Ылаҡ (22.12 – 20.01)
Һеҙҙе иҫтә ҡалырлыҡ осор көтә. Яңы ҙур эштәрҙе башлап ебәреү өсөн уңайлы мәл мотлаҡ булырға тейеш. Бәғзеләргә күптәнге танышлығы ярҙам итер. Яратҡан кешегеҙгә тойғоларығыҙҙы белдереүҙән тартынмағыҙ.
Һыуғояр (21.01 – 19.02)
Эштәрегеҙ яҡшы барыр. Шуныһы мөһим: ярҙам итергә теләүселәр һәр саҡ табылып торор. Был арала элекке танышығыҙ үҙе хаҡында белдерер. Һөйләшеү ике яҡ өсөн дә файҙалы булыр. Дошмандарығыҙ ҙа йәнләнеп китер, быға әҙер тороғоҙ.
Балыҡ (20.02 – 20.03)
Яуаплылыҡтан ҡурҡмаған, үҙ аллы эшләй белгәндәр мотлаҡ уңыр. Башҡалар ваҡытын бушҡа уҙғарыр. Рәсми ойошмалар менән бәйле эштәрегеҙ бигерәк тә һәйбәт барыр. Кесе йомалағы хәл-ваҡиғалар бер аҙ борсолорға мәжбүр итер.
Ҡуҙы (21.03 – 20.04)
Аҙнаның тәүге яртыһы бигерәк тә уңышлы уҙыр. Шуныһы мөһим – йондоҙҙар һәр саҡ ярҙам итеп торор. Шаршамбынан һуң көтөлмәгән мәшәҡәттәр ҡапыл күбәйер. Шулай ҙа барыһына ла өлгөрөрһөгөҙ.
Буға (21.04 – 21.05)
Офоҡтарығыҙ бер аҙ киңәйер, мөмкинлектәрегеҙ ҙә күҙгә күренеп артыр. Бынан мөмкин тиклем файҙа сығарыуығыҙ мөһим. Яҡын киләсәгегеҙ тураһында уйланырға ла кәңәш ителә. Шаршамбыла файҙалы хәбәр ишетеүегеҙ бар.
Игеҙәктәр (22.05 – 21.06)
Был арала күпкә өмөт итмәгеҙ, ысынбарлыҡтан сығып эш итегеҙ. Йондоҙҙар кеше һүҙҙәренә артыҡ ышанмаҫҡа саҡыра, күберәк эске тауышығыҙҙы тыңлағыҙ. Йомала күп һөйләгән бәндәләргә ышанмағыҙ.
Ҡыҫала (22.06 – 23.07)
Аҙна ҡәҙимгесә үтер. Әллә ни ҙур уңыштарға өлгәшмәҫһегеҙ. Ләкин һиҙелерлек юғалтыуҙар ҙа булмаҫ. Шаршамбыла ыңғай яңылыҡтар ишетерһегеҙ, моғайын. Йомала өй-йорт мәшәҡәттәре менән булышырһығыҙ.
Арыҫлан (24.07 – 23.08)
Көндәр һәйбәт килер. Алдан төҙөгән уй-ниәттәрегеҙҙе тормошҡа ашыра алырһығыҙ һымаҡ. Шаршамбыла ғына эсегеҙҙе бошорорлоҡ ваҡиғалар килеп сығыуы бар. Шулай ҙа тыуған мәсьәләләрҙе тыныс ҡына ыңғай хәл итергә тәжрибәгеҙ етер.
Ҡыҙ (24.08 – 23.09)
Шишәмбеләге ваҡиғалар кәйефегеҙҙе бер аҙ төшөрөр. Әлегә киҫкен, ҡәтғи аҙымдар яһамағыҙ, түҙемле булығыҙ. Хәлдәрҙең барышы тиҙҙән яйланыр. Кесе йомала яҡшы хәбәрҙәр ишетерһегеҙ.
Үлсәү (24.09 – 23.10)
Уңайлы мөмкинлектәрегеҙ күбәйер. Шишәмбе һәм кесе йомала әүҙем эш итегеҙ. Бөтә өлкәлә лә ыңғай үҙгәрештәр асыҡ беленер. Был шәхси мөнәсәбәттәргә лә ҡағыла. Аҡсаны ҡәҙимгенән күберәк алырһығыҙ.
Саян (24.10 – 22.11)
Аҙна һәйбәт башланыр. Алыҫтан яҡшы хәбәрҙәр килеүе ихтимал. Кемделер файҙалы һөйләшеүҙәр көтә. Ныҡышмаллығығыҙ тейешле емешен бирер. Тап был арала элек бер ҡасан да эшләй алмағанды булдырырһығыҙ.
Уҡсы (23.11 – 21.12)
Көндәр файҙалы үтер. Бәғзеләр элекке шәхси мөнәсәбәттәрҙе яңыртыр. Икенселәр күптән боҙолған араларҙы яйға һалыр. Был көндәрҙә өй-йортҡа ҡағылған етди мәсьәлә тулыһынса хәл ителер.
Өмөтбай.