Муттар бер туҡтауһыҙ төрлө-төрлө яңы схема уйлап сығарып, элеккеләрен дә киң ҡулланып, халыҡҡа һөжүм итә һәм көн һайын кешеләр алданып, меңдәрсә, миллиондарса һум аҡсаһын юғалта, кредит һаҙлығына тулайым бата. Кемдер хатта фатирынан да яҙып ҡуя бит! Полиция хеҙмәткәрҙәре генә түгел, беҙ ҙә, башыбыҙға тотоноп, аңығыҙға килегеҙ, тип һәр кемгә атап мөрәжәғәт итергә мәжбүрбеҙ. Туҡтатырға кәрәк был мәхшәрҙе, йәмәғәт! Ни эшләп аферистарҙың тоҙағына эләгәһегеҙ ул? Ниңә генә әҙерәк башығыҙҙы эшләтмәйһегеҙ, айыҡ фекер йөрөтмәйһегеҙ? Инде күпме тапҡыр был турала тылҡыйбыҙ-тылҡыйбыҙ, ә фәтүә һаманғаса юҡ! Күмәк көс менән һәр кемегеҙҙе бәләнән йолоп алып ҡалырға тырышабыҙ, әммә барыбер уяулыҡтарын юғалтып, хаталаныусылар, муттарҙы байытыусылар һаны кәмемәй!
Бына Күмертауҙан 73 йәшлек әбей менән уның 50 йәшлек улы мутлашыусылар арҡаһында бик аяныс хәлдә тороп ҡалған: уларҙы фатирҙан яҙҙырғандар, кредит бурысына батырғандар. БР буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте биргән мәғлүмәттән күренеүенсә, 2023 йылдың сентябрендә 73 йәшлек пенсионерға ялған “банк хеҙмәткәре” шылтырата. Ул уның исеменә муттарҙың кредит алырға маташыуҙары тураһында әйтеп, аҡсаһын һаҡлап ҡалырға ярҙам тәҡдим итә. Был һөйләшеү мәлендә ҡатындың янында уның 50 йәшлек улы ла була. Ул әңгәмәне тыңлай һәм әсәһенең мутлашыусылар менән һөйләшкәнен аңлай, шуға күрә һөйләшеүҙе туҡтатырға кәңәш бирә. Ирҙең тауышын, ни әйткәнен яҡшы ишетеп, енәйәтселәр пенсионер ҡатынды ҡурҡыта башлай һәм улының телефон номерын таптыра. Оло кеше ҡурҡышынан улының номерын әйтеп бирә. Теләгәнен алғас, мутлашыусылар ирҙе лә эшкәртә башлай. Төрлөсә янап, хәүефкә батырып, уйлап сығарылған һандар, дәлилдәр менән эш итә торғас, әсә менән ул, ысынлап та, кемдер беҙҙең шәхси мәғлүмәттәрҙе ҡуллана, тигәнгә ышана һәм "белгестәрҙең" ҡушҡанын һүҙһеҙ үтәргә керешә. Тәүҙә, йәнәһе лә, аферистар уларҙың исеменә кредитты рәсмиләштерә алмаһын өсөн, үҙҙәре ҡалала булған бөтә банкты урап үтеп, займдар алып бөтә. 130 мең һумға яҡын аҡса алғандан һуң, уны "хәүефһеҙ иҫәпкә" ебәрәләр. Маҡсаттарына ирешһә лә, муттар уларҙы тынғылыҡта ҡалдырмай. Өгөткә тиҙ бирелеүҙәрен, тыңлаусан булыуҙарын аңлап ҡалып, артабан эшкәртәләр. Тик был юлы ялған “хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәренән” шылтыратыуҙар килә. Ышаныслы булһын өсөн улар үҙҙәренең “танытмаларының” фотоларын ебәргән. Ялған хеҙмәткәрҙәрҙең береһе менән зыян күреүсе хатта видеошылтыратыу аша аралаша. Формалағы "полиция хеҙмәткәрен" “эш кабинетында” күргәс, ир, ысын тәфтишсе менән һөйләшәм, тип уйлай. Ә формалағы әҙәм әсә менән улдан ярҙам һорай. Йәнәһе лә, кредит алырға маташҡан, кешеләрҙе зар илатҡан мутлашыусылар төркөмөн тоторға уларҙың ярҙамы талап ителә. Бының өсөн уларға “ни бары фатирҙарын һатырға кәрәк” була. Имеш тә, һуңынан, операция тамамланғас, мутлашыусылар тотолғас, һатыу-һатып алыу килешеүе ғәмәлдән сығарылып, фатирҙары үҙҙәрендә ҡаласаҡ. Үҙ ролдәрен актерҙарҙан былайыраҡ, үтә ышандырырлыҡ итеп оҫта башҡарған аферистарға ышанып, әсә менән ул үҙ торлағын һатып та ебәрә. Һатыуҙан алынған аҡсаны ла зыян күреүселәр "махсус хәүефһеҙ иҫәпкә" күсерә.
Гражданлыҡ бурысыбыҙҙы үтәнек, хоҡуҡ һаҡлау органдарына ярҙам иттек, тип инде тынысланып ултырғандарында, үҙҙәренең алданыуын, фатирҙан яҙыуын белеп, саҡ йөрәктәре ярылмай. Был турала уларға шул уҡ муттар хәбәр итә: билдәһеҙ ҡатын шылтыратып, зыян күреүселәрҙе мыҫҡыллай-мыҫҡыллай, уларҙы нисек алдауҙарын бәйән ҡыла, асығауыҙҙар, иҫәрҙәр, тип мәсхәрәләп көлә. Ҡойолоп төшә әсә менән ул. Мутлашыусылар иһә, ғаиләнең башҡа торлағы юҡлығын белеп, уларҙы үҙҙәренә эшкә саҡыра, енәйәттәр ҡылыуҙы талап итәләр, йәшәргә урын, аҙыҡ-түлек менән тәьмин итергә вәғәҙәләйҙәр. Ниһайәт, шунда ғына аңына килгән оло йәштәге ҡатын менән уның улы бындай шарттарға ризалашмай, полицияға бара. Ошо мутлашыу операциялары барышында 73 йәшлек пенсионер ҡатындың ғаиләһе фатирһыҙ ҡала һәм 2 миллион һумдан ашыу аҡсаһын юғалта. Был факт буйынса Күмертауҙа енәйәт эше ҡуҙғатылған да бит, ләкин был афераларҙы енәйәтселәр сит илдәрҙән башҡарғас, уларҙы тотоу, һатылған фатирҙы, юғалған аҡсаны кире ҡайтарыу мөмкин дә түгел.
Ә Учалынан 72 йәшлек ир аферистарҙы бөтәһе өс миллион һумдан ашыу суммаға байытҡан! Ул Учалы районы буйынса эске эштәр бүлегенә мутлашыу тураһында ғариза менән мөрәжәғәт итеп, үҙенең аҡсаһын юғалтыуҙан ҡурҡып, мутлашыусыларҙың хәйләләренә эләккәнен һөйләгән. Уға мессенджер аша билдәһеҙ номерҙан шылтыраталар. Мутлашыусылар “банк һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре” булып таныла һәм ирҙең исеменә билдәһеҙ әҙәмдәрҙең кредит алырға маташыуҙары тураһында хәбәр итә. Шылтыратыусылар, был операцияға ҡамасаулау өсөн аҡсаны махсус "хәүефһеҙ” иҫәпкә ебәрергә кәрәк, ти. Пенсионер муттарға ышана һәм уларға үҙенең аҡсаһын ебәрә...
Ярай, былары – күптән билдәле афералар. Әле республикала "Рәсәй почтаһы" хеҙмәткәре исеменән ҡылынған беренсе мутлашыу осрағы ла теркәлгән. Билдәле булыуынса, “почтальон”дың тоҙағына Өфөнән 49 йәшлек ир, ҡаланың эре предприятиеһында робот станоктар операторы, ҡапҡан. Һәүетемсә, мажараһыҙ ғына йәшәп ятҡанында уға билдәһеҙ кеше шылтырата һәм, үҙен "Рәсәй почтаһы" хеҙмәткәре тип таныштырып, уның исеменә "һалым" идаралығынан хат килгәнен, был хатты күп функциялы үҙәккә ебәрергә тәҡдим итә. Һәм, йәнәһе лә, “Күп функциялы үҙәктә был хатты ҡабул итһендәр өсөн” смс-хәбәр менән килгән кодты әйтергә күндерә. Ысынында, зыян күреүсенең кеҫә телефонына "Дәүләт хеҙмәттәре" порталына инеүҙе тергеҙеү өсөн код килгән була. Ир кодты әйткәс, муттар шуның менән үҙ мәнфәғәтендә файҙаланып, бер тамашасыға ғына арналған тотош спектакль ойоштора. "Дәүләт хеҙмәттәре", "Үҙәк банк" һәм "Эске эштәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре” ролдәре оҫта башҡарыла. Ирҙе шылтыратып ҡаҡшаталар, хәүефкә сумдыралар, башын бутайҙар. Банк иҫәбен һаҡларға вәғәҙә итеп, уны үҙ иҫәбенән 842 мең һум аҡсаны алырға һәм банкомат аша мутлашыусыларҙың "хәүефһеҙ" иҫәбенә күсерергә күндерәләр. Шуның менән “кәнсирт” тамамлана. Аңлауығыҙса, ябай оператор булып эшләгән кешегә ул тамаша бик-бик ҡиммәткә төшә.
Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығы менән бер тауыштан граждандарҙы уяу булырға саҡырабыҙ. Иң мөһимен иҫегеҙҙә тотоғоҙ: оперҙар ҙа, тәфтишселәр ҙә, банк хеҙмәткәрҙәре лә, брокерҙар ҙа, элемтә операторҙары ла, почтальондар ҙа, “Дәүләт хеҙмәттәре” лә, инвестиция белгестәре лә, һеҙҙең аҡсағыҙҙы, банк иҫәбегеҙҙе, телефон номерығыҙҙы, шәхси хатығыҙҙы хәстәрләп, шылтыратмай, яҙмай, бимаҙаламай. Әгәр һеҙгә ят номерҙан шылтыратһалар, шунда уҡ телефонығыҙҙы һүндерегеҙ. Һөйләшеп тә тормағыҙ! Банк иҫәбегеҙҙә шикле операциялар башҡарыла, тигәнде ишетһәгеҙ, смс-хәбәрҙә күрһәгеҙ, һөйләшеүҙе өҙөп, хәбәргә яуапламай, банк бүлексәһенә шылтыратығыҙ. Шылтыратыусыларға шәхси мәғлүмәттәрҙе һәм картаның кире яғындағы кодты һис ҡасан әйтмәгеҙ. Оло йәштәге туғандарығыҙҙы һәм күршеләрегеҙҙе лә алдаҡсылар тураһында иҫкәртегеҙ.
Баныу ҠАҺАРМАНОВА.