Егет ҡорона еткәс башланды инде янып-көйөүҙәр. Ул ҡыҙ, исемен Ләйлә тип әйтәйем, нишләптер минең тойғоларға яуап бирмәне. Үҙем дә бик дыуамал инем, ауылға килгән ҡунаҡ ҡыҙҙар менән иң беренсе мин таныштым, гел иғтибар үҙәгендә булырға тырыштым, йәнәһе, Ләйләгә үс итәм. Ауыл мәктәбен тамамлағас, Ләйлә китапханасыға уҡырға тип Өфөгә юлланды, ә мин – шоферҙар курсына.
Элек, беҙ йәш саҡта, бынау телефондар булманы бит, хаттар ғына яҙыша инек. Мин дә Ләйләгә хаттар яҙҙым, ә ул класташ рәүешендә генә яуап яҙҙы. Иң үкенеслеһе шул булды: ул иң яҡын дуҫым менән йөрөй башланы. Уҡыуҙан ҡыуылманым, бик ҡыйын булһа ла, түҙҙем. Сәлим, дуҫ егет, эсергә бик яратты, ҡыҙыу холоҡло ине, һуғышырға ла әүәҫ булды. Йыш ҡына уның иҫерек сағын файҙаланып, Ләйләне оҙата барып, үҙемдең хис-тойғоларымды яңыртып торҙом, үҙенә лә гел әйтә килдем: «Һин – минең тәүге һәм һуңғы – мәңгелек мөхәббәтем», – тип.
Йылдар үтте, Ләйлә менән Сәлим дә бергә була алманы. Мин әрме сафынан ҡайтҡас, йәнә Ләйлә янына барҙым. Беҙ матур ғына йөрөй башланыҡ, киләсәккә пландар ҡорҙоҡ. Шул мәлдә минән дә бәхетле кеше юҡ кеүек ине. Тик… тик был юлы дыуамаллығым беҙгә йәнә аяҡ салды. Барыһына ла үҙем ғәйепле.
Армияға киткәнсе күрше ауыл ҡыҙы менән дуҫлашҡайным, ул мине оҙатып, көтөп алды. Ҡайтҡанда ла беренселәрҙән булып, Сибайҙа поездан ул ҡаршыланы. Ике йылдан һуң һағынып осраштыҡ та, ғүмерлек гонаһ ҡылдыҡ. Ләйлә менән инде ара көйләнде тигәндә, Әнисәнең ауырлы икәне беленде. Атай-әсәйҙәр йәһәтләп беҙҙе өйләндереп тә ҡуйҙы. Ә минең пландар, һөйөү хистәрем селпәрәмә килде, терһәкте тешләп булмай. Ни эшләйһең, әмәл юҡ, үҙем ғәйепле. Тормош ҡанундарына буйһоноп, Әнисә менән йәшәп киттем. Үкенмәйем дә ул, ҡатыным миңә сәскәләй өс ҡыҙ бүләк итте. Донъям етеш, эшем, үҙ йортом бар, ә бына күңелем буш…
– Ә Ләйлә нимә эшләне? – тип һораштым, тынлыҡты боҙоп.
– Ул бәхетлелер, бәлки. Йүнәлтмә буйынса икенсе районға эшкә киткәйне, шунда төпләнде. Ике улы, бер ҡыҙы бар. Хәҙер хаҡлы ялда.
– Ҡабат бер ҙә осрашманығыҙмы?
– Һирәкләп булһа ла күрешеп торабыҙ, класташтар осрашыуында, ауылға байрамдарға ҡайтҡанда. Хәҙер алай ҙа бына телефон бар, яҙышып та, шылтыратып та хәл-әхүәл белешәбеҙ. Тик ул ғына минең күңел бушлығын тулыландырмай шул, һаман яратам бит мин Ләйләне…
Ҡатыным менән дүрт тиҫтәнән ашыу йыл бергә йәшәйбеҙ. Ҡыҙҙарҙы ла үҙаллы тормошҡа оҙаттыҡ. Хәҙер ейән-ейәнсәрҙәр һөйәбеҙ. Тормош бит, барыһы ла булды. Мин күберәк йәш саҡта, бына һеҙҙең кеүек, вахта ысулы менән ситтә эшләнем. Нишләптер Әнисәне тиңһенмәнем. Ә ул мине шул тиклем яраттымы – барыһына ла күнде, түҙҙе, риза булып йәшәне. Тәнем уның менән булһа ла, күңелем – ғүмерем буйы Ләйләлә. Сәстәрем салланып, инде етмеште ҡыуалаһам да, йөрәк йәш, мин һаман егерменсе быуатта – йәшлектә йөрөйөм. Үҫмер егеттәр кеүек, ғашиҡ булып йәшәйем. Берҙән, ҡыҙғаныс та, икенсе яҡтан, ҡыуаныс та. Кемделер ғүмер буйы һөйөп йәшәү ҙә – үҙе бер бәхет бит ул аңлағандарға. Бына шулай ғүмер буйы парлы килеш яңғыҙ йәшәнем мин, – тип һүҙен тамамланы ул.
Һүҙгә әүрәп, ҡайтып еткәнде лә һиҙмәгәнбеҙ, юл да ҡыҫҡа кеүек тойолдо. Машина мин йәшәгән йорт янына килеп туҡтағас, аптырап киттем. Юл хаҡын түләп, рәхмәт әйтеп хушлаштым. Подъезд ишегенә етеп, артҡа әйләнеп ҡарағанда, шофер ағай рулгә башын һалып тәрән уйға сумғайны. Йәшлеген миңә һөйләп күңеле бушанымы әллә Ләйләһе ҡабаттан иҫенә төшөп болоҡһоп киттеме?
Тормош юлдары, ысынлап та, бик ҡатмарлы, серле йомғаҡ. Йырҙа йырланғанса, мөхәббәт йәштәрҙә генә түгел, ҡарттарҙа ла була икән…
Йәнбикә Юлдашева.
Сибай ҡалаһы.