Тулы ғына, тәпәш кәүҙәле Виленаны* тартып-һуҙып та “матур” тип әйтеп булмай. Күпме йыуһа ла, барыбер майлы күренгән сәсе йоп-йоҡа, башы йыш ҡауаҡлана. Сәсем ҡуйыраҡ булһа, исмаһам, ҡарпыш ҡолаҡтарымды ҡаплар ине, тип зарлана ул. 41-се үлсәмле аяҡ кейеме кейгән ҡатындың күҙҙәре бәләкәй генә, тештәре һирәк, устары киң. Ләкин күңеле матур уның. Шуға ла, аралаша башлаһаң, Вилена үтә һөйкөмлө күренә, ҡиәфәтенең етешһеҙлектәре үҙенән-үҙе юйыла, ул ябай ғына һөймәлекле ҡатынға әйләнә. Ошо һәйбәт кешенең күркәм сифаттарын һанай китһәң, гәзит бите етмәҫ, ләкин үтә йомшаҡ, гел кеше ыңғайына тороуын телгә алмай булмай. Сөнки тап шул йомшаҡлығы, яҡшылығы арҡаһында сетерекле хәлгә тарыған.
Вилена ялҡынлы коммунист Венера менән төҙөлөштә бригадир булып эшләгән баҫалҡы Марстың берҙән-бер ҡыҙы булып үҫкән.
Әсәһе Венера – ябай ауыл ҡыҙы, пионер сағынан ойоштороу һәләтенә эйә булып, заманында комсомол ойошмаһын етәкләгән, аҙаҡ коммунистар сафына алынып, яҡшы карьера яһаған кеше. Венера халыҡ алдында сығыш яһағанда теле-телгә йоҡмай торғайны, тиҙәр уның тураһында. Ҡулдарын болғай-болғай сатнатып телмәр тотҡанын әлегәсә хәтерләйҙәр. Завод эшселәре алдында булһынмы, колхозсылар алдындамы, пленумдарҙамы – һис ҡасан тотлоҡмай, һүҙ ҡыҫтырырға ла урын ҡалдырмай, еренә еткереп һөйләгән Венера “эш”, “карьера” тип сабып йөрөп, саҡ мөһим бер әйберҙе күҙ уңынан ысҡындырмай ҡала – кейәүгә сығыу мәлен үткәреп ебәрә яҙа. Унда ла ауылдан ҡыҙына йәшәргә күсеп килгән ҡарт әсәһе, көрһөнөп, ҡыҙының күҙен аса.
– Мин китеп барһам, кем менән тороп ҡалаһың? Партбилетың һиңә ҡартайған көнөңдә һыу килтереп эсермәҫ, ауыр мәлдәрҙә сәсеңдән һыйпап, йыуатып ултырмаҫ, – ти.
– Партбилетҡа һүҙ тейҙермә! – тип Венера шунда уҡ әсәһенең ауыҙын япһа ла, уйға ҡала. Утыҙ һигеҙ йәше менән барған ҡатындың, әйтерһең дә, яңы күҙе асылып, синыфташтарының күптән инде башлы-күҙле булып бөтөп, балалар үҫтереп, ҡайһы берәүҙәренең өләсәй-олатай булып өлгөргәненә шаҡ ҡата. Ләкин оҙаҡ аптырап йөрөмәй ҡар өҫтөндә ҡаҙан ҡайнатыр уттай ҡатын, ең һыҙғанып, был проблеманы йәһәтләп хәл итергә тотона: ҡайҙа барһа ла, үҙенә тиң ир эҙләй. Ирҙәрсә ҡаты, киҫкен холоҡло булыуы ла, йөҙ-ҡиәфәтенең дә ирҙәргә тартым булыуы унан көслө затты өркөтә. Әммә Венера килеп тыуған мәсьәләләрҙе ҡырҡа сисеп, алдында торған кәртәләрҙе урап үтеп булмағанда, емереп үтергә ғәҙәтләнгәс, ауырлыҡтарға бирешмәй, артҡа сигенеүҙе белмәй, ир эҙләүен дауам итә. Ә кем эҙләй, шул таба бит ул. Бер төҙөлөш идаралығының йыйылышында Венера дәү кәүҙәле, тут йөҙлө, мыйыҡлы ташсыны күреп ҡала. Башҡа ваҡытта ундай эшсе-фәләндәргә иғтибар ҙа итмәҫ ине, тик йәше, йәше үтеп бара лаһа! Тиҙерәк кейәүгә сығып, бала табып өлгөрөргә кәрәк! Венера ирҙең исемен дә белгәс, был – яҙмыш, тип, дәртләнеп, икеләтә тырышлыҡ менән бар көсөн шәхси тормошон көйләүгә һала. Тиҙҙән Марстың өйләнгән кеше булыуы асыҡлана. Әммә Венераның бәхетенән, балалары булмай. Венера бөтөнләй үк бәғерһеҙ түгел, бала-сағалы кешенең ғаиләһен тарҡатмаҫ, паровоздан да алға сапҡан аттарын ауыҙлыҡларға үҙендә көс табыр ине.
Шахмат таҡтаһында кеүек, әллә күпме “ход” яһап, кәрәкле кешеләр менән һөйләшеп, килешеп, Венера тәүҙә Марстың ябай бухгалтер булып эшләгән ҡатынын үҙенең ҡул аҫтына эшкә ала. Күпмелер ваҡыттан һуң уны күрше райондағы ҙур хужалыҡҡа баш бухгалтер итеп ҡоҙалай. Марсты иһә төҙөлөш идаралығында курстарға ебәрәләр, бригадир итеп үрләтәләр. Венераның тырышлығы менән ир коммунистар партияһына ла алына, партия ячейкаһының етәксеһе итеп тә һайлана (дөрөҫөрәге, тәғәйенләнә). Марсты үҙе менән төрлө йыйылышҡа, конференция, съезға йөрөтөүе үҙ емешен бирә – ир әллә ҡайҙа ситтә эшләгән ҡатыны менән айырылышып, Венераға тәҡдим яһай. Үҙенекенә ирешкән Венера, кейәүгә сығыу менән, тырышып-тырышып, бала “яһауға” тотона. Тиҙ арала тәбиғи рәүештә ауырға ҡала алмағас, табиптарға ла йөрөй, эс һылаған әбейҙәргә лә йәшеренеп кенә күренә. Ике йыл балалары тыумағас, эштең Марста икәне башына барып етә. Был турала иренә әйтеп тормай, уны табиптарға ебәрмәй. Ғаиләне тарҡатыу уйынан да хатта ҡурҡа. Бала табыу буйынса пландарының селпәрәмә килеүенән Венера ғәләмәт ҡайғыра, ауырып уҡ китә... Күктәгеләр ҙә быны күреп, битараф ҡала алмай, ахыры. Сөнки башҡаса нисек итеп аңлатаһың, коммунизм идеяларына ғына түгел, иренә лә тоғро коммунист ҡатындың хыянатҡа барыуын?! Юллама алып, нервыларын дауаларға шифаханаға килгәс, Венера күркәм генә ир менән таныша. Ҙур вазифа биләгән, юғары даирәләрҙә әйләнгән ир ҙә шифаханаға яңғыҙы ғына килгән була. Ике коммунистың һүҙҙәре берегеп, сәләмәтлек һуҡмаҡтарынан тегеләй-былай йөрөй торғас, үҙҙәре лә аңламаҫтан бер-береһенә ҡапыл үтә тартылып, эш боҙоп ташлайҙар. Ҡырҡ өс йәшендә тәүге тапҡыр ғашиҡ була Венера. Күңелендә емергес көскә эйә ташҡын булып та ташҡан, йөрәктең иң нескә ҡылдарын һыҙлатҡан ҡойма ямғырҙар булып та өйөрөлгән хис-тойғолар уны бер йырлата, бер илата. Илауҙың ни икәнен бәләкәй сағынан белмәгән Венера шифахана мендәрен үтәнән-үтәләй тиерлек сылатып, төндәр буйы күҙ йәшен түгә. Үҙенең “түбән тәгәрәгән фәхишә” булыуына ла ғәрләнә, хис-тойғоларына ҡаршы тора алмағанына, үҙенең көсһөҙлөгөнә лә өҙгөләнә, тиҙҙән һөйгәне менән юлдары айырылырына ла әрнепме-әрней. Ир тәүҙән үк үҙенең ғаиләле булыуын, ҡатынын, балаларын яратыуын, уларҙы һис ҡасан ташламаясағы хаҡында иҫкәртә, мөнәсәбәттәрҙең юлламала күрһәтелгән дата сигенә тиклем генә буласағын асыҡтан-асыҡ әйтә. Партия һыҙған юлдан ғына йөрөп күнеккән, бойороҡтарҙы һүҙһеҙ үтәгән Венера шуға күнә. Тик йөрәге генә күнергә теләмәй тулай, өҙөлә...
Шифахананан бөтөнләй үҙгәреп ҡайта Венера. Ҡайтҡан көндө үк Марсты ярһып ярата, ҡайнар ҡосаҡтар яҙылғас, түңкәрелеп илай...
Ә бер аҙҙан ул иренә ауырлы булыуын хәбәр итә. Марс, башы күккә тейгәндәй, хәтәр ҡыуана, һөйөнөсөнән бейеп, ҡатыны эргәһендә өйөрөлөп кенә йөрөй. Венераның әсәһе иһә ҡыҙының хыянатын аңлап, йөрәгенә йәбешә:
– Кейәүҙең күҙенә нисек тура ҡарайһың һин?! Был бит әшәкелек, шаҡшы бала... Кешенән оят...
Ҡарт әсә, Венераның ай-вайына ҡарамай, кире ауылға, бикле йортона ҡайта. Оҙаҡламай вафат була: бәхетле кеше йоҡлаған сағында ғына ауырымай-һыҙланмай йән бирә. Ә Венераның ҡыҙы Вилена тыуа.
Марс иҫе китеп һөйә Виленаны. Уны ҡулынан да төшөрмәй үҫтерешә. Өлкән йәштә бала тапҡан Венера оҙаҡ ипкә килә алмай, һаулығы ҡаҡшай. Бер аҙ кеше рәтенә ингәс, эшкә сығып ҡараһа ла, элекке кеүек геүләтеп эшләп китергә хәле булмай, карьераһы ла туҡтай. Был мәлгә улар ике бүлмәле фатирҙарын ҡуртымға биреп, үҙҙәре ике ҡатлы ҙур йортта йәшәй. Ауыр депрессияға бирелгән Венера тормоштан төңөлә. Ҡан баҫымы йә кинәт күтәрелеп, йә төшөп ҡаңғыра, аяҡтары шешә, шәкәр диабеты менән сирләй... Виленаға 12 йәш тигәндә Венера яҡты донъянан китеп бара. Үлер алдынан ул ҡыҙына ысын, биологик, атаһының исемен аса.
– Мине был хәбәр шаңҡытты, тип әйтә алмайым, – ти Вилена. – Әле балалыҡтан да сығып етмәгәйнем бит, етмәһә, мине ҡарап үҫтергән, ҡыҙым, тип торған атайым булғанда, миңә нимәгә ят бер ирҙең исем-шәрифе? Минең тыуыуымда ҡыҫылышы булыу менән ни, күргән-белгән кешем түгел. Ул да минең барлығым-юҡлығым менән ҡыҙыҡһынмағандыр, моғайын. Ҡыҙыҡһынһа, әсәйем әйтер ине. Әлеге барлы-юҡлы аҡылым менән, әсәйем бәхетһеҙ, яуапһыҙ мөхәббәтенән һарғайып, иренә хыянат итеү ғазаптарында янып, үҙен-үҙе ашағандыр, тим. Еңгәм (әсәйемдең бер туған ҡустыһының ҡатыны) әйтеүенсә, үтә талапсан, принципиаль, уҫал әсәйем эш осоронда, күрәһең, байтаҡ кешене ғәйепһеҙгә рәнйеткәндер, һуңынан шул рәнйеш бөтәһе йыйылып килеп, өҫтөнә ауҙарылғандыр. Кем белә инде... Атайымдың да ғүмере иртә өҙөлдө. Яңғырап торған яландай иркен йортта бер үҙем ҡалдым. Шул саҡта өс туған тейешле апай, ҡалаға уҡырға килгән ҡыҙымды үҙ яныңа йәшәргә алып, йәш балаға күҙ-ҡолаҡ булып тор инде, тип һораны. Миңә лә иптәш булыр, тип ҡыуанып ризалаштым. Лариса колледжда уҡып диплом алды ла, кейәүгә сыҡты. Фатир тапҡансы, тип коттедждың икенсе ҡатында йәшәне йәштәр. Бәпестәре тыуғас, мин үҙебеҙҙең ике бүлмәле фатирҙы ҡуртымсыларҙан бушаттырып, үҙем шунда ваҡытлыса күсеп торҙом, сөнки бәләкәй бала ныҡ илаҡ ине, төндәр буйы йоҡо булманы. Ларисаның әсәһе, ҡәйнәһе бәпесте килеп ҡарашты, өй вокзалға оҡшап киткәйне. Ә мин, бала саҡтан яңғыҙым үҫкәс, тыныслыҡ яратам. Төндә яҡшылап йоҡламаһам, башым тубалдай булып ауырта, ҡан баҫымым күтәрелә. Ларисанан, ҡасан фатир эҙләп табаһығыҙ, тип һораһам, саҡ ҡына түҙеп тор инде, апаҡайым, балабыҙ нығынһын да, күсеп сығырбыҙ, тине. Ярты йыл үтте, бер йыл үтте, аҡса түләгән дә кеше юҡ, күсергә лә йыйынмай былар. Бөтә түләүҙе үҙем түләйем! Аҡса юҡ, тип бәлә һалып тик ултыралар. Ни Лариса декретта, ни ире эш тапмай. Бурыс йыйылмаһын тип, артты тырнай-тырнай үҙем түләйем, йорт минең исемдә бит. Бер ваҡыт квитанция артынан коттеджға барһам, Лариса икенсегә ауырлы! Ҡасан йортомдо бушатаһығыҙ, тип кенә һорағайным, китте талаш! Оятһыҙ, мине, ауырлы килеш, бәләкәй бала менән ҡыш уртаһында урамға ҡыуып сығараһың, йәнең юҡ һинең, тип зыҡ ҡубып әрләне мине. Шунан хәле насарайып, уның өсөн “Тиҙ ярҙам” саҡырырға тура килде... Һаҡланыуҙа оҙаҡ ятты.... Апайым, Ларисаның әсәһе, ауыры төшһә, башыңа ләғнәт яуҙырам, өс бөртөк сәсеңде йолҡоп бөтәм, тип тетмәмде тетте генә. Бөтә туғандарҙы миңә ҡаршы ҡотортто, йәнәһе лә, мин йәш ғаиләне һис бер сәбәпһеҙ урамға ҡыуам. Улайтма инде, кеше бул, тип тә шылтыраттылар, әсәңә оҡшап йүнһеҙ икәнһең, фатирың да, хан һарайындай йортоң да булып, туғаныңды һыйҙырмайһың, тип смс-та яҙҙылар. Бер еңгәм менән ағайым ғына минең яҡлы булды. Уй, нервыларым бөттө, ниңә әйткән көнгә төштөм. Мин бит, фатирҙы һатып, шифаханала ятып алырға, йортта ремонт яһатырға, тештәрҙе йүнәтергә, күҙемә операция эшләтергә йыйынғайным... Ниңә генә юха апайымды тыңлап, Ларисаны өйөмә индерҙем, даими пропискаға ҡуйҙым икән, тип ҡайғырам. Ваҡытлы ғына пропискаға индерһәмсе... Ә һуң ниңә фатирға күсеп сығып барам? Шунда түҙеп йәшәп ятһам, нисек тә булһа, сығып китерҙәр ине, тим. Алйотлоғом арҡаһында үҙем үк яфа сигәм...
Әле Вилена судҡа ғариза яҙырға йөрөй, суд аша йәш ғаиләне үҙ йортонан сығарырға йыйына. Сөнки хәҙер ул коттеджға барырға ла ҡурҡа. Башыма әллә күпме ҡарғыш, әр яуыр, тип хафалана. Бер йыл ғына, уҡыу осоронда, йәшәп торорға ингән Лариса хәҙер ғаиләһе менән Виленаларҙың ике ҡатлы йортонда бер тин түләмәй алты йыл йәшәй.
Баныу ҠАҺАРМАНОВА.
*Бөтә исем дә үҙгәртеп алынды.