Бөтә яңылыҡтар
Махсус биттәр
3 Февраль 2024, 07:00

«Беҙҙең дуҫыбыҙ бар ине...»

* * *

Юрий Соловьёв Мари Иле Республикаһының хәҙерге Сернур районының Купсола ауылында 1962 йылдың 4 июнендә тыуған. Мари дәүләт университетының тарих-филология факультетын тамамлағас, гәзит-журнал редакцияларында эшләй. 2003 – 2007 йылдарҙа Чукоткала “Крайний Север” – “Певек” нәшриәтендә директор – баш мөхәррир була. Әле Мари китап нәшриәте директоры. Хәҙерге заман мари әҙәбиәтенең әйҙәүсе авторҙарының береһе. Мари Иленең Сергей Чавайн исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, республиканың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.

Ишекте ҡаты һәм ныҡышмалы ту­ҡыл­даттылар. Николай Фёдорович иртән иртүк бер кемде лә көтмәй ине, шулай ҙа шунда уҡ асты. Ул ярым ҡараңғы подъезда ғәйәт ҙур кәүҙәле ир-атты күрҙе. Бындай әзмәүерҙәр менән дуҫлашманы, таныштары араһында ла юҡ шикелле.
– Һеҙгә кем кәрәк?
Яуап ишетелмәне. Күҙҙәре генә йылтырай.
– Һеҙ, моғайын, фатирҙы бутағанһығыҙҙыр.
Николай Фёдорович ишекте үҙенә тартты. 
Шунда ят кеше телгә килде:
– Миклай, мин һиңә килдем.
Миклай? Фатир хужаһы ғәжәпләнде. Уны былай тип тыуған ауылында ғына йөрөтәләр, тик ҡунаҡ ауыл кешеһенә оҡшамаған. Кем һуң улайһа?
Ул ишекте йәнә аса төштө, килмешәктең күҙҙәренә текләне.
– Мин һеҙҙе ҡайҙалыр күргән һымаҡмын. Зинһар, иҫемә төшөрөгөҙ.
– Был – мин! Олёш! – Ят кеше әкрен, әммә берәгәйле әйтте. Әйтерһең, һәр һүҙҙе ҡаҙаҡ һымаҡ ҡаға.
– Олёш? Ҡайһы Олёш? – Николай Фёдорович эйәген һыпырып ҡуйҙы, күрәһең, нимәлер хәтерләп, ҡунаҡҡа йәнә иғтибар менән баҡты. – Туҡтағыҙ әле, туҡтағыҙ әле... Һеҙ – Алексей! Алексей Васильев? Шулаймы? Алексей... Тимофеевич, буғай.
– Юҡ, мин – Олёш! – тине ир-ат элеккесә ҡаты, хатта ҡырҡыу итеп. – Ә фамилиям, дөрөҫ, Васильев.
– Ҡарашың таныш һымаҡ күренде шул. Ә ҡалғандары... Үҙгәргәнһегеҙ һеҙ, Алексей Тимофеевич.
– Инергә мөмкинме?
– Эйе-эйе, әлбиттә.
Николай Фёдорович ишекте шар асты, ҡунаҡты үткәрергә стенаға һөйәлде.
Тегеһе ишек уйымына тығылды, аҙаҡ яурындарын яҙҙы. Ул ғәйәт ҙур кәүҙәле ине, хужаға ҙур булмаған, ләкин быға тиклем тулыһынса яраҡлы тип иҫәпләгән үткелектә үҙенә бөтөнләй урын ҡалманы тиерлек.
– Нимә, сәләм, Миклай! – Олёш ныҡ, балға кеүек уҫлаптай ҡулын һуҙҙы. Хужаның усы уның ҡаты, мускуллы усына батты.
– Үтегеҙ, үтегеҙ, Алексей...
Ҡунаҡ яңынан хужаға диҡҡәт менән ҡарағас:
– Мин барин түгел, Миклай. Мин – Олёш! – тине әкрен генә. – Атайҙарҙың исемен әйтмәйенсә, үҙебеҙсә генә... Шулай тип өндәш! Үҙеңдең зыялығыңды... башҡаларға ҡалдыр.
– Эйе, эйе, әлбиттә, Алексей... Олёш. Үт. Пальтоңды бына бында эл...
Олёш ҡабаланмай сисенде, сумкаһын алып бүлмәгә уҙҙы. Николай Фёдорович уның айыуҙай кәүҙәһенә күҙ һалып, ғәҙәттәгесә, имгәнгән аяғына аҡһаҡлап артынан эйәрҙе.
Николай Фёдоровичтың бер бүлмәле фатирында артыҡ әйбер юҡ. Ул спартанец һымаҡ йәшәргә күнеккән. Диван, өҫтәл, стенаның яртыһын китап кәштәләре биләй, китаптарҙың ауырлығынан улар хатта бер аҙ һығылған. Иҙәндә – иҫкергән балаҫ. Олёш уға бөтөнләй иғтибар итмәне, бысраҡ ботинкалары менән уҙҙы. Ул тирә-яғына ҡаранды, әйтерһең, нимәнелер бизмәнгә һалды йәки үлсәне. Шунан үҙенә ниндәйҙер һығымта яһаны, ахыры, диванға ултырҙы, уныһы, дәғүә бел­дергәндәй, уның аҫтында ыңғырашты.
Николай ни әйтергә лә белмәне. Ғөмүмән, унан ҡунаҡтар өҙөлмәй: эш буйынса коллегалары, яҡташтары, ауылдан ҡәрҙәштәре. Бөтәһе лә үҙҙәрен бында уңайлы тойҙо, шул иҫәптән үҙе лә. Ә әле... Көтөлмәгән ҡунаҡҡа ни әйтергә лә белеп булмай.
Ҡасандан бирле күрешмәне һуң улар? Егерме йыллап барҙыр. Олёш нисек йәшәй, уны нимә ҡыҙыҡһындыра? Аңлашылмай. Николай Олёштың әрмелә хеҙмәт иткәнен, аҙаҡ төрмәгә эләккәнен белә. Мөҙҙәтен ҡайҙалыр Себерҙә тултырҙы. Шунда уҡ йәшәргә ҡалды. Тыуған яҡтарына ҡайтып йөрөмәне. Уны бер кем дә көтмәй ине. Атаһы әллә ҡасан үлде. Әсәһе икенсе улы менән йәшәй, уны иҫенә төшөрмәй, ҡыҙыҡһыныусан күршеләре менән уның тураһында һөйләшергә теләмәй. Әйтерһең, Олёш юҡ. Күпме йылдарҙан һуң уны бында нимә алып килде икән? Ул минең адресты ҡайҙан белә?
Хужаның уйланыуҙарына яуап биргәндәй, Олёш:
– Һин, Миклай, минең һиңә нисек килеп эләгеүемә аптырайһыңдыр инде? – тине. – Ә минең һине күптән күргем килә ине...
Ҡунаҡ һөйләүҙән туҡтаны, элеккесә бәләкәй юл сумкаһын күкрәгенә ҡыҫып ултырҙы. Николай көтмәгәндә уның күҙҙәрендә ниндәйҙер һағыш шәйләне. Әллә күҙенә генә күрендеме? Эйе, күренде генә! Бындай әзмәүерҙәй ир-аттың барыһы ла һәйбәт булырға, үҙенә тап килеп торорға тейеш: тулы кәүҙәле, аҡ тәнле ҡатыны, түңәрәк, шуҡ балалар, өй тулы байлыҡ. Шуға күрә ул әзмәүер кеүек тә инде. Ә сибектең, барыһы ла алама. Бына уныҡы кеүек: үҙе ябыҡ – фатиры ла шулай, ҡыҫҡаһы, бәләкәй генә...
– Бөгөн бында килгәс тә вокзалда Витя Калиевты осраттым, – тип дауам итте ҡунаҡ. – Һөйләшеп торҙоҡ. Һине иҫкә алдыҡ. Адресыңды ул бирҙе. Һин хәҙер ҙур белгес, табип, тине...
Ул йәнә һөйләүҙән туҡтаны, үҙенең күпһүҙ­лелегенә ғәжәпләнгәндәй, ҡаштарын йыйырҙы. Яңынан бүлмәне байҡаны.
– Бер үҙең йәшәйһеңме?
– Бер үҙем.
– Бер үҙе-е-ең... – тип һуҙҙы ҡунаҡ, әйтерһең, үҙе өсөн ниндәйҙер йомғаҡ яһаны. Шунан ҡапыл сумкаһын хәтеренә төшөрҙө, уны аяҡтары янына ҡуйҙы. Шунда бысраҡ ботинкаларын күреп ҡалды.
– Ғәфү ит, ботинкаларымды ла һалмағанмын... 
– Зыян юҡ, Олёш. Һин көтөп тор, мин аш бүлмәһенә сығып сәй ҡуям...
Николай Фёдорович аш бүлмәһенә йүнәлде. Олёш уны туҡтатмаҡсы булды, ләкин шунда тегенең имгәнгән аяғына ныҡ аҡһауын күреп, ауыҙын асып ултырып ҡалды. Аҙаҡ ҡапыл иҫенә килеп, хужа артынан китте.
– Ултыр, Олёш. Бына бында ултыр, – тип күрһәтте Николай табуреткаға. – Хәҙер берәй нәмә ҡапҡылап алырбыҙ.
Ул һыуытҡыс ишеген асып, ярты шешә коньяк алды. Быны күреп, Олёш та сумкаһына тығылды. Колбаса, ике шешә араҡы сығарҙы...

Факил МЫРҘАҠАЕВ 
тәржемәһе.


Өндәшмәй оҙаҡ ултырҙылар. Колбасалы тәбейә лә һыуынды, ә әңгәмә һаман берекмәне. Хужа һүҙҙе башларға ынтылып һораны:
– Йә, Олёш, һөйләп ебәр, эштәр нисек? – Тик көтмәгәндә шундай ҡарашҡа эләкте, шунда уҡ ауыҙын йомдо.
Ҡунаҡтың көтөлмәгән ярһыуҙан ҡабынған күҙҙәре һүрәнләнде, ул ҡайҙалыр мөйөшкә ҡарап, әллә әкрен генә гөрһөлдәне, әллә мығырланы:
– Эштәр прокурорҙа...
Шунан йәнә ауырлыҡ менән һөйләргә тотондо:
– Тәк, тимәк, бер үҙең йәшәйһең, Миклай? Һм-м...
Уның ҡарашы араҡыла туҡталды. Шешә ҡунаҡтың ҡулында уйынсыҡ һымаҡ ине. Ул уны һелкте лә төбөнә усы менән һуҡты. Алюмин ҡапҡас өҫтәлдә әкрен генә сылтырап ҡуйҙы. Николай Фёдорович шкафтан ике рюмка алды, әммә ҡунаҡҡа был оҡшаманы, ахыры. Ул киптергес рәшәткәһендә стакандар күргәс, уларҙы үҙе алды. Спирт еҫе аңҡыны.
– Йә, Миклай, эсәбеҙ!
Ҡунаҡ мөлдөрәмә тулы стаканды һаҡ ҡына ҡулына алды ла, уны бер тынала бушатып ҡуйҙы.
Бала саҡта улар дуҫ булды. Өсөнсө дуҫтары ла бар ине – Эчан. Иртән бергә йыйылдылар ҙа көнө буйы ауыл буйлап тегеләй-былай йөрөнөләр, тирә-йүнде тикшерҙеләр. Бергә мәктәпкә барҙылар. Парталар артында рәттән ултырҙылар, өй эштәрен бергә эшләнеләр. Ләкин был дуҫлыҡты бишенсе кластан балта менән саптылармы ни...
Ул көндә көн торошо һәйбәт ине. Ҡояш көлдө, ел тирәктең һары япраҡтары менән уйнаны... Мәктәптән ҡайтҡас, дуҫтар портфелдәрен өйҙә ҡалдырҙы, өҫтәрен алыштырғас, урамға йүгереп сыҡты.
– Әйҙәгеҙ, ырҙын табағына барабыҙ! – тип тәҡдим итте кемдер.
Әйткән һүҙ – атҡан уҡ. Тиҙҙән улар ырҙында ине инде. Бында күңелле. Транспортёр таҫмаларына иген ҡойола. Сортировкалар туҡылдай. Иген киптергес барабандары әйләнә... Балалар балалар инде, һәр саҡ кәрәкмәгән ергә тығыла. Уларҙы механизмдар янынан йыраҡҡараҡ ҡыуып ебәрҙеләр.
– Малайҙар, әйҙәгеҙ, минең арттан анау һарайға! – тип ҡысҡырҙы Олёш һәм арыраҡ торған ярым емерек ҡаралтыға күрһәтте. 
Һарай бейек түгел, ләкин үҙеңде бейеклектәр яулаусы альпинистар итеп күҙ алдына килтереү ҡыҙыҡ та баһа, ыһылдай-ыһылдай үрмәләнеләр. Бына улар түбәлә. Шаяралар, үсекләшәләр. Олёш һарайҙы терәп торған бүрәнә буйлап түбәнгә шыуып төштө. Ә икеһе өҫтә ҡалды. Иптәштәрен ҡурҡытырға ул бүрәнәне урынынан ҡуҙғатты, ә үҙе ситкә йүгереп ҡасты. Уның дуҫтары торған һарай “йөҙҙө”. Шөр ебәргән малайҙар ҡысҡырҙы. Ә ул, һарайҙың емерелеүен күргәс, ҡото алыныуҙан сәстәренең үрә тороуын тойҙо. Быларҙың барыһы ла нимә менән бөтөүен көтмәй, Олёш ауылға елдерҙе...
Ырҙын табағында эшләүселәр емерелеүсе һарайҙы һәм уның түбәһендә сәбәләнеүсе икәүҙе күрҙе. Бөтәһе лә шунда ташланды, әммә һуң ине инде. Уларҙың алдында ҡот осҡос күренеш пәйҙә булды. Түбәнең сите Эчандың күкрәген ҡыҫҡайны. Ул шунда уҡ йән бирҙе. Ә Миклайҙың аяғы йәнселгәйне...
Һуңынан ул дауаханала оҙаҡ ятты. Сыҡҡас, ҡултыҡ таяҡтарында йөрөнө. Ғүмерлеккә аҡһаҡ булып ҡалды...
Олёштың ғәйепле булыуын бер кем белмәне, хатта Миклай үҙе лә. Ә уның бындай бәхетһеҙлектән һуң нимә кисереүен белмәү хәйерлерәктер. Олёш үҙ-үҙенә бикләнде. Малайҙарҙың уйындарында бүтән ҡатнашманы, насар уҡый башланы.
Элекке дуҫлыҡ һүнде. Икеһе лә ҡапыл өлкәнәйҙе. Һәр береһе үҙаллыға әйләнде. Өҫтәүенә, Миклай бер йыл буйы мәктәпкә йөрөмәне, урамда ла һирәк күренергә тырышты: аҡһаҡлығың арҡаһында һинән ситләшеүҙәрен күреү – уғата ҡыйын.
Һигеҙенсе кластан һуң Олёштың бер генә юлы бар ине – СПТУ. Тап бына унда вайымһыҙ уҡыусыларҙы көсләп тиерлек ебәрергә тырыштылар. Олёш та шунда эләкте. Училищенан һуң уны әрмегә саҡырҙылар. Шунан ул ҡайҙалыр юғалды: хәбәр-хәтере лә юҡ, хаттары ла. Төрлө имеш-мимеш кенә. Йәнәһе, көнсығышта, сик буйы ғәскәрҙәрендә хеҙмәт иткән. Ә өйгә ҡайтып килгәндә күңелһеҙ хәлгә тарыған. Вагон тамбурында ике егет өсөнсөһөн әллә талаған, әллә туҡмаған. Олёш яҡлашмаҡсы булған. Һөжүм итеүселәрҙең береһе ҡолағанда ишек тотҡаһына башы бәрелеп үлгән. Һуңынан суд. Олёшты биш йылға хөкөм иткәндәр.
Тотҡонлоҡтан ҡотолғас, ул өйгә ҡайтыуҙан баш тартҡан. Себерҙә эшләргә ҡалған. Ләкин иректә оҙаҡ ҡала алмаған. Яңынан төрмә. Ул өс тапҡыр төрмәлә ултырған, әммә Николай Фёдорович был хаҡта, әлбиттә, белмәй ине.
*  *  *
Беренсе стакандан һуң Олёш бер килке шым ултырҙы. Николай Фёдорович та нимә әйтергә лә белмәне.
– Хәтереңдәме, – ҡунаҡ көтмәгәндә тауыш бирҙе, – беҙҙең Эчан дуҫыбыҙ бар ине? Ауыр тупрағы еңел булһын. Әйҙә, Миклай, уны иҫкә алайыҡ! Тулы стакан һәм икмәк менән, талап ителгәнсә. Төбөнә ҡәҙәр.
Ул икенсе шешәне асты, үҙенә ҡойҙо, Николайға ла ҡойорға теләне, әммә тегеһенең стаканы тулы ине. Хужаға шелтәле ҡараш ташланы, ләкин өндәшмәне.
Иҫкә алдылар. Йәнә тынлыҡ.
Николай “йөҙҙө”. Уның былай эскәне юҡ ине әле. Күңеле йомшарҙы. Олёш яҡыныраҡҡа, аңлайышлыраҡҡа әйләнгәндәй булды. Беренсе һүҙгә ҡәҙәр...
Ҡалған араҡыны ҡойғас, ҡунаҡ былай тине:
– Ә хәҙер минең яңаҡҡа ҡундыр! 
Николай аптыраны.
– Һин әллә аҡылдан яҙҙыңмы?
– Ҡундыр, тим!
– Ни өсөн?!
– Минең ерәнгес тормошом өсөн...
– Юҡ! Юҡ һәм юҡ! – Николай ҡабынды. Элек уның бер ваҡытта ла был тиклем теле оҫтарғаны һәм ыҡҡа килгәне юҡ ине шикелле. Нимә һөйләгәнен үҙе лә хәтерләмәй. Әйтерһең дә, күңеленән нимәлер ҡеүәтле ағым булып аҡты ла аҡты. Тормошон миҫал итеп килтерҙе, кешенең яҙмышы ниндәй генә булмаһын, ул – Аллаһтан тип раҫланы, Уны хурларға йөрьәт итмәне – гонаһ...
Ҡунаҡ уны иғтибар менән тыңланы, уйға талды.
– Был һинең һуңғы һүҙеңме? – тип әкрен генә һораны.
– Эйе!
– Бәлки, дөрөҫтөр ҙә...Тәҡдир... Уның өсөн ниңә ҡаңғырырға?
Николай Фёдоровичҡа ҡунаҡтың күҙҙәрендә йәштәр йылтыраған һымаҡ күренде, ләкин тегеһе шунда уҡ башын түбән эйҙе. Башын күтәргәндә күҙҙәре ҡоро ине, өҫтәүенә, ап-айыҡ, үҙенә генә билдәле нимәгәлер йүнәлтелгәйне... Һәм башҡа бер кемгә лә.
– Хуш, Миклай. Миңә ваҡыт...
– Ҡайҙа бараһың? Ауылғамы?
– Юҡ. Китәм... Ер түңәрәк бит...

Юрий СОЛОВЬЕВ,
Факил МЫРҘАҠАЕВ тәржемәһе.

Читайте нас