Махсус биттәр
5 Ғинуар 2024, 02:00

ӨМӨТ САҢЫ

(Хикәйә)

Ял көнө. Мәрзиә көнө буйы эш менән булды. Яңғыҙ йәшәһә лә, эш бөтәме ни инде? Тәҙрә төбөндә, шаршау артында, бер китап ятҡан. Күптән күҙгә салынғаны юҡ ине, айҙан артыҡтыр. Китапты алып, хәтерләп ҡараны. Эйе, май байрамдары алдынан ғына булғайны, хатта, яңғыҙ ҡалғас, ауылға ла ҡайтып тормағайны. Ауылдаштарҙан бигерәк, әсәһенән уңайһыҙланды. Юғиһә  әсәһе шылтыратҡан һайын: «Кейәүгә сәләм әйт, Сиражетдин ни хәлдә йөрөй? Быйыл еләккә ҡайтырһығыҙ ул? Бик уңған, тиҙәр. Кейәүһеҙ ҡайтып та йөрөмә», – тип әйткеләп кенә тора.
«Кейәүһеҙ ҡайтып та йөрөмә...»  Мәрзиә китапҡа һуҡҡыланы. Хатта саң осоп китте. Өмөт саңы тигәндәре шул буламы икән? Үҙе лә һиҙмәҫтән телефонын алып ҡараны. Бәй, шыл­тыратҡандар түгелме һуң? Кем икән? Тиҙ генә күҙлеген алып кейә һалды. Кем шылтыратты икән?
Аһ, Сирай шылтыратҡан бит! Сиражетдин! Күңеле күтәрелеп, урынында бейеп, һикереп ҡуйҙы: “Ура! Сиражетдин шылтыратҡан! Эй, үҙе лә һиҙгер инде! Моғайын, теге әсәһе әйткән еләк ваҡытын иҫкә төшөргәндер”. Мәрзиә үҙе лә күрҙе, кисә баҙар мөйөшөндә еләк һатып торалар ине.
Эй, бахыр ғынам! Ҡайтыр ваҡыты күптән үткәйне шул! Үткәшеп, асҡа ҡырҡылып, кейем генәһе туҙып, кешелек сифатын юғалтып бөткәндер инде.
Мәрзиә менән Сирай 3–4 йыл элек ҡаланың Яңы йыл майҙанында та­нышҡайны. Мәрзиә әхирәттәре менән Яңы йылды ҡаршы алғас, барыһы менән бергә майҙанға сыҡты. Әхи­рәттәренең күбеһе парлы, ул ғына яңғыҙ. Былар менән ни эшләп йөрөйөм инде, бер аҙ ултырырмын да ҡай­тырмын, тип йыйынғайны, өл­гөрмәне. Әхирәте Сәкинәнең ире Зөфәрҙең танышы килеп сыҡты. Сирай, тинеләр. Мәрзиәнең ундай исемде ғүмерҙә ишеткәне юҡ ине, аҙаҡтан ҡәҙимге Сиражетдин икәнлеге билдәле булды. Паспортына ла шулай яҙылғайны. Өйләнмәгән. Мәрзиә паспортын үҙе күрҙе, буш ине теге бите. Тамсы ла ҡапмай һымаҡ тойолдо Мәрзиәгә. Матур ғына һөйләшеп ултырҙылар. Уларҙың заводында рәссам-биҙәүсе булып эшләй икән. Мәрзиә менән Сәкинә, Сирай-Си­ражетдиндың өҫ-башы шаҡтай тау­шалған, һаҡал-мыйыҡ баҫҡан йөҙө буйтым йонсоған күренһә лә, был ирҙә ниндәйҙер өмөт бар, ул тиклем бөткән кешегә оҡ­шамаған, урамда ташлап китеү ки­лешмәй, тигән фекергә килде һәм Зөфәргә өйгә саҡырырға ҡуш­тылар.
Өҫтәл артына инеп ултырғас, әл­биттә, улар йәнәш тура килде. Ир йылынып, ҡулдарының ҡалтыраныуы бөткәс, бер тамсы ла эсмәһә лә, ашамлыҡтарҙың кәрәген бирҙе инде. Уның алдында ҡул һуҙымы ерҙә әллә кемдең майонез күп ҡушылған, әҙәм ашамаҫлыҡ салаты ла юҡҡа сыҡты, хатта арыуыраҡ ҡаҙ иттәрен өҫтәлдең икенсе башынан Сирай алдына яҡынайтырға тура килде. Ул иһә  инәлтеп торманы, бер нәмә лә ҡалманы.
– һин, Мәрзиә, Сирайҙы бер ҙә ҡарамайһың, шикелле. Мынау ҡаҙ ботон һал әле алдына, – тип Зөфәр һөйләнгән һайын, итте уның алдына һалды. Хатта табындағылар күмәк­ләшеп йырлашҡанда Сирай арҡаһын диванға ныҡлы терәп, тубыҡтарына тәрилкә ултыртып, арыу-арыу ит киҫәктәрен һөйәктәренә тиклем ялтыратып кимерә ине. Сәкинә менән Мәрзиә аш бүлмәһенә бер сыҡҡанда Сирай хаҡында аҙ ғына һөйләшеп тә алдылар һәм, бәлки, Мәрзиәгә тағы ла бәхетен һынап ҡарарға кәрәктер, тигән фекергә килделәр. 
Быға тиклем Мәрзиә берәү менән йәшәп ҡарағайны. Эсте тип әйтеп булмай, кеше ыңғайына арлы-бирле тота торғайны. Ялҡау булды. Йоҡоноң кәрәген бирә торғайны. Үҙе ҡайҙалыр сантехникмы булып эшләй, ә инде ваннала ағып торған кранды ла әйт­мәйенсә йүнәтеп ҡуймаҫ. Бер әйтте, ике әйтте Мәрзиә. Бер көн ишеген бикләп, индермәне лә ҡуйҙы. Ялҡау булһа ла, никах уҡытыу, ЗАГС-ҡа барыу, туй үткәреү хаҡында ауыҙ аса башлағайны, юҡ, булманы. Үҙен эҙләп алып ҡайтып, бикләп ҡуяһыңмы инде, юғалды ла ҡуйҙы, ҡайтманы.
Әлеге хәл Сирай менән ҡабатланып ҡуймаһын тип, Мәрзиә үҙен ипле, һаҡ   тотто, ирҙең күҙенә генә ҡарап торҙо, бар теләген үтәне. Бөтә яҡтан теүәл булған, бер етешһеҙлеге булмаған кейәү табыуы хәҙер анһат түгел. Сирайының бар етешһеҙлеге баяғы күп ашауында түгел икән. Ике-өс айҙан уның ныҡ ҡына “төшөргөләүе” асыҡ­ланды. Былай аҡсаһы ла бар, шикелле, Мәрзиәгә лә байтаҡ һонғоланы. Мәр­зиә, шул кәрәк, был кәрәк ине, тип һөйләнһә, һис һүҙһеҙ алып ҡайтып бирә торғайны. Ҡунаҡҡа ла бергә йөрөнөләр, әллә күпме ауылға ҡайт­тылар. Былтыр еләк ваҡытына тура килделәр. Еләкте шәп йыя икән. Ҡайҙан килгән был түҙемлек, ты­рышлыҡ, Мәрзиәнең әсәһен, буласаҡ ҡәйнәһен, таң ҡалдырҙы инде. Ир­тәнге һалҡында йыяйыҡ, тип сыҡ­ҡайнылар, ике-өс сәғәттә бер күнәкте тултырҙы ла ҡуйҙы.
Май байрамдарына ауылға ҡайтырға тейештәр ине. Мәрзиә күстәнәскә тип сәй-мәй, колбаса, ҡаҙы алып ҡуй­ғайны. Сирайы ниндәйҙер бер заказды үтәгән дә, ҡулына мул ғына аҡса төшөргә тейеш ине. Заказдың ҙур­лығын, аҡ­саның муллығын Мәрзиә лә ишеткеләп йөрөнө. Дәртләнеп, ил­һамланып эш­ләне Сиражетдин.  Ир­тәнге сәғәт алтынан сығып китә, ун икеләргә генә ҡайтып инә. Хатта бер- ике тапҡыр: “Шунса-шунса аҡса төшә. Бындай ҙур эште тәүге тапҡыр ышанып тап­шырҙылар. Машина-маҙар алһам, барыбер йөрөтә алмам, әллә матур ғына итеп туй үткәреп ебә­рәйекме?” – тип Мәрзиә яғына ҡарап һөйләнгәйне. 
никах, туй, ЗАГС тиһәләр, ҡатын-ҡыҙҙың йөрәге өлпөлдәй ҙә китә инде. Эшкә Мәрзиә сауҙа комплексы аша йөрөй. Туй күлдәктәре һатылған бутик янынан үткәндә тәүгеһендә инергә батырсылығы етмәне. Кеше-фәлән күреп ҡалмаһын тағы. Икенсеһендә түҙмәне, тотҡолап ҡараны. Шунда уҡ консультанттар килеп етеп, һөйрәп  тигәндәй, кейеп ҡарау бүлмәһенә алып китте. Тәки кейҙереп сығарып, уңлы-һуллы атлатып, хатта өйөрөл­дөрөп ҡаранылар һәм, ошоһо шәп, тип таптылар. Мәрзиә үҙе лә һиҙмәҫтән адресын да әйтте, тыуған көнөн дә яҙҙырҙы, телефонын да бирҙе.  Уларҙың башҡа эше бармы ни, тыуған көнө етеү менән CMC-хәбәр  ебәр­ҙеләр, яңы күлдәк килде, тип  кейеп ҡарарға саҡырҙылар. Уныһына ғына түҙерлек, Мәрзиә әсәһенә һөйләнгән булғайны, уныһы һаҡһыҙлыҡ күр­һәтеп, Мәрзиәнең никахы, туйы, ЗАГС-ы хаҡында өлкән ҡыҙына “тишкән”. Ул белһә, кем әйт­мешләй, гәзиткә яҙып, радионан һөйләп, телевизорҙан күр­һәтеп кә­рәкмәй, бар ғаләмгә мәғлүм буласаҡ. 
Ә Сирай ғынаһы, Сиражетдины нимә эшләне инде? Кис менән Мәрзиә кафеға кереп, арлы-бирле смета төҙөп, хаҡтарын буйтым төшөртөп, күңелле генә кәйеф менән ҡайтҡайны, ишекте асып инеүенә... Тәгәрәп кенә китә яҙҙы. Килеп инһә, әстәғәфирулла тәүбә, Сирай менән бергә өс ир, ике ҡатын эсеп ултыра. Тәүҙә аңды-тоңдо бел­мәгәс, Мәрзиә аптыранды, Сирайы ҡыуанып, ҡатынын ҡосаҡлап алған булды, башҡалар менән таныштырҙы. Эштәре тамамланған, аҡсалары тү­ләнгән икән. Сумка тултырып араҡы алғандар. Бындай осраҡта, әлбиттә, ашау онотола. Һыуытҡыстан Мәр­зиәнең күстәнәскә тип алған кол­басаһын, ҡаҙыһын, ыҫланған итен теге бисәләр телгеләп һалған да, бына хәҙер төп эште башҡарған  Сиражетдинды һәм уның уңған, йомарт бисәһен маҡтай-маҡтай ашап-эсеп ултыралар.
Мәрзиәнең йөрәге өлп итеп ҡалды. Эх, тағы булманы. Белә бит Сирайҙың ғәҙәтен. Быға тиклем нисек түҙгәндер, ике ай эсмәне. Хәҙер башлағас,  кә­мендә ике аҙнаға һуҙасаҡ, шунан һуң тағы ике аҙна кеше буласаҡ. Иң аяныслыһы: шул арала аҡсаны эсеп бөтмәйенсә, муйындан бурысҡа батмайынса, Мәрзиәнең үҙәгенә үт­мә­йенсә туҡтамаясаҡ. Юҡ, юҡ, шуныһы шөкөр, һуғышмай, туҡмамай, ғө­мүмән, һөй­ләшмәй, шым ғына эсә лә ята, эсә лә ята. Беренсе тапҡыр булһа, тағы бер хәл. Ә ауылда көтәләр. Әсәһе менән атаһы ҡоймаларға тиклем буяп ҡуйған. Бер түгел, ике һарыҡ кәртәлә һи­мертелә. Ә бында һүҙ туй түгел, кейәүҙе ҡотҡарыу, һис юғы аяҡҡа баҫтырыу хаҡында бара. 
Мәрзиә өмөтөн өҙмәне. дауаханала Сәкинәнең ауылдашы эшләй икән. Шул тамсылап ҡына тамыҙып, дауалай торған ниндәйҙер ысул менән ярҙам итеп ҡараны. ике-өс көн шуның менән булаштылар. Юҡ, алкаш алкаш инде, һис тә ыҡҡа килерлек түгел. Укол ҡаҙаусы табип та Мәрзиәгә, ай-һай, быны кеше итеп булырмы икән, тип һөйләнеп ҡуйҙы. Отпускыһын алмай йөрөй ине, туй үткәрһәм, тип ғариза яҙып, ялын алды. Ваҡыт үтә, ауылда ата-әсәһе, туғандары, ике һарыҡ көтә –  юҡ. 
Бер заман Мәрзиә үҙен ниндәйҙер ҙур бәхеттән, киләсәген һәм яҙмышын хәл итер өмөттән мәхрүм ҡалып барғандай тойҙо. Юҡҡа ғына асыулана, ҡурҡыуға бирелә башланы. Әгәр был юлы ла өйләндереп, кейәүгә сығып булмаһа, тағы ултырып ҡалырмы икән инде? Түҙмәне, Сирайға ҡаты-ҡаты ғына һүҙҙәр әйтте, ҡыуып сығарыу менән ҡурҡытты, араҡыһын тартып алып  йыуынғысҡа ҡойҙо, хатта бер тапҡыр этеп ебәрҙе. Быға тиклем бындай уҫаллыҡты күреп өйрәнмәгән ир аптыранып тороп ултырҙы, һәм, был нимә булды ул, тигән һымаҡ, ҡатынға ҡараны. Шулай аҙна буйына берсә өгөтләп, йә асыуланып, хатта туҙынып күрһәтте, юҡ, булманы. Шулай итеп, Мәрзиәнең ялы бөттө, отгулдары юҡҡа сыҡты, эшкә тотонор мәле лә килеп етте. Ауылда ла төңөлдөләр. Теге һарыҡтарҙы әллә көтөүгә ҡыуған­дармы, әллә һуйып һатҡандармы, Мәрзиә һорашып торманы. Салон­дыҡылар ҙа, кафеныҡылар ҙа, көн аша тигәндәй, шылтыратҡылап торҙо ла,  булмаҫ, ахыры, тип ҡул һелтәне. Мәрзиәнең дә өмөтө өҙөлдө.
Баяғы, май байрамы алдынан эшкә барырға тип иртән торһа, Сиражетдин кухняла шым ғына ғәйепле төҫ менән сәйме, кофемы эсеп ултыра. Ҡатын һиҙенде, был бит “запой”ҙан сығырға итә. Нимә тип әйтһен, Мәрзиә ирҙең айнығыуын күктән төшкән бәхет һымаҡ көтһә лә, хәҙер инде туй тураһында һүҙ ҡуҙғатыуҙың урынһыҙ икәнлеген һиҙә. Былай ҙа, бәлки, хата булғандыр, мин ҡайтыуға күҙемә күренәһе булма, тип сумаҙанын сы­ғарып ултыртты ла, тыҡылдата баҫып, эшенә йүнәлде. Аһ, шул ваҡыт су­маҙанға тотоноу артығыраҡ булған, шикелле. Бәлки маҡтап ҡына йә көлөп кенә ҡуйырға булғандыр, һуң беренсе тапҡыр түгел бит. Эсһә лә, һуғышмай, шым, ана, еләкте ниндәй шәп йыя. Бар бит, бар уның ыңғай сифаттары. Ә ул, алабарман, тотто ла сумаҙанын сы­ғарып ултыртты. Ҡайтһа, сумаҙан да, уның хужаһы ла юҡ.

Ана, тағы шылтыратып ята. Сиражетдин икенсегә шылтыратһа ла, Мәрзиә яуап бирергә ашыҡманы. Сығып китеүенә ике ай, моғайын, был берәй заказ үтәгәндер, аҡса алғандыр, тимәк, әле оҙайлы запойҙан сығып ҡына килә. Хәле бик мөшкөлдөр, һуң, ни эшләһен инде Мәрзиә, ундай ирҙәр ҙә ҡойма төбөндә ятмай бит әле. Ярай инде, Сәкинәгә шылтыратып, теге табипты саҡырырға, күмәк көс менән ҡотҡарырға кәрәк булыр. Уф, тағы шылтырата. Алайыммы икән, юҡмы икән? Мәрзиә икеләнә. Ярай, шылтыратһын әле, Мәрзиәнең ҡәҙерен белһен, улай тиҙ генә ишеген аса һалып бармаһын.
Телефон тағы шылтыраны. Мәрзиә көҙгө алдына барҙы, сәс-башын рәтләне, телефонға күҙ һалды. Үҙе эстән генә тантана итә, ауыҙы йырыҡ, күңеле күтәренке, кәйефе көр, ләкин тауышына мөмкин тиклем ҡорораҡ төҫ бирергә тырышып:
– Алло, тыңлайым! – тине.    
– Мәрзиә, һаумы, был Сирай  шылтырата! –  тине тегеһе көр, күңелле тауыш менән. – һин мине хәҙер күптән онотҡанһыңдыр инде. Онотма! Өс йыл ғүмеребеҙ бергә бәйләнгән, һиңә рәхмәт әйтергә шылтыратам. Мине өс йыл ҡараның, кеше итергә тырыштың, уларҙың барыһы өсөн дә мин һиңә рәхмәтлемен!
Мәрзиәне ниндәйҙер ҡурҡыу солғап алды. Рәхмәт әйтә, әллә сирләп киткәнме? Бахыр ғынам. Бәхилләшә түгелме һуң?
-    Хәлдәрең нисек? һаулығың? – тип кенә һорап өлгөрҙө. .
-    Хәлдәр көйлө, һаулыҡ шәп! Мин бит әсеүҙе ташланым! Әле бына әйләнеп йөрөйөм!
-    Нисек әйләнеп йөрөйһөң?
-    Шулай. Эйе, бер ҡатынға әйләнеп йөрөйөм. Бәләкәй малайы бар, фатиры бар. Ярай, пока, минең ваҡыт юҡ. Туйға кил, саҡырырмын! һин миңә ят кеше түгел! Өс йыл йәшәнек бит әле! Ярай, пока!    
Мәрзиәнең һыны ҡатты ла ҡуйҙы. Ул бер һүҙ ҙә әйтә алманы. Трубкала бер баланың ҡысҡырып көлгәне һәм: “Кем менән һөйләшәһең ул?” – тигән яғымлы ҡатын тауышы ишетелде. “Ә, боронғо таныш, – тине Сирай. – Күптән һөйләшкән юҡ ине, хәлен белештем”...
Мәрзиә өмөттөң эргәлә генә, хатта ҡулында булыуын тойҙо һәм унан ҡалған саңдың таралыуын күрҙе.
Бер аҙҙан Мәрзиә үҙе лә күнгән һымаҡ булды. Күнмәй ҡайҙа барһын инде. Исмаһам, никахтары юҡ, вәғәҙә лә бирешмәнеләр. Былай, эсеп йөрөп, бик хәлһеҙ саҡтарында рәхмәттәрен ҡойолдороп, ярға ырғытылған балыҡ һымаҡ ята торғайны ла ул, хәҙер нимәләр ҡыланғанын бөтөнләй онотҡандыр инде.
Ләкин әхирәте Сәкинә килеп ҡыҫылды. Бығаса ишетмәй йөрөгән икән:
– Ниңә миңә шунда уҡ әйтмәнең? Бергәләп тотонор инек. Нисауа, әле лә һуң түгелдер, – тип Мәрзиәне дәртләндереп ебәрҙе.
Иң тәүҙә Сәкинәгә яуап бирергә тура килде. Ни өсөн сығып киткән? Мәрзиә барыһын да һөйләп бирҙе. Ләкин, сумаҙан хаҡында өндәшмәне. Шулай итеп, Сирай үҙе ташлап киткән һымаҡ килеп сыҡты. Сәкинәнең өлгөрлөгөнә таң ҡалырһың. Әллә ҡайҙан адресын тапҡан, хәҙерге ҡатынының кем икәнлеген асыҡлаған.
– Өс йыл буйы нимә эшләп яттьҙгҙяҙ һеҙ? Ниңә, бер тапҡыр ҙа ауырға ла ҡалманыңмы ни? – тип бот сапты ул, Мәрзиәгә тишерҙәй итеп ҡарап. – Балаң булһа, шым ғына өйҙә ултырыр ине.
– Юҡ шул, балаға үтә алманым, – тип ситкә ҡарап һөйләнде Мәрзиә. Был юлы ла алданы Мәрзиә. Бер тапҡыр түгел, ике-өс тапҡыр ҡалды, тик Сирайҙың әйләнеренә ышанманы, яңғыҙым ҡарай алмам, тип, эш араһында төшөртөп килде. 
– Эсә бит, – тине Сәкинә лә. – Өлкәнәйеп тә бара, хәҙер бик рәте лә ҡалмағандыр инде.
Бына Мәрзиә Сиражетдин хәҙер йәшәгән йорттоң эргәһендә тора. Бында ни эшләп килде әле ул? Кем көтә уны бында? Әллә ҡайтырға ла китергәме икән? Тегеләй үтте, былай үтте Мәрзиә. Баяраҡ балалар баҡсаһы эргәһенән Сирайға оҡшаған берәү килә ине. Бала етәкләгән. Ир ҡайҙалыр юҡ булды. Мәрзиә йорттар араһын тағы бер урап сыҡты һәм Сирай йәшәгән подъезд эргәһенә килде – 3–сө ҡат, 30–сы фатир. Көс–хәл менән тейешле ҡатҡа күтәрелде һәм ҡыңғырауға баҫҡанын яҙа–йоҙа ғына хәтерләй. Күп тә үтмәне, ишекте асып та ебәрҙеләр. Урта буйлы, яғымлы, ыҡсым ғына кейенгән бер ҡатын күренде.
– Һаумыһығыҙ? – тине ул, һораулы ҡарашын Мәрзиәгә төбәп.
Мәрзиә ыҡ–мыҡ итте, әйтергә һүҙ таба алманы, шулай ҙа көс–хәл менән:
– Сиражетдин өйҙәме икән? – тип һорай алды. Шым ғына әйтте. Сиражетдины Сиражи һымаҡ яңғыраны.
Ҡатын һиҫкәнгәндәй итте, саҡ ҡына артҡараҡ сигенде:    
– Әлегә ҡайтып етмәне шул. Балалар баҡсаһынан малайҙы инеп алам, ти ине, шунан һуң бер аҙ йөрөп килергә йыйыналар ине. Әйҙә, үтегеҙ, хәҙер ҡайтып етер ул, – тип саҡырҙы.
Мәрзиә икеләнде, ләкин, үҙе лә һиҙмәй ҡалды, фатирға инде. Ыҡсым ғына, бер бүлмәле фатир. Әллә ни йыһаздары күренмәй, ләкин үҙенән йылы бөркөп торған һымаҡ. Ҡатын, әле йәшәгән фатиры менән сағыштырҙы.
Уныҡы ҙурыраҡ, ләкин ҡараңғыраҡ, кеше йәшәгәне лә тойолмай. Ә бында, күренеп тора, балалы ғаилә көн итә. Уйынсыҡтар, самокат күренә.
– Танышайыҡ, мин Фәриҙә булам, – тине ҡатын.
– Мин – Мәрзиә, – тине тегеһе.
– Әйҙә, сәй эсәйек. Оҙаҡламай, улар ҙа ҡайтып етер. һеҙ Сиражетдин менән күптән танышмы?
Мәрзиәне был һорау тағы һиҫкәндерҙе. Нисә йыл була әле?
– Өс–дүрт йыл булалыр, – тине ул ышаныслы итеп, – Яңы йылда танышҡайныҡ.
– Аңлашылды, һеҙҙе бер тапҡыр иҫкә төшөргәйне, буғай. — тине хужабикә илтифатһыҙ ғына. Йәнәһе, һинең өсөн бик янманы, тип ишаралауылыр инде.
Үҙен ҡыуып сығарған ҡатынды нимә тип иҫкә төшөрһөн инде. Ваҡ–төйәк кейеме ҡалғайны, шуларҙы онотманымы икән? Ана, улары, ишек төбөндә пакетта ята, йән көйҙөрөп, өйләнгән һайын, иҫкә төшөрөп тормаһындар.
– Үҙенең эштәре нисек икән? – тип ҡыҙыҡһынды Мәрзиә. – Заказдары бармы?
– Таң менән сығып китә, һуң ғына ҡайта. Әле яңыраҡ ҙур бер эшен бөттө, шуға ҡәнәғәт булып, туғарылып йөрөп ята. – тине хужабикә ҡәнәғәт кенә ҡиәфәт менән.
– Эсмәйме? – тип һорамай булдыра алманы Мәрзиә. – Хәҙер нисек?
– Әлләсе тағы. Эскәне тойолмай, – тип аптыранды ҡатын. – Теге йәкшәмбе апайымдар саҡырғайны, ҡыҫтап ҡарағайнылар, ауыҙына ла алманы. Ә һеҙ уны яҡшы беләһегеҙме?
Был һорау Мәрзиәне тағы һиҫкәндерҙе, һуң, бая әйткәйне түгелме һуң, өс–дүрт йыл тип? Тағы нимәһе аңлашылмай?
– Өс йылдан күберәк беләм, – тине көс–хәл менән Мәрзиә. – өс–дүрт йылдыр. Шунан күп түгелдер.
– Әле уға йомошоғоҙ бармы? – тип хужабикә мәсьәләне ҡәтғиерәк ҡуйҙы.
Бында нәмәңде ҡарап йөрөйһөң, тиеүелер инде. Мәрзиә яуабын тиҙ тапты:
– Бер аҙ кейем–һалымы ҡалғайны, йә юллап килер, үҙенә ҡалдырып китәйем, тинем, – тип яуап бирҙе. – Өйләнешергә булғанһығыҙ икән?
Был һораумы, әллә хәбәрме, әллә раҫлаумы, Фәриҙәне һикереп торорға мәжбүр итте:
– Өйләнешергә? Кем һөйләй уны? Кемдән ишеттең? “Без меня меня женили”, буламы инде? Кеше нимә генә сығарйай. Бына, иҫке ауыҙҙан яңы хәбәр?! Әйт, әле, Мәрзиә, кемдән ишеттең?
— Үҙе әйтте. Үҙе шылтыратты.
– Ҡуй, бушты һөйләмәгеҙ! Уның телефоны юҡ бит! Яңыраҡ ҡайҙалыр юғалтҡан да, шунан бирле телефонһыҙ йөрөй.
– Белмәйемсе, – тине Мәрзиә. – Телефонда уның номеры ине.
Хужабикә ярһып тигәндәй тороп китте:
– Мин бит уның номерын да белмәйем! Иртән һөйләшеп ҡуйһаҡ, ҡайтҡанда, баланы инеп ала. Шул кешегә мин хәҙер кейәүгә сығырға тейешме? Юҡ, былай булмай!
– Юҡ! Улайтма! Минең һымаҡ булырһың! – тине Мәрзиә.
– Ә һиңә нимә булды?
– Юҡ, юҡ, ул ваҡытта Сирай юҡ ине. Мин бер ир менән йәшәп ҡарағайным, күп түгел, бер–ике йыл. Ауырға ҡалмайһың, балаң юҡ, тип сығып китте. Ә мин, был алкаштан бала тапҡансы, яңғыҙым ғына йәшәйем, – тинем.
– Улар шулай инде, ҡойроҡто һыртҡа һалырға торалар. Ә былай Сиражетдин ниндәйерәк кеше ул? Туҡмамаймы?
Мәрзиә ҡапыл уйға ҡалды. Ниндәйерәк кеше һуң әле Сирай–Сиражетдин? Мәрзиә, үҙе лә һиҙмәҫтән, эсә, һуғыша, бысаҡ тотоп баҫтыра, етмәһә, һүгенә, ваннаға бикләп ҡуя, дуҫтары, үҙе һымаҡ, алкаштар, башымды стенаға бәреп, мейемде һелкетеп бөттө, хәҙер йоҡом йоҡо түгел, тип әллә нәмәләр килтереп сығарып, хатта илап ебәреп һөйләргә уйлағайны, Сирайҙың уны ҡыҫып ҡосаҡлауҙары, яратыуҙары, иркә һүҙҙәр әйтеүҙәре иҫенә төшөп, күңеле йомшарҙы ла:
– Үҙен туҡмаһаң да, бер нимә өндәшмәҫ, шул тиклем һәйбәт ир. Үҙе рәссам, сәнғәт кешеһе. Тыныс, ипле. һаҡлап ҡына ҡара инде үҙен! – тип маҡтап алды ла китте.
Ул арала булмай, ишек тауышы ишетелде, бер бала ҡысҡырҙы, Сиражетдиндың: "Беҙҙе керетәһегеҙме? Ҡунаҡ килгән икән?" – тигән тауышы ишетелде.
– Ҡайттығыҙҙамы ни? – тип өтәләнеп ҡаршыларына йүгерҙе. – Сиражетдин! Мин белмәй ҙә йөрөйөм, һин телефоныңды тапҡанһың икән!
– Таптым шул! Эштә йәшник артында ятҡан. Телефон нимә ул, бына һеҙҙе юғалтып ҡуймайым! Бәй, бында ҡунаҡ бар икән! Фәриҙә, танышҡанһыңдыр, Мәрзиә – минең бик яҡын кешеләремдең береһе. Әйҙә, шартына килтереп, халыҡты никах ашына йыйып алайыҡ? Фәриҙә, һин нисек уйлайһың? Берәй кафе– мәҙәр ҡараштыр.
– Ярай һуң! Бына, Мәрзиәне лә саҡырайыҡ!

Рәлиф КИНЙӘБАЕВ

Читайте нас