Бөтә яңылыҡтар
Махсус биттәр
8 Июль , 09:56

Мутлашыусылар бер кемде лә йәлләмәй

йәки Ялған эш тәҡдим итеүселәр һәм нотариустар тоҙағына эләгеп ҡуймағыҙ

Яңғыҙы ике бала тәрбиәләгән Дилә* бәләкәй генә магазинда һатыусы булып эшләй. Бер ҙә тормошо ырамай уның. 
– Ырар ҙа ине, әгәр ҙә эш хаҡым йүнле булһа, – тип бошона ҡатын. – Ә былай ни бөтә тап­ҡан-таянған аҡсамды ай һайын тотоноп бөтәм дә ҡуям, йыш ҡына әсәйемдән үтескә лә алырға тура килә. 
Әсә кеше ни, бурысҡа, тип бир­мәй инде ул, рәхәтләнеп тотон, тип пенсияһының бер өлөшөн өлкән балаһының усына йомдора, ләкин Диләгә оло кешенең аҡсаһына ҡарап ултырыуы оят. Ә киләһе йылда бер ҡыҙы ун беренсе синыфты тамамлай, икенсеһе – туғыҙҙы. 
– Сығарылыш уҡыусыларына күпме аҡса кәрәк буласаҡ! – 2025 йылды уйлап, Диләнең сәсе үрә тора яҙа. – Балаларҙың атаһынан бер файҙа юҡ. Алдаҡсы, ҡарун ир һуңынан ҡыҙҙарымды килеп ҡаңғыртып йөрөмәһен, тип үҙем алиментҡа биреүҙән баш тарттым һәм быға һис тә үкенмәйем. Айырылышҡан ирем – бер тин биреп, ун тин итеп ҡоҫтороп ала торған әҙәм. 
“Ситтән тороп эшләү урынын йәки Себерҙә вахталы эш эҙләп ҡарар кәрәк”, – ошо уйға килгән Дилә һатып алыу­сыларҙың юҡ­лығынан файҙаланып, интернет аша эш ҡараштыра башлай. Эш эҙләйем, тип яҙыуы була, шунда уҡ сағыу иғлан да килеп сыға. Ҙур хәрефтәр менән “ЭШ. СИТТӘН ТОРОП ЭШЛӘҮ! ЮҒАРЫ ЭШ ХАҠЫ. ИҢ УҢАЙЛЫ ШАРТТАР!” тип яҙылған, аҫтараҡ бәй­ләнеш өсөн телефон номеры ла күрһәтелгән. Дилә ҡы­ҙығып, шыл­ты­ратҡас, уға бот яуаплай. Клавишалар ярҙамында бер аҙ аралашҡас, бот, менеджер менән һөйләшергә теләйһе­геҙме, тип һорай: “Эйе” икән – 1–гә баҫы­ғыҙ...” Дилә баҫа. “Шылтыра­ты­уығыҙ өсөн рәхмәт. Яҡын арала менеджер һеҙҙең менән бәйлә­нешкә инәсәк”, – шуның менән ҡыҫҡа аралашыу тамамлана. Икен­се көнөнә Диләгә ир кеше шылтырата. Үҙен кадрҙар агент­лығы хеҙмәткәре тип танытҡан яғымлы тауышлы ир бик итә­ғәтле итеп һөйләшә, ситтән то­роп эшләү буйынса вакансия­ларҙың күплеге, юғары хеҙмәт хаҡы, уңайлы шарттар хаҡында бәйән итә, Диләнең аныҡ ниндәй эш эҙләүен белешә. Ирҙең иғ­тибарын тойған яңғыҙ ҡатын үҙе лә аңғармаҫтан асылып, шәхси тормошон, бер үҙе ике бала үҫ­тереүен һөйләп ташлай, аҡса­лыраҡ һәм тынысыраҡ эш тура­һында хыялланыуын да йәшермәй. 
– Беҙ һеҙгә мотлаҡ ярҙам итә­сәкбеҙ, – ирҙең тауышы ышаныслы яңғырай. – Һеҙгә документтар менән эшләүсе менеджер эше тура киләсәк, тип уйлайым. Ҡыҫҡаһы, мин хәҙер һеҙгә мессенджер аша анкета ебәрәм, Һеҙ шуны тултырырһығыҙ ҙа, һөйләшеүҙе дауам итербеҙ.
“Тиҙҙән тормошом яҡшы­ра­саҡ!” – тип дәртләнгән Дилә анкетаны ихласлап тултыра һәм рекрутерҙың ҡабаттан шылты­ратҡанын саҡ көтөп ала.    
– Анкетағыҙҙы алдыҡ, хәүеф­һеҙлек тикшереүен үттегеҙ, – ти ир, һаулыҡ һорашҡас. – Фрилансер булараҡ һеҙгә бик уңайлы шарттарҙа эш тәҡдим ителә. Тик өҫтәмә курстарға уҡырға инергә кәрәк буласаҡ. Хаҡы ҡыйбат түгел, ни бары илле мең һум...
“Илле мең һум” тигәнде ишет­кәс тә, Дилә ултыра төшә:
– Минең унсама аҡсам юҡ...
– Ә күпме түләй алаһығыҙ?
– Әллә... ммм... иң күбе биш мең һум...
– Дилә ханым, был көлкө! Биш мең һум, тип кеше көлдөрмәгеҙ. Илле мең һум кире ҡайтасаҡ бит һеҙгә! Тәүге эш хаҡы менән бергә!
– Минең, ысынлап та, ундай аҡсам юҡ, – Дилә сәс төптәренәсә ҡыҙара. 
– Банктан кредит алырға мөм­кин. 
– Эйе шул, – Дилә үҙенең аң­һыҙ­лығы өсөн билдәһеҙ ир алдында сикһеҙ уңай­һыҙлана. – Бөгөн үк кредит алам да, күсерәм.
– Килештек. Һеҙ аҡсаны минең ошо номерға күсерегеҙ, мин үҙем реквизиттар буйынса түләүҙе башҡарып ҡуйырмын.
Ҡатын онлайн банк аша кредит юллап, аҡсаны рекрутерға күсерә. Үҙе, “кадрҙар агентлығы хеҙмәт­кәре” тигәнем аферист булмаһа ярар ине, тип ҡурҡып бөтә. Һәм икенсе көндө ирҙең яғымлы тауышын ишетеп, еңел тын ала:
– Курстар ҡасан башланыр икән? 
– Тейешенсә кешене, йәғни студент­тарҙы йыйып бөтөү ме­нән. Яҡынса бер-ике аҙнанан, тип уйлайбыҙ, Дилә ханым. Әйт­кәндәй, һеҙгә яңы банк картаһын рәсмиләштерергә кәрәк. Уны үҙебеҙ эшләйәсәкбеҙ. Тик бының өсөн зумды ҡуйырға, конферен­цияға инергә, “бү­лешергә” ти­гәнгә баҫып, “экран” вариантын һайларға кәрәк буласаҡ. Хәҙер һылтанма ебәрәм.
Һылтанма буйынса күскән Дилә үҙ ҡулдары менән мутла­шыусыға “йәшел ут” аса: уның телефоны менән ситтән тороп идара иткән оятһыҙ бәндә былай ҙа осон-осҡа саҡ ялғаған ҡатын­ды тамсы ла йәлләп тормайынса, кредит һаҙлығына батырып, эҙһеҙ юғала... Бисара ҡатын, алты йөҙ мең һумды ҡалайтып тү­ләйем, тип аҡылдан яҙыр сиккә етеп, шаңҡыуҙан дауаханаға эләгеп, яҡындары ярҙамында көскә кеше булып килә. 
Балаларына финанс ярҙам күрһәтергә тырышҡан Рәмзиә лә аҡсалыраҡ эш эҙләгән саҡта муттар тоҙағына ҡаба. “Бәйләнештә” вакансиялар тәҡдим иткән төркөм уны Телеграмға килтерә. “Текә” нефть-газ ойошмаһының кадр­ҙар бүлеге хеҙмәткәре” (ҡатын кеше), Һеҙҙең кура­то­рығыҙ булам, тип таныша, етди, эшлекле яҙыша. Рәмзиәне, йыйыштырыусы, һаҡсы-контролер вакансиялары бар, тип өмөт­лән­дереп, уның бөтә документының күсермәһен һорап ала, бланк ебәреп, анкета тултырта, тиҙ арала медицина тикшереүен үтергә ҡуша. Рәмзиә, ҙурыраҡ эш хаҡы түләнгән һаҡсы-контролер эшенә әҙерләнеп, түләүле медицина тикшереүен үтә лә, бе­лешмәнең фотоһын уға һала. Бер аҙ ваҡыт үткәс, “кадрҙар бүлеге хеҙ­мәткәре” шылтыратып, сит­тән тороп уҡыу үҙәгендә уҡырға, танытма алырға ҡуша. Уҡыу хаҡы утыҙ мең һум тирәһе була. Рәмзиә, минең ундай аҡсам юҡ, үҙегеҙ түләгеҙ, барыбер мин һеҙгә эшкә барам да инде, эш хаҡынан тотоп алып ҡалыр­һығыҙ, тигәс, “куратор”, исмаһам, яртыһын түләгеҙ, тип ныҡыша:  
– Беҙ ҙә Һеҙҙе бушлай уҡыта алмайбыҙ, ярты сумманы булһа ла, үҙегеҙ түләргә бурыслы. 
– Ярай, улайһа яртыһын тү­ләйем, – тип килешергә мәжбүр була Рәмзиә. 
– Һылтанма ебәрәм, шундағы реквизиттар буйынса аҡсаны күсерерһегеҙ, – ти “куратор” ҡатын ҡоро ғына.
Рәмзиә онлайн банк аша аҡсаны кү­серергә йыйынғас, уға раҫлау коды менән ҡуша иҫкәртеү килә: “Аҡсаны күсерер алдынан тикшерегеҙ. Был, бәлки, мутла­шыусыларҙыр”. Һағайған ҡатын Теле­грамдағы ойошма­ның исемен яҙып, интернетта мәғ­лүмәттәр эҙләп ҡарай ҙа, “кураторға” шылтырата:
– Мин әлегә аҡсаны күсер­мә­нем, сөнки һеҙ, бәлки, афе­ристарҙыр...
Шуғаса үҙен эре, һалҡын ғына тотҡан “куратор” кинәт ҡайнап-ҡыҙып китә:
– Нишләп беҙ аферист була­йыҡ?! Беҙ ҙур компанияның етди бүлеге! Күпме ва­ҡытымды алды­ғыҙ! Уҡыу өсөн аҡса күсерә­һегеҙме-юҡмы? Юҡ икән, ана, һеҙҙең урынға йөҙ кеше сиратта тора! Икенсе кешене алам! 
– Ярай, алығыҙ, – ти уҫал холоҡло Рәмзиә.
Һәм шул мәлдә “куратор” уны эттән алып беткә һалып ҡатлы-ҡатлы итеп һүгә башламаһынмы! Иң йомшағы “аңра тауыҡ” була. Рәмзиә үҙе лә яуапһыҙ ҡалмай, ҡатынды “алыҫҡа” оҙата ла, һөй­ләшеүҙе өҙөп, ялған “кураторҙы” блокка ҡуя. 
– Әлегә мин, еңел ҡотолдом, тиһәм дә, уға бөтә документ­тарымдың күсермәһен, анкетаға бөтә шәхси мәғлүмәтте яҙып ебәр­ҙем бит, шуға ла, миңә ҡарата берәй зыян ҡылмаһалар ярар ине, тип бик ҡурҡып йә­шәйем, – тип бүлеште ул үҙенең шик-шөбһәләре менән. – Башҡа­лар минең кеүек хаталанмаһын ине... 
Ялған “рекрутерҙар”ҙан башҡа ялған “нотариустар” ҙа йоҡламай, үҙҙәренә ҡорбан эҙләй: баш ҡалала йәшәүсе 75 йәшлек иргә билдәһеҙ ҡатын шылтырата, ул үҙен нотариус тип таныштыра һәм уның исеменән дәүләт хеҙ­мәтенә тапшырыласаҡ ышаныс ҡағыҙына ҡул ҡуйылыуы тура­һында хәбәр итә. Борсолған ир бер кемгә лә бер ниндәй ҙә вәкәләттәр бирмәгәнен белдерә. Шул саҡта ялған "нотариус", был турала мотлаҡ хоҡуҡ һаҡлаусы­ларға хәбәр итергә кәрәк, ошо номерға шылты­ратығыҙ, тип телефон номерын әйтә. Зыян күреүсе ышана һәм, күрһәтелгән телефон номерына шылтыратып, ялған “хоҡуҡ һаҡлау органдары һәм финанс мониторингы хеҙ­мәт­кәрҙәре” менән аралашыуҙы дауам итә. Мутлашыусылар бабайҙы, аҡсағыҙҙы аферистар урларға маташа, шуға ла тупланманы ашығыс рәүештә "хәүефһеҙ иҫәпкә" күсерергә кәрәк, тип ҡурҡыта. Пенсионер енәйәт­селәрҙең күр­һәтмәләрен үтәп, улар әйткән банк иҫә­бенә, 2,9 миллион һумдан ашыу аҡсаһын күсерә...
IT-енәйәтселәр балаларға ла бер туҡтауһыҙ ҡармаҡ һала, то­ҙаҡ ҡора. Сығарылыш уҡыу­сылары “Берҙәм һәм төп дәүләт имтихандары өсөн яуаптар бын­да” тигән иғландарға ҡыҙығып, бәләгә тарып ҡуймаһын. Ундай иғландар артында муттар йә­шеренгәнен аңлатығыҙ. 
Бынан тыш мутлашыусылар:
– ялған авиабилеттар һатыусы сайттар асҡан; 
– суд приставтары исеменән электрон хаттар ебәрә;
– түбән процент ставкаһы менән онлайн кредитты рәсми­ләштереү буйынса тәҡ­димдәр тарата. 
Ниндәй хәлдә лә уяулыҡты юғалтмағыҙ, иғтибарлы булығыҙ һәм шикле һылтан­маларға баҫ­мағыҙ. Мутлашыу ысулдары тураһында яҡындарығыҙҙы ла иҫкәртегеҙ.

Әйткәндәй
Былтыр илебеҙҙә IT-енәйәтселәрҙең ғәмәлдәренән зыян 156 миллиард һум тәшкил иткән. Һәр һум артында – кеше яҙмыштары...

Баныу ҠАҺАРМАНОВА.

*Исемдәр үҙгәртеп алынды.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: