Рәзилә яйлап ҡына килде лә, үҙенең яратҡан, эйәләшкән урынына ултырып, тирә-яғына күҙ һалды. Барыһы ла кисәге кеүек: шул уҡ фонтан, шул уҡ ағастар, сәскәләр. Хатта кешеләр ҙә шул уҡ, тип әйтергә була. Күпселек үҙе кеүек ошо тирәлә йәшәгәндәр – аралашмаһалар ҙа, танышмаһалар ҙа, йөҙгә бер-береһен танып торалар.
Юҡ, барыһы ла кисәге кеүек түгел, ағастағы япраҡтарҙың төҫө уңа башлаған икән. Яйлап ҡына көҙ яҡынлаша шул. Оҙаҡламай көндәр яуынлап, һалҡынайтып ебәрәсәк. Япраҡтар ергә түшәлер, фонтанды ла һүндерерҙәр. Рәзилә лә бында йөрөүҙән туҡтаясаҡ. Ул көҙҙө яратмай. Был парктың да ошондай сәскәгә күмелеп, фонтандан һыу сәсрәп торған сағы күңеленә яҡын. Күңелен йылытҡан да, үкендергән дә бер ҡыҫҡа ғына осрашыулы мәл ошо урында, салт ҡояшлы йәйге көндә булғайны бит. Ҡырҡ ике йыл ваҡыт үтһә лә, йәне һаман шул осрашыуҙың ҡайтауазын эҙләп, ошонда тартыла ла тора. Элек ғаиләһе булғанда, эшләп йөрөгәндә был хистәр нисектер артыҡ әрнеүле түгел ине. Ә хәҙер, ире үлгәс, балалары төрлө яҡҡа таралышҡас, хаҡлы ялға сыҡҡас, ул япа-яңғыҙы торҙо ла ҡалды. Шул саҡта быға тиклем баш ҡалҡытып ҡына алғылаған уй-хистәре тамам иреккә сыҡты ла ҡуйҙы. Бына ҡасан иҫкә төшә икән ул тәүге мөхәббәт тигән хистәр!?
“Эй-й, ултырам инде мөхәббәт, тип. Ярты көнлөк тә булмаған аралашыуҙан алйып ултыр инде! Әллә ниндәй кеше булғандыр әле... Хыялымдан ғына батыр яһап, ултыр хәҙер шуға табынып!” – Рәзилә көнөнә әллә нисә тапҡыр шулай үҙ-үҙен әрләп ала. Тик белә – ул осрашыу юҡҡа булмаған. Яҙмышының бүләгеме әллә язаһымы булып, ғүмер буйы оҙата килә.
Анау мәҙәниәт һарайының бейеү түңәрәгенә Рәзилә алты йәштән йөрөй башлағайны. Бер осор сәнғәт юлынан китергә лә уйлап йөрөнө. Тик әсәһе менән кәңәшләшеп, педагогия институтына уҡырға барҙы. Шулай ҙа бейеүен ташламаны, саҡырһалар, уҡыу араһында ла ошонда килеп бейене. Ул көндө лә Бөйөк Еңеү көнөнә арналған концертта сығыш яһап сыҡҡайны. Өйҙәренә ҡайтып барған еренән, ошо паркка инеп, фонтан ҡаршыһындағы эскәмйәгә аяҡтарын һоноп тороп ултырҙы. Унар минутлыҡ хореография композицияларында бейеп йөрөп, арығайны. Аяҡтары иҫ белмәй киткән кеүек. Элек, көн аша түңәрәктә бейегәс, арыуҙың ни икәнен белмәй ине. Ә хәҙер һирәкләне шул, ҡайһы саҡта үҙ-үҙенә ышанып, репетицияларға ла бармай. “Йә, атайым әйтмешләй, һикерәңләп йөрөүҙе туҡтатырға, йә элеккесә даими шөғөлләнергә кәрәк”, – тип уйлап ҡуйҙы.
– Был тиклем аяҡтарығыҙҙы йыя бирһәгеҙ, кәм тигәндә өс кешегә урын бушар ине... – тигән тауышҡа Рәзилә күҙҙәрен асты. Күҙ ҡабаҡтарын асҡансы уҡ теленә зәһәр һүҙҙәр килеп, ысҡынырға әҙерләнде. 9-сы класта уҡығанда ҡапыл ғына буйға үҫеп киткәйне. Һылыулығына көнләшкән ҡыҙҙар ҙа, “теше үтмәгән” малайҙар ҙа уға һонтор, ҡолға, шланга, тип әллә күпме ҡушамат таҡты. Хәҙер инде улар ҙа һонторланды, көлөүсе юҡ. Әммә буйы тураһында һүҙ сығып, төрттөрһәләр, Рәзиләнең асыуы ҡабара – үҙен кәм тойоу унда һаман да йәшәй кеүек. Был юлы ла әллә ниҙәр әйтерҙәй ине, әммә ҡаршыһындағы һылыу егетте күреп, телһеҙ ҡалды. Тиҙ генә аяҡтарын төшөрөп, босоножкаларын эләктерә һалды, итәген рәтләне.
– Ғәфү итегеҙ, кеше юҡ кеүек ине... – ул ҡабат егеткә күҙ һалды. Ул да Рәзиләгә текәлгәйне.
– Зарар юҡ. Иртәнсәктән бирле аяғөҫтө йөрөмәһәм, борсомаҫ та инем. Арыным.
Бер талай һүҙһеҙ ултырҙылар. Ҡыҙ тағы күршеһенә күҙ һалды: уныһы эскәмйәгә һөйәлгән дә ойоп бара кеүек. Ул икеләнеп ҡалды – бергә ултырыу уңайһыҙ һымаҡ, янынан киткеһе лә килмәй. Әхирәттәренең күп тапҡыр егеттәр менән танышыуы тураһында һөйләгәне булды, уларҙы иғтибар менән тыңламағанына үҙен әрләне Рәзилә. Танышыу өсөн нимә тип һүҙ ҡушырға белмәй аптыранды. Хәйер, егеттә ҡыҙ ҡайғыһы юҡ, ысынлап йоҡлай шикелле. Эштән сыҡтымы икән әллә студентмы?
Ҡыҙ өйөнә ҡайтырға булып, ипләп кенә урынынан ҡалҡынды.
– Уңайһыҙланма, һора инде...
– Нимәне?
– Әллә. Баянан бирле нимәлер һорағың килгән кеүексе.
– Юҡ, һеҙ яңылышаһығыҙ.
– Ярай, улайһа үҙем һорайым. Исемең кем?
– Рәзилә.
– Ә мин – Илшат.
– Буласаҡ нефтяникмы әллә? – тип Рәзилә институт бинаһына ымланы.
– Әһә, белдем: һин баянан бирле, был бахыр студенттың миңә туңдырма алырға аҡсаһы бармы икән, тип борсолоп ултыраһың, – Илшат көлөп ебәрҙе. – Юҡ, мин былтыр уҡ уҡып бөтөп, эшләп йөрөйөм. Шуға туңдырма алырлыҡ ҡына аҡса бар. Киттек.
Егет торҙо ла, ҡыҙҙы етәкләргә ҡулын һондо. Уныһы ризалыҡ белдереп, етәкләп алды. Өс сәғәттәй паркты ҡыҙырҙы улар. Һөйләшеп һүҙҙәре бөтмәне. Туңдырма ашанылар, фонтан янына барып һыу һибештеләр, көнбағыш алып, күгәрсендәрҙе һыйланылар, аҙаҡ тағы барып эскәмйәгә ултырҙылар. Арманһыҙ булып ҡайтып барған ҡыҙ арыуын онотто. Ул, моғайын, Илшат, әйҙә, тиһә, йәйәүләп Өфөнөң икенсе осона сабыр ине. Тик егеттең китер мәле етте.
– Иртәгә ошо уҡ урында, ошо уҡ ваҡытта һине көтәсәкмен.
– Ә килмәһәм? – Рәзилә йылмайып егеткә текәлде.
– Көн һайын килермен дә ошонда ултырырмын. Анау мәҙәниәт һарайында бейегәнеңде, анау йортта йәшәгәнеңде белдем инде, бик булмаһа, эҙләп табырмын.
– Фатир һанын белмәйһең бит.
– Уны белеү ауыр түгел... Бик булмаһа, бөтә фатир буйлап йөрөп: “Бейергә яратҡан буласаҡ уҡытыусы Рәзилә ошонда йәшәйме?” – тип һорап сығырмын.
– Ярай, һине улайтып яфаламам. Килермен иртәгә.
– Ә мин көтөрмөн. Хуш... – Илшат теләр-теләмәҫ кенә урынынан ҡуҙғалды. Ә Рәзилә, киреһенсә, үҙенең иңдәрендә ҡанат үҫкәндәй тойҙо: бейегеһе лә, йүгергеһе лә килде, күңеле ҡайҙалыр ашҡынды. Булмышын киноларҙа күргән, китаптарҙа уҡыған тәүге саф хистәрҙең биләп алғанын аңлағайны инде.
– Рәзилә... – ҡыҙ Илшаттың тауышын ишетеп, аптырап артына әйләнде. – Мин һиңә бер нәмә әйтергә тейеш, – йүгергән егет йыш-йыш тын ала ине.
– Әйт һуң, – ҡыҙ йылмайып уға ҡараны.
– Мин һине тәү ҡараштан яраттым шикелле.
– Ниңә “шикелле”? – Рәзилә шатлығынан көлөп ебәрҙе. – Ә мин ышаныслы итеп әйтә алам: мин дә һине яраттым.
Был һүҙҙәрҙе ишеткән егет бер аҙ аптыранҡырап торҙо ла, ҡыҙҙы ҡосаҡлап, шашып-шашып үбергә тотондо.
– Беләһеңме нимәһе йәл? Бөгөн иптәшем урынына эшкә сығырға ризалаштым. Әгәр һине осратырымды белһәм, баш тартҡан булыр инем дә бөгөн үк ата-әсәйең менән танышырға барыр инем.
– Ә атайым өс малай араһындағы берҙән-бер ҡыҙын ҡыҙғанып, һине ҡыуып сығарыр ине, – Рәзилә шатлығынан көлә-көлә шаяртыуын дауам итте.
– Иртәгә мотлаҡ ошонда көтәм, йәме. Шунда хәл итербеҙ. Егеттәр тәүҙә дуҫлыҡ тәҡдим итергә тейеш бит, эйеме? Ә минең ниңәлер ваҡыт әрәм иткем килмәй, гел бергә булғым килә...
– Бөгөн эшкә бармаһаң нимә була? – Рәзиләнең ҡапыл йөрәге болоҡһоп китте. – Ҡайҙа эшләгәнеңде лә әйтмәнең.
– Барырға кәрәк шул, ныҡ яуаплы эштәмен. Әгәр бармаһам, миңә лә, иптәшемә лә ныҡ ауырға тура киләсәк. Ә уның әсәһе ауырый, миңә ышанып ҡайтып китте. Ҡайҙа эшләүемде иртәгә әйтермен.
– Ярай, улайһа, эшеңә йүгер. Иртәгә паркта осрашырбыҙ. Мин алдараҡ килеп, үҙем көтөп торормон әле һине, – ҡыҙ егеттең ҡосағынан ысҡынып, уны бер аҙ этеңкерәп ҡуйҙы.
– Үпкәләнеңме әллә?
– Юҡсы, эшкә барырға кәрәклеге өсөн кеше кешегә үпкәләйме ни? Һуңлап ҡуйма, тип борсолам.
Егет тағы бер ҡосаҡлап үпте лә, килгән юлына йүгерҙе. Тик ниңәлер Рәзиләнең күңелендә баяғы талпыныуҙың эҙе лә ҡалмағайны. Ҡыҙ үҙен үҙе аңлай алманы. Бая тыныслана алмай бер була ине, ә хәҙер киреһенсә – күңелен ниндәйҙер ауыр йөк баҫҡандай булды.
Икенсе көнөнә егет осрашыуға килмәгәс кенә был хәләтенә аңлатма тапҡандай булды. Алданыуын һиҙгәндер... Ир-егеттәрҙең таҫма теленә ышанып, ғазаптарға дусар булыусылар тураһында ишеткәне булды бит. Әлбиттә, үҙен аҡыллыға һанап, бер ҡасан да ундай көнгә төшмәҫмен, тип уйлап ҡуйғайны ҡуйыуын. Аҡылы менән йөрәген тынысландырырға тырышһа ла, Рәзилә матур мөхәббәткә ышана ине әле. “Көтөрмөн, килмәһәм эҙләп табырмын, тине бит!” – тип көн һайын тигәндәй осрашыу урыны булған паркка килеп әйләнде, мәҙәниәт һарайындағы вахтерҙарҙы, мине һорашыусы булманымы, тип аптыратып та бөттө.
– Ул бит алдаҡсыға оҡшамағайны, артыҡ матур һүҙҙәр ҙә һөйләмәне, ышандырырға ла тырышманы. Көтәм, тимәһә бер ниндәй өмөт булмаҫ ине. Ниңә хушлашҡан ерҙән кире боролоп, мөхәббәт һүҙҙәре һөйләне икән? – бер көндө түҙмәне, әхирәтенә күңелендәге серҙәрен сисергә булды.
– Матур егет ине, тиһең эйеме?
– Ныҡ матур.
– Ундайҙар ғәҙәттә ҡыҙҙарҙың иғтибарын яуларға, әллә кем булырға ярата. Ә һинең тыныс ҡына киткәнеңде күргәс, Илшаттың эсе бошҡан. Һин ошолайтып борсолһон, илаһын, яуапһыҙ мөхәббәт утында янһын өсөн матур һүҙҙәр һөйләгән, ялған вәғәҙәләр биргән. Һәм теләгенә ирешкән. Һинең ошолай уның өсөн өҙгөләнеүеңде ул космос аша һиҙеп, вампир кеүек энергияң менән туҡланып, рәхәтләнеп йөрөп яталыр әле. Шуға, әйҙә, илауыңды туҡтат, уҡыуыңды уйла, башҡа егеттәргә лә күҙ һал. Донъяла Илшат ҡына түгел, башҡалар ҙа бар.
Йыл тирәһе шулай өҙгәләнде Рәзилә. Урамда барғанда ла, автобуста йөрөгәндә лә, хатта сәхнәлә бейегән саҡта тамашасылар араһынан да таныш йөҙҙө, һынды эҙләне. Тик егет һыуға төшкәндәй юҡҡа сыҡты. Әйтерһең дә был осрашыу бөтөнләй булмаған. Ике йылдан ул буласаҡ ире Сәйфулла менән танышты. Бер йыл тирәһе дуҫлашып йөрөгәс, ул кейәүгә сығырға тәҡдим яһаны. Ауыҙынан артыҡ һүҙ сыҡмаған, бер тапҡыр ҙа мөхәббәт хистән белдермәгән егеттең тәҡдимен ҡабул итте ул. “Барыбер ғаилә ҡорор кәрәк, алдап киткән егеткә өмөт итеп ятып булмаҫ. Сәйфулла ла яратмай, мин дә. Йәшәй алмаһаҡ, бала тыуыу менән айырылам да ҡуям,” – тип уйланы.
Бәлки ғаилә тормошо килеп тә сыҡмаҫ ине, әгәр бер осраҡлыҡ булмаһа. Туйға әҙерләнеп, мәшәҡәттәргә сумып йөрөгән мәле ине. Әсәһе менән барып, баҙарҙан күлдәк, фата, туфли һатып алдылар. Яңы модалағы туфли формаһын юғалтмаһын өсөн һатыусы эсенә иҫке гәзиттәрҙе йомарлап тултырҙы. Иртәнгеһенә ҡунаҡҡа килгән әхирәттәренә күрһәтмәк булып, Рәзилә уларҙы ҡабат кейергә тотондо. Шул саҡта туфли эсенән сыҡҡан йомарланып, йыртылып бөткән гәзит киҫәгенән ҡарап саҡ иҫтән яҙып йығылманы. Унан өс йыл буйы уйынан сыҡмаған Илшат ҡарай ине. Ҡыҙҙарҙа күлдәк ҡайғыһы ҡалманы. Улар гәзитте рәтләп, нимә яҙылғанын уҡырға тырышты. “Ваҡытһыҙ вафат булған милиция сержанты Илшат Ювыкаев иҫтәлегенә...” тигәнен генә уҡый алдылар. Йыртылған бит теүәл түгел ине. Шул саҡ бер әхирәте:
– Бында “Правда” тип яҙылған, 1981 йыл. Әйҙәгеҙ, китапханаға барып, шул йылдың подшивкаһын ҡарайыҡ, – тине. Ҡыҙҙар эйәртенешеп китапханаға йүгерҙе.
Бәхеттенәме, әллә бәхетһеҙлегенәме, гәзитте табып, мәҡәләне уҡынылар. Рәзилә менән танышып хушлашҡан көндө, дөрөҫөрәге төнгө дежурлығында Илшатты яуыр яралағандар һәм ул өс көндән вафат булған. Быны белеү ҡыҙға тағы ла ауырыраҡ булды. “Алдап китте, тигән үҙ фаразыма ышанып, яҙмышыма күнгәйнем бит инде. Ысын шулай булһын тағы!” – илаған ҡыҙҙы иптәштәре нимә тип тә йыуатырға белмәне.
Оҙаҡ уйланды Рәзилә. Ғаилә ҡороу уйынан баш тартырға ла хәл итеп бөткәйне, әммә яңғыҙ ҡалғыһы килмәне. Әллә Илшаттың үлемен белеп, егеттәргә булған ышанысы ҡабат уяндымы, әллә уны осратырына тамам өмөтөн өҙгәнгәме, ул Сәйфуллаға икенсе күҙ менән ҡарап, буласаҡ иренең яҡшы ғаилә башлығы, тормош иптәше булырын аңланы. Һәм яңлышманы – 37 йыл бергә ғүмер итеп, өс ҡыҙ үҫтерҙеләр. Матур йәшәнеләр, тик ике йыл элек тол ҡалды Рәзилә. Парлы сағында үҙенә хистәргә бирелергә, иренә битараф булырға рөхсәт итмәне, һөйөүе ете ҡат йоҙаҡ аҫтында булды. Ә хәҙер ул ирекле – йәшлек эҙҙәренән көн дә тигәндәй йөрөп, хистәрендә йәшәгән Илшат менән хыялында булһа ла осраша, һөйләшә ала.
Туйы алдынан ул түҙмәне, Илшаттың эшләгән еренә барып килде. Алыҫ та булмаған икән, ике туҡталыш аралыҡтағы бүлексәлә эшләгән. Хәҙер булһа енәйәтселәр ҡулынан үлгән полиция тураһында яҙып, бар интернет селтәре гөрләп торор ине инде.
Рәзилә нимәгә килгәнен әйткәс, уны ниндәйҙер түрәнең урынбаҫарына индерҙеләр. Уныһы ҡыҙҙы йыуатып ултырҙы ла, Юлай исемле милицияны саҡырып алды.
– Минең урынға эшкә сығып ҡына харап булды, – тигәс, Илшаттың дуҫы икәнен аңланы. – Яраланған көндө Һарытау яғында ниндәйҙер ауыр енәйәт эшләп, бында ҡасып йөрөгән ирҙе тотҡан ул. Тәүҙә кем икәнен белмәгән, бары урамда тауыш ҡуптарырға маташҡаны өсөн шелтәләп, өйөнә генә ҡайтарырға уйлаған. Ә тегеһе милиция ҡулына эләгеүҙән ҡурҡып, пистолет килтереп сығарған. Илшатҡа бер түгел ике тапҡыр атҡан. Өсөнсө көнөнә хәлде ишетеп, Өфөгә килдем дә, шунда уҡ дауаханаға барҙым. Хәле әллә ни мөшкөл түгел ине, бер аҙ һөйләштек. Тик әйткән һүҙҙәрен тулыһынса аңлай алманым. Рәзилә, тигән бейеүсе ҡыҙҙы табып, хәлемде һөйлә, тигәнен аңланым былай. Шул көндө кис үлеп китте, тыуған яғына алып ҡайтып ерләнек. Шунан мин филармонияға барып, бейеүселәрҙән һорашып ҡараным, тик тапманым. Профессиональ бейеүсе тип уйланым һине. Ни ҡайҙа бейеүеңде, ни ҡайһы тирәлә йәшәүеңде әйтә алманы, мотлаҡ табыр инем...
“Һин тапманың. Ә Илшат булһа мотлаҡ табыр ине...” – үҙен-үҙе йыуаттымы, әллә быға ышандымы – Рәзилә эстән генә шулай уйланы ла, бүлексәнән сығып китте. Хәҙер белә: бар тормошона маяҡ кеүек нур биреп тороусы көс булыр өсөн осраған Илшаты. Кем белә, бәлки бергә булһалар, тормош һәм көнкүрен ауырлыҡтарынан ул нур һүнеп юҡҡа сығыр ине. Йәки артыҡ яратыуҙан, үҙҙәрен яндырып, көлгә ҡалдырыр ине. Ә Рәзилә шул алыҫтағы нурҙан яҡтылыҡ алып, тормош юлын үтте....
Гөлнур ҠЫУАТОВА.