Байрамдар, иҫтәлекле көндәр
1 – Белем көнө.
– Тыныслыҡ һәм профсоюздар хәрәкәте көнө.
– Нефть һәм газ сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнө.
2 – Рәсәй гвардияһы көнө.
3 –Терроризмға ҡаршы теләктәшлек көнө.
4 – Ядро тәьминәте белгестәре көнө.
5 – Халыҡ-ара мәрхәмәтлелек көнө.
8 – Журналистарҙың халыҡ-ара теләктәшлек көнө.
– Халыҡ-ара уҡый-яҙа белеүҙе таратыу көнө.
– Ленинградты һаҡлаусыларҙы иҫкә алыу көнө.
– Танкистар көнө.
9 – Дизайнерҙар көнө.
13 – Программистар көнө.
15 – Урман хужалығы хеҙмәткәрҙәре көнө.
16 – Халыҡ-ара озон ҡатламын һаҡлау көнө.
22 – Бөтә донъя автомобилһеҙ көн.
27 – Бөтә донъя туризм көнө.
– Тәрбиәселәр көнө.
29 – Машина эшләүселәр көнө.
30 – Рәсәйҙә интернет көнө.
– Халыҡ-ара тәржемәселәр көнө.
Юбилейҙар
2 – шағир, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт эшмәкәре Маҡсуд СӨНДӨКЛӨНӨҢ тыуыуына – 120 йыл (1904 – 1981).
10 – фоторәссам, Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостандың халыҡ рәссамы Рәмил КИЛМӘМӘТОВТЫҢ тыуыуына – 75 йыл ( 1949 – 2019).
16 – йырсы, композитор, продюсер, башҡортостандың халыҡ артисы Рөстәм ҒИЗЗӘТУЛЛИНҒА – 50 йәш (1974).
17 – шағир, БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Риф МИФТАХОВТЫҢ тыуыуына – 85 йыл ( 1939 –2020).
21 – Башҡортостандың халыҡ шағиры, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Сәйфи ҠУДАШТЫҢ тыуыуына – 130 йыл (1894 – 1993).
24 – журналист, «Аманат» журналының баш мөхәррире, РФ-ның атҡаҙанған мәҙәниәт эшмәкәре, БР-ҙың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәре , Ш. Бабич исемендәге йәштәр, Ш. Хоҙайбирҙин исемендәге хөкүмәт премияһы лауреаты Сәлмән ЯРМУЛЛИНҒА –55 йәш (1969).
28 – яҙыусы, журналист, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Ш. Хоҙайбирҙин исемендәге хөкүмәт премияһы лауреаты Ризуан ХАЖИЕВТЫҢ тыуыуына – 85 йыл (1939 – 2013).
29 – журналист, БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Ш.Хоҙайбирҙин исемендәге Хөкүмәт премияһы лауреаты Фәрит ФӘТҠУЛЛИНҒА – 75 йәш (1949).