Атай нигеҙен ҡоротмай, төп йортта йәшәй Зөлфиә. Ире Мансур фажиғәле үлеп киткәс, ҡыҙҙарының өсөһө лә әсәләрен үҙҙәренә йәшәргә саҡырып ҡараны, тик атай йортон етемһерәтеп бикләп китергә йөрьәт итмәне ул. Инде нисәмә йылдар ҡайта-китә йөрөгән балаларын, туғандарын ҡаршылап-оҙатып, хәленән килгәнсә йорт-ҡураны хәстәрләп, ошонда яңғыҙы йәшәй. Шөкөр, яҡындары ташламай.
Бына әле лә, йылдағыса, яҡты донъяларҙы бер-бер артлы иртә ҡалдырып киткән атай-әсәйҙәренә бағышлап аят уҡытырға булғайны, төрлө тарафтарға таралышҡан туғандары атай йортона йыйыла башланы.
Зариф ағаһы, хаҡлы ялда булғас, бер аҙнаға алдараҡ ҡайтып, йорт-ҡура тирәһен ҡараштырҙы. Зөлфиә аш-һыуға оҫта Сәлимә еңгәһе менән тау-тау бауырһаҡ бешерҙе, һалма ҡырҡты. Ағайҙары Харис менән Вәрис мунсаға утын әҙерләне. Ҡыҙҙары, кейәүҙәре рәшәткәләрҙе, тәҙрә ҡапҡастарын буяп сыҡты. Зәлифә ишек алдына сығып, ҡәнәғәт йөҙ менән тирә-яҡҡа күҙ һалды: шә-ә-әп, ялт итеп китте донъя!
Шул саҡ ҡапҡа төбөнә гөжләп ҙур машина килеп туҡтаны. Ана, Гөлфиә һеңлеләре лә улы Илшат менән ҡайтып етте! Иң кесе һеңлеләре ул, Өфө ҡалаһында йәшәй. Шөкөр, бик бәхетле кинйәбикәләре! Күптән инде ире Инсаф менән үҙ эштәрен асып ебәрҙеләр. Уңышлы бара бизнестары. Ана бит, ниндәй “текә” машинала ҡайтып төштө!
Йүгерешеп ҡаршы сыҡҡан туғандары:
– Һаумы, һылыу, һаумы! Кейәү ҡайтманымы ни?! – тип һораша башланы.
Иркәбикә Гөлфиә, ирендәрен тап бала сағындағы кеүек юрамал ғына үпкәле бүлтәйтеп:
– Аһ-аһ, нисек ҡайтып еттегеҙ, тип һорамайҙарсы! Мин кәрәкме һеҙгә, әллә кейәүегеҙме? – тине ул, туғандарының ҡосағына бер-бер артлы һыйынып.
Үпкәләгән булып ҡылана ғына инде – кейәүҙе бөтәһе лә яратҡанға бик тә риза ул:
– Бөгөн эштә, Гөлшат төштән һуң уҡый. Иртәгә табынға ҡайтып етә улар, – тине Гөлфиә.
– Ярай, иҫән-имен йөрөһөндәр. Йә, әйҙә, һылыу, өйгә инә һалығыҙ, сәй эсәйек! Көн эҫе, һыуһағанһығыҙҙыр, – тине Зөлфиә.
– Тороп тороғоҙ әле! Машиналағы әйберҙәр ҡояшта ҡыҙып китер, әйҙәгеҙ, бер юлы бушатайыҡ, – тип багажнигын асып ебәрҙе Гөлфиә.
– Аба-а-а, әллә күсенеп үк ҡайтҡанһың ул! – тине Зөлфиә, ҡәнәғәт йылмайып. Һәр ваҡыттағыса, күстәнәсен дә, хәйерлектәрен дә, бүләктәрен дә мул тейәп ҡайтҡан Гөлфиә.
– Быныһы ни нәмә, әллә таш тейәгәнһең ул, – тине Зариф ағай, ҙур ғына ҡатырға йәшникте көскә ҡуҙғатып.
– Тәрилкәләр, – тине Гөлфиә. – Юғиһә, теге иҫке тәрилкәләрҙе кеше алдына ҡуйыуы ла уңайһыҙ. Төрлө-төрлө биҙәкле, төрлө ҙурлыҡтағылар ҡалған бит!
– Эй, рәхмәт инде! Мин үҙем дә табын йыйған һайын уйлайым ул турала, – тине Зөлфиә.
Кискә бөтә туған-тыумаса йыйылғас, нисә тапҡыр төкәтмә төкөп ап-арыу уҡ ҙурайтылған атай йорто күңелле шау-шыуға күмелде. Һуңға тиклем тәҙрәләрҙә ут һүнмәне: ирҙәр өҫтәлдәрҙе, ултырғыстарҙы теҙҙе, ҡатын-ҡыҙҙар бешеренде, һауыт-һаба әҙерләне. Тик… сервантҡа өйөп ҡуйылған төрлө ҙурлыҡтағы иҫке тәрилкәләр генә етемһерәп ултыра бирҙе. Сәй өсөн әҙерләнгән тәм-томдо сервантҡа ҡуйғанда, урын етмәнеме, кемеһелер уларҙы хатта соландың бер мөйөшөнә үк сығарып ҡуйҙы.
Икенсе көн төшкө ашҡа өлкәндәр йыйылды, Харис ағаһы машинаһы менән мулланы алып килде. Кешеләр өҫтәлгә ултырыуға, Инсаф менән Гөлшат та ҡайтып етте. Ғәҙәттәгесә, башта әруахтарҙы яҡты хәтирәләр менән иҫкә алдылар, унан мулла матур итеп аят уҡыны, вәғәз әйтте. Аҙаҡ саҡырылған ҡунаҡтар мул өҫтәлде маҡтай-маҡтай ашап-эсеп, атай-әсәйҙәренең рухы шат булыуын теләп, таралышты. Ҡатын-ҡыҙҙар күмәк булғас ни, өҫтәлде тиҙ генә йыйыштырып, һауыт-һабаны урынлаштырып та ҡуйҙылар. Унан инде иркен тын алып, ҡылған ғәмәлдәренән сикһеҙ риза булып, ял итергә ултырыштылар.
Шул саҡ тәҙрә ҡаршыһындағы диванда ултырған Зәлифәнең алдына асыҡ тәҙрәнән ҡапыл бер тәрилкә осоп килеп ҡунаҡланы. Зәлифә терт итеп ҡалды: был ни мөғжизә, тәрилкә нисек бында килеп инде!? Уның артынса уҡ ишек алдына ҡараған тәҙрәнең ҙур өлгөлө быялаһы селпәрәмә килеп ҡойолоп төштө. Барыһы ла, ни булғанын аңлай алмай, тышҡа йүгереп сыҡһалар… Илшат һарай янына тороп алған да, теге иҫке тәрилкәләрҙең тағы береһен диск урынына кәйелтергә әҙерләнеп тора!
– Ай, улым, ни эшләйһең ул!? – тип ҡысҡырып ебәрҙе Гөлфиә, хайран ҡалып. Һәм, улының янына йүгереп барып, һелтәргә әҙерләнгән сираттағы тәрилкәне ҡулынан тартып алды.
– Эй, балаҡайым, харап ҡына итәһең бит, – тине Зөлфиә күтәрмәлә ултырған тәрилкә өйөмөн күтәреп ала һалып.
– Атаҡ-атаҡ, тапҡан уйынсыҡ! – тине Сәлимә, малайҙың ҡылығына ризаһыҙлығын белдереп.
Илшат, эштең нимәлә икәнен төшөнә алмай, үҙенә ғәжәпләнеп тә, шелтәле лә текәлгән яҡындарына берәм-берәм ҡарап сыҡҡас:
– Ниңә, кисә әсәйем уларҙы өҫтәлгә ҡуйырға ла оят, тип әйтте лә инде! Солан иҙәнендә ултырғас, кәрәкмәйҙер, тип уйлағайным… – тине Илшат. Тәрән тынлыҡ урынлашты. – Әсәйем матур тәрилкәләр алып ҡайтты ла инде... – тине эш боҙоуын аңлаған малай төшөнкө тауыш менән.
Барыһы ла өйгә инеп, урындарына ултырҙы. Зәлифә тәрилкәләрҙе өҫтәлгә ҡуйҙы һәм, иң өҫтәге ҡуян һүрәте төшкән бәләкәй генә тәрилкәне ҡулына алып:
– Бына, Гөлфиә һылыу, иҫләйһеңме, был бит һинең тәрилкә. Атайым уны өс йәшең тулған көндө алып ҡайтҡайны. Күпме йылдар үткән, ә шунда һинең нисек шатланыуың кисәгеләй күҙ алдында… – тине.
Гөлфиә, тәрилкәне алып, ундағы шаян ҡуян һүрәтен һыйпап ҡуйҙы:
– Эйе шул, апай, минең матур ҡуянҡайым!
– Быныһы минең тәрилкә, – тип күк борсаҡ биҙәкле тәрилкәне һаҡ ҡына ҡулына алды Харис.
– Был минеке, – тине Зәлифә, ситенә ҡыҙыл һыҙыҡ төшкәненә үрелеп.
– Ә быныһы, иҫегеҙҙәме, әсәйемдең яратҡан тәрилкәләре. Берәү генә ҡалған… Бала-саға күмәк булғас ни, күпме һаҡ тотонорға тырышһаҡ та, йә теге, йә был һауыт ватыла ла ҡуя ине шул.
– Еләк һүрәте төшкән был тәрилкәләрҙе Сабир олатайҙар атайым менән әсәйемдең көмөш туйына алып килгәйне. Ярай икәү, парлы ҡалған икән, – тине Вәрис.
– Быныһы, мин яратҡан тәрилкә…
Шулай һәр береһе үҙе яратып тотонған тәрилкәне, уларҙың иштәре ватылыуға бәйле ҡыҙыҡлы ла, мәрәкәле лә ваҡиғаларҙы иҫкә төшөрҙө.
– Күпме иҫтәлек менән бәйле атай-әсәйҙән ҡалған был ҡомартҡы тәрилкәләр … – тине Харис.
– Эйе… Ябай тәрилкә генә түгел, беҙҙең бала саҡтың шаһиттары, ғаиләбеҙҙең хәтирәләре шул улар!– тип өҫтәне Зариф ағай.
Рәмзәнә Әсхәт ҡыҙы ӘБҮТАЛИПОВА
(Автор тураһында: 1954 йылдың 30 мартында Стәрлетамаҡ ҡалаһында тыуған. Бала сағы Ҡырмыҫҡалы районының Иҫке Бәпес ауылында үтә. Башҡорт дәүләт университетын тамамлай. 1987 йылда Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтына эшкә саҡырыла һәм оҙаҡ йылдар шунда эшләй. 300-ҙән ашыу ғилми хеҙмәт һәм балалар өсөн биш әҙәби китап авторы. РФ һәм БР Яҙыусылар союздары ағзаһы.)