Кис етеп, мал ҡайттымы, ике өй аша йәшәгән Гөлкәй әбейҙең ятланып бөткән “концерт”ы башлана. Әбей, тип әбей ҙә түгел инде, 60-ты яңыраҡ үтте ул. Шулай ҙа сәсен буятып, матур күлдәктәр кейеп йөрөгән йәштәштәре араһында ысынлап та әбей кеүек күренә. Мәңге башынан яулыҡ төшмәй, оҙон күлдәген балаҡлы ыштанына бөрөп ҡыҫтырып ала. Йөҙө һәр саҡ ризаһыҙ йәмерәйгән, ҡаштары төйөлгән. Әкиәттәге Мәсекәй әбей кеүек булыр ине, әгәр йомро, йыйнаҡ танауы урынына һүрәттәге кеүек алға сығып ослайғаны торһа.
Көтөү ҡайтыу менән Гөлкәй әбей Айгөл киленен әрләргә тотона һәм өс һыйырын һауып бөткәнсе дауам итә. Нисек теле талмай ҙа, нисек үҙенең ҡолағы арымай. Беҙ инде быға өйрәнеп тә бөттөк. Шул тиклем әрләмәһә лә булыр ине, һаулығы бар, үҙе лә һә тигәнсе гөбөрләтеп һауып ҡуя. Унан өлкән, 70-те ашатлаған Хафиза әбей ҙә һыйыр тотоп, һөт айыртып маташа әле. Килененә лә асыу килә: йәшең 30-ға етеп килгәндә һыйыр ғына һауырға өйрәнеп була бит. Мин булһам, шул әбейҙең әрен ишетмәҫ өсөн генә лә өйрәнер инем. Тиреһе ҡалын икән.
Ир ҡаҡҡанды мир ҡаға, тигәндәй, ҡәйнә кеше шулай игәй торғас, Айгөл еңгәйгә ауылда, ялҡау килен, тигән ҡушамат тағылды. Ололар ейәнсәрҙәренә тиклем: “Гөлкәй килененә оҡшап, һөт ҡәҙерен белмәй йәшәргә итәһеңме? Ярай, уға уңған ҡәйнә тап булды, донъяһы ҡаҡашып ултырыр ине. Өйрән! Эш рәте белергә кәрәк!” – тип әрләп кенә торҙо.
Ваҡыт үтте, беҙ үҫтек, килендәр олоғайҙы, әбейҙәр тағы ла ҡартайҙы. Өс йыл элек Гөлкәй әбей ҙә вафат булды. Үҙ аяғында йөрөгән, үҙ аҡылында булған кешенең ҡапыл урын өҫтөнә ятып, өс көндә яҡты донъя менән хушлашыуы аптырауға ла һалды. Ә ололар: “Гөлкәй бәхетле – үҙе лә яфаланманы, балаларына ла ыҙа булып ятманы. Үлем менән ауырыу шулай йәнәш килһен ул. Кеше ҡулына ҡалып, мөлдөрәп ятыуҙан Алла һаҡлаһын. Беҙҙең бәхеткә лә шул яҙһын”, – тиештеләр.
– Айырыуса ялҡау килен көнөнә ҡалһаң... Гөлкәй шуларға донъя көттөрәм тип, 73-тә генә аяҡ һуҙып ята инде, – тип тә өҫтәнеләр.
– Бына күрерһегеҙ, гадук шуларҙы йәшәтәм тип тырышты-тырышты, хәҙер ярты йыл эсендә шул донъянан бер нәмә лә ҡалмаҫ әле. Хәҙер арттарынан йыйып, юҡты бар итеп йөрөгән әбей юҡ... – тине икенсеһе.
Тик көткәндәре ниңәлер алдарына килмәне. Ишек алдары элеккесә йыйнаҡ, баҡсала йәшелсә-емеш үҫеп ултыра, ҡапҡа алдынан уҡ сәскәләр башлана. Йортонда ла таҙалыҡ, тәртип, балалар – ҡараулы. Ә Гөлкәй инәйҙең һәм башҡа мәрхүм туғандарының яҡты рухына бағышлап, аят табыны йыйғанда инде ундағы һый-хөрмәткә барыһы ла хайран ҡалды.
– Әллә бәлештең ете төрөн бешергән инде! Йыуасаһы ла мамыҡ кеүек йомшаҡ булған.
– Туҡмасы ҡыл кеүек, Хоҙайым! Хөкүмәт тә улай ҡырҡмаҫ.
– Мин ни, балан яратҡан кеше, мас булдым – ул бәлеше, ул ҡатығы, ул ҡайнатмаһы. Ҡай арала йыйып өлгөргән тиген...
– Ул икмәгенең күпереп бешеүе – хәс тә Гөлкәй гадуктыҡы кеүек. Туҡый торғас, эшкә өйрәткән икән аҙ булһа ла!
Ялҡау килендең донъяны юҡҡа сығарғанын күрергә барған әбейҙәр ундағы тәртипкә, матурлыҡҡа, муллыҡҡа хайран ҡалып, ирәйеп кенә таралыша. Төндә уйланып ятып, шулай ҙа бер кәмселеген табалар барыбер. Һәм иртәгеһенә бер-береһенә йөрөп, шул турала һөйләп күңелдәре бөтәйеп ҡуя:
– Күрҙеңме, һыуытҡыстан магазин һөтө сығарып ҡойҙо сәйгә. Һарайҙа ике һыйыр торғанда һатып алып ултыр инде. И тәки һаумай икән, быҙауҙары имә, ти. Ялҡау!
Тағы ла шулай бер-бер артлы йылдар үтте. Айгөл еңгәй ире Наил менән матур итеп донъя көттө, балаларын үҫтерҙе. Шулай ҙа ҡушаматы онотолманы. “Ҡайһы Айгөл?” – тип һораһалар, мотлаҡ рәүештә: “Ялҡау килен,” – тиерҙәр ине. Тора-бара уны шаяртыуға һанай башланылар, сөнки донъялары ҡыйып сыҡҡыһыҙ йыйнаҡ булды.
Кинәт кенә атайым вафат булғас, аят ашына Айгөл еңгәй, минән ярҙам, тип оло-оло табалар менән биш бәлеш бешереп индерҙе. Беҙҙеке улай уңмай ине. Кешеләргә заказ буйынса ла, һатыуға ла бешерә икән, тип әйтәләр ине. Шуға әсәй менән һөйләштек тә, 40 көнө уңайынан үткәрәсәк табынға ла бәлештәрҙе еңгәйҙән бешертергә булдыҡ. Ике көн алдан һөйләшеп, заказ бирәйем, тип уларға юлландым. “Һөтө булмаһа, үҙебеҙ бирәбеҙ, тип әйт. Гөбәҙиә бешерһә, ҡыҙыл эремсек тә етерлек,” – тип ултырып ҡалды әсәй.
Был турала әйткәс, Айгөл еңгәй шыңғырҙатып көлөп ебәрҙе:
– Бар, үҙемдекен тотонормон. Һөт тә бар, май ҙа, эремсек тә. Борсолмағыҙ, бешерермен, табынығыҙ мул булыр.
Ҡыҙыҡһыныуымды еңә алмай һорап ҡуйҙым:
– Һыйыр һауаһыңмы әллә, еңгәй?
– Юҡ шу-ул... Кесе ҡыҙым – Розалиям быйыл 7-се класты бөттө бит. Сәпсим ҡул араһына керҙе. Ике һыйырҙы ла һауа, баҡсаны ҡарай, ырғаҡ менән бәйләргә өйрәнә башланы. Ә һөтө булһа, мин уны һә тигәнсе эшкәртәм ул. Әйҙә әле, үтеп ултыр. Хәҙер күбек майының айранын эсерәм. Тәмләп ҡара ла, нисек булғанын әйтерһең. Бөгөн генә эшләнем, – еңгәй алдыма оло кәсә менән мызлап торған айран килтереп ҡуйҙы.
Бер аҙ һөйләшеп ултыра торғас, күңелемде өйкәгән һорауҙы бирмәй түҙмәнем:
– Еңгәй, бынамын тигән итеп донъя көтөп тә, “ялҡау” тигән ҡушамат менән йәшәү ауыр булғандыр, ивет?
– Эй-й, күршекәйем, уның нимәһе бар?! Кеше һөйләй инде ул. Тәүге йылдарҙа ултырып илай инем, аҙаҡ һаңғырауға әйләндем дә ҡуйҙым. Унан ҡалһа, ауыл ерендә һыйыр һаумай йәшәгәс, ялҡау булмай кем булаһың инде? Тирә-яғың гөл булһа ла, өҫтәлеңдә һөт-ҡаймаҡ булмаһа, ҡатын-ҡыҙ ялҡау була. Шуға ҡәйнәмә лә, кешегә лә рәнйемәнем – һүҙҙәрендә хаҡлыҡ бар ине...
Гөлдәриә ВӘЛИТОВА.
(Дауамы бар).
– Ә ниңә шул һыйырҙы һауырға өйрәнмәнең һуң?
Еңгәй тағы бер көлөп ебәрҙе:
– Мин беләм ул, бикәс. Хатта мәктәп йылдарында һауынсы булырға хыяллана торғайным. Өйҙәге һыйырҙы әсәйгә тигеҙмәнем – иртәле-кисле үҙем һауҙым. Тик аҙаҡ бер хәл булда ла, ғүмерлеккә ҡурҡыу ҡалды. Һыйыр малынан ҡурҡам мин. Яҡын да юлламайым. Наил ағайың йәки балалар өйҙә булмаһа, көрәк һабынан өсләтә оҙон бер таяҡ эшләтеп алдым, шуның менән генә ҡыуып бикләйем. Хатта быҙауҙар ҙа уйнаҡлай башлаһа, тулаһа сығып ҡасам.
8-се класта уҡый инем, фермала эшләгән әсәйемә ярҙам итер өсөн эйәреп киттем. Ул яңы тыуған быҙауҙарҙы ҡарай ине, һылыуым менән алмашлап ярҙамға йөрөнөк. Был барғанымда һин дә мин торған бер һыйыр быҙауын күреп тотондо бит туларға! Ә әсәй йылдар буйы эшләп, өйрәнеп бөткән – бер генә ҡысҡырҙы ла, һауырға барып ултырҙы. Быҙауларға тейеш таналарға ашарға һалып йөрөй инем, бер заман әсәй ҡысҡырып ебәрҙе. Йүгереп эргәһенә барһам, ҡотом осто: ергә ҡолаған, аяғы нисектер йәпһеҙ ята, тирә-яғы ҡан. Ә теге һыйыр һаман тулай. “Әсә-әй!!!” – тип ҡысҡырғанымды ғына беләм. Башҡа малсылар килеп, һыйырҙы ысҡындырып ебәргәндәр. Әсәйемде дауаханаға оҙаттылар – тубыҡ янынан аяғы һынған булған. Ике ай самаһы ятты әсәй, ярты йылдан тағы операция эшләнеләр. Шөкөр, аяғына баҫты. Тик аҡһап, ғүмерлеккә ғәрип ҡалды. Мин шунан һуң ферма, һыйыр, тип ауыҙымды ла асманым. Күҙ алдына әсәйемдең ҡанһырап, әллә нисек булып ятҡан аяғы килә лә, иларға тотонам. Тәүҙә әрләп ҡаранылар, шунан хәлдең етди икәнен күреп, имсе әбейҙән ҡот ҡойҙорҙолар. Ярҙамы теймәне. Ә әсәй һаман шул һыйыр, тип ныҡышты. Әйтерһең дә аҡһаҡлығына ул сәбәпсе түгел. Ултырып эшләй алмағас, аппарат алып булһа ла һауып ала ине. “Һыйыр һауа алмағасың, мине рисауай итеп ауылда йәшәмә. Ана, тегенсегә уҡы, шунда берәйһе менән танышып, ҡалала төплән,” – тип һөнәрселек училищеһына, тегенсегә уҡырға ебәрҙе. Икенсе курста электрикка уҡыған Наил менән танышып, дуҫлашып киттек. Өйләнешеү тураһында һүҙ сыҡҡайны, һыйыр һауа белмәйем, мәйтәм, ҡалала йәшәйем. Уның да уйы ҡалала төпләнеү икән. “Әсәйем уҫал, ике ағайым да шуға ауылда ҡалманы. Мине лә ҡатыным менән йәшәтмәйәсәк ул,” – ти. Себер тарафтарына ла китергә була, тип өҫтәне. Шунан ҡайтып ниәттәребеҙҙе өйҙәгеләргә әйттек. Элек бит алдан танышыу тигән нәмә булманы, ниндәй ғаилә, ниндәй егет йә ҡыҙ икәнен таныш-белештәренән һорашалар ҙа, никах уҡытып та ҡуялар.
Беҙ ҙә шулай никах уҡыттыҡ, туйға әҙерләнеп йөрөйбөҙ. Бер заман балтаһы һыуға төшкәндәй булып Наил килеп инде: “Әсәй беҙҙе ҡырға ебәрергә риза түгел. Китһәгеҙ ҙе ҡараусым юҡ, тип военкомат аша саҡыртып, кире ҡайтарып алам, ти. Нимә эшләргә белмәйем,” – ти. Шул саҡта туйҙан баш тартырға кәрәк булғандыр ҙа бит, тик мин кешенән оялдым. Бармаҫ борон уҡ ире ташлаған, тигән һүҙҙән ҡурҡтым. Туйға әҙерләнәбеҙ, ә мин нисек йәшәрмен, тип илайым. Ағайың ике ут араһында яна. Әсәй машина яллап килеп, ҡәйнәм менән һөйләшеп тә ҡараны. Беҙҙе ситкә ебәреү тураһында ишетергә лә теләмәне. Иң ахырҙа әсәй: “Йылы һүҙ таш иретер, ти. Ҡәйнәңә яҡшы мөнәсәбәттә бул, башҡа эштәрҙе ҡулына тигеҙмәһәң, һыйырҙы үҙе лә һауыр,” – тип күнде.
Ҡәйнәмә ярай алманым. Өйҙө гөл иттем, төрләп-төрләп ашарға бешерҙем, өҫтөндәге кейемен көн аша йыуып торҙом, баҡса, бесән, хатта утынына тиклем әҙерләргә Наилгә ярҙам иттем, өй һалғанда ҡулымдан сүкеш-балта төшмәне – барыбер ялҡау булып ҡалдым. Кешегә сығып, аралашып йәшәһәм бәлки күрерҙәр, белерҙәр ине. Тик мин бөтә урам ишетерлек итеп ҡысҡырып әрләгәс, кешенән ояла инем. Бер килгәнендә килендәшем: “Иғтибар итмәҫкә өйрән, йә айырыл. Һинән дә яҡшы килен таба алмаясағын яҡшы белә ул, ҡайтып китһәң Наилдән алда үҙе барып алып, теле ҡыҫҡарыр,” – тип тә кәңәш биргәйне. Ҡайтманым инде, “һаңғырау” булыуҙы хуп күрҙем. Эй, ғүмер тигәнең, үтте лә китте. Хәҙер ана, әрләп ултырырға ла эшкинерлек ҡәйнәм юҡ, үҙемдең оло ҡыҙыҡай икенсе аҙнала егете менән таныштырырға алып ҡайтам, тип тора. “Әлдә малайҙар юҡ, Гөлкәй ҡәрсәй мәктәбен үттең, һин дә уҫал ҡәйнә булыр инең, киленеңде ялҡау, тип әрләп, көн күрһәтмәҫ инең,”– тип Наил ағайың да көлдө әле кисә.
Шулай, бикәс, ялҡау тиһәләр ҙә башҡаларҙан кәм булмай ғына ғүмер ителде. Артабан да шулай йәшәргә яҙһын. Кеше һүҙе була тора, үтә тора. Әсәйгә көлөп алам, бер генә лә һыйыр һаумаһам да, ауылда йәшәйем әле, тим...
Гөлдәриә ВӘЛИТОВА.