Фәниә менән Фәнисә – бер туған ҡыҙҙар. Әммә улар бер-береһенә шул ҡәҙәр оҡшаған, хатта ата-әсәһе һәм туғандары уларҙы бутай ине. Бер төҫлө итеп, парҙан кейенеп тә алһа, ҡыҙҙарҙы күптәр игеҙәктәр тип уйланы. Тик тышҡы ҡиәфәттәре ныҡ оҡшаһа ла, холоҡтары төрлө шул. Бишектәге бишкә төрләнә тиһәләр ҙә, төрләнмәй икән. Фәниә сабыр, тәртипле, уңған, йүгерә- йүгерә йыйыштыра, ҡушылған эште теүәл, еренә еткереп эшләргә тырыша. Ә Фәнисәләре, киреһенсә, үҙ һүҙле, бик тә тиҫкәре, холоҡһоҙ, юҡҡа ғына ла үпкәләп йөрөй. Әйтәләр бит, аттан ала ла тыуа, ҡола ла тыуа, тип. Бик дөрөҫ һүҙҙәр.
Мәктәптә уҡығанда ла ҡыҙҙар айырылып торҙо. Ҙурыһы теше-тырнағы менән китапҡа йәбешеп барҙы, һәйбәт уҡыны. Уның хыялында аҡ халатлы шәфҡәт туташы булыу ине. Ә кесеһе бик тә дәртле – уйын-көлкө, күмәк йыйылышыуҙы яратты, уҡыу тип бошоноп барманы. Фәнисә күп аҡсаға, байлыҡҡа ҡыҙыға, шуға, һатыусы булам, тине.
Йылдар бер-бер артлы үтә торҙо. Ҡыҙҙар һөнәрле булды, эшкә лә урынлашты. Фәниәне юллама буйынса сит районға эшкә ебәрҙеләр, ә Фәнисә район үҙәгендә ҙур ғына бер магазинға һатыусы булып ҡалды. Йәш, сибәр, күҙҙәре уйнап торған ҡыҙҙы магазин мөдиренең беренсе күреүҙән үк, “мөхәббәт” өлкәһендә байтаҡ тәжрибә туплаған кеше булараҡ, һинең кеүек күбәләктәрҙе ҡосаҡҡа алыу миңә уйын ғына, бер күҙ ҡыҫыу етә, тигән мәкерле уйы елкендереп үк ебәрҙе.
Фәнисәне нәҡ һатыу эше өсөн генә тыуған тиерһең. Беренсе көндән алып эште яйлап-майлап, һәр тауарҙы өйрәнеп, һатып алыусыға оҫта итеп тәҡдим итә белде. Әллә ҡасан ҡайтҡан тауарҙы ла, әле кисә генә килде, тип һатып ебәрә. Теле телгә йоҡмай, зәһәр оҫта итеп маҡтай, әйтерһең, ғүмер буйы тәжрибә туплаған! Эштәр яйға китте, план да үтәлеп бара. Мөдир ҡәнәғәт, ҡыҙҙы үлтереп маҡтай, премия яҙа. Ҡыҙ ҙа күңеле менән һиҙә – мөдир уға битараф түгел!
Бәхетле көн оҙаҡ көттөрмәне. Бына бөгөн Фәнисәгә 20 йәш! Был көндө матур, күңелле, иҫтәлекле итеп үткәреү өсөн мөдир бар көсөн һалды. Сәскәләр бәйләме, табын, ҡиммәтле шарап өҫтәл өҫтөн биҙәп, ҡунаҡтарҙы көтә. Ә ҡунаҡ тигәндәре ни бары икәү: мөдир һәм ҡыҙ! Мөдирҙең теле телгә йоҡмай, китте маҡтау, уларға эйәреп яратыу, ғашиҡ булыу, һөйөү һүҙҙәре. Әйтерһең дә, күк ҡабағы асылды ла, унан тәмле-наҙлы мөхәббәт һүҙҙәре яҡты йондоҙ булып бүлмәне тултырҙы! Бер-бер артлы бушаған рюмкалар ҙа, ҡайнар ҡосаҡ та ҡыҙҙан егерме йәш тирәһе өлкән ирҙең теләген үтәне. Был күренештәрҙең шаһиттары күктәге тулы ай һәм йондоҙҙар ҙа, оялыуҙандыр инде, күҙҙәрен “йомоп”, күк йөҙөнә ҡараңғы пәрҙәһен ҡаплап ҡуйҙы!
Бер май ашап ҡараған бесәй урлашып, ҡасып-боҫоп май сүлмәгенең тышын ялап булһа ла йыуана бит инде. Ояты ҡасҡан мөдир ҙә шулай йыш ҡына яйын табып, ҡыҙ янына килеп торҙо. Хәҙер инде ҡыҙ ҙа был хәлгә күнеп китте. Кис етә башлаһа, көтә, моңһоулана. Бәхет менән бәхетһеҙлек йәнәшә йөрөй, тигәндәре дөрөҫтөр. Уйындан уймаҡ сығыуы оҙаҡ көттөрмәне. Мөхәббәт уйыны ауырға ҡалыу менән икеһен дә уйға һалды.
Район үҙәге тигәс тә әллә, ул бит ҙур ауыл. Яман хәбәр елдән дә етеҙ инде – тарала ла ҡуя. Ә бит ирҙең бынамын тигән ғаиләһе, мәктәптә уҡыусы үҫмер ҡыҙҙары, уны бығаса түҙеп, бар гонаһына күҙ йомоп, ғаиләм тип йәшәгән сабыр ҡатыны бар бит әле! Иренең аҙғынлығына сыҙай алмай, ул был юлы айырылырға ғариза яҙҙы һәм райкомға хәбәр итте. Үҙ ҡәҙереңде һәм дәрәжәңде белмәһәң, донъя тиҙ генә урыныңа ултырта шул! Бер көн түгел, бер сәғәт эсендә мөдиребеҙ һыуға төшкән тауыҡ хәлендә ҡалды. Мөдирлегенән осто, партбилетынан ҡолаҡ ҡаҡты. Ҡайтып инергә йорто юҡ, ғаиләһе селпәрәмә килде. Бары тик ауырлы һөйәркәһе генә бар. Ғәрлегенән ир райондан сығып ҡасты.
Йәшлегенең ҡәҙерен белмәгән, әле йәшәй ҙә башламаған 20 йәшлек ҡатын ҡорһағын ҡосаҡлап япа-яңғыҙ тороп ҡалды. Ул заманда уйнаштан бала табыу оло ғәрлек, оят һанала ине. Нәҫелгә тап төшөрөүсе ҡыҙын атай кеше ғәфү итә алманы. Сөнки ул да партиялы. “Йортома аяҡ баҫаһы булма, һин минең ҡыҙым түгел!” – тип ҡырт киҫте.
Аптыраған өйрәк арты менән һыуға сума, тигәндәй, Фәнисә бик оҙаҡ уйланып йөрөнө. Нишләргә, нисек йәшәргә? Декретҡа сығыу менән, күрше өлкәлә йәшәүсе туғандары янына барып һыйынды. Ике тамсы һыу кеүек мөдиргә оҡшаған, тап-таҙа ир бала тапты. Һәм шунда уҡ унан баш тартты. Туғандары ла ата-әсәһенә: “Ир бала тапты, нишләйһегеҙ, алаһығыҙмы, ризаһығыҙмы?” – тип телеграмма һуҡҡас, ауылдан: “Юҡ!” – тигән яуап килде.
Бала табыу йортона хәл белергә килгән апаһы:
– Фәнисә, бала бит, әйҙә алабыҙ, ҡалдырма. Бәлки, ул һинең бәхетеңә тыуғандыр. Алайыҡ, асыҡ ауыҙ астан үлмәҫ, үҙебеҙ ярҙам итербеҙ. Хоҙай Тәғәлә юлын ярыр әле. Уйла. Бала ташлау ҙур гонаһ бит, хатта бесәй балаһы ла йәл. Нисек йөрәгең етеп, был эшкә бараһың? Әгәр Хоҙай икенсегә бала бирмәһә?.. – тип ҡыҙҙы аҡылға ултыртырға маташты.
– Мин йәшмен әле. Табырмын. Әлегә аяҡ-ҡулға бығау кейгем килмәй. Ҡарар ҡабул иттем!
Фәнисә йәп-йәш ҡыҙ булып бала табыу йортонан сыҡты. Бер ауыҙы бешкән кеше һалҡын һыуҙы ла өрөп ҡаба шул. Ҡыҙ ир-ат яғына ҡарарға ла ҡурҡып йәшәне. Фатир алыр өсөн урам йыйыштырыусы булып эшкә инде. Әкренләп донъяһы яйланып килә кеүек. Үҙенә лә аҡыл ултыра, һәр эште, һәр һүҙҙе ете ҡат үлсәргә күнекте. Парлап ейер ризығың булһа, Хызыр Ильяс юлыңа сығарып ҡуя икән. Һис уйламағанда уны таныштары ҡатыны юл фажиғәһендә үлгән, бер балалы тол ир менән таныштырҙы. Закир менән ул башта ышанмай ғына, һынап ҡарар өсөн генә танышырға риза булғайны. Ир бик әҙәпле, аҡыллы, тәрбиәле икәнен аңлағас, Фәнисә үҙе лә уға тартыла башланы. Өс йәшлек Дамир улы ла: “Я знаю, ты моя мамочка, мамочка!” – тип итәгенә һикереп менеп ултырып, ҡосаҡлап үбә башлағас, ҡатын түгелеп илап ебәрҙе лә:
– Да, да, сыночек, я твоя мама! – тип ҡыҫып ҡосаҡлап, сабыйҙы үбә башланы.
Был йөрәк өҙгөс күренешкә таң ҡалып ҡарап торған Закир ҙа түҙмәне, икеһен дә ныҡ итеп ҡосаҡлап алды, күҙҙәре тулы йәш ине. Ошо көндән улар ғаилә булып йәшәп китте. Ә ир бик тә уңған, аҡыллы, ғаиләһе өсөн йән атып торҙо. Мал тапты, донъяны гөрләтеп көттө.
Апаһы Фәниә менән дә аралар яйлап татыуланды, ике араны йылы хаттар тағы ла яҡынайта төштө. Бер көндө апаһы, еҙнәһе, уларҙың ике ҡыҙы ҡунаҡҡа килде. Өй эсен туғанлыҡ йылыһы сорнап алды. Ике бажаның да, апай менән һеңленең дә һөйләшеп һүҙҙәре бөтмәне. Ә балалар рәхәтләнеп туйғансы уйнаны, аралашты. Фәнисә апаһынан эшкә урынлашҡандан һуң күрешмәүҙәре, аралар һыуыныуына уны ғәйепле һанауы өсөн ҡат-ҡат ғәфү үтенде. Йүләрлеге, башһыҙлығы өсөн оялыуын йәшермәне. Күңелен тырнап, йөрәгенә ҡан һауҙырып, мәңге төҙәлмәҫ яраһы – балаһын ҡалдырған өсөн үкенә. “Инде булаһы булған, буяуы һеңгән, тигәндәй, ер тырнап, ҡан-йәш түкһәң дә бер нәмә лә кире ҡайтмай шул. Их, терһәк яҡын да бит, тешләп алыр инем, юҡ шул, булмай!..” – тип бар күңеле менән ғазаплана Фәнисә.
Серләшкәндән һуң, бер аҙ уйҙарының осона сыҡҡас, апаһы телгә килде:
– Һеңлем, үҙеңдең хатаңды аңлап, дөрөҫ юлға баҫыуың – ҙур бәхет. Закирыңа, үҙ улың урынына Хоҙай биргән Дамирыңа мең-мең рәхмәт әйтеп йәшәргә, уларға йән йылыһы өләшергә, яратырға, наҙларға, ғаиләңде күҙ ҡараһылай һаҡларға кәрәк. Кем-кем, һин уны яҡшы аңлайһың.
– Эйе, апайым, беләм, тырышам, бөгөнгө көнөмә бик тә рәхмәтлемен. Бәхет был. Атай-әсәйем иҫән саҡта теҙләнеп, ғәфү һорап, бәхиллектәрен алыр инем. Ҡурҡам, оялам – ғәрлеге ни тора! Улар минең өсөн күпме ғазап кисерҙе, уларҙың йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтерҙем, уйнаштан бала таптым. Какой атай-әсәйем, мин үҙемде күрә алмайым бит бөгөн, – тип ике ҡулы менән йөҙөн ҡаплап илап алғас: – Апаҡайым, зинһар өсөн, беҙҙе ауылға алып ҡайтығыҙ инде. Үҙемде генә, атайым өйгә индермәҫ.
– Борсолма, атай-әсәй күңеле изге лә, киң дә ул. Индерерҙәр, ғәфү ҙә итерҙәр. Ҡосаҡлап алырҙар әле. Ярай, ярай, бергәләп ҡайтырбыҙ.
Фәнисәнең теләгенә барыһы ла риза булды. Йыр-һүҙгә бай өлкән бажа:
– Гулять булғас, гулять инде, Закир бажа, әйҙә мин һине ҡайнының эҫе, хуш еҫле мунсаһында имән миндеге менән әйләндереп-тулғандырып, рәхәтләнеп пар һала-һала сабайым әле. Ғүмергә онотмаҫлыҡ булһын. Әйҙәгеҙ, йыйынығыҙ юлға, – тип ашыҡтыра ла башланы.
Ауылға яҡынайған һайын, Фәнисәнең йөрәге тынысһыҙланды. Ҡурҡыуынан ҡалтырана уҡ башланы: “Нисек итеп күҙҙәренә ҡарармын инде? Үләм...” Әммә уның шикләнеүе бушҡа ғына булған икән. Туй килгән кеүек машина ҡысҡыртыуын ишетеп, ата-әсәһе йүгереп урамға сыҡһа, ни күҙҙәре менән күрһендәр, балаҡайҙары ҡайтып килә лә баһа...
Урамды яңғыратып өс бала йән-фарман йүгереп килеп, олатай-өләсәй, беҙ ҡайттыҡ, тип өсөһө өс яҡтан ҡарттарҙы ҡосаҡлап алды. Китте шатлыҡ, китте ҡосаҡлашыу, үбешеү. Ә ата-әсәһе, нимә булды был, өнөбөҙмө, төшөбөҙмө, тип иҫ йыя алмай торған мәлдә, ҡыҙҙары Фәнисә: “Зинһар, мин йүнһеҙҙе ғәфү итегеҙсе!” – тип өҙгөләнеп, икеһен дә ҡосаҡлап алғас, ҡарттар бөтөнләй аптыраны, телһеҙ ҡалды. Шул саҡ Закир улар янына килеп:
– Ҡайным, ҡәйнәм, зинһар, Фәнисәгә рәнйемәгеҙ инде, кисерегеҙ. Мин Закир кейәүегеҙ булам. Улым Дамир һеҙҙең ейәнегеҙ булыр, – тигәс кенә, ҡарттарға йән инде. Һүҙҙе нимәнән башларға белмәйенсә, бер аҙ тын торғас, әкрен генә йомшаҡ тауыш менән атай кеше өндәште:
– Тор, ҡыҙым, тор, кил әле. Һинең яңылышыуыңда минең дә хатам ҙур бит. Ботаҡты ҡырт киҫә саптым. Бер аҙҙан, эш уҙғас, үкендем. Әсәйең, үҙебеҙҙең ҡан бит, әйҙә алайыҡ сабыйҙы, тине. Ә мин, арҡыры, үҙ һүҙле ҡарт, ҡаршы килдем. Йәнәһе, партбилеттан ҡолаҡ ҡағам. Яңылыштым, ныҡ яңылыштым. Үҫер ине әле. Партбилеты ғына түгел, партияһы бөттө лә һуң... Һин дә мине ғәфү ит, ҡыҙым, – тип атаһы Фәнисәне күкрәгенә ҡыҫты. Ә күҙҙәрендә үкенеү ҙә, шатлыҡ та сатҡылары бар ине.
Бер ҡасан да юғалып ҡалмаҫ, юмор һүҙҙәре менән бер кемгә лә бойоғоп ултырырға бирмәҫ өлкән бажа был юлы ла ваҡиғаларҙы яйлап ебәрҙе:
– Ҡарағыҙ әле, туғандар, ҡәйнәмдең ете литрлы еҙ самауыры парын бөркә-бөркә ҡайнап ултырып арыған, буғай, беҙҙе өйгә саҡырып, күтәрмәгә үк сығып килә. Йәгеҙ әле, ҡапма-ҡаршы ултырып, тирләп-бешеп, күстәнәстәрҙән ауыҙ итеп, ҡара яндырып сәй эсеп алайыҡ та, мин мунса хәстәрен күрермен. Етер урамда һайрашыу. Төн оҙон, һайрашыр ваҡыт күп әле. Былай итәйек – иң башта, бисмилла әйтеп, өйгә балаларҙы индерәйек. Шатлыҡ, һөйөнөстәр менән өй эсе тулһын, тип. Унан төклө аяҡтары менән Закир менән Фәнисә парлап атлаһын. Шунан бөгөнгө ҡыуаныстан иҫергән хөрмәтле, ҡәҙерле ҡайным менән ҡәйнәмә сират. Аҙаҡтан оло кейәү менән оло ҡыҙ инә инде. Әйҙә әле, “ҡарсыҡҡайым”, алға!
Фирүзә СИРАЕВА.
Балтас районы.