Зөлфирә саҙаҡа һала торған һауытҡа аҡсаһын төшөрҙө лә, муллаға табан боролоп ултырҙы.
– Ҡыҙығыҙ Гөлсирә рухына доға ҡылырғалыр?
Аҙна һайын килгән ҡатынды танып тора инде уныһы ла. Хәйер, бәләкәй генә ҡасабала күптәр бер-береһен, яҡындан булмаһа ла, йөҙгә белеп тора.
– Юҡ, был юлы үҙемә доға кәрәк... Гонаһтарымды ярлыҡауҙы һорап.
– Аллаһы Тәғәлә мәрхәмәтле, тәүбәгә килеүсе һәр бәндәһен ғәфү итә...
Зөлфирә һәр ваҡыттағыса мәсеттән бер аҙ тынысланып сыҡты. Тик барыбер ауыр уйҙарынан арына алманы. Ә йөрәгенә мәңгелеккә уйылған ҡара ҡайғы выждан ғазабы менән берегеп, йәнен телгеләүен дауам итәсәген ул аңлай. Ҡалған ғүмер юлын үкенес һәм күҙ йәше менән үтеүҙән башҡа сараһы ла юҡ кеүек.
...Педагогия училищеһын тамамлау менән ҡулына яҡындағы бер район үҙәгенә эшкә юллама тотторҙолар. Юғары белеме, эш тәжрибәһе булмағандарҙы артыҡ саҡырып бармағандарын белә ине, шуға ла тәҡдимде шатланып ҡабул итте. Әсәһе генә: “Иҫән сағымда кәм-хур итмәм, институтҡа уҡырға бар”, – тип ҡаршы әйтеп ҡарағайны ла, тыңламаны. Берәр йыл эшләп, ял итеп алғас, ситтән тороп уҡыу бүлегенә барыр әле. Етмәһә, яҙға һөйгәне Илгиз дә әрме хеҙмәтенән ҡайтасаҡ. Ҡыҙ эстән генә уның менән бер ҡалаға урынлашып ҡауышыу тураһында хыялланды.
Тик йәшлек хыялдары бер көндә селпәрәмә килде: Илгиз әрмелә саҡта хат аша хеҙмәттәшенең һеңлеһе менән танышҡан икән, ҡайтыу менән уның янына барған да, никах уҡытып та ҡуйған. Быларҙы Зөлфирәгә хат аша әсәһе хәбәр итте. Ғәрләнде, иланы, донъянан ваз кисте ҡыҙ. Уҡырға барырға ла, икенсе эшкә күсергә лә теләге булманы. Хатта йәй көнө һөйгәненең туйы буласағын белгәс, отпуск алыуҙан да баш тартты – класташтарына, ауылдаштарына бахыр булып күренгеһе килмәне. Эшенә лә артыҡ күңел һалманы, бары тик сабый балаларҙы ихлас яратҡанға ғына улары үҙенә ылыҡты. Урта ҡуллы тәрбиәселәр иҫәбендә йөрөгән йәш ҡыҙҙың үҙенә лә артыҡ талап ҡуйманылар, ни тиһәң дә, ситтән килгән ҡыҙ – йә уҡырға инер, йә кейәүгә сығыр, тип көтәләр ине.
Яңы йыл байрамы алдынан дүрт йәше лә тулмаған Гөлһылыу исемле баланың әсәһе юл фажиғәһенә эләгеп, мәрхүмә булып ҡалды. Боҙлауыҡлы юлдан машинаһын туҡтата алмай ағасҡа бәрелгән, тинеләр. Һәр саҡ йылмайып, ипле һөйләшеп йөрөгән Илүзә менән Зөлфирә һәйбәт мөнәсәбәттә ине. Ҡатын һәр саҡ балалар баҡсаһында үткән байрамдарҙа, эштәрҙә әүҙем ҡатнашты. Шуға ла уның үлемен ауыр кисерҙе ҡыҙ. Ысынбарлыҡты аңлап етмәгән, әммә әсәһен һағынып илаған Гөлһылыуҙы ҡосоп, нисек йыуатырға белмәй үҙе лә күҙ йәштәре түкте.
Бер көндө Зөлфирәне кейәүгә сығырға димләнеләр. “Гөлһылыу хаҡына... Ул һине ярата, ылыҡты. Атаһы насар кеше түгел: аҙып-туҙып йөрөмәй, донъя көтөргә әүәҫ, күрер күҙгә лә һылыу ғына. Яңғыҙы юлдан яҙмаҫ, бала етемлекте тоймаҫ элек парланһа арыу булыр ине. Һин дә изге күңелле ҡыҙһың, баланы ҡаҡмай-һуҡмай йәшәрһең. Ә яратыу... Уныһы ла килер. Аҙаҡ бер-береңә эйәләшәһең ул...” – буласаҡ ҡәйнәһе балалар баҡсаһы мөдиренең әхирәте булған икән. Күрәһең, күҙәтеп, һынап йөрөгәндәрҙер, бер көн килеп танышты ла, икәүләшеп өгөтләргә тотондолар.
Зөлфирә Илгизде онотмағайны әле. Һөйгәне кәләш алғас, ҡыҙ уға оҡшағаныраҡ – ҡара сәсле, үткер ҡарашлы, ҡыйыу, оҙон буйлы, йоҡа иренле егеттәрҙе күҙләне. Ә был уның тап киреһе: аҡһыл һары сәсле, ирене ҡыҙҙарҙыҡы кеүек бүлтәйеңкерәп тора, йәшкелт күҙҙәренә һағыш тулғанғамы, бына-бына күҙ йәштәре сығыр кеүек. Етмәһә, буйға ла әллә ни түгел, Зөлфирәнән ике иле генә ҡалҡыуыраҡ. Юлай үҙе лә ҡыҙҙы үҙ итмәне шикелле, икәүһе генә ҡалғас, һүҙҙәре берекмәне лә ҡуйҙы.
Димсе диңгеҙ кисерә, тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәрҙер: өгөтләй торғас, араларында мөхәббәт уты тоҡанмаһа ла, йәштәр ҡауышырға ризалыҡ бирҙе. 23 йәшендә ир ҡатыны ғына түгел, дүрт йәшлек бала әсәһе лә булды Зөлфирә. Быға тиклем үҙ яйына ғына йәшәп өйрәнгәс, икеләтә йөк булған ғаилә тормошона ауыр өйрәнде. Буш ваҡытын да, һөйөүен дә Гөлһылыуға бирҙе. Юлай ҡыҙына ла, ҡатынына ла иғтибарлы, ярҙамсыл булды. Сабыйҙы үҙ күргәне өсөн Зөлфирәгә рәхмәтле ине ул. ике яҡтан да битарафлыҡ булғас, башлыса күршеләр кеүек йәшәне ғаилә. Ә инде ҡатын ауырға ҡалғас, арыуын, ауырыуын һылтау итеп, бөтөнләй икенсе бүлмәгә күсеп сыҡты. Ҡыҙҙары Гөлсирә тыуғас та күңелдәре берекмәне.
Зөлфирә лә, Юлай ҙа яҙмышына күнгәйне инде. Сит кешеләргә мөнәсәбәттәрен һиҙҙермәй йәшәрҙәр ҙә йәшәрҙәр ине бәлки... Әгәр ҙә берҙән-бер көндө уны Илгиз эҙләп килмәһә.
– Ғәфү ит, яңылыштым. Былтыр уҡ ҡатыным менән айырылдым. Һине оноторға тырышып ҡараным, килеп сыҡманы. Шуға үҙеңде күреп һөйләшергә булдым. Бер һүҙең етә – барыһын да яңынан башлайбыҙ. Ҡыҙыңды ла үҙ баламдай күреп үҫтерергә ризамын. Ғәфү генә ит, һинең өсөн тауҙар аҡтарырға ризамын, – тине ул.
наҙға сарсап йөрөгән ҡатынға етә ҡалды – һөйөүҙән башы әйләнде. Тәүҙә аҡылын юйманы әле: кешенән, иренән генә ҡасып осрашырға ризалыҡ бирҙе. Әммә һирәк осрашыуҙар уларҙың танһығын ҡандыра алманы. Бер көн килеп Зөлфирә иренә айырылырға теләүен әйтте.
– Барыһы ла һин теләгәнсә бара ине бит, ниңә китәһең? Балаларҙы уйла. Гөлһылыу икенсегә әсәһен юғалтасаҡ... Зөлфирә, мин был һынауҙы ҡабат үтә алмаясаҡмын. Зинһар, китмә!
– Мин ҡыҙҙарҙы ташларға йыйынмайым. Илгиз уларҙы ҡабул итергә әҙер.
– Нисек инде? Ярай, Гөлсирә һинең балаң, ә Гөлһылыу?.. Нисек инде мин үҙ баламды һиңә биреп ебәрергә тейеш?
– Әлбиттә, һин ҡаршы булһаң, мин уны алып китә алмайым.
– Ҡаршымын. Һинең китеүеңә лә ҡаршымын. Осрашып йөрөнөк, тиһең бит. Бик булмаһа, артабан да шулай осрашығыҙ. Тик ғаиләне боҙмайыҡ. Балалар хаҡына.
– Балалар хаҡына, тип мин һиңә кейәүгә сыҡтым инде. Әммә бәхетле була алманым. Һин дә бәхетле түгел.
– Ҡыҙҙар бәхетле бит. Ә ата-әсә өсөн унан да мөһимерәк нимә бар һуң?
– Юлай, миңә әле 30 йәш тә тулмаған. Бәхеттә, яратып, яратылып, ысын ғаилә булып йәшәгем килә. Һин дә күңелеңә оҡшаған кешене табырһың. Ә Гөлһылыу өйрәнер. Миңә лә тиҙ генә өйрәнеп китте бит.
– Һин педагог булараҡ, бала күңелен аңлай белергә тейешһең. Дүрт йәшлек бала тиҙерәк өйрәнә. Ә хәҙер уның иң ауыр ваҡыты...
– Мин уны биш йылға яҡын үҙ баламдай күреп ҡараным, тәрбиәләнем. Исмаһам, шуға рәхмәтле бул.
– Ташлар булғас, килмәҫкә ине. Биш йыл яныбыҙҙа булдың, ә хәҙер ғүмер буйы бала һинең был ҡылығың өсөн күҙ йәше түгәсәк! Үҙеңә лә аҙаҡ үкенергә тура килмәһен...
Туғандары ла Зөлфирәнең был ҡылығын хупламаны. Илгиз менән никахына әсәһе лә фатиха бирергә теләмәне. Илгиз менән ошо ҡасабаға күсеп, 13 йыл йәшәнеләр ҙә, айырылдылар. Уртаҡ балалары булмауҙы сәбәп иттеләр. Ә ысынында иһә ир икенсе ҡатынға әүрәп китте. Тәүге хыянаттарын белгәндә ул үкһеп иланы, талаш сығарҙы, ярһыны, тоғролоҡ талап итте, айырылыу менән янаны. Ире иһә ғәфү үтенде, мөхәббәтенә ант итте, йыуатты. Ә аҙаҡ ике арала нисектер һиҙҙермәй генә битарафлыҡ барлыҡҡа килде. Айырылып киткәне бирле шунда, ошо битарафлыҡты һиҙгәс кенә, Зөлфирә бер аҙ үкенеп ҡуйҙы. Юлай менән йәшәгәндә битарафлыҡ тип уйлағаны бер матур хис булған икән ул. Ихтирамға, балалар йылмайыуына, ихласлыҡҡа һәм тыныслыҡҡа сорналған битарафлыҡ та күңелгә йылылыҡ биргән. Ә Илгизгә битарафлыҡ шул тиклем шомло ине: һөйөү юҡҡа сыҡҡан да, урынына нәфрәт тә ҡалдырмаған исмаһам. Киске аш артында һөйләшерлек һүҙҙәр ҙә юҡ: ир үгәй ҡыҙының хәле, уҡыуы менән ғүмерҙә лә ҡыҙыҡһынманы, тәрбиәһе лә аҡса биреүҙән үтмәне; уртаҡ ҡыҙыҡһыныуҙары ла булманы. Шуға Илгиз әйберҙәрен йыйып, сығып китергә теләүен әйткәс, Зөлфирә еңел тын алып ҡуйҙы. “Ниһайәт, ир менән ҡатын ролен уйнарға кәрәкмәйәсәк”, – тип уйланы.
Гөлсирә әсәһенең юлын дауам итергә теләп, педагогия институтына уҡырға ингәйне. Бер ваҡытта ла үҙ атаһы тураһында һүҙ ҡуҙғатманы. Ике йәшлек бала, бәлки, хәтерләмәйҙер ҙә, тип уйлай ине әсәһе. Иҫләй, хатта уйлап йөрөгән булып сыҡты. “Әсәй, улар бит Өфөнән алыҫ түгел. Әллә берәй ялымда барып ҡайтайыммы икән? Моғайын, миңә асыу һаҡламайҙарҙыр”, – тип ҡуйҙы бер ҡайтҡанында. Зөлфирә нимә тип әйтергә белмәй оҙаҡ торҙо ла:
– Әллә инде, ҡыҙым. Күрешкең, аралашҡың килһә, бараһың инде. Тик мин улар менән бәйләнешкә сығырға оялам, үҙемде ғәйепле тоям. Бәлки, тәүҙә хат яҙып ҡарарһың?
Башҡаса был темаға һөйләшеү булманы. Һорарға үҙе лә ҡыйманы әсә кеше. Яңылыҡ булһа, әйтер, тип көттө. Ә йәмле яҙҙың матур бер көнөндә ҡыҙының үлеме тураһында ҡот осҡос хәбәр алды Зөлфирә. Юл фажиғәһендә егете вафат булғас, ҡайғыһын күтәрә алмай, үҙ теләге менән яҡты донъянан китергә хәл иткән. Әсә кеше шок хәлендә ҡалды: ҡыҙы уға йөрөгән егете тураһында ла һөйләмәгән. Аҙаҡ ҡына әхирәттәре һөйләүенән уларҙың бер институтта уҡыуын, өс йылға яҡын дуҫлашыуын белде. “Йә Хоҙай, тәүҙә Илгиздең хыянаттарынан истерикаға бирелеп, аҙаҡ битарафлыҡ менән үҙ-үҙемә йомолоп, ҡыҙыма иғтибар ҙа биреп еткермәгәнмен бит! Ситләшкәнмен, ул да мине ят күргән...”
Быны аңлау уны ҡыҙының үлемен ишеткәндән дә ауырыраҡ хәсрәткә батырҙы. Быға тиклем үткәндәренә байҡау яһап, хаҡ-яңылышлыҡтары тураһында уйлап та бирмәй ине. Инде йоҡоһоҙ үткән төндәрендә ҡабат-ҡабат ҡайҙа хаталаныуын аңларға тырышты. Ә уйҙары бары бер кеше – Гөлһылыу янында уралды. Төп хатаһы шул сабый баланы икенсегә етем ҡалдырып, Гөлсирәһен ата һөйөүенән мәхрүм итеп, Илгизде һайлауында икәнен аңланы. Мәрхәмәтлелек, изгелек тулы күңеле менән ҡабул иткән Гөлһылыуҙы ул шул тиклем тиҙ онотто, хатта аҙаҡ барып хәлен белергә, һеңлеһе менән аралашһын өсөн ҡунаҡҡа саҡырырға ла уйламаған. Күңелендәге мәрхәмәтлелеге лә юҡҡа сыҡҡан түгелме? Ул бала юғалтыуын, етемлеген нисек кисерҙе икән? Тормошо, күңел хәле нисек булған? Нисек ул биш йыл буйы ҡосағында йөрөтөп үҫтергән баланың хәлен дә белешмәйенсә йәшәне һуң? Әллә Аллаһы Тәғәлә уны ошо баланы рәнйеткәне өсөн ҡайғы менән түләтәме?
Бына инде икенсе аҙна Зөлфирә төндәр буйы был һорауҙарға күмелеп, ҡайғыһынан арына алмай йоҡоһоҙ ята. Шуға ла бөгөн тыныслыҡ һәм ярлыҡау эҙләп, мәсеткә килде. Ә егерме йылға яҡын хәбәрләшмәгән, тормошонан һыҙып ташлаған кешеләр янына барырға, ғәфү үтенергә ҡыйыулығы ла, намыҫы ла етмәне...
Гөлнур ҠЫУАТОВА.