Бөтә яңылыҡтар
Махсус биттәр
3 Март , 21:00

Йондоҙнамә (4 – 10 март)

Өмөтбайҙан өмөттәр менән яңы аҙнаға йондоҙнамә!

Ылаҡ (22.12 – 20.01)
Төрлө ваҡиға, сәйер хәл булыр. Алдан төҙөгән ниәттәрегеҙ йыш боҙолор, бер юлы яңы мөмкинлектәр ҙә осрар. Башығыҙҙа өмөтлө уй-фекерҙәр тыуыр, файҙалы һөйләшеүҙәр ҙә көтөлә.

Һыуғояр (21.01 – 19.02)
Һуңғы ваҡытта үҙегеҙҙе борсоған уйҙарҙың сәбәптәрен аңларһығыҙ. Күңелегеҙ ҙә бер аҙ тынысланыр. Был көндәрҙә аралашыуҙан ҡәнәғәт ҡалырһығыҙ. Бәғзеләр элек боҙолған мөнәсәбәттәрҙе яңынан яйға һалыр.

Балыҡ (20.02 – 20.03)
Башығыҙҙа өмөтлө уй-фекерҙәр даими тыуып торор. Уларҙың күпселеге һеҙҙән артыҡ көс-ваҡыт талап итер,  бик аҙы ғына хәлегеҙгә ярашлы булыр, моғайын. Кемдер элекке ваҡиғаларҙы барлар һәм үҙенең хаҡ булмауын аңлар.

Ҡуҙы (21.03 – 20.04)
Аҙна бик файҙалы уҙыр. Һәр саҡ әүҙем эш итерһегеҙ. Күптәр эштәрен тәртипкә килтерер, бәғзеләр киләсәккә маҡсаттар ҡорор. Иң яҡшы көнөгөҙ – кесе йома. Ҡайһы бер бәхәс тә  кәйефегеҙҙе төшөрмәҫ.

Буға (21.04 – 21.05)
Аралашыуҙар был арала файҙалы булмаҡсы. Теләһә ниндәй кеше менән дә уртаҡ тел таба алырһығыҙ. Кемдер күптән онотолған фекерҙәрен яңынан иҫенә төшөрөр. Кесе йомала ниндәйҙер килем йәки аҡса алыуығыҙ ихтимал.

Игеҙәктәр (22.05 – 21.06)
Шишәмбелә яҡшы хәбәр ишетерһегеҙ. Ул яҡын кешегеҙ менән бәйле булыр. Аҙна араһында үҙ фекер-ҡарашығыҙҙы ҡаты ғына яҡларға ла тура килер, бәлки. Был хәлдең кемгәлер оҡшамауы ла мөмкин.

Ҡыҫала (22.06 – 23.07)
Һуңғы ваҡиғаларҙан һуң бер аҙ ял итеү өсөн форсат сығыр. Эштәрегеҙ туҡтап торһа ла, аҙаҡ уларҙы ыңғайлатырһығыҙ. Күберәк күҙәтегеҙ, фекер төйнәгеҙ, уңайлы мәлдәрҙе көтөгөҙ. Ышаныслы кешеләр менән кәңәшләшеп алһағыҙ, яҡшы булыр ине.

Арыҫлан (24.07 – 23.08)
Эштәрегеҙ һәйбәт барыр. Һуңғы уңыш­тарығыҙҙы башҡалар күрмәй ҡалмағандыр, уларҙың мөнәсәбәттәре ыңғай яҡҡа үҙгәрер. Был арала уйламаған хәлдәр көтөлмәй – кесе йомала ғына өҫтәмә мәшәҡәттәр сығыуы бар.

Ҡыҙ (24.08 – 23.09)
Был арала ҡәҙимгенән йышыраҡ борсолорһоғоҙ. Шишәмбе һәм шаршамбыла бының өсөн сәбәптәр табылып ҡына торор. Шуға ҡарамаҫтан, аҙнаның йомғаҡтары барыбер яҡшы булыр.

Үлсәү (24.09 – 23.10)
Шишәмбелә көтөлмәгән осрашыу ихтимал. Ике яҡ өсөн дә был файҙалы булмаҡсы. Йондоҙҙар аҡсағыҙҙы уйлап тотонорға ҡуша – кесе йомала уйламаған сығымдар килеп сығыр. Йомала эшегеҙҙә ниндәйҙер бәхәстәр ҡубыуы мөмкин.

Саян (24.10 – 22.11)
Аҙна тыныс килер. Ашыҡмай ғына күптән эсегеҙҙе бошороп торған ниндәйҙер эште уңышлы тамамларға форсат сығыр. Уның тураһында тиҙҙән бөтөнләйгә оноторһоғоҙ. Шишәмбелә яратҡан кешегеҙҙән яҡшы хәбәр ишетерһегеҙ.

Уҡсы (23.11 – 21.12)
Һеҙҙе һирәк осрай торған яҡшы осор көтә. Барыһы ла ҡулығыҙҙан килер, иң ауыр эш йәки мәсьәлә лә ҡурҡытмаҫ. Ҙур ниәт-маҡсаттар ҡуйыуығыҙ дөрөҫ булыр, күберәккә ынтылған һайын күберәк булдыра алырһығыҙ. Шишәмбе һәм шәмбе бигерәк тә файҙалы үтер.

Өмөтбай.








Читайте нас: