- Ғәҙеллек бармы ул? – йәш ҡатын миңә һораулы ҡарашын йүнәлтте.
Ғәҙеллек тураһында бик күп фәйләсүфтең, әҙиптең яҙмаларын уҡып, уйҙарға уйылып киткәнсе уйланған саҡтарым күп булһа ла, оҙон фәлсәфәгә төшөп китергә теләмәнем, шуға ла:
– Уның барлығына шикләнәм, – тиеү менән генә сикләндем.
– Мин дә...
Йәш ҡатын, ирендәрен сәйнәп, бармаҡтарын бер яҙып, бер ҡушып, ситкә ҡарап ултыра биргәс, яңынан миңә һүҙ ҡушты:
– Хәҙер мин бер ғәҙелһеҙлек хаҡында һөйләйем, нимәлер даулар өсөн түгел, ни бары был турала башҡалар ҙа белһен өсөн генә, тик минең кемлегемде яҙмағыҙ инде, зинһар.
– Мин былай ҙа Һеҙҙең кем икәнегеҙҙе белмәйем, – тинем уға. Дөрөҫө шул ине. Осраҡлы тап булған, исемен дә әйтмәгән йәш бер ҡатын. Һағышлы ҡарашлы, ҡаҡса ғына.
– Йәйгеһен бер ауылда булған был ҡурҡыныс хәл, – тип һөйләй башланы ул. – Йәштәр клубҡа йыйылған, кемдер эсеп тә килгән, бейегәндәр, аралашҡандар, ҡыҫҡаһы, ҡәҙимгесә ял иткәндәр. Күмәк кеше булған унда, тиҙәр. Етеш ғаиләнән бер егет тә «текә» машинала клубҡа килгән. Һауалы егет, уның бөтә яҡыны – уҡыған, дәрәжәле кешеләр, түрә-ғара. Төндә клубтан ҡайтырға сыҡҡас, уның машинаһына дуҫ-иштәре тейәлешкән. Һәм водитель, көҙгөләргә ҡарамай, ҡапыл газға ныҡ баҫып, артҡа биргән дә, аңғармаҫтан бер йәш кенә егетте бәрҙереп, өҫтөнә барып менгән, иҙгәнсе тапаған. Ул егеттең тере ҡалырға бер форсаты ла булмаған, башы иҙелгән бисараҡайҙың. Машиналағы егеттәр тәүге секундтарҙа, бәлки, юғалып та ҡалғандарҙыр, уныһы миңә ҡараңғы. Ләкин бер аҙҙан улар, иҫенә килеп, енәйәтсел план ҡорған: был фажиғәне үҙҙәренең өҫтөнән алып, башҡа кеше – килмешәк ир – өҫтөнә япһарырға ниәтләгәндәр. Күп уйлап тормай, тапалған егеттең кәүҙәһен клуб янындағы иҫке генә йорт янына алып барып ташлағандар. Бирсәткәләр кейгән килеш йорт хужаһының көрәге менән файҙаланып, егетте нигеҙ янында яртылаш күмгәндәр. Һәр хәлдә өҫтөнә бер нисә көрәк тупраҡ ырғытҡандар.
Был енәйәттең эҙҙәрен йәшереүҙә водитель егеттең яҡындары ла ҡатнашҡандыр, тип уйлайым, сөнки төн уртаһында ҡаланан саҡырылған машина асфальттағы ҡанды йыуҙырған.
Ә икенсе көндө иртән ауылда мәхшәр ҡупҡан, барыһын да: “Килмешәк ир йәш егетте көрәк менән бәргесләп үлтергән, шикелле!” – тигән яңылыҡ тетрәндергән.
Ҡораллы хоҡуҡ һаҡсылары клуб янындағы иҫке йортҡа килеп, йоҡонан яңы уянып, бер ни аңламаған ирҙе һикертә торғоҙоп, бығау һалып, ергә тиклем бөгөп, алып сығып киткән.
Тәүҙә килмешәк ир, был фажиғәгә минең бер ниндәй ҙә ҡыҫылышым юҡ, өйҙән сыҡманым, тип раҫлаһа ла, бер нисә көндән ул “ғәйебен” таный һәм уны төрмәгә ябалар. Һис бер ғәйепһеҙгә!..
Килмешәк ир – ул минең бабайым...
Шул ауылда төпләнеп йәшәй башлағас, бабайым, миңә бында оҡшай, кешеләр һәйбәт, тырыш, эшсән, тип һөйөнгән. Ерле халыҡтың берҙәм булыуына һоҡланған. Һәм бабайым маҡтаған ошо ауыл халҡы уның һис бер ғәйепһеҙгә иректән мәхрүм ителеүенә күҙ йомған. Мин шуны аңламайым... Йәш егеттең ғүмерен кем өҙгәнен барыһы ла яҡшы белгән, әммә бер кем дә бабайымды яҡлап һүҙ әйтмәгән, бәләнән араламаған. Хоҡуҡ һаҡсыларының эше тураһында әйтеп тә тормайым...
Бабайым – ябай крәҫтиән. Кешеләргә ышаныусан ине. Себенгә лә теймәгән изге йән. Әсәйем унан, ни өсөн ғәйепте үҙ өҫтөңә алдың, тип һорағас, бер ни өндәшмәй, ҡара янып, башын аҫҡа эйгән. Эстән һынған булған.
Шул аяныслы төндә йәш егеттең, уның ата-әсәһенең, башҡа яҡындарының ғына түгел, бабайымдың да яҙмышы селпәрәмә килгән. Һис бер ғәйепһеҙ кешенең тормошо емерелгән. Бөтөнләй ҡатнашы булмаған енәйәт өсөн яза үтәп, һигеҙ йыл ултырҙы. Иреккә, һаулығы ҡаҡшап, тештәренән яҙып, бөйөрө эшләмәй, туберкулез йоҡтороп сыҡты.
Дөрөҫлөктө эҙләп табырға тырышып, “маҡтаулы” ауылға барып, бушҡа йөрөп ҡайтты. Кешеләр уға йәлләп ҡарауҙан ары уҙмаған, исмаһам, һис кем, эйе, һин шул кеше арҡаһында төрмәгә эләктең, тип тә әйтмәгән. Үлгән егеттең дә ата-әсәһе уның менән һөйләшергә теләмәгән. Һөйөклө улдарының үлемендә, ысынлап, уны ғәйепле, тип һанайҙармы икән, уныһын әйтә алмайым.
Йөрөп-йөрөп, хәлдең нисек булғанын, ысын енәйәтсенең кемлеген һуңынан барыбер белгән бабайым. Был хаҡта үлер алдынан һөйләп өлгөрҙө:
– Мине нахаҡҡа ғәйепле иткән, төрмәгә алып барып тыҡҡан, ғүмеремде ҡыҫҡартҡан кешеләрҙең күҙҙәренә ҡарарға теләнем, шундай оло енәйәттәр ҡылып та, нисек тыныс йәшәйһегеҙ, төндәрен нисек йоҡлайһығыҙ, тип һорағым килде, тик уларҙы тап итә алманым, үкенескә. Төптө нахаҡҡа ултырылды... Бер ғәйепһеҙгә... Бар ғәйебем – ауылда килмешәк, ят бауыр булыуымда, клубҡа яҡын йәшәүемдә. Бейек ҡойма уратыуында йәшәһәм, моғайын да, тапалған егетте ихата эсенә күтәреп индереп йөрөмәҫтәр ине, тип үртәләм. Ни этем булманы. Бәлки, өй эргәһендә бәйҙә эт өрөп торһа ла, ҡурҡырҙар, урап үтерҙәр ине йортто...
Бабайым төрмәгә эләккәс, бөтә туған-тыумаса аптырағайны. Йәш егетте үлтергән, тигәнде ишеткәс, күбеһе унан баш тартты, ситләште. Янына минең әсәйем генә барып йөрөнө, посылкалар ебәреп торҙо. Йәлләне ағаһын. Әсәйем тартып торғас, төрмәнән сыҡҡан бабайымдың башҡа барыр урыны ла булмағас, беҙгә килеп һыйынды ла инде. Туберкулез менән сирләгәнгә, аласыҡта йәшәне, беҙгә йоҡтороуҙан ҡурҡты. Тубдиспансерҙа айҙар буйына дауаланды. Унда ла көслө препараттар менән дауалайҙар, ә уның бөйөрө эшләмәй ине. Әллә күпме ыҙа кисереп, кешеләргә рәнйеп китеп барҙы... Һыҙланыуҙарға түҙә алмай илаған бабайымдың йөҙө һаманғаса күҙ алдымда.
Ни өсөн тормош уға ҡарата шулай рәхимһеҙ, ғәҙелһеҙ булды икән?!
Бер кемгә лә яуызлығы теймәгән, бер кемгә ҡамасауламаған, һис кемдең юлын ҡыймаған, ябай ғына хәстәрҙәр менән йәшәгән кеше. Бик иртә әсәйҙән тороп ҡалған, үгәй әсә ҡулында нужа күреп үҫкән малай. Наҙҙың ни икәнен белмәгән, бала ғына килеш көтөү көтөп, тамаҡ хаҡына кешеләргә ялланып, ауылдан ауылға йөрөп, үҙ йүнен үҙе күрергә өйрәнгән. Йәшләй үҙенән күпкә өлкән ҡатынға өйләнеп, уртаҡ ҡыҙҙары тыуғас, бер нисә йыл бәхетле йәшәп ҡалған. Ҡатыны уға хыянат иткәнгә тиклем. Бабайым, хәләлен кисереп, артабан йәшәргә риза булған да бит, тик ҡатыны: “Исмаһам, туҡмар инең, ниндәй ир ул һин, һиңә хыянат иткән ҡатынды ғәфү итәһең, тьфү, һин ир түгел, йыбытҡы! Ихтирамым тамам юғалды!” – тип уны өйҙән ҡыуып сығарған. Ә бабайым ҡыҙы өсөн ғаиләне тарҡатырға теләмәгән булған.
Ҡыҙы өсөн үлеп торҙо ул. Балаһының мәктәптәге уңыштарына башы күккә тейгәндәй ҡыуанып: “Алла бирһә, ҡыҙым табип буласаҡ, мин әйтте тиерһегеҙ!” – тип ихлас ғорурлана ине. Ҡыҙы, әйткәндәй, медицина училищеһын тамамлап, әлеге ваҡытта шәфҡәт туташы булып эшләй. Атай ҡыҙы булһа ла, аҙаҡ, үҫеп еткәс, ул атаһын белергә, аралашырға теләмәне. Мин хәбәр итеп, саҡырһам да, атаһын ерләргә лә килмәне. “Рәхмәт”, – тип ҡоро ғына яҙҙы ла, шуның менән вәссәләм. Атаһының һәйбәт кеше булыуын аңлатып яҙып ебәргәйнем, яуабы булманы. Аралашҡыһы килмәгән кешене көсләп һөйләштерәһеңме?! Номерын юйҙым. Мин үҙем ниндәй хәлдә лә кеше булып ҡалырға тырышам. Шәжәрә төҙөйөм, туғандарҙың яҙмышы тураһында хәтирәләр туплайым. Айырым китап итеп яҙырлыҡ тарихтар юҡ, шул бабайымдың ғына яҙмышы тетрәндерә. Уның кеүек, минең һымаҡ ябай кешеләр шахмат таҡтаһында ни бары пешкалар ғынамы ни, тип йыш уйлайым. Пешка булмаҫ өсөн, башҡалар һинең яҙмышың менән уйнамаһын өсөн, нимә эшләргә, нимә кәрәк икән, тип баш ватам.
– Таптығыҙмы һуң был һорауға яуапты? – шаңҡыуҙан саҡ телгә киләм.
– Әлегә юҡ, – ти етди ҡатын. – Бәлки, вазифалы урындарҙа ултырған зат-зәүер кәрәктер, бәлки, аҡсаңдың күп булыуы шарттыр. Йәки үҙеңә власҡа ынтылырға... Тик шәхсән минең өсөн ғәҙеллек, намыҫ ныҡ мөһим, шулай булғас, өҫкә үрләү, ай-һай... Әгәр ерҙә ғәҙеллек юҡ икән, йәшәүҙең дә мәғәнәһе ҡалмай, тип уйлайым. Бабайымдың яҙмышы – быға дәлил.
Мине ауыр уйҙарға һалып, тетрәндереп, был ҡатын һаубуллашты. Ә бит мин уның: “Ғәҙеллек бармы ул?” – тигән һорауына, ғәҙеллек булмаһа ла, изгелек, мәрхәмәтлелек бар, тип әйтергә йыйынғайным. Әлдә өндәшмәгәнмен...
Баныу ҠАҺАРМАНОВА.