Бөтә яңылыҡтар
Махсус биттәр
23 Июль , 07:00

Ҡайтыу

(Хикәйә)

Искәндәр өшөп уянып китте. Шешкән ҡабаҡтан ярым асыҡ күҙе ме­нән тирә-яҡты байҡаны. “Ҡайҙа ятам һуң әле?” – айнығып та бөтмәгән мейеһен шул уй телгеләне. Ниндәйҙер ҡыйлыҡ араһы түгелме? Кесерткәндәр күре­нә, дегәнәк баштары елгә тирбәлә. Буялған, буялмаған тимер, ағас рәшәткәләр, емерек буралар, ергә ярым һеңгән таштар. Туҡта! Бынауы бу­яулы рәшәткә эсендәге ти­мерҙә кемдеңдер фотоһүрәте күренә түгелме һуң әле? Искәндәр һүрәткә текләберәк ҡарар өсөн бер төрлө хәлдә ятып ойоған тәнен һыҙлан­дыра-һыҙ­лан­дыра, ерҙән кү­тәрелергә көс тапты. Тирә-яҡ зыр әйләнде, йөрәге болған­ды.
Бәй, һүрәттә синыфташы Бикйән тора түгелме һуң? Эйе, шул, шул. Армияла саҡта төшкән фотоһүрәте икән. Ҡалай килешә үҙенә хәрби форма. Былай ҙа төҫкә таҙа кешене форма уғата һылыулата икән! Туҡта, нишләп уның фотоһы был ҡыйлыҡ араһында тора әле? Искәндәр күп эсеүҙән туп урынына әүе­релгән башын эшләтергә маташты.
Ыстағафируллаһ! Был бит зыярат! Үҙенең уйынан ҡото осто. Аптырап, үҙен ҡапшап ҡараны. Терелеккә теремен дә ул, ә нишләп зыяратта ятам һуң әле? Улай тиһәң, Бикйән дә тере ине лә баһа? Бергә үҫтек, бергә уҡыныҡ. Армиянан ҡайтҡас та күреп йөрө­нөм. Кәләш алды, шикелле, балалары ла бар, буғай. Ул, үҙ күҙенә ышанмай, тағы һү­рәткә текәлде. Бикйән шул! Бер ай элек үлгән икән, бахырың. Бер ауылда йәшәп, нисек ишетмәнем һуң был хаҡта? Ишетергә ни, һуңғы айҙарҙа берәй көн айныҡ булдымы һуң әле?!
Араҡы ҡолона әүерелдем... Ә ул яуыз нәмәне көн һайын һемерһәң, көн менән төндө айырмайһың, дуҫтар ҡайҙа, дошмандар ҡайҙа икәнен аң­ламайһың, әсәйеңдең тере икәнен, ҡатыныңдың, бала­ларыңдың донъяла барлығын да онотаһың...
Искәндәр башын баҫып, оҙаҡ ултырҙы. Уға шул тиклем ҡыйын ине. “Юҡ, юҡ, шәбәйеп кенә алайым әле, араҡыға мәңге оронмаясаҡмын”, – тип үҙ-үҙенә ант бирҙе. Был ант тәүге­ләрҙән түгел ине. Йөрәге бына-бына туҡтай инде. Ул ҡалтыранған ҡулдары менән түшенә баҫты. Зыяратта ятып үлһәм, ояты ни тора! Бул­ма­ған, күрелмәгән хәл. Бөтә ауыл “гөж” киләсәк. Ҡарт әсәйем быны күтәрә ал­маясаҡ, ҡа­тынымдың йөҙөнә бысраҡ бәреләсәк, балаларым ҙура­йып бөткәс тә был көндө онотмаясаҡ. Юҡ, юҡ, ҡалай булһа ла ауыл яғына ыңғайларға кәрәк. Уға шунда ғына ҡотолоу. Ул ҙур көс менән тороп баҫты. Яҡты донъя ҡараңғыланды. Ҡолап китмәҫ өсөн рәшәткәгә йәбеште. “Тыныслығыңды боҙған өсөн, Бикйән дуҫ, ғәфү ит инде, миңә әҙәмдәр араһына ҡайтырға көс бир”, – тип ысын күңелдән үтенде. Ни ғәләмәт, ауырлыҡ менән булһа ла, үҙендә атларға көс тапты.

***
Ауыл уны бик күңелһеҙ ҡаршы алды. Хәйер, араҡы ғына эсеп, бахмур ғазабынан нисек булһа ла ҡотолоуҙы уйлаған баш, уға буйһонған ҡараш үҙ ағышы менән барған матур тор­моштоң киреһен бирҙе. Салт аяҙ ҡояшлы көн уға  һөмһөрө ҡо­йолған болотло көн һымаҡ күренде. Нишләптер шатланышып көлөшкән кешеләргә нәфрәт тыуҙы. Был фани донъяның түңкәрелеп китеүен, ахырызаман етеүен, бар ерҙә ут сығыуын, һыу баҫыуын теләне. Ҡаршыһына осраған әҙәмдәрҙән ул үҙенә ҡарата мыҫ­ҡыллау, сирҡаныу, йәлләү тойомланы. Күңеле бысранып, иҫкереп бөткән кейеменән сирҡанып, төҫө-башы ҡасҡан йөҙөнән ытырғанып, әллә ниндәй еҫтәр һиҙемләп, берсә таныштары, туғандары осрамауын теләне, йә бына-бына йөрәге туҡтар, танышы, ту­ғандары осраһа, уны араҡы эсереп алып ҡалыр, тип өмөтләнде.
Ысынлап та, ауылға ингән һайын уның хәле мөшкөл­ләнгәндән-мөш­көлләнә бар­ҙы. Йөрәге берсә сәнсеп ауырта, берсә ойоп китә, берсә туҡ­тағандай булып, көсһөҙ генә һуға, берсә шашынып тибә башлай. Тәне бер өшөп ҡалтырай, бер янып лысма һыуға бата. “Бәйһеҙ эт кеүек урам уртаһында ғына дөмөкмәһәм ярар ине”, – уның бар те­ләге хәҙер шул ғына.
Ни ғәләмәт, бына-бына ҡолар­мын тиһә лә, Искәндәр һа­ман аяҡ өҫ­төн­дә. Телә­гән ере­нә – ҡотолоу уры­нына һа­ман атлай ҙа атлай. Ете диң­геҙ артында кеүек алыҫ күрен­гән магазин бына, ниһа­йәт, уның ҡар­шыһында. Ул әҙәм ышан­дырып, тишек кеҫә­һе­нән аҡса эҙләгән бул­ды. Унан һуҡыр тин дә тапма­ғас, туҡтап ҡал­ды: “һа­тыу­сы кем икән? Бе­лер­гә ине”. Нә­сихә. Был исемде ишет­кәс, ул хатта ҡолап китә яҙ­ҙы, бар өмөтө сел­пәрәмә килде. “Юҡ, ул миңә, ятып үлһәм дә, араҡы бирмәйәсәк, хә­йер, уға минең бирәсәк тә бар, буғай”.
Искәндәр, ауыр уфтанып, ҡоро һөйәккә генә ҡалған һонтор кәүҙәһен магазин һикәлтәһенә терәне. Хәҙер өмөтө таныштарында, уны йәлләгән туғандарында ине. Ма­газинға әҙәмдәрҙең бе­реһе инде, береһе сыҡты, таныштар ҙа күрен­геләй, ләкин уларҙың ҡырын ҡарашынан теләнселәүҙең фай­ҙаһыҙ икәнен аңлай. Ҡапыл, ҡай­ҙандыр аҡсаларын һанай-һанай кил­гән шешәләш­тәрен күргәс, һүнеп барған өмөткә ут ҡапты.
– Һо... Искәндәр! Нишләп тораһың? – тип уның менән ҡул бирешеп күрешкән булдылар. – биш тәңкә тулмай, өҫтә.
Искәндәр күңелһеҙ генә яурынын йыйырҙы. “Юҡ” ишараһын ишеткәс,  улар уны иҫәптән юйып, үҙ юлдарында булды. Уларҙың был ҡы­ланышы уны шул тиклем тетрәндерҙе. Хатта магазин ишеген нисек асҡанын да һиҙмәй ҡалды.
– Һаумыһығыҙ, – тигән булды ул ишетелер-ишетелмәҫ кенә.
– бирәсәгеңде бирергә килдеңме? – тип кәүҙәле, ике сикәһе ут кеүек янған һатыусы уның һаулығын да алмай, тура битенән алды. – Миңә иртәгә ревизия килә.
– Бирермен, бирермен, Нәсихә Әнүә­ровна. Күпме әле? - тип ул ни һөйләргә белмәй буталды.
– Күпме икәнен дә иҫләмәйһеңме ни? Ун көн элек бер ярты алдың, биш көн элек тағы берәүҙе...
– Ә-ә. Шулай уҡмы ни? Ир­тәгә элекке эшемдән полный расчет би­рергә те­йеш­тәр, – тип   борсаҡ сәсте. – Нә­сихә Әнүә­ров­на, зин­һар, үл­термә ин­де! Ки­сә үтә ныҡ бай­рам итеп ташла­нылған. Бер ярты биреп тор инде! Иртәгә өсәү урынына дүртәү итеп арттырып түләр ҙә ҡу­йыр­мын. Вал­лаһи, тим!
– Бирермен һиңә, бир­мәй ҙә! Мә, тот! – тип ҡа­пыл һа­тыусы уҫал эткә әүерелде. – дүртәү түгел, тәүҙә икәү өсөн түлә, йүн­һеҙ.
Искәндәргә ҡо­лағын тығып, тиҙерәк магазиндан сығып ҡа­сыуҙан башҡа сара ҡалманы. Ул тышҡа сыҡҡас, оҙаҡ ҡына һу­шына килә алмай торҙо. “Нәсихә Әнүәровна, Нә­сихә Әнүәровна, имеш. Ул әҙәмгә ниндәй оло­лау­ҙарҙы әрәм иттем, инәлеп ниндәй түбәнселеккә төштөм. Оят миңә, оят. Хәйер, күптән түгел мине лә район Советында эш­ләгәндә “Искәндәр Сабир­йәно­вич” тип ололай торғай­нылар түгелме һуң әле”, – ул күңелһеҙ генә үткәндәрҙе иҫенә төшөрөп алды. Эшенән эсеп ҡыуылғас, атайҙың түгел, минең исемде лә оноттолар түгелме һуң? Элек уның алдында баш эйгәндәр хәҙер тура атлай, әллә ҡайҙан күреп, сәләмләп килгәндәр  һаулыҡ алмай. Ул ярҙам иткәндәр – ярҙан этә. һанһыҙ дуҫтары юҡҡа сыҡты, изге туғандар ҙа туғанлығын онотто, эштә иҫке ҡа­лыпты үҙгәртәм тип йыйған дошмандары хәҙер күҙ ҙә астырмай. Мыҫ­ҡыллайҙар, көләләр, мәле тура килһә, һаҙлыҡтың тағы төбөнәрәк  этергә маташалар.
Искәндәргә ныҡ ҡыйын ине. Донъя уның алдында зыр әйләнергә тотондо, тулаған йөрәге ауыҙынан килеп сыға инде. Ул ҡоламаҫ өсөн, һәрмәнеп барып магазиндың бысраҡ тупһаһына ултырҙы. “Ошолай урам уртаһында ятып үләмме инде? Яҡында кешеләр ҙә күренә бит әле. Хәйер, уларҙан ни файҙа? Телефондан “03” урынына “02”-гә шылтыратырҙар, ни булһа ла үҙемә генә өмөт итергә, үҙемә генә ыша­нырға кәрәк. Шулай йәш кенә килеш был донъянан мәғәнәһеҙ рәүештә китергә хаҡым юҡ. Мин нимә күреп өлгөрҙөм һуң әле? Эскесе үгәй атай ҡулында тәрбиәләндем, көн һайын булмаһа ла, ике көнгә бер юҡҡа-бушҡа туҡмалып торҙом. Мәктәпте та­мам­лағас  – армия”.
Хәрби хеҙмәтте Искәндәр ҡурҡыныс төш кенә итеп иҫләй. Шунан һуң биш йыл институтта белем алыу. Аслы-туҡлы студент тормошоноң нимәһен яҡшы яҡтан иҫләйһең инде...  Районға эшкә ҡайтҡас, яратып йөрөгән ҡыҙын кәләш итеп алды. Уларҙы ҡыуан­дырып, бер-бер артлы ҡыҙы, малайы тыуҙы. Үҙ көсө менән донъя ҡорҙо. Тырышлығы арҡаһында етәксе дә­рәжәһенә кү­тәрелде. Шулайтып ҡыуана-ҡыуана йәшә лә йәшә инде... Юҡ бит, ул да “милли хәрәкәт”кә ҡушылды. Күп­тәрҙең юлдарына арҡыры торған, баштарына еткән араҡынан ул да еңелде.
Араҡы ҡолона әүерелеүен үҙе лә һиҙмәй ҡалды Искәндәр. Тәүҙә ул бер рюмканан башланы, тора-бара бер нисә шешә лә етмәй ине. Банкеттар, осрашыуҙар, байрамдар, юбилейҙар уны ошо упҡын ситенә алып килде лә инде. Эштән ҡыуылды, бынан ғибрәт кенә алаһы урынға, киреһенсә, бар әҙәм затына йәне көйөп, эсте лә эсте. Ҡатынының нервыһы ти­мерҙән түгел инде, әллә ҡайҙа, әллә кемдәр менән өйөнә йоҡларға ла ҡайтмай эскән ир кемгә кәрәк?! Искәндәр шулай итеп эшһеҙ, өйһөҙ, ғаиләһеҙ ҡалды. Дөрөҫөрәге, асар­баҡҡа әүе­релде.
Ҡапыл уның тарҡалған зиһененә таныш йөҙ салынды. Бар нәмәгә битараф Искәндәр һиҫкәнеп китте. Ма­газинға тип килә ятҡан кешегә текләберәк ҡарағас, ул оялышынан нишләргә белмәй сәбәләнде. Уның ҡаршыһында яратҡан уҡытыусыһы тора ине.

Флүр Ғазин.
(Дауамы бар).

- һаумы, Искәндәр, нишләп ултыраһың магазин һикәлтәһендә? - тип уҡытыусы алдына уҡ килеп баҫты.
- һаман әсәһеңме? Ишеткәйнем, ләкин бындай көнгә төшөрһөң, тип уйламағайным.
Бүтән кеше булһа, уның ҡылы ла ҡыбырламаҫ ине, ә был уҡытыусы алдында ҡойолоп төштө. Сәбәптәр эҙләне, уйлағандары бөтәһе лә мәғәнәһеҙ ине, ул яуап таба алмай ыҡ-мыҡ итте.
- Беләм, аҡланырға яуабың юҡ, еңелдең инде. Иҫлә әле, ниндәй ауырлыҡтар аша үттең, барыһын да еңдең, ә араҡынан еңелдең. Хыялдарың шулай хыял ғына булып ҡаласаҡмы ни?
Эйе, уның хыялдары һанһыҙ ине. Мәктәптә уҡығанда ни нәмәһе менәндер күңелен арбаған уҡытыусыға уйҙарын йәшермәй торғайны. Мәктәпкә битараф Искәндәрҙә был кеше дәрестәргә һөйөү уятты. Яратҡан уҡытыусыһы уҡытҡан химия, физика дәрестәре иң яратҡан фәненә әүерелде. Институтҡа ла уҡытыусыһы тәҡдиме менән уҡырға инде.
- Үгәй атайың ҡулдында үҫкәнеңде иҫлә әле! Көн һайын иҫерек йөҙ, һаҫыҡ еҫ, әсәйеңде, һине туҡмау. Иҫлә әле, иҫлә әле! Әллә оноттоңмо?
- Мин ҡатынымды, балаларымды туҡмамайым да инде, - тип ул аҡланырға тырышты.
- Причем туҡмау, ошолай йөрөүең туҡмауҙарҙан да насарыраҡ, - тип уҡытыусы ҡыҙҙы, - һуңгы көндәрҙә үҙеңде көҙгөлә ҡарағаның булдымы? Юҡтыр, юҡтыр... Әҙерәк үҙеңдән ғибрәт алыр инең. Хәйер, ҡатының менән һөйләшеп торғайным, һин һуңғы көндәрҙә өйгә лә ҡайтмай икәнһең. Ҡайҙа йөрөйһөң ул?
- Теләһә ҡайҙа, белдегеҙме, теләһә ҡайҙа! Кем индерә - шунда. Мин хәҙер береһенә лә кәрәкмәйем, - тип ул үҙе лә һиҙмәҫтән бар көсөн йыйып аҡырҙы, - ҡатыным ҡыуып сығарҙы, балаларым яратмай, ә һеҙ аҡыл өйрәтеп торған булаһығыҙ. Күрмәйһегеҙме, мин саҡ ҡоламай торам. Мин ярты үлек, белдегеҙме. Бәхил булығыҙ! - тип нимәлер әйтергә ауыҙын асҡан уҡытыусыһын ҡалдырып, ул ауылдың саңлы юлынан билдәһеҙлеккә атланы. Эргәһендә упҡын булһа, һис шикһеҙ шунда ярғыр ине. Йылға булһа ла, ҡарап тормаҫ - һикерер ине. Хәйер, юлда осраған машиналар ҙа уны, юл бирмәһә лә, тапамайҙар бит әле. Шоферҙар йоҙроҡтарын күрһәтеп, боролоп үтәләр ҙә китәләр. Ул шулай бар донъяға битараф булып күпме барғандыр, ҡапыл донъя ҡараңғыланып китте. Ҡоламаҫ өсөн рәшәткәгә тотона-тотона юл ситендә ятҡан бүрәнәгә барып ултырҙы. Манма тиргә батҡан тәненә хәтһеҙ ултырғас ҡына хәл керҙе. “Ҡайҙа ултырам һуң әле?” - ир хәлһеҙ генә башын күтәреп тирә-яҡты байҡаны. “Ә-ә, Зәлифә инәйҙең ҡапҡаһы түгелме һуң әле?” Тағы ла унда йәшәүгә өмөт уянды. “Инәй миңә ышана, райсоветта эшләгәндә ярҙам да иттем, буғай, туҡта!” Ул тайшандай-тайшандай иҫке генә өйҙөң ишеген асты.
- һаумыһығыҙ, Зәлифә инәй! - тине ул инер-инмәҫ хәлһеҙ тауышын көсәйтергә маташты.
— һаубыҙ. Ә, Искәндәр улым, һин икәнһең. Әйҙә, үт-үт! - тип ҡашығаяҡ араһында булашҡан, кәүҙәгә бәләкәй генә, теремек инәй бөгөн уға йылы йөҙөн күрһәтеүселәрҙең тәүгеһе булды.
- Улым, ҡалай йонсоғанһың, ауырып киттеңме әллә?
- Юҡ та, инәй, донъяла төрлө хәлдәр булғылай бит ул.
- Таш ватмайһың, урман ҡырҡмайһың да инде, балам. Ҙур түрәһең, нишләп улайтып йонсоп йөрөйһөң? - тип инәй һаман ныҡышты.
- Эстем, инәй, эстем дә ҡуйҙым. Бына араҡынан ҡотола алмайым. Түрәлектән дә ҡыуҙылар, - тип ул үҙе лә һиҙмәҫтән дөрөҫөн ярҙы ла һалды.
- Ыстағафирулла, юҡтыр. Бушты һөйләйһеңдер, - тип инәй аптырап ҡалды.
- Ундай нәмәне алдайҙармы ни? һеҙгә инеүемдең дә сәбәбе шул, инәй, үлеп барам. Берәй нәмәң шунда ултырмаймы?
- Юҡ шул, улым. Күптән песия биргәндәре юҡ бит, - тип инәй уның өмөтөн шунда уҡ селпәрәмә килтерҙе лә ҡуйҙы.
- Тышта быстырылмаған утының да күренә, шуны булһа ла ярып бирермен, - тип Искәндәр һаман өмөтләнеп һоранды...
- Әүәле Тимур командалары балаларҙы ҡуша ла ҡуя торғайнылар. Хәҙер кемгә әйтергә лә белмәй инем. Ярһаң, шәп була инде. Түлкә әлегә аҡсам юҡ шул.
- һуң, күршеләреңдә юҡмы ни? Хәйер, беҙгә бал-фәләне булһа ла бара.
- Уныһы ла юҡ шул. Шәкәр булмағас, нишләйһең?
— Инәй, оят булһа ла әйтәйем инде. Шул хәтлем ауырыйым, хатта одеколон эсергә әҙермен. Үлтермә инде!
- һе, - тип Зәлифә инәй һынаулы ҡараш менән оҙаҡ ҡына ҡарап торҙо. - Ыуынып ҡына йөрөгән одеколоным бар ине. Нишләйһең, бирәм инде. Күрәләтә кешене үлтереп булмай ҙа инде...
Һыуға болғап, одеколонды тондорғас, уға рәхәт булдып ҡалды. Донъялар яҡтырып китте. Күкрәгендәге, башындағы һыҙлауҙар юҡҡа сыҡты, ауыр уйҙар юғалды. Ләкин ул бының ваҡытлыса икәнен яҡшы аңлай ине. Майланған күҙе менән тағы әбейҙең өйөн “һәрмәп” сыҡты. “Тағы берәй одеколон юҡмы икән?” Ошо уй уның мейеһен сыҙатманы. Шулай ҙа тағы ла һораныуҙан тыйылып, тышҡа сығырға ашыҡты.
- Инәй, бараһы өсөн дә ҙур рәхмәт! Ҡотҡарҙың! Утыныңды килеп ярып бирермен.
- Улым, улайтып эсеп йөрөмә инде! Ҙур кешегә оят та инде, - тигән инәйҙең өгөт һүҙе уны оҙатып калды.
***
“Кисәге урынға барһам, унда самогон етерлек ине, хатта араҡы ла булды түгелме һуң әле”. Баш уйлағансы, аяҡ үҙенекен итте. Ул кисәге байрам иткән йортҡа йүнелде. Мөһәбәт өйҙәр араһында урынлашҡан ярым ергә һеңгән өйҙө ул тиҙ тапты. Ишек ролен үтәгән таҡтаны шылдырғас, оҙон кәүҙәһен өскә бөкләп өйгә саҡ уҙҙы.
- Оһо, беҙҙең дуҫ тере лә баһаң!
Искәндәр, ҡараңғы өйҙә кемдең тауышы сыҡты икән тип, кешеләргә текләберәк ҡарарға маташты. Ләкин ул өйҙәгеләрҙең береһен дә сырамытманы. Өс тимер карауат та, ер өҫтәлдән торған өйҙә өс әҙәм күренә ине.
- Әйҙә, әйҙүк, беҙҙең табынға! - тип уны өҫтәл янына саҡырҙылар, - һиңә лә өлөш сығыр.
Был һүҙҙәрҙе ишеткәс, уға рәхәт булдып ҡалды, туңған йөрәге йылынды, йәшәргә өмөттәре киренән уянды. Искәндәр, ултырғыс таба алммағас, биҙрә тотоп, өҫтәл эргәһенә яҡынлашты. Көрөшкәгә һалып бирелгән шыйыҡсаны, ни икәнлеген дә һорап тормай, ҡомһоҙланып бер тынала түңкәрҙе лә ҡуйҙы, шунан оҙаҡ ҡына тын ала алмай торҙо ла, сәсәй башланы.
— О-о, беҙҙең спирт шулай ҡаты ул. Уға тәжрибә кәрәк, әле һин молокосос ҡына икәнһең, - тип уның быуылып сәсәүенән ләззәт табып көлөштөләр. Шыйыҡса үҙенекен итте, бер нисә минуттан уның өсөн донъя яҡтырҙы. Ҡараңғы шөҡәтһеҙ өйгә лә ҡояш нуры төштө. Ҡаршыһында ултырған шешәләштәренең дә йөҙҙәре ап-асыҡ күҙгә салынды.
- Исрай, Ғәбит-кәмит, Кәтерина, һеҙ икән дә баһаң, - тип ул кисәге шешәләштәрен күреп ҡыуанды.
- Ташла әле шул элекке ғәҙәтеңде! һин бит элекке кеүек начальник түгелһең, - тип сәрелдәне Кәтерина, - бынау өҫтәл кеүек һин дә беҙҙең мнән хәҙер тип-тигеҙһең. Шуны онотма!
— Юҡ та, нишләп эреләнәйем ти, бахмурҙан үҙегеҙ беләһегеҙ ҙә инде, донъя ҡараңғылана инде, - тип ул аҡланырға маташты.
- Шул ҡараңғылыҡты яҡтыртыусы араҡы йәшәһен, - тип ҡыҫылды шешмәк битле, йөн баҫҡан, йәйен дә, ҡышын да майланып бөткән бүрек кейгән Исрай.
- Нишләп араҡы ғына йәшәһен ти. Йәшәһен бал, самогоны ла, - тип ыжылданы ҡылый күҙ Ғәбит-кәмит.
- Йәшәһен одеколоны, тәҙрә таҙартыусы шыйыҡсаһы ла, - тип уларға ҡушылды Катерина.
- Кисәге көнд4 никак иҫкә төшөрөп булмай уянып китһәм, ни ғәләмәт - зыяратта ятам, - тйп Искәндәр ҙә шешәләштәренә үҙ ҡайғыһын һөйләне, - нисек барып сыҡанмындыр, әллә берәйһе үс өсөн алып барып һалған, әллә...
- Кисә һин аяғыңда ла тора алмай инең дә баһаң. Зыяратҡа, моғайын, шайтандар алып барып ташлағандарҙыр, - тип Ғәбит-кәмит көлөп ҡуйҙы.
- Һе, аяғыңда тора алмай, имеш, кисә Сәрүәр әбейгә бәйләнергә көс тапты ла баһаң, - тип Кәтерина аяҙ көндө йәшен йәшнәтеп һүҙен һалды.
- Бәйләнеп кенә ҡалһа ярай ҙа ул. Беҙҙең күҙ алдында теге мәхлүкте ай- вайына ҡуймай көсләне түгелме һуң әле? - тип Исрай ғырылданы. Спирт эсеп ирәйеп киткән Искәндәр һиҫкәнеп ырғып торҙо.
- Булмаҫ, алдайһығыҙ!
- Булды, булдырҙың. Беҙ - свидетель, - тип сәрелдәне Кәтерина, - көсләгән өсөн закон ҡаты. Әбейең, судҡа бирәм, тип заявить итте түгелме һуң әле?
- Ныҡыш әбей, әйткән һүҙен үтәй ул. Иҫләйһеңдер, былтыр кеше алдында “алкаш, бур” тигән өсөн силсәүитте ҡалай суд буйлап таскать итте. Теге аҡса түләп, ғәфү үтенеп саҡ ҡотолдо әбейҙән.
Искәндәр шешәләштәренең был һүҙҙәренә һушы китеп оҙаҡ ултырҙы. “Булмаҫ, булмаҫ. Бер айнымай, төҫө-башы ҡасҡан, айҙар буйы йыуынмауҙан һаҫыған Сәрүәр абейҙеме? Булмаҫ, булмаҫ. Ни көнгә төштөм мин?”
- Ярай, ул кемдән ҡалмаған эш. Егетте ул хәтлем бөтөрмәйек әле, Ғәбит- кәмит күҙ ҡыҫты, - эсергә тапһа, беҙ күрмәнек тә, белмәнек, беҙ свидетель түгел.
- Эйе, ул ҡыҙ түгел дә баһаң. Органдар доказать итә алмай ул, ә беҙ молчок, - тип уға ҡушылды Исрай. Түлкә, егет, беҙҙе һыйлайһың инде.
...Бына ул үҙ донъяһы алдында баҫып тора. Ҙур өй, семәрле ҡапҡа, төҙөк һарай, мунса - барыһы ла урынына еткереп, ниәт итеп эшләнгән. “Ошоларҙы мин эшләнемме ул?” - Ул үҙенә ышанмай аптырабыраҡ ҡуйҙы. “Был донъяны төҙөргә ҡайҙан көс таптым икән? Ә бынауы араҡыны ташларға көс юҡ. Өйҙә береһе лә булмаһа ине”. Уның бар теләгәне шул ине. Ул бур кеше һымаҡ алан-йолан ҡаранып, ҡапҡа эсендә һатып эсерлек әйбер эҙләне. “Туҡта, утынлыҡта балта бар түгелме һуң әле? Уны бер самогонға осорорға була. Тегеләрҙең дә өнөн тиҙерәк тығырға кәрәк”. Ул һаҡ ҡына баҫып, утынлыҡҡа йүнәлде. Унда аңғармаҫтан биш йәшлек малайына тап булды. Малай мыш-мыш килеп утынлыҡтағы һуңғы ботаҡлы түмәрҙе ярырға маташа ине. Балаһын шундай хәлдә күреп, Искәндәрҙең йөрәгенә ҡан һауҙы. Ҡапыл
- Улым! - ул ыҡ-мыҡ итте, - ҡайҙа, үҙем утынды ярайым, ботоңа сабып ҡуйһаң!
Атаһын күргәс малайҙың етди, тирле йөҙө яҡтырып китте.
- Атай, һин ҡайттыңмы? - тип малай уға ташланды.
— Ҡайттым, улым, ҡайттым, - тип Искәндәр тамағына килеп тығылған төйөрҙө оҙаҡ йота алмай торҙо, — әсәйең ҡайҙа?
- Әсәйем шул эштә инде, ә һеңлем өйҙә ултыра. Ул өшөйөм тип илағас, бына утын ярырға булып киттем. Ләкин ошо түмәрҙән башҡаһын тапманым, күпме тырышһам да, ҡәһәрең, ватылмай, - тип малай ололарса һуҡранып ҡуйҙы. Малайының һәр бер һүҙе уның йөрәгенә уҡ булып ҡаҙала торҙо. “Минән сволочь кеше юҡтыр ул, балаларымды утынһыҙ өшөтөп йәшәтәм, ул ғына түгел, һуңғы балтамды ла самогонға алмаштырырға йөрөйөм, мин кеше түгел”, - тип Искәндәр үҙ-үҙен ер итеп һүкте.
- Атай, һин ысынлап ҡайттыңмы? - тип малай шикләнеберәк, ут кеүек янған ҡара күҙен атаһына төбәне, - бүтән беҙҙе алдап араҡы эсергә сығып китмәйһеңме? Беҙгә һинһеҙ ҡыйын. Әсәйем көн һайын беҙҙән йәшереп кенә илай. Ул һине әрләһә лә, беҙҙең кеүек һағына бит ул. Атай, сығып китмә, йәме...
- Улым, мин ҡайттым, ҡайттым, һүҙ бирәм, бүтән сығып китмәҫкә, араҡыға оронмаҫҡа!
Был Искәндәрҙең ысын йөрәктән әйтелгән вәғәҙәһе ине.

Флүр Ғазин.

Читайте нас: