Бөтә яңылыҡтар
Махсус биттәр
16 Июнь , 21:00

ЙОНДОҘНАМӘ (17 – 23 июнь)

Йондоҙҙар юл күрһәтә, әммә яҙмышың үҙ ҡулыңда тип киҫәтә...

Ылаҡ (22.12 – 20.01)

Түҙемлек һәм үҙ-үҙеңде тота белеү һәр саҡ кәрәк булыр. Тап ошо сәбәпле генә көндәрҙе тыныс һәм хаталанмайынса үткәрерһегеҙ. Кесе йомала алыҫтан яҡшы хәбәрҙәр килер.

 

Һыуғояр (21.01 – 19.02)

Шишәмбелә өйөгөҙҙә бәхәстәр сығыуы ихтимал. Улар оҙаҡҡа һуҙылмаҫ, барыһын да ҡәнәғәтләндерерлек ҡарар тиҙ табылыр һымаҡ. Төп эшегеҙҙә ишеткән хәбәрҙәргә артыҡ ышанмағыҙ, улар дөрөҫлөккә тап килмәй.

 

Балыҡ (20.02 – 20.03)

Ҡәҙимге аҙна. Шаршамбыла ғына ниндәйҙер икеле хәлгә осрарһығыҙ. Тәүге тәьҫораттарығыҙ яңылыш булып, хаталы юлдан китеүегеҙ мөмкин. Мәсьәләнең асылына төшөнөү өсөн бер аҙ ваҡыт талап ителер.

 

Ҡуҙы (21.03 – 20.04)

Көндәр яҡшы килер. Шишәмбелә яҡын кешегеҙҙән күңелегеҙҙе күтәрерлек яҡшы хәбәр ишетерһегеҙ, бәлки. Кесе йомала тормошоғоҙға элек булмаған яңылыҡ инер. Был осорҙа аралашыуҙар еңел үтер.

 

Буға (21.04 – 21.05)

Шишәмбелә ыңғай ваҡиғалар көтөгөҙ. Кесе йомала таныш эшегеҙ ҙә ауырлыҡ менән барыр һәм уға ҡәҙимгенән икеләтә күберәк ваҡытығыҙ китер. Хаталар ҙа һағалап тора кеүек.

 

Игеҙәктәр (22.05 – 21.06)

Йондоҙҙар һәр хәлдә лә ныҡышмалыраҡ эш итергә ҡуша. Сөнки был арала уйламаған ҡаршылыҡтар күбәйер. Шаршамбыла кеше йомоштары менән булышырһығыҙ, ахыры.

 

Ҡыҫала (22.06 – 23.07)

Икеле хәлдәр йыш осрар. Йондоҙҙар ашығыс аҙымдар яһамаҫҡа саҡыра. Бер аҙ ваҡыт үткәс, күҙегеҙ асылыр һәм эштең асылын аңлай башларһығыҙ. Аҙнаның икенсе яртыһы уңышлыраҡ көтөлә.

 

Арыҫлан (24.07 – 23.08)

Шишәмбе бигерәк тә яҡшы үтер. Аҡса йәки бүләктәр алырһығыҙ. Күптән күрмәгән кешеләр был арала үҙҙәре хаҡында белдерер. Һөйләшеүҙәр ике яҡ өсөн дә файҙалы булмаҡсы.

 

Ҡыҙ (24.08 – 23.09)

Аҙна барышында төрлө мәшәҡәт килеп сығыр. Шишәмбеләге ваҡиғалар тиҙ эш итергә мәжбүр итер. Иң тәүге аҙымығыҙ дөрөҫ булмаҡсы – быны ваҡыт үткәс кенә белерһегеҙ. Кемдер икенсе кеше күңеленә юл эҙләр.

 

Үлсәү  (24.09 – 23.10)

Шишәмбенән һуң ҡыйынлыҡтар артыр. Ҡайһы бер эшкә ваҡытығыҙ етмәҫ, уны кисектереп торорға кәрәктер, бәлки. Кесе йомала бик иғтибарлы булығыҙ. Яңылыш ебәргән хаталарҙың бик ҡиммәткә төшөүе бар.

 

Саян (24.10 – 22.11)

Был арала күпте булдырырһығыҙ. Алдан төҙөгән ниәттәрегеҙгә өҫтәмә мәсьәләләр килеп ҡушылыр. Бәләкәйерәк эштәрҙе ярҙамсыларығыҙға ҡушығыҙ. Кесе йомала бик кәрәкле һәм мөһим яңылыҡ ишетерһегеҙ.

 

Уҡсы (23.11 – 21.12)

Бөтә эшегеҙ ҙә уйламағанса еңел барыр. Шаршамбыла һиҙелерлек уңыш көтә. Аҙнаның икенсе яртыһында ла ыңғай ваҡиғалар осрап торор. Бөтөнләй көтөлмәгән тәҡдим дә алырһығыҙ кеүек. Уға ризалашһағыҙ, аҙаҡ үкенмәҫһегеҙ.

 

ӨМӨТБАЙ.

Читайте нас: