Ылаҡ ( 22.12 – 20.01)
Көндәр яҡшы килер. Кеше кәңәштәрен тыңларға яратмаһағыҙ ҙа, шишәмбелә ишеткәненә иғтибар итегеҙ. Бының арҡаһында хаталарҙан ҡотолорһоғоҙ. Был арала ҡыҫҡа эш сәфәренә лә юлланыуығыҙ ихтимал.
Һыуғояр ( 21.01 – 19.02)
Аҙна араһында тормошоғоҙҙа бер аҙ үҙгәрештәр булыуы мөмкин. Улар кәйефегеҙҙе күтәрер. Шаршамбылағы осрашыу мотлаҡ файҙалы үтер. Бәғзеләргә элек булмаған урындарҙы күрергә форсат тейер.
Балыҡ ( 20.02 – 20.03)
Ныҡышмалыраҡ булығыҙ. Шулай ғына маҡсатығыҙға ирешерһегеҙ. Бөтә дошманығыҙ ҙа һемәйеп ҡалыр. Ҡулығыҙға аҡса көткәндән әҙерәк инер.
Ҡуҙы (21.03 – 20.04)
Шишәмбеләге икеле хәлдәрҙә эске тауышығыҙ һәр саҡтағыса ярҙам итер, хаталарҙан ҡурсалар. Кесе йомалағы ваҡиғаларға иғтибарлыраҡ ҡарағыҙ, әлегә әллә ни беленмәгән нәмәләр аҙаҡ ныҡлап күренер.
Буға ( 21.04 – 21.05)
Осор ҡатмарлы килергә оҡшай. Күптәр көтөлмәгән хәлдәргә осрар, моғайын. Йыш ҡына күңелегеҙгә оҡшамаған кешеләр менән аралашырһығыҙ. Һәр осраҡта ла тыныс булығыҙ.
Игеҙәктәр ( 22.05 – 21.06)
Был арала ҡәҙимгенән күберәк ярҙам-кәңәшкә мохтаж булырһығыҙ. Уны бирерлек кешеләр янығыҙҙа бар шикелле. Шаршамбылағы яңылыҡтар кәйефегеҙҙе бер аҙ күтәрер. Шуныһы мөһим – аҙна араһында хаталарға юл ҡуймаҫһығыҙ.
Ҡыҫала ( 22.06 – 23.07)
Ауырлыҡтар күбәйер. Шуға ҡарамаҫтан, һис тә шикләнмәгеҙ – барыһын да тейешенсә булдырырһығыҙ, һеҙгә булышлыҡ итергә теләүселәр ҙә табылыр. Кесе йоманан һуң арығанығыҙҙы һиҙерһегеҙ.
Арыҫлан ( 24.07 – 23.08)
Яҡындарығыҙға ҡарата иғтибарлыраҡ булығыҙ. Аҙна башындараҡ бәхәстәр килеп сығыуы мөмкин. Шулай ҙа көндәрҙе файҙалы үткәрерһегеҙ. Йондоҙҙар ярҙамы менән иң ауыр мәсьәләләрҙе лә еңел хәл итерһегеҙ.
Ҡыҙ ( 24.08 – 23.09)
Шишәмбе мәшәҡәтле көтөлә, тик борсолор өсөн бер ниндәй ҙә сәбәп юҡ кеүек. Кесе йомалағы һеҙҙе ыңғай яңылыҡтар көтә. Был арала элек башлаған эшегеҙ өсөн ниндәйҙер сауап алырһығыҙ – ул аҡсалата йәки бүләк рәүешендә булыр.
Үлсәү ( 24.09 – 23.10)
Ярҙам һорап йәки башығыҙҙы бутау өсөн һеҙгә мөрәжәғәт итеүселәр күбәйер. Уларҙы айыра алырһығыҙ, моғайын. Бәғзеләргә элекке эштәрен яңынан башларға һәм кеше хаталарын төҙәтергә тура килер.
Саян ( 24.10 – 22.11)
Һеҙҙе бик өмөтлө аҙна көтә. Бөтәһенә лә өлгөрөргә, барыһын да башҡарырға теләгегеҙ көсәйер. Тырыш кешеләр ысынлап та күпте булдырыр, ялҡауҙар хыялында йөҙөр. Шишәмбелә күңелегеҙҙе күтәрерлек яңылыҡ ишетерһегеҙ.
Уҡсы ( 23.1 – 21.12)
Был арала бер нисә иҫтә ҡалырлыҡ ваҡиға көтөгөҙ. Шаршамбыда һис тә көтөлмәгән тәҡдим алыуығыҙ бар. Йондоҙҙар икеләнмәйенсә уға ризалашырға ҡуша, аҙаҡ үкенмәҫһегеҙ. Бәғзеләрҙе күптән көткән осрашыу мотлаҡ ҡыуандырыр.
ӨМӨТБАЙ.