Бөтә яңылыҡтар
Махсус биттәр
2 Сентябрь 2024, 10:07

Кемгә – ҡайғы, кемгә – аҡса...

***

Класташым Ильяс менән ауыл яғына бергә ҡайтырға һөйләш­кәйнек. Эштән һуң, киске сәғәт етелә ҡуҙғалам, тигәс арманһыҙ булып уның эш урынына – аэропорт юлындағы авто­салонға барып еттем. Шылтыратыуыма ул сығып, сумкаларымды маши­наһына урын­лаштырҙы:
– Һине бушҡа ҡабаландырҙым, ғәфү ит. Бергә эшләгән егет һатып алыусыға документтар тултыра, кредит юллай. Уның эше бөткәнсе, миңә салондан китергә ярамай — килеүселәр булһа, машиналарҙы тәҡдим итергә кәрәк. Бер сәғәттәй ваҡыт үтер инде, документ эше тиҙ түгел, – тип ҡуйҙы, уңайһыҙланып.
– Ярай, зарар юҡ. Улайһа, мин яҡын­дағы сауҙа үҙәгенә барып ашап киләйем, эштән һуң ҡапҡылап алырға өлгөр­мәнем...
– Йөрөмә инде, әйҙә, беҙҙең кабинетта кофемашина бар, тәмлекәстәр ҙә, – тип мине эскә әйҙәне. – Өйҙән алып килгән бутерброд та ҡалды. Юлдағы берәй кафеға инеп, бергәләп ашарбыҙ әле.
Ҙур, иркен салондың икенсе ҡатына менеп, ситтәрәк торған бикле бүлмәгә индек. Ике йомшаҡ диван, телевизор, өҫтәл урынлашҡан бүлмә артыҡ ҙур булмаһа ла, йыйнаҡ ҡына икән. 
– Иркенләп кофе эс, телевизор ҡара. Бө­гөн аҙна уртаһы булғас, офис хеҙмәт­кәрҙәре лә аҙ, һатып алыусылар ҙа юҡ кимәлендә – борсоусы булмаҫ. Күңелһеҙ булып китһә, минең янға төшөп, машина ҡарап йөрөгән кеше булырһың. Унда камералар тора, мине, эшләп йөрөй, тиер­ҙәр, – тип, класташым алдыма кәнфит-печенье, бутерброд ҡуйҙы ла  көлә-көлә сығып китте.
Тамаҡ ялғап алғас, уның янына ба­рҙым. Ысынлап та, салон буш. Йөрөтөү та­ныҡлығым да, алыр мөмкинлегем дә булмағас, машиналар менән артыҡ ҡыҙыҡһынған юҡ. Ғүмере инмәгән са­лонға аяҡ баҫҡас, ялтырашып теҙелеп торған машиналарға яҡын­даныраҡ күҙ һалып, хаҡтарын булһа ла белергә булдым. Камераларҙан ҡарап ултырыусы Мәскәү “белгестәре”  (төп офис илдең баш ҡалаһында булғас, яҙманы ундағылар даими ҡарап тора икән) алдында ышаныслы күренергә тырышып, рәт-рәт булып теҙелгән сит ил автомобилдәре араһынан үтештерҙем. Хаҡтар ҡот осмалы ҡиммәт тойолдо. Яныма килеп торған Ильястан һорамай түҙмәнем:
– Ошо сама аҡсаһын сығарып, машина алыусылар бармы?
– Көнөнә 1 – 2 кеше табыла. Күпселек кредитҡа алалар. Һирәк булһа ла, ҡу­лаҡсаға алыусылар ҙа осрай. Үҙем дә оҙаҡ­ламай, хеҙмәткәр булараҡ, льготалы хаҡҡа машинамды алмаштырырға уйлап торам әле. Кредитҡа, әлбиттә...
– Эй, йәш кеше! Бәлки, миңә лә иғтибар итерһең, ә?! – икебеҙ бер юлы ишек яғынан килгән дорфа тауышҡа әйләнеп ҡарай ҡуйҙыҡ. – Ярты сәғәт һеҙҙең һайрашҡанды тыңлап торорға ваҡыт юҡ бында!
Класташымдың яныма килеп тороуына биш минут та юҡ ине, шул турала әйтергә тип ауыҙымды асҡайным да, Ильяс быға иғтибар итмәйенсә, йылмайып, инеүсе ир янына ашыҡты:
– Һаумыһығыҙ! Нимә менән ярҙам итә алам?
– Нимә-нимә? Автосалонға аҙыҡ-түлек йә үтек алырға инмәгәнмен бит инде. Машина ҡарарға индем...
Тәрбиәһеҙ ҡыланған, үҙен һауалы тотҡан иргә аптырап ҡарап ҡуйҙым: фильмдарҙа ундайҙарҙы ғәҙәттә 2000  йылдарҙа популяр булған “яңы урыҫ” итеп һүрәтләйҙәр. Муйында алтын сылбыр, күн барсетка тотҡан ҡулында ла яҫы балдаҡ ялтырап китте. Джинсы салбар, ҡыҙыл күн куртҡа, ҡара күҙлек – фильмдағы мыҡты кәүҙәле йә ҡорһаҡлы ирҙәрҙән ҡаҡса кәүҙәле һәм ҡыҫҡа буйы менән генә айырылып тора. Ә дорфалығы, маһайыуы һәм холоҡһоҙлоғо хаттин ашҡан, хатта бер аҙ комедия жанрында арттырып һүрәт­ләнгән геройға ла оҡшап китә.
– Миңә иң текә һәм ҡиммәтле машина кәрәк. Кәнишнә, белмәйем, һеҙҙә ун­дайҙар бармы-юҡмы, тигәндәй...
– Әлеге ваҡытта салонда булмаһа ла, заказ буйынса 45 көндә йәнегеҙ теләгән марканы ҡайтарып була.
– Һин нимә, мин ул ваҡыт аралығында йәйәү йөрөргә тейешме?! Что за ҡала был,  ә? йүнле машина табып булмай? Баш ҡала,  имеш! Провинция!
– Беҙҙә әлеге ваҡытта бик яҡшы, шәп машиналар бар. Бюджет күпме? Кредит­ҡамы, әллә ҡулаҡсағамы?
– Әлбиттә, ҡулаҡсаға. Хәҙерге ваҡытта кеше кредитҡа батамы?!
– Бик һәйбәт. Бындай осраҡта беҙҙә ҙур ташламалар, һәйбәт бүләктәр ҙә ҡаралған. Әлеге ваҡытта премиум класҡа ҡараған “Skywell HT-i” бар, – Ильяс ирҙе бер яҡ ситтәрәк торған машина яғына әйҙәне. Мин ҡыҙыҡһыныуымды еңә алмай, сит­кәрәк китеп, уларҙы күҙәтеүҙе дауам иттем. – Ҡиммәтле машиналар менән ҡы­ҙыҡһынғас, беләһегеҙҙер: ул аккумулятор менән дә эшләй, бензинға ла йөрөй. Әйткәндәй, был модель республикала һанаулы ғына кешелә. Ике двигатель, интеллектуаль технология, иркен салон... – Был аңлашылмаған термин­дар­ҙан бер ни ҙә аңламаһам да, уларҙың бик-бик затлы автомобиль янында тороуын аңлағайным инде. Ир ҙә быны аңланы, шикелле:
– Хаҡы күпме? – тип һорап ҡуйҙы.
– Биш миллион, ә ташлама менән 4 тә 600-гә төшәсәк. Беҙҙең салон шулай уҡ мультимедия системаһы менән бүләк­ләйәсәк.
– Машина шәп... Шәп, кәнишнә... Әҙерәк аҡса етмәй икән...
– Зарар юҡ, бүлеп түләргә лә алырға була бит. Уй, ғәфү итегеҙ, бурысҡа алмайым, тинегеҙ бит әле...
– Вот именно! Һеҙҙең кешеләргә шундай мөнәсәбәт, аптырайым! Әйтерһең,   10 – 15 кеше сиратта тора! Бер кешенең ни әйткәнен дә иҫегеҙҙә ҡалдыра алмай­һығыҙ. Торған урынығыҙҙа йоҡлап тора­һығыҙ! Бер ниндәй ихтирам юҡ! Һеҙҙе баҙарға емеш-еләк һатырға ла ҡуйырға ярамай. Ялыу яҙып, эштән ҡыуҙыртырға ла була.
Шул саҡ икенсе ҡаттан зауыҡлы һәм эшлекле кейенгән урта йәштәрҙәге ир төшөп, янъял ҡуптарып маташҡан һатып алыусы янына йүнәлде.
– Хәйерле көн! Ниндәйҙер проблемағыҙ бармы әллә?
– Проблема миндә түгел, һеҙҙә! – янъялсы уға боролдо ла бер талайға һүҙһеҙ ҡалды. Салон хеҙмәткәре иһә үҙен тиҙ генә ҡулға алды:
– Һаумы, Вадим ағай. Бына, исмаһам, осрашыу, ә? Хәлдәрегеҙ нисек?
– Сәләм-сәләм... Һәйбәт кенә. Һин бын­да эшләйһеңме ни? Хәлдәр ни, төрлөсә булып китә...
– Машина алырға ниәтләнеңме? Ар­турҙың аҡсаһы килгән, ти ине шул Альберт туғаным. Һиңә лә өлөш сыҡтымы? – эшлекле ағайҙың тауышында ниндәйҙер мыҫҡыллау, яратмау сағылып китте.
– Сыға инде, атаһы мин бит.
– Шулай инде. Ярай, ниәтең ниәткә етһен, исмаһам, ғүмере күрмәгән машинаны күреп, рәхәтләнеп йөрөп алырһың.
– Ниңә күрмәй, ти? Быға тиклем дә машинала йөрөнөмсө!
– Ярым серек “Приора”ны машина тип әйтеп булһа, йөрөнөң инде. Ярай, ағай, хуш. Һиңә тейгән өлөшкә анау яҡтағы ав­томобилдәр килә, ә бындағыларға хә­леңдән килмәҫ. 2,5 миллион һум бөгөнгө көндә артыҡ ҙур сумма түгел ул, артыҡ әллә кембулып йөрөп булмай. Хәйер, байтағын тотонғанһың, шикелле – ал­тынға ла му­лыҡ­ҡанһың. Машинаға бен­зинлыҡ, үҙеңә ашарлыҡ запас ҡалды­рырға ла онотма – ҡатындар елкәһендә күпме ятырға була?
– Көсөк! – “текә” ир ирененән ыҫылдап сыҡҡан һүҙ асыу ҡатыш ине. Быны эшлекле ағай ҙа ишетте. Ул ҡапыл боролдо ла:
– Вадим ағай, ә һин ниңә Артурҙы ерләргә килмәнең? Атаһы килмәне, тип барыһы ла аптыраны. Ә аҡсаһын юллауҙы беренсе булып һин башлағанһың, тиҙәр.
– Унда эшең булмаһын! – ир өҫтәп ҡатлы-ҡатлы итеп һүгенде лә ишеккә йүнәлде. Аптыранҡырап торған Ильяс иһә эшлекле ир янына ашыҡты:
– Альфред Юрьевич, зинһар, ғәфү ите­геҙ. Мин уны асыуландырырға теләмә­гәйнем. Иң ҡиммәтле машина кәрәк тигәс, күрһәтергә булдым...
– Ильяс, тыныслан, барыһы ла яҡшы. Ул әллә иң ҡиммәтле машинаның күпме торғанын белә, тиһеңме? Ғүмерҙә күрмәгән аҡса кеҫәһенә инеп ятҡас, үҙен әллә кем итеп тойоп йөрөп ята инде.
– Нисек кенә булмаһын, мин клиенттар менән уртаҡ тел табырға тырышырға тейеш инем...
– Ә бындай эт әҙәмдәр менән уртаҡ тел табып булмай, шуны бел. Ҡулынан бер нәмә килмәй, ә үҙенән әллә кем яһап маташа. Әле, беләһеңме, ул ниндәй аҡсаға үҙен донъя кендеге итеп тойоп йөрөй? Бала саҡта ҡыуып сығарған улы махсус хәрби операцияла батырҙарса һәләк булғайны, шуның компенсацияһын бүл­дереп алды. Ете йәшенән кеше тупһа­һында үҫеп, юғары уҡыу йортонда уҡыр­лыҡ башы була тороп, аҡса етмәгән­лектән, шофер танытмаһы ғына алған Артур үҙенең үлеменән һуң да уға шундай бүләк эшләне. Бәхете, бында камералар бар – башҡа ерҙә осраһа, бер-икене тондороп, үсемде алыр инем әле. Нәҫелде хурлап, беҙҙең фамилияның данын боҙоп йөрөй. Бынамын тигән ғаиләһенең, ике улының ҡәҙерен белмәне, уларға йүнле алимент та түләмәне. Улай ғына ла түгел, туғандарыбыҙ менән аралашҡан өсөн беҙҙең менән араны өҙгән булды. Эш­ләгән эше, көткән донъяһы юҡ, бисәнән бисәгә йөрөй,  ҡайҙа арыу – шунда. Ошо көндә еңгәй, ҡара ҡайғыһынан ауырыуға һабышып, шифаханала дауалана. Аҡса ҡайғыһы юҡ унда. Ә бит ҡустыбыҙ, әсәһенә, ҡустыһына ярҙам итәм, йорт һатып алып, тыныс илдә йәшәйем, ғаилә ҡороп, балалар үҫтерәм, тигән ниәттәр менән киткәйне яу яланына. Ерләгәнгә ай ҙа булмай әле... – Альфред Юрьевич нин­дәйҙер бер эске әрнеү менән ҡулын һелтәне лә, – ярай, Ильяс, һин бит юлға сығырға теләй инең. Бар! Унда документ эштәре бөттө инде, хәҙер хеҙмәттәшең үҙе килер бында, – тип ҡуйҙы.
 *   *   *
Икебеҙҙең дә кәйеф боҙолғайны, байтаҡ ҡына араны һүҙһеҙ үттек. Мин Ильясты йыуатырға була:
– Ярай, кәйефеңде төшөрмә. Һинең эшең – машина һатыу. Мин дә эштә ниндәй генә әҙәмдәрҙе күрмәйем...
– Беләһеңме, дүрт йыл эсендә мин дә күп күрҙем: ҡара тирен түгеп эшләгәндәр ҙә, еңел генә байыған уғрыһы ла, атаһы аҡсаһына әллә кем булған йәш-елкенсәк тә, “текә”легенә баш була алмай, һуңғы аҡсаһына тиклем кредит түләгән аҡыл­һыҙы ла булды. Тик бер кем дә улай ҡыланманы. Әлеге ир ысын хайуан бит: ай элек улы үлгән, ә был уның аҡсаһына машина һайлап йөрөй. Әйтерһең дә, шуны ғына көтөп йөрөгән...
Юл ыңғайы осраған кафеларға иғтибар ҙа итмәй, алға елдерҙек – йәшләй һәләк бул­ған егетте йәлләпме әллә уның үле­менән дә файҙа эҙләгән иргә асыуҙанмы,  беҙҙә ашау ҡайғыһы ҡалмағайны.

Гөлнур ҠЫУАТОВА.

Автор:Гульнур Куватова
Читайте нас: