Бөтә яңылыҡтар
Махсус биттәр
17 Март , 21:00

Йондоҙнамә ( 18–24 март)

Өмөтбайҙан өмөттәр менән яңы аҙнаға йондоҙнамә!

Ылаҡ ( 22.12 – 20.01)

Осор мәшәҡәтле һәм бер юлы уңышлы ла көтөлә. Шишәмбеләге хәлдәр һеҙҙе һис тә ҡурҡытмаҫҡа тейеш – уларҙы күргәнегеҙ бар инде. Кесе йомала бик өмөтлө һөйләшеү булыуы ихтимал. Ике яҡ та ҡәнәғәт ҡалыр.

Һыуғояр ( 21.01 – 19.02)

Һәр осраҡта ла ашыҡмаҫҡа һәм тыныс булырға кәңәш ителә. Ҡатмарлы хәлдәрҙә лә йондоҙҙар барыбер һеҙҙең яҡлы булыр. Кесе йомала аралашыу ауырыраҡ барыр, үҙ фекерегеҙҙе ентекләп аңлатырға тырышығыҙ.

Балыҡ ( 20.02 – 20.03)

Был арала етди эштәрегеҙ ҡыйыныраҡ барыр. Төрлө ваҡ-төйәк, юҡ-бар хәбәр, буш һөйләшеү даими ҡамасаулар. Шаршамбыла хата ебәреүегеҙ ҙә ихтимал, мөһим ҡағыҙҙар менән эш иткәндә иғтибарлыраҡ булығыҙ.

Ҡуҙы (21.03 – 21.04)

Аҙна тыныс башланыр. Күтәренке кәйеф менән эш итерһегеҙ! Шишәмбелә кем менәндер аңлашылмаусанлыҡ килеп сығыуы бар. Тәнҡит һүҙҙәрен дә ишетерһегеҙ, бәлки. Үҙ фекерегеҙҙе аңлата алһағыҙ, барыһы ла ҡәнәғәт булыр.

Буға ( 21.04 – 21.05)

Был арала һеҙҙән иғтибар талап ителә. Кешеләр фекеренә артыҡ ышанмағыҙ, күберәк үҙ тәжрибәгеҙгә таянығыҙ. Шаршамбыла кемдер яңылышмы, мәкерле уй  менәнме башығыҙҙы бутарға маташыр.

Игеҙәктәр ( 22.05 – 21.06)

Бар өлкәлә лә ыңғай үҙгәрештәр асыҡ күренер. Шишәмбелә яҡшы хәбәрҙәр ишетерһегеҙ. Кесе йомала һеҙҙе бөтөнләй уйламаған уңыштар көтә. Бәғзеләр һеҙгә үҙҙәренең яҡшы ҡарашын тура белдерер, моғайын.

Ҡыҫала ( 22.06 – 23.07)

Көндәр үтә мәшәҡәтле килергә оҡшай. Шишәмбелә тормош һеҙҙе һаман һынаған һымаҡ. Тыныс ҡына таныш эштәрегеҙ менән булышһағыҙ, үҙегеҙҙе ышаныслыраҡ тойорһоғоҙ. Шуныһы яҡшы – был арала элекке сирҙәрегеҙ борсомаҫ.

Арыҫлан ( 24.07 – 23.08)

Башҡалар менән мөнәсәбәттәрегеҙ бигүк шыма булмаҫ. Яҡындарығыҙ һеҙҙән артығын талап итә кеүек. Шуға ҡарамаҫтан, күпселек осраҡта үҙаллы эш итерһегеҙ. Юғиһә елкәгеҙгә менеп ултырыусылар һәр саҡ табылыр.

Ҡыҙ ( 24.08 – 23.09)

Шишәмбелә ниндәйҙер тәҡдим алырһығыҙ. Ул бик өмөтлө күренһә лә, ыңғай яуап бирергә ашыҡмағыҙ – башта ентекле тикшерегеҙ. Шәхси мөнәсәбәттәр һәйбәт булмаҡсы – бының өсөн үҙегеҙгә рәхмәт әйтергә кәрәктер.

Үлсәү ( 24.09 – 23.10)

Аҙна башында бик сетерекле, күптән тыныслыҡ бирмәгән мәсьәләне асыҡларһығыҙ. Ул тәүге ҡарашҡа ғына ҡатмалы күренгән икән. Был арала йондоҙҙар һәр саҡ һеҙҙе ҡурсалап торор, икеле хәлдәрҙә лә юғалтыуҙар кисермәҫһегеҙ.

Саян ( 24.10 – 22.11)

Уңышлы осор. Эшегеҙҙә йәки уҡыуығыҙҙа һиҙелерлек еңеүҙәргә өлгәшерһегеҙ. Быны башҡалар ҙа күрмәй ҡалмаҫ. Фекерҙәштәрегеҙ һаны ла, аралашырға теләүселәр ҙә ҡапыл артыр. Йондоҙҙар аҡса менән һаҡ булырға ҡуша.

Уҡсы ( 23.11 – 21.12)

Шишәмбелә бөтә эшегеҙ туҡтағандай тойолор. Һис тә уйламаған мәшәҡәттәр килеп сығыуы бик ихтимал. Был хәл оҙаҡҡа бармаҫ. Шаршамбынан һуң барыһы ла үҙ яйы менән китер. Кесе йомала яҡшы хәбәрҙәр ишетерһегеҙ, моғайын.

ӨМӨТБАЙ.

Читайте нас: