Бөтә яңылыҡтар
Махсус биттәр
15 Июль , 11:02

ҠОШ ЮЛЫНАН

(Роман-эссе трилогиянан өҙөк)

Мәктәп

1978 йылдың июль айынан мине мәктәп директоры итеп тәғәйен­ләнеләр. Хәстәрлек бермә-бер артты. Ауылдан өҫтәрәк, ҡалҡыулыҡта урынлашҡан мәктәп йортона күсеп сыҡтыҡ. Иртән, кис мейес, әшәк яғабыҙ. Иркен, йылы. Ҡатыным өсөнсө балаға ауырлы.
Мәктәп – өс йортта. Утын яғып  йылытыла. Яҡын-тирәлә урман хужа­лығы юҡ, яғыулыҡты уҡытыусылар менән әҙерләйбеҙ, трактор арбаһына үҙебеҙ тейәп ташыйбыҙ. Хаҡлы ял­дағы уҡытыусыларға ла утын кил­тереү мәктәп ҡарамағында. Туғыҙлы ауыл советы был бурысын үҙе атҡармай.
Мәктәп ихатаһы биләмәһендә тау-тау булып ҡайынағас ята. Уҡытыу башланмаҫ әүәл ир уҡытыусылар менән уны тәгәрмәсле трактор өйө­рөлөткән станокта бысабыҙ, уҡыу­сылар ярып өйә.
Йәйен байтаҡ ваҡыт утын әҙерләп уҙа. Ташырға трактор кәрәк. Бри­гадирға һорап барам. Ул инәлтә, ҡыр эштәре күп, ти. Мәктәптә совхоз эшселәренең балалары, үҙеңдең дә улың, ҡыҙың уҡый, тигәс, баш тарта алмай, транспорт биргеләй. Былай булмай, трактор алырға  кәрәк. Юл­лай башланым. Район ауыл хужа­лығы идаралығы башлығынан трактор даулайым. Биргеһе килмәй. Ра­йон партия комитеты секретарына, райсовет рәйесенә инеп, хәлде аң­латам. Айҙар үтә. Тамсы тама-тама боҙҙо тишә, тигәндәй, мин дә боҙҙай түрәләрҙе тиштем. Совхоз үҙәге Арыҫлан ауылында МТМ-ла эшләп йөрөгән ДТ – 54 тракторын арбаһы менән алып ҡайттыҡ. Хеҙмәт дә­рестәре уҡытыусыһы Булат ағайым әйтә:
– Өфөгә йөк машинаһы менән күргәҙмә кәрәк-яраҡ, станоктар, буяу, әлиф алырға барғанда, ҡеүәтле өс фазалы двигатель, ҙур түңәрәк бысҡы ла алып ҡайт. Утын бысырға йәтеш булыр, инәлеп йөрөмәбеҙ, – тине.
Ныҡышып алып ҡайттым. Май башында уҡ мотобысҡы менән дилән­кәлә ҡайын йығабыҙ. Дүрт йөҙ кубометр, иллеләп трактор арбаһы. Уҡы­тыусылар, уҡыусылар менән ботаҡ­тарын ботайбыҙ. Урман һаҡсыһы килеп етә.
– Энем, – ти, – сплошной йыҡҡан­һың, башымды төрмәлә серетәң инде.
– Серемәҫ, ағай, ҡырҡырға билет бар.
Ағайҙың нимә көҫәгәнен төшөнәм, сөңкәгә спирт ҡойоп бирәм.
– Һыу өҫтә,  бик ҡаты.
– Миңә шул көйө һәйбәт.
Эсеп ебәрә. Усы менән күкрәген һыйпап, уфылдай:
– Аһа-һа, аһа-һай, өтөп, таҙартып төшөп китте. Шәп!
– Еттеме?
– Икәү итәйем инде... Рәхмәт! Ди­ләнкәне таҙартып, ботаҡтарын ян­ды­рығыҙ инде, – тип, ҡәнәғәт  булып китеп бара.
Бригадирға инәлмәй үҙебеҙҙең  трактор менән Вязовка ауылы аръяғынан, ете саҡрым ерҙән, утын ташыйбыҙ. Уҡытыусыларым Булат, Сәйфетдин, Кәрим ағайҙар һәм үҙем тракторҙа алмашлап йөрөйбөҙ. Те­йәйбеҙ, бушатабыҙ. Арыта. Бер мәл өйөлгән арбаға йыуан ағасты дүртәүләп һалдыҡ та аҫҡа эйелдек. Саҡ баштарҙы күтәреп өлгөрҙөк, әле генә һалған сей, ауыр ҡайын тәгәрәп килеп тә төштө.
– Мейе ҡапҡастарыбыҙҙы онтай ине. Үлемдән ҡотолдоҡ таһа, – тине Кәрим ағай, ауыр һулап.
Көҙ етмәҫ  элек тау-тау утын өйөм­дәрен түмәргә бысырға кәрәк. Бысҡы ҡуйыу өсөн тимер станок яһатырға аръяҡтағы тимерлеккә сыҡтым. Ошонда иртәнән ҡара кискә тиклем бил бөккән, ҡуҙлыҡсала тир түккән, техника йүнәткән Ғәлиәкбәр, Әх­мәтхан ағайҙарға үтенесемде бел­дерҙем.
– Эшләп бирербеҙ, – ти Әхмәтхан ағай. – Хаҡы – дүрт пузырь.
“Пузырь” тигәне дүрт шешә араҡы инде. Ризалаштым. Аҙна үткәс, утын бысыу станогын мәктәп ихатаһына трактор менән һөйрәп алып ҡайт­тыҡ. Булат ағай өс фазалы двигателде электрға тоташтырҙы, ҙур бысҡыһын нығытып ҡуйҙы, үткерләне. Эшләтеп ебәрҙеҡ. Эшләй генә түгел, йырлай. Йыуан ҡайындарҙы түмәргә һуйып ҡына һала. “Ур-ра!” ҡысҡырҙыҡ.
Утын бысҡан, ярған, әрҙәнәгә өй­гән өсөн Туғыҙлы ауыл советы һуҡыр тин дә түләмәй. Ағайҙар уртаса йыуанлыҡтағы төҙ ҡайындарға күҙ һала.
– Әйҙәгеҙ ҡап уртаға ҡалын таҡта итеп бысайыҡ. Мал ҡуралары иҙә­ненә бик шәп буласаҡ. Әтеү мал-тыуар батҡаҡҡа батып тора. Мәктәп атының һарайына ла иҙән итеп түшәрбеҙ.
Двигатель гөжә генә. Быстыҡ. Ағай­ҙар ҡыуана. Ҡайын таҡталар йорт-ҡу­ра, хужалыҡ кәрәгенә бик тә таман булды. Түшәгәс, ҡаҡҡас, һөйәк һы­маҡ ҡатып, әллә нисә йылға сыҙанылар.
Ҡышҡылыҡҡа утын ҡоро торһон өсөн оҙон, киң япма ҡора башланыҡ. Һырттағы Шыбаҡ  урманынан имән бағаналар әҙерләп килтерҙек, ул­тырттыҡ. Район үҙәге Ҡыйғынан ауылдаш шофер менән икәүләп тейәп, бер машина шифер килтерҙек, йәһәт кенә ябып та ҡуйҙыҡ. Техничкаларым, әшәк яғыусыларым рәхмәт яуҙырҙы:
– Элек һыу, сей утынды тоҡандыра, яндыра алмай күпме интектек. Бер ыҙанан ҡотҡарҙығыҙ. Иҫән-һау ғына эшләгеҙ инде!
 
***
Мәктәбебеҙҙең ҙур ғына баҡсаһы ла бар. Унда емеш-еләк, йәшелсә, бәрәңге үҫтерәбеҙ. Мәктәп ашха­на­һына өлөш. Июль айында ҡарағатын ауыл халҡына һатабыҙ. Аҡсаһына саңғылар, өр-яңы ботинкалар алырға ҡарар ҡылдыҡ. Физкультура уҡы­тыусыһы Сәйфетдин Рамазанов күр­ше Силәбе өлкәһенең Һатҡы ҡала­һынан алып килде. Иҫкерә биргән ботинкаларын уҡыусыларға таратып бирергә булдыҡ. Әйҙә, өйҙә саҡ­тарында ла рәхәтләнеп йөрөһөндәр. Беҙҙең был ҡарарға Туғыҙлы ауыл советы бухгалтеры пыр туҙҙы:
– Минең алдымда ботинкаларҙы балта менән тураҡлағыҙ!
– Ботинкаларға ауыл советы аҡса сығарманы, уҡыусыларҙың үҙҙә­ренең хеҙмәт тырышлығына алынды, – тим. – Һин үҙеңдең эш хаҡыңа алған әйберҙәреңде тураҡламайһың бит, кәрәкмәһә мохтаждарға бирә­һең. Сауабы була. Йәнә беҙҙең уҡыусылар, даими шөғөлләнеп, ра­йон ярыштарында алға сыға. Кәрәкле нәмәне тураҡлау – гонаһ!
– Закон шулай ҡуша, – тип, бухгалтер үҙенекен туҡый.
– Яҡшы закон балаларҙы яҡлай.
– Ярай, кейеп йөрөһөндәр. Әммә утын бысыу станогығыҙҙы иҫәпкә индерәм.
– Мин ул станокты хәләл эш хаҡымды түләп эшләттем. Һеҙ аҡса бирмәнегеҙ. Шулай икән, иҫәпкә индерә алмайһығыҙ. Һатып ебәрһәм, үҙегеҙ утын быстырырһығыҙ, сығы­мы күберәк булыр.
Бухгалтер аптырап ҡайтып китте...
Башланғыс синыфтар уҡытыусыһы балаларҙы туҡландырған өсөн ата-инәләренән аҡса йыя алмай ыҙалай. Уны йәлләйем. Нишләргә? Башыма уй килде. Йыл һайын көҙөн совхозға бәрәңге алабыҙ. Бригадир тағы үтенеп килде.
– Бәрәңге алышабыҙ. Әммә минең дә шартым, үтенесем бар.
– Ниндәй шарт ул?
– Тәү йыйыуҙан уңыш алынып бөтмәй, тороп ҡала. Икенсегә ҡаҙ­ғысты үткәреп,  мәктәп иҫәбенә йы­йып тапшырабыҙ, аҡсаһын ауыл со­ветындағы мәктәптең махсус иҫә­бенә күсерәбеҙ, уҡыусыларҙы түләү­һеҙ ашатабыҙ.
Бригадир ыҡ-мыҡ итте, әммә башҡа әмәле юҡ, ризалашты. Шулай эшләнек тә. Балаларҙы түләүһеҙ аша­та башланыҡ. Район мәғариф бүлеге мөдире Камил Ғарифуллин да минең башланғысты хупланы. Төшкөлөккә майлы бутҡа ашап, сәй эсеп, уҡыусылар дәртләнеберәк уҡырға кереште.
   
***
1978 йылдың октябрь айы аҙа­ғында өсөнсө бала булып, ҡыҙыбыҙ тыуҙы. Исемде үҙем ҡуштым. Илгизә!  Уҡыу йылы башы ғына. Ҡыйын. Вилиәм кеүек юғары белемле математика уҡытыусыһын ҡапыл ғына табырлыҡ түгел. Йә инәкәйем юҡ бәпесебеҙҙе ҡарашырға. Ҡатыным имсәк бала менән эшләй алмай. Сараһыҙҙан уҡыу йылы тамамлан­ғансы бигүк йәтеш булмаған алмаш таптым. Һәйбәт уҡыта алманы. Шуға ла Илгизәбеҙгә ун айлыҡ ҡына сағынан, яңы уҡыу йылынан,  Вилиә эшкә сығырға мәжбүр булды. Оло ҡыҙға – дүрт, улыбыҙға өс йәш кенә. Көҙ. Балаларҙы үҙҙәрен генә өйҙә ҡалдырып, район үҙәгенә медицина тикшереүенә киттек. Ни йөрәк менән яңғыҙҙарын ҡалдырғанбыҙҙыр. Ҡай­тыуыбыҙға өйҙә – мәхшәр! Иҙән ап-аҡ! Соҡоп сығарып, бөтә ергә “Белизна” түккәндәр. Карауатта ятҡан бәпәйҙең кейеме лә ағарған. Йөрәк жыу итте, йәшебеҙ атылды. Нисек кенә бәпестең битенә, күҙенә түк­мәгәндәр? Хоҙай аралаған! Биҙрә­ләрҙәге эсәр һыуға һуған, бәрәңге һалғандар, табаға симешкә майы тултырғандар...
Район мәғариф бүлегенән инспек­торҙар килгәйне. Ул көндө балалар баҡсаһы эшләмәй ине. Беҙҙекеләр тағы үҙҙәре генә өйҙә ҡалды. Тикшереүселәрҙе төшкө ашҡа  алып ҡайттыҡ. Балаларыбыҙға бағыу ҙа юҡ, аш-һыу әҙерләйбеҙ, өҫтәлгә һауыт-һаба ултыртабыҙ. Ҡунаҡтар көлөмһөрәгәнгә ҡараһаҡ, бала-сағабыҙҙың биттәре, өҫтәре ҡоромға буялған, шайтан һымаҡтар. Шулай­ҙыр инде уҡытыусы яҙмышы, кеше балаларын уҡытабыҙ, тәрбиәләйбеҙ, ә үҙебеҙҙекеләр ҡарауһыҙ...
Рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы менән сетерекле хәл. Ул мин директор итеп тәғәйенләнгәнгә тиклем эшләй ине. Вайымһыҙ, мәктәптә исем өсөн генә йөрөгән кеүек күренә.  Йәнә дәрескә килмәгән, балалар шаулай. Сәбәбен асыҡларға йыйыштырыусы апайҙы фатирына йү­герттем.

(Дауамы бар).

– Ҡыйғыға ҡайтып киткән, – ти, апай.  
Әйтмәйенсә, һорамайынса нисек ҡайтып китмәк кәрәк? Килгәс, ҡаты иҫкәртеү яһаным. Ике-өс көндән тағы мәктәптә күренмәне. Ире менән һуғышҡан икән. Иғтибарҙы көсәйттем, дәресенә индем. Әҙерләнмәй килгәне ҡыланышынан һиҙелеп тора. Нишләргә белмәй торҙо-торҙо ла диктант яҙҙырҙы.
–  Дәрес планығыҙҙы күрһәтегеҙ әле? – тим.
Планы юҡ. Тамам тәҡәтте ҡоротто был уҡытыусы йораты...
Тарифтан үткәреү өсөн юғары белемле икәнен раҫлаған дипломын һорайым. Мәғариф министрлығы тарафынан бирелгән шикле танытма алып килде.
– Был юғары белемле икәнлегеңде дәлилләгән документ түгел, – тим. – Тарификация үтә алмайһың.
Хеҙмәт кенәгәһен ҡарайым. Ун дүрт йәшенән педагогик стаж иҫәпләнә. Ғәжәп! Ун биш йыллап юғары белемле һаналып, эш хаҡы алған. Нишләп район мәғариф бүлеге бухгалтерияһы быға иғтибар итмәгән.
– Ҡайһы педагогик инстиутта уҡынығыҙ, ҡасан? – тип, һорайым.
– Бөрөлә, – ти.
Мисәт баҫып, Бөрө педагогия институты ректорына хат яҙып ебәрҙем. Бер-нисә ай үтте, яуап юҡ. Нығыраҡ талап ҡуйып, тағы ла яҙҙым. Был юлы оҙаҡ көттөрмәй яуап килде. Ошо исем-шәрифле ҡатын-ҡыҙ имтихандарын тапшырмағаны өсөн педагогия институтынан ҡыуылды, тиелгән, мисәт ҡуйылған.
Район мәғариф бүлеге мөдиренә барҙым:
– Камил Ғөбәйҙуллович, ошо ҡатын-ҡыҙҙы мин башҡа мәктәптә тота алмайым.
– Һорамайынса бер нисә көнгә ҡайтып китә. Ире менән һуғышып, мәктәпкә килмәй. Дәрестәренә әҙерләнмәй. Акт төҙөнөк. Юғары белем тураһында дипломы ла юҡ.
– Нисек юҡ?
– Бөрө педагогия институтынан ҡыуылған. Һеҙ быны яҡшы беләһегеҙҙер. Бына  ректор ҡул ҡуйған яуап.
Рәсми яуапты алып уҡыны ла мәғариф бүлеге мөдире ҡағыҙҙы ташлап ебәрҙе:
– Эт икәнһең!
– Камил Ғөбәйҙуллович, мин түгел, ә Мәғариф министрлығынан ялған танытма биргән кеше, яҡшылап дәрес үткәрмәгән, намыҫын юйған уҡытыусы, йәнә уға тейешһеҙ эш хаҡы түләүселәр – эт! Тиҫтә йылдан ашыу алдыҡ юл менән алған аҡсаһын кире ҡайтарырға тейеш була. Хеҙмәт кенәгәһенә ун дүрт йәшенән педагогик стаж яҙылған.  Суд эше бит был!
– Уның атаһы судья ине. Ярар, ныҡ шаулама. Һеҙҙең мәктәптән алырмын, икенсе урынға ебәрермен.
Камил Ғөбәйҙулла улы Ғарифуллин мәғариф бүлеге мөдире булып оҙаҡ йылдар эшләгән етәксе, ғәмәлдә итәғәтле, игелекле кеше. Шуға ла мин уны ҡыйын хәлдә ҡалдырғым килмәне.
КПСС-тың Ҡыйғы район комитетының пропаганда бүлегенә инспектор итеп эшкә саҡырҙылар. Был тәҡдим көтөлмәгән һымаҡ тойолдо. Шундуҡ ыңғай яуап бирмәнем.
–  Ентекләберәк уйлайым, ҡатыным менән кәңәшләшәйем әле,  –  тинем.
–  Ҡыйғыла уңайлыҡтар юҡ, ике ҡатлы ҙур йортҡа бер туалет, уныһы ла тышта, бысраҡ. Өс бала менән интегербеҙ. Унда барғансы, Иҙристә йәшәү яҡшыраҡ. Үҙебеҙҙең һыйыр, мал-тыуар, бәрәңге, йәшелсә, йәнә мунса, –  тине Вилиә.
Ул хаҡлы ине. Исеме генә район үҙәге, үҙ йорттары барҙар өсөн генә йәтеш. Барманыҡ.
Мәктәптә лә, ауыл клубында ла төрлө тамаша, йыр, бейеү, конкурс менән Яңы йылды ҡаршыланыҡ, еңеүселәргә Булат ағай менән Һатҡы ҡалаһынан алып килгән бүләктәрҙе өләштек. Тынғыһыҙ эш-мәшәҡәттәрҙән һуң уҡытыусыларға ял бирҙем. Икенсе ғинуар көндө район үҙәгенән килгән вәкил мине мәктәпкә саҡыртып, кеше ебәргән. Барҙым. Халыҡ депутаттарының Ҡыйғы район Советы рәйесе Риф Баян улы икән. Иҫәнләштек, ҡушҡуллап күрештек.
– Ниңә мәктәп бикле, уҡытыусыларың эшләмәй? – ти.
– Беләһегеҙ, ауылда бөтә мәҙәни, тәрбиәүи сара уҡытыусылар иңендә.  
Яңы йыл алдынан улар көнө-төнө эшләне. Бөгөн ял бирҙем.
–  Ул ниндәй ял?
– Уҡыусылар каникулда. Уҡытыусылаҙың да ғаиләһе, мал-тыуары, үҙ хәстәрлектәре бар. Совхоз эшселәре кеүек улар яҙын һалам яндыра, ҡарағай үҫентеләре ултырта, ер тырмата, йәйен бесән, япраҡ әҙерләшә, көҙөн ырҙын табағында иген елгәрә, ҡышын малсылыҡ фермаһына шефлыҡ итә. Шулай әүҙем булһалар ҙа, автолавка килһә, уларға бер әйбер-ҡара һатмайҙар. Фәҡәт совхоз эшселәренә генә  килтерәләр. Уларҙың балаларын уҡытҡан уҡытыусыларға бер нәмә лә юҡ. Шуны хәл итер инегеҙ!
–  Район үҙәге мәктәптәре бөгөн эшләй.
– Иҙрис район үҙәге түгел, Риф Баянович! Шәп булғасһың, үҙең ошонда кил дә директор бул!
– Бөгөн ниндәй көн һуң, ниндәй көн! – тип уфылданы Риф Баян улы. – Килешләй Теплый Ключ ауылы магазинына туҡтағайным. Халыҡ зыулашып, ғауғалашып сиратта ниндәйҙер ризыҡҡа болаша, тартҡылаша. Һатыусы ҡатынға иҫкәрмә яһағайным, прилавка артынан сыҡты ла миңә асыуланып:
–  Шәп кеше икәнһең, үҙең тор ҙа һат! – тине.
Риф Баян улы бутҡа бешерә алмай көлөмһөрәп ҡайтып китте.
–  Яңы йыл менән! Хәйерле юл! – тип, йылмайып тороп ҡалдым.
  
***
Уҡыу-уҡытыу тейешле кимәлдә, фәһемле булһын өсөн заманса әсбаптар  кәрәк. Уҡыусылар тыңлау, ишетеүҙән тыш күрергә, тотоп ҡарарға, үҙ ҡулдары менән эшләргә, зиһенен егергә лә тейеш.  Шуға ла директор булып эшләгән осорҙа Өфөнән ике киноаппарат, кодоскоп, фильмоскоптар, физприборҙар, өр яңы карталар, ағас, металл эшкәртеү станоктары һәм башҡа нәмәләр алып ҡайттым. Район үҙәге Үрге Ҡыйғы мәктәптәренән дәрес ҡарарға килгән уҡытыусыларҙың һуштары китә:
– Кодоскоптары бар! Беҙҙә юҡ.
– Пробиркаларығыҙ әллә күпме! Зинһар, бирегеҙ әле?
– Карталарығыҙ икешәр. Шуларын алайым әле...
Уҡытыусылар белемен даими камиллаштырһын өсөн методик ҡулланмалар, матбуғат баҫмалары мотлаҡ. Уларҙы  теләйҙәрме-юҡмы үҙ фәндәре буйынса “Математика в школе”, “Физика в школе”, “Химия в школе”, “История в школе”, “География в школе”, “Русский язык в школе”,  “Башҡортостан уҡытыусыһы” журналдарына, “Учительская газета”, “Литературная газета”, “Совет Башҡортостаны” гәзиттәренә яҙҙырам. Һәр уҡытыусы тиҫтәнән ашыу матбуғат баҫмаһын алдыра. Улар – коллектив менән сәйәси уҡыуҙар, педагогик кәңәшмәләр үткәргәндә лә бик файҙалы ҡулланма.
Үҙем иһә тарих фәнен уҡытам. Дәреслек буйынса ғына түгел. Халҡымдың тарихына, шәжәрәләренә, эпостарына, дастандарына, ҡиссаларына, ҡобайырҙарына, йырҙарына, легендаларына, риүйәттәренә, бәйеттәренә,         ғөрөф-ғәҙәттәренә таянып. Төрлө дәүерҙәрҙе, ижтимағи ҡоролоштарҙы өйрәнгәндә “Урал батыр”, “Аҡбуҙат”, “Заятүләк менән Һыуһылыу”, “Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу”, “Алпамыша”, “Аҡһаҡ ҡола” эпостарын әүҙем ҡулланам, уларҙан өҙөктәр килтерәм. Балалар йотлоғоп, ауыҙҙарын асып тыңлай. “Башҡортосан уҡытыусыһы” журналында тәжрибәм менән уртаҡлашып, “Тарих һәм әҙәбиәт дәрестәрендә халыҡ ижадын ҡулланыу” тигән мәҡәлә лә яҙып сыҡтым.
Уҡытыусыларҙың август кәңәшмәһенең икенсе көндө үткән семинар уҡыу-фекер алышыу мәлендә күрше Арыҫлан урта мәктәбенең тарих фәне уҡытыусыһы, ҡатын-ҡыҙ заты, маһайып әйтеп ҡуйҙы:
– Беҙҙең зонала мин генә тарих факультетын тамамлағам. Ҡалғандарҙың махсус белеме юҡ. Асыҡ дәрестәрҙе ҡайһы мәктәптәрҙә үткәрәбеҙ?
– Иң тәүҙә Иҙрис мәктәбендә асыҡ дәресте мин күрһәтәм, – тинем.
Билдәләнгән көн килеп тә етте. Райондың байтаҡ мәктәбенән тарих фәне уҡытыусылары асыҡ дәрес ҡарарға килде. Бер нисә синыфта дәрес үткәрҙем.
    Боронғо эпостарыбыҙ тарихи-этнографик мәғлүмәттәргә байлығын хәтергә төшөрөп, Йәнбирҙе, Йәнбикә, Урал ата, Һомай инә нәҫелдәренең һунарсылыҡ, йылҡысылыҡ менән шөғөлләнеүҙәре, мифологик ышаныуҙары, ҡараштары “Урал батыр”, “Аҡбуҙат” эпостарында төҫмөрләнеш табыуын, йәнә ырыу ҡоролошоноң тарҡала барыуын аныҡ һүрәтләүҙәр аша раҫланым. Был әҫәрҙәрҙә һүрәтләнгән ҡанбабаларыбыҙҙың кәсептәре, мөнәсәбәттәре, боронғо мәжүсилек инаныуҙары тураһындағы белешмәләрҙе миҫалға килтерҙем.
Ҡанбабалар күк есемдәрен илаһилаштырған. Рухы тере һыуҙай йыр-моң менән һуғарылған, йәше һикһәндән уҙған ҡәрҙәшем, ауылдашым Шәмсиә әбей Сафина көйләп ишеттергән «Ай менән Ҡояш» бәйете ҡанбабаларыбыҙҙың боронғо магик ышаныуҙарын һүрәтләү, күк есемдәренә табыныу йәһәтенән айырыуса иғтибарҙы йәлеп итә. Бәйеттә йәшәүгә йәм биргән Ай менән Ҡояш данлана, Ай «күгелйем күлмәк», Ҡояш «алһыу ҡыҙыл күлмәк» кейгән, Ер йөҙөн яҡтыртам тип донъяға килгән йәнле, ҡөҙрәтле ҡиәфәттә күҙаллана. Ҡояш йәшәү сығанағы, ризыҡ бүлеүсе, таратыусы итеп тә тасуирлана. Ҡояш — сәсеүлектәрҙе йылытыусы, тәбиғәткә йән өрөүсе иң көслө рух. Рухтарҙың ихтыяры буйынса ҡар, ҡалын боҙҙар ирей, яҙ килә, ямғыр яуа, үлән, иген үҫә... Бәйеттә Ай менән Ҡояш бына шулай йәнләндерелеп һынландырыла:
Айға ла бар был бәйет,
Көнгә лә бар был бәйет.
Әҙерәк әйтеп үтәйем,
Һеҙ итмәһәгеҙ ғәйеп.
Айҡайҙың исеме 
Ҡәмәр Маһиҙыр,
Ҡояшҡайҙың исеме                                                                                                   Ҡәмәр Шәмсиҙер.
Исеме Ҡәмәр Маһиҙың 
Күгелйемдер күлмәге.
Бөтә Ер йөҙөн яҡтырта —
Уның беҙгә бүләге.
Исеме Ҡәмәр Маһйым 
Күгелйем күлмәк кейгән.
Ер йөҙөн яҡтыртам тиеп, 
Ул бит донъяға килгән.
Исеме Шәмси Ҡояштың
Алһыу ҡыҙыл күлмәге.
Бөтә Ер йөҙөн йылыта —
Уның беҙгә бүләге.
Исеме Шәмси Ҡояшым 
Нурланып ҡына килә. 
Йоҡламайыҡ шул сағында — 
Ул беҙгә ризыҡ бүлә.
Исеме Шәмси Ҡояшты
Барыбыҙ ҙа ярата.
Ул да беҙҙе бик ярата — 
Беҙгә ризыҡ тарата.
Исеме Шәмси Ҡояшым, 
Тыуа ул матурланып.
Киң болонға ризыҡ сәсә 
Йәмләнеп, ғорурланып.
Исеме Шәмси Ҡояшым, 
Батырлығыңды белгерт,
Йылмайып ҡына тыуып һин, 
Йәндәргә йылы керет.
Исеме Шәмси Ҡояшым 
Батырлығын белгертә:
Ап-аҡ ҡарҙарҙы юҡ итә, 
Ҡалын боҙҙо ла иретә.
Бишенсе синыфта грек мифологияһындағы игелекле титандарҙың яуыз көстәрҙән өҫтөнлөгө тураһында һөйләгәндә “Алпамыша” эпосынан Алпамыша образына туҡталдым. Эпос  ғәҙәти булмаған матурлыҡҡа һәм бәһлеүән ҡөҙрәтенә эйә геройҙарҙың мөғжизәле тыуыуы, бала сағы, уларҙың ҡауышыр алдынан ҡара ҡаршы көрәше хаҡында бәйән итә. Алпамыша һәм Барсынһылыуҙың алышы матриархат менән патриархат араһындағы оҙайлы көрәштең образлы сағылышы булып тора. Алпамышаның еңеүе матриархаттың еңелеүен кәүҙәләндерә. Герой тыуған ерҙе яҡлау мәсьәләһен дә уңышлы хәл итә. Алпамыша халыҡты берләштерә, илдә тыныслыҡ һәм ғәҙеллек урынлаштыра.
Дүртенсе синыфта иһә Бөйөк Ватан һуғышы темаһы буйынса дәрес бик йәнле, фәһемле үтте. Дәрестә орден, миҙалдарын таҡҡан ветерандар ҙа ҡатнашты. Тамуҡтай мәхшәр, ут эсендә иҫән ҡалған, Эльбаға еткән Минһаж ағай Яруллин һуғыш ваҡиғалары, ауылым апайҙары ҙур ыҙа менән тимер тәгәрмәсле тракторҙа ер һөрөүҙәре, һарыҡ  һауып, сыр әҙерләүҙәре тураһында һөйләне. Уҡыусыларҙың күҙҙәренән йәштәре эркелде.
– Бындай йөкмәткеле, тәьҫирле дәрестәрҙе тәү күреүебеҙ, хәтәр бит, хәтәр! – тип, тәьҫораттары менән уртаҡлашты килеүселәр.
– Тарих дәресен ошолай фәҡәт филолог ҡына уҡыта алалыр, – тине Йосоп мәктәбенең тарих уҡытыусыһы Ғималетдин Ямалетдинов.
Икенсе көндө Арыҫлан урта мәктәбенә был зонала мин генә махсус белемле тарихсы тип маһайған коллеганың дәресен ҡарарға барҙыҡ. Башта үткән тема буйынса бер үҫмерҙе таҡта янына саҡырҙы, шунан икенсеһен. Һөйләй алманылар. Һорауҙар биреп ҡараны. Бер генә уҡыусыһы ла ҡул күтәрмәне. Күрәһең, дәрескә бөтөнләй әҙерләнмәй килгәндәр. Бындай хәлдән уҡытыусы ҡаушап ҡалды, яңы теманы ла күңелдәргә һеңерлек итеп аңлата алманы. Дәрес яҡшы баһаға лайыҡ түгел ине. Фекер алышырға йыйылғас, йөҙө буҙарған ханым:
– Рыцарь булығыҙ инде, тетмәмде тетмәгеҙ! – тип кенә әйтә алды.
Һигеҙ саҡырымда ғына ятҡан Аҫылғужа ауылына юлландыҡ. Ҡарағай бүрәнән һалынған мәктәпкә индек. Тарих уҡытыусыһы оло йәштәге ир-уҙаман, түшендә  – орден, миҙалдар. Ун биш минут самаһы ваҡыт кәрәкле картаны эҙләп уҙҙы. Ниңәлер алдан элеп ҡуйылмаған. Ҡәҙимгесә, үткән теманы ҡабатларға булдылар. Бер генә бала ла яуап бирәм тип, ҡул күтәрмәй. Баштарын аҫҡа эйеп, шып-шым ултыралар. Ағай нишләргә белмәй аптырап торҙо-торҙо ла:
– Белмәһәгеҙ ҙә ҡул күтәрер инегеҙ, исмаһам? – тигән булды.
Көлөрһөң дә, иларһың да. Ағай ҙа, балалар ҙа йәл.
Ер йылыһын бала тәү  тапҡыр тыуған төйәгендә тоя. Белем нурын да беҙ тәүләп йәнтөйәгебҙҙә алабыҙ. Ер ямғыр шифаһы, кеше белем менән йәшәрә, ти халыҡыбыҙ. Аң-белем, тәрбиә ерлеген йәшәртер, белем һарайҙарына илтер, сафлыҡ бөркөр яуын һымаҡтыр остаз уҡытыусылар. Бала, үҫмер  саҡта уҡытыусының абруйы һәм дәрәжәһе бик юғары ине. Беҙ уны донъяла иң изге, иң ғәҙел, иң белемле кеше итеп белә инек. Беҙ генә түгел, атай-инәйҙәребеҙ ҙә уҡытыусыны хөрмәтләне. Атайымдың әйткәне мәңгелеккә хәтеремә уйылған:
– Улым, уҡыу – энә менән ҡойо ҡаҙыуға тиң. Уҡытыусың, Йомаҙил ағайың биштәрҙе һандыҡҡа һалып, йоҙаҡ менән бикләп ҡуйған. Дүрттәре – асыҡ һандыҡта, өстәре – ҡапҡасы өҫтөндә, икеләре аяҡ аҫтында ята. Биштәрҙе һандыҡтан асып алыу өсөн белем асҡысы кәрәк. Ә асҡысты тырыштар ғына таба ала. Уның ҡайҙалығы дәреслек, китап биттәренә яҙылған.
Атайымдың һүҙҙәре хаҡ булып сыҡты. Энә менән ҡойо ҡаҙығандай белемде бик оҙаҡ эстәнем, тәүҙә мәктәптә, шунан педучилищела, университетта, аспирантурала. Был ғына ла етмәй, ғөмүмән, кеше ғүмер баҡый аң-белемгә һыуһап йәшәй, сарсаған күңелдәрҙе ҡандырыр рухты йәшәртер тере һыуҙы эсә лә эсә.
Уҡытыусы быҫҡып түгел, янып йәшәргә тейеш! Педучилищела уҡығанда “Мин ни өсөн уҡытыусы һөнәрен һайланым?” тигән темаға яҙылған иншама ошо оло мәғәнәгә эйә һүҙҙәрҙе эпиграф итеп алғайным. Был ҡанатлы һүҙҙәр уҡытыусыларҙың эшләү, йәшәү девизына әйләнһә икән.  
Халыҡ хуп күргән, ҡәҙер иткән мәктәптәр, уҡытыусылар бар, ҡыуанысҡа. Шуға ла һигеҙенсе синыфтан һуң бик яҡшы уҡыған балаларҙы 1- се республика башҡорт интернат-мәктәбенә уҡырға барырға димләнем. Барҙылар, уҡынылар, юғары уҡыу йорттарына инделәр.
1981 йылдың 3 октябрендә КПСС-тың Ҡыйғы район комитетының беренсе секретары Дияс Файзрахманов йәш быуынды уҡытыуҙа һәм тәрбиәләүҙә өлгәшкән уңыштарым өсөн мине Почет грамотаһы менән наградланы. Унда В. И. Ульянов – Лениндың киң билдәле ошо һүҙҙәре лә бар ине: “Партия – ум, честь и совесть нашей эпохи, йәғни партия – беҙҙең эпоханың аҡылы, сафлығы һәм намыҫы”.
1982 йылдың 19 майында иһә балаларҙы уҡытыуҙа һәм тәрбиәләүҙә өлгәшәкән уңыштарым өсөн Башҡорт АССР - ы Мәғариф министрлығының һәм мәғариф, юғары мәктәп, фәнни учреждение хеҙмәткәрҙәре профсоюзының Башҡортостан өлкә комитетының Почет грамотаһы менән бүләкләндем.
 
 ***
Мәктәп – үҙенә күрә бер дәүләт, белем, сәйәсәт, мәҙәниәт, ижтимағи тормош үҙәге. Мин уҡытыусылар, Кәрим Әкембәтов коммунистар менән сәйәси уҡыуҙар алып бара. Партия тормошо, йорт-ил, халыҡ, социаль хәл, донъяуи, синфи мөнәсәбәттәр, ил башлыҡтары ҡуйған бурыстар тураһында уҡыуҙар үткәрәбеҙ. Һәр байрамда клубта докладтар һөйләйбеҙ, уҡыусылар концерт ҡуя. Университетта уҡығанда драма түңәрәгендә ҡатнашҡас, уҡытыусылар һәм ауыл егеттәре, ҡыҙҙары менән берлектә спектаклдәр ҡуябыҙ, күрше ауылдарға ла барабыҙ. Ҡәрҙәштәр эркелешеп килә, хуплай. Кәрәк урында тамашалар магнитофонға алдан яҙылған музыка, ҡоштар һайрауы, әтәстәр ҡысҡырыуы, һыйырҙар мөңрәүе һәм башҡа тауыштар менән оҙатыла бара. Ауылдың драма түңәрәге сәхнәләштергән бындай тамашаларҙан халыҡ хайран ҡала. Спектакль тамамланғас, бәғзе ҡәрҙәштәр сәхнәгә күтәрелеп:
– Ауыл тормошон йәнләндерҙегеҙ, кәйефтәрҙе күтәрҙегеҙ, гөрләтеп йәшәге килеп китте. Рәхмәт! – тиҙәр.
Йәшәү сәме, ғәме, дәрте... Илаһ тарафынан һәр кемгә нур һалынған, ошо нурҙы баҙлатыу кешенең үҙенән, тиҙәр. Яҡты донъяларға бер тыуғас, ҡыуанып, илһам менән оҙон-оҙаҡ күркәм, әҙәмсә йәшәргә кәрәк. Мин был дарманды ауылымдың аҡһаҡалы Ҡазихан бабайҙа күрҙем. Өс һуғышта ҡатнашһа ла, йәше туҡһанға етһә лә, йәшәүҙән туймай донъя көтә, һыйыр тота. Ауылдан аҙ ғына өҫтәрәк, һыртта, Сабынлығы бар. Инде иркенләп, теләгәненсә йөрөй ҙә алмай. Эйелеп уң аяғын ике ҡулы менән алға этә лә салғыһын һелтәй, шунан һул аяғын этәреп, йәнә саба. Шулай бесән эшләй. Мин һушым китеп, тетрәнеп ҡарап торҙом. Был күренеш ғүмерем буйы күҙ алдымдан китмәне, фәһем булып, йәнемә уйылды.

Сәлимйән БӘҘРЕТДИНОВ

Читайте нас: