Махсус биттәр
9 Февраль 2024, 12:54

Фетнә касафаттары

* * *

Фетнә касафаттары 

Йәмғиәтебеҙ өсөн фетнә темаһы көнүҙәк мәсьәләгә әйләнде. Шуның өсөн дә беҙ ошо хаҡта фекер алышыуға мохтажбыҙ: кем бола эштәренә ҡатнашып өлгөрмәгән, уның бәләләренән һаҡланыр өсөн ошо теманы өйрәнеп, алдан уҡ хәүефһеҙлек саралары күрергә тырышайыҡ. Боронғолар әйткәнсә: “Кеше һаҡланып ҡала алмаҫ, мәгәр нимәнән һаҡланырға белмәһә”.

Мәҡәләгә сығанаҡ өсөн шәйех Ғәбдүрраззаҡ әль-Бәдрҙең фетнә тураһындағы хеҙмәте файҙаланылды. Хаҡтыр, фетнә – күп бәләләрҙең башы. Шуның өсөн дә Аллаһы Тәғәлә үҙе һәм уның рәсүле Мөхәммәт, саллаллаһү ғәләйһи үә сәлләм, беҙҙе болаларҙа ҡатнашыуҙан тыйҙы. Ҡөръәндә әйтелә: “Һеҙ шундай фетнәләрҙән ҡурҡығыҙ, ул фетнәләр бары тик ғәҙелһеҙ булғандарға ғына ҡағылмаҫ (барыһына ла төшөр), һәм белегеҙ, Аллаһ яза биреүҙә ҡаты!” (“Әл-Әнфәл” сүрәһе, 25-се аят).

Боланың асылын аңламаған, уны нисек танырға-айырырға өйрәнмәгән, һөҙөмтәләрен күҙ алдына килтермәгән кеше, бәлки, уйламайынса болаға ҡушылыр, аҡҡа төшөп үҙ-үҙенә зыян ҡылыр, һуңынан ҙур үкенеүҙәргә дусар булыр.

Фетнәне сифаттары буйынса таный белеүҙә ҙур файҙа бар. Аҡыллы кеше, ҡылынасаҡ эштәргә анализ яһап, һөҙөмтәләрен уйлай. Миҫал итеп, имам Әхмәт тормошондағы ваҡиғаны иҫкә төшөрәйек. Бер мәл уның өйөнә Бағдад ҡалаһының бер төркөм ғалимдары килде һәм: “Йә, Әбү Ғабдуллаһ! Был эш олоға китте, таралғандан тарала”, тип әйттеләр. Имам Әхмәт: “Һеҙ ни эшләргә уйлайһығыҙ?” тип һораны. Улар: Һинең менән кәңәшләшергә килдек, беҙ был хакимдың етәкселегенә риза түгелбеҙ”, тине. Бер аҙ бәхәсләшкәндән һуң имам Әхмәт уларға ошолай кәңәш бирҙе: “Күңелдәрегеҙ менән был хәлде тәнҡитләгеҙ, ләкин етәксегеҙгә бойһоноуҙы туҡтатмағыҙ! Мосолмандар берҙәмлеген боҙмағыҙ, үҙегеҙҙең һәм һеҙҙең менән булған мосолмандар ҡанын ҡоя күрмәгеҙ. Был эшегеҙҙең ахырын уйлағыҙ! Тәҡүәле етәксе менән тынғылыҡ килгәнен көтөгөҙ йәки залим әмирҙән ҡотолдоролғанығыҙға ҡәҙәр сабыр итегеҙ”.

Был имам уларға нәсихәтен еткерҙе, ләкин улар уның һүҙенә ҡолаҡ һалманы. Ризаһыҙлыҡ белдереүселәр әмиргә ҡаршы сыҡты һәм, имам Әхмәт иҫкәрткәнсә, боланың ахыры яҡшы тамамланманы. Улар файҙа ла килтермәне һәм хәлде лә үҙгәртә алманы.

Һығымта: Башҡарырға йөрөгән эштең касафаттары хаҡында фекерләү, ҡабаланмау һәм сабырлыҡ ҡылыу – фетнә булдырмау өсөн иң яҡшы сара. Данлыҡлы сәхәбә Ғабдуллаһ ибн Мәсғүд әйткәнсә, шикле һәм аңлайышһыҙ нәмәләр барлыҡҡа киләсәк, һеҙгә ошо мәлдә ҡабаланмаҫҡа һәм төплө аҡыл йөрөтөп фекерләргә кәрәк буласаҡ. Хаҡтыр, насарлыҡҡа етәкселек иткәнсе, изгелектә эйәреүсе булыуығыҙ яҡшыраҡ!

Имам Әл-Бохари (“Әл-Әдәб әл-мүфрәд”, 327) Ғәли ибн Әбү Талибтың ошондай һүҙҙәрен еткерә: “Ашығыусы булмағыҙ! Шулай уҡ, фетнә хаҡында оран һалыусы һәм таратыусы булмағыҙ! Дөрөҫлөктә, ундайҙарҙы һулырға дусар итеүсе ауыр һынауҙар һәм дә оҙаҡҡа һуҙылыусы ғазаптар көтә”.

Шулай итеп, Ғәли ибн Әбү Талиб ошо өс  нәсихәт әйтте:

Беренсеһе – ашыҡмаҫҡа. Кеше сабыр итергә, төптән уйларға, нимәнелер эшләр алдынан уның касафаттары тураһында фекер йөрөтөп ҡараһын!

Икенсеһе – оран һалып фетнәне көсәйтмәҫкә. Бола сыҡһа, уның нығыраҡ тоҡаныуына булышлыҡ итмәҫкә, һүҙ менән дә, башҡа төрлө ысулдар менән дә! Нисек булһа ла тыйылып ҡалығыҙ!

Өсөнсөһө – фетнәне таратмағыҙ ҙа, үҙегеҙ ҙә ҡушылмағыҙ! Аллаһ рәсүле мосолман өммәтен болаға яҡынлашыуҙан тыйҙы: “Шундай һынауҙар мәле етер, ултырған кеше яҡшыраҡ булыр торған кешегә ҡарағанда, торған кеше яҡшыраҡ булыр атлап барыусыға ҡарағанда, атлап барыусы – йүгереп барыусыға ҡарағанда” (Мөслим, 2886). Был хәҙистә, мөмкин ҡәҙәр, фетнән йыраҡ булырға өндәлә.

Фетнә йоғонтоһон ныҡлап өйрәнгән кеше ҙур файҙа алыр, үҙен ҙур бәләләрҙән ҡурсалап алып ҡалыр. 

Фетнә касафаттары һәм йоғонтоһо: 

- Кешеләр ғибәҙәт ҡалдыра 

Фетнә мәлендә кешенең төп тәғәйенләнеше булған ғибәҙәт эштәре һүлпәнәйә. Аллаһҡа бойһоноу кәмей, фетнә шауҡымы менән йөрәктә тәртипһеҙлек урынлаша, хәүеф-борсолоу баҫа. Тынғылыҡ юғалғас, Аллаһы Тәғәләне тейешле рәүештә иҫкә алыу кәмей.

Шуның өсөн, фетнәләр мәлендәге ғибәҙәттең сауабы тыныс замандағыға ҡарағанда күберәк. Сөнки пәйғәмбәребеҙ (с.ғ.с.) был турала шулай тине: “Тынысһыҙ замандағы ғибәҙәт өсөн минең яныма күсенеп килгән һымаҡ әжер яҙыласаҡ” (Мөслим, 2948). Фетнә тәртипһеҙлектәренә ҡушылмай, ғибәҙәт эштәре менән булышҡан кеше уңышҡа ирешер, бола бәләләренән имен ҡалыр, тынғылыҡ табыр. Пәйғәмбәр (с.ғ.с.) болаға ҡатнашмауҙың әһәмиәтен аңлатыр өсөн: “Бәхетле кеше шулдыр – ул кеше фетнәлә ҡатнашыуҙан ҡотолоп ҡалыусы”, тип өс тапҡыр ҡабатланы (Сүнән Әбү Дауыт, 4263, сахих хәҙис).

Хәсән әл-Басри мәлендә фетнә ҡуба, һәм ул был болаға ҡатнашмай ҡала, ә ризаһыҙлыҡ белдереүселәргә ошолай тип нәсихәт ҡыла: “Әй кешеләр! Аллаһ һеҙгә яза бирер өсөн Әл-Хәджәджде өҫтөгөҙҙән хаким ҡылды, шулай булғас, Аллаһ ебәргән язаны ҡылыс менән ҡаршы алмағыҙ! Үә ләкин күндәмлек күрһәтегеҙ һәм ялбарып доға ҡылығыҙ!” Аллаһы Тәғәлә Ҡөръәндә былай тине: “Беҙ уларҙы язаға тарттырҙыҡ, әммә улар Аллаһҡа бойһонманылар һәм (ярлыҡау һорап) ялбарманылар” (Әл-Мөьмин, 23:76).

Йәғни, ошо хәлдәге кеше баҫалҡылыҡ күрһәтеп, Аллаһы Тәғәләнән был бәләнән азат итеүҙе һораһын. Башта үҙенең хәлен төҙәтеп, тәүҙә өйө эсендә тәртип урынлаштырырға тейеш. Аллаһы Тәғәлә унан риза булғандай итеп тейешле рәүештә ғибәҙәт ҡылһын.

Әбү Һүрәйранан ошо мәғәнәгә яҡын һүҙҙәр еткерелә: “Фетнә замандары етәсәк, унан бер нәмә лә ҡотолдора алмаҫ, мәгәр батып барыусыныҡы һымаҡ доғанан башҡа” (Ибн Әбү Шәйбә, 7/531). Ҡотолоу өсөн батып барған кеше шикелле Аллаһҡа ихлас күңелдән ялбарыу кәрәгер.

- Болала ҡатнашыусы абруй юғалта

Фетнәнең тағы бер кире һөҙөмтәһе шулдыр: әгәр низағта белем эйәһе ҡатнашһа, ихтирам һәм абруйын юғалта. Әгәр болаға ҡушылыуҙан ҡотолоп ҡалһа – хөрмәт ҡаҙаныр, кешеләр уның ғилеменән файҙа алыр, Аллаһы Тәғәлә ярҙамы менән ниғмәттәре һаҡланып ҡалыр.

Ғалимдарҙан берәү болаға эләгеп китте, фетнә тамамланғандан һуң Аллаһҡа шөкөр ҡылды. Боларыш мәлендә бер кемде лә һөңгө менән сәнсмәүенә, ҡылыс менән сапмауына шатланды. Тыңлап тороусы әйтте: “Һине шулар сафында күргәндәр менән ни эшләрһең? Һин бит танылған ғалим, халыҡ араһында абруйың бар. Һине ике яҡ араһында күргәндәр һәм ошолай тигәндәр: Был бит шул-шул ғалим! Ант итәбеҙ, хәҡиҡәт уларҙа булған өсөн генә ул шул тарафта”. Низағлашҡан яҡтың береһен һайлауың, уларҙы хуплауың фетнәне көсәйтте генә”.

Был һүҙҙәрҙән һуң теге ғалимдың күҙҙәре йәшләнде. Был хәлде тасуирилаусы әйтте: “Ул иланы ла иланы, иланы ла иланы. Хатта мин, уға быларҙы әйтмәһәм, яҡшыраҡ булыр ине, тип ныҡ үкендем”.

Был белем эйәһенә болала бер кемгә зыян килтермәй генә ҡатнашыуы ниндәй эҙемтәләргә килтереүен иҫләтеү шундай ныҡ тәьҫир итте. Ә шулай булғас, фетнәлә ныҡ әүҙемлек күрһәткәндәр тураһында ни әйтербеҙ?

- Хәҡиҡәт ялған менән бутала һәм уларҙы айырып булмай

Фетнә эҙемтәләренең береһе шулдыр: был мәлдәрҙә күп кеше хәҡиҡәт менән ялғанды айыра алмай башлай. Хаҡтыр, ут һымаҡ көсәйеүсе фетнә кешеләрҙе тилертә, күңелдәр үҙгәрә, хәүефтәрҙән ныҡ ҡурҡыныс эҙемтәләр тыуа, халыҡты төрлө яҡтан да яуызлыҡ уратып ала, аныҡһыҙлыҡ көсәйә. Әбү Муса әл-Әшғәри әйтте: “Хаҡтыр, бола мәлендә уны аңлап булмай, дөрөҫлөк фетнә тамамланғандан һуң ғына асыҡлана”.

Халыҡты бола баҫып алһа, улар уны күрер, әммә аңлап бөтә алмаҫ, фетнә алыҫлашҡас ҡына уларға был фетнә булған икәнлеге беленер һәм асылын аңларҙар.

Теманы асыҡлар өсөн Ғәли ибн Әбү Талиб менән Мүғәүиә араһындағы низағ мәлендәге Сәғд ибн Әбү Үәҡҡас исемле данлыҡлы сәхәбәнең ваҡиғаһын иҫкә алыу урынлы булыр. Уны ошо низағта ҡушылырға саҡырғанда ул былай тип яуап бирә: “Миңә ике күҙе, теле һәм ирендәре булған, иманлы менән иманһыҙҙы айыра алыусы ҡылыс бирһәгеҙ генә һуғышасаҡмын”. Шунан һуң ул ғәжәп миҫал килтерҙе: “Беҙҙе, – ти ул, – юлда барыусылар менән сағыштырырға мөмкин. Кешеләр китеп бара ине, шул мәл күҙ асҡыһыҙ дауыл ҡупты, һәм юл күренмәй башланы. Араларынан берәүҙәре, юл уң яҡта, тине һәм шул яҡҡа юлландылар, әммә аҙаштылар. Икенсе төркөм иһә, юл һулаҡай яҡта булырға тейеш тип, шул тарафҡа ынтылдылар һәм юғалдылар. Өсөнсөләре: “Дауыл башланғанда беҙ тура юлдан бара инек, беҙ ошонда туҡтайбыҙ һәм көтөп торабыҙ”, – тине. Иртәнсәккә дауыл тымды, һәм юл тағы ла ап-асыҡ күренә башланы.

- Фетнә йәштәрҙе яңлыштыра

Болаға йәштәрҙе ылыҡтырыу афат тыуҙыра, уларҙы яңылыштыра. Фетнә ҡурҡыныс эҙемтәләргә килтерә, һәм ахыры бик насар тамамлана. Шуның өсөн йәштәр ылыҡтырғыс орандарға эйәрергә ашыҡмаһын. Нимәләлер ҡатнашырға саҡырһалар, абруйлы белем эйәләренә мөрәжәғәт итеп һорашһындар. Мөхәммәт пәйғәмбәребеҙ (с.ғ.с.): “Бәрәкәт – һеҙҙең ололарығыҙ менән”, – тип әйтте (Ат-Табарани, 8991). Дин ғалимдары был хәҙисте: “Ололар – һәр төрлө мәсьәләләрҙе хәл итә белә, улар менән бергә булыу һәм уларҙың һүҙҙәренә ҡолаҡ һалыу бәрәкәт бирә”, – тип аңлатты.

Һығымта: фетнә замандарында йәштәр төрлөһө төрлө фирҡәләргә бүленә, уларҙың идеалдарына анттар биреп, хаталы идеяларына эйәреп, үҙҙәренә кире мөһөр алыуҙары ихтимал.

- Ҡәрҙәшлек бәйләнештәре көсһөҙәйә  

Фетнәнең емергес эҙемтәһе тип – йәмғиәт бүленеүе, ҡәрҙәшлек тойғоларының юҡҡа сығыуы, кешеләр бер-береһенә ҡарата асыу, нәфрәт, дошманлыҡ барлыҡҡа килеүен миҫалға килтерергә мөмкин.

Сәхәбәләрҙән булған Хүҙәйфә әйтә ине: “Кешеләр пәйғәмбәрҙән, ғәҙәттә, яҡшы нәмәләр тураһында һорашты, мин иһә насарҙарын да белешә торғайным, сөнки уларҙың миңә лә ҡағылыуынан ҡурҡтым. Мин һораным: “Йә, Аллаһ рәсүле, беҙ наҙанлыҡта, йәһилиәттә булдыҡ, унан һуң Аллаһ беҙгә ниғмәт төшөрҙө, ошонан һуң беҙгә тағы ла яуызлыҡ ҡағылырмы?” Ул: “Эйе”, – тине. Шунан мин: “Ә бынан һуң яҡшылыҡ ҡабаттан килерме?” Ул: “Килер, ләкин инде уға яуызлыҡ ҡатнашҡан булыр. Кеше күңелдәре элекке хәленә ҡайтмаҫ”, – тине (Әл-Бохари, 3606; Әбү Дауыд, 4246).

Шулай итеп, фетнә мәлендә йөрәктәр үҙгәрә, мөнәсәбәттәр боҙола. Аллаһы Тәғәлә Ҡөръәндә әйтә: “Мөьминдәр бит бер-береһенә ҡәрҙәш. Шулай булғас, уларҙы татыулаштырығыҙ! Һәм Аллаһтан ҡурҡығыҙ, бәлким, һеҙ ярлыҡанырһығыҙ!” (Әл-Хүджүрат, 10-сы аят).

 - Ҡан ҡойоу мәсьәләләренә иғтибар юғала

Фетнә һөҙөмтәһе булараҡ, ҡан ҡойоу еңел бер эш кеүек тойола башлай, һәм кеше именлегенең, ғүмеренең ҡәҙере бөтә. Мосолманға, ғөмүмән, ҡулдары ҡанға буялған, кеше хаҡына инеп кемдеңдер мөлкәтен үҙләштергән, телдәре менән башҡаларҙы рәнйеткән йәмәғәт-төркөмдәрҙән йыраҡ торорға ҡушыла.

- Хәүефһеҙлек кәмей 

Фетнәнең ҡурҡыныс эҙемтәһе булараҡ, йәмғиәттә булдырылған именлек- тәртип боҙола. Хәүефһеҙлек – ул Аллаһы Тәғәләнең мөьминдәргә күрһәткән мәрхәмәте, ниғмәте.  Ҡөръәндә был турала ошолай тиелә: “Улар ошо йорттоң (Ҡәғбәнең) Раббыһына ғибәҙәт ҡылһындар! Уларҙы туйындырған, ҡурҡыныстан һаҡлаусыға” (“Ҡурайш” сүрәһе, 3-4 аяттар).

Әммә фетнә сығып, донъялар боларһа, тәртипһеҙлек хөкөм һөрә башлаһа, ҡан түгелә, мөлкәттәр юҡҡа сыға һәм бүтән бәләләр килә. Шуның өсөн именлек – ул бөйөк ниғмәт! Үҙ ғүмерең, мөлкәтең, намыҫың өсөн борсолмай йәшәү – Аллаһы Тәғәләнең беҙгә күрһәткән мәрхәмәте.

- Хаталы тәғлимәт таратыусы төркөмдәр әүҙемләшә

Бола ҡубыуынан файҙаланып, аҙашҡан төркөмдәр үҙ яңылышлыҡтарын таратырға ашыға, сөнки фетнә сәбәпле хаҡ юлдағыларҙың бөтә иғтибары шуға йүнәлә һәм файҙалары кәмей. Тап ошо мәлдә яуыз әҙәмдәр һис ҡурҡыуһыҙ боҙоҡ идеяларын сәсә, яманлыҡ ҡылырға, арттарынан эйәрергә өндәй, ялған тәғлимәтенә ылыҡтырырға тырыша. Мосолман кеше бындай фетнә йоғонтоһонан ныҡ һаҡланырға бурыслы.

- Фетнәнән һаҡланыу доғаһы:

Пәйғәмбәребеҙ, сәхәбәләренә нәсихәт ҡылып, Аллаһҡа доға ҡылығыҙ, асыҡ һәм йәшерен фетнәләрҙән һаҡлауын һорағыҙ, тине. Шул мәл сәхәбәләр ошолай тип доға ҡылды:

“Нәғүүҙү билләәһи минәль-фитәни мәә ҙаһәра минһә үә мәә бәтанә”.

“Беҙ Аллаһы Тәғәләнән асыҡ һәм йәшерен фетнәләрҙән яҡлау һорайбыҙ!”

(Мөслим, 2867).

Һәр нәмәгә ҡөҙрәтле Аллаһы Тәғәлә беҙҙе асыҡ һәм йәшерен фетнәләрҙән имен ҡылһын, үҙ яҡлауы аҫтына алһын! Сөнки, дөрөҫлөктә, Аллаһы Тәғәлә ишетеүсе һәм ялбарыуҙарҙы ҡабул итеүсе!

А. Көмөшбаев әҙерләне, Әбйәлил районынан.

БДУ-ның “Ислам теологияһы” бүлеген тамамлаусы.

P.S. 

Билдәле ваҡиғалар йоғонтоһонда республика йәмғиәте төрлө фекерле төркөмдәргә бүленде. Ҡайыһ берәүҙәр үҙҙәренең хаҡлы булыуын иҫбат итер өсөн башҡаларҙы рисуай ҡылырға тотондо. Нәтижәлә йәмғиәттә көсөргәнешлек барлыҡҡа килде. Бер аҡыл эйәһе әйткәнсә, кеше бәхәстәренең сиге юҡ, сөнки улар хаҡиҡәтте эҙләмәй, ә фәҡәт үҙенең генә хаҡлы булыуын иҫбат итергә тырыша.

Пәйғәмбәребеҙ (с.ғ.с.) үҙ нәсихәтендә былай тип әйтте: “Мосолмандарҙың арҡаһы артында хәбәр һөйләмәгеҙ, уларҙың етешһеҙлектәрен тикшермәгеҙ, күҙәтмәгеҙ. Хаҡтыр, юғиһә, Аллаһ та кер эҙләүсенең етешһеҙлеген тикшерер. Ә Аллаһ кемдеңдер етешһеҙлеген тикшерә башлаһа, ул уны үҙ өйө эсендә лә хурлыҡҡа дусар ителер!” (Әхмәт, 4/420, Әбү Дауыт-4880).

Беҙ ошондай мәлдәрҙә кешеклегебеҙҙе күрһәтергә тейешбеҙ. Кемдеңдер яҙа баҫыуын күрһәгеҙ, хатаһы өсөн битәрләп, һинән бер яҡшылыҡ күргәнебеҙ юҡ тигән кеүек хәбәр һатмағыҙ! Элгәреләрҙән булған бер имам ошолай тип әйтте: “Үҙ ҡәрҙәшеңә ғәҙелһеҙлек шул булалыр – һин уның турала белгәнеңдең иң насарын һөйләйһең, әммә яҡшы яҡтарын бөтөнләй иҫкә алмайһың”. Зыялыларҙан тағы ла берәү нәсихәт ҡылды: “Мин, – ти, – етешһеҙлектәре булмаған кешеләрҙе күргәнем булды. Әммә ләкин улар башҡаларҙың етешһеҙлектәрен, гонаһтарын телгә ала башланылар, унан һуң халыҡ та уларҙың үҙҙәренең етешһеҙлектәрен һөйләй башланы. Шулай уҡ мин етешһеҙлектәре булғандарҙы күргәнем бар, ләкин улар башҡаларҙың етешһеҙлектәрен бөтөнләй телгә алмай торғайны, һәм кешеләр ҙә уларҙың етешһеҙлеген онотто”.

Ҡөръәндә әйтелә: “Бәлки һеҙгә нимәлер оҡшамайҙыр, ләкин (ысынында) ул һеҙҙең өсөн хәйерле. Һәм һеҙ, бәлки, нимәнелер яратаһығыҙҙыр, әммә һеҙҙең өсөн унда насарлыҡ бар. Аллаһ белә, ә һеҙ белмәйһегеҙ!” (Әл-Бәҡара, 2:216). Ашығыс һығымталар яһамай торайыҡ. Болғансыҡ һыуҙы тыныслыҡта ҡалдыр тиелә хикмәтле бер риүәйәттә, бысраҡ тоноп ултырғас ҡына, таҙа һыуҙа ниндәйҙер күренештәрҙең асылы күренәсәк. 

“Урал батыр” эпосында әйтелгәнсә, яҡшылыҡ булһын атығыҙ, кеше булһын затығыҙ, тигән васыятты тотайыҡ!

Читайте нас