Бөтә яңылыҡтар

Йондоҙнамә (6–12 май)

Өмөтбайҙан өмөттәр менән яңы аҙнаға йондоҙнамә!

Ылаҡ ( 22.12 – 20.01)

Көндәр төрлө ваҡиғаға бай булмаҡсы. Йыш ҡына ваҡыт етмәйәсәк. Шишәмбеләге хәлдәр бер аҙ борсолорға ла мәжбүр итер, бәлки. Был көндә хаталаныу ихтималлығы ла юғары булыр. Шишәмбегә табан  булыуығыҙҙы һиҙелерһегеҙ.

Һыуғояр ( 21.01 – 19.02)

Һәйбәт осор. Бигерәк тә шишәмбе һәм йома әүҙем эш өсөн яҡшы. Бәғзеләр эштәрен тәртипкә килтерер. Икенселәр киләсәккә төҙөгән ниәт-маҡаттарын асыҡлар. Кемдер кесе йомала элекке үпкәләрен дә белдерер.

Балыҡ ( 20.02 – 20.03)

Йондоҙҙар иғтибарлы булырға һәм ашыҡмаҫҡа ҡуша. Был бигерәк тә шаршамбылағы хәлдәргә ҡағыла. Үҙгәреүсән ваҡиғаларҙы аңлау өсөн күпмелер ваҡыт талап ителер. Был көндә ҡабул ителгән ҡарарҙарҙың дөрөҫ булмауы ихтимал.

Ҡуҙы (21.03 – 20.04)

Был арала эшегеҙгә ҡыҫылырға теләүселәр күбәйер, кәңәш биреүселәр ҙә табылыр. Һәр хәлдә үҙ тәжрибәгеҙгә таянығыҙ. Кесе йомала милек менән бәйле мәсьәләләрҙә һаҡ булығыҙ. Аҡсағыҙҙы кәрәкмәгән нәмәләргә тотоноуығыҙ бик мөмкин.

Буға ( 21.04 – 21.05)

Ниәттәрегеҙҙең күпселеген бойомға ашыра алмаҫһығыҙ, моғайын. Бында һеҙҙең ғәйебегеҙ юҡ һымаҡ. Ярҙам итергә вәғәҙә биргән кеше һүҙендә тормаҫ. Күңелегеҙҙе төшөрмәй, уңайлы мәл килгәнен көтөргә генә ҡала.

Игеҙәктәр ( 22.05 – 21.06)

Аҙна ауырыраҡ, ләкин бер юлы уңышлы киләсәк. Элек ҡыйынлыҡ менән барған эштәрегеҙҙе ыңғайлата алырһығыҙ. Кесе йомала кемдер һеҙгә ҡарата үҙенең ҡарашын асыҡ белдерер, бәлки. Шәмбеләге юлығыҙҙа мотлаҡ уңырһығыҙ.

Ҡыҫала ( 22.06 – 23.08)

Был арала теләһә ниндәй өлкәлә лә еңел эш итерһегеҙ. Үҙ фекерегеҙҙе аңлатыу, башҡаларға еткерә белеүегеҙ һәр саҡ ярҙамға килер. Бәғзеләр яңы танышлыҡ булдырыр. Ул оҙайлы һәм өмөтлө көтөлә.

Ҡыҙ ( 24.08 – 23.09)

Эш алдан уйланғандан күберәк булырға оҡшай. Шишәмбеләге хәлдәр ашығыс саралар күреүҙе талап итер һымаҡ. Яҡындарығыҙ менән кесе йомала ҡайһы бер ҡатмарлыҡтар, килеп сығыуы ла бар. Ләкин улар оҙаҡҡа бармаҫ.

Үлсәү ( 24.09 – 23.10)

Һеҙҙе үтә мәшәҡәтле көндәр көтә. Кемдер кеше хаталарын төҙәтер. Кемдер яҡындарына ярҙам итергә мәжбүр булыр. Кесе йома иң уңышлыһы буласаҡ. Ул көндә күп сығым да ихтимал.

Саян ( 24.10 – 22.11)

Аҙна тыныс башланыр. Тик шишәмбелә алдан төҙөлгән бөтөн ниәтегеҙҙең емерелеүе мөмкин. Бәғзеләргә ял тураһында оноторға ла тура килер, бәлки. Ғөмүмән, тиҙ эш итергә кәрәк булыр, оҙаҡ уйлап торорға ярамаҫ.

Уҡсы ( 23.11 – 21.12)

Һирәк осрай торған уңышлы осор. Әллә ни һиҙелерлек ҡыйынлыҡтар осрамаҫ. Элек күп көс-ваҡыт талап иткән эш тә үҙенән-үҙе барған кеүек тойолор. Булышлыҡ итергә теләүселәр ҙә табылып торор.

ӨМӨТБАЙ.

Читайте нас: