Бөтә яңылыҡтар
Махсус биттәр
23 Май , 10:11

«Үҙ гонаһтарыма үҙем яуап бирһәм ине...»

***

Иң күп доға яңғыраған урын мәсеттән ҡала дауахана, тиҙәр. Беҙгә, күҙебеҙгә аҡ-ҡара күрмәй донъя ҡыуып сапҡан әҙәмдәргә, тормоштоң асылын аңлатып, Аллаһы Тәғәлә сир итеп һынау ебәрә. Һәм күптәр тәүбәгә килерҙәй булып, һаулыҡ һорап Хоҙайға ялбара башлай. 
Палатала ятҡан биш кешенең дүртәүһе һәр хәлдә шулай ҡы­ланабыҙ. Бөгөндән башлап үҙебеҙҙе ҡарарға, һаулыҡты ҡайғыртырға ант итәбеҙ, интернет селтәренән тиҙ генә барлыҡ ауырыуҙы “алып ырғы­тырлыҡ” мөғжизәле дарыуҙар, халыҡ дауаһы ысулдарын эҙләйбеҙ. Бары тик 75 йәшен тултырырға әҙерләнгән Таңһылыу инәй генә донъянан ваз кискән кешеләй ҡылана. Бер көн хатта: “Йәшәрен йәшәнем инде – еткән. Алла былай ҙа һорағанымдан артыҡ итеп бирҙе, үкенесем юҡ”, – тип ҡуйҙы. Йор телле Зәлиә исемле ҡатын:
– Инәй, биргәнде риза булып алырға кәрәк. Байлыҡ артыҡ булмай ул, – тип көлдөрөп алды. 
– Аллаға шөкөр, барыһын да сабырлыҡ менән ҡабул иттем. Бәхетемде лә, һынау-ҡайғыларҙы ла. 35-те үткәнсе бала һөйөүҙән мәхрүм инем – итәк тултырып үҫтерҙем, шат­ландырҙылар ҙа, илаттылар ҙа. Ауырып киткәс, шуларҙы аяҡҡа баҫты­рырлыҡ ғүмер һораным. Шөкөр, хәҙер инде ейәндәрем кәләш алды. Күңелем тыныс. Инде теге донъяға күсеп, бында ҡылған гонаһтарға яуап бирәһе генә ҡалды.
– Шулай күпме ни гонаһтарығыҙ?
– Тормош юлы оҙон бит ул, фәрештәләй генә үтеп булмай. Ундай тормоштоң ҡыҙығы ла булмаҫ ине. Минең бар хыялым, маҡсатым  әсә булыу ине. Тик ике балам да никахһыҙ тыуҙы. Уларҙың атаһы –матур ғына йәшәп ятҡан кеше – күңел тынысһыҙлығын еңә алмайынса эскелек һаҙлығына батты. Һәм мин ошо ике оло гонаһымды йөк итеп алып, 30 йылдан ашыу йәшәп ятам.
– Ә ниңә кейәүгә сыҡманығыҙ һуң?
– Алырға теләүсе булманы. Бала саҡта һөймәлекле генә матур ҡыҙ инем ул. 7-се клас­та уҡығанда һыу сәсәге сығып, сәсрәп ауырып киттем. Тик ул заманда артыҡ бәлә һалыу, дауаханаға йөрөү тигән нәмә булманы бит. Ун көн урын өҫтөндә ятыуыма ҡарамаҫтан, минең өсөн борсолоусы булманы. Өләсәйем үҙенсә имләгән булды, ә атай мәрхүм: “Биш бала ла имен үткәрҙе, һин дә, кинйәкәйем, бирешмәҫһең”, – тине лә, башҡаса яныма килеп тә ураманы. Ысынлап та, ауырыуҙы еңдем. Тик битемдә тимгел-тимгел булып шаҙралар ҡалды. Үҫмер саҡта, үтер тип уйлап, артыҡ бошонманым. Әммә йәшлек осоро етеп, тәүге хистәр уянғас, яҙмышыма төшкән һынауҙың әселеген аңланым. Класташ малайҙар «ҡутырлы көсөк», «тимгел бит» тигән ҡушаматтар таҡты. Әхирәттәремә егеттәр хис­тәрен белдерҙе, киске уйындан оҙатты, ә мин бындай иғтибарҙан бөтөнләй мәхрүм булдым. 
Үҙемдең кәмселектәремде белгәс, яңғыҙлыҡҡа әҙер инем. Әммә йөрәккә бойороп булмай бит – 19 йәшем тулған саҡта колхозға эшкә килгән ветврач егеткә ғашиҡ булдым. Хистәрҙе белдереү түгел, янына барырға ла батырсылыҡ итмәнем. Бары тик уны ситтән генә күҙәтеп, һоҡланып йөрөнөм. Билдәле инде, белемле, аҡыллы һәм матур егет миңә иғтибар итмәне. Өс йыл эшләне лә,   класташ ҡыҙға өйләнеп, үҙ яғына ҡайтып китте. Саҡырһалар ҙа, туйға барманым – ул көндө илап, яҙмы­шымды ҡәһәрләп үткәрҙем. Был ҡылығымды ла ата-әсәйем аңла­маны. “Матурлыҡ туйҙа ғына кәрәк. Һау-сәләмәт булыуыңа шөкөр ит”, – тип әрләне улар.
Парлы булыу кәрәк, тип димләү­селәр булды ул. Тик миңә тип тәғәйенләгән ир-егеттәр йә эсергә яратҡан, йә 2 – 3 ҡатын айырған, бик булмаһа, донъя көтөргә теләмәгән “икенсе сорт”  ине. Күрәләтә улар менән бәйләнеп, үҙ иңемә артыҡ йөк алырға теләмәнем. Үҙенең эскесе ҡустыһына барыуҙан баш тартҡас, өс туған еңгәм битемә бәреп:
– Һайланырлығың бармы һуң, бисара ҡыҙ. Кем эләкһә, шуға барырҙай булырһың, тик ул саҡта йәмһеҙлегеңә ҡартлыҡ та өҫтәлеп, майлап һалһаң, эт тә ашамаҫ, – тине.
Рәнйенем, иланым, парлы тормоштан, мөхәббәттән бөтөнләй төңөлдөм. Бар көс-ҡеүәтемде эшкә бирҙем. Мәктәпте тамамлағас, ашнаҡсыға уҡығайным. Колхозға тәүҙә икмәк бешереүсе итеп алғайнылар, аҙаҡ ашханаға күсерҙеләр. Тик яҙмышым миңә тағы ла бер һынау әҙерләп ҡуйғайны. 
1984 йылдың көҙө ямғырлы килде. Иген урыр әмәл юҡ – биҙрәләп ҡоя. Саҡ-саҡ  йыйған бойҙайҙы 7 – 8 тап­ҡыр елләтеп, көскә киптерәләр ҙә, йөк машиналары менән дәүләткә оҙаталар. Кеше етмәй, тип башҡа эштә йөрөгән ҡатын-ҡыҙҙарҙы ла төнгө сменаға келәткә иген елләтергә саҡыралар. Көнө буйы оло-оло кәстрүлдәге аштарҙы күтәреп йөрөп, етмәһә, өйҙә лә йорт мәшәҡәттәре, мал көтөп тора, арығанмындыр инде – төн уртаһы етеүгә ойота башлай. Аҙ ғына буш ваҡыт булыу менән ял итергә ултырабыҙ ҙа, өйөлгән бойҙай өҫтөнә ятып, серем итәбеҙ. Бер көндө мине абайламайса келәт мөдире елләткесте тоҡандырып ебәргән. Тауышҡа уяндым ул, тип йоҡо аралаш тороп өлгөрмәнем, итәгем транспор­терға эләкте. Ҡеүәтле машина ябыҡ ҡына, бәләкәй буйлы ҡатынды ни, һә тигәнсе һөйрәп тә китте. Ысҡынырға тырышып тулай торғас, аяғым тимергә ҡыҫылды. Гөрһөлдәп эш­ләгән техника тауышына минең ҡысҡырғанды ишетмәгәндәр ҙә. Бары тик бер ҡатын ғына күреп ҡалып, һүндереп өлгөрҙө. Аяғымдың ике урындан быуыны сыҡҡайны, әллә дөрөҫ ултыртманылар, әллә йәрәхәте ауыр булдымы – ғүмерлеккә сатан булып ҡалдым. Шул саҡта ғына ата-әсәйемдең сәләмәтлеккә, һаулыҡҡа шөкөр итергә ҡушыуының ысын мәғәнәһен аңланым. Башҡаларҙан кәм йәшәмәнем, шулай ҙа сатан аяҡ менән ғүмер юлын үтеү өсөн икеләтә көс талап ителгәнен үҙ иңемдә татыным. Йүгереп кенә барыр урынға йән асыуы менән ҡырҙап ҡына бараһың инде, ни хәл итмәк кәрәк. Нимәһе ҡыҙыҡ (бәлки, үҙемдең вайым­һыҙ­лыҡтыр) – эштә алған йәрәхәт өсөн колхоз аҡса ла түләмәне, инвалидлыҡ та бирелмәне. 55 йәшкә тиклем эшләп, хаҡлы ялға сыҡтым. Ике йыл элек, йәшем 72-гә еткәс кенә дауаханаға эшкә килгән йәш хирург комиссияға юллама биреп, 2-се төркөм инвалидлыҡ  бирҙертте.
Атай-әсәй иҫән саҡта яңғыҙлығым артыҡ һиҙелмәне, ҡустым менән һеңлемде аяҡҡа баҫтырышып, донъя бөтәйтешеп, улар менән йәшәнем. Туғандарым үҙ тормошон ҡороп сит­кә китте, бер-бер артлы атай менән әсәй мәрхүм булды. 34 йәшемдә япа-яңғыҙ тороп ҡалдым. Йәшәүҙең мәғәнәһе бөттө. Йәштәштәремдең, әхирәттәремдең үҙ ғаиләһе, донъялары бар. Туғандарҙың да үҙ мәшәҡәте – аҙналар буйы ҡапҡамды асып инеүсе юҡ. Эшкә барам да ҡайтам. Ярай йәй мәшәҡәт күп, уйланырға, иларға ваҡыт юҡ. Ә ҡышты нисек үткәрергә белмәйем – ашханала 4 – 5 иргә ашарға әҙер­ләйем дә, ҡайтып китәм. Өйҙә лә артыҡ эш юҡ. Бар белгәнем уйланыу, илау. 
Бер көндө райондың икенсе яғынан килеп МТМ-ла трактор төҙәткән ике ир, ауылда берәйһе аҡсаға мунса яғырға рөхсәт итмәҫме икән, тип һораны.
– Йүшкәһен рәтләп, һыу багын ямап бирһәгеҙ, көн аша бушлай минең мунсаны яғып инә алаһығыҙ, – тинем.
Ҡулы эш белгән ирҙәргә нимә инде – һә тигәнсе эшләп тә ҡуйҙылар. Икенсе килгәндәрендә ҡыйшая башлаған ҡапҡа рәтләнде, аҙаҡ келәткә артыҡ әйберҙәрҙе ҡуйырға кәштә ҡаҡтылар. Ә бер көндө Рәсим исемлеһе кискә табан яңғыҙы ғына килеп инде.
– Таңһылыу, тегендә ирҙәр эске ойошторҙо. Миңә ярамай – кодировкаламын. Ысҡынһам, оҙаҡҡа китәсәк. Өйөң ҙур ғына бит, бәлки, бер төн йоҡлап сығырға рөхсәт булыр?
Быға тиклем бер генә ирҙең дә миңә ҡыҙыҡһыныуы булмағас, бер ниндәй шикһеҙ, икеләнеүһеҙ рөхсәт бирҙем. Артыҡ һөйләшмәйенсә генә киске ашты ашаныҡ, бер аҙ телевизор ҡараныҡ. Уға алғы яҡтағы урын­дыҡҡа урын әҙерләнем дә, үҙ бүл­мәмә инеп киттем. Утты һүндереп ятыуыма бүлмә ишеге асылып китте.
– Таңһылыу, мин һиңә бер нәмә лә вәғәҙә итмәйем. Ауылда ҡатыным, ғаиләм бар. Холҡом да артыҡ яҡ­шынан түгел. Тик һинең ғүмереңдең иркә-наҙ күрмәйенсә заяға үтеүенә күңелем боша. Өс йыл рәттән ауы­лығыҙға киләм, күрә йөрөйөм. Мин­дәге хис йәлләү түгел ул, дөрөҫ аңла. Һине бәхетле иткем, тән рәхәтлеген биргем килә. Юғиһә, бер нисә йылдан һинең күңелең бөтөнләй ҡатасаҡ. Йөрөмтәл кеше түгелмен, әгәр улай булһам, теге йылдарҙа уҡ еңел холоҡло ҡатындарҙы табыр инем, – Рәсим карауатҡа уҡ килеп ултырҙы ла, ҡулымдан тотоп алды. – Әгәр ҡаршы булһаң, асыуланһаң, хәҙер үк сығып китәм. Рәнйетһәм, ғәфү ит, йәме, насарлыҡ теләмәйем. Күргем килмәй, тиһәң, башҡаса күҙеңә лә күренмәм...

Гөлдәриә ВӘЛИТОВА.
(Дауамы бар).

Тәүҙә аптырап ҡалдым, асыуланырға ла иттем. Тик ул саҡта инде ир көҫәүҙең нимә икәнен аңлай башлағайным инде: ҡайһы бер төндәрҙә үҙемде ҡайҙа ҡуйырға белмәй, ары-бире һуғылып таң аттыра торғайным. Мөхәббәт сәхнәһе булған кинолар ҡарай, китаптар уҡый алмайым, тәнем ут яна башлай. Ләззәттең ни икәнен белмәһәм дә, күңел сер булып ҡала килгән донъяны татып белгеһе килә ине – Рәсимде үҙем үк ҡосаҡлап алдым да, ирендәренән үбергә тотондом...
Ул эше тамамланып, ҡайтып киткәнсе һәр төндө бергә үткәрҙек. Бәхетле инем. Тик уны яраттым, тип әйтә алмайым, бары тик арабыҙҙа ләззәткә ынтылыш ҡына булғандыр, тим. Кеше белмәһен өсөн төндә генә килергә рөхсәт иттем уға, ә эшкә барғанда арала нимәлер булғанын башҡаларға һиҙҙермәнем. Бәлки дуҫтары һиҙенгәндер ҙә, әммә миңә ҡарата насар һүҙ, ҡырын ҡараш булманы. Икенсе, өсөнсө йылына эшкә килгәнендә лә Рәсим менән бергә булдыҡ. Яҡшы кеше ине ул, йорт тирәһендә лә ярҙам итте, утын-бесән әҙерләргә ауылдың трактористарына әйтеп китә ине.
Йәшем 40 –ҡа етеп килгәндә ҡартлыҡ көнөмдө уйлай башланым. Яңғыҙ ҡалғы килмәй. Быға тиклем һаҡланыу тураһында уйламаһам да, балаға уҙманым. Шуға ла дүртенсе йылына Рәсим килер алдынан дауаханаға барып, һаулығымды тикшерттем. Табип ҡыҙ йәш булһа ла, бик кешелекле булып сыҡты, ауырға ҡалыуҙың бер нисә серен өйрәтте. Көнө-төнө Аллаһы Тәғәләгә бер генә теләк менән доға ҡылдым: “Раббым, әсә булыу бәхетенән мәхрүм итмә! Матурлыҡ, мөхәббәт бәхете бирмәгәнгә күрә, яңғыҙлығымдан арындырырлыҡ, ҡартлығымда ярҙам итерлек бала бир! Рәсимдең ғаиләһенә лә, үҙенә лә зыян килтермәйәсәкмен, үҙ көсөм менән аяҡҡа баҫтырырмын, бала ғына бир, Аллам!” – тигән уй менән йоҡларға ятам да, шул уй менән уянам.
Һөйәрем ул йылды ла эшкә килде. Теләгемде уға һөйләмәнем, өркөтөп ҡуйырмын тип ҡурҡтым. Ҡайтып киткәсе генә ауырға ҡалғанымды белдем. Рәсимгә был турала әйтмәҫкә булдым. Тик беҙҙең мөнәсәбәтте белгән оҙон телдәр табылған – кемдер хәбәр иткән. Картуф ҡаҙыр мәлдә килде. Оҙаҡ һөйләшеп ултырҙыҡ.
– Ҡурҡма, миңә һинән бер нәмә лә кәрәкмәй. Баламды иҫән-һау табып алырға ғына теләйем. Рәхмәттән башҡа бер һүҙем дә юҡ, әгәр һин булмаһаң, әсә лә булмаҫ, иркә-наҙҙарҙар ҙә күрмәҫ инем.
– Ҡыҙ бала булһа ярар ине. Малайҙарға ҡаты ҡул кәрәк. Ә һин бигерәк йомшаҡ күңеллеһең. Ғаиләмдәге балаларым кеше булып килә, мөмкинлек сыҡҡан һайын ярҙам итермен. Рәнйемә миңә, Таңһылыу. Яңғыҙыңа ауыр булыр, беләм. Тик һинең менән бергә була алмайым, – тине.
Асыуланманым да, рәнйемәнем дә. Балам тыуыуға шат инем, хатта кеше һүҙенә, ғәйбәттәргә рәнйемәҫкә үҙемә һүҙ бирҙем. Яңы йыл төнөндә сабыйым – Айһылыуҙы таптым. Рәсим ул йылды ла беҙҙең ауылға эшкә килгәйне, кис һайын килеп, ҡыҙыбыҙҙы тәрбиәләргә ярҙам итте. Йәйгеһен дә бер нисә тапҡыр килергә мөмкинлек тапты. Ә көҙгә табан ул “ысҡынды” – ун йылдан ашыу араҡыны ауыҙына ла алмаған кеше ҡабат эскегә бирелгән. Мине яратмауына шул тиклем ышандым, ә бына ҡыҙыбыҙға битараф ҡала алмауын уйламағанмын. Ике ут араһында яна-яна, көсһөҙлөктән башын эскегә һалды. Уның менән араны бөтөнләй өҙөргә уйлағайным да, килеп сыҡманы. Айһылыуға дүрт йәш тулғайны инде, ҡаты сиргә дусар булдым. Ҡатын-ҡыҙҙар табибы үҙ тәжрибәһенән сығып, ҡайһы берәүҙәрҙең бала тапҡандан һуң был сирҙән тулыһынса шәбәйеүен һөйләне. Балам хаҡына тағы ла гонаһҡа барырға булдым. Бер туған ҡустымды өгөтләп, Рәсимдең ауылына ебәрҙем. Айһылыу ауырый, тигән һылтау менән уны беҙгә алып килергә тейеш ине. Эскән мәле булғас, уйлап тормаған, өҫтөндәге бер ҡат кейеме менән әҙер ылауға ултырған да килгән. Дүрт көндө – ҡыҙы, ә төндәрҙе минең ҡосаҡта үткәрҙе Рәсим. Һәр төндө Аллаһтан тағы ла бала һораным. “Бала табып, шәбәйеп китһәм, Рәсимде лә, ҡатыны булған башҡа бер генә ирҙе лә үҙемә тырнаҡ менән дә ҡағылдырмайым. Балаларымды аяҡҡа баҫтырырлыҡ һаулыҡ, көс һәм ғүмер бир, Раббым!” – һөйәрем ҡайтып киткәс тә, үҙемдең ауырлы икәнемде белгәс тә, көнө-төнө тигәндәй шул һүҙҙәрҙе ҡабатланым.
Айнур улым тыуғас, икеләтә бәхетле булдым. Хатта йыл ярым буйы ауырыуымдың ҡабат башланыу мөмкинлеге була, тигәс тә ҡайғырманым. Үҙемдең дауамым булырлыҡ балаларым ҡалыуына, сабыйҙарыма ғүмер бүләк итеүемә, әсәлек бәхетен татыуыма шат инем. Шәбәйгәнемде белгәс, әйткән әйтеүемде тоттом: башҡаса ир затына күтәрелеп тә ҡараманым. Рәсим менән дә араларҙы өҙөм. Айнурҙың тыуған айын юрамал һуңғарыраҡҡа яҙҙырҙым да, икенсе кешенән таптым, тип алданым. Айһылыу ҙурайғас, уҡыған еренә эҙләп барған. Хәҙер ҙә аралашып торалар. Эскеһенән арына алманы ул, башлаһа ай буйы туҡтамай, тиҙәр. Уның, ғаиләһенең алдында ғәйебем ҙур, аңлайым. Ә улымдың унан булыуын һаман да белмәй. Инде әйтмәҫмен дә, сөнки әйтеүҙән бер ни үҙгәрмәйәсәк. Айнур вафат инде... 21 йәшендә генә юл фажиғәһендә вафат булды. Ҡустыһы менән бергә.
Таңһылыу инәй күҙ йәштәрен тыя алмай, бер аҙ һыҡтап ятты. Йыуатыр, хәлен еңеләйтер һүҙҙәр таба алмағас, беҙ ҙә тын ҡалдыҡ. Күрәһең, сит кешегә булһа ла хәлен һөйләү инәйгә еңеллек биргәндер, бер аҙҙан ул хәбәрен тағы ла дауам итте.
– Һуҡырҙың теләгәне ике күҙ, тигәндәй, мин ике баланы ла Аллаһы Тәғәләгә үтенеп, ялбарып һорап алдым. Күрәһең, ныҡ теләгәнмендер – иңемә тағы ла өс бала яҙмышын һалды. Бер туған һеңлем менән кейәү суррогат араҡынан ағыуланып үлде. Эсеп, аҙып-туҙып йөрөгән кеше булманылар. Донъялары матур ине, эштә лә маҡталдылар. Ғаилә дуҫтары юбилей табынына ҡайҙандыр арзанлы алкоголь алған. Ул ҡунаҡтан тиҫтәнән ашыу кешене тура дауаханаға оҙатырға тура килгән. Өс кеше, шул иҫәптән минең туғандар вафат булды. 13, 8 һәм 2,5 йәшлек балалары етем ҡалды. Үҙ туғандарыңды күрәләтә балалар йортона оҙатып булмай бит. Ҡустым менән килен үҙҙәренә береһен алырға теләгәйнеләр ҙә, бер туғандарҙы айырырға ярамай икән. Шулай итеп 45 йәшемдә биш бала әсәһе булып киттем. Береһенән береһе ваҡ, яҡҡа баҫтырыуы еңел булманы. Әммә һорап алған бәхетемә бер ваҡытта ла зарланманым, ризаһыҙлыҡ белдермәнем. Мәктәпте тамамлай торҙолар, уҡып эш башлай торҙолар. Ҙурҙары – өс ҡыҙ кейәүгә сыҡты. 
Айнур район үҙәгендә умартасыға уҡып йөрөй ине. Ял һайын ҡайтып, йорт тирәһендә ярҙам итә. 9-сыла уҡып йөрөгән Арсен көн яуымлап торғас, уны матоцикл менән ҡаршы алырға күрше ауылға китте. Ямғыр көсәйгәс, улар тиҙерәк ҡайтып етер өсөндөр инде, тура юлға боролғандар. Ә унда тәрән йырын бар – батҡаҡлы юлдан кәйкәләп, шул йырынға осҡандар. Айнур шунда уҡ йән биргән, Арсен ике аҙна дауаханала ятып, иҫенә килә алмайса үлде. Ваҡытында ярҙам күрһәтһәләр, уны ҡотҡарып булған ул. Әммә алама юлдан йөрөүселәр һирәк – биш сәғәткә яҡын күреүсе булмаған. Мин ни яман уй уйламаным. Ямғырҙан ҡасып, күрше ауылда йәшәгән туғандарға ингәндәрҙер, тинем дә тыныс ҡына көттөм дә ултырҙым. Фажиғә булырын белһәм, Арсенды юлға сығармаҫ инем. Айнур ни, йәйәү ҡайтыр ине әле. Күп булһа һалҡын алдырып бер аҙ ауырып алыр ине...
Тик күрәсәкте алдан белеп булмай шул. Ике улым да йәшлек осорона ла аяҡ баҫа алмай вафат булды. Уларҙың вафатынан һуң ике йыл аңҡы-тиңке булып йөрөнөм дә, нисектер тынысландым. Гонаһтарыма яза, тип ҡабул иттем. Намаҙ уҡыйым, ураҙа тотам. Выждан ғазабынан шулай арындым. Хәҙер инде минең Хоҙайҙан ғүмер, һаулыҡ һорар мәлем түгел. Башҡа балаларым, ейән-ейәнсәрҙәремә бындай һынау ҡағылмаһын өсөн, Аллаһы Тәғәләнән бары тик ғәфү һорайым. Был донъяла ярлыҡау булмаһа, теге донъяла тамуҡта яндырһын. Тик минең гонаһтар балаларыма ҡалмаһын, үҙем яуап бирһәм ине...
Таңһылыу апайҙың яҙмышы һәр кемде уйға һалды. Башҡаларҙы белмәйем, әммә мин уның гонаһтары күптән инде ярлыҡау тапҡандыр, тип ышанам. Япа-яңғыҙ килеш өс етем баланы үҙ ҡанаты аҫтына алған, һөйөүен, тәрбиәһен биргән, бынан тыш үҙ балаларын ҡараған ғәрип ҡатындың изгелеген башҡалар ҡабатлай алыр инеме икән? Һынауҙарға тулы тормош юлын изгелектәр ҡылып үтеү үҙе үк гонаһтарҙан арыныу түгелме ни?..

 Гөлдәриә ВӘЛИТОВА.

Автор:Гульнур Куватова
Читайте нас: