Бөтә яңылыҡтар
Махсус биттәр
5 Июнь , 10:57

Айһылыу

Ике айлыҡ ҡына бәпесен алып, күптән  инде тол ҡалып яңғыҙ йәшәгән әсәһе янына, атай йортона ҡайтырға тура килде Айһылыуға. Ҡайны йортонда бөтә әйбер һөйгәнен хәтерләтә. Нимәгә тотонһа ла, күҙенә йәш эркелә, иренең кейемен ҡосаҡлап сәғәттәр буйына илап ултырған саҡтары йышайҙы. Аҡылдан яҙмаҫ элек тип, кейәүенең ҡырҡына бар­ғанда, Зәкиә ҡыҙын алып ҡайтырға ҡарар итте. Кейәүе шул тиклем ирәбе, матур, ихлас ине. Ҡыҙы менән бер йыл ғына йәшәп өлгөрҙөләр, аварияға осрап, мәрхүм булды ла ҡуйҙы.  Ярар әле төҫө булып ҡыҙы тыуып өлгөрҙө.
Зәкиә үҙе Айһылыуҙан һуң тыуған  кинйә улы, килене ме­нән бер ҡыйыҡ аҫтында ғүмер кисерә. Уларҙың да яңыраҡ ҡыҙ­ҙары тыуҙы. Айһылыуы­ныҡы менән тиңдәш тиһәң дә була инде. Бергә-бергә уйнап үҫер­ҙәр. Өй йәте­шерәк булһа ла, ишек алды иркен. Ҡатын был йортто үҙе йүнәтеп сыҡты. Ҡыҙы Айһылыу 25 йәштә тол ҡалһа, Зәкиә ире үлгәндә яңы утыҙҙы уҙған ине. Ғүмер буйы фермала һыйыр һауҙы, балаларына атай ҙа, әсәй ҙә булды. Донъя йөгөн үҙен тартты. Һоратыусылар килһә лә, башҡа тормошҡа сығып торманы. Әле аҙаҡҡы йылдары быуындары һыҙлағас, эштән китергә мәж­бүр булды. Улдарын өйлән­дереп, ҡыҙын кейәүгә биреп, инде тынысландым тигәндә, ҡайғы килеп тағы ишек ҡаҡты. Зәкиә үҙе ирен юғалтыуҙы эш менән баҫҡайны. Шуға ла, бер йәшкә тиклем декрет ялы ҡаралған булһа ла,  Айһылыуҙы ҡыҙына өс ай тулыр-тулмаҫ фермаға быҙау ҡараусы итеп урын­лаштырҙы ла ҡуйҙы. Кеше араһында йөрөһә, аралашһа, ҡайғылары бер аҙ баҫылыр. Килене өйҙә, үҙе лә көнө буйы буш, ике баланы ҡалайтҡанда ла ҡарарҙар әле.
Айһылыу башкөллө эшкә сумды. Эше оҡшай ҙа кеүек үҙенә. Һыйыр бушанғас, аҙна-ун көндәй балаһы янында тора. Һуңынан уларҙы айыралар. Ыңғай ғына эсеп өйрәнгән быҙауҙарҙы икенсе ергә, һаман имеҙлек һорап тороусыларын башҡа урынға бикләй. Ҡайһы берҙәре шунда уҡ биҙрәгә өйрәнә ине. Ә киреләнгән­дәренә ҡулды һөткә тығып, бармаҡ имеҙергә тура килә, улары йәнеңде сығарырҙай итеп тешләп,  сәйнәп, ҡанатып, саҡ күнегеп китәләр. Быҙауҙар тәү ҡарамаҡҡа бер иш булғас, һөт эскән беренә  ерҙән тиҙәк алып һөртөп, үҙенсә билдә һала  бара: мәсекәйерәге тағы килеп тығылмаһын тип һаҡланыуы. Тәү эш башлаған ыңғайы берәүһен йәлләп һөттө күберәк эсереп ебәргәйне, саҡ  үлмәй ҡалды, эсе ташты ла китте.  Хәҙер ярайһы ғына өйрәнеп алды. Бесәндең дә йәшелен, йомшағын ғына ҡарап һалырға тырыша. Айһылыу эшкә һауын­сылар менән бер ваҡыттараҡ бара, сөнки улар һауып биргән һөттө тиҙ генә быҙауҙарына эсерә һалырға кәрәк, һалҡы­найғаны ла ярамай безәү­кәй­ҙәргә. Бер башҡа яҡынса литр йә литр ярымдай китә. Ике һарай араһында мөлдөрәмә тулы  биҙрәләр менән  йүгер­геләгән саҡта ҡулың өҙөлөп төшөрҙәй булаһың. Ҙурая төшкәндәре яһалма һөткә өйрәнһә, бер аҙ еңеллек килгән кеүек.
Йәш ҡатын эшен иртәнге һигеҙгә тамамларға тырыша. Сөнки  ҡыҙы – күҙ нуры шул ваҡытта уяна. Алай ҙа бәпесе тыныс. Тамағы туйһа,  үҙ алдына геүелдәп ята бирә, йә йоҡлап китә, хатта ағайының ҡыҙыҡайы сырылдап ила­ғанына ла уянмай. Шул арала Айһылыу тиҙ генә баланың керҙәрен йыуырға тотона. Унан өйгә инеп әсәһенә булыша. Йә ашарға бешерә, йә һауыт-һаба йыуа. Еңгәһе тамам бикәсенә һалынып алды. Ҡайһы саҡта үҙенең балаһының ыштандарын Айһылыуҙың ҡыҙыныҡы араһына ырғытырға ла аптырап тормай. Ҡу­тарылып ултырһа ултырҙы – өйҙө йыйыштырырға ашыҡманы. Сәй эскәс тә тиҙ генә тороп китә һалыуҙы хуп күрҙе. Төндә бала илап, йоҡоһо туймағанға зар­ланды. Ағаһы ла килешкән, уңайын тура килтереп:
– Айһылыу һеңлекәш, һинең Мәҙинәң тыныс бит, ваҡытың булғанда еңгәңә ярҙам итештереп тор. Бигерәк йонсоп китте, – тиер ине. “Ярар” тигәнде белдереп, Айһылыу баш һелкә. Улар сыҡҡан арала Зәкиә:
– Йонсоп китте тип ебәрмәһә лә булыр ине. Йоҡоһо бөткәнсе ята, бер һүҙ ҡатҡаным юҡ. Тороуына аш әҙер, артынан ҡа­шығаяҡ йыуам. Әллә инде... Ни булһа ла килешеп бергә йәшәһендәр, үҙ балаларын үҙҙәре көтһөндәр, тип торам. Дөрөҫ эшләйемме, юҡмы, белмәйем. Үҙем уҫал ҡәйнә ҡулында йәшәгәндә килендәремә бер һүҙ әйтмәм, тип биргән антым бар ине. 
– Ярай, әсәй, ағайыма шулай оҡшағас – булған. Ысынлап та, килешкәндәр бит. Силәгенә күрә ҡапҡасы.
Төшкә тиклемге ваҡыт шулай тиҙ генә үтеп китә лә, Айһылыу кире фермаға йүгерә. Бәләкәстәрен бер аҙ туйындырып алғас, аҫтарын таҙалауға тотона. Ҡоро ғына ерҙә торһа, быҙауҙар тиҙ генә ҡалҡа, ә һыулыраҡ урын булһа эсе китеп, маңҡалап, кәкрәйешеп ауырый баш­лайҙар. Бирешә башлаһалар, тағы бәлә – мал табибын эҙләп сабаһың. Уныһы “имен” булһа ярар ҙа. Кеше көнлө булып йөрөгәнсе тип, Айһылыу улай-былай мәсьәләләрҙе үҙе лә хәл итергә өйрәнеп алды. Быҙауҙарының эсе китһә, имән ҡайырыһын ҡайнатып, йә ҡаты сәйгә сей йомортҡа һалып эсерҙе. Улары ярманы яратып ялай. Тик самалап ҡына өләшергә, етеҙерәктәренә күҙ-ҡолаҡ булырға кәрәк.
Көн һайын кеше араһында йөрөү, үҙенең йәштәштәре менән аралашыу ҡайғыһын бер аҙ таратҡандай булды. Әммә ул ферма һәм өй һуҡмағынан башҡа ситкә тайпылманы. Зәкиә лә ҡыҙын ныҡ тотто: һәр аҙымын тикшерҙе, кем менән ҡайта, кем менән эшкә барыуын ҡарауылланы, әҙ генә тотҡарланһа, эҙләргә сыҡты, байрам-фәләнгә бер ҡасан да ебәрмәне. Эскелеккә бирелеп китер тип ҡурҡты. Үҙенсә ҡыҙын ҡурсаланы. Нығынһын, утыҡһын тип уйланы. Үҙе лә тол ҡалғас, ҡайғы уртаҡлашып ингән ҡатындар булғыланы. Һәр береһе менән ултыра башлаһаң, һаҙлыҡҡа батырға ла күп кәрәкмәҫ. Эскелеккә әүәҫләнеп китер, яңғыҙ ҡатындан ирҙәрен ҡыҙға­ныу­сылары ла табылыр, унан береһенә йәбештереп, данын сығарыуға ла күп һорап тормаҫтар.

*    *   *
Ваҡыт һыу шикелле аҡты. Мәҙинә менән Әлимәгә мәктәпкә барырға ваҡыт етте. Айһылыуҙың ҡыҙы Мәҙинә зирәк, отҡор, ә Әлимә  ялҡау, иркә. Алдап ошаҡлап, Мәҙинәне гел генә әрләтер булды. Ғәҙелһеҙлектән бәләкәй ҡыҙсыҡ әҙ иламаны.
– Әсәй, нишләп Әминә алдап һөйләй ҙә инәй мине әрләй, ҡайһы саҡ һуғып та ебәрә ул? Нишләп беҙҙең дә атай юҡ икән, исмаһам, һин өйҙә булмағанда уның менән йөрөр инем...
– Юҡ шул, ҡыҙым, атайың бейектәргә осоп китте лә, беҙҙе шунан ғына күҙәтеп ултыра! – Айһылыу ҡыҙын ҡыҫып ҡосаҡланы. Күҙенә эркелгән йәштәрен күрһәтмәҫкә тырышты. 
– Эй, ҡалай рәхәт уға, яҡлашмай ҙа! Яңынан атай һатып алайыҡмы әллә, әсәй?
Ҡатын ҡыҙсығына яуап ҡайтара алманы. Һоратып килеүселәр ҙә булды, тик күңеленә ятҡаны юҡ. Кеше тупһаһында йөрөүҙән дә арыны. Еңгәһе Айһылыуға ла, Мәҙинәгә лә ныҡ ҡаты. Уңайы тура килгән һайын сағып ҡалырға тырыша. Әлимәнең саҡ  ҡына берәй әйбере юғалһа, боҙолһа, Мәҙинәнән күрер булдылар. Айһылыу эштә саҡта уның бүлмәһендә темеҫкенделәр. Шулай бер аҙаҡҡы сыулашып алыуҙан һуң Ай­һылыуҙың сабырлығы бөттө. “Китергә кәрәк миңә был йорттан, тиҙ генә юғалыр кәрәк, былай булмай!”– тигән ҡарарға килде. Әсәһе менән кәңәшләште лә теге аҙнала килеп һоратып киткән күрше район егетенә ризалыҡ бирергә булды. Зәкиә лә ҡаршы төшмәне. Ҡыҙының еләктәй генә сағы заяға үтеп бара. Сыҡһын, йәш бит. Бала табыр, Мәҙинәкәйгә иптәш булыр. Тик ҡайны-ҡәйнә ҡулына барыуы ғына йөрәген өйкәне. “Ике тәкә башы бер ҡаҙанға һыймай бит ул.  Үҙең баш, үҙең түш булып йәшәүгә ни етә! Ярар, күҙ күрер, бәлки кейәүе менән ҡыҙы башҡа сығыр. Хәҙер боронғо ваҡыт түгел бит, ғөрөф-ғәҙәткә таянып, ҡайны-ҡәйнә менән тороу”, – тип үҙ алдына һөйләнде Зәкиә.

*    *    *
Ҡарап тороуға күрмәлекле генә Әхмәт оялсанлығы арҡаһында өйләнә алманы. Бигерәк ипле, аҙ һүҙле, ҡыйыуһыҙ. Ҡатын-ҡыҙға  ҡағылыу түгел, күтәрелеп тә ҡарағаны юҡ. Ишле ғаиләлә иң йыуашы ул.  Бөтә ағай-апайы  башлы-күҙле булып бөттө. Кемеһе бикәсе, кемеһе балдыҙы менән таныштырырға тырышты – бушҡа ғына. Берәй ҡыҙҙы һоратырға йыйынһалар, Әхмәт ҡасып урманға китә лә, көн кискә ауышҡас ҡына ҡайтып инә.  Әрләп тә, матур итеп һөйләшеп тә ҡаранылар, иллә мәгәр шомбай егетте еңә алманылар. Аҙаҡтан ҡул һелтәнеләр. Кинйә  малай булмаһа ла, атаһы менән әсәһе улдарын ситкә ебәрмәй яндарында алып ҡалды. Үҙен һуғышып түгел, ирешеп тә яҡлай алмай бит, нисек уны сығарып ебәрәһең?!
Айһылыуҙы егет кеше йомош менән күрше районға барғанда күрҙе. Улай һылыу ҡатынды күргәне юҡ ине. Йөрәге әллә нимә эшләне лә ҡуйҙы. Уйынан алып ташлай алманы. Кем ул, кейәүҙәме, түгелме икәнен дә белмәне. Һорашырға оялды.  Тик фермала быҙау ҡараусы булып эшләүен генә төшөндө. Әллә ниндәй хистәре тынғылыҡ бирмәгәс, сәбәп табып тағы китте. Был юлы ҡатындың бер ҡыҙы менән яңғыҙ булыуын, ире әллә ҡасан уҡ мәрхүм булғанын белеп, ҡыуанып ҡайтты. Алай ҙа ире үлгән тигән уйынан үҙе уңайһыҙланып ҡуйҙы.  Эстән генә хыялдарға бирелеп, уйланып, осоноп йөрөнө лә серен атаһына сисеп ҡарамаҡ булды.
– Кем тиһең?! – Фәтих ҡарттың ҡашы емерелде. – Балалы бисәнән башҡаны тапманыңмы әллә?! Намыҫ тигән нәмәң юҡмы һинең, кеше ҡалдығын алып! – Ярһыған ҡарт ласҡылдата ергә төкөрҙө. – Күпме йәш, ҡалаҡҡа һалып йоторҙай ҡыҙҙар димләнек! Эшкинмәгән!
– Атай...
– Нимә атай?! Башыңды бутанымы ен-бисә? Етмәһә, һинән ҡарттыр әле. Нимә тей, яратам да яратам тейме, алдаштыра инде йылан, мынауынан әҙер донъялы, йәш, буйҙаҡ егетте кем ебәргеһе килһен! Етмәһә, бер түгел ике бинсийәнир! Менә уға бинсийә! – Фәтих ҡарт суҡмарҙай йоҙроғон күрһәтте.
– Атай, ул минең барлыҡты ла белмәй, үҙем күрҙем дә оҡшаттым.
– Оҡшатҡан, имеш... Ҡыҙы кейәүгә сыҡмалы түгелме, аны-һинә ҡыҙын ал!
– Ҡыҙы бәләкәс кенә уның, атай. Үҙе фермала быҙау ҡарай, ире күптән мәрхүм булған.
(Дауамы  киләһе һанда).

– Үлеп ҡуймаһын, уйнаштан тапҡан да алдай инде. Һин ебегәнде алдауы нимә ул! Быҙау ҡарай, тфү! Ферма еҫен еҫкәп ятаһыңмы? Ана, Бибисара апайың фельдшер бикәсен димләне, Вәхит ағайың уҡытыусы балдыҙы менән таныштырам тине! Тапты бында  кәләште егет ишараты! – Фәтих ҡарт ярһыуын баҫа алмай йә төкөрөндө, йә шапылдата тубығына һуғып алды, йоҙроҡлап Әхмәттең башын төйҙө.
– Атай, барып ҡына ҡарайыҡ тейем бит,  бәлки ул бөтөнләй риза булмаҫ, мине  күргәне лә юҡ! –Әхмәт тәү тапҡыр атаһына тауыш күтәрҙе. 
– Риза булмаған тей, булмаҫ, эйе һиңә! Йәбешеп сыға инде ул, ҡорсаңғы!
Кәңәшләшәм тигән кешеһе  менән борсаҡ бешмәгәс, Әхмәт башҡаса өндәшмәне. Киске ашҡа ла ултырманы, үҙ бүмәһенә инеп диванға ауҙы ла йөҙтүбән тик ятты. Төп яҡта әсәһе менән атаһы оҙаҡ ҡына гәпләштеләр. Берсә гөрөлдәп ир тауышы өҫтөнлөк китте, берсә ҡатын-ҡыҙ бышылдауы ишетелде. Арыуыҡ ваҡыттан шығырлап ҡына ишек асылды:
– Әхмәт, балам, йоҡламайһыңмы?– әсәһенең йомшаҡ ҡына тауышы ишетелде.
– Юҡ...
– Атайың менән һөйләштек, улым, иртәгә Вәхит ағайыңа хәбәр итербеҙ ҙә ошо арала барып күреп килерһегеҙ теге нейҙе, баяғы ҡатынды тейем дә...
Әхмәт ҡыуанысынан  “ялт” әйләнеп килеп торғанын һиҙмәй ҙә ҡалды:
– Рәхмәт, әсәй! Барып ҡына күрәйек, һөйләшеп ҡарайыҡ тейем бит!
– Эйе-эйе, улыҡайым, һөйләшеү кәрәк, аңлайым. Атайыңа асыуланма, ҡыҙыу бит ул, яҙылыр...
Һөйләшеүгә Әхмәт ағаһы менән генә барҙы, Фәтих ҡартты алманылар, уныһы бик атлығып та тормай ине былай. Былар юлға йыйынғанын күргәс, ҡул һелтәне лә, кәртә яғына сығып китте, оҙатып, фәтихә биреп тә ҡалманы.
Яусылар  ҡыуанып  йөрөп ҡайтты. Ҡырҡа ғына өҙә һуҡманылар, Айһылыу “уйлармын” тине. Исеме лә нисек матур бит әле! Айһылыу... Әхмәт эстән генә мең ҡабатлағандыр.  Ҡыҙы ла  ирәбе генә. Әхмәтте шунда уҡ үҙ итте, ятһыраманы ла.
Бер аҙнанан Әхмәт тағы килде, бәлки Айһылыуы уйлап бөткәндер. Был юлы эш ваҡыты булғас, тура фермаға барҙы. Йөрәге ауыҙынан сыға яҙып тибә. Аяҡтары мамыҡ кеүек: ҡайҙа баҫҡанын да аңлап булмай. Тулҡынланыу ошо булалыр инде. Һөйөү менән күҙмә-күҙ осрашыу анһат түгел икән. Әллә нимәләр хыялланып, әллә ниҙәр әйтәсәген уйлап, нисек кенә һүҙ башлауынан ҡурҡып, Айһылыуҙың янына көскә барып етте. Бына тора ул ҡаршыла – алиһә! Йә, кейәү егете, ҡойолоп төшмәй генә һүҙ башла!
– Иҫәнме...Ай...Айһылыу...– тине егет тотлоға-тотлоға.
Ҡатын быҙауҙарға һөт эсереп йөрөгән еренән ҡалҡып ҡарамай ғына:
– Мин риза, –тип яуапланы.Әхмәттең тәне эҫеле-һыуыҡлы булып, башы әйләнеп китте, был юлы аяҡтары бөтөнләй хәлһеҙләнде. – Иҫәнлек, иҫәнлек, Әхмәт иптәш, мин риза, ҡасан туй?– Айһылыу, эйелеп тороп, талып киткән биленә таянып, ҡайҡая биреп ҡуйҙы ла үҙе лә һиҙмәҫтән шарҡылдап көлдө лә ебәрҙе. Уға Әхмәттең малай кеүек баҫып тороуы ирмәк тойолоп китте. – Телеңде йоттоңмо әллә, кейәү-егет?
– Э-э-э... Юҡ та... ҡапылғара баҙап кителде...
– Баҙамайбыҙ. Ҡайтабыҙ ҙа, туған- тыумасаға хәбәр юллайбыҙ ҙа, килеп мине алып ҡайтабыҙ. Атыу кире уйлап ҡуйырмын! – Айһылыу тағы сыңғырлата көлдө.
– Ярай, ярай, теге ней, хәбәр ебәрермен, йәме, ней, һау булып тор!

 *    *     *
Артыҡ ҙурламай ғына мәжлес ойошторҙолар ҙа, Айһылыу күрше районға килен булып оҙатылып китте. Әлбиттә, ул Әхмәт кеүек баш-көллө ғашиҡ булманы. Иплелеге, тыйнаҡлығы оҡшаны. Иң мөһиме бисәһе, балаһы юҡ – килеп баш ҡатырып йөрөүсе булмаясаҡ. Ата- әсәһе менән, моғайын, килешеп китерҙәр.
Яңы килен фермаға лаборант булып эшкә төштө. Өйҙә лә малы ишле: ҡәйнәһенең өс һыйыры, Айһылыуҙың – берәү. Эшкә аптырап тормай ул. Ирҙәр эшеме, ҡатындарҙыҡымы – емертеп эшләй ҙә ташлай. Тик ялан ҡыҙы булғас бесән генә саба белмәне. Ә бына  кәбән башында оҫта торҙо. Орсоҡ кеүек кенә итеп ослап ҡуйыр ине. Аш-һыу тирәһендә йөҙөп йөрөнө, өйө ялтылдап торҙо. Күрше-тирә бындай киленгә ҡарап  һоҡланыуҙан баш сайҡап, тел генә сартлаттылар. Тик нисек кенә һеперелеп йөрөмәһен ҡайныһына ярай алманы. Бесән саба белмәгәнен күргәс, бот сапты,  эшлекһеҙҙән һалдырып, уңайы тура килгән һайын, мыҫҡыл итте. Әхмәт менән икәүләп әллә нисә кәбән һалып ҡайтһалар ҙа Әхмәт маҡталды, Айһылыу ҡайны өсөн “ялҡау” булды. Таҙалап ҡына сыҡҡан өй буйлап итеген сисмәй үтеп китер ине, ултырған ерҙән иҙәнгә ласылдата һеңгереп ултырыр булды. Килене яһаған сәйҙе эсмәне, бешергән ашын ашаманы. Үҙәккә үткәргән ерҙәре һанап бөткөһөҙ. Һөйләһәң – кеше ышанмаҫ. Шулай ҙа баяғы бер күтәрелеп сыҡҡас йәшәйем тип тырыша, тота килеп ҡайтып китеүе уңайһыҙ.

 *    *    *
Фәтих ҡарт ғүмер буйы кешегә юғарынан ҡараны. Балалалы ҡатын алған, ҡатын ауылына килеп төпләнгән ир-заттан мыҫҡыл итергә яратты. Һәр кемгә ҡушамат таҡҡан булып һөйләр ине. Ауылдаштары уның тырышлығы менән “туҡһан туғыҙ”, “ала шайтан”, “маңҡа”, “бөжәк”, “һаҫыған балыҡ” булып бөттөләр. Үҙенең Әхмәте лә балалы ҡатынға ҡарағас, ғорурлығына тейгәндәй, намыҫын тапалғандай хис итте. Нисек инде? Фәтих һынлы Фәтихтең улы  “прицеплы бисә” алмаҡ була! Бының булыуы мөмкин түгел! Шул Әхмәттең мәшәүлеге иҫе китәрә. Хәҙер бит бөтә халыҡ уларҙан ятып  көләсәк! Етмәһә теге бетле башы быҙау ҡараусы тей! Ғибрәт! Тулы бәхеткә шул ғына етмәгәйне, әйтәгүр! Шуға ла ул Айһылыуҙы ҡабул итеү түгел, күргәндән ене ҡупты, тиреһенә һыйыша алманы. Нисек тә сағып ҡалырға, кәмһетергә маташты, сыҙамлығы бөтөп, ҡайтып китеүен теләне. Уның һайын ҡарышып донъя көткән килененә “эт ҡайыш”, бәләкәс Мәҙинәгә “әрәмтамаҡ” ҡушаматы йәбешеп тә ҡуйҙы. Тегендә инәһенән ҡурҡып баҫылған ҡыҙсыҡ бында ҡартатайҙы күреүҙән ҡото осоп торор булды. Әсәһе эштә саҡта өйгә бөтөнләй инмәне, бабайҙың күҙенә салынмаҫҡа тырышты. Мәҙинәнең янынан үткән саҡта ла Фәтих тыныслығын юғалта, теш араһынан булһа ла  “тыума” тип әйтеп уҙа.
Буйында булған Айһылыу аш талғаны. Төнөн әллә нимәләр ашарҙай булып, асығып уянды. Әммә ҡайныһы, тамаҡ һаҡлап, аш бүлмәһендәге урындыҡта йоҡлар булып китте. Ире ауырлы ҡатынын ауыҙ асып бер яҡламаны. “Ярай, өндәшмәйек, ярай инде, ҡалайтаһың”дан ары китә алманы. Инде лә түҙерлек әмәл бармы икән?! Айһылыу ҡайһы саҡ уйланыуҙан аҡылдан яҙыр сиккә етә. Нимә ҡарап йөрөй ул бында, кәрәкме уға ошондай тормош? 
Бер көн эштән ҡайтыуын ер менән уҡмашып ятҡан сәскәләре ҡаршы алды. Айһылыуҙың күҙ алдары ҡараңғыланып, быуыны йомшарып киткәндәй тойолдо. Ҡатын бит  уларҙы ҡара яҙҙан һөйөп, наҙлап ҡына үҫтерҙе,  урам баҡсаһын йәмләп, шаулап үҫкән гөлдәренә көн һайын тәрбиәләне. Артабан йәшәүгә көс бирә ине бит улар. Ошо күренештән уның сабырлығы шартлап һынды, эсендә әллә нимәләре өҙөлөп киткән кеүек булды һәм  сыҙаманы, атылып өйгә килеп инде лә:
– Ҡайным, ул сәскәләрҙең һеҙгә ни зыяны тейҙе, нишләп уларҙы ҡаҙып ташланығыҙ? Һеҙ...һеҙ... – Айһылыу күҙ йәштәренә быуылды.
– Яп ауыҙыңды, ҡорсаңғы! Как будто емеш биреп ултыралар, ҡый үләне! Һинән кем сәскә һораны! Был – минең донъям. Теләйем икән ҡаҙам, теләйем икән сәсәм! Оҡшамаһа¬, ана, тыумаңды ал да, дүрт яғың ҡибла!
– Минең балам тыума түгел, уның атаһы бар ине!
– Булһа, ҡайҙа ул, күрһәт?! Тиматаңды эйәрт тә, скатерью дорога!
Ҡәйнәһе бер нимә булмағандай, тәҙрә яғына ҡарап, сәй эсеүен белде. Әхмәт эштә. Айһылыу яҙа-йоҙа бер-ике әйберен йыйҙы ла, Мәҙинәһен эйәртеп, юлға сығып та китте. Оло юлға барып еткәнсе иланы ла иланы. Бахыр ҡыҙының аяҡтары ергә әллә тейҙе, әллә теймәне, ярһыған әсәһенең шытырлатып тотҡан ҡулына эленеп кенә китеп барған кеүек күренде.
Зәкиә, нишләптер ошо хәлде көткән кеүек, хатта аптыраманы ла. Ҡоҙаһын ул тәү күргәндә үҡ оҡшатманы. Һауалы, мәғәнәһеҙ генә. Ике тапҡыр ҡоҙаһы ишек төбөнән бороп сығарҙы уны. Шуға ла Зәкиә, ни тиклем ҡыҙы менән ейәнсәрен һағынмаһын, уларға барырға тырышманы. Береһендә күстәнәстәр тейәп, йүкмәнеп саҡ инеп килгән ҡоҙағыйына Фәтих ҡаршы сыҡты:
– Беҙҙә ҡунаҡ бар, хужа-маҙар саҡырғанбыҙ,  икенсе юлы килерһең, бар-бар, йөрөмә күренеп! – Фәтих эткеләп тигәндәй Зәкиәне соланға сығарып, танау төбөндә шарт итеп ишекте ябып та  ҡуйҙы. Тамағына тығылған төйөрҙө көскә йотто ҡатын. Эшкә һанаманы инде, ни еребеҙ кәмдер. Айһылыуҙар өйҙә түгелдер инде, былай булһа йүгереп сығыр ине. Зәкиә иламаҫҡа тырышып, буталсыҡ уйҙарынан ҡотолорға теләгәндәй, шәп-шәп атлап туҡталышҡа йүнәлде. Икенсе осраҡта ла мәңге кәйефһеҙ ҡоҙаһы ишек алдынан бороп сығарҙы. Мәжлестәрҙә киленен дә, ҡоҙағыйын да кәмһетеп, кинәнес алыр ине:
– Эш рәте белмәй беҙҙең килен, ҡоҙағый өйрәтмәгән. Белгәне йоҡо! Хәҙерге йәштәрҙең арты ауыр, ҡайҙан инде  ололарҙы хөрмәт итеү! Уныса асҡалаҡ кешене күргәнем юҡ минең ошо йәшемә етеп, темеҫкенеп тамаҡ эҙләй ҙә йөрөйҙәр, балаһы ла, үҙе лә! – тип һаһылдата көлгән булды. 
Зәкиәнең күңеле ҡалды. Ир кеше лә шулай телсән булыр икән. Айһылыу ялҡау булһа, башҡа кеше нимә икән? Ҡыҙының эшкә талымһыҙ икәнен яҡшы белә ул. Ҡабат ҡоҙаларын маҙаһыҙлап йөрөмәне.
Айһылыу менән Мәҙинәнең ҡайтыуына ике аҙна тигәндә Әхмәт ғаиләһен юллап килде. Кейәү, башын аҫҡа баҫып, ишек төбөндә тапанып тора бирҙе.
– Үт, әйҙә, кейәү, нишләп бала-саға ҡошап унда тораһың? – тине Зәкиә ҡоро ғына итеп. 
– Айһылыуҙарҙы алып ҡайта килгәйнем, ҡәйнәм,- тип мығырланы Әхмәт. 
– Үт, үт, сәй эсербеҙ, һөйләшә торған һүҙ ҙә бар! – Зәкиә, сынаяҡ сылдырлата башағас, Әхмәт, аяҡ кейемдәрен сисеп, урындыҡ ситенә үтеп ултырҙы. 
Зәкиә бар һый-ниғмәтен өҫтәлгә теҙҙе, унда хуш еҫле еләк ҡайнатмаһы, ап-аҡ ҡына ҡорот, ярмаланып торған ҡыҙыл эремсек, һап-һары май майы сығып ҡунаҡланы. 
– Кейәү, минең Айһылыуым әллә ялҡаумы, урамсымы? – тип һораны ҡәйнә, ҡуйы ғына итеп сәй яһай-яһай. 
– Юҡ, – тип ипле генә өндәште Әхмәт. Айһылыу төпкө яҡта ҙур йомшаҡ шәленә уранып, мейескә һөйәлеп, тыңлап торҙо. 
– Әллә уйнаш итәме, ғәйбәтсеме, йоҡосомо?
– Юҡсы...
– Атыу һиңә атаңдың ҡаҡ башы кәрәкме? – Зәкиә тоҡанып киткәнен үҙе лә һиҙмәй ҡалды. – Мин һиңә уларҙы ышанып биреп ебәрҙем, яҡлар, ҡурсалар, Мәҙинәкәй атайлы булыр, тип. Артыҡ балам булғандан тоттороп сығарманым. Атаңа ла бисә итеп бирмәнем, һиңә бирҙем, ишетәһеңме? Һиңә! Ҡорһағы танауына еткән ҡатыныңды нишләп сығарып ебәрҙең?! Баҫымсаҡҡа  баҡа ла айғыр! Нишләп ғаиләңде яҡлай алмайһың? Нишләп ҡоҙа ул тиклем итеп талай Айһылыуҙы, ә һин күҙ йомаһың? Булды, етте, кейәү! Эсемә һыйған балам, тышыма ла һыя! Ебәрмәйем! Килмә лә, йөрөмә лә, ана, үҙегеҙ кеүектән, белемле, уҡыған, бай ата-әсәһе булғандан алығыҙ!
Айһылыу әсәһенең улай ярһығанын бер ҡасан да күргәне лә, ишеткәне лә булманы. Бәпкәләрен яҡлаған инәлек кеүек ҡалай яман туҙына әле!
– Танауың ебеп ултырма бында, кейәү! Һин – ир. Йә балаларҙы алып айырым сыҡ, йә атаңды тый! Улай булмай ҙа инде. Ек күремсе булышып нишләп көсләшеп бергә йәшәп ятаһығыҙ?

 *    *    *
Ауылдың икенсе осондағы йәтешерәк бер өйҙө һатып алып башҡа сыҡҡанға ла арыуыҡ ваҡыт үтте. Ғүмер буйы ата-әсәй итәге аҫтында һыйынып ҡына йәшәгән Әхмәт был хәлде ауыр кисерҙе. Үпкәселгә әйләнде, эштән һуҡмыш ҡайтып, өндәшмәй генә ҡапланып ятыуҙы хуп күрҙе. Бәпәй тыуғас та артыҡ үҙгәреш тойолманы. Бала илаһа, енләнеп сығып китә лә, атаһы йортонда ҡуна ҡала. Айһылыуҙың йәбешеп донъя көтөүенә, Әхмәттең һаман мәшәүләнеп йөрөүенә ауыл халҡы ла аптыраны. Ҡатын өс һыйыр тотто, баҙарҙан ҡалмай, ҡаймағын, майын, һөтөн эш итеп һатты. Кеше көнлө булманы, балаларына ла иң тәмлеһен ашатты, иң матурын кейҙерҙе. Магазиндан һуңғыға алыу тигәнде белмәне. Алған килеменә ҡушып Мәҙинәгә тигән пенсия килеп торҙо. Ир бәхетенән башҡа бөтәһе лә булды. Тик бына шул әрһеҙләшеп, кеше көлдөрмәйем, тип йөрөү ҙә эҙһеҙ үтмәне. Айһылыуҙың бушҡа ғына хәле бөтөр булды, услап сәсе ҡойолдо, былай ҙа арыҡ кәүҙәһе тағы бәләкәсәйҙе. Ауыл фельдшеры уға баш ҡалаға барып, тикшеренеп ҡайтырға кәңәш итте.
– Айһылыу килен, ике балаңды уйла, уларға һау әсәй кәрәк. Кеше ҡулына, кеше тупһаһына тороп ҡалмаһындар, Аллам һаҡлаһын. Эшең менән кешегә, тимбулей бейем менән ҡайныға ярап булмай ул! Сәсең менән иҙән һепер – һин яман, ялҡау булып ҡалаһың! Улайтма, килен. Дөрөҫ эшләмәйһең. Бар, күрен!
– Балаларҙы әсәйем ҡарап торор ҙа ул, һыйырҙарымды йәлләйем, уларҙы ҡалайтам инде!
– Һыйыр һине йәлләйме, һыйыр һине уйлаймы?! Балаларың етем ҡалһа уларҙы ҡарап үҫтерәме?! Кит, ҡалай бер ҡыҙыҡ кешеһең! Ауыл тулы бисә-сәсә, әйт береһенә, ҡыуанып алып ҡала! Ана, Миләүшәсе, бер итәк балаларын туйындыра алмай эт йонсой, йәй буйына, ҡыш буйына ла һауасаҡ! Рәхәтләнеп аҡҡа туйып ҡалырҙар!
Ике баланы әсәһенә алып барып ҡалдырҙы ла, Айһылыу Өфөгә китте. Фельдшерҙың әйтеүе дөрөҫкә сыҡты: ҡатын анализдар биреп, әллә ниндәй аппараттарҙа тикшерелә торғас, табип сатай-ботай итеп диагноз яҙҙы: ҡалҡан биҙендә шеш. Тағы әллә нимәләр яҙҙылар. Депрессия, тип аңлатты медсестра. Эх, бер булмағас, булмай икән бәхет тигәнең. “Үлеп ҡуйһам...Бынау шеше ҡурҡыныс булмаһа ярар ине. Балаларым ҡайҙа ғына барыр? Кем генә ҡарар?” Берәүгә лә кәрәкмәй тинтерәп, аслы-туҡлы, унда-бында һуғылып йөрөүҙәрен күҙ алдына килтереп йөрәге өҙөлөп төшкәндәй булды, туҡтауһыҙ күҙ йәштәре аҡты. Йәне әсене, күңеле һыҙланы. Башы шауланы. Артабан барыһы ла томан эсендә кеүек үтте. 
...Ярты йылдан ашыу ятты дауаханала Айһылыу. Шешкә операция уңышлы үтте үтеүен. Депрессия тигәндән оҙаҡ дауаланырға тура килде. Бик күп яҙмыштар менән осрашты, бер-береһенә бер туғандай яҡын, ҡәҙерле булып та бөттөләр. Ауырыуҙы еңә алмай мәңгелеккә күҙҙәрен йомған ҡатындар ҙа булманы түгел, ул саҡта ҡатын карауатына йомарланып ҡына ятып  иланы,  йәлләне, сараһыҙлыҡтан йөрәге өшөнө. “Бахыр ҡатын-ҡыҙҙар нимә генә күрмәй, нимә генә кисермәй. Ниндәй генә ауырыу юҡ донъяла! Бер гонаһы булмаған сабыйҙар нишләп әсәй һөйөүенән мәхрүм булалар икән? Мәҙинәкәйем, Айнурым...Бәхет ҡошсоҡтарым минең...Ҡасан ғына яндарығыҙға ҡайтам инде?”– тип ыңғырашты. 
Үҙе бирешмәҫкә, тик яҡшыға ышанырға, өмөтләнергә, көрәшергә тырышты. Көслө рухлы апайҙарҙы күреп, уларҙан йәшәү өсөн ынтылыш алды. Иртәнсәк күҙҙәрен асҡанда: “Мин– һау, мин–бәхетле!” – тип ҡабатланы, Аллаһы Тәғәләгә рәхмәттәр уҡыны. Йоҡлар алдынан бөтәһенә лә һаулыҡ, ғүмер теләне. Күрше палаталағы ҡатын биргән сүрәләр китабын да гел үҙе менән йөрөттө, әҙерәк ятлап та алды. 
Дауаханан сыҡҡас, Айһылыу тура әсәһенең йортона ҡайтты. Йәшлеген, һаулығын бөтөргән ҡайны йортона ла, ауылға ла барғыһы килмәне. Инде ҡалған ғүмерен ике балаһы өсөн генә йәшәйәсәк. “Мин бер ҡасан да, бер ҡайҙа ла юғалмаясаҡмын,” – тине Айһылыу үҙенә.
Әсәһе менән теүәл ике йыл торғас, яҡындағы ҡаланан эш тапты, бүлмә юлланы. Йыш ҡына  күренеп торҙо, дауахана юлын күп тапаны, әммә бирешмәне. Ҡыҙы Мәҙинә уңышлы ғына мәктәп тамамлап, медицина учлищеһына уҡырға инде, Айнур әсәһенә терәк тә, иптәш тә булды. Айһылыу уңайы тура килгән һайын балаларына: “Уҡығыҙ, тырышығыҙ, кеше булығыҙ! Үҙегеҙгә генә ышанығыҙ. Бала саҡтан тормоштоң әсе-сөсөһөн күп татынығыҙ, бер-берегеҙҙең ҡәҙерен белегеҙ!” – тип тылҡыны. 
Был бәләкәй генә дәүләттә Әхмәтте иҫкә төшөрөүсе лә булманы. Уның артабанғы яҙмышы менән ҡыҙыҡһынманылар, һорашманылар. Нимәгә ул? Ул хатта алама төшкә лә торошло түгел...

Зөлфирә ТАҺИРОВА

(Автор тураһында: 1985 йылда Йылайыр районының Һабыр ауылында тыуған. Башҡорт дәүләт университетын тамамлап, 19 йыл Йомағужа мәктәбендә эшләй. “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы – 2023” конкурсының төбәк-ара этабы еңеүсеһе. Өс бала әсәһе.)

Читайте нас: