Махсус биттәр
30 Август 2024, 07:50

Ысын ир-егет аныҡ эштәренә ҡарап баһалана

Тамуҡ утында ҡаҙандар ҡайнай икән. Бөтәһенең дә ҡапҡасы ябыҡ. Ҡайһы берҙәренә хатта йоҙаҡ, типкеләр һалынған. Ни бары бер ҡаҙандың йоҙаҡ түгел, ҡапҡасы ла юҡ. – Ниңә был ҡаҙанды ҡапламанығыҙ, ҡасып сығалар бит, – тип һорағандар Тамуҡ хужаһынан. – Юҡҡа борсолмағыҙ, был бит башҡорттарҙың ҡаҙаны. Уларҙың берәйһе саҡ ҡына баш ҡалҡытһа, алғандары шунда уҡ һөйрәп, ҡабат төшөрә, – тип яуап биргән ул. Көләмәс тиң, ә бит асылында «башҡорт башын башҡорт ашай» тигән әсе дөрөҫлөк ярылып ята. Бөгөн, мәҫәлән, Хәбировты берүк һайламағыҙ, тип ҡайһы бер башҡорттар чаттарға аудиояҙма тарата. Хәбировтың республика өсөн көс түгеүенә, һөҙөмтәле аныҡ эштәренә ҡанығырлыҡ булмағас, төп аргумент – ҡатыны әрмән.

Ысын ир-егет аныҡ эштәренә ҡарап баһаланаЫсын ир-егет аныҡ эштәренә ҡарап баһалана
Ысын ир-егет аныҡ эштәренә ҡарап баһалана

Һуңғы биш йылда социаль-иҡтисади үҫештән тыш, республикала башҡорт телен, мәҙәниәтен, милләтебеҙҙең шәхестәрен пропагандалауға йүнәлтелгән әллә күпме эш башҡарылды. Кем, был һүҙ алдаҡ, тип ҡаршы төшөр? Бер кем дә!

Беренсенән, заман нисек кенә ҡатмарлы булмаһын, ҙур предприятиелар асыла, яңы хеҙмәт урындары булдырыла, эшҡыуарҙарға яңы шарттар тыуҙырыла, эске туризм, тышҡы бәйләнештәр арта, ҡала-ауылдар матурлана.

Икенсенән, республиканың төп халҡының – башҡорттарҙың рухи, мәҙәни үҫеше өсөн әллә күпме проект уйлап сығарылды. Милли кейем, Башҡорт теле көндәре, Башҡорт теле буйынса халыҡ-ара диктант, Бабичҡа, Мортаза Рәхимовҡа һәйкәл, башҡортса йәнһүрәттәр, фильмдар төшөрөлә, әллә күпме гаджет, платформа бар. Хатта Рәсәй халыҡтары араһында беренсе булып милли телдә һөйләшкән аҡыллы колонка ла беҙҙә уйлап табылды. Уны тормошҡа ашырыу өсөн ҡаҙнанан аҡса бүленде.

Бөгөн төрлө кимәлдәге яңы быуын башҡорт етәкселәре үҫте. Йәштәргә юл асылды.

«Мин башҡорт, тип бер тапҡыр әйттем, башҡаса теңкәмә теймәгеҙ», – тип ауыҙыбыҙҙы яптырған Хәмитов кеүек өҫтән төшөрөлгән «ваҡытлыса башҡорттарҙы» көҫәгәндәр халыҡ башын бутауын дауам итә. Аҡыл менән эш итә алмағандар ана шундай кешеләрҙең фетнәсел фекерҙәрен чаттан чатҡа тарата.

«Ҡатыны әрмән» тигәндән...

Рәми Ғариповтың ҡатыны украинка булыуы башҡорт халҡы, теле тип яныуына, башҡорт рухлы балалар үҫтереүенә һис ҡамасауламаған.

Зәкәриә Аҡназаровтың ҡатынының рус милләтенән булыуы баймаҡтарҙы әллә ни борсомай. Бөгөн улар райондарынан сыҡҡан абруйлы шәхес менән ихлас ғорурлана – «минең атайым башҡорттоң данлы шәхесе» тип баймаҡтарса күкрәк һуғырлыҡ башҡорт балалары һәм ейән-ейәнсәрҙәр ҡалдыра алмауына ҡарамаҫтан.

Рафаэль Байдәүләтов сығышы менән Белорет районының иң төпкөл башҡорт ауылынан. Әле Рәхимов ваҡытында ул киң мәғлүмәт сараларына оло ғорурлыҡ хисе менән, «минең ҡатыным мәрйә, бер кейәүем урыҫ, икенсеһе яртылаш француз, ә ейәндәрем үҙҙәрен кем тип теләй, тап шулай иҫәпләй, ҡайһыһы рус, ә кемеһелер – башҡорт», – тип интервью бирҙе.

Ғүмер буйы Татарстан менән ярышып, уҙышып эшләгән Мортаза Рәхимовтың ҡатынының татар булыуы шулай уҡ бер кемде лә борсоманы. Был хәл Президенттың эшенә лә ҡамасауламаны, сөнки ысын ир-егеттәр аныҡ эштәренә, тап уның үҙ халҡына булған мөнәсәбәтенә, уның бөгөнгөһө һәм киләсәге өсөн башҡарған эштәренә ҡарап баһалана.

Т. АМАНОВ.

Читайте нас