Бөтә яңылыҡтар
Махсус биттәр
23 Июнь , 21:00

ЙОНДОҘНАМӘ (24 – 30 июнь)

Йондоҙҙар юл күрһәтә, әммә яҙмышың үҙ ҡулыңда тип киҫәтә...

Ылаҡ (22.12 – 20.01)

Аҙнаның тәүге яртыһында йондоҙҙар ашыҡмаҫҡа, уйлап эш итергә ҡуша. Шаршамбынан һуң, киреһенсә, етеҙ һәм әүҙем булырға кәңәш ителә. Был арала серҙәрегеҙҙе иң яҡын кешеләрегеҙгә лә асмағыҙ.

 

Һыуғояр (21.01 – 19.02)

Эшегеҙ ҡәҙимгенән күбәйер. Бәғзеләргә ниндәйҙер йәмәғәт сараларында ҡатнашырға тура килер. Унда артығын һөйләмәҫкә тырышығыҙ. Кесе йомала теләгәнегеҙҙе ысынбарлыҡ менән бутауығыҙ бик ихтимал.

 

Балыҡ (20.02 – 20.03)

Әллә ни ҙур ваҡиғалар көтөлмәй. Көндәр ҡәҙимгесә үтер. Кемдер алыҫтан хәбәр килмәүгә борсолор. Бәғзеләр алыҫ сәфәргә әҙерләнә башлар. Аҡса яғынан бер аҙ ҡытлыҡ һиҙерһегеҙ.

 

Ҡуҙы (21.03 – 20.04)

Аралашыуҙа мотлаҡ уңырһығыҙ. Был арала теләһә кем менән дә тиҙ уртаҡ тел табырһығыҙ. Шаршамбыла ниндәйҙер юғалтыу кисерерһегеҙ. Башта уның асылына төшөнмәҫһегеҙ.

 

Буға (21.04 – 21.05)

Аҙна барышында, иң тәүге сиратта, һеҙгә түҙемлек кәрәк булыр. Шишәмбелә үк ниндәйҙер аңлайышһыҙ ваҡиғаларға осрауығыҙ мөмкин. Барыһын да тыныс ҡына күҙәтегеҙ, фекер төйнәгеҙ. Башлаған эштәрегеҙҙе дауам итегеҙ.

 

Игеҙәктәр (22.05 – 21.06)

Аралашыуҙа иғтибарлы булығыҙ. Ҡай саҡ артығын һөйләп ебәрәһегеҙ кеүек. Йондоҙҙар яңы таныштарығыҙ менән һаҡ аралашырға өндәй, уларҙың ышанысһыҙ булыуы ла мөмкин. Шаршамбынан һуң яңы мөмкинлектәр асылыр.

 

Ҡыҫала (22.06 – 23.07)

Мәл киләсәккә ниәттәр төҙөү өсөн уңайлы. Бының өсөн ваҡытығыҙ һәм форсат булыр. Кемдер маҡсаттарына өлгәшеү өсөн яңы юлдар табыр. Кесе йомала аҡса йәки бүләк алыуығыҙ бар. Бәғзеләр күптәнге дуҫы менән осрашыр.

 

Арыҫлан (24.07 – 23.08)

Ҡәҙимге эштәрегеҙҙе еңел башҡарырһығыҙ. Шишәмбелә уйламаған сығымдар көтөлә, шулай ҙа улар әллә ни ҙур булмаҫ. Был арала буласаҡ етди һөйләшеүҙән ҡәнәғәт ҡалырһығыҙ. Кемдер рәсми ҡағыҙ алыр, бәлки.

 

Ҡыҙ (24.08 – 23.09)

Аҙна барышында йыш аралашырһығыҙ. Фекер алышыу, хәлдәрҙе тикшереү өсөн сәбәптәр табылып торор. Шаршамбылағы яңылыҡтар ҡайһы бер ниәттәрегеҙҙе үҙгәртергә мәжбүр итер, моғайын.

 

Үлсәү (24.09 – 23.10)

Мәл шәхси мөнәсәбәттәргә үҙгәрештәр индереү өсөн уңайлы. Һис тә тартынмай, тәүге аҙымды үҙегеҙгә яһарға кәңәш ителә. Ниндәйҙер йәмәғәт сараларында ҡатнашырһығыҙ. Бәғзеләр элек ишетеп кенә белгән урынды күрер.

 

Саян (24.10 – 22.11)

Яҡшы яңылыҡтар даими килеп торор, яңы мөмкинлектәр ҙә асылыр. Әгәр тырышһағыҙ, шаршамбы һәм шәмбелә уңыштарға өлгәшерһегеҙ. Йомалағы мәшәҡәттәр генә бер аҙ боросолорға мәжбүр итер.

 

Уҡсы (23.11 – 21.12)

Шишәмбеләге хәлдәр көтөлмәгәнерәк булырға оҡшай. Бәғзеләргә бөтөнләй уйламаған эш менән булышырға, кеше хаталарын төҙәтергә тура килер. Шулай ҙа кәйефегеҙ төшмәһен, бындай хәл оҙаҡҡа бармаҫ.

 

ӨМӨТБАЙ.

Читайте нас: