Бөтә яңылыҡтар
Махсус биттәр
7 Июль , 21:00

Йондоҙнамә (8–14 июль)

Йондоҙҙар юл күрһәтә, әммә яҙмышың үҙ ҡулыңда тип киҫәтә...

Ылаҡ ( 22.12 – 20.01)

Аҙнаны иң ауыр һәм мөһим мәсьәләрҙән башлауығыҙ дөрөҫ булыр. Ошо көндәрҙә ниндәйҙер етди һөйләшеү ҙә көтөлә. Уның йомғаҡтары уйламағанса уңышлы булыр. Кесе йома өҫтәмә мәшәҡәттәр килтерер.

Һыуғояр ( 21.01 – 19.02)

Дүшәмбелә яҡшы яңылыҡ ишетерһегеҙ. Шаршамбынан һуң ҡайһы бер ваҡиға кәйефегеҙҙе боҙор. Йондоҙҙар ашыҡмаҫҡа, ваҡиғалар барышын тыныс ҡына күҙәтергә ҡуша. Бер-ике көндән барыһы ла тулыһынса асыҡланыр.

Балыҡ ( 20.02 – 20.03)

Дөйөм алғанда, көндәр һәйбәт килмәксе. Шулай ҙа ҡайһы бер ашығыс аҙымығыҙҙың хаталарға килтереүе ихтимал. Бәғзеләр кеше менән күп осрашыр, фекер алышыр. Ләкин был һөйләшеүҙәрҙең әллә ни һиҙелерлек файҙаһы теймәҫ.

Ҡуҙы ( 21.03 – 20.04)

Шишәмбелә ишеткән кәңәштәргә ҡарата иғтибарлырпаҡ булығыҙ. Кемдер башығыҙҙы бутарға маташа һымаҡ. Кесе йома ауыр килер, моғайын. Үҙ эшегеҙҙән башҡа кеше йомоштары менән дә булышырһығыҙ.

Буға ( 21.04 – 21.05)

Аҙна уңышлы булмаҡсы. Күптәр ихлас күңел менән яңы эштәргә тотонор. Бәғзеләр үҙ көсөн һынап ҡарар. Был арала ҡайһы бер ялған дуҫығыҙ ысын йөҙөн күрһәтер.

Игеҙәктәр ( 22.05 – 21.06)

Көндәр бер аҙ ҡатмарлы килер. Элек иғтибар ҙа бирмәгән ваҡ-төйәк эсегеҙҙе бошорор, моғайын. Ваҡытлыса иң мөһим эштәрегеҙҙе кисектереүегеҙ дөрөҫ булыр. Юғиһә етди хаталар ебәреүегеҙ бар. Кесе йомала барыһы ла яйланыр.

Ҡыҫала (22.06 – 23.07)

Аралашыу бигерәк тә һәйбәт барыр. Теләһә кем менән, хатта дошмандарығыҙ менән дә еңел уртаҡ тел табырһығыҙ. Шаршамбыла иғтибарлы булығыҙ, бәләкәй генә хаталар ҙа етди эҙемтәләргә килтереүе мөмкин.

Арыҫлан ( 24.07 – 23.08)

Иҫтә ҡалырлыҡ вағиғалар осрап торор. Яҡшы хбәрҙәр ҙә ишетерһегеҙ. Йомала йондоҙҙар аҡса мәсьәләһендә һаҡ эш итергә ҡуша. Аҡсағыҙҙы кәрәкмәгән әйбергә тотоноуҙан һаҡланығыҙ. Тиҙҙән һеҙҙе ҙур сығым көтә.

Ҡыҙ ( 24.08 – 23.09)

Шәхси аралашыуҙар һәр саҡ ҡыуандырыр. Осрашыу-һөйләшеүҙәр бик файҙалы уҙыр. Ниндәйҙер мөһим һәм ҡатмарлы мәсьәлә буйынса тыныс ҡына фекер алышыуға, асыҡлыҡ индереүгә форсат табырһығыҙ.

Үлсәү ( 24.09 – 23.10)

Ҡәҙимге осор. Алға табан бер-ике аҙым яһарһығыҙ. Шишәмбе-шаршамбыла ауырыраҡ булыр – өҫтәмә ҡыйынлыҡтар килеп сығыр. Кесе йома кемдер һеҙгә дәғүә белдерер кеүек.  Төптән уйлағанда, бында бер аҙ ғәйебегеҙ барҙыр.

Саян ( 24.10 – 22.11)

Ҡайсаҡ ҡыйыныраҡ булһа ла, бирешмәҫһегеҙ. Ҡайһы бер күптән онотолған эшегеҙгә яңынан тотонорға тура килер. Ярҙамға килеүселәр ҙә табылыр. Тик иң мөһим мәсьләләрҙе барыбер үҙегеҙ генә хәл итерһегеҙ.

Уҡсы ( 23.11 – 21.12)

Мәл эштәрегеҙҙе тәртипкә килтереү өсөн уңайлы. Бер юлы кәрәкмәгән нәмәләрҙән дә ҡотолоу  мөмкинлеген табырһығыҙ. Йомала бәғзеләр кемгәлер бүләк әҙерләр. Шәмбелә кемдер кәйефегеҙҙе бер аҙ боҙор.

ӨМӨТБАЙ.

Читайте нас: