Бөтә яңылыҡтар
Махсус биттәр
25 Август , 21:00

Йондоҙнамә (26 август – 1 сентябрь)

***

Ылаҡ ( 22.12 – 20.01)

Дүшәмбенән үк көсөргәнешле эшкә егелергә тура килер. Күпселектә барыһын да үҙегеҙ башҡарырһығыҙ һымаҡ, икенселәргә ышанып булмаҫ. Ҡайһы бер «фекерҙәштәр»егеҙ өҫтәмә ҡыйынлыҡ тыуҙырыр.

Һыуғояр (21.01 – 19.02)

Шишәмбелә ниндәйҙер ҡатмарлы мәсьәләгә тап булырһығыҙ. Уны сисеү юлы еңел булмаҫ кеүек. Кесе йомала алдығыҙҙа яңы мөмкинлектәр асылыр, моғайын. Артабан үҙегеҙҙе ышаныслыраҡ тойорһоғоҙ.

Балыҡ ( 20.02 – 20.03)

Иң ауыр эштәргә икеләнмәйенсә тотоноғоҙ – был арала күпте еңел булдырырһығыҙ. Тик мөмкинлектәрегеҙҙе дөрөҫ баһалағыҙ. Яҡындағылар ҙа һеҙгә ыңғай ҡарар – уларҙың ярҙамы һәр саҡ һиҙелеп торор.

Ҡуҙы ( 21.03 – 20.04)

Аҙна башында көтөлмәгән хәлдәр булыр кеүек. Шуға ҡарамаҫтан, алдан төҙөгән ниәттәрегеҙ буйынса эш итегеҙ. Йондоҙҙар бигерәк тә  аҡсаға ҡағылған мәсьәләләрҙә иғтибарлы булырға ҡуша. Шаршамбынан һуң дөйөм эштәрегеҙ ыңғай яҡҡа үҙгәрер.

Буға (21.04 – 21.05)

Был арала йыш ҡына икеләнерһегеҙ. Аңлайышһыҙ ваҡиғалар ҙа булыуы ихтимал. Ваҡиғалар барышын аңлар өсөн һеҙгә бер аҙ ваҡыт та кәрәктер, моғайын. Алған аҡсағыҙ оҙаҡҡа етмәҫ.

Игеҙәктәр ( 22.05 – 21.06)

Эшегеҙҙә лә, уҡыуығыҙҙа ла барыһы ла һәйбәт барыр. Һәр саҡ иғтибарлы булыуығыҙ ярҙам итер. Шаршамбыла көтөлмәгән, ләкин өмөтлө ваҡиғалар булыуы мөмкин. Уларҙың йоғонтоһо файҙалы булмаҡсы.

Ҡыҫала (22.06 – 23.07) 

Һеҙҙе уңышлы көндәр көтә. Эшегеҙ күп булһа ла, барыһына ла өлгөрөрһөгөҙ. Шишәмбенең йомғаҡтары өмөт иткәндән дә яҡшыраҡ булыр. Шәхси мөнәсәбәттәрҙә лә ыңғай үҙгәрештәр төҫмөрләнә.

Арыҫлан ( 24.07 – 23.08)

Аҙна ҡыйыныраҡ башланыр. Эш урынында төрлө бәхәс килеп сығыр. Фекерегеҙҙе башҡаларға еткереү ауырлашыр, бер үк һүҙҙәрҙе ҡабатларға кәрәк булыр. Бер-ике көндән был хәлдәр онотолор. 

Ҡыҙ ( 24.08 – 23.09)

Йондоҙҙар кеше һүҙҙәренә ҡарата иғтибарлы булырға ҡуша. Шишәмбелә, бәлки, бик урынлы кәңәш ишетерһегеҙ. Кесе йомала көтөлмәгән хәлдәргә осрарһығыҙ. Алдан төҙөгән ниәттәрегеҙҙән тайпыла күрмәгеҙ.

Үлсәү ( 24.09 – 23.10)

Аҙна бик мәшәҡәтле үтер. Төрлө кеше менән осрашып эш итерһегеҙ. Ҡай саҡ улар менән уртаҡ тел табыуы еңел булмаҫ. Бәғзеләр шаршамбыла өр-яңы эште башлап ебәрер – уның йомғаҡтары ҡыуандырыр. 

Саян (24.10–22.11)

Һеҙҙең тирәләге хәлдәр был арала үтә үҙгәреүсән булмаҡсы. Йыш ҡына ныҡлап уйланырға мөмкинлегегеҙ ҙә булмаҫ һымаҡ. Шишәмбе һәм шаршамбыла хаталаныу янай. Уларҙы төҙәтеү һеҙҙән күп көс талап итер.

Уҡсы (23.11 – 21.12)

Көндәр ҡәҙимгесә килер. Тик тыныс ҡына барған ваҡиғалар ҡапыл үҙгәреп китер.Шаршамбынан һуң бәғзеләр ашығыс рәүештә юлға сығыр. Сәфәрҙең йомғаҡтарын әлегә фараз итеүе ҡыйыныраҡ.

ӨМӨТБАЙ. 

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас: