Бөтә яңылыҡтар
Махсус биттәр
23 Май , 09:57

Ғаилә яу яланы түгел

“Һеңлем, ярҙамың кәрәк ине. Юлай менән бала саҡтан бергә уйнап үҫтегеҙ, һине ихтирам итә. Моғайын, кәңәш итһәң, һүҙеңде тың­лар. Килен менән аралары боҙолоп тора, айырылыр сиккә еттеләр кеүек. Һөйләшеп ҡара инде, күрәләтә балаларҙы етем итмәһен...”
Күршелә йәшәүсе Фәүзәнә апайҙан хәбәр килгәс, бер аҙ аптырап ҡалдым. Юлай менән элек дуҫ булһаҡ та, һуңғы ун йылда ара­лашҡан юҡ, тыуған йорттарға ҡайтып осрашһаҡ та, баш ҡағып иҫәнләшеүҙән ары китмәйбеҙ. Шуға күрә хатҡа яуап яҙып торманым – аралашмаған кешегә тиктомалдан аҡыл һатып булмай бит. 
Үткән аҙнала ҡайтҡанда, Юлайҙы күргәс, әсәһенең яҙғаны иҫемә килеп төштө. Кәңәш бирергә түгел, ә хәл-әхүәлен белешер өсөн  янына барып, һүҙ ҡуштым. Бала саҡ хәтирәләренән башланған һөйләшеү бө­гөнгә килеп бәйләнде. Ғаиләһен һораша башлағас, ул күңелһеҙләнде: 
– 20 йылдан ашыу бергә йәшәп, ҡа­тынымды һис кенә лә төшөнә алмайым. Туҡтауһыҙ бәхәстәрҙән, мөнәсәбәт асыҡ­лауҙан арыным. Һуңғы тапҡыр ҡасан һәүе­темсә һөйләшеп, көлөшөп сәй эскәнде лә хәтерләмәйем.
– Ҡуй әле, Юлай, сүптән сүмәлә яһама. Ир менән ҡатын бит икеһе ике заттан. Бер йортта йәшәгәс, бәхәстәр ҙә,  аңлашыл­маусанлыҡтар ҙа була инде. Ир кеше бу­лараҡ, һин иғтибар итмәҫкә, үткәреп ебәрергә тырыш.
– Ә ни өсөн һәр саҡ ир кеше өндәшмәй ҡалырға тейеш һуң ул? Ғаиләнең имен булыуы уға ғына кәрәкме? Ҡатын-ҡыҙҙар шулай ул: һәр ваҡыт бер-береһен яҡлай. Ә ир-егеттең дә күңеле барлығын оноталар. Бына мин ошо көндө һуңғы сиктә йөрөйөм. Бер көн килеп башты элмәккә тығырмын йәки барыһына ла ҡул һелтәп, баш һуҡҡан яҡҡа сығып китермен кеүек.
– Хәлең шул тиклемгә үк барып еттеме ни?
– Йәшәүҙең мәғәнәһе ҡалмаған кеүек. Мин дә бит кеше, йылы һүҙгә, матур мөнәсәбәткә мохтажмын. Иң ҡыҙығы – уны бит мөләйем, ихлас, ҡунаҡсыл, матур һүҙле булғаны өсөн  һайлағайным. Ҡәйнәм тәү күреүҙән мине яратманы, өйләнешеүгә ҡырҡа ҡаршы булды. Әммә Әҡлимә уның һүҙенә ҡараманы. Ә хәҙер әйләнгән һайын: “Әсәйемдең һүҙен тыңламайынса хур булдым, ғүмерем һинең менән әрәмгә үтә”, – тип йәнемде ашай. Былтыр түҙмәнем, улай бәхетһеҙ булғас, айырылышайыҡ һуң, тип әйтеп ҡараным. Ишетмәгән һүҙ, таҡмаған ғәйеп ҡалманы. Имеш, һөйәркәм бар, аҡсаны йәшереп тотам. минең өйләнгәне бирле сит ҡатындарға күҙ һалғаным юҡ, ә эш хаҡы күскән карта Әҡлимә ҡулында булды. Ҡалым аҡсаһы ғына үҙемә ҡала ине. Эйе, хәҙер уға аҡса бирмәйем, сөнки  сәбәбе бар.
– Дуҫлашып, яратышып өйләнгәс, матур ғына йәшәй башлағас, нимә булды һуң? Бер көн эсендә генә барыһы ла 180 градусҡа боролмағандыр бит...
– Әллә инде, – Юлай тәмәкеһен тәрән һурып бер аҙ тын ултырҙы ла, күңелен бушатты. – Мин, бәлки, ҡатын-ҡыҙ күңелен аңлап етмәйемдер... Беҙҙең ғаиләләге алты баланы әсәй үҫтерҙе бит. Атай көнө-төнө тигәндәй эштән ҡайтып инмәне. Тракторын йүнәтешергә алып барһа, шул мәлдәрҙә генә бер аҙ һөйләшеп, аралашып алырға ваҡыт булды. Ул бер ваҡытта ла йорт эшенә ҡыҫылманы, шулай ҙа мал ҡарау, йорт-ҡураны төҙөк тотоу, ер ҡаҙыу, утын әҙерләү, аҡса табыу кеүек үҙ вазифаларына етди ҡараны. Улдарын да шуға өйрәтте. Ә аш-һыу, йорт тәрбиәләү, баҡса сәсеү кеүек эш әсәйем иңендә булды. Мәктәптә ашнаҡсы булып эшләне ул, шунда юллан­ғансы уҡ ярты эшен бөтөрә ине. Хәҙерге кеүек кер йыуыу машинаһы, газ плиталары ҡайҙа инде ул?! 
Һаман да хәтерләйем, иң оло ағайыма кәләш әйттерергә барҙылар. Күстәнәскә әсәй төнө буйы бауырһаҡ, ләүәш бешерҙе, ҡоймаҡ ҡойҙо. Уларҙы төрөп, әҙерләп ҡуйыуға көтөү ҡыуыр ваҡыт етте. Һыйырҙы һауып көтөүгә ҡыуҙы ла, ҡыҙ йортона юлландылар. Көн кискә ауышҡас ҡайттылар ҙа, ҡабат көндәлек эшенә тотондо. Йоҡ­ламаным, арыным, тигән һүҙ ҙә булманы. Ғүмер буйы беҙҙекеләр өс һыйыр аҫраны, ә уның һөтөн эш итеү өсөн әллә күпме ваҡыт үтә. Ярай, ике бөртөк һең­лекәш үҫеп, ҡул араһына инә башлағас, ҡулы бер аҙ бушаны. Әммә әсәй нисек кенә арымаһын, атайҙан иғтибар талап итмәне, һауыт-һаба йыу­ҙырманы.
шундай ғаиләлә үҫкәс, өй эсендә ҡа­тыныма артыҡ ярҙам итергә ҡулымдан килмәне. Тәүҙә Әҡлимә быға артыҡ иғтибар итмәне. Әммә балалар тыуғас, ул һәр саҡ зар­лана башланы. Мин бит тәүге бала тыуыу менән уға еңел булһын тип, өйгә һыу үткәреп, душ, бәҙрәф эшләттем. Кер, һауыт-һаба йыуыу машиналары, саң һурҙырғыс, духовка, кухня комбайны, хатта икмәк бешергескә тиклем алып ултырттым. Тракторсы, шофер булып эшләгәс, ап-аҡ күлдәк таптырып ултырманым – 3 – 4 көн бер кейемдә йөрөй бирҙем. Аш-һыуға ла талымһыҙмын, бер үк ашты көнөнә өс йылытһа ла, бер һүҙһеҙ ашайым. Бала менән арыуын да, ваҡыты етмәүен дә аңлап ҡабул иттем. Тик ул түҙеп торғоһоҙ мыжыҡҡа әйләнде. 
Етмәһә, сығымдар артҡас, төп эшемдән тыш, төҙөлөшкә йөрөй башланым. Эш хаҡынан тыш, аҙ-маҙ ғына булһа ла материал ҡайта – егеттәр менән һөйләшеп, ҡом, таш, ҡара ер алып ҡайтам, артып ҡалған таҡта, кирбес, цементты ла бүлешеп була. 15 сәғәт эшләп, арып ҡайтыуыма, өйҙә лә мәшәҡәттәр көтә: йортто буш урынға эшләп сыҡтыҡ та бит, кәртәләргә лә, мунса-келәтен төҙөргә лә кәрәк. Төн етер-етмәҫтән карауатҡа ауам – иртә таңдан эшкә барырға. Бер төндө ул мине этеп-төртөп уятты ла, ҡулыма баланы тотторҙо: “Мин һиңә бала эйәртеп килмәнем, көнө буйы былай ҙа арыйым. Ҡара!” Аптырап ҡалдым. Һуң мин дә бит уйнап йөрөмәйем. Шулай ҙа тыныс ҡалырға тырыштым. “Бик арыһаң, әсәйҙе йәки ҡәйнәмде аҙнаһына бер булһа ла ярҙамға саҡыр һуң. Мин нисек төндә йоҡламай эшкә барайым? Авария булһа, кеше ғүмере өсөн яуап бирәсәкмен бит...”
– Эйе, һин һәр ваҡыт гел башҡаларҙы уйлайһың. Ә минең хәлем һиңә ҡыҙыҡ түгел. Балаларҙы һиңә таптым, әсәйемә түгел. Шулай булғас, һин дә ҡараш!
Был ғына уға әҙ булды, бер заман: “Мин һин ҡайтыуға ашарға әҙерләйем. Тамаҡ туйҙырғас, һауыт-һабаны йыуғандан ҡулың ҡоромаҫ”, – тип әйтеп ысҡындырҙы. Уның өсөн ҙур ғына сумма сығарып, махсус машина алыуымды иҫенә төшөрөргә тура килде. Иғтибар етмәүгә, һөйләшеп ултырмауыма ла зарланды һәр ваҡыт. Берен­сенән, ваҡытым етмәһә, икенсенән, уның күлдәк, биҙәүестәр тикшереүенә нимә тип яуап бирергә тейешмен һуң? Буш ваҡытым булғанда, ул ял итһен йә өй эштәре менән булһын тип, тышҡа уйнарға алып сыға башлаһам: “Мин һиңә бала табыу өсөн генә кәрәккәнмен. Уларға иғтибар бүләһең, миндә эшең дә юҡ”, – тип иланы. Ә бергә сыҡһаҡ, мотлаҡ магазин ҡыҙыра.
Иң асыуымды ҡабартҡаны дуҫтарым алдында абруйымды төшөрөүе булды. Бер көн эштәге ике егетте эйәртеп ҡайттым – мунсаға мейес эшләү тураһында килешергә ине ниәт. Ҡатынымдың ваҡыты юҡлығын аңлатып, юл ыңғайына магазинға туҡталып, билмән һатып алдым. Ул өйҙә юҡ ине. Ҡараһам, һыуытҡыста былау, йәшелсә салаты ултыра. Шуларҙы табынға сығарҙым да, билмән бешереп торманым. Егеттәр мунсаны ҡарап сыҡтылар ҙа, хаҡына килешкәс, мәгәрис сығарҙым. Шул мәл Әҡлимә ҡайтып инде һәм өйҙә ел-дауыл ҡупты. Иң тәүҙә шешәне алып, тәҙрә аша тышҡа елләне. Аҙаҡ өҫтәлдәге ризыҡтарҙы ҡабат һыуытҡысҡа ҡуйҙы.
– Юҡ ваҡытымды бар итеп әҙерләгән ризығымды һинең алкаштарыңа ашатырға йыйынмайым. Эштә көнө-төнө эске ойоштороу етмәгән, хәҙер өйҙөң ҡотон ебәр­мәксеһеңме? Мин бында балалар менән нимә эшләргә белмәйем, ә һин күңел асып йөрөйһөң. Йүнле ир булһаң, эштән ва­ҡытында ҡайтыр инең. Башҡаса эшкин­мәгән дуҫтарыңдың да, туған­дарыңдың да бында эҙе булмаһын! Юғиһә улар менән бергә һин дә сығып китәсәкһең! – тип ҡысҡырырға тотондо. Егеттәр бер-береһенә ҡарашты ла, сығып та китте. Аҙаҡ ғәфү үтенеп, смс-хәбәр ебәргәйнем: “Аңлайбыҙ. Тик мейес эшләргә барып, ҡабат әрләнер хәл юҡ”, – тип яуап ебәрҙеләр.
Әҡлимәгә уларҙы эшкә ҡушыуым ту­раһында әйткәс: “Һин бит ир кеше, үҙең эшлә, шәп булһаң”, – тип яуапланы. Ныҡлы талаштыҡ: минең дуҫ-туғандарым кил­мәйәсәк икән, уныҡыларҙың да беҙҙең тупһала эҙе булмаһын, тинем. Үҙенең дә ҡулынан эш килмәүен, өйҙә тәртип булмауын, балаларҙы матур ҡарамауын әйттем. Ҡатыным мине илап еңергә уйланы, әммә башҡа ирҙәр кеүек күҙ йәшенә ебей торған холҡом юҡ – элек-электән бушҡа илаған­дарына йәнем көйә, киреһенсә, ҡыҙып китәм. Аҙаҡ әйберҙәрен йыйып, ҡәй­нәм­дәргә ҡайтып китте. Барып алманым. Ике аҙнанан үҙе ҡайтты. Тик элек нисектер сабырлыҡ менән булһа ла һаҡлап килгән ихтирам, һөйөү юҡҡа сыҡты. ете йыл инде өйҙәштәр кеүек йәшәйбеҙ. Ул мине ашарға саҡырмай, бешергән ризыҡҡа тейергә рөхсәт итмәй. Мин шунан һуң эш хаҡымды үҙ ҡулыма ала башланым. Әҡлимә алимент юллап алды. Этләшеп, икенсе эшемдән китергәме, тип йөрөнөм дә, кире уйланым – исмаһам, кеше араһында бер аҙ онотолам, өйҙәге хәлдәрҙән арынам. Бүлмәгә бик­ләнеп телевизор ҡарап ятыуҙан ни фәтүә?..
Юлайға ниндәй кәңәш бирергә лә белмәй, аптыранып ҡалдым. Әҡлимәне лә яҡшы беләм, һәр хәлдә элек ул тиклем үк насар кеше түгел ине.
– Әгәр арағыҙ ул тиклем үк насар икән, ниңә айырылышып ҡына ҡуймайһығыҙ һуң? Донъяны уларға ҡалдырһаң, ризалыҡ бирер, моғайын. Һин эшкә шәп, ауыр­лыҡтарҙан ҡурҡмаған кеше, ҡабат донъя йыйырһың әле. Был холҡоғоҙ менән үҙегеҙҙе генә түгел, балаларығыҙҙы ла бәхетһеҙ итәһегеҙ бит.
– Әллә инде... Ҡабат өйләнергә лә, донъя йыйырға ла була ул, әммә минең күңелем ҡатып бөткән инде. Барлыҡ ҡатын-ҡыҙ затына ышанмайым. Беләһеңме, ике йыл элек ниндәй хәл булды? Былай йәшәүҙән арыным да, Әҡлимәнән ғәфү үтенеп, барыһын да оноторға, яңынан йәшәй башларға булдым. Ҡиммәтле генә бүләк алдым, бер ыңғайҙан ғаилә ҡороуға 20 йыл тулыу айҡанлы ике яҡтан да туғандарҙы ҡунаҡҡа саҡырырға ла иткәйнем. Шул мәлдә осраҡлы ғына ҡатынымдың телефоны ҡулыма эләкте. Әхирәттәре менән чатта яҙғандарын уҡып, иҫем китте. Улар, шул иҫәптән Әҡлимә лә, ирҙәрен ниндәй генә гонаһта ғәйепләмәй? Әйтерһең дә, үҙҙәре фәрештә затынан. “Мин барыбер уны еңәм, алдыма тубыҡландырам”, – тигән һүҙҙәре бөтә өмөтөмдө селпәрәмә килтерҙе. Бер генә әхирәте лә: “Улай ярамай, балала­рыңды уйла, тиң йәшәгеҙ”, – тип кәңәш бирмәгән, исмаһам.
– Дөрөҫ!
– Ул ер йөҙөндәге берҙән-бер ир түгел әле!
– Бирешмә!
– Иҫергән сағында юрамал асыуын ҡабарт. Ҡул күтәрһә, полиция саҡырт та, ультиматум ҡуй. Йә өйҙө миңә яҙҙыр, йә ултыртам, тиң.
– Әсәһе менән араһын бутарға кәрәк, ул ҡоторталыр...
Шул һүҙҙәрҙән һуң ҡатын-ҡыҙға нисек ышанырға? Мин үҙемде ғәйепһеҙ тимәйем, әммә бер ваҡытта ла үҙ амбицияларымды алға ҡуймайым. Шуға хәҙер ҡустыларға, йәш егеттәргә, ғаилә ҡорорға ашыҡмағыҙ, ҡатын-ҡыҙҙың йылмайып-көлөп торға­нына алданмағыҙ, тип кәңәш бирәм. Миңә 45 йәш кенә, күңелем менән һүндем, йәшәүҙең ҡыҙығын тапмай башланым. Һәр саҡ әрләшеп, дошманлашып йәшәү ял­ҡытты...
Фәүзәнә апайҙың үтенесен ҡәнәғәт­ләндерә алманым. Юлай хәлдәрен һөйлә­гәндән һуң уға: “Ғаиләңде һаҡла, бала­ларыңды уйла”, – тигән һүҙ һөйләү ахмаҡ­лыҡ булыр ине. Сөнки бер кеше генә уны һаҡлай алмай, ике яҡтан да йылылыҡ кәрәк. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күптәр күңел йылыһы, наҙ, һөйөү бүләк итер ғаиләне яу яланына әүерелдерә лә, еңеү яуларға тырыша. Кү­рәһең, тиң йәшәүгә ҡарағанда еңеүсе бу­лыу­ҙан кисергән рәхәтлек тойғоһо  көс­лөрәктер: һәр һүҙен үтәгән, үҙ фекере бул­маған кеше (тормош юлдашы тип әйтеп булмай) менән идара итеп, күңел бөтөнлөгө алыусылар күп бит.

Гөлдәриә ВӘЛИТОВА.

Автор:Гульнур Куватова
Читайте нас: