Ылаҡ (22.12 – 20.01)
Аҙна башы ҡыйыныраҡ килер. Бер юлы ике-өс эш менән булышырһығыҙ. Бәғзеләр кеше йомошон да башҡарыр. Шуға ҡарамаҫтан, бөтә эшегеҙҙә лә өлгөрөрһөгөҙ.
Һыуғояр (21.01 – 19.02)
Һуңғы ваҡытта үҙегеҙгә ҡарата иғтибар ныҡ артҡанын тойорһоғоҙ. Ыңғай һүҙҙәр ҙә ишетерһегеҙ. Шишәмбелә ниндәйҙер бүләк тә алыуығыҙ бик ихтимал. Йомала иҫтә ҡалырлыҡ ваҡиға көтөгөҙ.
Балыҡ (20.02 – 20.03)
Был арала йондоҙҙар ашыҡмаҫҡа ҡуша. Һәр эшкә лә етди ҡарауығыҙ хаталарҙан ҡотҡарыр. Шаршамбыла артыҡ көс түкмәй генә кәрәкле һөҙөмтәгә өлгәшерһегеҙ. Кемдер ярҙам һорап мөрәжәғәт итер.
Ҡуҙы (21.03 – 20.04)
Бәғзеләр һеҙҙе ниндәйҙер шикле эшкә йәлеп итергә маташыр. Унан ары тороуығыҙ дөрөҫөрәк булыр. Иң яҡын кешеләрегеҙ менән арағыҙ ыңғай яҡҡа үҙгәрер. Йома һәйбәт яңылыҡтар килтерер.
Буға (21.04 – 21.05)
Йыш ҡына борсолорға тура килер, моғайын. Ваҡиғалар һеҙ уйлағанса бармаҫ. Ҡай саҡ ашығыс ҡарарҙар ҡабул итерһегеҙ. Башҡарған ҡайһы бер эштәрегеҙҙе ваҡытлыса кисектереп торорға мәжбүр булырһығыҙ.
Игеҙәктәр (22.05 – 21.06)
Һеҙҙе өмөтлө осор көтә. Йондоҙҙар ярҙамынан файҙаланып ҡалығғыҙ. Тырышлыҡ күрһәтһәгеҙ, алыҫтағы маҡсаттарығыҙҙы һиҙелерлек яҡынайтырһығыҙ. Юлға сыҡҡандарҙың уйламаған ҡыйынлыҡтарға осрауы мөмкин.
Ҡыҫала (22.06 – 23.07)
Шишәмбелә түҙемлерәк булығыҙ. Аралашыу ауырыраҡ барыр. Иң яҡын кешеләрегеҙ менән дә төрлө бәхәс килеп сығыуы бар. Артабан хәлегеҙ ыңғай яҡҡа үҙгәрер. Кесе йомала уйламағанда, икеләтә күберәкте булдырырһығыҙ.
Арыҫлан (24.07 – 23.08)
Төрлө мәшәҡәт ҡәҙимгенән күбәйер. Ҡай саҡ кеше эштәренә лә ҡыҫылырһығыҙ, бәлки. Шаршамбыла яҡшы яңылыҡтар ишетерһегеҙ. Йома күпселек буш һөйләшеүҙәр менән үтер.
Ҡыҙ (24.08 – 23.09)
Аҙна бер аҙ тынғыһыҙ башланыр. Уйламаған ҡыйынлыҡтарға тап булырһығыҙ. Дөйөм эште башҡарғанда уртаҡ фекергә килеүе ауырыраҡ булыр һымаҡ. Йомала һеҙгә кеше кәңәштәрен тыңламаҫҡа кәңәш ителә.
Үлсәү (24.09 – 23.10)
Көндәр файҙалы килер. Бәғзеләрҙе етди һөйләшеү көтә. Шишәмбенән һуң ҡайһы бер мөмкинлек асылыр, дәртегеҙ ҙә артыр. Һәр хәлдә үҙегеҙҙе ҡыҙыҡһындырған һорауҙы бирергә оялмағыҙ.
Саян (24.10 – 22.11)
Күпте өмөт итеүселәрҙән, ләстит һатыусыларҙан, бушты һөйләүселәрҙән ары тороғоҙ. Уларҙан барыбер бер ниндәй ҙә ярҙам күрмәҫһегеҙ. Был арала күптән үҙегеҙҙе борсоған һорауға тулы яуап алырһығыҙ.
Уҡсы (23.11 – 21.12)
Әүҙемлегегеҙ арҡаһында эштәге һәм йорт-ғаилә мәсьәләләрен еңел хәл итерһегеҙ. Шишәмбелә аҡса, бүләк алырһығыҙ. Кесе йомала уңайлы мәл булыр. Күптәр уны күрмәй ҙә ҡалыр.