Бөтә яңылыҡтар
Махсус биттәр
24 Июль , 00:05

Бөгөн үҙенең аш-һыу серҙәре менән Нефтекама дәүләт филармонияһы артисы Розалия ИҘЕЛ­БА­ЕВА-ҠАРАСУРИНА бүлешә

***

Итле бәлеш

Ярты литр ойоған һөткә ике ҡалаҡ ҡаймаҡ, ярты стакан үҫемлек майы, самалап тоҙ, сода йәки ҡамыр ҡабартҡыс (разрыхлитель) һалып, ту­ғырға ла, аҙ-аҙлап он һалып, йомшаҡ ҡамыр баҫырға. Уны бер аҙ йылы урында ул­тыртып алырға кәрәк. 
Был арала эслек әҙерләргә була. Тауыҡ йәки артыҡ майлы булмаған һарыҡ итен ваҡлап турарға. Һуған менән картуфты таҙартып, иттән эрерәк итеп турарға. Уларҙы бергә ҡушып, тоҙ, борос һалып бутарға.
Ҡамырҙы ике өлөшкә бүлеп (береһен бә­ләкәйерәк итергә кәрәк), йәйергә. Ҙурырағын майланған табаға һалып, ситтәрен кү­тә­реңкерәп ҡуйырға. Эслекте һалып, тигеҙләп сыҡҡас, өҫтөн икенсе йәймә менән ҡаплап, ситтәрен йәбештерергә.
Бәлеште 180 градус эҫелектәге мейестә 60 – 70 минут бешерергә. Әгәр өҫтө ныҡлап ҡыҙара башлаһа, 150 градусҡа тиклем утты кәметегеҙ.

Яҫмыҡ менән быҡтырылған ит

1,5 кг һарыҡ итен эре киҫәктәргә турарға. Кәстрүлгә зәйтүн майы ҡойоп, утты көслө итеп асырға һәм ит киҫәктәрен ике яҡлап алтынһыу төҫкә ин­гәнсе ҡыҙҙырырға ла икенсе һауытҡа алып торорға.
Ике һуғанды, дүрт тырнаҡ һарымһаҡты, ярты әсе бо­росто (әсе ризыҡ яратһағыҙ, бер борос һалырға була) турап, талғын утта ит ҡыҙ­ҙырылған майҙа ҡыҙҙырырға. 
Биш минуттан итте йәшел­сәләр өҫтөнә һалып, бер стакан ҡайнар һыу ҡойоп, бер сәғәт быҡтырырға. Ике стакан йәшел яҫмыҡты (чечевица) йыуып, ярты сәғәт һалҡын һыуҙа ултыртып торорға ла, ит өҫтөнә һалырға. 2,5 стакан ҡайнар һыу һалып, тағы ла 40 минут быҡтырырға.
450 г үҙ һутында консерваланған помидорҙы блендер менән иҙеп (артыҡ ҡабалан булғанда, дүрт ҡалаҡ томат пастаһы алырға була), бер ҡалаҡ кориандр, бер балғалаҡ төйөлгән зира, самалап тоҙ, ҡара борос, туралған кинза менән биш япраҡ бөтнөк һалып бутағыҙ ҙа, ит менән яҫмыҡ өҫтөнә һалырға һәм тағы ла 15 минут бешерергә. Утты һүндерер алдынан ярманы ашап ҡарарға кәрәк. Әгәр ҡатыраҡ булһа, тағы ла 5 – 10 минут бешереп алырға һәм,   утты һүндергәс, 15 минут томалап торорға.

Ҡыҙҙырылған һыла балығы

600 г балыҡты өлөштәргә бүлеп, ҡылсыҡтарынан таҙартырға.
Ике ҡалаҡ соя соусына ¼-әр балғалаҡ төйөлгән имбир менән дәрсен, самалап тоҙ, ҡыҙыл борос һәм туралған йәшел һуған һалып бутарға. Балыҡ киҫәктәрен ошо маринадҡа һалып, бер сәғәт ултыртып торорға. Аҙаҡ уны майланған табаға теҙеп, 180 градус ҡыҙыулыҡтағы мейестә 10 минут бешерергә кәрәк.
Табынға балыҡты бешкән дөгө менән өҫтөн лимон киҫәге, петрушка һәм салат япрағы менән биҙәп бирергә.

Гөлнур ҠЫУАТОВА әҙерләне.

Автор:Гульнур Куватова
Читайте нас: