Тормош һәр саҡ һин уйлағанса ғына бармай шул. Һәр кем үҙ бәхете артынан ҡыуа, ана шул юлында бәләкәй генә яңылышлыҡтар, хаталар ҡыла. Был хаталар йыйыла барып, сиселмәҫ төйөнгә әүерелә, ә һуңынан ҡаты таш кеүек күңелдә тороп ҡала. Кешенең бәғере ҡата, үҙе лә һүрелә. Әлеге ғаиләнең дә матур тормошо пыран-заран емерелер, тип һис уйларлыҡ түгел ине. Өлгөлө, татыу ғаилә ине улар. Ҡасандыр зәңгәр экрандарҙан күреп йөрөгән ханым менән бер ойошмала эшләй башланыҡ. Уның һөйләгән тарихы, бәлки, кемдер өсөн ғибрәт булыр.
– Рәмил менән бик бәхетле ғүмер иттек. Әйләнеп ҡараһаң, иҫкә алырлыҡ матур ваҡиғалар, уртаҡ еңеүҙәр, карьера баҫҡысынан үрләү, ирешкән дәрәжәләр ҙә бар. Беҙ БДУ-ла бергә уҡыныҡ. Бер ятаҡта йәшәп, һуштан яҙырлыҡ мөхәббәт менән оло тормош юлына аяҡ баҫтыҡ. Мин – буласаҡ филолог, фән юлын һайланым, үҙемде туған телебеҙҙе, уның ғөрөф-ғәҙәттәрен, йолаларын өйрәнеүгә бағышланым. Рәмил эске эштәр министрлығына урынлашты. Бер-беребеҙгә терәк булдыҡ, бары – бергә, юғы уртаҡ, тигәндәй. Бер нисә йылдан улыбыҙ тыуҙы. 90-сыларҙың юҡсыллыҡ заманы ине. Ирем тулыһынса эшенә сумды. Көрәш менән шөғөлләнде. Ил, округ кимәлендәге ярыштарҙа еңеү яуланы, балаларҙы ла өйрәтте. Мин карьераны ла алып барҙым, амбицияларым көслө булды, балаларҙы ла уңышлы итке килә, үҙемдең мөмкинлектәрҙе лә ҡулдан ысҡындырырға теләмәйем. Һәйбәт эш урынына бүлек етәксеһе итеп саҡырҙылар. Ярай әле ирем, туғандар ярҙам итте, кәрәк саҡта баланы ҡарап торҙолар. Миңә эш буйынса Мәскәүгә лә йөрөргә тура килде, диссертация яҙыу, яҡлау көстө лә, ваҡытты ла ныҡ алды.
Рәмил икенсегә бәпәй табыуымды һораһа ла, эш артынан сабып йөрөп, тиҫтә йыл үтеп китте. Үҙем дә тиҙ генә ауырға ҡала алманым. Улыбыҙға 9 йәш тигәндә ҡыҙ табып алдым. Ирем сабыйҙы инде яратты, үҙе һайлап исем ҡушты. Көтөп алынған бала булғас, өрмәгән ергә ултыртманы.
Улыбыҙҙы тәрбиәләү менән күберәк Рәмил үҙе шөғөлләнде. Буш ваҡыты һирәк булһа ла, уны бергә үткәрергә тырыштылар. Үҙе менән көрәшкә йөрөттө, яйы сыҡҡанда эшенә лә алып бара ине.
Декрет ялынан һуң йәнә эшкә баттым. Яңы проекттар башларға, тикшеренеүҙәр үткәрергә кәрәк. Ҡала ситенән булһа ла ипотекаға өс бүлмәле фатир, ҡиммәтле сит ил машинаһы һатып алдыҡ. Ике бүлмәле фатирыбыҙҙы балаларға булыр тип инселәнек.
Ҡыҙым менән төрлө конкурста ҡатнашып, еңеүҙәр яуланыҡ. Рәсәйҙең бик күп урынында булдыҡ. Барған ерҙән диплом менән ҡайттыҡ. Рәмил дә ҡаршы килмәне. Хәленән килгәнсә ярҙам итте, юл хәстәрен үҙ өҫтөнә алды. Уңыштарға бергә һөйөнөп йәшәнек. Ләкин ваҡыты етмәй ине. Гел «пенсияға сыҡҡас» тип йыуатырға тырышты ҡыҙыбыҙҙы.
Фән юлын арҡыры-буй йөрөп сыҡҡан кеше булараҡ, был өлкәлә уңышлы эшләү серҙәренә лә төшөндөм. Ҡатын-ҡыҙ өсөн бер һөнәр икәненә инандым. Ҡыҙыбыҙҙы ла үҙем һалған һуҡмаҡтан ебәрергә теләйем. Минең тәжрибә менән уға тағы ла еңелерәк буласағын беләм. Шуға күрә ҡыҙыбыҙ мәктәпте тамамлауға артабан уҡытыу өсөн Мәскәү университетын һайланыҡ. Ана шул саҡта ниңәлер Рәмил ҡаршы килде. «Ниңә һикерәңләп йөрөйһөгөҙ, бында ла уҡып була, шул уҡ университет инде», – тине. Ләкин минең бирешергә иҫәп юҡ ине, Мәскәү Мәскәү инде. Беҙҙә һәм унда фән яғынан ниндәй мөмкинлектәр барлығын күреп, балабыҙға иң яҡшыһын биргем килде. Ҡыҙыбыҙ үҙе лә Мәскәү тип атлығып тора бит.
Тырыштым, тырмаштым... Сентябрҙән беренсе курс студенты булып, ҡыҙыбыҙ Мәскәү университеты ишектәрен асып инде. Әллә уныңса килеп сыҡмағанға, әллә үҙ һүҙен бирергә теләмәгәнгәме – атаһы унда уҡыуына бер ҙә һөйөнмәне. Биш йыл уҡыу дәүерендә бер тапҡыр ҙа янына барманы...
ҡыҙыбыҙ хәҙер ҡулына ҡыҙыл диплом алды инде. Уҡытыусылары аспирантураға инергә тәҡдим итте. Атаһы тағы ҡаршы килде. «Ҡайҙа ашҡынаһығыҙ тағы, ҡыландығыҙ инде!» – ти, һөйләшмәйенсә йөрөй хатта.
Мин баланың киләсәге өсөн тырышып йөрөгәндә иремдең шундай битараф булыуы аптыратты. Битарафлыҡ ҡына түгел, балаһының уңышлы булыуын теләмәү кеүек тойола башланы. Әллә үҙ һүҙҙәрен дәлилләр өсөн шулай эшләйме ул? Йәнәһе, әйттем мин һеҙгә, бында ғына уҡығыҙ, әллә ҡайҙа һикерәңләп йөрөмәгеҙ... Ана шул үҙенекен иҫбатлау, миңә үҙ дөрөҫлөгөн күрһәтер өсөн киреләнеү тип кенә аңлайым мин быны.
Сабырлығым шунда өҙөлдө. Көтөп алынған хаҡлы ялға сыҡты ул. Эше ауыр, яуаплы ине, һүҙ ҙә юҡ. Ялдары бик һирәк эләкте, байрам көндәрендә уларҙың эше ҡыҙған саҡ – тәртип һаҡлайҙар. Оҙаҡ йылдар көтөп алған лайыҡлы ялын тыныслыҡта үткәрергә теләгәндер. Ул пенсияны мин дә көттөм, балалар ҙа... Ниһайәт, беҙгә ваҡыты булыр, һәр саҡ бергә булырбыҙ, бергә йөрөрбөҙ, тип уйланыҡ. Ә Рәмилгә бары тик тыныслыҡ ҡына кәрәк. Ҡала ситендә бәләкәй генә баҡсабыҙ ҙа бар ине. Ул бөтә ваҡытын шунда уҙғара, бер ҡайҙа ла йөрөргә яратмай. Һуңғы йылдарҙа үҙе лә бигерәк ҡырыҫланды. Ләкин үҙеңде генә уйлап йәшәп булмай, хәлеңдән килгәнсә балаларҙың киләсәге өсөн тырышырға кәрәк. Бергә булыу өсөн бик оҙаҡ көттөм был ялды. Ә ул уны үҙе өсөн генә көткән икән...
Бер тауыш та сығармай ғына айырылыштыҡ Рәмил менән. Бүлер әйберҙәребеҙ булһа ла, уныһы ла яйлы хәл ителде. Ул баҡсаны ғына үҙенә ҡалдырҙы. Бер йыл шулай йәшәйбеҙ инде. «Беҙҙең менән барырға теләмәһәң, үҙ юлыбыҙҙы үҙебеҙ генә дауам итәбеҙ», – тинем. Мин ҡыҙыма кәрәк. Бындай ваҡыт гел булмай ул. Диссертацияһын яҡлаһа, үҙ юлы менән китәсәк, мин кәңәшсе генә булып ҡаласаҡмын. Ләкин хәҙер беренсе аҙымдарын яһағанда миңә уны аяғында ныҡ баҫып торорлоҡ, аҡса эшләй алырлыҡ белгес итеп үҫтерергә кәрәк. Был юлда Рәмил менән бергә еңелерәк булыр ине. Улыбыҙ ҙа, ҡыҙыбыҙ ҙа үҙҙәре ғаилә ҡорор йәшкә етте. Ейәндәрҙе бергә тәрбиәләр йәшкә еткәс кенә бына шулай айырылышырға тура килде.
Ир менән бала араһында һайларға тура килһә, ҡатын-ҡыҙҙың кемде һайлауы көн кеүек асыҡ. Мин шулай уйлайым. Балалар аталары менән аралаша. Ләкин ҡыҙыбыҙҙың атаһына бер аҙ үпкәһе бар кеүек. Ғүмере буйы көтөп үҫтергән ғәзиз кешеһе унан алыҫ.
37 йыл бергә йәшәгәндән һуң бына шулай юлдар айырыла икән...
М. ЙӘНГИЛДИН.