Бөтә яңылыҡтар
Махсус биттәр
12 Февраль , 14:17

Ике әхирәттең ҡайһыһын һайларға?

* * *

Бер туған Венер ағайым минән дүрт йәшкә оло. Өс ҡыҙ араһында үҫкән берҙән-бер малай бул­ғанғалыр, бер аҙ үҙһүҙлерәк, дыуамал һәм кеше күңелен уйламаған эгоист ул. Уның ҡайһы бер ҡылыҡтарына беҙ ҙә, атай-әсәй ҙә күҙ йомоп ҡараныҡ. Улым – нәҫел дауамым, тип торған атай, берҙән-бер ағайыбыҙ тигән һылыуҙары булғас, иғтибар ҙа, тәрбиә күрһәтеүҙе лә яратты. Шулай ҙа уны насар кеше тип тә булмай: эшкә әрһеҙ, ярҙамсыл һәм башҡа матур сифаттары ла бар. Етмәһә, төҫкә-башҡа ла нисауа ғына. Беҙҙең, бер туған өс ҡыҙҙың, барлыҡ әхирәттәре уның һөйгәне булырға хыяллана ине. Ә ағайыбыҙ, сәскәнән сәскәгә ҡунған күбәләк кеүек, һәр ҡыҙға иғтибарын бүлеп өлгөрә, әммә береһенә лә алтын тауҙар вәғәҙә итмәй. Гүзәл заттар ҙа алйот: аҙна-ун көндән, бик булмаһа ике айҙан башҡаға ғашиҡ булырын да беләләр, әммә һаман Венер ағайға һырылыпмы-һырығалар.
Әрме хеҙмәтен үтеп ҡайтҡас, ағайыма аҡыл ултырҙымы икән, тип өмөт­ләнгәйнем. Сөнки ярты йыл тирәһе элеккесә ҡыҙҙар башын әйләндереп йөрөнө лә, беҙҙең ауылға фельдшер булып эшкә килгән Сәриә исемле ҡыҙға иғтибарын йүнәлтте. Башта был мө­нәсәбәттәр ҙә ай эсендә юҡҡа сығыр, тип уйланыҡ. Ярты йыл үтте, бер йылдан ашты – йәштәр никах, туй, ҡалаға күсеү тураһында һүҙ ҡуҙғата башланы.
– Уның кеүек ҡыҙ донъяла юҡ. Һәр хәлдә мин ундайҙарҙы осратҡаным юҡ. Фәрештә, изге йән. Кешелә була торған барлыҡ матур сифаттар уға йыйылған, – тине Венер.
Ялға ҡайтҡан осорҙа аралаша торғас, Сәриә менән беҙ ныҡлап дуҫлашып киттек. Ябай ғаиләлә тыуып үҫкән, ихлас, шул тиклем бер ҡатлы, эскерһеҙ ҡыҙ. Күңелендә бер ниндәй ҙә яманлыҡ, үс, асыу һаҡламаған, егәрле, мөләйем һәм матур ҡыҙға ағай юҡҡа ғына ғашиҡ булмаған икән. Магазиндан никах өсөн ап-аҡ матур күлдәк һайлап йөрөгән саҡта ҡапыл: “Ҡанаттарын ғына һындырмаһа ярай ине был фәрештә...” – тигән уй килде һәм... Шул көндән барыһы ла кирегә китте лә инде.
Никахҡа әҙерләнешеү өсөн бер аҙнаға ауылға ҡайтып китергә тейеш инем. Буласаҡ еңгәйем менән күлдәк алып ҡайттыҡ та, юлға йыйына башланыҡ. Бесәйемде ашатып торһон, гөлдәргә һыу һипһен өсөн күршем Гөлкәйгә асҡыс ҡалдырырға тейеш инек. Юл алдынан сәй эсергә ултырғайныҡ, уны ла саҡырҙым. Ағайым, еңгәйем менән таныштырҙым да, беҙ аҙ һөйләшеп, көлөшөп ултырҙыҡ һәм ҡайтыр юлға ҡуҙғалдыҡ.
Никах матур үтте. Йәштәр туйҙы бер йылдан үткәрергә һөйләшеп, мин йәшәгән ҡалаға күсеп килде. Тәүҙә барыһы ла яҡшы ғына бара кеүек тойолдо. Бер көн иртәнсәк Сәриә еңгәй килде, күҙҙәре моңһоу, үҙе күңелһеҙ ине.
– Кемдән кәңәш һорарға ла белмәй, һиңә килдем әле. Төнгө дежурствола саҡта (ул дауаханаға “Тиҙ ярҙам”ға фельдшер булып урынлашҡайны) Ве­нерҙың өйҙә йоҡламағанын һиҙә инем – ҡалдырған аш ашалмай, урын-ер нисек йыйып китәм, шулай ята. Үҙенән һораһам, ашағы килмәй йә диванда телевизор ҡарап яттым, тип әйтә килде. Ә бөгөн эштә үҙем ауырып киттем дә, һорап ҡайтырға тура килде. Венер ысынлап та өйҙә юҡ. Шылтыратам, телефонын алмай. Эшенә һаман килмәгән, тиҙәр. Күңелем һиҙә – был тигенгә түгел...
Ҡулымдан килгәнсә еңгәйҙе тыныс­ландырҙым, ағайым менән һөйләшергә вәғәҙәләнем. Тик мин беләм, уның менән һөйләшеү файҙаһыҙ: башына берәй уй килһә, ул ғына хаҡлы. Ысынлап та, һүҙ ҡуҙғатыу менән:
– Барыһы ла шул бер балыҡ башын сәйнәй. Фатир ҡуртымға алдыҡ, һатып алыу өсөн тәүге иғәнә йыйыр кәрәк, ашарға, туй үткәрергә, кейенергә – улар барыһы ла аҡса. Ә аҡса булһын өсөн эшләргә кәрәк! Эшләйем мин! – тип ҡысҡырҙы ла, телефонын һүндереп ҡуйҙы.
Тик, аҙаҡ асыҡланыуынса, сәбәп башҡала булған. Бер көн эштән ҡайтып килһәм, Венер беҙҙең подъездан килеп сыҡты. Аптырап ҡалдым:
– Бәй, берәй нәмә булдымы әллә: шылтыратмай килгәнһең. Ә мин яңы ҡайтып киләм. Әйҙә, ин...
Ыҡ-мыҡ килгәндән һуң:
– Юл ыңғайы аҡса һорап ҡына торайым, тигәйнем. Көшөлөгөмдө өйҙә онотоп ҡалдырғанмын. Инеп тормайым, ашығам, – тине.
Ә инде ял көнө Гөлкәй күршегә шәкәр һорап ишек шаҡығас, уның курткаһы эленеп тороуын күреп ҡалдым. Әлбиттә, йөҙәрләгән кеше ундайҙы кейә, шулай ҙа эске һиҙемләү “Ул!” – тигән сигнал ебәрҙе. Шуға ла эште ҡыҫҡа тоторға булдым һәм:
– Венерҙың тауышы сыға ине, ул һиндә нимә эшләп ултыра ул?! – тип йөҙөнә бәрҙем.
– Ҡунаҡҡа килде...
– Ниндәй ҡунаҡ?
– Шулай килеп сыҡты...
Күршем менән бер ваҡытта ла әхирәт булманыҡ, шулай ҙа ныҡлы аралаша инек. Шәхси тормошо менән ҡыҙыҡ­һынманым. Матурлыҡ салондарына, фитнес-клубтарға йөрөгән эшлекле ҡатындың матурлығына һәм үҙен яратыуына һоҡлана ғына инем. Күрәһең, ағайым уның үҙенән 8 – 9 йәшкә оло булыуына иғтибар итмәй, ғашиҡ бул­ғандыр.
– Ҡатыны барлығын белә тороп тормошон боҙорға булдыңмы?!
– Беҙ бер-беребеҙҙе яратабыҙ. Һәм мин ирекле ҡатын, нисек теләйем, шулай йәшәйем. Туғаныңды аҡылға ултыртырға теләйһең икән, үҙе менән һөйләш...
...Атай-әсәй ҙә, еңгәйҙең туғандары ла, беҙ ҙә һөйләшеп ҡараныҡ. Сәриә еңгәйҙең ауырлы булыуы ла Венерҙың мөхәббәтен һүндермәне. Гөлкәй менән улар хатта һөйәркәләр генә булып ҡалмайынса, никах уҡытырға булып китте.
– Буласаҡ баламдан баш тартмайым, ярҙам итермен. Тик Сәриә менән туй үткәрмәйем, уның менән бергә йәшәй ҙә алмайым. Яратҡан кешем менән бергә булғым килә, – тине ул бер көндө.
– Еңгәйҙең нимәһе оҡшамай? Өй­ләнгән саҡта фәрештәгә генә тиңләй инең дә баһа?!
– Һуҡыр булғанмын, күрмәгәнмен. Айырылыр өсөн ҡырҡ сәбәп бар!
– Бер кем дә идеаль йәшәмәй. Сабыр итә, үҙгәрергә тырыша, әммә бергә!
– Ә мин йәшәй алмайым. Яратмайым!
– Буласаҡ баланы уйла...
– Бала хаҡына мин үҙ бәхетемде ҡорбан иткем килмәй. Ауыры бәләкәй, бик теләмәһә, абортҡа бара ала!
Артабан һөйләшергә фәтеүә юҡ ине инде. Сәриә еңгәй менән ағайым айырылышты. Еңгәйҙе ҡулдан килгән тиклем йыуатырға тырышһаҡ та, ул ғүмерлек йән яраһы алғанын аңлай инек. 
– Фатирында йәшәгән Әлфиә апай Венер артымдан йөрөй башлағас та: “Балаҡайым, ул ярата белгән кеше түгел ул. Йыраҡ бул, йөрәгеңде асма”, – тип әйткәйне. Тыңламаным. Икеләнерлек урын да юҡ ине шул, күңелде яулар өсөн барыһын да эшләне. Хатта Әлфиә апай ҙа, кешене һөйөү генә шулай үҙгәртә ала икән, тип ҡуйҙы аҙаҡ. Ә кеше үҙгәрмәй икән, – тине аҙаҡҡы осрашҡанда.
Еңгәй эшенән сығып ата-әсәһе янына ҡайтып китте. Әлеге ваҡытта ике йәшлек улы бар. Ата-әсәйем, апайҙарым янына барып йөрөй. Ә мин үҙемде уның алдында ғәйепле тоям: Венер мин таныштырғандан һуң күршем менән йөрөп китте, ғаиләһе боҙолдо. Уны тыңлата алманым...
Хәҙерге ваҡытта бер туған ағайым менән бер үк йортта, стена аша ғына йәшәһәк тә, өс йыл инде аралашҡаныбыҙ юҡ. Елбәҙәк холҡон, еңгәй һәм сабый алдындағы яуапһыҙлығын ғәфү итә алманым. Гөлкәй ҙә оҙаҡ бәхеткә күмелеп йәшәй алмаясаҡ, беләм. Уны ла Венер ҡасан да булһа икенсе ҡатынға алыштырасаҡ, икенсегә ғашиҡ буласаҡ. Ошо ваҡытта, бәлки, тапҡандыр ҙа инде...
               

Гөлдәриә ВӘЛИТОВА.

Читайте нас: