Бөтә яңылыҡтар
Махсус биттәр
30 Март , 12:08

Үпкә (хикәйә)

***

Шул тиклем хәтеремде ҡалдырҙылар бөгөн.Шуға бер нисә көнгә өләсәйемә йәшәргә китеп барам.Һағынһалар, ғәйептәрен таныһалар, бәлки ҡайтырмын, бөтөнләйгә тороп ҡалмаһам. Тиктомалдан кесерткән менән беште генә апайым. 
Һеңлем менән һарайға йомортҡа йыйырға ингәйнек, менә алмағас, ул аҫта тороп ҡалды, мин бүрәнәләр буйлап, тауыҡ кетәгенә үрмәләнем. Ике генә йомортҡа таптым,шул саҡ эргәмдәге йәшниктән ҡытҡылдай - ҡытҡылдай бер тауыҡ сығып ҡасмаһынмы! Ҡурҡышымдан саҡ ҡолап төшмәнем. Шул тауыҡты шарылдатып,һарай буйлап баҫтыра башланы бит туғаным. Йүгереп йөрөп, аяҡ аҫтындағы һыйыр тиҙәген дә күрмәгән, аяғы тайып, шап итеп, өҫтөнә генә ултырҙы. Шунан, бысранып, илай - илай сығып йүгерҙе. Сыҡты ла мине этеп ҡолатты тип ошаҡланы. Әйтеп ҡараным, ҡолатырға янында булманым, өҫтә инем, тип, юҡ, тыңламаны ла, ҡойма ситенән кесерткән өҙөп алып, арыу ғына итеп эләктерҙе,ҡаршылашҡайным , солан келәтенә елтерәтеп индереп бикләп ҡуйҙы. 
- Апай булып, туғандарыңды ла ҡарай белмәйһең. Ул тауыҡтарҙы мәлһеҙ ни тип борҡотағыҙҙыр инде. Себештәр өсөн дә яуап бирәһең бар әле. Этлегеңдән башҡа бер файҙаң юҡ. Ултырып тор, бәлки аҡыл керер. 
Ҡарасы, себештәрҙе лә миңә япһармаҡсылар бит! Иртән эшкә киткәнендә күрше Әминә апай улы Иректе беҙҙә ҡалдырып торғайны. Беҙҙең менән уйнамай, илап тик ултырғас, әүрәһен, тип, себештәр янына ултыртып киткәйнем. Ситлектән ҡулын тығып, һарыҡайҙары һыта тотҡан да ҡуйған. Бына хәҙер шулар өсөн дә эләгәсәк бит миңә. 
- Ул илаҡты тымыҙа алмағас, минең өсөн алып ҡалдыңмы? - Тип һөйләнә -һөйләнә илайым үҙем. 
 
Бер ни ҙә өндәшмәне.Тиҙ генә һеңлемдең өҫтөн алмаштырҙы ла йылғаға һыу индереп, бөгөн бысратҡан кейемдәрен йыуырға тип алып китте. Әйләнеп тә ҡараманы миңә. Мин ултырам илап, кесерткәндән күпкән урындарымды һыйпап. Тыныслана төшкәс, ғәйепһеҙгә ғәйепле булып , ни өсөн бында бикләнеп ултырам, нисек тә булһа сығып һыҙырға кәрәк, тигән уй килде. Әһә, аҫтан сыға торған урын бар, солан аҫтынан һикәлтә янына киләң дә сығаң. Тик, иҙәнгә беркетелгән ауыр ҡапҡасты асыуы ауыр бит әле. Шулай ҙа, тырыша торғас, астым бит тегене. Сығып, сандалийҙарымды эләктерҙем дә ҡасыу яғын ҡараным. Шул, өләсәйемә китеп барыуым, ул, исмаһам, бушты - юҡҡа әрләмәй, рәхәт уның менән. Һеңлемдең ғәйепһеҙгә бәлә яғыуыуҙары , бушҡа рәнйетеүҙәре ныҡ асыуымды килтерҙе. Бынан ары мин уны үҙем менән уйнарға алып йөрөмәйәсәкмен, икәүләп ана йылғала һыу инһендәр. 
Китеп барһам, ихаталарында Әлфиә әхирәтем ҡустыһы Илнур менән уйнап йөрөйҙәр, әсәләре көн оҙоно эштә була. Ҡул болғауы ла булды, мин улар янында тора инем. Беҙ гел бергә, ул ҡустыһын, мин һеңлемде алып, дүртәүләп өй уйнайбыҙ, арып китһәк, уларҙа әүһәләк эйәбеҙ. Бөгөн дә ихлас уйнап йөрөгән урындан Илнур менән әүһәләккә талаштыҡ та киттек, еңмешләнеп, миңә тондормаһынмы! Мин дә тиҙ генә яуабын ҡайтарыуыма, әхирәтем туҡмайым тип күлдәгемә йәбешкәйне, ысҡындым да ҡастым. Ҡыуып етә алмаҫын белеп, ерҙә ятҡан һеперткене миңә осорҙо. Эй ныҡ килеп эләкте , хатта сыбыҡтары елкәм менән ҡулбаштарымды әсеттергәнсе һыҙырып алдылар.Иланы икән тиһегеҙме? Юҡ шул! Тиҙ генә һеперткеһен битенә осорҙом да ҡапҡа аҫтынан өләсәйем урамына һыпырттым,шыңшышҡан тауыштары ғына ишетелеп ҡалды. 
 
Кире ҡайтаһым килһә лә боролманым. Әсәйгә ошаҡлаһа, яҡлашыусы булмаясаҡ, барыһы өсөн дә икеһенән дә эләгеүе көн кеүек асыҡ бит. 
Өләсәйемдең ҡапҡаһын асып инә башлағайным, ихата буйындағы эскәмйәлә берәү менән гәпләшеп ултырғандарына тура килдем, мине күрмәнеләр ҙә. Шунда уҡ таныным урамдары осонда торған Нәғимә әбейҙе. Аңғармағандарында ипләп кенә сығып, ҡойма буйындағы бүрәнәгә ултырҙым. Нәғимә әбей мине таныһа, оләсәйемдән дә мотлаҡ эләгәсәк. Сөнки, яҙ, туң күтәрткән ваҡытта, тау башында сана шыуып йөрөгәнемдә уны санаһына нимәлер тейәп, тау аръяғындағы ауылдан ҡайтып барғанында тап иткәйнем, янында эте лә бар ине. Ҡыҙыҡ күреп, уның сәүегенә тот та үҙебеҙҙең башмаҡтай Муйнаҡты һөслә. Мәхлүге сыйнап санаһы янында урала башлағайны, әбей яман ҡысҡырып, ҡурҡышынан , санаһына эте менән ултырып, туң өҫтөнән ағастар араһынан елдереп төштө лә китте, нисек бәрелмәгәндер инде бахырҡайым. Мин, ҡыҙыҡ күреп, көлөп тороп ҡалдым. Шунан бире ул әбекәйҙең күҙенә салынмаҫҡа тырышамын. 
 
Бына хәҙер шуны өләсәмә әйтһә, бөттө баш, унан һуң ҡайҙа барамын мин? Оҙаҡ көтөргә тура килде,арығас, лапаҫ башына менеп, күҙәтеп ҡараным, ләкин һөйләшкән хәбәрҙәрен аңламаным, етмәһә, эстә ас бүреләр. Ҡайтырға уйламай ҙа әбекәй, ҡояш тау артына һыйына, һыйырҙар ҙа өзөлдәшеп көтөүҙән ҡайта башланылар, былар һаман ултыралар, күрәһең, өләсәйемдә ҡунып ҡаласаҡ. Башҡаса көтөр әмәлем ҡалманы, тура барып инергә әбейҙең ошағынан ҡурҡам, бөгөн етерлек өлөшөмдө алдым былай ҙа. 
Әсәйем дә күптән эштән ҡайтҡандыр, мине лә юғалтҡандарҙыр, ни булһа ла ҡайтайым инде. Күп булһа берҙе ныҡ итеп асыуланыр, бәлки эләктереп тә алыр, илармын да ҡотолормон. Бәлки бөтөнләй эләкмәҫ тә. Икенсе тапҡыр тағы ла шулай ҡабатланһа, әйберҙәрем 
менән өләсәйгә күсеп киләсәкмен.

Гүзәл Ишназарова.

Читайте нас: